

Палатаға килеп ингән иҙән йыуыусы апай Гүзәлдең илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен күреп:
– Аһ-аһ, ҡыҙым, нишләп улай илайһың? Ҡурҡаһыңмы? Барыһы ла яҡшы буласаҡ, беҙҙә шәфҡәт туташтары ла, табиптар ҙа бик яҡшы. Ҡурҡма, ярҙам итерҙәр. Бер биш көндән сабыйынды күтәреп ҡыуанып ҡайтып китерһен әле, Алла бойорһа, – тине йыүатып.
– Апай, мин ҡурҡмайым. Әле генә ошо уҡ больницала бер ҡатындың иремдән бала табып ятҡаны асыҡланды,– тип бар булған хәлде һөйләп ҡуйҙы.
– Эй был ирҙәрҙе... Ярай, көсөңдө юҡҡа бөтөрмә, тыныслан, барыһы ла үҙ урынына торор. Бәлки был яҡшығалар. Нимәгә ундай алдаҡсы ир һиңә? Әле йәшһең, һылыуһың, табылыр бәхетең. Артына тибеп сығар ундай ирҙе, тыныслан. Иң мөһиме бәпесең дә, үҙең дә һау ғына булығыҙ. Әле беләңме мин нимәгә индем? Яңы ғына Әнисә апайың шылтыратты, һиңә сәләм әйтергә ҡушты. Өйҙә барыһы ла яҡшы, ҡәйнәң ҡараулы, доньяң ҡараулы, әсәйендәрҙе иҫкәрткәндәр һин больницала ятҡанды. Борсолмаһын, тип әйтергә ҡушты. Ана бит, туғандарың һин тип борсолоп тора. Ярай, ял ит, тыныслан, – тип сығып та китте апай кеше.
Гүзәл иҙән йыуыусы менән эсендәге борсолоуы менән бүлешкәс күңеленә еңел булып китте. Үҙенең йәш сағында йөрөгән егете Мирас иҫенә килеп төштө. Ҡайҙа икән ул? Нисек йәшәп ята икән? Әгәр ҙә шул саҡ Булат килеп сыҡһама, бәлки беҙ бергә булыр инек. Юҡ, беҙ бит ҡыҙҙар тыныс холоҡло егеттәрҙе яратмайбыҙ, беҙгә бит ут һымаҡ янып торған егеттәр кәрәк, тип үкенеп тә ҡуйҙы ҡатын.
***
Төндәге хәлдәр өсөн йоҡлай алмаған Мәстүрә апай серем итеп, күҙҙәре эленеп кенә барған саҡта ҡапыл кемдер ишек шаҡыуынан терт итеп ҡалды. “Инегеҙ, асыҡ!” тип ҡысҡырҙы Мәстүрә.
– Ҡоҙағый, һаумы! Хәлдәрең нисек? Шунан, яңылыҡ юҡмы әле? Беҙ больницаға китеп барабыҙ, юл ыңғай һиңә лә күстәнәс алып индек әле, – тип Гүзәлдең ата-әсәһе Дамира апай менән Азат ағай ҡоҙағыйы менән ҡул биреп күрештеләр.
– Эй, ҡоҙалар, Аллаға шөкөр. Бына, түҙемһеҙлек менән яҡшы яңылыҡ көтөп ятам, имен генә бушанһын инде килен. Ҡыуанып ҡайтып инһен инде бәпәй күтәреп, Алла бойорһа, – тине Мәстүрә әбей йылмайып. – Бына, мин тик ятманым, бәпескә носки бәйләнем.
Әбей матрас аҫтынан бәләкәс носкиҙарҙы сығара башланы. Ҡоҙағыйы ойоҡбаштарҙы тегеләй-былай әйләндереп ҡарап:
– Маладис, ҡоҙағый, тик ятмайһың икән. Ә кейәү ҡайҙа ул? Эштәме? – тине Дамира. Мәстүрә: “эйе, эштә”, – тиеүҙән ары китмәне. Оҙаҡ та ултырмай ҡоҙа менән ҡоҙағый юлын дауам итте.
Улар күстәнәстәрен тотоп больницаға барып инде. Күстәнәстәрҙе алған шәфҡәт туташы:
– Ҡотлайым, 20 минут элек һеҙҙең ейәнегеҙ тыуҙы. Һылыу, матур егет – 3 кило ла 200. Әсә лә, бала ла үҙҙәрен яҡшы тоя. Ҡотлайым, – тине йылмайып.
– Ысынлапмы? Ҡайһылай беҙ ваҡытында, белгән кеүек килгәнбеҙ. Тәҙрәнән булһа ла күрергә буламы балаларыбыҙҙы? – тине Азат ағай ҡыуанып.
– Юҡ. Иртәгә килегеҙ,бөгөн уларға ял кәрәк,ҡабаланмағыҙ,– тип йылмайҙы шәфҡәт туташы.
Әле генә тәүге һулышын алған сабыйын ҡулына алып әсә кеше улының битендәге һыҙаттарына оҙаҡ итеп текләп ҡарап ултырҙы. Уның был минуттарҙа ниндәй хистәр тойыуын әсәлек бәхетен кисергән ҡатындар ғына беләлер. Сабыйынды ҡулыңа алып, уның йөрәк тибешен, тын алыуын ишетеү менән кисерелгән ғазаптар, ауырлыҡтар шунда уҡ онотолалыр ул.
– Улым, балаҡайым минең, бәхетле генә бул! Хоҙайым, улыма һаулыҡ бир, ғүмер бир. Беҙ бирешмәҫбеҙ. Атайың булмаһа ла, мин көслөмен, бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырмын, – тине икенсегә әсә булыу бәхетен татыған Гүзәл сабыйын ҡосоп. Ә үҙенең башында: “Ни эшләргә? Ул бит мине генә түгел, Гөлсөмдө лә алдап йәшәп ята. Бәлки миңә ул ҡатынға барыһын да һөйләп аңлатырғалыр?” – тигән уйҙар ҡайнаны.
Уйҙары Гүзәлгә тынғылыҡ бирмәне. Шәфҡәт туташы килгәс ул беренсе ҡаттағы бер ҡатынды күрергә кәрәклеген әйтте. Гөлсөмгә төшөп килергә, йәки уның үҙенең килеренә рөхсәт һораны. “Был минең өсөн һәм уның өсөн бик мөһим”, – тине ҡапыл.
– Уларҙы бит ҡайтарҙылар, – тине лә Гүзәлдең кис булһа ла ҡайтарыуҙарына аптырауын күреп, – Ире килеп табип менән һөйләште. Иртәгә эшкә китә икән, шуға табип ҡаршы булманы. Ҡайтты ул Гөлсөм, ҡайтты, – тип сығып китте.
“Эшкә? Ниндәй эш икән? Вәт килештерә икән...” – Гүзәл үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы.
***
Биш көн үтеп тә китте. Улы тыуғандан алып берҙе лә килеп күренмәгән Булат бөгөн сабыйын ҡаршы алыр микән? Шундай уйҙар менән Гүзәл сабыйын күтәреп, сығырыу бүлмәһенә ҡарай атланы. Ишекте асып сыҡҡас та, унда әсәһе, атаһы һәм бер тыуған ҡустыһы көтөп тора ине.
– Ҡотлайым, бәхетле булығыҙ! Улығыҙ имен-һау үҫһен, тип сабыйҙы Мөхтәр ҡустыһына тотторҙы.
– Был бәхетле көнгә кейәү ҡайтып өлгөрмәне. Ярай, имен йөрөһөн атайың, – тип ҡуйҙы Азат ағай ейәненә ҡарап.
– Ҡыҙым нисек? Ғәлиә мине юғалтҡандыр инде. Иламаймы? – тип һораны Гүзәл әсәһенә ҡарап.
– Ул һине өйҙә көтә, йоҡлап ятҡас, уятып торманыҡ. Мин һиңә әйтмәнем бит әле – ҡәйнәң ултыра башланы. Йүгереп тә китер әле ҡоҙағый, – тине уныһы йылмайып.
***
Ҡайтып етеп, өйгә инеүҙәре булды Ғәлиә "әсәй" тип ҡысҡырып Гүзәлде ҡосаҡланы.
– Ҡыҙым, мин бәләкәс кенә бәпес алып ҡайттым, – тип улын күтәреп алғы өйгә инһә, ҡаршыһында Булат баҫып тора. Ун күреп ҡатын аптырап уҡ китте.
– Улым, минең улым ҡайтты! Беренсе улым! – тине атай кеше төргәктәге сабыйға ынтылып ҡарап.
– Эйе, атыу ҡыҙҙарың тыуып тик тора шул, – тине ҡырыҫ ҡына.
Дамира апай йүгереп йөрөп өҫтәл ҡора башланы. Булат улын әсәһенең алдына алып барып һалды.
– Тьфу-тьфу, собханалллах, бәләкәсте! Атайы бит был, хас атайы! Иии, бәләкәсте, – тип Мәстүрә әбей ейән һөйөп туя алманы.
Бар ғаилә өҫтәлде Мәстүрә апай эргәһенә яҡынайтып, табын артына ултырҙы.
– Исемде кем тип ҡушағыҙ? Уйланығыҙмы, кейәү? – тип Дамира апай кейәүенә ҡараны.
– Мин уға исем ҡуштым. Документтары бар уның, – тип иренән алда әйтеп һалды Гүзәл.
– Нисек инде, ә минең менән кәңәшләшергә булманымы ни? – тине Булат ҡатынына ҡарап.
– Беләңме нимә? Һинең менән ана бүтәндәр кәңәшләшһең! – тине уныһы иренә ҡырыҫ ҡына итеп.
– Кем тип ҡуштың шунан?
– Мирас.
– Кем? Мирас? – тип ҡабатлап һораны Булат.
– Ә ниңә, Мирас бик матур исем, – тип ҡуйҙы Мәстүрә апай. Ҡоҙағыйын Азат ағай ҙа хупланы һәм кейәүенә мөрәжәғәт итте:
– Кейәү, инде һин ике бала атаһы, ғаиләң ҙурайҙы. Һин ғаиләң өсөн яуап бирәһең. Улыңа, ҡыҙыңа өлгөлө атай бул, еңел уйҙарҙы башындан алып ташлап, ҡайышты тағы ла һыға тартып эшләргә тура киләсәк. Балалар алдында һүҙгә килешеп, ирешеп ултырмағыҙ. Һин дә, ҡыҙым, ҡайһы саҡ телеңде тыя бел, – тип Гүзәлгә ҡарап ҡуйҙы. Унан улар хушлашып, ҡайтыр юлға сыҡты.
– Гүзәл, һин юрамал улыбыҙға Мирас тип исем ҡуштыңмы? Иртәгә үк барып исемен алмаштырабыҙ, – тине Булат ҡайны-ҡәйнәһен оҙатыу менән.
– Юҡ, һин ҡыҙыбыҙға үҙең исем ҡуштың, малайға мин ҡушам. Ана, бар ҙа Гөлсөмгә указ-приказ бир. Миңә приказ бирмә! Барыбер кире уйламаясаҡмын, – тине Гүзәл.
– Ниндәй Гөлсөм? Тағы нимә уйлап сығарҙың ул?
– Ҡәйнәм, улығыҙҙың тағы бер ғәиләһе бар. Улығыҙ бигерәк етеҙ булып сыҡты. Уның ҡыҙы тыуҙы мин больницала ятҡанда!
Мәстүрә: "Ыста... Ысынмы, Булат?” – тине ҡаушап.
– Гүзәл, һиңә уны кем әйтте, кем? – тине ир ҡысҡырып.
– Кем булһын? Кем больницаның тәҙрә төбөндә: “Гөлсөм, рәхмәт ҡыҙым осөн! Бәхетле иттең!” – тип ҡысҡырып торҙо һуң? Мин түгел тип әйтмәксе булаңмы?..
Булат бер ни өндәшмәй сығып китеү яғын ҡараны.
– Эй, Аллам, был кемгә оҡшап улай булып сыҡты һуң? Кемгә?.. Мин бит уны бар көсөмдө һалып тәрбиәләнем, – тип Мәстүрә инәй күҙҙәре йәшләнеп ултыра бирҙе.
Тышта оҙаҡ ҡына тапанып тороп тағы ла өйгә инде Булат. Йоҡоға әҙерләнеп йөрөгән ҡатыны янына килде.
– Гүзәл, аҙаҡҡы мәртәбә әйтәм, улыбыҙҙың исемен алмаштырайыҡ. Юғиһә, мин бөтөнләйгә сығып китәм, һин мине башҡа күрмәйәсәкһең, – тине тыныс ҡына.
– Юҡ, тинем, юҡ – Ҡатындың яуабы ҡыҫҡа булды.
Булат бер ни өндәшмәй кейемдәрен йыя башланы. Был ҡылығын күреп аптыраған әсәһенә:
– Ана, киленеңдән һора нимә булғаның, – тип ишекте шарт ябып сығып та китте.
– Нимә оҡшаманы? Улымдың исеме оҡшаманы! Сөнки мин Булатҡа үс итеп элекке йөрөгән егетемдең исемен ҡуштым. Үсемде алдым, – тине Гүзәл.
– Килен, һинең үҙенә лә тыныс тормош оҡшамай, шикелле. Шул әсе теллелегең арҡаһында бар ошо ғауғалар килеп сыға ла – мин шуны аңланым. Кемгә оҡшап һин ундай уҫалһың? Ҡоҙа ла, ҡоҙағый ҙа һәйбәт кешеләр. Ир кеше бала кеүек бит ул. Уларға аҙыраҡ йән аҙығы осөн йылы һүҙ ҙә кәрәк. Ә һин, ҡырын һаплап, бар ерҙән иреш сығарырға тораң. Ҡаты бәғерлеһең. Булат бит ҡайтты, нишләп һуң аҙыраҡ ир кешенең һүҙен һүҙ итмәҫкә? Наҙлы ҡатындар күп һәм һин ундай ҡаты йөрәк булғас, ирең шундай ҡатындарға ҡарай инде. Бында төп ғәйеп һиндә, килен, һиндә – тине ҡәйнә ярһып.
– Эйе, һин улыңа тейешле тәрбиә бирә алмаған өсөн мин ғәйепле икән. Барыһына ла мин гәйепле. Мин ҡаты йөрәк булһам, һинең аҫтың сереп ятыр ине. Кем һине ҡарай, улыңмы, минме? Миңә ундай һүҙҙәр әйтергә, ҡәйнәм, һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ! Белдеңме? Ғәйеп һиндә! Бына мин улымды тейешле итеп, ысын ир итеп тәрбиәләйәсәкмен, белдеңме? – тип Гүзәл ҡәйнәһенә ҡысҡырҙы.
– Һин миңә ҡысҡырма! Мин һинең ата-әсәйеңдәрҙән дә өлкән кеше.
– Ана шул әсәйҙәр ярҙам итмәһә ,беҙ күптән астан үлгән булыр инек. Булаттың өс тин эш хаҡы, уныһын да бисәләренә бүлә!
Ҡәйнә менән килендең ҡыҙыу бәхәс-ирешен Мирастың илауы бүлде.
***
Шул көндән Булат һыуға батҡандай юғала. Бер көн иртәнсәк: “Әсәй, хәлең нисек?” – тип бер 15 минутҡа инеп сыҡҡандан һуң тағы ла ярты йылға юҡ була. Гүзәлдең ире менән мөнәсәбәттәре ауыр булһа ла, уны һағына. Ҡайтһа, индерер инем, тигән уйы ла бар.
Ике бала менән донья йөгөн тартыуы ауыр булһа ла, әрһеҙ ҡатын бирешмәй, малын да көтә, ҡош-ҡорт та аҫрай. Ата-әсәһенең ярҙамы ла тейеп кенә тора. Ә Мәстүрә апай, яҡшылап ултыра башлағас, ейәнен ҡараша, хатта ейәне янында йоҡлап киткән саҡтары ла йыш була. “Тас Булат был, шул тиклем оҡшар икән,” – тип һамаҡлап ултырырға ярата. “Холҡо оҡшамаһа булды” – тип өҫтәп ҡуя килене.
Бер көн иртә менән йәш бала тотҡан ҡатын килеп инә. Был Гөлсөм булып сыға.
– Һаумыһығыҙ, миңә Булат кәрәк ине, тип өндәшә Мәстүрә апайға ҡарап.
Кер йыуып торған Гүзәл тасын тотоп килеп сыға:
– Юҡ! Мин уны ҡасандан бирле эҙләйем. Миңә ул ошонда йәшәй, тип ебәрҙеләр, – тине ҡатын биттәре ҡыҙарып.
– Булат күптән беҙҙе ташлап сығып китте. Һине лә ташлаған, тимәк. Теге ауыл кәнтәйе Зифала йәшәйҙер, – тине Гүзәл.
– Ул Зифа ҡайҙа йәшәй ул?
– Әйҙә барайыҡ, минең үҙемдең дә һорауҙар бар ул ҡатынға, – тип Гүзәл Гөлсөмдө эйәртеп Зифаның йортына табан атланы. Ләкин өйҙә Зифаның улы ғына була. Ун йәшлек малай “Булат ағай беҙҙә йәшәмәй”, тигәс, бала кеше алдамаҫ, тип һүҙенә ышаналар.
Гүзәл аптырана, ҡәйнәһе лә улы өсөн ҡайғыра башлай. Инде милицияға мөрәжәғәт итергә тип уйлап йөрөгәндә бүләктәр, күстәнәстәр тотоп, бик йонсоған Булат ҡайтып инә. Уның ҡиәфәтенә ҡарап Гүзәл йәлләп ҡуя. Баҡһаң, Булат шахтала эшләп йөрөгән.
– Гүзәл, инде беҙҙең балалар бар. Яңынан йәшәп ҡарайыҡ. Мин инде үҙгәрҙем, үҙемдең яңлышлыҡтарымды аңланым. Хәҙер бөтөнләй тормош икенселәй буласаҡ, тип ҡатынын өгөтләй.
– Булат, мин инде һиңә ышанмайым. Шулай ҙа балалар хаҡына ғына тағы бер шанс бирәм. Тағы ла йөрөр булһаң, сығарып ебәрәм, – ти Гүзәл.
“Балалар хаҡына ғына...” Эйе, күптәр ғүмерҙәрен шулай уҙғара. Балалар – уларға яҡшы булһын, тере атайы була тороп, үҙҙәрен йәтим тоймаһындар. Атай кеше булһа, донья етеш булыр, балалар ҙа туҡ булыр, тигән уйҙар менән ирен кире индерҙе шул Гүзәл. Ләкин Булаттың “иртәгә эшкә китәм” тиеүе бер йылға һуҙылып китте. Мәстүрә апайҙың бәләкәс кенә пенсияһы тоҙ менән шәкәрҙән артмай.
Әммә тормош дауам итә. Гүзәл “аҡса юҡ” тип өйҙә илап ултырған ҡатындарҙан түгел. Ашханаға эшкә сыға. Ашнаҡсы эше, әлбиттә, еңелдән түгел. Ҡайһы саҡ хужалар банкет ойошторһа, эштән һуң ҡайтып ингән саҡтары ла йышая. Үҙе онотҡанда бер колым алып эшләгән Булатҡа ҡатынының эштән һуңлап ҡайтыуы оҡшамай, өйҙә йыш ҡына тауыш сыға башлай.
Бер көн Гүзәл шулай тағы ла эштән һуңлап ҡайта.
Булат бер ни өндәшмәй сығып китә. Ул шулай һәр талаш һайын сығып киткәс, Гүзәл был юлы иренең артынан ипләп кенә күҙәтмәк була. Иренең тура Зифаның йортона инеп китеүен күреп, йәне әсеп, тура әхирәте Сәлимәгә инә.
Сәлимә һуң ғына килеп ингән әхирәтен:
– Ыста, нимә булды? – тип өаршылай.
– Сәлимә, мин шул тиклем арыным... Булат менән беҙҙең арала һәр саҡ шул Зифа булыр микән? Шул ҡатынды тотоп сәсен йолҡҡолар инем, – тип һүҙ башланы Гүзәл.
– Бында мин, кәнишнә, Зифаны яҡлашмайым. Ул янғыҙ ҡатын. Ә бына ирең һинең һаман да үҫеп етмәгән малай-шалай кеүек. Йүнләп эшләмәй, бисәләр менән теттерә. Мин һинең урында булһам, уның арт яғына күптән типкән булыр инем. Доньяңда үҙең ир – үҙең бисә. Ул һине артҡа һөйрәй, – тине асыуланып Сәлимә.
Гүзәл йоҡлай алмай: “Эйе, Сәлимә дөрөҫ уйлай. Нимәгә кәрәк ундай ир?” тип уйҙарға батып ятҡан саҡта ире ишекте емерә яҙып ҡайтып инде. Арыу ғына һуғып алған ир:
– Ҡайҙа ул? Ҡайҙа һинең Мирасыңдың көсөгө,уйнаштан тапҡан балаң? – тип туп-тура өләсәһе янында йоҡлап ятҡан ике йәшлек бала янына атланы.
Гүзәл йоҡоло күҙҙәре менән әле эштең нимәлә икәнлегендә аңламай:
– Булат, һин нимә эшләйһең? – тип иренең беләгенә йәбеште.
– Бирмәйем! Кит! Иң беренсе мине үлтер, баламды бирмәйем! Эт кәнтәйе нимә тип ҡотортоп ҡайтарҙы тағы? – тип ҡысҡырҙы Мәстүрә йоҡлап ятҡан ейәнен ҡосаҡлап.
Булат Гүзәлде шунда уҡ тибеп осороп, әбейҙең инде көстәре бөткән ҡулдарынан баланы тартып алып, стенаға һуғып осорҙы. Ике йәшлек бала бер нәмә лә аңламай илай башланы. Гүзәл йүгереп барып улын ҡосаҡланы.
– Хайуан! Үлтерҙең баланы! Сығып кит! Минең башҡа улым юҡ! Һин минең өсөн үлдең! Теймә киленгә, тейһәң, мин һине ултыртам! Үҙем ултыртам! – Мәстүрә апай йән көскә ҡысҡырҙы.
– Уйнаш бисә, уйнаштан бала таптың, уйнашыңдың исемен ҡуштың! Мин сығып китәм, бүтән ҡайтмайым. Һеҙ минең өсөн юҡ! – тип сығып китте Булат.
Мөйөштә улына ҡушылып илап ултырған Гүзәл:
– Ҡәйнәм, бына нисек? Мин уйнаш, имеш. Ә үҙе?.. Ҡайтһа, мин сығып китәм! Баланы әрәм итә яҙҙы, хайуан, – тине.
– Юҡ, килен, һин сығып китмәйһең, ул үҙе сығып китһен. Ҡайтһа, мин уны үҙем ҡыуып сығарам. Был өй – минең Мирас улыма. Әгәр ҙә минең ҡыйығым китеп, һеҙҙе ҡыуа башлаһам, мине сығарып ташлаһаң-ташла, үҙегеҙ бында йәшәгеҙ. Иртәгә үк нотариус саҡырт, мин өйҙө ейәнемә яҙам. Хайуан, теге кәнтәй ҡоторта уны. Әллә берәй ырымдар менән сихырлап ҡуйҙы инде, аптырайым, нисек инде бәләкәс кенә малайҙы осора һуғып була һуң тине?..
– Һин ысын Булатты сихырланған тип уйлайһыңмы? Булмаҫтыр ул.
– Эй, килен, һин белмәйһең хәҙер ниндәй ҡатындар бар. Беҙ үҙебеҙ ундай эш менән булмағас белмәйбеҙ. Сихыр бар нәмә, Хоҙайҙан ҡуркмағандар, – тип ҡуйҙы ҡәйнә кеше.
Был көндән һуң тыныс тормош менән йәшәй башлай Гүзәл. Эштә лә ҡатындың уңғанлығын,йор һүҙлелеген иҫәпкә алып, өлкән ашнаҡсы итеп ҡуялар. Бәләкәй улына ла балалар баҡсаһынан урын бирәләр. Өлкән ҡыҙын, ауылдағы мәктәптә бары өс класс ҡына булғас, өсөнсө кластан һуң интернатҡа уҡыуға бирә.
Донья етешле булып йәшәй башлағас ҡәйнә кеше аҡсаһын “үлемгә йыям”, тип йәшереп тота башлай. Әлбиттә, эштән һуң ҡәйнәне тәрбиәләү Гүзәлдең ҡулдарына төшә.
Бер көн Мирас улы:
– Әсәй, һин дә ҡартайғас миңә аҡса бирәһеңме? Өләсәй атайға бирә бит, – тип әйтеп һала.
Шулай ҡәйнә кешенең улына һәр саҡ аҡса биреп тороуы асыҡлана. Ҡайһы саҡта өҙөлөп киткән саҡта ла аҡсаһын сығарырға йәлләгән ҡәйнә эшләмәгән улы менән һөйәркәһенә аҡса биреп тороуына йәне көйә килендең.
Бер көн Гүзәл эштән ҡайтышлай ғүмере лә инмәгән Зифа эшләгән магазинға инә. Күҙҙәре уттай йүгереп торған һатыусы Гүзәлде күргәс тә ҡаршыһында торған икенсе ҡатынға былай тип һөйләй башлай: “Аллаға шөкөр, ирем яҡшы аҡса эшләй. Бына көмөштән ошо кулонды алды,” – тип маҡтана. Эштән арып ҡайтып килгән Гүзәлдең был һүҙҙәргә йәне көйә – Зифаның муйынындағы кулонын өҙә тартып алып, үлсәп торған шәкәрен башы аша ҡойоп:
– Мин әбей ҡарайым, һеҙ уның ай һайын аҡсаһын алып йәшәп ятағыҙ! Һеҙ минең балаларымдың өлөшөн ашайһығыҙ! Минең әбейҙе тәрбиәләгән ҡул көсөм һеҙгә төшмәҫ тип уйлайһығыҙмы? – тип ҡысҡырып ҡайтып китә.
Асыуланып ҡайтып ингән Гүзәлде өйҙә тағы ла күңелһеҙ хәл көтә. Ҡәйнәһе электр тикшереүсе килеп: “Электән килгән бурысығыҙ бар, иртәгә үк түләгеҙ, юғиһә, килеп ҡырҡабыҙ” тип иҫкәртеп киткәнен әйткәс, килен:
– Ҡәйнәм, эш хаҡы алырға ваҡытым етмәгән, теге үлемгә һалған аҡсағыҙҙы биреп тороғоҙ. Мин алғас та һеҙгә ҡайтарам – тип ҡәйнәһенән һорай.
– Эй, килен, аҡсам юҡ шул, Булатҡа биреп торғайным...
– Нисек инде? нишләп һәр саҡ һин уларға аҡса бирәһең? Мин һине ҡарайым, тәрбиәләйем. Мин дә бит арыйым, миңә лә бит ике баланы аҫрар кәрәк. Ә һин улың менән ң һөйәркәһенә ярҙам итәң, – тип Гүзәл ҡәйнәһенә ҡысҡыра.
– Килен, һин бына үҙең уҫалһың, аҙыраҡ ҡына йомшағыраҡ булһаң ине. Минең улым шул ҡатын менән бәхетен тапты. Шуға мин улар йәшәһен өсөн барыһын да эшләйем, ярҙам да итәм – тине Мәстүрә апай.
Гүзәлде был һүҙҙәр сығарынан сығарҙы.
– Етте, ҡәйнәм! Мин арыным! Дүрт йыл буйы һине ҡараным, тимәк, мин – насар, уҫал! – тип әбейҙең кейемдәрен төйөнсөккә төрөп асыҡ торған ишектән ташланы. Үҙе әбейҙе ҡултыҡ аҫтынан күтәреп һөйрәп алып тышҡа сығара башланы.
Мәстүрә апай: “Ауырта, ҡулым ауырта”, – тип ҡысҡырһа ла Гүзәл тупһа алдына арба алып килеп, әбейҙе ултыртып, урам буйлап Зифаның өйө яғына юл тотты. Артынан Мирас улы йүгерҙе.
Урамда ҡаршы осраған күрше Шафиҡ ағайҙың:
– Әбейҙе ҡайҙа алып киттегеҙ? – тип аптырап һорауына өс йәшлек Мирас:
– Өләсәйҙе ҡыйлыҡҡа ташлайбыҙ! Иҫкерҙе, аҡсаһы бөттө, – тине.
Асыуы килеп барған Гүзәл улының был һүҙенә көлдө, ләкин кире боролманы, Зифаның ишек алдына барып инде һәм әбейҙе ҡалдырып:
– Кемгә аҡсаңды бирәһең, шунда йәшә! – тип ҡапҡаны шарт ябып сығып та китте.