"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер

***

Ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер
Ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер

Талғын ғына ябалаҡлап яуған ҡарҙар ниндәйҙер төптә йәшенеп ятҡан нескә куңел ҡылдарын тирбәтте, көтөлмәгән күҙ йәштәре аша томанланып күренә башланы. Әсе күҙ йәштәре бер-бер артлы тышҡа атылып сыҡты, һәм ярһыу ҡатыш алма биттәренән ағыла бирҙе. Ағастарҙағы ап-аҡ бәҫ, яңы ғына йәш килен арҡаһына ябылған, бейемдәрҙең бүләген - аҡ шәлде, хәтерләтте. Урмандағы тынлыҡ, аяҡ аҫтындағы шығырлап ятҡан тәүге ҡар, инде ризаһыҙ аҡҡан күҙ йәштәрен тағы ла көсәйтте, бөтөнләй хис-тойғоларға биреп, оноторға тырышҡан хәтирәләргә ҡайтарып, илатты ла илатты.

Бына Сәлимә балалар баҡсаһынан, төшкө йоҡо ваҡытында, ҡасырға йөрөй. Әсәһе эшләгән мәктәп урам аша ғына. Нисек йоҡлап бында түҙеп ятмаҡ кәрәк инде?! Эх, күңелле лә эштә: әсә кеше балалар уҡыта, Мәрйәм апай Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” дәресен үткәрә, балаларға төрлө түңәрәктәр алып бара. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – хәтәр шәп һәм бик ҡыҙыҡлы итеп дәрестәрен, түңәрәктәрен алып барған уҡытыусы кеше ул - Сәлимәнең әсәһе! Әсәһенең көнө буйы мәктәптә, үҙенең балалар баҡсаһында булыуы бәләкәй ҡыҙсыҡҡа тынғылыҡ бирмәй. Ул тик әсә һөйөүен, наҙын күберәк тойғоһо килгән бигерәк иркә генә төпсөк бала. Әсәһенең эштән һуң арып, һөйләшергә лә хәле булмай, юл ыңғайы торған кибеткәнән, бурысҡа яҙҙырылып алынған, ашамлыҡтар менән тулы пакеттарын иҙәнгә ултыртып, ишек төбөндәге ултырған ултырғысҡа ауып, өҫтөн дә сисмәй йоҡлап киткән саҡтары йыш ҡабатлана. Шуға ҡыҙының балалар баҡсаһынан ҡасып, эшкә килеп маҙаһыҙап йөрөүен хупламаясаҡ. Булһа ней?! Ҡойроҡ булып көнө буйы йөрөүе, аҙаҡ йонсоп һәм мыжып әрләнеүе үҙе бер сәйәхәт! Барыбер, мәктәп дәрестәре бөтөүе менән, өлкән класс уҡыусыһы булған ағаһына етәкләтеп ҡайтара әсәһе. Ҡайтарыр алдынан “Иии, бәләкәсемде! Оло яраҙамсым бит ул!” тип арҡаһынан да төпөлдәтеп, әрләнгәнгә үсеккән ҡыҙын ыңғай һыпырып, оҙатып ҡала ул. Ә өйҙә иркенлек! Ух! Теләнең ашап алдың, теләнең ҡурсаҡтарыңды теҙеп ҡуйып уйнаның, теләнең ултырғыстар һәм бар булған түшәк – юрғандарҙн батшабикәләр һарайы төҙөнөң! Шәп бит?! Әлбиттә рәхәт! Дәрестәрен йәһәт кенә эшләп, өй эштәре менән булышҡан Фәнзил ағаһына ҡамасауламаһа булған. Ул әсәй түгел, бер-ике шапалағын йәһәт кенә алыуың бар, һәм бәлшәйеп төшкән ирендәр менән тып-тып тамған күҙ йәштәре, оҙаҡ йылдар яңғыҙы ата-әсә һөйөүендә күмелеп үҫкән әҙмәүерҙәй ағаһын иретмәй ҙә йәлләтмәй. Сәлимә быны яҡшы аңлай һәм өйгә ҡайтыуы менән үҙ- үҙен йыуатып, үҙ алдына иркенләп, рәхәтләнеп уйнай бирә. Бер ҡасанда ошаҡлашманы ла ул, сөнки иртәгә аласаҡ шапалағын күҙалланы. Шулай көндәр айҙар менән, көҙ ҡыш менән алмашынды.

Балалар баҡсаһына йөрөргә, тәрбиәсе апайҙарҙы тыңларға, оҡшамаған көндөҙгө йоҡоға күнергә, төшкө йоҡоно хата йоҡларға тура килде. Сәлимәнең яңы йыл байрамына бағышлынған Шыршы кисәһендә ҡар бөртөгө булып талғын ғына бейегеһе, башҡа балалар менән түңәрәктә полька бейеүен башҡарғыһы, яңы йыл йырҙарын, шыршы уратып, йырлағыһы килде. Ә унда тик тәртипле, әҙәпле һәм тыңлаулы балаларҙы ғына алалар. Шулай Сәлимә хәҙер ҡасмай, теге рәшәткәләр ҡатылған һайғауҙарҙы аҡтармай, бағаналарҙа күлдәгенең итәктәре менән эләгеп, тәрбиәсенең ысҡындырып алғанын көтөп, турһайып, тыпырсынып эленеп тормай. Уның тыңлаусан, тәртипле булыуына барыһы ла ҡыуана. Яңы йыл байрамынан һуң китә Атайҙар, анан әсәйҙәр, Космонавтар, май, Еңеү байрамдары. Яңынан-яңы бейеүҙәр, йырҙар өйрәнеп өлгөр генә. Ҡасыу тураһында уйларға ваҡыт та, форсат та, хатта дәрт тә юҡ!

