Һөлөк кеүек йәбешкән һөйәркәһенән анһат ҡотолодо Артур. Уның бушаҡ яғын: аҡса, бүләк яратыуын яҡшы белә ине. Ҡулына байтаҡ ҡына аҡса эләккәс, Роза башҡа йөҙәтмәҫкә һүҙен биреп бик ҡәнәғәт сығып юғалды. Иркен тын алды егет, хәҙер Тәслимәһенә өйләнергә кәртәләр юҡ, тип ҡыуанды. Ләкин бөгөндән үк ғүмеренең ҡара көндәре башланасағы, тамуҡ ғазаптарын кисерәсәге уйына ла килмәй ине. Һөйөклөһөнөң хатын ул иртәгәһенә генә үк алды. Күңелдәрҙе өшөткөс юлдарҙы уҡып сыҡҡас, асыуы ҡабарҙы егеттең. Нисек инде уның икенсе егете бар? Ә ниңә мине алдап йөрөгән ул?” – тигән һорауҙар борсоно, ғәрлегенә тейҙе Артурҙың. Һис ышанғы килмәне, шаярталыр, моғайын, тип уйланы ул. Ҡыҙ-ҡырҡындың ҡайһы саҡта шулай килде-китте холҡон күрһәтеүе билгеле инде.
Бер нисә көн көттө, унан фабрикаһына барып ҡараны, ләкин Тәслимә ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Эштән сығып ауылына ҡайтып киткәнен белде. Нишләргә, ҡайҙан эҙләргә? Ятағына барырға ярамай, апайына белдертмәҫкә, тип һөйләшкәйнеләр бит әле. Билдәһеҙлектән ҡойолоп төштө Артур, үҙен кеше йәшәмәгән утрауҙа тип хис итте. Урын таба алмай унда-бында һуғылды, ахыр сиктә ятаҡҡа барып сығырға, һөйгәне менән күҙгә-күҙ һөйләшеп аңлашырға булды. Бына түҙемһеҙлек менән көтөп алған ял көнө лә килеп етте... Ҡулдарына сәскә һәм торт тотҡан, ҡыҙмаса булып алған Артурҙы ятаҡхана вахтеры индермәй ыҙалатты. Сауҙалаша торғас, улар үтеүселәр аша Әҡлимәне саҡырттылар. Бына төймәләре эленеп бөтмәгән ҡыҫҡа халатының итәге аҫтынан балеринаныҡы кеүек тос аяҡтарын ялтыратып, ихлас йылмайып өҫкө ҡаттан икенсе Тәслимә төшөп килә... Һөйгәненә асыуы ҡайнап килгән Артурҙың йөрәге дарҫлап типте, быуындары мамыҡҡа әйләнде.
“Эй, хоҙайым өнөммө, төшөммө?! Ҡайһылай һеңлеһенә оҡшаған, тик быныһы әҙерәк тулыраҡ, шикелле. Күҙ ҡарашы хәйләкәр, йылмайыуы ла яһалма...” – тип билдәләп өлгөрҙө егет.
Әҡлимә ир-ат алдында үҙен тота белә ине. Ул Артурҙың ҡаушауынан файҙаланып биленән ҡосоп алды ла, яурындарына эйәген терәп аптыраулы күҙҙәрҙән ҡарашын да алмай:
– Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөң? Күпме инде көтөргә була? Соня Николаевна, таныш булығыҙ, был минең буласаҡ ирем. Тиҙҙән туй яһаясаҡбыҙ... – тип ярып һалды.
Тегенеһенә инде етә ҡалды:
– Ой, Анечка! Вәт, маладис, шундай бөркөттө эләктергәнһең... Ҡотлайым! Үтегеҙ, үтегеҙ йәш кеше... Кейәү... Ниңә баштан аңлатманығыҙ инде? – тип сәрелдәп алды ла китте.
Әҡлимә бүлмәһендә яңғыҙ түгел ине. Ике әхирәте менән билдәһеҙ сәбәпте “йыуалар” икән. Артур ҡыҙҙар алдында үҙен бик тыйнаҡ, әҙәпле тоторға тырышты. Ә улар ғүмере егет күрмәгәнме ни, уға сат йәбештеләр, һәр береһе Артур менән вальста өйөрөлдө, “брудершафт” эсте, исеме-есеме менән ҡыҙыҡһындылар. Бындай иғтибарға егеттең кәйефе лә күтәрелеп китте. Ҡунаҡтар оҙатылғас, Артур күңелен өйкәгән, йөрәген әрнеткән һорауға яуап алырға булды.
Уның һүҙе нимәнән башларға тип, уңайһыҙланып ултырғанын һиҙепме, Әҡлимә: “Йә, егет, ниндәй елдәр ташланы һине беҙгә, ҡыҙҙар батшалығына? Һеңлем ни өсөн кәрәк булды үҙеңә?” – тип хәйләкәр йылмайып ҡаршыға килеп ултырҙы.
Ҡыҙҙың серле, арбаулы ҡарашынан юғалып ҡалған Артур һүҙен башлай алманы, өнһөҙ генә кеҫәһенән хаты сығарҙы. Уныһы ирендәренең ситенән генә йылмайып, вайымһыҙ ғына яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыла шарҡылдата көлөп ебәрҙе. “Кейәү була яҙғанһың икән! Ну, Тузик, ты даешь! Ғәфү ит, мин һеңлемде шулай, тип йөрөтәм... Бер һин генә түгел улай төпһөҙ кәмәгә ултырғандар... Күпме аборт яһатты, һаман үҙенекен ҡуймай, ҡәбәхәт!” – тип егеттең өмөтөн, ышаныстарын һәм мөхәббәтен күҙ асып йомғанса юҡҡа сығарҙы...
“Ҡайынбикәһе” менән күпме ултырғандарҙыр, нимә һөйләшкәндәрҙер “кейәү егет” уларын һис иҫләмәй. Әҡлимәнең ҡыҫтауҙарына ҡаршы торалмай бер-бер артлы “өҫтәгән” Артур бөтөнләй биреште, нимә һөйләгәнен үҙе аңламаны, алдындағы ҡыҙ йә Әҡлимә, йә Тәслимә булып күренде...
Иртәнсәк йоҡонан уянғас, башта үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламаны. Эргәһендә ярым-яланғас Әҡлимә битен устары менән ҡаплап һулҡылдап илай ине. Үҙе лә шәп-шәрә булғас, Артур бараһында аңланы һәм оятынан:
– Илама, Әҡлимә... Мин теге... Мин... – тип аҡланырға уйлағайны, тегенеһе көслөрәк үкһеп:
– Барығыҙ, кейенегеҙ ҙә ҡайтып китегеҙ! Ой, аллам, һеҙҙең улай икәнегеҙҙе белһәм... Төнө буйы ыҙалатып сыҡтығыҙ, һеңлем белеп ҡалһа... Ой, позор! Ауырға ҡалһам, нишләрмен инде!? – тип өҙгөләнде.
Әммә Артурҙың быға иҫе китмәне. Кисәгенән башы сатнап, тамағы кипһә лә ул үҙендә ҡәнәғәтлелек, рәхәтлелек тойҙо. Кинәт ул күңелендә төп фекергә килеп, уны Әҡлимәгә әйтергә булды, тик уның тынысланғанын көттө... Был көндө улар кискә генә ятаҡтан сыҡтылар ҙа, ҡултыҡлашып Артурҙың фатирына йүнәлделәр.
Шулай итеп көтмәгәндә егет йөрәге түрендә Тәслимәнең урынын апайы алды. Ир уртаһына етеп ҡатынлы булған Артур үҙен етенсе күктәрҙә хис итте, Әҡлимәне өрмәгән ергә ултыртманы, теләгәнен алдына ҡуйҙы. Тиҙ арала еңел машина “Жигулигә” ултыртып ҡуйҙы. Һирәк-һаяҡ иҫенә төшкән Тәслимәгә һарыуы ҡайнаны Артурҙың. “Туҡта әле алдаҡсы, хыянатсы... Апайың менән үс итеп, күп балалар үҫтереп йәшәйәсәкбеҙ, алла бирһә! Һин генә йөрөрһөң шунда, теләһә кемгә түшәк булып! Шул хәлгә еткерәсәкмен мин һине! Апайың менән батшалар үткәрә алмаған туй яһаясаҡбыҙ, алла бирһә. Шунда осрашырбыҙ, көнсөллөгөңдән шартлаясаҡһың!” – тип янды ул.
Тик буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенең ҡапыл ҡазаға осрауҙары был хыялды тормошҡа ашырыуҙан туҡтатып торҙо. Уларҙы ерләүгә Әҡлимә үҙе генә ҡайтып килде. Һеңлеһе тураһында бер ни өндәшмәне, Артур ҙа һорарға ҡыйманы.
Мәрхүмдәрҙең йыллығы үтеп киткәс кенә, туй тураһында һүҙ ҡуҙғатты Әҡлимә. Артур был тәҡдимде хупланы ғына. Тантананы ауылда үткәрергә һөйләштеләр йәштәр. Шуға күрә инде ауыл яғын онота башлаған Әҡлимәгә ҡайтып килергә тура килде. Иренән ЗАГС-ҡа ғариза яҙҙырып, уның паспортын кеҫәһенә һалып алып, байтаҡ ҡына көҙгө алдында һыланып-һыйпанып, “Жигули”һенә атланып сығып та китте. Ҡатыны туйға әҙерлекте тулыһынса үҙ өҫтөнә алды:
– Туйға кәрәк-яраҡты үҙем йыйнармын, ҡунаҡтарға ла саҡырыу ҡағыҙҙарын ебәрермен... Һинең эшең былай ҙа ауыр, ялыңда ял ит... – тигән булды.
Уның ирен Тәслимә менән осрашыуҙан ҡурсалағаны билгеле ине. Ике көндән Әҡлимә шат йөҙ менән ҡайтып инде. “Артур, туйға бөтә нәмә әҙер, күлдәк тә, балдаҡ та һатып алдым. Ғаризаларҙы Тәскирә апай алмай ыҙалатты. Ҡайҙа һуң буласаҡ кейәү үҙе, тей. Көскә өгөтләнем үҙен. Ваҡыт бирергә уйлағайны, мин ауырлымын, тип алданым... Саҡырыу ҡағыҙҙарын ебәрҙем... Беҙгә аҙна ваҡыт ҡалды инде... Әй, Артур... Тағы бер яңылыҡ: теге кәнтәй тыума табып ята! Допрыгалась, ҡәбәхәт! Ауыҙын йырҙым ғына мин уның... Туй үтеп китһен әле, аласыҡҡа ҡыуып сығарам, тыуған йортта тыумаһының һыҡраһы менән һаҫытып ятмаһын әле”, – тип ярһыны ул.
– Дөрөҫ эшләйәсәкһең, бисәкәй!. Эҙләгәнен тапҡан икән әҙәм аҡтығы. Ярай, өй йәйгелеккә беҙгә дача, ә ул беҙҙең батрачка булыр, – тип көлөп ҡуйҙы ире.
Ләкин был хәбәрҙән һуң күҙ алдынан Тәслимәһе китмәне, бала кемдеке, үҙенеке түгелме икән, тигән уйҙар борсоно. Тағы ла белешер өсөн Әҡлимәһенән хәйләләп, уратып-суратып һорауҙарына яртылаш яуап алды һәм “Әгәр ул башҡа менән сыумалмаһа, бала минеке булырға тейеш. Тимәк, Тәслимә, хатты ауырлы көйө яҙған...” тигән фекергә килде. Өҫтәүенә үҙ йомоштары менән килеп сыҡҡан ике туған ҡайнағаһының: “Балдыҙың, Тәслимәне һорайһыңмы? Ҡуй инде, уның өсөн бөтә туғандарҙың йөрәктәре һыҙлай. Әллә нимәгә шул апайы артынан ҡалаға ынтылды, ана ҡайтып та килде йөклө булып... Йәшлектең нимә икәнендә татып өлгөрмәне бахырҡай, сәскә кеүек һулыны ла ҡуйҙы. Эх, ундай хәлгә ҡалдырған ҡәбәхәтте осратһам, ошо ҡулдарым быуып үлтерер инем... Хәҙер кеше араһына сығып йөрөй алмай. Элекке шаян, алсаҡ һеңлекәш ҡуян балаһымы ни, ҡырағайланды ла ҡуйҙы”, – тип өҙгөләнеүе күңелдә янған утты дөрләтте генә.
Теге ваҡыт ятаҡта Әҡлимә менән йоҡлап ятҡансы, Тәслимәнең үҙен генә табып аңлашмағанына бик үкенде Артур, үҙ-үҙен өҙгөләп ташлағандай булды. Хатты ла, моғайын, ысын күңелдән яҙмағандыр, тип һиҙенде ир күңеле.
Туй көнөн Әҡлимә һәм Артур түҙемһеҙлек менән көттөләр. Тәүгеһе килен күлдәге кейеп, ҡиммәтле биҙәүестәрен аҫып тантана йәме булып ултырырға хыялланһа, икенсеһенең уйы Тәслимә менән осрашып барыһында асыҡларға, аңлашырға ине.
Туй. Әҡлимә – Артур – Тәслимә
Ауыл клубы... Йыйылған халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, олоһо ла кесеһе лә бында килгәндәр... Әлегә тиклем никахлашыуҙарҙы ауыл ҡәҙимгесә, ябай ғына үткәрә торғайнылар. Ә был юлы бер нисә көн элек белдереү эленеп торҙо. Иртәнсәктән урам яңғыратып музыка уйнаны. Ҡаланан килгән әртистәр түләүһеҙ концерт ҡуйҙылар, ауылдыҡылар бушлай өҫтәлдәдгә ҡуйылған тәмле ашамлыҡтар менән һыйландылар, йәштәрҙең килеүен көттөләр...
Ҡыҫҡаһы, Әҡлимә ауылдаштары шаҡ ҡатырлыҡ, онотолмаҫлыҡ, башҡа туйҙарҙан айырылып торһон өсөн аҡсаһын да, фантазияһын да йәлләмәне. Төш яҡынлашҡас, урам осонан сәскәләргә, таҫмаларға биҙәлгән тиҫтәләгән еңел машиналар, әлегә көтөүселәр тик телевиҙорҙа, киноларҙа ғына күргән оҙон аҡ лимузинға эйәреп, төрлө ауаздар менән һауаны яңғыратып, саң борлатып килеп туҡтанылар. Никах теркәү тантанаһы гөрләп үтте: сәскәләр, ҡотлау һүҙҙәре, шампан сәсрәүҙәре, йыр-бейеүҙәр...
Аҡҡоштай ап-аҡ кейемле, ҡояштай балҡыған бәхетле кәләше янындағы Артур, күпме кейәүгә оҡшатырға тырышмаһын, йөҙөнә йылмайыу инмәне, сибәр ҡыҙ янында ҡарт ир булып күренде ул. Күңелдә шатлыҡ урынына Әҡлимәһенә нәфрәт уты тоҡанғайны. Уның өҫтөндәге туй күлдәге, бармағындағы балдаҡ таныш инеләр. Ҡасандыр уларҙы Артур Тәслимә менән һатып алғайны. Ә Әҡлимә үҙәк универмагтан алдым тине. Тағы ла бөгөн кәйефте ҡырған, уның туй күлдәге, һиҙенерлек ҡабарып торған ҡорһағы. Нимә тыҡҡандыр инде унда, ул үҙе лә һиҙмәй әйләнгән һайын төҙәткеләп ала ине. Өҫтәүенә күҙҙәр ҡунаҡтарҙы күпме байҡаһа ла Тәслимә күренмәне...
Клубтан һуң ҡунаҡтар никахлашҡан йәштәрҙе уртаға алып йырлашып-бейешеп, туй үтәсәк өйгә йүнәлделәр. Теләр-теләмәҫ кенә ҡултыҡлаған Әҡлимәһенә һөйрәлеп килгән Артур ҡапҡа алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар араһында Тәслимәне күреп ҡалды ла, аҙымдарын йышайтты. Ләкин бала күтәргән балдыҙы әйләнеп инеп китеп юғалды... Бынан Артурҙың кәйефе
күтәрелеп киткәндәй булды. Быны һиҙепме, тупһаға аяҡ баҫҡас Әҡлимәһе терһәген нығыраҡ ҡыҫты ла: “ Ҡара уны янымдан бер аҙымға ла китмәйһең, йәме?” – тип һалдырҙы. Ләкин туйлаусылар берәмләп ҡотлай башлағайнылар ул алдан, ҡыҙғаныу ҡатыш әйткән һүҙҙәрен онотто. Тиҙҙән ул аҡсалы конверттарҙы алдына өйөп, башҡа бүләктәрҙе эргәһенә теҙеп, түҙемһеҙлек менән сираттағы ҡотлаусыны көтөү менән мәшғүл ине.
Күбеһе таныш булмаған ҡунаҡтар кейәүҙе тәбрикләп бармаҡтарын ҡаты ҡыҫып ауырттырып, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп, сикәләренән үбеп шайыҡлап бөттөләр. Һәр ҡайһыһы уның менән сәкәштереп эсергә тырышты.
