

Асия көттө. Бына килер, ярҙам ҡулын һуҙыр, яратмаһа да йәлләр. Өмөт, өмөт кенә булып ҡала шул. Рифатты ғәйепләмәне. Үҙе, тик үҙе генә ғәйепле: ныҡ ышанды, нимәгә өмөтләнде, хәҙер нишләп көтә?
Декретҡа сыҡҡас, уны "сохранение”ға һалдылар, – берҙән, улар ышаныслы ҡулда, икенсенән, унда ашау бушҡа. Тик уныһы ла ғазап булды, бергә ятҡан ҡатындар икеһе дә бик иркә, көйһөҙҙәр. Уларға нимә генә ташымайҙар: сәтләүек тә, емешен дә... Ә улар: ундайы кәрәк, бындайы кәрәк тип, эй көйһөҙләнәләр, эй таптырталар – ауыҙҙары ашауҙан бушамай, тик бер нәмәләре менән дә бүлешмәйҙәр, әйтерһең бында Асия бөтөнләй юҡ. Уларҙы башҡа кеше бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай: икеһе уҙышмаҡтан маҡтаналар, ах-ух киләләр.
Асия күберәк коридорҙа йөрөй, өс тапҡыр ашау етмәй, шулай ҙа – өс ашау бит ул! Ҡорһаҡ – тауҙай, икәү булмағайы тип ҡурҡып та ҡуя. Янына килеүсе-китеүсе юҡ, ә бәпәйләгәс ни булыр, кем ҡаршы алыр?..
Үҙенең иҫәпләүе буйынса, яңы йылға ҡаршы – утыҙ бере көндө тыуырға тейеш, ә табиптар 15 декабргә ҡуйҙылар, кем яңлыша...
Ул йылды, етмеш һигеҙҙән етмеш туғыҙға сыҡҡанда, шундай ҡаты һыуыҡ килде, хатта иллегә етте һалҡын. Һалҡындар утыҙ бере иртән үк һиҙҙерҙе: батареялар шартланы, йылы биреү бөттө, унан ут та юҡҡа сыҡты. Ятаҡта йылылыҡ та, ут та ҡалманы. Төштән һуң бүлмәләш ҡыҙҙар үҙ таныштарына таралып бөттөләр, Наилә менән Наташа ла бригадирҙарына ҡуна китте. Асия булған бөтөн кейемен өҫтөнә өйҙө. Ярай әле аяғына кейергә әсәһе ебәргән кейеҙ итеге – быймаһы бар, пәлтәһен дә кейҙе, булған бер ҡат йоҡа одеялына төрөндө лә карауатына барып ятып йылынырға тырышты. Ут булмағас, сәй ҙә юҡ: кисә кистән сәй эскән килеш. Икмәктәр ҙә туңды. Улар йәшәгән ҡатта бер кеше лә ҡалмаған, бар ерҙә тып-тын. Ята торғас башына барып етте : «Был – уның һуңғы төнө, ҡысҡырһа ла – бер кем ишетмәй, бәпәйләй башлаһа – ашығыс ярҙам саҡыртыр кеше юҡ. Эй, улым, беҙҙе ҡайҙа күмерҙәр икән, бер-беребеҙҙе күрмәй ҙә китербеҙ микәнни...Тыуыуын тыуһаң, нисек тә үҫтерер инем әле....»
Сабыйының малай буласағына һис шиге юҡ: малай тек малай! «Атайың кеүек матур, аҡыллы бала булыр инең, атайың бик яҡшы кеше, мине яратмаған өсөн генә уны хурлай алмайым. Аһ, көнө ниндәй... Беҙ һинең менән ниндәй һынау алдында ҡалдык, иртәнсәккә саҡлы әле йыраҡ бит, балам, әгәр беҙ был зәһәр һалҡында ҡатып үлмәһәк, киләсәктә юғалмаҫ инек тә... Үҙе йығылған – иламаҫ, тиҙәр, мин түҙәр инем, йығылһам да, тыуған яғыма ҡайтып иламаҫ, әсәйгә күҙ йәшен күрһәтмәҫ инем...»
Бөтөн булған нимәне эсе тирәһенәрәк ҡапларға тырышты: үҙе үлһә лә, иртәнсәккә саҡлы бәлки бала әле йылыла иҫән ҡалыр, тигән өмөт бар ине. Йоҡлап китһә, башҡа уяна алмаҫын да аңлай, башына йүнле уй ҙа инмәй, киләсәк тураһында хыялдары да әллә ҡайҙа юҡҡа сыға барҙы: аҡрынлап-аҡрынлап, аҡ болытка төрөлөп тирбәлеп, йоҡоға китә башланы...
Коридорда кемдеңдер ҡысҡырған тауышы ишетелә, кемде эҙләйҙәр? Ә ул ҡар өҫтөнән ап-аҡ күлдәк менән, ялан аяҡ атлай... Кемдер уға өндәшә: «Ася - а - а, Ася - а - а!» – аны саҡыралар, һелкетәләр, өҫтөрәйҙәр...
– Ася, вставай, умрешь ведь. Как твой курсак? О, Боже! Мин бит һине болниста тип белдем. Ҡыҙҙарың үҙҙәре генә килгәндәр, ә һин юҡ. «Ҡайҙа Ася?»тип һорайым: «Общагала ҡалды...» тиҙәр. Тор, туғаным, тор әйҙә. Мин һине үҙебеҙгә алып сығам. – Штукатурҙар бригадаһының бригадиры Дарья түтәй Асияны көскә күтәреп аяғына баҫтырҙы.
Асияның аяҡтары ҡатҡан, атлау – ғазап, һәр бармағы энәгә баҫҡан кеүек сәнсә. Иңбашына салып, Дарья түтәй уны ишеккә табан һөйрәне.
– О, Иисусе, помоги, үтермә был бисараларҙы: береһе бына-бына тыуырға тора, икенсеһе әле йәшәргә лә өлгөрмәгән... – Күҙен генә ҡалдырып Асияның шәле өҫтөнән тағын бер ҡат шарф урап ҡуйҙы: – Ҡурҡыныс һалҡын бөгөн, детка, иҫән ҡалырға кәрәк...
Мәңге онотолмаҫ төн булды. Ут булмағас, лифт та эшләмәй. Бар көстәрен йыйып, һигеҙенсе ҡаттан ҡапшана-ҡапшана төшөп, урамға сыҡтылар. Яңы йыл төнө. Шартлаган торбаларҙан ағып сыҡҡан һыу йырғанаҡтары туңа бара: тышта илле градус һалҡын, хатта һауа, күк йөҙө зыңлап тора. Бар ерҙе һалҡын томан ҡаплаған. Бағаналағы тоноҡ уттар яҡтыһында йығылмаҫ өсөн бер-беренә тотоношып йүгергән кәүҙәләр шәйләнә. Дарья түтәйҙәр йыраҡ түгел, юл аша ғына йәшәйҙәр ине. Шул араны ла улар мең михнәт менән үттеләр. Дарья түтәй, юғары көскә рәхмәттәр әйтеп юл буйы үҙ доғаһын уҡыны: Слава Тебе, Господь, спасибо! Барыһы ла яҡшы, барыһы ла яҡшы....
****
Тупһанан аяҡтарын һөйрәп алыуға, икеһе тиң иҙәнгә ауҙылар. «Аллаға шөкөр! Иҫән ҡалдылар...»
Йылы өйгә килеп ингәс тә үҙенең иҫән ҡалыуына ышанмайынса торҙо: «Йә Аллам, миңә ебәргән ярҙамың, мәрхәмәтле кешеләрең өсөн мең-мең рәхмәт!» Асия ишек төбөндә шым ғына илай, ҡысҡырып әйтергә көсө лә, хәле лә юҡ ине.
Дарья түтәй уны тағын өс көн ҡайтарманы, ятаҡҡа йылы биргәнсе үҙҙәрендә тотто. Тәбиғәттең үҙ закондары бар икән бит: ҡаты һалҡында малдар ҙа, балалар да тумай – һалҡындар үткәнде көтә икән, Алла һаҡлай икән әсәләрҙе, тыуасаҡ сабыйҙарҙы ла. Улын һәм үҙен дә декабрь ҡырыҫлығынан Аллаһ һаҡлап ҡалды.
Ир бала, донъяға тыуғанын белдереп, 10 ғинуарҙа ғына һөрән һалды. Дүрт кило ла алтмыш сантиметр!!!
Бәпәйләй алмай бер тәүлек интекте. Акушер ҡатын асыуланып: «Үҙең чебурашка саҡлы, балаңды фил тиклем үҫтергәнһең, – тип, бысаҡ менән ярып ебәрҙе. – Ялҡауланып йоҡлап ятаһығыҙ да таба алмайһығыҙ", – тип һүкте.
Асия: «Эйе, апай-йәнем, йоҡланым да, үҫтерҙем дә, әллә нимәләр тип һүк, беҙ иҫән ҡалдык!» – тип, ҡул һыртын тешләп, тауышһыҙ ғына иланы.
Яралары оҙаҡ төҙәлде. Бала табыу йортонан унынсы көндә генә сығарҙылар, унда ла Дарья түтәй бригадаһынан ҡыҙҙарын ебәргән: өс ҡыҙ килеп алып ҡайттылар.
«Дарья түтәй – изге йән! Тик мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алманым. Дарья түтәйләрҙең үҙ балалары юҡ ине, шуға күрә улар алты айлыҡ бала алып үҫтергәндәр. Асия килгәндә Андрюша өсөнсө класта уҡый ине инде. Иҫ китмәле матур бала, күренеп тора: ни урыҫ, ни татар. Аҙаҡ Дарья түтәй әйтеүенсә, әсәһе – татар, атаһы – ҡара халыҡ икән. Әсәһе уны бала табыу йортонда ҡалдырып сыҡҡан. Шул баланы матур ғына үҫтереп ятҡанда, Дарья түтәйҙең ире кинәт үлеп китте. Асия ла йәшәргә иҫке ҡаланан яңы ҡалаға күсте – юлдар айырылды. Улар, бер ун биш йылдан һуң, баҡсала осраштылар. Дарья түтәй ул саҡта бик ҡаты ғына һала башлаған ине, уға эйәреп, Андрюша ла. Ҡыҙғаныс ине, кешенән ишетеүенсә, Дарья түтәй баҡсаһында үлеп ятҡан, өс көндән һуң ғына тапҡандар. Андрей өйләнеп, эсеп китеүе арҡаһында әсәһенән ҡалған өс бүлмәле фатирын, ғаиләһен юғалтты, урамда ҡалған тип ишетте. Ҡыҙғаныс, шундай яҡшы кешеләрҙе хәрәм йылан ағыуы юҡҡа сығара. Асия уны һәр саҡ яҡшылык, йылылыҡ менән иҫкә ала. Гел уйлай, борсола: «Доға юллар кешеләре лә ҡалманы бит, әллә сиркәүгә инеп шәм ҡуяйым микән... Ярай, тыуған яҡтарҙан йөрөп киләм дә, берәр сиркәүгә инеп сығармын..."
Бер бүлмәлә өс кеше, бала менән бик еңел түгел. Бала әсәһенең хәлен аңлағандай, тыныс ине. Ҡайсаҡ сабыйы иларға уйлай башлаһа, юрғанға төрә лә коридорға алып сығып китә.
Дауахананан сығып егерме көн тигәндә, көтмәгәндә, санаһына тулы бер тоҡ ит-май һөйрәп бүлмәләренә әсәһе килеп инде. Асия ҡурҡып аптырашта ҡалды: «Бала саҡтағы кеүек тотоп ҡыйнар микән? Хәлде нисек аңлатырға хәҙер?!»
Әсәһе, инеү менән, ишек төбөндәге артһыҙ ултырғысҡа ултырҙы ла башын һелкеп ултыра бирҙе. Һүҙһеҙ генә бүлмәне күҙҙән кисерде: «Һәр кемгә бер карауат та бер тумбочка...»
Ҡаршы яҡ карауатта ятҡан «серле төргәк»те лә күрҙе, тик йүгереп килеп балаға ҡағылырға ашыҡманы. Асия ҡыл кеүек тартылды: «Хәҙер йә тотып яра, йә кеше алдында һүгеп атасаҡ".
Тик әсәһе, юлда килеп бик арыған ине, тыныс ҡына ултыра ла ултыра. Йыраҡтан ҡарап та, баланың ҙур булып тыуғанлығын самаланы. Ниһайәт, ул телгә килде:
– Нисек таптың, был сибек кәүҙәңә, балам?.. Эй, балам, хур иттең бит, туғандар алдында ла, ауыл алдында ла... Кешеләргә нисек күтәрелеп ҡарамаҡ кәрәк хәҙер.... – ул аҡрын ғына өҫтөн һалып бала янына килгәс, Асия еңел һулап ҡуйҙы. Ә әсәһе йылы төргәкте сак ҡына һүтеп, бәпәйҙе сисендереп, бөтөн ерен ҡарап-тикшереп сыҡты: дүрт һаны ла теүәлме...
– Сөбханалла, күҙ теймәһен, бигрәк баһадир булып тыуған бит! Ярар, үҫтерербеҙ нисек тә, – тине ейәнен ҡулына алып. – Әсәһе лә йәш ине шул: әле уға ҡырҡ бер генә. Иртә ҡартайтты шул әсәһен. Үҙ оятын үҙем генә күтәрәйем, яҡындарға ауырлыҡ килтермәйем тиһә лә, әсә уйламай түҙәмени.
– Әсәй, нисек килдең шул саҡлы йыраҡҡа?
– Бына үҙ балаң үҫкәс, белерһең. Мин Силәбегә барҙым автобус менән, Саллыға билет юҡ, Ҡазанға остом, Ҡазандан бында остом. Ошо ҙур тоҡ бөтөн елегемде һурҙы. – Әсәһенең ҙур сумкаһын асып ҡараһа... иҫе китте: бер ҡаҙ, әллә ярты һыйыр һөйрәп килгән ине. "Балам, һиңә яҙға тиклем етергә тейеш", – тине.
Бер аҙна тороп, ҡыҙҙар менән яҡындан дуҫлашып, тәмле ауыл ризыҡтары менән һыйлап, бәләкәй баланы ҡулға нисек тоторға, нисек йыуындырырға өйрәтеп ҡайтып китте. Ятаҡта һыуытҡыс юҡ, тышҡы яҡтағы ҡаҙауға ла аҫырға ярамаҫ, тәҙрә асһаң балаға һалҡын тейеүе бар тип, әсәһе һөйрәп килгән бер тоҡ итте янғын баҫҡысына сығарып элеп ҡуйҙы: был тиклем ниғмәт йылға етәрлек ине лә, тик икенсе көндө сыҡҡанда сумка менән ризыҡтың эҙе лә ҡалмаған. Асия "аһ” итте, ярай әле әсәһе ҡайтып киткән ине. Асия ултырып иланы, тик ни эшләйһең, һин йәш бала менән асһыңдыр тип, бер кем дә кире килтереп бирмәне шул...
Әсәһе белһә... Алла һаҡлаһын, мең саҡырым ергә елеге өҙөлөп һөйрәп килеп... Белмәгәне хәйерле. Асҡа үлһә лә, әсәһенә әйтмәйәсәк.
Китер алдынан икеһе генә ҡалғас, әсәһе ҡыҙын янына ултыртып:
– Мин тегеләргә барҙым бит, – тине бик серле генә. Асияның ҡото алынды.
– Һин уларҙы ҡайҙан белдең, әсәй? Мин бит һиңә бер нимә лә әйтмәгән инем.
– Башыңа төшһә, баҫмаҡсы булаһың, йөҙөмдө йыртып барҙым. «Нишләп минең баламды улай итеп сығарып ебәрҙең, бала яһағанһың икән – өйлән!» тип. Рифат әйтә: «Бер эш тә белмәй, донъя көтә торған түгел», -ти, һине ғәйепле итеп ҡалдырҙы. Атаһы умартасы, хәлле йәшәйҙәр. Бына, балам, һабаҡ һиңә: юҡҡа сыҡма, үс итеп йәшә!
Асия быға аптыраманы ла, хәҙер уға элекке кеүек ауыр түгел, иң беренсе, әсәһе менән аңлашты – иң ауыры шул ине, ә ҡалғанын нисек тә йырып барасаҡ, тик кире генә ҡайтмаясаҡ.
Бала тыуып бер ай үткәс, Рифаттан хат килде. «Мин өйләндем, мин бик бәхетле, беҙ ситкә Якутияға сығып китәбеҙ",– тип яҙған. Уларҙың Яңы йылда уҡ, Асия һыуыҡта ҡатып үлем көтөп ятҡанда, туйҙары булған. Ана киләм, бына киләм, тип, алдаштырған ғына, ҡайтып төшөр тип ҡурҡҡандыр, күрәһең.
Асия хатты йомарлап күкрәгенә ҡыҫты, йөрәк сабыш атындай тулай, аҡырып илағыһы, бар көсөнә ҡысҡырғыһы килә, тик ул шығырлатып тештәрен генә ҡыҫты. Йөрәк тирәһен нимәлер киҫеп үткәндәй булды: «Юҡ, мине һындыра алмаҫһың, мин үҙем ғәйепле, мин түҙергә тейеш, тейеш... Их, яҙмыш...»
Асия ауыр итеп ыңғырашты ла башын стенаға килтереп бәрҙе. Балаға ике ай тулғас, яҡын ғына кибеттә ярты ставкаға эш табып, иҙән йыуырға эшкә сыҡты. Сәғәт өстән алтыға тиклем иҙән йыуып ҡайтыуға, бала йә йоҡлай, йә шартлай яҙып илай ине. Бала тыуғас та һөт төштө лә, тик етмәй ине шул, күрше бүлмәләге ҡатын:
– Ҡыҙым аҙ имә, һауам да түгәм, үҙемә индер, имеҙәм, – тигәс, уға йөрөй башланы. Береһендә, шулай, имеҙеп ултырғанда, теге ҡатындың әсәһе менән атаһы килеп инделәр. Ауыл кешеһе тураһын яра:
– Был ниндәй бала, кем балаһын имеҙеп ултыраһың, етмәһә шундай таҙа ир бала, иреңдән рөхсәт һораныңмы? – тип, әсәһе әрләй башланы. Ире: «Имеҙһен, барыбер түгә бит", тип ҡараһа ла, өлкән апай ҡоро торҙо:
– Түкһә – түкһен, имеҙмәһен. Үҙен киптереп бөтөрә бит, әйтәм ябығып киткәнһең, ир бала күп ашай шул.
Асияға шундай уңайһыҙ булды, ер тишеге булһа төшөп китер ине. Тиҙ генә балаһын алды ла сығып һыҙҙы. Шул көндән башлап, улы уны ла күршене лә иммәне. Икәү нисек кенә имеҙергә тырышмаһындар, бала ҡайырылып баҡырҙы, имсәкте ҡапманы. Күршеһе менән икәү ултырып иланылар. Күрәһең, бала ла аңлай... «Шешәгә» күстеләр.
Яҙын һалҡын тейҙереп сирләй башланылар, ике ай дауаханала яттылар. Балала коклюш, атаһын тикшерергә кәрәк, саҡыртығыҙ, тип ҡарағандар ине, юҡ, саҡырманы. «Юҡ беҙҙең атайыбыҙ",– тине йән асыуы менән.
Асия көн-төн Рифатына көндәлек тормошон "һөйләне", бигерәк тә балаһының көндәлек үҙгәрешен. Сирләргә лә ҡарамаҫтан, тулы шалҡан кеүек түңәрәк ине бала, әсәһенең хәлен аңлағандай, бик илаҡ булманы. Таҙа, һөйкөмлө, сабыр баланы табиптар ҙа бик яраталар ине. Терелеп сыҡҡадан һуң баланы ауылға алып ҡайтып, яңы һауған һөт эсерергә, саф һауала күберәк йөрөтөргә, тип кәңәш иттеләр.
Тик уға ҡайтырға юлдар ябыҡ ине шул, унан кире эшенә лә сығырға кәрәк. Яҙ көнө Наилә менән Наташа тыуған яҡтарына бөтөнләйгә ҡайтып киттеләр. Шыр яланғас бүлмәлә яңғыҙы ултырып ҡалды. Оҙаҡ тормай улар урынына башҡалар күсте, тик уларҙың да балалы бүлмәлә оҙаҡ йәшәгеләре килмәне. Тағын яңылары килде. Яҙмыш ниндәй генә кешеләр менән осраштырмый.
Август айында ҡыҙҙарның береһенең тыуған көнө етте. Асия менән йәштәштәр ине ул ҡыҙҙар, тик улар иреклеләр шул – «пятачок»та танышып ҡайтҡан егеттәрен тыуған көнгә саҡырғандар.
Кисә алдынан Асия күрше бүлмәгә сығып китте, балаһы йоҡлағас, ул да табынға сығып ултырҙы. Ҡаршыһында ултырған бер егет уға ҡарап-ҡарап алды, Асия оҙаҡ ултырмай тағын балаһы янына сығып китте. Шул төндә телеграмма килеп төштө: «Ҡайт, әсәйең ауыр хәлдә". Асия ни эшләргә лә белмәй өҙгөләнә башланы: нисек ҡайтырға, баланы кемгә ҡалдырырға? Бала менән дә ҡайта алмай: йәш бала күтәреп ҡайтып инһә – кеше күҙенә нисек ҡарар, туғандар ҙа белмәй. Ҡайтырлык та аҡса юҡ ҡулда, тип илауҙан ары китә алманы, илап шешенеп бөттө. Самолетҡа өс сәғәт ваҡыт ҡалды, ә ул бер нимә ҡыла алмай.