Ниһайәт, яңы йыл байрамы килеп тә китте. Бөгөн оло ағаһы ҡырҙан ҡайтып, Сәлимәне ҡарарға килгән. Эштән бушамаған әсәһен көтмәһә лә көттө, һуңғы өмөт сатҡылары, Рәмзил ағаһының ҡыуаныслы йөҙөн, ишек асылыу менән, күргәс, һүнде. Шулай ҙа ағаһының был юлы оҙаҡлап ҡырҙа йөрөп, һағындырып ҡайтыуы, бар булған эске бушлыҡты ялмап алды. Бик матур үтте байрам! Бөгөнгөләй талғын ғына ябалаҡлап яуған ап-аҡ ҡарҙар, Сәлимә санала ултыра, Рәмзил ағаһы һөйрәй, ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарын һөйләй. Сәлимә рхәтләне көлөп, санан төшөп ҡалғанын һиҙмәйҙә ҡалды. Шым ғына ята бирә... Ағаһы ҡасанда булһа әйләнеп, төшөп ҡалған һылыуын килеп алыр әле.

Саф ҡышҡы һауа битте семетеп ала. Бейек ағастар ап-аҡ толоптарын кейеп, бейектә, күккә етерҙәй булып, маһайып торалар. Бар тирә-яҡты ниндәйҙер шомло тынлыҡ баҫҡан. Ағаһының көлә-көлә, Сәлимәне күтәреп кире санаһына ултыртыуы, ошо тынлыҡта кескәй ҡыҙ йөрәгендә урынлашҡан шомдо ниңәлер баҫалманы. Өйгә инеп, бар ғаиләһенең өҫтәл артында теүәл ултырғандарын күргәс кенә бер аҙ тыныслана төштө, хатта күңелләнеп китте. Йышыраҡ әсәһенә һырылды, баяғы ҡар өҫтөндә ятҡандағы ҡунған шомлоғо тәрәнәйә барҙы. Ҡапыл ғына “Әсәй, һинең хәлең нисек? Арыныңмы?” тип һорағанын һиҙмәйҙә ҡалды. Өҫтәл артында ултырғандар шып-шым булдылар. Әсәһенең яһалма йылмайыу аша “барыһы ла яҡшы, балам”тейеп тынысландырыуы күңел шомон арттырҙы. Йоҡлар алдынан әсәһенең эш буйынса Мәскәүгә иртән иртүк барасағын әйттеләр. Сәлимә әсәһенең бармауын илап-ялбарып һораны. Йыш ҡына эш тип йөрөгән әсәһен ул ғүмерҙә лә былай ярһып оҙатҡаны булманы. Ошо һуңғы оҙатыуы булғанын һиҙемләүе булғандыр инде...

Көндәр айҙар менән, айҙар йылдар менән алмашынды. Әсәләренең баҡый донъяға күсеүе өс балаһының да тормошона юғалтыуҙан тыш яҙмыштарын борғосланы. Аталары икенсе ғаилә лә күптән йәшәүен әйтеп, балаларҙы ташлап сығып китте. Өлкән ағаһына тиҙерәк өйләнә һалып, һылыуын ҡурсымға алып, оло тормош башларға, шыйғалаҡ ҡустыһына ла терәк булып, атайҙарса уны тәрбиәләргә тура килде. Сәлимә төндәрен йом-йомшаҡ яҫтығын ҡосаҡлап, шым ғына сеңләп алһа ла бирешмәне.

Бөгөн ул гел яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән алдынғы студент. Ә өйҙә егәрле, уңған, бар йомош менән эште еренә еткереп башҡарған үҫмер ҡыҙ.

-Ха-ха-ха, Сәлимә, бөгөнгө томанлы иртәне томанлап, болотло көндө тағы ла болотлаусы һин! Ана, ҡарале, ятаҡ ишеген һағалап, һине дүрт күҙ менән көтөүсе Ғәли тағы һаҡта тора. Ҡара! Уф, Аллам! Шул тиклем дә тоғро Һарығолаҡ барҙа, нисек иртәнән алып күңелһеҙ йөрөмәк кәрәк, ә?

Розалияның кеткелдәп көлөүенәнме, әллә йән атып торған Ғәлиҙең өҙгөләнеп көтөп тороуынанмы, әллә “Һарығолаҡ” ҡушаматынанмы Сәлимә лә ихласлап көлә башланы.

- Сәлимә, Розалия, ней, сәләм! Хәлең нисек, Сәлимәкәй? Ней, әйҙә парк ҡыҙҙырып йөрөп киләйек, Сәлимә? Ә?

- Тәк, Сәлимә әхирәт йүгер, мин сират буйынса төшкө тамаҡ әҙерләгәнсе йөрөп кил! Бар-бар, сумкаңды бир, керетеп ҡуям.

Әхирәте Сәлимәнең «ай-вай»ына ҡарамай өгөтләп, төрткөсләп, 180 градусҡа бороп, Ғәли менән етәкләштереп тигәндәй, ебәрҙе. Болотло көн аяҙлана төштө.

- Һин шундай матур Сәлимә! Мин һине шул тиклем яратам! Аллаһ бирһә, уҡып бөткәс тә уҡ өйләнешербеҙ, йәме?

- Әстәғәфирулла, шул тиклем алға күҙалламай торайыҡсы, Ғәли! Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа бит!

(дауамы була.)

Гүзәл Һатыбалдина.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: