Башы: https://ejansura.ru/news/ataisal/2024-10-29/ba-ar-ar-a-bar-a-3988428
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
1
Сираттағы уҡыу йылын Ирәндек күрше ауылда башлап ебәрҙе. Үҙҙәрендә унынсы-ун беренсе кластарҙы бөтөрҙөләр, һылтауын да таптылар: уҡыусылар етмәй. Етә ине, күптәр, беренсе сиратта уҡытыусылар үҙҙәре, балаларын Өфөләге һәм башҡа ҡалаларҙағы гимназияларға урынлаштырҙы. Йәнәһе, ғәзиздәренең киләсәген ҡайғырталар, һөҙөмтәлә, үҙҙәре эшһеҙ йөрөй. Ҡыҫҡартыуға эләккән уҡытыусылар ризаһыҙлыҡ белдергәс, ҡайһы берҙәренә күрше ауылдағы һәм район үҙәгендәге мәктәптәрҙән эш тә тәҡдим иткәйнеләр. Береһенең дә донъяларын ҡалдырып, көн дә йөрөгөһө килмәне. Әсе теллеләр, ике балаға – бер уҡытыусы, тип көлдө. Көлөрһөң дә, эш урынын һаҡлап ҡалыу өсөн улар район юлын аҙ тапаманы, булғанын да, булмағанын да ҡушып, бер-береһен ғәйбәткә батырҙылар, үсләшеүгә ҡәҙәр барып еттеләр. Район мәғариф бүлеге вәкиле мәктәптең ишегенә арҡыры таҡта ҡаҡмағандарына һөйөнөргә ҡушты. Ҡайһы бер ауылдарҙа башланғыс мәктәп тә юҡ икән, балаларҙы автобус менән йөрөтәләр, ти.
Әсәһе, әллә һин дә гимназияға бараһыңмы, тип ҡарағайны ла, Ирәндек теше-тырнағы менән ҡаршы төштө: «Үҙеңә генә донъя көтөү ауыр булыр». Кәтибә апай ныҡышманы, улының иркенә ҡуйҙы.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡала гимназияларында шарттар бөтөнләй башҡа. Дәрестәрҙән тыш, йәнең теләгән түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә мөмкин. Спектаклдәр, концерттар... Ирәндектең фекеренсә, урамда тырай тибеп йөрөмәһәң, күңел һалып уҡыһаң, ауылда ла төплө белем алып була. Үҙҙәренең мәктәбен тамамлаусыларҙан юғары белемгә эйә булыусылар ҙа юҡ түгел. Былтыр ойошторолған «һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайтыусылар араһында табиптар, лётчиктар, хатта ғилми-тикшеренеү институты директоры ла бар ине. Новосибирскиҙа төпләнгән, тинеләр. Күҙлекле, сал сәсле бабайҙы фән докторы, профессор тип таныштырҙылар. Уларҙың береһе лә әллә ҡайҙағы гимназияла уҡымаған, ауылдағы мәктәпкә йөрөгән. Шулай икән, барыһы ла үҙеңдән тора, тырышып уҡырға ғына кәрәк.
Йәшәүҙәре интернатта. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан йыйылған балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Йәкшәмбе көн төштән һуң килеп ала, шәмбе көн дәрестәр бөткәс, ҡайтарып ҡуя. Әсәһе тыйыуға ҡарамаҫтан, Ирәндектең ҡырҡ ата балаһы араһында йоҡлағыһы килмәне, көн дә ҡайтып йөрөнө.
– Әсәйеңдән айырылһаң, кендегең ҡанаймы әллә? – тип көлдө Кәтибә апай улынан.
– Һиңә эш күп төшә, – тип аҡланды Ирәндек.
Уныһы ла хаҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ләкин әсәһе белем алыуҙы алғы планға ҡуйҙы:
– Белемле үлмәҫ, белемһеҙ көн күрмәҫ, тигәндәр.
– Беләм, әсәй.
Баҙарҙан килгән аҡсаға ер еләге һатҡанын да ҡушып иҫәпләгәндә, ҡулға ингән бол компьютер алырға етерлек ине. Әммә әсәһе үҙенсә хәл итте. Ғәмһеҙ бала саҡтан сығып, егет ҡорона ингәндә үҙен тиҫтерҙәре араһында кәм-хур тоймаһын тип, улын баштан-аяҡ кейендерҙе.
– Ә компьютер?
– Уныһын да уйлағанмын. Саҡ ҡына сабыр ит. Иптәштәрең араһында бер үҙең йолҡош булып йөрөмәҫһең бит инде. Картуф, тана аҡсаһына йәнең теләгәнен һайлап алырһың.
Күптән компьютерлы булырға хыялланған үҫмер ныҡышты:
– Берәйһенән бурысҡа аҡса һорайыҡ.
– Беҙгә кем бирһен инде? Эш юҡ. Барыбыҙҙың да ауыҙыбыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, тигәндәй. Зарифаларҙан һорар инек, һуңғы арала биргән һаулыҡты ла алмай.
Ирәндек әсәһенә үпкә тотманы. Әйткән һүҙенән кире ҡайта торған кеше түгел ул. Дәрестәрен ҡалдырмай Рәзилә менән уҡырға йөрөнө. Ул да, Ирәндек кеүек, интернатты үҙһенмәне: «Көндәр боҙолғас, ятырмын әле интернаттарында». Ә Дамирҙы ата-әсәһе, яйын табып, ҡалалағы гимназияға урынлаштырҙы.
Үҙ иркенә йөрөп өйрәнгән Дамир гимназиялағы көн тәртибенә ауыр күнекте. Ул үҙен төрмәләге тотҡон һымаҡ хис итте. Йоҡонан тороу. Йыуыныу. Иртәнге аш. Дәрестәр. Төшкөлөккә ашау. Өйгә бирелгән эштәрҙе ҡарау. Киске аш. Йоҡларға ятырға әҙерләнеү. Көн дә шулай. Етмәһә, карауатты йыйыштырырға ҡушалар. Ике-өс минутлыҡ эш өйҙәрендә ғүмерҙә ятҡан урынын йыймаған үҫмерҙең елкәһенә тейҙе. Баштараҡ башы әрҙән сыҡманы. Дөрөҫ, көн тәртибендә «ирекле ваҡыт» тигән пункт та ҡаралған. Уны үҙең теләгәнсә үткәрергә мөмкин: кемдер китап уҡый, кемдер ноутбукка әүрәй, кемдер шахмат уйнай, кемдер телефондан һөйләшә...
Тыуған ауылынан тәүге тапҡыр оҙаҡҡа айырылған Дамир телефонын ҡулынан да төшөрмәне. Иптәштәренең әле береһенә, әле икенсеһенә шылтыратты, юҡ-бар һөйләп, маҙаларын алды. Бар аҡсаһын телефон «йотоп» торҙо. Ял көндәрен көтөп алды. Ебәрһәләр ҙә, ебәрмәһәләр ҙә баҙарға ата-әсәһе янына ашыҡты. Мыжыуҙан бушаманы.
Ул бөгөн дә баҙарға барырға йыйынды. Исем өсөн тәрбиәсенән рөхсәт һораны. Рөхсәт итһәң дә, итмәһәң дә барыбер үҙенсә эшләйәсәген белгәнгә күрә, ул ҡаршы килмәне:
– Оҙаҡ йөрөмә.
– Эргәләренә килеп баҫҡас та, әсәһе ҡосаҡлап алды.
– Һаумы, улым! Уҡып буламы?
Атаһы ла арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы.
– Була шунда, – тине Дамир ғәмһеҙ генә.
– Тырыш инде, улыҡайым, ике ҡулыңа бер эш.
– Бер үк һүҙҙе сколько можно повторять? Надоело!
Зарифа апай улына машинаға барырға ҡушты.
– Ваҡ бәлеш алып килдем. Термоста сәй ҙә бар.
Дамир ашауҙан баш тартманы, әле һыуынып та өлгөрмәгән бәлештәрҙе ауыҙына оҙатҡас, әсәһе янына килде.
– Әсәй, минең һиңә просьбам бар, – тине. Атаһына өндәшмәне, сөнки өйҙәге барлыҡ сетерекле мәсьәләләрҙе лә әсәһе хәл итә ине. Улын ҡалала уҡытыуҙы ла Зарифа апай уйлап тапҡайны.
– Һайра, – тине ул, шаяртып. – Аҡса кәрәкме? Күпме?
– Аҡса ла кәрәк. Быныһы совершенно другая просьба. – Елкәһен тырнап, уйланып алды. – Минең бында уҡығым килмәй.
– Зарифа апайҙы ҡорт саҡтымы ни, терт итеп ҡалды.
– Атаҡ, быныһы ни тигән һүҙ тағы?
– Потому что бында скучно. Очень-очень... Үҙебеҙҙә уҡығым килә. Һеҙҙән ҡалмайым, бөгөн үк ҡайтам. Интернаттан әйберҙәрҙе барып алам да...
– Ауылда урта мәктәп юҡ икәнен оноттоңмо әллә? – Зарифа апай асыуын эскә йотто, ауыҙын самалап асты. Белмәҫһең, машинаға инер ҙә ултырыр, ҡыуып та төшөрә алмаҫһың.
– Ирәндек менән Рәзилә күрше ауылға йөрөй. Мин уларҙан хуже что ли?
– Ә минең үҙеңде гимназияға урынлаштырғансы йөҙ һыуымды түгеп күпме сапҡанымды күҙ алдына килтерәһеңме? Күпме аҡса тотондом. Ҡайтам тип ауыҙыңды ла асаһы булма. Ҡабат был һүҙеңде ишетмәйем.
– Так и знал, что һин против будешь.
– Ирәндек менән Рәзиләне лә гимназияға бик бирерҙәр ине лә, ата-әсәһенең ҡулынан килмәй.
– Зато ситтә мучиться итмәйҙәр, как я.
– Ихсан, атаңдың башын ҡарап тораһыңмы ни, әйт улыңа, башынан юҡ-бар уйҙарын сығарып ташлаһын. Тырышып уҡыһын.
– Башыңдан юҡ-бар уйҙарыңды сығарып ташла, тырышып уҡы. – Ир ҡатынының һүҙҙәрен ҡабатланы. Зарифа апайҙың эсе бошто: «Мәжнүн! Улы менән ирҙәрсә һөйләшә лә белмәй».
Кәйефе төшкән үҫмер оҙаҡ тотҡарланманы, аҡса һорап алды ла һаубуллашмайынса китеп барҙы. «Үпкәләне шикелле», – тип уйлап ҡуйҙы әсәһе.
3
Үлтереп тәмәке тартҡыһы килде Дамирҙың. Электән алған сигареты бөткәйне. Магазиндарҙа, йәшең етмәгән тип, бирмәйҙәр. Ныҡыш кеше барыбер юлын таба. Ул баҙарҙағы бер киоскыға эйәләшеп алды. Унда үҙе һымаҡ үҫмерҙәргә сигаретты бер һүҙһеҙ һаталар. Әле лә башҡа ерҙә туҡталманы, шунда аҙымланы. Киоск хужаһы – битен һаҡал баҫҡан ир, күптән күрмәгән танышы килгән тиерһең, тышҡа уҡ сыҡты.
– Билде яҙҙырып алайым әле, ултыра-ултыра ҡатып китте, – тине ул, ҡул биреп күрешкәс. – һуңғы арала һағындырып ҡына киләһең.
Тәмәке ҡабыҙҙылар.
– Интернаттан сығармайҙар.
– Гимназияла уҡыйһыңмы ни?
– Эйе, унынсыла.
– Уҡыуыңдың ҡәҙерен бел, – тине киоскер, кәжк-кәжк йүткергәс.
«Был да әсәйемдең һүҙҙәрен һөйләй».
– Терһәгемде тешләрҙәй булам да...
– Уҡырға инә алманығыҙмы ни?
– Институтта уҡып йөрөгән еремдән армияға алдылар. Афғанға ебәрҙеләр. Ике аяғымдың береһе шунда ятып ҡалды...
Дамир шунда ғына әңгәмәләшсеһенең һул аяғы протез икәнлеген абайланы. Киоск хужаһы төтөн һурҙы ла һүҙендә булды.
– Командованиеның бик мөһим заданиеһын үтәгәс, базаға ҡайтырға сыҡтыҡ. Уйламаған ерҙән өҫтәбеҙгә ябырылдылар. Улар ата, беҙ ҙә атабыҙ. Инде тегеләрҙе ҡырып һалдыҡ тигәндә, янымда бомба шартланы. Аңыма килгәндә бер аяғымдан яҙғайным. Беҙгә күрһәткән батырлығыбыҙ өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирергә документ та тултырғайнылар, ала алманыҡ. Ҡағыҙҙарҙы юғалтҡандар.
Диҡҡәт менән тыңланы киоскерҙы Дамир. Маһайҙы: «Герой менән ҡара-ҡаршы баҫып тәмәке тартыу кемгә эләгә әле!» Ысынында иһә уның алдында Афған һуғышы ветераны түгел, ә башы төрмәнән сыҡмаған бәндә тора ине. Аяғын ювелир магазинын баҫҡанда яралағайнылар. Ваҡытында дауаланмағас (табиптарға күренергә ҡурҡты, уларға бындай яралар менән мөрәжәғәт итеүселәр тураһында мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә ҡушылған), гангрена башланды. Уға Дамир кеүек аҡылы ултырып өлгөрмәгән үҫмерҙәр насар уй-ниәттәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәк ине. Шуға күрә үҙен батырҙарҙың да батыры яһаны. Уларҙы нисек тә ылыҡтырырға кәрәк тә баһа!
– Уҡымағас, һөнәрһеҙ тороп ҡалдым. Тамаҡты алдап булмай. Аптыраған көндән киоск тотам. Аҡса аҙ төшә, сөнки һыра һатырға ҡушмайҙар. Тыңламаһаң, штраф һалалар. Киоскыны тартып алыу менән янайҙар. – Ир тынып ҡалды, үҫмергә һынап ҡараны. – Әллә һыра тәмләп ҡарайбыҙмы?
– Дамир, ризалығын белдереп, баш ҡаҡты.
– Ишек янындағы тартмала барҙыр, алып сыҡ.
Ауылдан килгәне бирле Дамирҙың һыраны ҡулына алғаны юҡ ине. Танһығы ҡанып ҡалды.
Хушлашыр алдынан киоск хужаһы уҡыуҙы йәнә иҫкә төшөрҙө.
– Килгеләп йөрө, тик уҡыуыңа зыян килтермә. Байтаҡтай бирле әңгәмәләшәбеҙ, исемдәребеҙҙе һорау беребеҙҙең дә башына килмәне.
– Дамир.
– Мин Фёдор ағайың булырмын. Федя.
«Сыуаш, ахыры. Башҡортса минән дә һәйбәт һөйләшә. Беҙҙең райондағы сыуаштар, үҙ телдәренән тыш, урыҫса ла, башҡортса ла, татарса ла белә».
4
Баш баҫып уҡымағанлыҡтан, Дамирҙың эштәре маҡтанырлыҡ түгел ине. «Иптәштәренә, уҡытыусыларға өйрәнә төшһөн, шунан, бәлки, яҡшы билдәләр ала башлар», – тип уйланы класс етәксеһе. Тәүге сирек үтеп тә китте. Ләкин ыңғай яҡҡа үҙгәреш тойолманы. Класс етәксеһе ата-әсәһен саҡырырға мәжбүр булды.
Зарифа апай, гимназиянан хәбәр алғас, ҡойолоп төштө. Уйламаған нәмәһе ҡалманы: «Уҡыуын ырата алмаймы икән? Әллә тәртип боҙғанмы? Һуғышҡанмы? Бойорғанды ене һөймәгән баланан уныһы булыр».
Йәһәтләп юлға сыҡтылар. Класс етәксеһе янына үҙе генә инде. Кеше менән һөйләшә белмәйһең тип, ирен машинала ҡалдырҙы.
– Уҡыуы насарланды. Баш бирмәй. Урамдан ҡайтып инә белмәй. Үҙем күргәнем юҡ, тәмәке менән дә шаяра, буғай. Иптәштәре шулай ти.
Класс етәксеһен тыңлағас, ҡатын тыныслана төштө. Ул уйлағанса, эштәр бигүк хөрт түгел икән әле. Бер бөртөк баланы нисек тә ҡулға алырҙар. Уҡытыусылар үҙҙәре лә күҙ-ҡолаҡ булһын ине әҙерәк. Хөкүмәт уларға шуның өсөн ҡутарып аҡса түләй ҙә баһа.
– Дамир – аҡыллы бала. «Икеле» ҡуяһығыҙ икән, тимәк, үҙегеҙ уҡыта белмәйһегеҙ.
– Һеҙ ни һөйләгәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? – Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған, хеҙмәттәге уңыштары өсөн маҡтаулы исемдәр алған уҡытыусы башын сайҡап ҡуйҙы. – Мин һеҙҙең урында булһам, Дамирға йоғонто яһау юлдарын эҙләр инем.
– Эҙләгеҙ, һеҙҙең эшегеҙ шул. – Зарифа апай урта йәштәрҙәге ҡатынға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәне. Улын яманлауҙы үҙен кәмһетеү тип ҡабул итте. Шәле елкәһенә шыуып төшкән, үпкәһе төҫөнә сығып, бите ҡыҙарған әсә менән һөйләшеүҙән фәтүә сыҡмаясағын төшөнгән уҡытыусы ипләп аңлатырға тырышты. – Улығыҙҙы бөтөнләй боҙғанһығыҙ, хәҙер шуның емештәрен тирәһегеҙ.
– Кем, мин улымды боҙғанмынмы? Белгегеҙ килһә, Дамир «дүртле »гә лә «бишле»гә генә уҡыны.
– Гимназияла ниңә шулай уҡымай һуң?
– Әйтәм дәһә, үҙегеҙ уҡыта белмәйһегеҙ.
Осрашыу әсәлә лә, уҡытыусыла ла ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Класс етәксеһе, улығыҙҙың дәресендә ултырып сығығыҙ, тиһә лә, Зарифа апай уның һүҙенә ҡолаҡ һалманы. Дамирҙы дәрестән саҡырып алып илатҡансы әрләне лә, ҡулына аҡса тоттороп, алып килгән күстәнәсен ҡалдырып, гимназиянан елтерәтә баҫып сығып китте. Улын атаһы менән осраштырыуҙы артыҡ һананы. Уның «Ни эшләгән?» тигән һорауына ярыла яҙып яуапланы: «Үҙең һораш, һин атаһы түгелме ни?»
5
Ата-әсәһе килеп киткәс, Дамир уҡыуын яҡшырта төшһә лә, бер маҡсатһыҙ урамда йөрөү ғәҙәтен ташламаны. Әллә ҡайҙа сыуалманы, әлеге лә баяғы Фёдор ағай тирәһендә уралды. Тәмәке тарттылар, һыра эстеләр.
Болотлап, ҡар күҙе төшөп торған көн ине. Фёдор ағай унан:
– Аҡса эшләгең киләме? – тип һораны.
– Как?
– Очень просто, – тине ир, урыҫсага күсеп. Ул түш кеҫәһенән сығарған биш йөҙлөктәрҙең, меңлектәрҙең береһен Дамирга тотторҙо. – Был нимә?
– Обыкновенный аҡса. Меңлек.
– Ә һин яҡшылап ҡара. – Фёдор ағай тағы ла бер меңлек бирҙе. – Улар араһында ниндәй айырма бар?
Дамир меңлектәрҙе яҡтыға ҡуйып тегеләй ҙә, былай ҙа тулғандырҙы, еҫкәп тә ҡараны.
– Хоть убей, бер ниндәй ҙә разницаһын тапманым.
– То-то! – Ир аҡсаларҙы ҡулына алды. – Уларҙың береһе «кукла», йәғни ялған.
Ғәжәпләнеүҙән өнһөҙ ҡалды Дамир. Меңлектәрҙе йәнә сағыштырып ҡараһа ла, айырмаһын күрмәне.
– Круто!
– Шуларҙы ысын аҡсаға өйләндерергә кәрәк. – Фёдор ағай күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу осҡондары балҡыған үҫмергә һынаулы ҡараш ташланы.
– Как?
– Риза булһаң, өйрәтермен.
Уйлап та тормай күнә һалды.
– Мин риза, дядя Федя.
– Тимәк, былай. – Фёдор ағай ни эшләргә икәнлеген ентекләп аңлатырға тотондо. – Мин һиңә аҡса бирермен. Һинең бурыс – шул аҡсаға нимәлер һатып алып, сдача алыу. Алдан уҡ иҫкәртеп ҡуям, магазиндарға яҡын да барма. Унда купюраларҙы тикшереп алалар. Баҙар тирәһендә ваҡ-төйәк һатыусы әбейҙәрҙән әйбер ал. Көнбағыш, ойоҡбаш... Алдаған кешеләреңде хәтереңдә тот, ҡабат яндарына барып йөрөмә. Һиҙеп ҡалырҙар. «Кукла»ларҙы худҡа ебәрә алһаң, үҙеңде лә буш итмәм. Меңлектән – ике йөҙ, биш йөҙлөктән бер йөҙ һинеке. Ҡулыңдан килерме?
– Конечно!
– Ә хәҙер былай итәбеҙ. Маршруткаға ултыр ҙа ҡаланың икенсе яғына юллан. Әйтәйек, «Мәктәп» туҡталышына тиклем. Такси тот. Кинотеатрға алып барыуҙарын үтен. Йәнәһе, киноға һуңлайһың. Таксисты ашыҡтыр. Юл хаҡын түләргә ошо меңлекте бир. – Иғтибар менән тыңлаған үҫмергә аҡса тотторҙо. – Сдачаны һанап алма, кеҫәңә тыға һал да ул тирәнән табаныңды ялтырат. Аңланыңмы?
– Понял.
– Тогда ни пуха ни пера!
– Иди к чёрту!
Дамир барыһын да Фёдор ағай өйрәткәнсә эшләне. Йәш кенә шофёр уның сәбәләнеүен киноға һуңға ҡалғанға борсола тип аңланы. Ҡыҙы көтәлер. Меңлекте кеҫәһенә тыҡҡас, бер ус аҡса тотторҙо. Дамир килештереп мыжыған булды: «Эрерәге юҡмы ни?»
Иртәгеһен осрашҡас, маҡталды. Фёдор ағай, ғәҙәттәгесә, һыра менән һыйланы. Уға тейешлеһен бер һүҙһеҙ бирҙе. «Кукла»лы ла булды.
– Һеҙ уларҙы ҡайҙан алаһығыҙ? – тип төпсөндө һүҙ урауында Дамир унан.
– Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың, – тип ҡотолдо ир.
Затлы куртка, ҡиммәтле кроссовка кейгән аҡ башлыҡлы үҫмерҙе ҡалала ҡарғаусылар күбәйгәндән-күбәйҙе. Бигерәк тә ҡарт-ҡоролар араһында. Туҡталыштарҙа үткән-һүткәнгә көноҙон тегеһен-быныһын тәҡдим итеп ултырған, пенсияһын тартып-һуҙып йәшәүсе әбейҙәрҙән кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡулъяулыҡ, ойоҡбаш, киоскыларҙан журнал, ручка һатып алған, троллейбуста йөрөгән Дамир Фёдор ағай биргән аҡсалар менән иҫәпләште.
Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай, тиҙәр. Ул был ғәҙәтенән каникулға ҡайтҡас та арына алманы. Ауылдарында һатыусыны төп башына ултыртыуы ғына етмәгән, әсәһенең ике меңлеген алыштырып алырға ла йөрьәт итте. Зарифа апай үҙендә ялған аҡсалар барлығын һаҡлыҡ банкыһында белде. Йыйған болон кассаға һалырға ингәйне, шунда әйттеләр. Ул улының аҡсаға тығылыуын күҙ алдына ла килтермәне. Картуф йыйғанда алыпһатарҙар гел меңлек менән иҫәпләшкәйне, шуларҙың ғына этлеге, тип уйланы. Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡарғаны.
Шау-шыу ҡуйырғас, Фёдор ағай Дамирға ҡалала артыҡ күренеп йөрөмәҫкә ҡушты: «Уҡыуың менән бул. Кәрәгең сыҡҡас, саҡырырмын».
6
Кәтибә апай һүҙен тотто. Ауылға килгән алыпһатарҙарға картуфын, танаһын тапшырғас, улына аҡса һанап бирҙе.
– Оҙаҡ көттөрҙөм, үпкәләмә инде.
– Рәхмәт, әсәй!
Ирәндек оҙаҡ уйланды. Информатика уҡытыусыһы, иптәштәре менән кәңәшләшкәс, компьютер урынына ноутбук алырға булды.
Файҙаланырға ла уңайлы, теләгән ереңә алып йөрөргә мөмкин. Ул ноутбукты район үҙәгенән алырға йыйына ине. Класташы Назар ҡалаға барырға кәңәш итте:
– Фирма магазины күпкә отошлораҡ, унда белгестәр эшләй, барыһын да аңлаталар. Атайым миңә компты шунан алып бирҙе.
Назарҙың ошоға бәйле көләмәсе лә бар икән. Шуны һөйләне:
– Бер ҡыҙға тыуған көнөнә ата-әсәһе ноутбук бүләк иткән. Ағалары бик һөйөнгән, сөнки ҡыҙ, нисә ҡараһаң да, уларҙың компьютерында ултырған. Өлкән ағаһы һеңлеһен китаптар менән күмеп ташлаған: «Уҡы, бер аҙнанан компьютерҙа минән дә шәберәк белерһең». Кесе ағаһы: «Ә ике аҙнанан текә хакерға әйләнерһең һәм Пентагондың сайтын тар-мар итерһең», – тигән. Бер аҙ уйға батып торғас: «Ә өс аҙнанан һине тотоп төрмәгә бикләп ҡуйырҙар», – тип өҫтәгән. Аҙаҡтан, хыялға бирелеп: «Шунан минең үҙ бүлмәм булыр», – тип ҡуйған.
Назар рәхәтләнеп көлдө.
– Минең туғандарым юҡ, әсәйем менән йәшәйем, – тине Ирәндек бойоҡ ҡына.
– Ғәфү, белмәнем, – тине Назар, уңайһыҙланып. – Кәйефеңде боҙҙом, һүҙен һөйләй белмәгән үҙенә зыян килтергән, тип тап минең һымаҡтар тураһында әйткәндәрҙер инде.
– Юҡ өсөн борсолоуыңды ташла.
Ҡалаға икәүләп барырға һөйләшкәйнеләр. Көнө килеп еткәс, Кәтибә апай сәбәп тапты:
– Һыйырыбыҙ елен еткергән. Беҙ өйҙә юҡ саҡта быҙаулап ҡуймағайы. Үҙең генә барып ҡайт. Автобус йөрөп тора. Көн дә матур, буранларға оҡшамаған.
Фирма магазинының ҡайҙа икәнлеген алдан уҡ белешкәйне, ҡаршы осраған кешеләрҙе урап үтеп, шунда елдертте. Иҫәбе – автобустан ҡалмау, бөгөн үк урап ҡайтыу, күңеле булғансы ноутбукта соҡоноу. Магазинға етәрәк уны туҡтаттылар. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан Дамир ауыҙын йырып күреште.
– Осрашмағанға сколько лет, сколько зим!
– Дәрестән ҡастыңмы әллә?
– Сегодня воскресенье, законный ял көнө.
Ҡалала ниндәй йомош артынан йөрөүен белгәс, Дамир тиңдәшенән аҡса ваҡлатып биреүен үтенде.
– Сдача юҡ, тип сигарет бирмәйҙәр.
– Тартаһыңмы ни?
– Как будто не знаешь! – Дамир эре сирттерҙе.
Уның кеҫәһенән бер ваҡытта ла аҡса өҙөлмәй. Шуға күрә Ирәндек артыҡ ғәжәпләнмәне, меңлекте күргәс, байыған, тип уйлап ҡуйҙы.
Ике биш йөҙлөктө ҡулына төшөргәс, Дамир ашығып китеп барҙы. Ай күрҙе, ҡояш алды.
Белеп әйткәндәр икән, яҡшы хеҙмәтләндерҙеләр. Күңеленә ятҡан ноутбукты тиҙ арала алдына килтереп тә ҡуйҙылар. Эшләтеп ҡаранылар. Сумка ла алырға тәҡдим иттеләр. Кассала ғына тотҡарлыҡ килеп тыуҙы, һатыусы ҡыҙ аҡсаларҙы ниндәйҙер приборҙа яҡтыртып ҡараны. Меңлектәрҙең береһен ситкә алып ҡуйҙы. Бая Дамир ҡалдырғанын. Кассир ҡыҙ, Ирәндеккә күҙ һалып алды ла, телефон аша кемгәлер өндәште. Тиҙҙән уларҙың янына олпат ҡына бер ир килеп баҫты. Магазин директоры ине ул.
– Ялған аҡса, – тине ҡыҙ, меңлеккә ымлап. Директор аҡсаларҙы айырым пакетҡа һалырға ҡушты ла уны беләгенән матҡып тотоп алды. Ҡасып китер тип уйланы, ахыры. Ниҙер һиҙенгән үҫмерҙең күңелен шомло уйҙар биләне.
– Әйҙә әле, бүлмәгә үтәйек.
Бер нәмә лә аңламаған Ирәндек ҡарышманы.
– Аҡсаны ҡайҙан алдың, кем бирҙе? – тип һораны ул, бүлмәгә ингәс.
Әсәйем бирҙе. – «Ноутбук алыр өсөн картуф, тана һаттыҡ» тип әйтергә уйлағайны ла, килештермәне.
– Уныһы шулайҙыр, ышанам. Мине ошо меңлек ҡыҙыҡһындыра.
– Ә уныһымы ни?.. Ауылдаш малай аҡсаһын ваҡлатҡайны, ул бирҙе.
– Ауылдашың әле ҡайҙа?
– Гимназияла уҡый. Интернатталыр.
– Бына нисек... – тине директор. Ул ҡалала ялған купюралар барлыҡҡа килеүен белә ине. «Алдашалыр, бәлки. Үҙенең ғәйебен юйыр өсөн ауылдашына һылтаналыр. Уны бөтөнләй осратмағандыр. Улайһа, был «кукла» ҡулына нисек килеп эләккән? Асыҡларға кәрәк. Полиция саҡыртмай булмаҫ». Ул телефонға үрелде.
– Ноутбугымды бирегеҙ. Миңә ҡайтырға кәрәк. Автобустан ҡалырға ярамай, – тине Ирәндек, иларға етешеп.
– Полиция килгәнен көт.
Улары оҙаҡламаны, тиҙ килеп етте. Төпсөнөпмө-төпсөндөләр. Ирәндек директорға һөйләгәндәргә артыҡ бер ни ҙә өҫтәй алманы. Бүлексәгә алып китергә йыйындылар.
– Ә ноутбук?
– Аҡсаң етмәй ҙә баһа, – тине директор.
– Ирәндектең юллыҡ аҡсаһы ғына ҡалғайны.
– Хәйер, беҙҙә акция бара. Ғәйепһеҙ икәнлегеңде иҫәпкә алып, ташлама яһарбыҙ.
Ирәндек бүлексәлә Дамирҙы күргәс аптырап китте. Янында тәрбиәсе лә бар ине. Ул ғәйебен танды, күҙгә ҡарап алдашты:
– Бөгөн интернаттан сығып йөрөмәнем, Ирәндекте тәүге тапҡыр күрәм.
– Телен тиҙ систерҙеләр. Тентегәндә кеҫәһенән тағы ла ялған аҡса таптылар.
– Ҡайҙан алдың?
Дамир иҙәнгә текләп ултырҙы-ултырҙы ла башын күтәрҙе.
– Дядя Федя... От него...
Был исем полицейскийҙарға яҡшы таныш ине, улар бер-береһенә ҡарашып алды. Шулай ҙа асыҡланылар.
– Баҙарҙа киоск тотҡан Фёдормы?
– Эйе.
Ирәндек бүлексәнән сыҡҡанда, эңер ҡуйырғайны, автобус киткәйне инде. Аптырап, әсәһенә шылтыратты.
– Тағы ла шул Дамир! – тине Кәтибә апай, асыуы килеп. – Үҙең дә асыҡ ауыҙһың, улыҡайым. Аҡсаһын ваҡламаҫҡа ине.
– Кем белгән уның алдашырын.
– Төнгә ҡаршы юлға сыға күрмә. Сөйөмбикә әбейгә бар, бер кис ҡундырыр әле.
Бер көн урынына ике көн йөрөгәнлектән, Ирәндек дүшәмбелә мәктәпкә бара алманы. Артыҡ бәйләнмәнеләр, сөнки яҡшы өлгәшә ине.
– Көнөндә урап ҡайта алманыңмы ни?
– Шулай тура килде инде. – Назарҙың һорауына Ирәндек тулы яуап бирмәне, сөнки әсәһе иҫкәртеп ҡуйғайны: «Мәктәптә Дамир тураһында һөйләнеп йөрөмә, үҙҙәре ишетер әле. Зарифа апайың асыуланыр».
Әсәһе дөрөҫ һиҙенгән. Ҡалала полицияла булып ҡайтҡас, күршеләр йәнә әйтеште.
– Ҡәһәр һуҡҡыр малайың осрамаһа, балаҡайым бәләгә тарымаҫ ине, – тип ҡысҡырҙы Зарифа апай ярылырҙай булып.
– Ах, нишана, улыма тел тейҙерәһеңме? Уны Ирәндек юлдан яҙҙырғандыр шул. Төптө бушты һөйләйһең.
Уларҙың ирешкәнен ирекһеҙҙән тыңлап торған Ирәндек әсәһенән һораны:
– Зарифа апай ни өсөн һиңә ҡаныға ул?
Улының һорауы аптырашта ҡалдырманы Кәтибә апайҙы. Нисек бар, шулай һөйләне лә бирҙе. Бәлиғ булған, аңлар, шәт.
– Атайыңа кейәүгә сыға алмаған өсөн.
– Бәй, уның ире бар ҙа баһа?! Ихсан ағай. Дамирҙың атаһы. – Быларҙы ул әйтмәһә, әсәһе белмәй, әйтерһең.
– Зарифа менән бик яҡын әхирәттәр инек. Серҙәребеҙ уртаҡ булды. Икебеҙ ҙә атайыңа ғишыҡ тоттоҡ. Ул мине һайланы. Шунан бирле миңә бәйләнә.
– Атайым әлдә һиңә өйләнгән, – тигән һығымта яһаны Ирәндек. – Зарифа апайҙы алһа, этләнер ине. Бигерәк уҫал бит.
Кәтибә апай түҙмәне, шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
7
Интернет аша егеттәр менән аралашҡан ҡыҙҙарҙың юғалыуы тураһында телевизорҙан тапшырыу ҡарағас ҡына Ирәндектең хаҡлы икәнлегенә инанды Рәзилә. «Үпкәләп маташты, имеш, миндә һинең ни эшең бар? Башлы егет, алабарман Дамирҙан мең артыҡ. Фу, ҡайҙан иҫкә төштө ен ботағы. Уның тураһында һүҙ сыҡһа, өләсәһе шулай ти. Әстүкләп үҫтергәс, ата-әсәһен һанға һуҡмай. Элегәстән үҙе – баш, үҙе – түш. Әйтерһең, аҡсаға мохтаж. Яҙа юлда йөрөй. Ә Ирәндек... Уҡыуын да булдыра, әсәһенә ярҙамлашырға ла өлгөрә, үҙе тапҡан аҡсаға компьютер алды. Ә беҙ атай-әсәйгә һалышҡанбыҙ, тегене-быны таптырырға шәпбеҙ. Их, йән һөйгәнең шундай булһын ине ул! Ә ниңә?.. Күҙ һалмаһа ни, телең ҡайҙа? Көлһә?.. Бәлки, ул мине һаман да Дамир менән дуҫлаша тип йөрөйҙөр? Кәрәге бер тин! Унда ла тик ятмайҙыр әле, барғас та берәйһенең башын әйләндергәндер...»
Тәүәккәлләргә булды. Уның интернатҡа урынлашҡаны бирле аҙна уртаһында ауылға ҡайтып йөрөгәне юҡ ине. Ап-аҡ ҡар күҙҙәрҙе сағылдырған көндәрҙең береһендә Ирәндеккә эйәрҙе.
Болоттар араһынан инәлтеп кенә күренеп ҡалған декабрь ҡояшының йылыһы самалы, ҡар бөртөктәре битте семтеп-семтеп ала. Муйынына ураған шарфын рәтләне, туҙғыған сәсен башлығы аҫтына ҡыҫтырҙы: «Бына ғына торған ауылға еткәнсе өшөмәм әле...»
– Ниңә ҡайтырға булдың бынау һыуыҡта?
– Әсәйемде һағындым. – Ҡыҙ хәйләләште.
– Сабый.
Рәзиләнең аулаҡта серләшкеһе килә ине. Әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы соҡоп сығарҙы.
– Теге ваҡыт ҡапҡа төбөндә ултырғанда миңә үпкәләнеңме?
– Ни өсөн мин һиңә үпкәләргә тейеш әле? – Ирәндек ҡар шығырлатып йәнәш атлаған ҡыҙға ҡайырылып ҡараны. – Дамирҙы полицейскийҙар эләктергән көндө әйтәһеңме?
– Эйе. «Бәйләнештә» бер егет менән таныштым тигәнгә асыуланғайның. Мин, осрашасаҡбыҙ, тип маһайҙым. Ҡабат уның менән бәйләнешкә инмәнем.
– Һин дә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалырһың икән.
– Мин әллә кире бөткәнме? – Рәзилә ирендәрен бүлтәйтеп, танауын йыйырҙы.
– Шаяртҡанды ла аңламай, себен теймәҫ сер итер!
Сыр-сыу ҡупты. Услап-услап ҡар һибештеләр. Ҡыҙ, юлға ташлаған сумкаһын алырға ла онотоп, ҡоралайҙай тороп сапты. Ирәндек тә ауыҙын асып ҡалманы, ҡыуып етеп, уны биленән ҡосаҡлап алды.
– Минән ҡасып ҡотола алмаҫһың!
– Кем ҡаса әле, үҙең баҫтыраһың бит!
Шаяра-көлә атланылар. Байтаҡ киткәс, сумка иҫтәренә төштө. Ирәндек кире боролдо.
Ҡыҙҙың теле тағы сиселде.
– Ирәндек, һинең яратҡан ҡыҙың бармы?
– Юҡ. Ниңә ул турала һүҙ ҡуҙғаттың әле?
– Ҡыҙыҡ бит.
– Миңә ҡыҙыҡ түгел. Егетең булғас, һиңә рәхәттер. Көн дә телефон аша серләшәһегеҙҙер.
– Кем ул?
– Кем булһын, шул Дамир инде.
– Уны күрмәгәнемә биш былтыр. Мин һиңә теге көндө үк әйттем дә баһа. Оноттоңмо ни?
– Ни тип?
– Ни... Уны енем һөймәй тип.
Ирәндек ҡыҙҙың тел төбөн аңлап бөтмәне: «Урата ла сурата...»
Ауылға етәрәк Рәзилә унан Яңы йылды ҡайҙа ҡаршыларға йыйыныуы менән ҡыҙыҡһынды, үҙ тәҡдимен әйтте.
– Атайымдар ҡунаҡҡа китә. Ҡыҙҙар менән беҙҙә ултырырға һөйләштек. Кил, бергә-бергә күңелле булыр.
– Саҡырыуыңа рәхмәт. Уйлап ҡарармын.
– Ә һин уйлап башыңды ауырттырма, тот та кил.
Ҡыҙ, йылы хушлашып, өйҙәренә инеп китте. Ирәндек, күкрәгенән урғып сыҡҡан хистәрҙе тыя алмай, йылмайҙы. Йөҙө нурланып, балҡып китте. Болотлап торған көн яҡтырғандай тойолдо.
Тупһа аша үткәндә лә шул тәьҫораттарынан арынмағайны. Әсәһенең аш бүлә-бүлә һөйләгән хәбәренән һуң ғына иҫен йыйҙы.
– Дамирҙы гимназиянан ҡыуғандар. Өҫтәүенә, хәҙер полицияла иҫәптә тора, ти. Әле генә Зарифа инеп сыҡты. Зар илай. Малайың мин тилене берүк ғәфү итһен, ти. Имеш, шайтан бутаған. Үҙе ғәйепһеҙ, йәнәһе. Улымды баҙар боҙҙо, ти. Ирәндек атаһы кеүек ипле, тәртипле, бергә булһындар, ти. Ут күршеләр икәнлегебеҙ яңы иҫенә төшкән.
– Дамир беҙҙең менән уҡыясаҡмы хәҙер?
– Бәй, өйҙә ятмаҫ инде.
Ирәндек, тамағын туйҙырғас, ноутбукты тоҡандырырға ла өлгөрмәне, өйҙә Дамир пәйҙә булды.
– Привет!
Факил МЫРҘАҠАЕВ.