

Төнө буйы төрлө уйҙарға батып йоҡоһо ҡасҡан Гүзәл инде ята торғас күҙҙәрен ышҡый-ышҡый тороп карауат ситенә ултырҙы. Әсә кеше борсоулы булғас, күкрәк аҫтындағы сабыйы ла бөгөн тынысһыҙланып тегеләй-былай әйләнеп ҡатынды йонсотты. Гүзәл: “Улым, тыныслан инде. Атайың миңә генә түгел, һиңә лә тыныс тормош бирмәй бит. Ни эшләргә инде? Бар доньяны ҡалдырып сығып китер инек тә, тик ҡайҙа? Һәм... Нишләп мин балаларымды атайһыҙ итергә тейеш? Нишләп иремде ул бисәгә бирергә тейеш һуң? Юҡ, мин еңел генә еңелә торған кеше түгелмен", – тип эсен һыйпап алды.
Шул саҡ ҡапка асылыуын ишетеп, ҡатын шунда уҡ тәҙрәгә барып ҡараны.
– Килен, Булат ҡайтып киләме? Өндәшмә, талашма инде эскән булһа, тегенеһе ҡотортоп ҡайтарһа, һуғып ҡуйыр, – тине борсолоп бүлмәлә ятҡан ҡәйнәһе.
Ләкин Гүзәл арыны инде иренең еңел-елпе ҡылығынан. Йәне әсеп, ире килеп ингәс тә:
– Булат, бөгөн нимә тип аңлатырһың? Күпме була инде, оялмайһыңмы? Ауыл урамына сығыр әмәл юҡ, һинең өсөн миңә оят. Кеше бит күрә, миңә алып килеп һөйләп торалар. Ҡасан туяң шул бисәңдән? Миңә, йөклө ҡатынға, тыныслыҡ кәрәк. Бәпәй тыбырға ваҡыт етеп килә. Мин ул ҡатындың барып сәсен бөртөкләйем, – тип иренә йән көскә ҡысҡырҙы.
– Ҡаҡшаттың, ниндәй бисә? Мин өйгә ҡайтһам, ишек төбөнән талай башлайһың. Кеше ҡатындары ирҙәрен йылы аштар менән көтә, ә был... – тине Булат ҡысҡырып уҡ.
– Ниндәй бисә, имеш! Һатыусы Зифа! Бар ауыл белә, мин генә белмәй тип уйлайһыңмы? Әле минең ҡолаҡтарым ишетә, күҙҙәрем күрә. Йә, юҡ, тип әйтерһеңме тағы? – тине асыуланып.
– Эйе! Зифа – ул ысын ҡатын! Ул мин тип йән ата, ул һәр саҡ мине аңлай, кәрәк саҡта яҡшы кәңәш тә бирә, ҡурсалап та тора. Ә һин? Йәнһеҙ ҡурсаҡ! Бына һин – йәнһеҙ ҡурсаҡ. Мин арыным, сығып китәм. Үҙең ғәйепле барыһы өсөн дә, – тип Булат шкафты асып кейемдәрен сумаҙанға йыйнай башланы.
– Бармайһың бер ҡайҙа ла! Теймә кейемдәргә! – тип ҡатын иренең беләгенә йәбеште.
Ҡыҙып киткән ир: “ебәр”, тип ҡатынын этеп ебәреп, типкеләй башланы. Инде ҡаты ауырыуҙан һуң аяҡтарынан яҙып түшәктә ятҡан Мәстүрә инәй: "Теймә, хайуан, киленгә! Теймә!” – тип йән көскә ҡысҡырҙы. Ҡысҡырыуҙың файҙаһы булмауын тойоп, карауатынан “дөрҫ” итеп ҡолап төшөп: “Үләм, үлтерҙегеҙ мине!” – тип ҡысҡырҙы.
