Бөтә яңылыҡтар

Ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер

Аҙағы.

Ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер
Ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер

БАШЫ ОШОНДА

Бер аҙ бер-береһенә ҡарап торғандан һуң, Сәлимәнең күҙ йәштәре, нәфрәт уттары менән бергә, тышҡа сәсрәп ағылды. Ул тиҙ генә боролоп, кейемдәрен йыйып, ишектәрҙе шартлатып ябып сығып китте. Аш-һыу бүлмәһенең тәҙрә төбөнә терәлеп, Ғәли тамаҡ төбөн ҡырып, ғәрлегенә түҙә алмай, әле генә селпәрәмә килгән тормошона ышанғыһы килмәй, оҙаҡ ҡына торҙо. Бер аҙ үҙен ҡулға алып, кейенеп, артабан нимә эшләргә белмәй, ятағына юлланды. Был ваҡытта Сәлимә йүгереп атлап, үҙ ятағына килеп тә еткән ине. Ябалаҡлап яуған ҡарҙар, күҙ йәштәре менән ҡатыш иреп, биттәренән тамды ла тамды.
Көндәр-төндәр менән алмашынды. Ҡыҙыулыҡ һәм ғорурлыҡ менән Сәлимә Сибай ҡалаһының педагогия институтына, Ғәли Мәскәүҙәге нефтселәр институтына күсеп, шунда яңы тормошто, бер-береһен оноторға тырышып, баштарын уҡыуға тығып, ҡыйын булһа ла йәшәргә тырыштылар. Уҡып бөтөп, ҡулдарына икеһе лә ҡыҙыл дипломдарын алып, эшкә төшөр алдынан ауылдарына ҡайтып килергә булдылар. Ике йыл буйы бер күрешмәй, Ғәли ата-әсәләренә, Сәлимә ағаһы менән еңгәһенә күренмәй, һағындырып ҡына ҡайттылар. «Күрше хаҡы-тәңре хаҡы» тип, ғүмер буйы бергә йәшәгән ике күрше әхирәт, балалары ҡайтҡас, шулар арҡаһында, бер-береһенә керә лә, хәл-әхүәлдәрен дә һораша алмай, икенсе кис үткәреүҙәрен ауыр кисерҙеләр. Бөгөн Ғәлиҙең әсәһе - Бибисара апай, нимә булһа ла булыр тигәндәй ҡулын һелтәп, күршеләре яғына табан атланы. Тап ошо ваҡытта әүкәйен һағынып, бикәсе Сәлимә менән Ғәли араһында ниндәй генә ҡара бесәй йүгереп үткәнен белгәндә, шул бесәйҙе үҙ ҡулдары менән быуып үлтерерҙәй булған, Мәрйәм апайыбыҙ ҙа күршеһе яғына ыңғайланы. Ике әхирәт бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килеп баҫтылар.
- Сәләм, әүкәйем! Әйҙә һыу буйына төшәйек, балалар күреп ҡалмаһын.
- Сәләм, әхирәткәйем! Әйҙә! Балаларҙы кире ҡауыштырыу планын ҡорайыҡ!
Һыу буйында ҡаҙ көттөләрме, әллә ҡаҙҙары уларҙы көттөләрме, әммә ике әхирәттеңдә уңышлы планы булдырылды, тормошҡа ашырыла ла башланы.
- Ярҙам! Ярҙам итегеҙ!!!Сәлимәәәә! – тип ҡысҡырҙы Сәлимәнең еңгәһе.
- Ғәлиии, тейем, Ғәлиии!!!- тип оран һалды Ғәлиҙең әсәһе.
Ҡамыр баҫып торған Сәлимә лә, утын ярып торған Ғәли ҙә, Йыһандағы ракета тиҙлегендәй осоп, килеп еттеләр. Йөрәгенә тотонған Мәрйәм апайыбыҙ (Сәлимәнең еңгәһе ), лыс һыу булған өҫкө кейемдәре менән ергә ултырып, ухылдай башланы, ә Бибисара апай түкмәй-сәсмәй һөйләргә тотондо:
-Сәлимә! Ғәли! Мәрйәм менән ҡаҙҙарҙы алып ҡайтайыҡ тип ҡыуа башланыҡ. Шунан Мәрйәм яңлыш төшөп китте, яр буйы күреп тораһығыҙ, ана батҡаҡ. Мин уны сығарам тип, үҙем бына баттым. Мәрйәмдең берҙән-бер алтын балдығы ошо ҡойола бармағынан төшөп батты. Сәлимә, хәҙер былайҙа ҡыҙғансыҡ ағайың белеп ҡалһа, әгәр тапмаһаҡ, уй...., еңгәңдең йәнен аласаҡ! Беҙҙең балдаҡ эҙләп хәл ҡалманы! Ярҙам итегеҙ!
Сәлимә менән Ғәли аяҡ кейемдәрен генә һалып, бәләкәй йылғаның яр буйындағы батҡағына төшөп, эҙләргә тотондолар. Ҡаҙҙарҙың күмәкләп ҡаңҡылдауымы, ата ҡаҙҙарҙың ыҫылдауымы, алтын балдаҡты табып алыуға йәштәрҙең өмөттәрен өҙөп, ныҡ ҡына ҡамасауланы. Сәлимә менән Ғәлиҙең бер-береһенә ҡарамаҫ өсөн баштарын, хас өйрәктәр кеүек, аҫҡа эйеп, эҙләнеп, мәж килеп бысраҡта болғанғандарын ҡарап ултырған Мәрйәм еңгәй менән Бибисара апайға бик күңелле булып китте. Хатта үтә ҡыҙыҡ була башланы! Инде нисәнсе мәртәбә бер арттары, бер ян-яҡтары менән төкәшеп бөткән Сәлимә менән Ғәлиҙең бысраҡ сәселгән йөҙҙәренә ҡарап кеткелдәй башлаған Бибисара апайҙы тыйып алырлыҡ түгел. Мәрйәм еңгәй ҙә, Бибисара әхирәтенә ҡарап, ауыҙын яңылыш ҡына йырып йылмайған ыңғайы үҙен һатты ла ҡуйҙы. Сөнки Сәлимә еңгәһенең алдағы ике ҙур тешенә кейҙереп ҡуйған алтын балдағын күреп ҡалды. Ғәлиҙә киске ҡояш нурҙарында ялтлаған Мәрйәм апай ауыҙындағы балдаҡты шәйләне. Егет аптырап һораулы ҡарашын Сәлимәгә төбәне. Ҡыҙҙың бысранып бөткән йөҙөнә, ҡап-ҡара күлдәгенә ҡарап, йылмайып, бер ус бысраҡты алып сәпегәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Ах, һин шулаймы әле! – тип Сәлимә лә яуабын көттөрмәне.
Тас-тос килгән йәштәрҙең шарҡылдашып көлөшөүе, көнө буйы ҡаңғылдашып арыған ҡаҙ тауыштарын тулайым ҡапланы. Донъя ике йыл тынлыҡтан һуң яңынан йәмләнеп, тормош арбаһы шығырҙап булһа ла алға киткәндәй булды. Балаларҙы кире дуҫлаштырып ҡауыштырған ике хәйләкәр әхирәт ҡаҙҙарын ҡыуа-ҡыуа, ҡыуана-ҡыуана ҡайтып киттеләр.
Ошо минутта Сәлимә менән Ғәли, Рәми Ғариповтың «Һандуғас» шиғырындағы кәмәлә ултырған, ике ғашиҡты хәтерләтә. Тик улар кәмәлә түгел, ә батҡаҡтан йыуынып, йылға уртаһында көлөшә-көлөшә торалар. Шул саҡ Ғәли Сәлимәне ҡапыл ҡосаҡлап алды, шиғыр юлдарында кеүек “егет ҡыҙҙы суп та суп үпкән була”, ҡыҙ иһә егетте эткән булып, шиғырҙағы кеүек “тағы ла күҙ йомоп көткән була“.
- Сәлимә, берҙән-берем! Яратҡаным! Мин ошо ике йыл буйы һине үлеп һағындым! Мин башҡа ҡыҙҙар янына барыу түгел, ҡарайҙа алманым.
- Ғәлииии, аҡыллым! Баһадирым, уңғаным минең! Мин дә һинән башҡаны яныма килтермәнем, хатта башҡаны күҙ алдыма ла килтерә алманым! Розалия менән Мараттың туйында осрашырбыҙ тип өмөтләнгән инем, ә һин бүләк ебәреп кенә ҡотланың.
- Аппағым минең! Мин унда тағы теге һинең әхирәтең- Әлиәңде осратып, ул мине эҙәрлекләр, аптыратып бөтөр тип, унан бигерәге һин икенсе егет менән килерһең тип ҡурҡттым.
- Әйткәндәй, Әлиә бит сит илгә сығып киткән. Розалия туйҙан һуң һөйләне. Беҙ һинең менән Ғәли, беләһеңме кемдәр?
- Кемдәр?
- Ике туңбаш! Ике тиҫкәре тутыйғоштар! Ваҡытында бер-беребеҙҙе ғәфү итә алмаған, ике йылды юғалтҡан, үҙ юлынан китеп аҙашҡан, Саҡ менән Суҡ! Үәт кемдәр! Теге ябалаҡлап яуған ҡарлы көн беҙҙең ғүмерҙәрҙе үкенескә әйләндерә яҙҙы бит, Ғәли!
- Сәлимәм, беҙ бит һынманыҡ, ныҡ булдыҡ! Еңгәңә рәхмәт хаҡынан берәй алтын балдаҡ алып бирмәй булмаҫ! Ә беҙ хәҙер тормош тәжрибәһен тупланыҡ, хистәребеҙҙең ысын икәненә инандыҡ! Аллаһ бирһә, киләсәктә беҙ иң бәхетле, мөхәббәтле пар булып йәшәйәсаҡбыҙ!
Мунсанан һуң күрешергә тип һөйләшеп, бер-береһенең ҡулдарынан саҡ ысҡындырып, ҡайтыштылар йәштәр.
Киске аш әҙерләп, түҙемһеҙләнеп көтөп торған әсәһенең меңдә бер һорауына яуап бирергә Ғәли әҙерләнеп килеп ултырҙы.
- Атаһы, ҡарале, әллә иртәгә Сәлимәне һоратабыҙмы?
Урмандан ҡайтып, бер аҙ тын алып, гәзит уҡып ултырған Ишмырҙа ағай, гәзитен ситкә һалып, бер улына, бер ҡатынына ҡарап:
- Шунан әрләшһәләр тағы ике йыл ҡайтмай, шуларҙы яраштырам тип Мәрйәм инде балдағын йотоп, эспиктакль ҡуйырғамы тағы? Һин, ҡатын, мине аптыратма. Беҙҙең улыбыҙ йәшендә беҙҙең өлкән ҡыҙыбыҙ тыуған ине инде. Ә һине кәләш итеп алғанда мин бер кемдән дә һораманым, еҙнәм менән һөйләштем дә урлап алып ҡайтып ултырттым! Үәт, исмаһам, мин! Кәләш алғыһы килә икән, тотһон да алып ҡайтһын, мөмкин аҙыраҡ Сәлимәнең ҡотон алып, тоҡ кейҙереп, урлаған булып, күрше ауылға алып ҡайтҡан кеүек, атта аҙыраҡ сабып барып, беҙгә алып килергә. Үәт, исмаһам эспиктакль! Түгел инде балдаҡ ҡабып, бысранып, ярҙа ултырыу...тьфү...
- Һин, Ишмырҙа, алйот тиһәм - икмәк ашайһың! Сәлимәнең йөрәге ярылып ҡуйһа, ахмаҡ! Иртән иртүк димсе Зөбәйҙә инәйҙе ебәрәм. Йола буйынса, матурлап үҙебеҙсә, кешесә атҡарабыҙ, Аллаһ бирһә. Урлау – ул ата-әсәләре риза булмаған саҡта ғына шәп намә. Бында бит ут күршеләрбеҙ! Туғандарыбыҙҙан да яҡыныраҡ кешеләр!
Димселәү, һоратыу, никах уҡытыу, килен менән кейәү сәйҙәре – барыһы ла башҡорт йолалары буйынса еренә еткереп атҡарылды. Туйҙы ике күрше араһында таҡталарҙан оҙон өҫтәлдәр, һикәлтәләр эшләп, түбәне таҡталар менән ябыптырып, бар ауылды саҡырып, гөрләтеп үткәрҙеләр.
Туйлағансы йәй үтте, Сәлимә менән Ғәли Мәскәүгә килеп, эшкә урынлашып, бергә йәшәй башлағансы көҙ үтеп, ҡыш етте. Бына Ғәли Сәлимәне эшенән ҡаршы алды. Улар етәкләшеп, яйлап ҡына өйҙәренә, һәр аҙымдарын кинәнеп атлап, ҡайтып киләләр. Талғын ғына ябалаҡлап яуған ҡарҙар ниндәйҙер мөғжизәле әкиәтте хәтерләтә, ә был ике ғашиҡ- төп геройҙар, үҙ яҙмыштырына хәҙер үҙҙәре генә хужа. Сәлимә менән Ғәлиҙең ябалаҡлап яуған ҡарлы ғүмер әкиәте көндән-көн яңы тормош ваҡиғалары менән туласағы көн кеүек асыҡ. Артабанғы ғүмерҙәре уларҙыҡы ғына булып дауам ителәсәк...
Гүзәл Һатыбалдина.  

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: