Аҙағы. Башы ошонда
Ул таң һарыһында Шаһиҙәнең ҡағылыуына уянып китте. Ҡыҙҙың сырайында шөбһә, ғәжәпләнеү, шул уҡ ваҡытта ҡыуаныс ишараты...
– Мин төшөмдөң дауамын күрҙем, – ти ул. – Уянғас, палатканан сығып ҡарағайным – таныным. Был, ысынлап та, былтырғы урын. Тик палаткалар үткән йыл теге яҡҡараҡ уйһыуға ҡоролған булған. Эргә-тирәлә билбыуарҙан бесән, аяҡ аҫтында еләк, мең төрлө сәскә ине. Бынау йылғала сынаяҡ аҫты ҙурлыҡ эре аҡ томбойоҡтар сәскә атып ултыра ине. Быйыл бында уларҙың береһе лә юҡ. Ә миңә туҡтауһыҙ ингән төш гел генә ут көлтәһе менән өҙөлә ине. Имеш, мин түҙгеһеҙ ауыртыуҙан һушымды юғалтам. Ә был юлы...
Төшө шул тиклем асыҡ, сағыу, хатта Шаһиҙәгә уны һөйләгәндә, был бер ниндәй ҙә төш түгел, ә ысынбарлыҡтың үҙе кеүек тойола.
...Бына ул, күпмелер һушһыҙ ятҡандан һуң, күҙен аса: күктә йондоҙҙар емелдәй, уларҙың бөләңгертләнә башлауынан төндөң таңға ауышыуын белеп була. Иҫе ҡайтыу менән ул, тирә-яғында, өҫтөндә, аҫтында мыжғытҡан мәхлүктәрҙең йылан икәнен самалап, һикереп торҙо. Аяғы тайып, имәнес йомғаҡҡа таянды ла, ҡалҡа һалып, ҡайҙа баҫырға, нимә ҡылырға белмәйенсә тораташ шикелле ҡатты. Тик былай тороп аҡылдан шашырға мөмкин! Тере ағымдың тау битләп аҫҡа шылғанын абайлап, шулай уҡ аҫҡа ырғылды, аяғы ергә тейгән урында тейҙе, теймәгәнендә – юҡ. Һөҙәгерәк ергә еткәс, ниһайәт, табаны аҫтында тупраҡ тойҙо. Уйһыуҙа ағарып торған палаткаларға илткән һуҡмаҡ һил. Был мәхшәрҙән ҡото алынған ҡыҙ тиҙ генә инеп йоҡо тоғона сумды ла ҡалтыранып тирә-йүнгә ҡолаҡ һалды. Бер аҙҙан ниндәйҙер кешеләрҙең мыңғырлап һөйләшкәне ишетелде. Шаһиҙә ярыҡтан ғына тышҡа куҙ ташланы: таңғы шәфәҡтең алһыу яҡтыһында ике ир берәүҙе мәйет кеүек күтәреп килә. Ирҙәрҙең береһе – Батр. Бына күрше палатканан ҡатын-ҡыҙҙар тауышы ишетелде. Шаһиҙә тышҡа тағы ла нығыраҡ һонолдо. Ирҙәр балаҫҡа төрөлгән кәүҙәне ҡәҙерләп кенә ергә һалды.
«Әллә берәйһе үлгән инде», – тип шомланды ҡыҙ. Ул арала оҙон сәстәренә генә уранған һомғол буйлы шәп-шәрә ҡыҙ йәнһеҙ кәүҙәгә ҡапланды. Башҡалар уларҙың икеһен бергә, мәйетте япҡандай, ап-аҡ япма менән бөркәне лә дүрт яҡтан аяҡтарын салып ергә ултырҙы. Тын ҡалдылар. Тирә-яҡ та тын. Инде таң да тыуған, ә ҡоштар һаман һайрамай. Ҡояш бына-бына тау артынан былҡ итеп көлөп сығасаҡ, ә уларға мәҙхиә йырлай торған сиңерткәләр һаман өнһөҙ. Ысынлап та, ниҙер булған бөгәсә төн. Ниндәйҙер дәһшәтле тантана тетрәткән тәбиғәтте...
– Был төш түгел, – тине Юламан иғтибар менән тыңлап бөткәс. – Ҡунаҡтар хәтереңде тәфсилләп таҙартҡан, ниндәйҙер серҙе бик ныҡлап йәшергән. Әле аң йоҡлаған ваҡытта хәтирәләрең биктәрҙе үтеп төшөңә сыға. Тик нимәләр булған һуң бында? Шуныһын нисек белергә ?
Тамаҡ ялғап алғандан һуң тауға менеп тирә-йүнде ентекләп тикшермәксе булдылар.
Салт аяҙ һоҡланғыс иртә. Мул төшкән ысыҡ кипмәҫтән үк ҡуҙғалдылар. Әммә тауҙың итәгенән өҫкә күтәрелеп тә өлгөрмәнеләр, киҫәк кенә болот әллә ҡайҙан килеп, тауҙың түбәһенә ялбыр малахай шикелле кейелде лә юл быуылды. Күҙ бәйләне. Аҡ томан шул ҡәҙәрем ҡуйы ине, улар хатта етәкләшкән ҡулдарын да күрмәне.
– Былай булмай. Муйынды һындырып ҡуйыуыбыҙ бар. Хоҙайҙың көнө бөгөн генә түгел. Төштөк аҫҡа, – тип әйтергә мәжбүр булды Юламан.
Ысыҡҡа еүешләнгән таш һәм ҡылған өҫтөнән тайып ҡоламаҫҡа тырышып, табандарын шылдырып, хатта ҡайһы берҙә арт һандары менән шыуышып саҡ төштөләр.
«Ниндәй сәйер урын», – тип уйлай Юламан, үҙҙәре палатка ҡорған аҡланды уратып аҡҡан тар, әммә ярайһы ғына тәрән, тоноҡ йылғаның тын ағышына бағып.
Шаһиҙә ҡыҙыл эңерҙә йылғала һыу инә. Байып барған ҡояштың нурында уның һылыу кәүҙәһе әкиәт ҡыҙыныҡылай ялтырай. Ҡалын сәстәре һыуһылыуҙың алтын сәстәре кеүек арҡаһын япҡан.
Ғәҙәтенсә аяҡ салып ултырған Юламан уны күрә лә, күрмәй ҙә, уйлай ҙа, уйламай ҙа.
– Һин бик матурһың, – ти ул көтмәгәндә. Ҡыҙ өндәшмәй. Егет уның арҡаһы көсөргәнеүҙән, һүҙҙең дауамын көткәнен шәйләй. – Хоҙай һиңә һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ буй-һын биргән. Һин уның ҡәҙерен беләһең. Ямғыр алып килгән болот кеүек ҡабарынҡы сәстәрең дә матур, һин сәсеңде лә тәрбиәләйһең, әллә ниндәй бәлзәмдәр һөртөп үҫтерәһең. – Шаһиҙә һаман да боролмай. Юламандың бығаса ауыҙ асып әйтмәгән маҡтау һүҙҙәренең тиктәҫкә түгеллеген һиҙенгәндәй һағайған. – Тик ни өсөн шундай камил тәндә гел йәрәхәт менән ярғысланған ауырыу күңел? Ул, – егет үртәлеп сағыштырыу эҙләй, – ул бынау әрмәнде үләкһәһенең кипкән тиреһе кеүек, сутырмаҡлы, сөрөш. Ул шундай бәләкәс, тар. Һин кешелеккә мөхәббәт тураһында һөйләйһең. Әммә үҙеңдең ошо йәшеңә тиклем бер кемде лә яратып ҡарағаның юҡ.
Ҡыҙ өндәшмәй. Ул таҫтамалын тотҡан килеш тораташ кеүек ҡатҡан.
– Мин һине рәнйетергә теләмәйем. Мин һине ғәйепләргә лә маташмайым. Бының кәрәге лә юҡ. Мин аңларға теләйем. Ни өсөн? Беҙҙе яҙмышмы, осраҡмы бергә осраштырған һәм инде айға яҡын эйәртенешеп йөрөйбөҙ икән, бәлки, был юҡҡа түгелдер. Бәлки, һиңә ярҙам итеү минең көсөмдән киләлер. Ҡайҙан ул һиндә был рәнйеш, бәғереңде таштай ҡатырған асыу? Мин уны бөтөн булмышым менән һиҙәм.