Был тауышҡа Булат әйләнеп ҡараны, йөҙө ҡасҡан әсәһе янына барып, уны карауатҡа күтәреп һалды. Иҙәнгә сүгәләгән Гүзәл:
– Һин хайуан! Һин әле тыумаған улыңды туҡманың, хайуан, сығып кит! Ҡайтып йөрөмә! – тине.
Шуны ғына көткән Булат шунда уҡ сығып та китте . Гүзәл, эсен тотоп, оҙаҡ бер ни өндәшмәй иҙәндә ултырҙы. Ҡәйнәһе: “Килен, һиңә ҡыйынмы әллә? Эсең ауыртамы? Эх, аяҡтарым йөрөмәй шул, тотоп алып ҡайышлар инем, вәлләһи-биллаһи”, – тине көрһөнөп.
– Юҡ, ҡәйнәм, борсолма, – тип торорға булды Гүзәл, тик эсенең аҫты ҡапыл ауыртҡас, кире ултыра төштө.
Оҙаҡ ҡына ултырғандан һуң саҡ карауатҡа барып ятты. Ләкин эсе ныҡлап ауыртҡас:
– Башланды, шикелле... – тине . – Улым, ҡабаланма, әле бер ай бар әле, – тине ҡорһағын һыйпап. Ләкин ауыртыу тағы ла көсәйҙе генә.
– Килен, күрше Әнисәләргә бар, бабайы һине матайы менән бала табыу йортона алып барып ҡалдырыр. Ҡабалан бул, – тине ҡәйнәһе борсолоп.
Гүзәл кәрәк-яраҡтарын барлағас, күршеләрҙең тәҙрәһен шаҡыны. Күҙҙәрең ышҡый-ышҡый ишек асыусы күршеһенә: “Әнисә апай, Мөдәрис ағай өйҙәме? Мин ауырып киттем,” – тип илап ебәрҙе.
Оҙаҡламай Мөдәрис ағай матайын тоҡандырып, Гүзәлде ултыртты ла, улар ауылдан бик алыҫ булмаған район үҙәгенә юл тотты. Гүзәл өсөн был юл бик оҙаҡ кеүек тойолдо. Ҡатындың түҙгеһеҙ ауыртыныуына төнгө урман аша барыу ҡушылып, күңелендә әллә ниндәй шом тыуҙыра ине.
Больницаға барып етеп, звонокка баҫты. Яуап булмағас, ҡатын түҙмәй төймәгә тағы баҫты. Өлкән генә акушер: “Уй, Аллам! Түҙегеҙ саҡ ҡына, асам хәҙер. Бер тыныс смена була икән тиһәм, мә һиңә!” – тип иҫәнләй-иҫәнләй ишек асты.
– Әйҙә, үт килгәсең. Апайыңа йоҡо бирмәнең бит. Документтарыңды бир, үҙең кейемдәреңде алмаштыр! Смена бөтөүгә ике сәғәт ваҡыт ҡалған ине ,эх, һин... – тине документтар тултыра башлап Роза Фахрисламовна. Унан ауыртыуға саҡ түҙеп торған Гүзәлгә ҡараны: – Әле 35 аҙна ғына икән. Ваҡытың етмәгән бит, нишләп иртә килдең? Берәй ауыр эш эшләнеңме әллә?
– Апай, был бала өсөн хәүефлеме? Нисек булыр икән?
– Эх, ҡатындар, үҙебеҙҙе һаҡламайбыҙ шул... – тип яуапланы акушер апай һәм ҡатындың аяғындағы күгәргән урынын күреп өҫтәне, – Һаҡламайбыҙ ҙа, яҡламайбыҙ ҙа... Борсолма, был срокта баланың органдары үҫешеп еткән була, ауырлығы етәрлек булһа, бирешмәй ул. Барыһы ла яҡшы булыр. Әйҙә палатыңды күрһәтәм.
Урынын күрһәтеп, акушер сығып китте. Төнө буйы йоҡламаған Гүзәлдең, аҙыраҡ ауыртыу баҫылғас, күҙҙәре эленде. Ләкин башында уйҙар ҡайнаны: “Ҡәйнәм ни эшләй инде? Алай ҙа ҡыҙымды әсәйҙәр алып ҡайтып китте теге килгәндәрендә. Ҡатын күршеһенең ярҙамына өмөтләнеп, үҙен үҙе тынысландырып, йоҡоға талды.