– Ҡәҙерле апайым һәм еҙнәй! Мин һеҙҙе яҙмыштарығыҙҙы бәйләүегеҙ менән ҡайнар ҡотлайым... Бәхетле, тиң ғүмер итеүегеҙҙе теләйем... – тип ҡотланы уларҙы Тәслимә. – Минән һеҙгә, ғаиләгеҙ ҡаҙнаһына бер аҙ аҡса һәм икегеҙгә берәр яҫтыҡ һәм юрған бирәм, – тип апайын ҡосаҡлап үбергә ынтылғайны, уныһы: “Ярар, күп лаҡылдама... Яҫтыҡ, юрған әсәйҙәрҙекелер инде”, – тип ыҫылданы.
Тәслимә, йәш бәреп сыҡҡан күҙҙәре менән еҙнәһенә һирпелеп ҡараны ла, әйләнеп сығып китте. Көтөлмәгән осрашыуҙан Артур иҫенә килеп, уйҙарын да йыйып өлгөрмәне, тик уның күҙҙәрендә һүнмәҫ һөйөү һәм тәрән һағыш һәм үпкәләү сатҡылары күрҙе. Түҙемлеге бөттө уның, янында ултырған Әҡлимәһен атып бәргәндәй булды, асыуынан арына алмай рюмка артынан рюмка күтәрҙе. Йөрәк әрнеүе сыҙарлыҡ түгел ине шул...
“Нишләнем мин алйот?! Ошонда үҙ туй күлдәген, балдағын кейеп Тәслимә ултырырға тейеш инее бит...” – тигән уйҙар мейене ҡайнаттылар. Тамам иҫерек кейәүҙең өҫтәл артынан тороп киткәненә берәү ҙә иғтибар итмәне. Артурға хәҙер диңгеҙ тубыҡтан ине... Ҡараңғыла, сайҡала-һуғыла, саҡ эҙләп тапты ул аласыҡты. Эстән бикле ишекте туҡылдатып тауыш бирҙе, ләкин Тәслимә асырға уйламаны:
–Нишләйһегеҙ, еҙнәй?! Зинһар китегеҙ, мине оятҡа ҡалдыраһығыҙ бит... Хәҙер апайым күреп ҡалһа? Эй, аллам, ниңә миңә шундай язалар бирәһең... – тип сеңләп илап ебәрҙе.
Һаман үҙенекен ныҡышҡан “төнгө ҡунаҡты” уянып сәрелдәгән бала тауышы ғына аңына килтерҙе. Ишек аша ғәфү үтенеп, кире өйгә табан атланы Артур. “Ысынлап та, Әҡлимә килеп сыҡһа? Ул бит һеңлеһен тереләй ашаясаҡ!” – тип уйланы ул. Ләкин уныһы өҫтәл артында күренмәне. Ә ҡунаҡтар зыу ҡубып бейешәләр ине. Әҡлимәһен бүлмәләрҙең береһендә тапты: “Әйҙә, кәләш бейергә, беҙҙе саҡыралар бит...” – тип өндәшкәйне, уныһы әйләнеп тә ҡарамай: “Ярай, ярай... өлгөрөрбөҙ әле. Бар, ҡамасаулама, үҙең бейеп тор”, – тип екерҙе. Ул донъяһын онотоп әхирәте менән туйға төшкән бүләктәрҙе һанап, хаҡтарын иҫәпләп ҡаңғыра ине. Өҫтәлдә терһәге янында, бәләкәй генә ике яғына таҫма тегелгән яҫтыҡ – яһалма ҡорһаҡтың эсе ята ине. Артур уны ҡулына алды ла:
– Ярар, мин киттем, оҙаҡлама... Ә был “ауырыңды” кире бәйләп алырға онотма! – тип битенә бәреп әйләнеп сығып китте. Уныһының иҫе китмәне, һаман ҡағыҙ битендә сыймаҡлауын белде.
Тупһала оҙаҡ уйланып ултырҙы кәләше лә, ҡунаҡтары ла онотҡан “кейәү”. Уға хәҙер барыбер ине... Туй ҙа, Әҡлимә лә кәрәкмәй, тик Тәслимә генә ине уйында... Был юлы Артур ишекте туҡылдатып торманы, таҡта араһына тарағын тығып, келәне күтәрҙе лә инде. Һүлпән генә янған төнгө лампа яҡтыһында эленеп торған сәңгелдәк янындағы карауатта бөгәрләнеп кенә Тәслимә серем итә ине...