Ишек шаҡығанға һиҫкәнеп китте, асһа – ишек артында кисәге егет баҫып тора.
Асия аптырап китте:
– Ҡыҙҙар өйҙә юҡ, – тине ҡоро ғына.
– Мин һеҙҙең янға, – тине егет.
Асия аптырап ҡарап торҙо ла балаһын ҡулына алды.
– Мин нишләп кәрәк һеҙгә?
– Был кем балаһы?
– Минеке.
Егет бер аҙ ҡарап торҙо ла ғәжәпләнгәндәй һорап ҡуйҙы:
– Ысынмы?
– Ысын. Был – минең улым.
– Ә нишләп илайһың, кем рәнйетте?
– Юҡ, рәнйетмәне, телеграмма килде, әсәйем ауыр хәлдә, ә мин ҡайта алмайым, – тине лә тағын илап ебәрҙе.
– Ә нишләп ҡайта алмайһың?
– Минең киткәнемә бер йыл, балаға инде һигеҙ ай, Нисек итеп ҡайтыйым...
– Ә һиңә нисек, ҡайҙа ҡайтырға һуң?
– Самолет менән, тик минең барыбер аҡсам юҡ, – тине лә тағын һығылып төштө.
Асия, бер аҙ тыныслангас, был таныш булмаған кеше алдында нишләп илап ултырам һуң тип, үз-үҙенә аптырап, тағын уға күтәрелеп ҡараны. Егет кеше шул тиклем текәлеп, етди итеп уға ҡарап ултыра, әйтерһең улар икеһе бер проблема сисәләр.
– Самолет ҡасан?
– Өс сәғәттән.
– Ярай, ултырып тор, – тине лә егет, нисек көтмәгәндә килеп инһә, шулай бик етеҙ сығып та китте. Асия, был ни булды һуң инде тип, аптырап ҡалды. Сәғәт ярым ваҡыт үткәндер, ул тағын осоп тигәндәй килеп инде лә ашыҡтыра уҡ башланы:
– Әйҙә, йыйын, тиҙ бул! Ҡайҙа баланың әйберҙәре, нимә кейҙерәйем? – Асия осоп йыйынганын һиҙмәй ҙә ҡалды, әллә ни алыр әйбере лә юҡ ине инде. Аэропортка килеп етеп улар автобустан сыҡҡанда бер ҡыҙ:
– Алмас, һин ҡайҙа китәһең, мин һиңә килә ятам, – тип ҡысҡырҙы.
Асия ҡаушап ҡалды.
– Мин апайымды оҙатам, киләһе ялда осрашырбыҙ, – тине лә егет, кассаға йүгерҙе, Асия уның артынан тороп сапты. Кассаға яҡын килерлек түгел – халык, талаш, ҡырыш...
Алмас ҡайҙалыр инеп китте, осорға ун минут ҡала билеттар алып та сыҡты. Самолетка инеп ултырғас, баланы уның ҡулынан алды:
– Арығанһыңдыр, бир мин тотыйм, – тине. Бала йоҡлай ине. Асия уңайһыҙланып ҡына һорап ҡуйҙы:
– Исемең нисек? – Уны бер ҡасан, бер кем былай ҡайғыртҡаны ла, ярҙамлашҡаны ла юҡ бит, ә ул уның исемен дә белмәй.
– Алмас булам, ә һин – Асия. Мин кисә үк һорап белдем, – тип йылмайҙы, үҙенең күҙҙәре шаян да, тағын әллә нисек итеп ҡарайҙар ине.
– Рәхмәт, минең хәлемә ингәнең өсөн.
– Һе, ҡыҙык та инде был тормош, мин бит һинең менән кисә танышып та өлгермәнем, сығып юғалдың. Бына бөгөн эштәлер инде, шулай ҙа барып урайым әле, мин әйтәм, танышайым әле. Минең брат та бар, беҙ – игеҙәктәр, тик беҙ бер ҙә оҡшамағанбыҙ. Күҙ алдыма килтерәм: бер сәғәт эсендә танышып, өйләнеп, балалы ла булғанды ишетһә...Минең бында киткәнде лә белмәй ҡалды Ул да һиңә күҙ һалған ине бит... – Улар бер-береһенә ҡарап елмаешып ҡуйҙылар.