Ҡыҙ бер нәмә лә өндәшмәне, яй ғына кейенде лә эргәләге сауҡалыҡҡа инеп юғалды. Бер ҡосаҡ ҡоро-һары йыйып алып төштө. Туҙын мул һалып бәләкәй генә усаҡ яҡты. Усаҡ янына сүгәләгән килеш, ҡымшанмай ҙа ултырған Юламанға ҡарамайынса:
– Боҙға һәм... – тип башланы Шаһиҙә, үҙе лә көтмәгәндә. Шунан ҡапыл ҡурҡҡан һымаҡ тынып ҡалды.
– Һәм... – Уның кеүек үк утҡа текләгән Юламан һаҡ ҡына артабан дауам итмәккә өндәне.
– Һәм дә ир менән ҡатынға рәнйейем мин.
...Сатлама ҡыш ине. Үҙе зәһәр, үҙе ап-аҡ йомшаҡ. Донъя шундай салт аҡ, әйтерһең, селтәрҙән биҙәнгән йәш кәләш.
Эңер яңы зәңгәрләнгән мәлдә тауҙан һырғалаҡ шыуа инек күмәкләп.
Рәйес тигән малай, атайымдың улы, ҡыҫҡа ғына пластмасс саңғыларын тағып килгән. Шул тиклем шәп шыуа. Минең шуға ҡаным ҡарая. Ҡалышмаҫҡа тырышам артынан. Ә ул, әйтерһең дә, ирештерә. Бөтәбеҙ ҙә шыуған түң аҫтында туҡтап тормай, урам аша үтеп, яр аҫтынан боҙға тиклем етә. Мин дә йән көсөмә уның ыңғайына шыуам, гүйә, уны ҡыуып етһәм, яҙмышымдағы яңылышлыҡ төҙәтеләсәк.
Берҙе шыуып төштөк, икене, өс... Ҡатыраҡ төштөммө, көтмәгәндә боҙ уйылып китте лә былҡ итеп һыуға сумдым. Рәйес артымдан шөңгөнө. Сылтырман – бәләкәй, әммә ағымы шәп тау йылғаһы – туңған ерендә туңған, ә ҡайһы бер урындары асыҡ. Тоям, ағым мине боҙ аҫтына һөйрәй. Шул саҡ атайымдың асырғанып текләгән ҡарашын күрҙем. Ул мәкегә атын һуғарырға төшкән. Хәҙер, хәҙер бер генә ынтылһа, икебеҙҙең береһен булһа ла тотоп алып ҡала. Шундай ҡырҡыу мәлдә, үлем менән йәшәү араһында, бер күҙ асып йоморлоҡ миҙгелдә, ышанаһыңмы, мейеһенән ялпылдап үтеп барған уйын абайланым мин күҙҙәрендә. Икеләнеүен күрҙем. Шунан ул малайын һайланы, уны эләктерҙе. Ысын. Ә мин, аҡайған күҙҙәремде уға текләп, боҙ аҫтына киттем. Байтаҡ аҡтым. Асыҡ ергә сыҡтым, йәнә боҙ аҫтына индем. Әллә нисә тапҡыр шулай. Байтаҡ барғас, бата-ҡалҡа килгән ҡыҙыл кәләпүшемдең суғынан һуңлап ҡына кер сайҡарға төшкән ҡыҙҙар тотоп алған.
– Бата-ҡалҡа килгән ҡыҙыл кәләпүшеңдең суғынан... – тип уйсан ҡабатланы Юламан.
– Боҙ аҫтына инеп киткән саҡта тыуған шул рәнйеүем ғүмерлеккә тамға булып ҡалды. Нисәмә йыл үтте – онотолмай.
– Ә әсәйең? Әсәйеңдең бында ни ғәйебе?
– Балаһының атаһынан үҙен яраттыра алмағаны өсөн...
– Ә Рәйес, атайыңдың малайы?
– Ул икенсе ҡатындан. Минең атай, һәләк сибәр егет, армиянан моряк кейемдәре кейеп ҡайтҡас, бер юлы әллә нисәмә ҡыҙҙың башың өйләндергән. Ә икеһе, үрге урамдағы Гөлсөм менән – был Рәйестең әсәһе, арғы яҡтан Зәйнәп – быныһы минең әсәй, айырыуса тәүәккәл булып сыҡҡан. Һәр береһе үҙ алдына, шәп егетте тышап алмаҡсы булып тоҙаҡ ҡорған – ауырға ҡалғандар. Мәле етеп, мәсьәлә ғәләмгә билдәле булғас, минең атай Гөлсөмдө һайлаған.
Урынынан һикереп тороп киткән Шаһиҙә, йәнә бер ҡосаҡ сытыр алып килеп усаҡҡа һалды. Бер юлы шул тиклем ризыҡ өҫтәлгәнгә аҙап ҡалған ялҡын йыуашланды, бер аҙға бөтөнләй баҫылды. Унан ҡапыл ләүкеп тоҡанды ла, ҡурҡыныс сытырлап, шашып яна башланы.
– Шунан һуң айҙан ашыу ауырып яттым, һыу ҙа йотмағанмын, һалҡын да теймәгән...
– Йәнең яраланған.
– Ҡотом осҡан, тинеләр. Өс тапҡыр ҡот ҡойҙорҙолар. Ә миңә шунда атайымдың тик бер тапҡыр ғына килеп: «Ҡыҙым, ғәфү ит мине», – тип әйтеүе етер ине, бәлки. Ул бит уйын аңлағанымды күрҙе теге саҡта.
Бер килке ялҡынға ҡарап ултырҙы ла, тәрән итеп һулыш алғандан һуң, еңел генә итеп һығымта яһап ҡуйҙы:
– Бына шунан һуң ҡалдым мин рухи ғәрип булып.
Юламан өндәшмәне, йыуатырға һүҙ тапманы, кәрәкһенмәне лә, сөнки тормошта бер нәмә лә үҙгәрешһеҙ тормай, яралар уңала, иҫкеһе урынына яңы тире үҫеп сыға. Ә Шаһиҙә күптән инде ҡыҙыл кәләпүшле бәләкәй ҡыҙсыҡ түгел. Был тормошта ун ике йәштән һуң һәр кем үҙен үҙе камиллаштыра ала һәм тейеш. «Эргәңдәге бер бөртөк кешене яратырға эшкинмәһәң, бөтөн донъяны һөйөргә маташып ҡолас киреүендән ни фәтүә?» – тип ҡабатланы эсенән генә. Ошо аяныс һығымта ни өсөндөр әле уның өсөн мөһимерәк ине.
* * *
«Ғүмеремдең һанаулы икәнен белгәнемдә миңә биш йәш ине. Үҙ-үҙемде иҫләй башлағандан алып мине йыл һайын шифаханаға ебәрә торғайнылар. Күнегеп бөткәнмен, кешегә лә тиҙ үк өйрәнеп алам. Яңы дуҫтарым менән сыр-сыу килеп уйнап йөрөй инем, әсәйем менән атайым хәл белергә килде. Мин туҡтауһыҙ шаярам, тотоп тыйырлыҡ түгел. Бер мәл әсәйемдең ҡулынан ысҡынып киттем дә пальма һауыты артына барып йәшендем, Шул саҡ эргәгә атайым менән врачым килеп туҡтаны.
– Ул бит һау-сәләмәт тиҫтерҙәренә ҡарағанда ла етеҙерәк, доктор, – тине атайым.
– Бәләкәй саҡта шулай, – тине профессор. – Ул бик һәйбәт бабай була торғайны, әле һаман күҙ алдымда тора. – Тик ун йәштәргә етә башлағас, майы бөткән шәм кеүек һүнәләр.
Атайымдың башы һәленде. Бер ни ҙә әйтә алманы ул.
– Шуға күрә ҡыҙығыҙҙың йәшәүенең һәр минутын бүләк кеүек ҡабул итегеҙ, бергә булған ваҡытығыҙҙы байрамға әйләндерегеҙ. Мин һеҙгә шуны ғына кәңәш итә алам. – Доктор атайымдың көмрәйеп киткән арҡаһынан яратып һыйпаны ла ғәфү үтенеп китеп барҙы.
Хәҙер килеп аптырайым. Бәләкәй генә булһам да, докторҙың әйткәндәрен мин шунда уҡ аңланым. Әсәйем пальма һауыты артынан килеп тапҡан саҡта, мин һәр минутымдың бүләк икәнен яҡшы төшөнгән батыр ҡыҙыҡай инем. Быға тиклем мин ҡараңғыла яңғыҙ ҡалыуҙан да, өлкәңдәрҙең асыуынан да, башҡа әллә күпме, әллә күпме нәмәләрҙән дә ҡурҡа инем. Ғүмеремдең һанаулы икәнен белеү ҡапыл мине ҡурҡыуһыҙ итте. Иртәгәмдең булмауы мине, әйтерһең дә, әлегә тере сағымда үлемһеҙгә әйләндерҙе. Минең хыялланырға ваҡытым юҡ, шуға күрә мин һәр хыялды ғәмәлгә әйләндерерлек итеп йәшәйем». Шулай тип аңлатҡайны Юламанға Һөйөүе тормоштоң һәр секундын байрамға әйләндереп йәшәй белеүенең серен бер ваҡыт.
* * *
«Изге тауға юл ни өсөн беҙгә ябыҡ икән? – тип баш ватты Юламан. – Ә ят халыҡтың илселәре, улар бит үҙҙәренә ни кәрәген бик һәйбәт белгәнгә оҡшаған. Шулай булғас, ни өсөн улар Шаһиҙәне үҙҙәре менән алып йөрөткән? Уйла, уйла, мейеңде ҡыбырлат!» – тип өгөтләне үҙен.
«Ҡарап тороуға үтә бейек тә кеүек түгелһең. Шулай мәкерлеһеңме ни, эй, тау?! – тип өндәште егет. – Сереңде ныҡ йәшерәһең. Ниңә? Ят бауырҙар һиңә яҡыныраҡ инеме ни?»
Юламан был төндө ошо йылы ергә тамырланған кеүек ҡымшанмай үткәрҙе. Йылға ағышынан, ҡоштар тауышынан, йөрәгенең ҡағышынан, күктән, ерҙән, йондоҙ тәлгәшенән, япраҡтарҙың үҙ-ара бышылдашыуынан, ҡаршы яҡтағы тау битендә утлауҙа йөрөгән йылҡыларҙың муйынына тағылған ҡыңғырау сыңынан билдә, ишара эҙләне, көттө, сос һәм уяу булды. Ә төн, әйтерһең дә, уны юрый үсекләгән төҫлө, һис бер булмағанса һил ине. Хатта ел дә иҫмәне. Офоҡ ҡыҙылға мансылыу менән томбойоҡло йылғаның алһыу һыуына ҡойоноп сыҡты ла Шаһиҙәне уятты.
Йәнә ынтылдылар тауға. Һулыш иркен, тән шул тиклем еңел, күңел күтәренке. Бына оло-ҡара ҡояш йылҡылдап килеп ҡалҡты ла, бөтөн тирә-яҡҡа байрам төҫө бирҙе.
«Кисә мәле етмәгән булған икән шул», – тип кинәнде Юламан эргә-тирәһендәге тантаналы донъяға хайран ҡалып. Тәбиғәттең аяҙ көнгә был ҡәҙәр һөйөнгәнен күргәне юҡ ине әлегәсә. «Бына ошо инде ул билдә! – тип ҡыуанды. – Ыңғай билдә!»
Әммә шул саҡ, әйтерһең дә, ниндәйҙер тыйылған сикте боҙҙолармы ни, күк күкрәне. Баш осонда ҡояш балҡып торғанлыҡтан, йәшнәгәнен дә абайламағайнылар. Ҡул һуҙымындағы яулыҡ ҡәҙәре генә болот ҡапыл ҡабарынып тирә-яҡты дер һелкетә башланы. Күҙ менән ҡаш араһында көн ҡараңғыланды. Йәшен күк батшаһының ҡамсыһы кеүек оҙон булып ялтлай ҙа бер нисә секунд үтеүгә ҡурҡыныс итеп дөһөрләй.
– Йәшендең ҡап уртаһында ҡалдыҡ, – тип ҡысҡырҙы Юламан, ҡурҡышынан ҡолаҡтарын баҫып ергә сүгәләгән Шаһиҙәгә. – Имен саҡта анау үҙәккә, ағаслыҡ араһына төшә һалыр кәрәк. – Әйтеп тә бөтмәне, эргәләге тәпәш кенә йыуантыҡ имәнде йәшен атты. Меҫкен ағас, утлы ҡылыс менән сабып төшөргәндәй, ҡап уртаға ярылды. Мосафирҙар аяҡ аҫтарында ут тоҡанған кеүек, йүгереп түгел, осоп, тәгәрмәләп үҙәккә табан ынтылды. Ә уларҙың тау башына менеүен теләмәгән ҡөҙрәт эйәһе, гүйә, сыбыртҡыһын шартлатып малдарын ҡыуалаған яуыз көтөүсе кеүек, ажарланып арттарынан баҫтыра ине.
Үҙәк буйлап аҫҡа байтаҡ йүгергәндән һуң, хәлдән тайып туҡтанылар. Аһылдашып торғандан һуң аптырап тирә-яҡты байҡанылар. Бында тып-тын.
– Тау үткәрмәй беҙҙе, шул ғына раҫ, – тине Юламан, бер ағас төбөнән сөптөрләп кенә урғылып сыҡҡан шишмәнең һыуын уртлағандан һуң бер йәйпәк ташҡа ултырып алғас.
Ул инде артабан нимә эшләргә лә белмәй ине.
– Аһа, Йыланлы үҙәктә нимә тип йөрөйһөгөҙ ул? Сағылып ҡуйһағыҙ нишләй? – тип һораны шул саҡ берәү. Тертләп ҡараһалар, эргәләрендә өҫтөнә брезент плащ, аяғына резина итек кейгән бер оҙон тороҡло егет баҫып тора.
– Ә һин һуң? – тип һорау менән яуап ҡайтарҙы Шаһиҙә ҡырыҫ ҡына. – Үҙең нишләп йөрөйһөң?
– Аһа, Шатморат мин. Йылан аулаусылаһаң, – тип ғәжәпләнде егет.
– Һинең Шатморат икәнеңде беҙ ҡайҙан белергә тейеш һуң? – тип уның үҙе кеүек үк һыңҡылдап һораны Юламан, көлөмһөрәп.
– Йыланлы үҙәктә минән башҡа кем йөрөһөн? Был тирәне туристар ҙа урап үтә. Көтөүселәр малы аҙашһа ла инмәй бында. – Егет ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайҙы. Уның баҡыр төҫөнә инеп янған яғымлы йөҙөндә тигеҙ тештәре матур булып ялтырап китте. – Бына, – тип аяғы эргәһендә ятҡан киндер тоғон ҡалҡытып күрһәтте. Эсендә нимәлер ҡыбырлаша. Көндәр буйы япа-яңғыҙ тау-урман ҡыҙырған егеттең һөйләшкеһе килеп кенә тора, ахыры.
Юламандың:
– Шунан уларҙы нимә эшләтәһең? – тип ҡыҙыҡһыныуына:
– Итен бешереп һатам, – тип шаяртты. Тегеләрҙең йығылып ятҡан ағас олонона терәлергә самалауҙарына ҡысҡыра һалды:
– Уй, ултыра күрмәгеҙ! – Шунан, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй аҫҡа әйҙәне. Юламанды етәкләп үк алды. – Һеҙҙе һил ергә апсығып ҡуймай булмай, – тип һөйләнде. – Апай, эйәр. Ситкә тайпылма, ошо һуҡмаҡ менән генә атла.
Аҫҡа, суйыр таштар өҫтөнән һикерә-һикерә сылтырап ағып ятҡан шишмә буйына төштөләр. Ситтәрәк, ҡарт имән төбөндә йәтеш кенә ҡыуыш. Тағы ла арыраҡ усаҡ урыны. Тағанға аҫылған күпте күргән ҡара сәйнүктең ҡыйшайған морононан боҫ бөркөлөп тора.
– Ултырышығыҙ, – тине егет күк һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙ һөйрәп сығарып. – Был үҙәктә бит башҡа йылдары үткеһеҙ була торғайны. Йыландар бер-береһенә уралып, йомарланышып яталар ине. Шуға күрә кеше түгел, мал да инмәй унда, – тип ҡабатланы. – Ә һеҙ рәхәтләнеп йөрөп ятаһығыҙ.
– Әллә, берәү ҙә осраманысы, – тине Шаһиҙә.
– Ысынлап та, быйыл йылан нишләптер аҙ. Шулай ҙа, уйламаған ерҙән килеп сығалар. Ә сөрөк ағасҡа әллә нисәмәһе бер юлы күкәй һалырға ингән була.
– Ә шулай ҙа тотҡан йыландарыңды нимә эшләтәһең? – тип Юламандың һорауын ҡабатланы Шаһиҙә.
– Бизнес, – тип һуҙҙы егет көлөп. – Минең бизнес ул.
– Юҡ, һин, моғайын, шпиондыр, – тине Юламан егеткә һынап ҡарап. – ЦРУ, йә Моссад.
– Нишәп?
– Нишәп, нишәп, – тип үсекләне Юламан. – Күп һөйләгән булаһың да яуаптан ҡасаһың. Сер йәшерә беләһең.
– Уның ниндәй сере булһын инде. Һеҙ ҡырҙан килгәнгә генә белмәйһегеҙ. Йылан, баҡа тотоп йөрөгән кеше осрай икән, барыһы ла белеп тора: Шаһисолтан олатайҙың заказын үтәйбеҙ.
– Ә кем ул Шаһисолтан олатай?
– Бәй, һеҙ күктән төштөгөҙмө әллә? Беҙҙең данлыҡлы йылан арбаусыны ла белмәгән кеше бар икән дә баһа был донъяла!
– Алыҫтан килеүебеҙ шул. Шуға күрә томанабыҙ, – тине Юламан ғәфү үтенгәндәй. – Йылан күп тип беҙҙең ҡотто алдың. Ә үҙең аҙна буйы йөрөп биш-алты йылан тоттоңмо?
– Әһә, һиңә! Теләһә ниндәй йылан кәрәкмәй шул олатайға. Йәше, төҫө, холҡо буйынса ниндәйе кәрәк, барыһын да әйтеп ебәрә. Ә теләһә ниндәй йылан өсөн бында ла килеп йөрөмәйем мин. Утыҙ саҡрымға. Үҙебеҙҙең тирәлә малай-шалай ҙа тотоп бирә уны.
– Холҡо, тиһең. Холҡон ҡайҙан беләһең? Ул олатайға йыландың холҡо нимәгә кәрәк?
– Йыландың да бирлеһе була, аҫтыртыны, яһилы. Өгөткә килгәне, килмәгәне.
– Уны ҡайҙан беләһең?
– Бына шуны белгән өсөн дә оҫта булам инде мин. Баҡа аулап йөрөмәйем бит, – тип йәнә тештәрен йылтыратты ла, итеген ҡабат кейеп, йыйына башланы. – Берәүҙе бая абайлай биргәйнем. Тотоп булһа, бөгөн ҡайтылыр.
* * *
– Шаһисолтан бабайға барабыҙ тиһегеҙ инде. Тау-таш араһынан шул тиклем араны ҡалайтып үтерһегеҙ икән һуң? Мин һыбай ғына килгәйнем бит әле, – тине Шатморат һунарын теүәлләгәс.
– Теге яҡтан машина юлы бар бит.
– Ул Өфө яғынан. Ә беҙҙең ауылға ныҡ урау була. Ярар, бер әмәлен табырға тырышырбыҙ. Йылҡы көтөүселәргә барып йәпәтникләнеп ҡарамағанда. – Егет елкәһен тырнап торҙо ла тишә ҡараны:
– Бер яртығыҙ бармы?
– Юҡ шул.
– Кеше ауылға валютаһыҙ киләме? Келтер-келтер арбала ғына барыр инегеҙ.
– Һөйләшеп ҡараһаҡ?
– Әхмәҙулла ағайҙың теше һыҙлай. Шатун айыу кеүек ажғырып йөрөй. Эргәһенә яҡын килерлек түгел.
– Теше һыҙлай, тип бая уҡ әйткән булһаңсы. – Юламан еңел һуланы. – Мәсьәлә хәл ителде былай булғас.
– Нишәп, әллә һин доктормы?
– Һинең олатаң йылан арбай белгән кеүек, мин теште арбай беләм.
– Һы! – тип ышанмайыраҡ ҡарап торҙо егет, унан артынан әйҙәп ҡул һелтәне. – Юлландыҡ, улайһа.
– Егеттәр, бөгөн китә күрмәгеҙ, – тип сат йәбеште икенсе көтөүсе, Юламан Әхмәҙулланы йоҡлатып һуҙып һалғас. – Иртән торһон, теше баҫылғанына тағы бер ышанайыҡ. Атыу аҙна буйы олоп үҙәккә үтте бит.
– Нишләп һуң ауылға ҡайтып врачҡа бармай? Аҡыл теше генә бит. Тамыры ла юҡ.
– Әллә ниндәй бер ҡурҡаҡ әҙәм инде. Айыуҙан ҡурҡмай, бүрене эшкә лә һанамай, ә теш врачынан ҡурҡа.
– Эйе, – тип хәбәргә ҡушылды Шатморат. – Хәнйәр менән айыуға һунарға йөрөй, суҡмар менән бүре һуғып ала. Ысын!
* * *
– Һин үҙең көслө бит, улым, шуны беләһеңме? – тип һораны Шаһисолтан ҡарт юлсыларға сәй эсереп хәл алдырғас. Улар Юламан менән икәүләшеп йәшелсә баҡсаһы эргәһендәге әүеҫлек аҫтына еләҫкә сығып ултырғайны.
– Шулаймы, олатай? – тип өмөт ҡатыш икеләнеп һораны егет. – Быға тиклем белгән кеүек инем, әле бөтөнләй шиккә баттым. Кемлегемде лә, нимә эшләп йөрөүемде лә аңламай башланым. Теге әкиәттәге «Бар шунда – белмәйем ҡайҙа, алып кил шуны – белмәйем ниҙе», тигән кеүек. Тик минең осраҡта хатта «бар, алып кил» тип тәғәйен генә ҡушыусы ла юҡ. Әллә бушты бушҡа ауҙарып йөрөлә? – тип зарланып ташланы.
– Тотош шик-шөбһәгә батып китмәҫ элек, исмаһам, беребеҙҙең кемлегебеҙҙе асыҡлайыҡ, улайһа, – тине ҡарт аҡыллы күҙҙәрен мөләйем емелдәтеп. – Мин – йылан арбаусы. Дүртенсе быуынмын. Был һәләт өләсәмдән күскән, уға үҙ олатаһынан, ул олатайға үҙ олатаһынан. Ни өсөндөр батшабикә быуын һайын түгел, быуын аша ғына рөхсәт итә, ти торғайны өләсәй. Бына минең улымда хатта ҡыҙыҡһыныу ғына ла юҡ, йыландан уттан ҡурҡҡан кеүек, шыр ебәрә. Ә ейәнем нишләп китер инде.
Шаһисолтан ҡарт байтаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы, шунан:
– Мин үҙем былай бәләкәйҙән үк алдым ишараны, – тип һөйләп алып китте. – Атайҙан йәшем дә тулмаҫ борон ҡалғанмын. Әсәм күрше ауылдағы өс балалы тол иргә сыҡҡас, өләсәм менән олатам мине ишле ғаиләгә бирергә йәлләп үҙҙәренә алып ҡалған. Шуға күрә мин һуғыш аҙабын артыҡ күрмәйенсә, рәхәтләнеп кәзә ҡымыҙы менән һыйланып үҫтем.
Бер ваҡыт бәпкә көтөп ултырһам, эргәмдә үҙәккә үткес ыҫылдау ишеттем. Боролоп ҡараһам, сабата дәүмәллек әрмәнде ҙур бер туҙбаш йыланды урта тирәһенән ҡабып алған да, тегенеһе йән әсеһе менән борғалана. Йүгереп барып әрмәндене тотоп алдым да, йыланын һелкетә тартып бер яҡҡа, үҙен икенсе яҡҡа елгәрҙем. Быны күреп ҡалған күрше инәй, уларҙың араһынан әллә нимә һамаҡлап өс-дүрт тапҡыр тегеләй-былай йүгереп үтте лә, арҡамдан тупылдатып һөйөп, өләсәйемә хәбәр һөйләргә инеп китте.
Аҙаҡ өләсәмдән һорап белдем: әрмәнденән йыланды ҡотҡарғас, шул ике аранан өс рәт үткән кеше баланан ҡотола алмай йонсоған ҡатынды һыйпаһа, тегенеһе еңел бушана икән.
Бер көн шулай олатама көтөүгә тамаҡ алып китеп барам, һөҙәк кенә тауҙың битләүенә еткәйнем, түшәлеп ята ҡыҙыл еләк. Ашанды төрөлгән төйөнсөгөмдө ҡуйып торҙом да, ятып алып һоғонам ғына. Таҡыяма ла йыям. Шунан, өләсәмә ҡайтышлай йыйырмын, таңдан сығып киткән олатамдың ҡорһағы асҡандыр, тип, төйөнсөгөм янына килһәм, уға ап-аҡ йылан башын һалып ятҡан. Мин яҡынайғас, ҡалҡып ҡараны. Тамсы ла ҡурҡмайымсы. Ыштан кеҫәмдә еңгәй бүләк иткән ҡайыулы ҡулъяулығым бар ине, шуны алдына түшәнем.
Өләсәйемдең: «Аҡ йыланға оҙаҡ тексәйеп торорға ярамай», – тип киҫәткәне бар ине. Төйөнсөктөң эргәһенән киткәнен көтөп йәнә еләк йыйырға тотондом. Боролоп ҡарарға баҙнат итмәй байтаҡ йөрөнөм. Ҡабат барып ҡараһам – киткән. Ҡулъяулыҡҡа мөгөҙөн һалып ҡалдырған.
– Бәпесемде батшабикә бағышланы, – тип өләсәмдең ҡыуанғаны!
Саҡ ҡына ҙурая биргәс, мине ошолайтып өзләргә өйрәтә башланы өләсәй. Бабай тамаҡ төбөн сайҡаған кеүек саҡ ҡына ғырылдатып алды ла бер мәл боғаҙында көмөш ҡыңғырауҙар сыңғырлай башланы.
– Йылан ишетмәй. Әммә ошолайтып өзләгәнде ярата. Флейта уйнап уны арбайҙар бит, шуның кеүек. Быны ғалимдар, һауала шундай вибрация барлыҡҡа килә лә үҙенә бер төрлө тирбәлеп йыланға йоғонто яһай, тип аңлата, – тине бабай. – Тора-бара өләсәм яйлап ҡына дауалау серҙәрен дә аса башланы. Тик үҙ алдыма дауалай башлағанға тиклем бик оҙаҡ батшабикәнең рөхсәтен көтөргә тура килде.
Хәрби хеҙмәттә инем. Өләсәм әжәл түшәгенә ятҡас, телеграмма ебәреп саҡыртып алдылар. Мәңгелек йортона китер алдынан өйөндә һуңғы төн ҡунғанда йыландарҙың тәҙрәнән килеп ҡарап торғанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Өләсәм бит уларҙы уҫаллыҡ менән буйһондорманы, яҡшылыҡ менән хеҙмәт иттерҙе. Шуға күрә ҡайғырып хушлашҡандарҙыр, тип уйлайым.
Армияла санитар булдым. Ҡайтҡас, фельдшерлыҡҡа уҡып сыҡтым. Уҡығанда уҡ медицина кешенең тәнен тулыһынса белеп бөтөрә алмаясағын аңланым. Сөнки ул уны күңелдән айырып ҡарай. Ә бит әҙәм балаһы – бер бөтөн.
Йылан ағыуының шифаһын рәсми медицина күптән үк таныған. Ә бит йыландың тиреһенән алып мейеһенә тиклем барыһы ла шифалы. Бына мин быҡтырылған итен, тиреһен, төрлө ағзаларын, көлөн – бөтөнөһөн файҙаланам. Яман һүҙҙән, яман күҙҙән йылан башының төнәтмәһе килешә. Шешектән ҡара йыландың быҡтырылған итен биреп дауалайым. Тик бында иң мөһиме – тейешле йолаһын – арбауҙы, урын-еренә тиклем башҡарыу. Аңлауымса, арбауҙың төп тәғәйенләнеше – тирә-яҡ мөхиткә, кешенең тәбиғәтенә маҡсатлы йоғонто яһау, үҙ ихтыярына буйһондороу. Әммә был маҡсат бойомға ашһын өсөн арбау һүҙенең үтә ҡөҙрәтле булыуы фарыз.
Эй, Тәңрем!
Барһың! Берһең!
Оҡшашың юҡтыр!
Ни бойорһаң – була,
Бойормаһаң – булмай! –
тип башлайһың да, сиренә ҡарап дауам итәһең. Быуындан быуынға килгән йәшерен белем ана шунан ғибәрәт.
Тик табип ни тиклем көслө булмаһын, күп нәмә сирле кешенең үҙенә бәйләнгән. Йыш ҡына ул һауығыр өсөн булмышында нимәнелер төҙәтергә тейеш. Ситтән йоғонто яһап ҡына бөтөрөп булмай.
– Ә һин уны, сиренән дауалап булғанды йәки булмағанды, тиеүем, ҡайҙан беләһең, олатай?
– Йыландар батшаһы әйтә.
Юламан был һүҙҙәрҙе уйынмы-ысынмы тип ҡабул итергә лә белмәгәс, өндәшмәне.
– Был ҡарт әкиәт һөйләй, тип уйлап ҡуйҙыңмы? – Табип көлөмһөрәне. – Әммә башҡаларға хаҡ икәнен аңлатып булмаған нәмәләрҙең барлығын, ысын икәнен һин үҙең дә ишетеп кенә түгел, кисереп беләһең. Минең өсөн берҙән-бер дәлил – ауырыуҙы һауыҡтырыу, һауыҡһалар ышаналар, ярҙам итә алмаһам, алдаҡсы, тиҙәр.
Ул кешенең сырхауы үҙәгенә үтеп, һуңғы өмөтөм, тип миңә килеп йығылыуы кәрәк. Әле миндә берәү дауалана. Уға яман шеш тигәндәр. Ә был – язва, ашҡаҙанында. Тәҡдир сире түгел. Яҙмышына төшкән ауырлыҡтар арҡаһында барлыҡҡа килгән.
– Ә тәҡдир ауырыуы тигәнең нимә була, олатай?
– Кешегә үҙгәрер өсөн мөмкинлек бирелә. Шул һынауҙы үткән сағында уның сәләмәтләнеүе, сафланыуы, яҙылып китеүе, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүе ихтимал, һынауҙы тапшыра алмаһа, ситкә тайпылһа, был инде тәҡдиргә әйләнә. Ундай ауырыуҙы дауаларға маташыу, Аллаһы Тәғәләнең үҙенән дә өҫтөн булырға теләү ул. Бик ҙур гонаһ.
Ғөмүмән, миңә ышанысы юҡ икән, хатта иң көслө дарыу менән дә бер кемде лә һауыҡтырып булмай. Нисек дауалайым? Кешене бит мин ярым йоҡлатам, тотош түгел. Сөнки йылан, сирленең ауыҙынан инеп, уның эсен айҡап, бөтөн бысрағын ашап, артынан килеп сыҡһын өсөн кешенең ярым уяу булыуы кәрәк.
Кеше миңә башкөллө ышанһа, әйтерһең дә, дауамыма әйләнә. Йылан иһә уны минең кеүек ҡабул итә. Уны бит мин биш-алты көн алдан әҙерләй башлайым. Өгөтләйем, арбайым. Йылан һынлы йыланды минең хаҡыма йәнен фиҙа ҡылырға разый иттерер өсөн күпме ҡөҙрәт кәрәк, күҙ алдыңа килтереп ҡара әле.
Ул бит эстәге бөтөн сир-сырхауҙарҙы, әшәкене ашап сыға ла, сикһеҙ ғазапланып ятып үлә. Был һиңә юҡ-бар ғына түгел. Конға ике йән эйәһенең дә иң ғәзиз хазинаһы – ғүмере ҡуйылған. Һәм шуларҙың береһе үҙ ихтыяры менән башҡа берәүҙең ғүмере хаҡына үҙәнекенән ваз кисергә тейеш. Был һиңә шурум-бурум ғына түгел. Шуға күрә өс мәхлүктең: минең, сирленең һәм йыландың бер-береһенә тулы ышанысы һәм бер бөтөнгә әйләнеүе кәрәк. Әллә йыланға үҙ йәне ғәзиз түгел тип уйлайһыңмы? – Ярар, улым, – тип урынынан ҡуҙғалды ҡарт. – Мин үҙемә өмөт бағлап ҡайҙан ҡайҙа килгән ауырыуҙарымды бағайым. Ә һин уйлан, фекер тупла. Күрәм, кәңәш-төңәш итәһеләребеҙ байтаҡ.
Табип төп йорттан ситтәрәк, сөптөрләп ағып ятҡан шишмә буйына эре, матур ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған ыҡсым ғына яңы йортҡа табан йүнәлде. Ишек тотҡаһына тотонған ерҙән артына боролоп, уйға батып ҡарап ҡалған Юламанға:
– Һин бит бында тиклем үҙ-үҙеңә ышанған өсөн килеп еттең, – тине лә эскә инеп ките.
– Дөм ҡараңғыла дауалай. Унда өсәү генәләр: йылан, ауырыу кеше лә олатай ғына. Ҡайһы ваҡыт өсәр-дүртәр сәғәт булып китә. – Һөйләшкеһе килеп, баянан бирле уранғылап йөрөгән Шатморат Юламандың эргәһенә килеп ултырҙы. Тик тыйнаҡ егет ҡунаҡтың гәп һатып ултырырҙай кәйефе юҡлығын тиҙ самаланы, эше барлығын иҫенә төшөргән булып китеп барҙы.
«Бында тиклем килеп еттем, – тип уйланы Юламан. – Ә бит теләһә ҡайһы урындан боролоп ҡайтырға ла һәүетемсә йәшәп китергә мөмкин булыр ине». Һәүетемсәме?
Урынынан тороп ихатанан сыҡты, берләм һуҡмаҡтан туғай юлы буйлап китте. Һулап туймаҫлыҡ хуш еҫле саф һауа, әкрен елдә ялҡау ғына шыбырлашҡан япраҡтар, сәскәлә безелдәшкән бал ҡорттары...
Ҡайһы ваҡыт уйҙарҙы артыҡ ҡамсылап ҡыуалай башлаһаң, улар көрсөккә инеп төкәлә. Шул хаҡта уйлап, Юламан бер аҙға йүгәнен һыпырып сәхрәгә сығарған йөк атылай үҙенә ихтыяр бирергә булды. Болон буйлап барған еренән ҡапыл йығылды ла, тумарлап-тумарлап аунап алды. Унан зәңгәр күккә, ап-аҡ болоттарға ҡарап ләззәткә бирелде. Күҙҙәре эленеп онотолғанмы, ирененә үлән ҡыяғы ҡағылғанға иң татлы хәтирәһе алдына килде.
...Янында тубыҡланып ултырған һөйөүе шаяртып үлән ҡыяғы менән уның битен, ирендәрен ҡытыҡлай. Башында аллы-гөллө болон сәскәләренән үрелгән таж.
Һәр өҙөлгән сәскәнән ғәфү һорай-һорай, был тажды ҡыҙ үҙе үрҙе. Ғүмере һанаулы булғанға ул матурлыҡтың ҡәтрәһен дә ҡәҙерләй. Тик яратҡан Юламанының хәтерендә сәскә тажы кейгән гүзәлдәрҙең-гүзәле булып ҡалырға теләүе генә уға шул тиклем матурлыҡҡа ҡул һуҙырға баҙнат бирҙе. Ни генә тимә, ҡапма-ҡаршылыҡтан туҡылған ҡатын-ҡыҙ затынан бит әле ул да. Уның матурлыҡҡа матурлыҡты ҡушып, мауығып таж үргәнен күҙәтеп ятҡан егете донъя наҙынан иҙрәп киткән. Күкрәгендә һанаулы ғына тибешкә көйләнгән һауһыҙ йөрәк һулҡылдамағас, ул хатта ошо ҡабатланғыһыҙ гүзәллекте лә йоҡлап исрафлай ала. Шулай тип уйлай булыр һөйгәне. Ә Юламан уның матурлығына күҙе ҡамашыуҙан һәм йөрәгенә ҡан һауҙырған һағышын йәшерергә тырышып ҡына йоҡлағанға һалышҡан. Күҙҙәрен асһа, хәсрәте эркелер ҙә эргәһендәге бар йәмде көйҙөрөр.
Ә эргәләрендә тормош тантанаһы. Донъя нур менән моңға туҡылған. «Һин ҡотлоһоң, донъям, шунлыҡтан мәңгеһең. Шул ҡотоңдан миңә лә саҡ ҡына өлөш сығар. Ҡосағында тағы ла саҡ ҡына наҙланайым. Егетем хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанын көтөп алырлыҡ ҡына ғүмер бирсе миңә», һөйөүе йәшәйешкә шулай өндәшә. Ул ҡыйыу ҙа, сабыр ҙа. Шуға күрә тауышында бер ниндәй хәсрәт юҡ. Һоҡланыу һәм рәхмәт. «Шөкөрана яралғаныма һәм тыуғаныма, шөкөрана ошо матурлыҡты тойғаныма, ҡотоңа ҡойонғаныма, һөйөүгә тейенгәнемә», – тип һамаҡлай ҡыҙ. Юламан сыҙамай, керпектәре араһынан ғына һөҙөп донъяға рәхмәт яуҙырған һөйгәненә ҡарай. Ә ул бар булмышы менән тормошҡа ғибәҙәт ҡыла. Нәфис кенә күгелйем ирендәре туҡтауһыҙ ҡыбырлай. Был күклек Юламандың ҡанһыраған йөрәген тағы ла нығыраҡ һыҙлатып, һуңғы сабырлығын йырта. Ул баш осонда ғына тамылйып бешкән еләкте өҙөп ала ла, уның алын һөйгән ирендәрендә мәңгелеккә ҡалдырырҙай теләк менән буяй. Йәнендә әрем әсеһе, ирендәрендә еләк тәме... Ялбарыуы бүтән Юламандың йәшәйешкә. «Йән алырға мотлаҡ кәрәк икән, минекен ал, уны ҡалдыр, һис булмаһа, икебеҙҙе бергә һүндер». Олоғоһо килә күккә ҡарап, күңелендәге һөрөмгә тонсоғоп. Ә һөйөүе күнгән.
– Күрәһеңме, йәнем, – ти ул күҙҙәрен балҡытып, – донъя ҡотҡа сумған.
– Юҡ, – тип баш сайҡай Юламан.
– Ни өсөн һуң һис кем тоймай күктән ямғыр кеүек бер туҡтауһыҙ яуып торған сикһеҙ бәрәкәтте? Бына бит ул – усты ҡуйһаң тула. Ни өсөн һуң уны бер кем күрмәй?
* * *
«Ни өсөн мин быға тиклем ҡолағым төбөндә ҡат-ҡат ҡабатланған был һүҙгә иғтибар итмәгәнмен? – тип ғәжәпләнеп һикереп тороп ултырҙы Юламан. «Былтыр бында ҡарап туйғыһыҙ матур ине. Быйыл ҡотһоҙ булғанға танымағанмын», – тине Шаһиҙә.