Ул янында тубыҡланып, сәстәренән һыйпап ҡолағына ниҙер шыбырлаған, ҡасандыр бәхетле көндәрен үткәргән кешеһенә һаташыпмылыр, ауыҙ эсенән ниҙер мығырлап һыйына бирҙе. Төш күрәм, тип уйланы, күрәһең. Инде ирендәр ҡушылғас ҡына Тәслимә һиҫкәнеп уянып китте. Ҡобараһы осоп Артурҙы алып ташларға маташты, ләкин булдыра алманы. Ҡысҡыра ла алманы, хәленән килгәнсе тартҡылашып ҡараны ла, хәле бөттөмө, әллә шул таныш наҙлауҙарға иренеме – тынысланды... Һыҙылып таң ата башлағанда ғына Тәслимә һөйөклөһөн оҙатты. Күпме генә ҡабаландырмаһын Артурҙың айырылғыһы килмәне, ишек төбөнә бара ла, кире боролоп Тәслимәһен, унан ҡыҫып ҡосағына алып иркәләргә тотона.
Гонаһлы ирҙең бәхете бар икән... Әҡлимә туйҙа күренмәне, ә ҡунаҡтар “баш төҙәтеү” менән мәшғүл ине. Бер кем кейәүҙең ҡайҙа юғалғаны менән ҡыҙыҡһынманы... Ә Артурға туй ҙа, уларҙа, хатта кәләше лә кәрәкмәй ине хәҙерге ваҡытта. Ғәрлек утында яна ине ул. Тәслимәһе менән аңлашҡас, үҙенең генә ғәйепле булыуын, төҙәтә-күтәрә алмаҫлыҡ хата яһағанын аңлап, өҙгөләнде.
Шулай итеп, ахмаҡлығы арҡаһында хикәйәмдең геройы ике ут араһында ҡалды, уртаҡ иргә әйләнде, етмәһә бер туғандар: апай-һеңле ҡосаҡтарында: береһендә туңһа, икенсеһендә ирене...
Тиҙерәк ҡалаға ҡайтып киткеһе килде Артурҙың... Әҡлимәһе лә оҙаҡ көттөрмәне, килеп инде. Ул башлап ҡаҙалмаһын өсөн:
– Кәләш, ҡайҙа йөрөйһөң һин?! Ҡайтырға кәрәк бит, – тип үпкәләгән булды.
– Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ һөйөклөм... Арығанһыңдыр, инде аңлайым... Магазинға барып ике йоҙаҡ һатып алдым, туйға байтаҡ мебель төшкән. Шуларҙы бикләп ҡуйыр кәрәк, бушаһаҡ килеп алырбыҙ әле... Ҡара әле Артур аҡса мул һалғандар, ошоноң кеүек ике-өс туй үткәрерлек... Ярлыларҙы саҡырманым шул... – тип тәтелдәне “законлы ҡатын”.
Уртаҡ ир
Туйҙан һуң киләсәкке тормошо тураһында ныҡлап уйланды Артур. Әҡлимә менән башҡаса йәшәй алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Уны ташлап Тәслимәһенә күсергә ине лә ул...
“Ул саҡта мин уны мәсхәрәгә ҡалдырасаҡмын. Ирһеҙ бала табып исемгә ҡалыуы етмәгән, апайының ирен тартып алған, тип бармаҡ төртөп көләсәктәр, өҫтәүенә Әҡлимә лә ҡоролай ҡалдырмаясаҡ... Ярай, әлегә тормош үҙ яйы менән барһын әле. Ваҡыт үҙенекен итер. Моғайын, берәй әмәлен табырмын әле. Әҡлимә менән араны боҙорға ярамай, түҙеп йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме һеңлеһе менән яңыртылған мөнәсәбәтте һиҙҙермәҫкә ине уға...” – тип яҙмышы менән ризалашты ике уртала ҡалған ир.
Хәҙер һәр аҙымын самалап, уйлап ҡына уйлап ҡына баҫырға тура килде Артурға. График буйынса эшләгәс, ауылға барып йөрөргә мөмкинселек юҡ. Шуға күрә ул автортранспорт предприятиеһына шофер булып урынлашты. Быға ҡатыны: “Ниңә минең менән кәңәшләшмәйенсә эшләйһең? Хәҙер янымда һирәк һирәк буласаҡһың инде... Тегеләй, исмаһам, ике көн ялың бар...” – тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне.