***
Иртә менән Әнисә һыйырын һауып сығарғас та,тура күршеһенә инде.
– Мәстүрә апай, был мин. Ҡуркып ҡуйма! Йоҡлайһыңмы?– тине сәләм биреп.
– Ә, Әнисә, һинме? Ҡайҙан ғына йоҡлайым инде. Борсолоп ятам. Теге ана үсегеп сығып китте, тас атаһы! Килен ваҡыты етмәһә лә, болнисҡа китеп барҙы. Рәхмәт инде һеҙгә, төн тип торманығыҙ, тыңланығыҙ.
– Ярай, барыһы ла яҡшы булыр, бәпәй тотоп ҡайтыр киленең. Мин хәҙер һыйырҙы һауып сығарам да, һиңә сәй ҡайнатырмын, тип сығып та китте.
Оҙаҡ та үтмәй күрше бер күнәк һөт күтәреп килеп тә инде.
– Әнисә, һөттө алып ҡайтып эшкәрт, һыуытҡыс тулып китер килен ҡайтҡансы. Һинең дә бит ғәилә ҙур, артыҡ булмаҫ. Килен ҡышҡа етерлек май-ҡоротон эшләп ҡуйҙы ул, – тине Мәстүрә әбей.
– Гүзәл – шәп, йәш булһа ла өлгөр, эшлекле. Тик бына, ҡыйын булһа ла әйтәйем әле, күрше, Булатҡа әйт, ҡотормаһын. Ундай ҡатынды юғалтһа, үкенер. Хәҙер йәштәр эшләргә яратмай, – тине күрше сәй яһаған арала. Уны әбейҙең янында ултырған бәләкәс өҫтәлгә алып килеп ҡуйҙы.
– Килен эшлекле, Аллаға шөкөр. Тик уҫал. Эсеп ҡайтып килгән иргә өндәшмә, тип торам, юҡ, тыңламай. Шуға ғауға сығып китте бит төндә. Эх, ошо Зифа ҡайҙан килде ул беҙҙең ауылға! Ауыл ирҙәрен ҡотортоп, туймаҫ кәнтәй, күпме ғәиләне болғаны. Шуны ауылдан ҡыуырға ине,– тине әбей көрһөнөп .
– Эйе, ул Зифаның тотанағы юҡ. Ҡарығып йөрөгән кәнтәй сәүек. Ауыл ҡатындары йыйылып сәсенән һөйрәп аҡылға ултыртһалар ине, – тине Әнисә. – Ярай, мин ҡайтайым, эш күп. Төш ваҡытында һурпа индерермен һиңә.
– Туҡта әле, Әнисә, һине ҡаңғыртҡас ҡаңғыртайым әле. Булатты күрһәң әйт әле, килен больницала, тип. Һәм ҡоҙаларға шылтыратып әйтергә ине, улар ҙа белмәй бит, – тине әбей күршеһен туҡтатып.
– Ярай, Мәстүрә апай, борсолма. Аҙыраҡ эшем бөткәс, конторға барып шылтыратырмын. Ҡоҙаларыңа ла, балнисҡа ла. Бәлки һин ҡартәсәй булып ятаңдыр әле тағы бер тапҡыр, кем белә?! – тип күңелләнеп сығып китте Әнисә.
***
Оҙаҡ ҡына йоҡлап алған Гүзәл бер ир тауышына уянып китте. “Гөлсөм, ҡыҙым өсөн рәхмәт! Гөлсөм, яратам һине, бәхетле иттең”, – тип тамаҡ яра яҙып аҫтан ҡысҡырған тауышты иренең тауышына оҡшатып, ырғып тороп тәҙрәгә ҡараны.