Асия хәҙер ҡайтып әсәһенә ни тиер ҙә, туғандарына нисек аңлатыр һуң? Алмас бик ҡыйыу егет, яҡлар, тип уйлаһа ла, барыбер ҡурҡыта ине шул.
– Ҡара әле, Асия, мин оҙаҡ була алмайым, киҫәтеп ҡуям: мин «вызов» көтәм уҡырға китергә, Саратовҡа, милиция мәктәбенә.
– Ярай, тик, туғандар алдында һине минең ирем тиһәм яраймы? Һин күрен генә, унан китерһең.– Ул үтенеп егеттең күҙенә ҡараны, еңел түгел ине уға быны әйтүе. Улар бер-береһенә ҡарашып торҙолар һәм күҙ менән дә аңлаштылар.
Ауылға төндә генә ҡайтып инделәр. «Ауыр хәлдәге» әсәһенең йортта йүгереп нимәлер эшләп йөрөгәнен күргәс, Асия ғәжәпкә ҡалды, бер – әсәһенә, бер – Алмасҡа ҡараны.
– Әсәй, ни булды, нишләп саҡырттың? – тине тотлоға яҙып. Әсәһе лә аптырап ҡалған ине, бер – Асияға, бер – бала күтәреп баҫып торған егеткә ҡараны.
– И-и-и, балам, ҡайттыңмы? Был егет кем?
– Әсәй, тейем, нишләп саҡырттың, ни булды? – ҡабаттан һораны Асия, инде илай яҙып.
– И-и-и, балам, ас ятмаһындар интегеп тип саҡырттым шул, – тиергә мәҗбүр булды әсә, үҙе лә бер нимә аңламаған килеш.
– Әсәй, үлтерҙең, хәҙер нишләйбеҙ? – бына-бына илап ебәрер төҫлө ине Асия.
Артта бер һүҙһеҙ баҫып торған Алмас телгә килде:
– Нишләйбеҙ, нишләйбеҙ...Кейәү менән ҡыҙ ҡайтҡан, бына ейән алып ҡайтҡандар. Иҫәнме, ҡәйнәм, мин Алмас кейәүең булам, – тине, әйтерһең ер ярылды. – Ҡайҙа, ҡәйнәм, өйеңә саҡыр.
– Ә-ә, эйе шул, – тип ҡабалана башланы әсәһе, нимәгә тотынырға белмәйсә. Асия тағын бер ҡат аптырап егеткә ҡараны. Төн тип торманылар, ҡайҙандыр ике туған апайҙары ла йыйылып бөттөләр. Йүгереп инделәр ҙә бер – балаға, бер – егеткә ҡаранылар. Егет үҙен ҡыйыу тотто, әйтерһең ғүмер буйы бергә йәшәйҙәр. Юғиһә, танышҡандарына бер тәүлек тә юҡ бит. Асия өҫтәл артында ултырғанда уның ҡулдарының еңелсә генә ҡалтырағанын һиҙеп алды. Уға ла еңел түгел ине. «Меҫкен, үҙен ҡапҡанға эләктем тип уйлай ахырыһы. Ҡыҙык та, ҡыҙғаныс та, аңлап бөтөрөрлөк түгел был тормошто. Бер – ҡорабыҙ, бер – емерәбеҙ".
– Әйҙә сығып керәйек әле, – тине Алмас, туғандар таралышып бөткәс. – Атайың ҡайҙа? Бында йыйын ҡатын-ҡыҙ, бер ир-ат та юҡмы ни һуң был өйҙә?
– Атай юҡ, күптән башҡа ғаилә менән йәшәй, ир-аттар, ағайҙар тейеүем, иртәгә килерҙәр, аптырама.
– Вәт, дуҫ, бер көнгә күпме ваҡиға! Баш әйләнә хатта, ярар, иртәгә тағын күҙ күрер, тағын берәр мөгөҙ килеп сыҡмаһа.
Туғандарҙан туғандарға йөрөп өс көн ҡунаҡ булдылар ҙа кире киттеләр.
Дауамы бар.
Зифа Ҡадирова.