– Һинән миңә арыраҡ булыуы, хәйерлерәк, һине һаҡлап ултырып миңә ни файҙа? Әлегә һуң түгел, әҙерәк донья күреп алайым әле... Өйҙә, ней, күңелһеҙ... Ней, бала тапмайһың... Туйҙа эсеңә яҫтыҡ тығып йөрөгән булды бит, хәҙер ауылдаштарыңа нимә әйтәһең инде? – тип ауыҙын япты Артур.
Иренең был һүҙенән һуң ҡыҙған табаға баҫтырҙылармы ни меҫкен ҡатынды: әсә булыу теләге менән янып, аҡсаны ла, ваҡытын да йәлләмәй, ҡайҙарға ғына йөрөмәне, ниндәй генә табипҡа күренмәне. Ләкин унан бала булмаясағын һәр табип иҫбатланы. Өмөтөн өҙмәгән ҡатын имсе-томсо әбейҙәргә лә күренеп ҡараны. Ахыр сиктә, бәлки ире үҙе эшкинмәйҙер, тигән уй менән башҡалар менән йоҡлағыланы, ләкин ауырға ҡалманы. Ҡасандыр, яһатҡан аборт шулай үҙен иҫкә төшөрҙө. Әҡлимә тамам төңөлдө...
Был ғәйебенән ул баҫылып ҡалды, ирен дә элекке кеүек юҡ-бар сәбәп менән бәйләнеп, ҡаҙалып йөҙәтмәне. Артур ҙа эшендә бер аҙ “йышылып” алғас, “КамАЗ” машинаһы биреп йыраҡтарға йөрөтә башланылар. Хәҙер уға ауылға Тәслимә һәм ҡыҙы янына үткән-сүткәндә һуғылып йөрөргә мөмкинселек асылды. Тик уныһы башта килмәүен һорап илап-ялбарып маташты. Әммә тәккәбер, үҙ холоҡло Артур юл төшкән һайын килеп йөрөнө, йоҡларға ла ҡалғыланы. Йыш ҡына Тәслимәгә килеп йөрөгән оҙон сәсле, мыйыҡлы таяҡҡа таянып атлаған аҡһаҡ ирҙе бер туған еҙнәһе икәнен ауылда, Артур машинаһын ҡалдырып йөрөгән яңы дуҫынан башҡа, бер кем дә белмәй ине. Хәҙер Тәслимә лә апайынан ҡурҡыуы баҫылып һөйгәненең килеүен өҙөлөп көттө.
Бәхетенә ҡаршы Артурҙың законлы ҡатыны иренең йыш ҡына өйҙә ҡунмауына иғтибар итмәне. “Теләгәнем алдымда, бер нәмәнәгә ҡытлыҡ кисермәйем... Эсеп йөрөмәй, йәберләмәй. Миңә тағы ни кәрәк? Тик наҙы ғына эләкмәй... Арып ҡайталыр инде. Йәнә лә бала тапмағанға ла асыуы киләлер инде. Бәхетем, Тәслимәһен онотто... Уныһы ла бер зәғиф, сатан ир ишаратын эйәләтә башлаған...” – тип уйлай ине.
Бер ваҡыт был хәбәр үҙенә килеп ишетелгәс, машинаһы менән ауылға йөрөгөләне. Үҙ күҙҙәре менән күргеһе килде ул һеңлеһенең һөйәрен. Бер көндө Тәслимәлә булып, сәй эсеп ҡайтырға сыҡҡанда ҡапҡанан килеп инде уныһы. Баш һелкеп һаулыҡ бирҙе лә, хужа кеүек аласыҡҡа инеп юғалды...
Ҡото осоп, ни әйтергә лә белмәй тапанып торған һеңлеһенә: “Бындай маймылды ҡайҙан таптың?! – тип мыҫҡыллы көлдө лә, машинаһының ишеген шартлатып ябып, саң борлатып күҙҙән юғалды. Аяҡтары ҡурғашланып аҙым да яһай алмай, өнһөҙ ҡалған Тәслимәне парикһыҙ, яһалма мыйыҡһыҙ һәм таяҡһыҙ, маймыл түгел, иҫән-һау Артур килеп артынан ҡосаҡлап алды...