«Көндәр йылы, ямғыры ла ваҡытында яуа, тик әллә нимәгә тәбиғәттең ҡото юҡ. Хатта йыланына тиклем аҙайҙы», – тине Шатморат. Ҡот, ҡотһоҙ, ҡот юҡ.
Быуаттар төпкөлөнән тамырҙарын юллап йөрөгән былтырғы мосафирҙарҙың төп маҡсаты – ҡот булған бит. Улар мең йыл элек телдәрен дә, моңдарын да үҙҙәре менән алып китә алған, әммә йәнтөйәктең ҡото бында ҡалған.
Юламан эргә-тирәһендәге мөхиттең кәрәкле мәғлүмәт менән һуғарылғанын айырым-асыҡ тойҙо, һәм бына ул мәғлүмәт уға иңә, аңында аңлайышлы фекер булып туҡыла бара. Уйҙарын Шаһисолтан олатай менән уртаҡлашмаҡсы булып ауыл яғына ыңғайлағайны, һелкетә баҫып килгән ҡарттың үҙен тап итте. Юлы алыҫҡа тоҫҡалғанға оҡшаған. Арҡаһына биштәр аҫып алған.
– Ялан күреп әйләнәйек булмаһа, – тине ҡарт. – Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эйәреп ҡуйыуы ла бар.
– Дөрөҫ, олатай, – тип ризалашты Юламан. Бер аҙ атлай биргәс, салт ҡына шишмә буйында ултырып алдылар. Шунда ғына егет үҙенең фаразы хаҡында һөйләп бирҙе.
– Фән нисек аңлата һуң быларҙы? – тип һораны мауығып тыңлаған бабай. – Һин үҙең нисек аңлайһың?
– Ерҙең күкрәгенән ҡалҡҡан энергия ҡайһы бер урындарҙа ҡеүәтлерәк була. Боронғолар, ни ғиллә менәндер, шул урындарҙы яҡшы белгән, уларҙы изге тип иҫәпләгән. Хәйер, улар, ысынлап та, изге инде.
Шул урында күҙгә күренмәҫ шифалы нур фонтан кеүек атып тора ла, алтын ямғыр кеүек тирә-яҡҡа яуа. Беҙ ана шул сихәтле нур аҫтында тереклек итәбеҙ.
– Ер ҡуйынынан атылған нур көлтәһенә ул бахыр бәндә балаһы ниндәй хилафлыҡ килтерә алыр икән? Шул минең башыма һыймай, – тине ҡарт уйсан ғына.
– Әллә, мин дә аптырайым. Баҫыуға ҡуйылған һуғарыу агрегатын күҙ алдына килтер, олатай. Ул бит һыуҙы, төҙөк сағында, һәр яҡҡа тигеҙ генә бөркөп тора. Ә шуны борғослап, Һыу ағымын тик бер яҡҡа ғына тоҫҡап була.
– Шул рәүешле, ерҙең төйәгебеҙгә тигеҙ генә бөркөлөп торған бәрәкәтен үҙ илдәренә йүнәлтергә маташҡандыр теге шаман, тип уйлайһыңмы?
– Шулай түгелме икән, тип фаразлайым. Үҙегеҙ ҙә, быйыл ерҙең ҡото самалы, тип әйтеп тораһығыҙ. Шатморат та Йыланлы үҙәктә йылан аҙ быйыл, тип аптырай.
– Бик мөмкин, бик мөмкин. Тик ул килмешәктең шул ҡәҙәрлем ҡөҙрәте барлығына һуш китеп, аптырап ултырыла, – тип баш сайҡаны Шаһисолтан ҡарт. – Ә был ҡыҙ нимәләр һөйләй һуң?
– Бына шул-шул. Нимә булғанын бөтөнләй тиерлек хәтерләмәй. Дөрөҫөрәге, ҡәҙимге генә нәмәләрҙе: ҡайҙа барғандар, нимә тип һөйләшкәндәр, ни күргәндәр – сала-сарпы һөйләп бирә. Ә бына серле мәғлүмәт бирә алмай. Гипноз менән дә һөйләтеп ҡараным. Файҙаһы самалы. Ә бына төштәре сәйер, хатта хәүефле.
– Шул тиклем көслө сихырсыға хәтерҙән мәғлүмәт юйып ташлау бер ни тормай инде.
Һөйләшеп килә торғас, уҫаҡлыҡҡа инделәр. Саҡ ҡына елдә лә япраҡтары ҡалтырап шыбыр-шыбыр ниҙер һөйләгән кеүектәр. Ҡарт йыуантыҡ ҡына бер уҫаҡ төбөнә килеп ултырҙы, эргәһендәге төпһәгә Юламанды саҡырҙы.
– Күләгәлә ял итеп алайыҡ әле, улым.
Арҡаһын ағасҡа терәп ултырыу менән Юламандың умыртҡа бағанаһы буйлап шом йүгерҙе. Ялт итеп балҡып торған көләс көндән хәүеф еҫе аңҡыны. Ниндәйҙер вәхшәткә шаһит булғандай, күңеле тетрәнде.
– Әллә ниндәй бер ҡотһоҙ урынға килеп ултырҙыҡ шикелле, олатай, – тип әйтергә мәжбүр булды егет.
– Һиҙҙеңме? – тине ҡарт. Ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы ла дауам итте. – Тәбиғәттә бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай. Беҙҙең хис-тойғоларыбыҙ тураһында хәтирә, уларҙың эҙҙәре тороп ҡала. Бына ошо ағас төбөндә ҡышҡыһын бүре мышыны тамаҡлаған. Бисара хайуандың үлемесле ҡурҡыуы хәтирә булып ағаста һаҡланып ҡалған. Әле килеп уны ағас һиңә тапшырҙы.
Был ҡарт нимәгә ишаралай, тиһеңме? Шаһиҙәнең аңынан беҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр, махсус рәүештә юйып ташланған осраҡта ла, аураһында ҡалған булырға тейеш. Нисек тә уларҙы шунан алыу сараһын күрергә кәрәк.
– Мейеһенән йыуылған, әммә аураһында ҡалған һәм төпкө аң уны ҡабаттан үҙенә һурып алыуы ихтимал, тиһең инде, – тип ҡабатланы егет.
– Тап шулай. Минең компьютерҙы белгән ейәнем әйтмешләй, кәрзингә ырғытылған мәғлүмәттәрҙе, кәрзин таҙартылғандан һуң да оҫталар компьютерҙың хәтеренән тартып алалар бит, бында ла шуның кеүек.
– Белмәгәнең юҡ, олатай, – тип һоҡланмай булдыра алманы Юламан. – Шунан, уны нисегерәк эшләйбеҙ инде?
– Кәңәшләшәйек хәҙер. Гипноздың тәрәнерәген ҡулланыу кәрәктер, бәлки.
– Олатай, уныһына минең көсөм етмәй. Теге «Көлһылыу» әкиәтендәге өйрәнсек мөғжизәсе кеүек: «Мин әлегә тылсымсы түгелмен, тик өйрәнәм генә». – Юламан моңһоу йылмайҙы.
– Икәүләп тырыштырып ҡарайыҡ. Күбен белгәнһең бит инде.
* * *
Нимәлер уларға оҙаҡларға ярамағанын әшкәрткән, ә күҙгә күренмәгән сәғәт гелән текелдәп ашыҡтырып торған кеүек. Фараздарын Шаһиҙәгә һөйләп бирҙеләр. Ҡыҙ гипноз аҫтында тағы ла бер тапҡыр барыһын да иҫенә төшөрөп ҡарарға риза булды. Тик саҡ ҡына эште боҙманылар. Йылан арбаусылар тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡарт көтмәгәндә өзләп ебәрҙе. Ҡарттың тамаҡ төбөндә йөҙәрләгән шөңгөр зыңлағанын ишетеп Шаһиҙәнең бөтөн тәне тартыша башланы һәм ул һушынан яҙҙы. Ҡыҙҙы илла-алла менән саҡ тынысландырғас, бөгөнгә ял иттерергә булдылар, сөнки уның ҡалтыраныуы һаман да үтмәгәйне.