Аҫта торған ир ҡулдарына сәскә тотоп беренсе этаждың тәҙрәһенә ҡарап ҡысҡыра ине. Ҡатын был ирҙең Булат икәнен күреп үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, карауатҡа ултыра төштө. Гөлсөм, Зифа... Тағы кем? Ҡыҙым өсөн рәхмәт, имеш. Бына һиңә яңылыҡ!
Уйға ҡалып ултырған ҡатынға ҡапыл килеп ингән шәфкәт туташы: “Шунан, йоҡлап булдымы? Хәлегеҙ нисек? Хәҙер һеҙҙе врач үҙе ҡараясаҡ, килерһегеҙ”, – тип, сығып та китте. Гүзәл, күҙҙәренә ышанмай, тағы ла тороп тәҙрәгә ҡараны. Унда Булат йылмайып, тәҙрә аша кем менәндер һөйләшә ине.
Врач Гүзәлде ҡарағандан һуң: “Ярай, Кәримова, кискә генә булыр. Әлегә ял ит, позитив настрой менән көс йый. Барыһы ла яҡшы булыр”, – тип сығарып та ебәрҙе.
Гүзәл врачтың һүҙҙәрен яртылаш ҡына ишетеп, һаман да иренең был ҡылығына хайран ине. Палатаһына барғас, тағы ла тәҙрәгә ҡараны. Ләкин Булат ҡайтып киткән ине.
Ҡатын оҙаҡ уйланып ятып, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, беренсе ҡатҡа төшөп китте. Бер палатаны асып Гөлсөмдө һорағайны, ул күрше бүлмәлә ята, тинеләр. Гүзәл күрше бүлмәнең ишеген асты. Ике ҡатын бала имеҙеп ултыра.
– Һин Гөлсөммө? – тине береһенең янына барып.
– Эйе. Ә һеҙ мине ҡайҙан беләгеҙ ул? – тине теге йылмайып.
– Белмәй инем, белдем. Ирегеҙ яңы шул тиклегем үҙәге өҙөлә яҙып ҡысҡыра ине. Матур ғөлләмәләр тотҡан ине. Кем икән ул бәхетле ҡатын, тип күргем килде, тине Гүзәл нимә әйтергә белмәй.
– Эйе, минең ир һәр саҡ шундай гөлләмәләр бүләк итә, тине. – Ул сабыйының сикәһенән суп итеп үбеп алды ла: – Эйе бит, ҡыҙым? Беҙҙең атай шундай. Тиҙҙән һиңә лә гөлләмәләр алып ҡайта башлар, Алла бирһә. ...Ә һеҙҙең иптәшегеҙ юҡмы әллә?..
Гүзәл был һорауға ни тип яуап бирергә лә белмәй торғанда шәфҡәт туташы килеп инеп: “Кәримова, һин нимә тораһың ул бында? Был больница, бында үҙ тәртибе. Палатыңа бар, врач күреп ҡалһамы, һиңә лә,миңә лә яҡшы булмаҫ”, – тип Гүзәлде шелтәләп алды.
“Булат һуҡыр микән, төймәләй танаулы,туп-тумалаҡ ҡатын нимәһе менән ирен ҡаратҡан икән? Ярай Зифа матур, ә был һуң?..” Гүзәл палатала шундай уйҙар менән аптырап, бер нөктәгә ҡарап ултырып, эсенең ауыртыуын да һиҙмәне. “Хатта, етмәһә, ирем тей бит әле. Ә мин кем һуң? Беренсе ҡатынмы? Тимәк, Булат ике ғәиләлә йәшәйме? Бына хәҙер мин аңланым ҡайҙа уның эшләгән аҡсаһы китә. Мин барыһын да аңланым. Бүтән мин уны индермәйем! Ҡәйнәмде йәлләп күпме уны ғәфү иттем. Мине кем йәлләй һуң? Кем..?” Ҡатын карауатына ятып, әсе күҙ йәштәрен ҡойоп илай башланы.
ДАУАМЫ БАР.
Мирсәйет Сәлихов.