Иртәгеһенә эштән ҡайтҡан иренә: “Ауылға барғайным... Тәслимәнең һөйәрен күрҙем. Бер ялбыр сәсле, сатан, ҡурҡыныс әҙәм шунда. Нәҡ шимпанзе инде... Ауыҙ эсенән һаулашып, әллә нимә мығырланы ла, үҙендәге кеүек өйгә инеп китте. Әллә бомж инде, алама кейенгән, һаҫып тора. Ярай, эҙләгәнен тапҡан!” – тип һөйөнсөләне.
Ире күңеленән генә үҙенең хәйләкәр булыуына ғорурланып ҡуйҙы ла: “Нимә ҡарайһың шунда? Барып йөрөмә, кәрәкмәгәнгә, әйҙә төңөлөп ҡатһын! Башҡаса уның исемен минең алдымда ауыҙыңа ла алма, ишеткем дә килмәй! – тигән булды.
* * *
Ғүмер бит ул торған һыу түгел, йылға кеүек, туҡтап тормай аға ла аға... Берәүҙе ике ҡатынға ир иткән туйҙан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Улар араһында яғымлы, иғтибарлы булырға тырышты Артур. Әлбиттә, бар күңелен ул ҡыҙына һәм уның әсәһенә бирҙе. Киләсәктә, барыбер бергә булырбыҙ, тигән өмөт менән ҡалала ике бүлмәле квартира ла һатып алып ғаиләһен күсерергә уйлағайны, Тәслимә ауылды ташлағыһы килмәне. Үҙен йәлләмәне ул, көнөнә бер нисә тапҡыр ферма юлын тапап, быҙауҙар ҡараны, унан ҡалған ваҡыты балаһына, аҙбар тулы мал-тыуарға китте. Ҡаты сиргә юлыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды Тәслимә. Табиптар унда яман шеш һәм тағы ла, әйтһәң телде һындырырлыҡ диагнозлы ауырыу таптылар. Был турала ул Артурына өндәшмәне...
Хәҙер инде Тәслимә ҡалаға күсергә мәжбүр булды. Ни тиһәң дә, ҡыҙына балалар баҡсаһы, үҙенә еңелерәк эш һәм тейешле дауа алыу мөмкинлеге буласаҡ. Быға апайы сикһеҙ ҡыуанды, тик һеңлеһенең үҙенә яҡыныраҡ булғанына түгел. Ауылдағы өй бушауы булды, ул бөтә кәртә-ҡураһы менән ҙур хаҡҡа һатып та ебәрелде. Һеңлеһенә өлөш тә сығарманы Әҡлимә.
Киреһенсә: “Һин мине, мин һине белмәйбеҙ был яғына!” – тип былай ҙа буш араларҙы бөтөнләйгә өҙөп ҡуйҙы... Ваҡыт үтә торҙо, бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатында тойған Артур көн һайын, тиерлек, йәшерен ғаиләһендә булды. Ата бәхетенән рәхәтлек кисерә ине ул: ҡыҙын һөйләшергә, атларға өйрәтте. Ашнаҡсы булып эшләгән әсәһе балалар баҡсаһына һирәк, Артур алыҫ рейста булғанда ғына йөрөнө. Сос, өлгөр ата иртүк машинаһы менән өй алдына килеп туҡтап, сигнал биреп донъяла иң ҡәҙерле кешеләрен көтөп торор булды. Барына хушһынмаған Артур Тәслимәһенә ғаиләне арттырайыҡ, тип йөҙәтә башланы. Һөйгәне өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә риза булған ҡатын һүҙһеҙ риза булды. Тик гинеколог ҡына быға ҡаршы килде, ундай шәлкем ауырыуҙар менән бала табыуы хәүефле булыуын киҫәтте. Ләкин Тәслимә үҙ һүҙендә торҙо, иренең күңелен ҡалдырғыһы килмәне.
Артур Әҡлимәһенән сығып китергә булып, аңлашыу өсөн уңайын көттө. Тик уныһы: “Хәҙер аҡса күп, әйҙә ҡала ситенән урын алайыҡ та, ҙур итеп өй һалайыҡ. Мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт үҫтереп йәшәгем килә”, – тип ирен “тышаулап” ҡуйҙы. Быны көтмәгән Артур ҡойолоп төштө һәм уның теләген үтәмәйенсә, ташлап сығып китеү ирлек булмаҫ ул, тигән уй менәнүҙ хыялын тормошҡа ашырыуҙы кисектереп торорға булды...
Мансур БАҺАУВ.