– Һиҙҙеңме, – тине ҡарт Шаһиҙәне йоҡларға оҙатҡас. – Бик оҫта йылан арбаусы булған араларында. Шаһиҙә шуның шаһиты булған. Күрҙеңме, нисек тәьҫир итә был моң уға?
Ярай, бөгөнгә беҙгә лә етер. Иртәгә саф баш менән тырыштырып ҡарарбыҙ. Мөҙҙәте етһә, беҙгә тәғәйен булһа, асылыр ул сер, бер ҡайҙа ла бармаҫ.
* * *
– Нимә күрәһең?
– Ҡыҙыл эңерҙә тау башына үрмәләйбеҙ. Мине күҙҙәрен ҡара сепрәк менән бәйләгән кеше етәкләп алған. Бармаҡтары ҡыпһыуыр кеүек көслө, аяуһыҙ ныҡ тота. Бына тауҙың түшенә күтәрелдек. Туҡтаныҡ. Унда тар ғына ек кеүек урын бар. Шуның эргәһенә килеп тубыҡланды ла күҙенең бәйен сисеп кеҫәһенә һалды. Шул еккә текләгән дә сәйер итеп йырлай. Йыр ҙа түгел был, ниндәйҙер ауаз, бик юғары тонда, мейене түҙгеһеҙ әсеттерә. Уй! – тип асырғанып ситкә тайшанды ҡыҙ.
– Ҡурҡма, был төш кенә, – тип тынысландырҙы Шаһисолтан ҡарт. – Мин һинең ҡулыңды тотоп торам. Нимә күрҙең?
– Яй ғына шыуышып ектән сыбар йылан сығып килә. Арбалғандай теге кешенең күҙенә текләгән. Йылан унан ҡурҡа. Башын ситкә борорға тырыша, утҡа өтөлгән кеүек туғарлана, ыҫылдай, тик был сихырсының күҙҙәре утлы ырғаҡ кеүек. Уй, – ҡыҙ тертләп ҡалтыранды.
– Нимә булды? – тип һораны Шаһисолтан.
– Сыбар йылан ҡотҡарыу ялбарған кеүек миңә ынтыла. Юҡ, юҡ, – тип башын сайҡап иламһырай Шаһиҙә.
– Тыныслан, тыныслан, ҡурҡма, – ти ҡарт. – Бына бит мин һинең ҡулындан тотоп торам. Ни булды?
– Усынды ҡуй, тип бойора миңә сихырсы.
«Шаһиҙә уларға үткәргес булараҡ кәрәк булған, – тип төшөнә гипноз сеансын ситтән күҙәтеп торған Юламан. – Ата-бабалары был төйәкте Нух заманында уҡ ташлап киткәс, был халыҡтың энергетикаһы бүтән. Үтә ныҡ һиҙгер йән эйәһе йылан ят бауырҙарға сер асмай».
– Әйткәнен тыңла, – ти Шаһисолтан ҡарт.
Ҡыҙ тубыҡланып усын ергә һала. Бөтөн тәне ҡалтырап, ирендәре ап-аҡ булһа ла, ҡурҡыуына баш булырға тырыша.
– Йыландың башы йәйпәк кенә. Ул үҙе лә ҡурҡа, – тип бышылдай ул. – Миңә һыйынырға теләй. Әйтерһең дә, мин уны уттан тартып алдым. Уның миңә рәхмәтен тоям. Сихырсының ҡарашы уға йәнә утлы уҡ кеүек килеп ҡаҙала. Яза дауам итә. Ул йыландан ниндәйҙер бер серҙе таптыра, буғай. Ә йылан йәшерә.
Йылан йән әсеһе менән туғарлана, ыҫылдай. Бына ул эсенә тын тултырылған шар кеүек бүртә башланы, түҙгеһеҙ ғазаптан үрһәләнеп ышылдай.
Йән эйәһенең шул тиклем яфаланыуын башҡаса ҡарап тора алмайым мин, – тип асырғанып ҡысҡырҙы Шаһиҙә йөҙөн ҡаплап. – Бына ул тын өрөлгән шар кеүек ҡабарҙы ла шартланы. Ә сихырсы уның эсенән әллә нимә эҙләгән кеүек. – Шаһисолтан ҡыҙҙы гипноздан сығарҙы ла әллә ниндәй хуш еҫле төнәтмә эсереп тынысландырҙы. Ул арала Юламан тышҡа сығып ултырғайны.
«Йылан килеп Шаһиҙәнең усына башын һалды. Ниңә уның усына?»
– Сөнки башҡалар ят бауыр, – тине уның янына сығып ултырған ҡарт. – Хатта йәшәү хаҡына ла асырға ризалатып булмаған серҙәр була. Шәхсән үҙеңде дөйөм мәнфәғәт өсөн ҡорбан итеү. Мин йыландарға әллә ниндәй юғары аң һәм юғары әхлаҡ һалырға тырышмайым. Үҙенең серҙәрен тәбиғәт ныҡ һаҡлай һәм уның һаҡлау саралары донъя яратылырҙан алда уҡ уйланылған. Шуға күрә лә камил тәбиғәт. Беҙҙең ата-бабаларҙың илаһы юҡҡа ғына тәбиғәт үҙе булмаған. Хәҙер беҙ мәжүсилек тип атаған дин төптө аңралыҡтан түгел.
Хоҙай алты көн эсендә был донъяны яратҡан да меңәр йылдар буйы аҡ болот өҫтөндә ата ялҡау кеүек ҡул ҡаушырып ултыра тиһеңме әллә – ул ижадын һәм эшен дауам итә. Беҙ барыбыҙ ҙа уның ҡоралы. Тимәк, тәбиғәт тә, беҙ ҙә Хоҙайҙың дауамы, бер күҙәнәге. Мин шулай итеп ҡарайым.
Мауығам да, ситкә китәм дә барам. Һинең кеүек тел төбөңдән үк аңлап торған аҡыллы әңгәмәләштәр күп түгел бит ул, – тип ҡуйҙы бабай. – Шаһиҙә ошо ерҙең энергетикаһы менән һуғарылған, шуға күрә йылан уға ғына асыла ала. Арбаусы бына шуның менән файҙаланған да инде.
– Тап шулай. Йылан шартлағандан һуң, уның эсен әйләндереп ентекләп тикшерҙе, нимәлер эҙләне, «ләззәт нөктәһе, ләззәт нөктәһе ҡасан?» – тип мығырлай-мығырлай тылсымлы карта ҡараған кеүек әйләндереп-тулғандырҙы, – ти бит Шаһиҙә.
– Ләззәт нөктәһе, ләззәт нөктәһе, – тип ҡабатланы Юламан. – Быны нисек аңларға? Нимәнең ләззәт нөктәһе?
Егет ҡартҡа һорау менән ҡараны. Бабайҙың ҡиәфәтенән уның нимәлер белгәнен шәйләгәйне.
– Был мажарала минең бурысым өзләү менән генә сикләнәме тиһәм... Өндәшмәй уйлана биреп ултыра бирҙе Шаһисолтан. – Был тарихты бер матур әкиәткә һанап, нишләп ул был китапҡа яҙылған булды икән тип йөрөһәм... Йәл, ныҡлап иғтибар ҙа итмәгәнмен.
– Ниндәй тарих? Ниндәй китап?
– Аша ауылда бер бик уҡымышлы ҡарт була торғайны. Йөҙҙән ашыу йәш йәшәне. Балаларға күҙ тейгәндә, бүҫерҙән йонсоғанда доғаһы менән өшкөрөп биргән тоҙо бик килешә, ти торғайнылар. Бер барғанында мин дә өләсәмә эйәрҙем. Үҙҙәре ниндәйҙер ауырыу тураһында бик мауығып гәпләшкән арала, миңә китап ҡарарға рөхсәт иттеләр. Кәштәләге күп китаптар араһында ҡулдан яҙылған бер сәйер китап иғтибарымды йәлеп итте. Миңә ул ваҡытта ун ике йәштәр тирәһе ине. Олатамдан иҫке яҙыу танырға ҡәҙимге өйрәнгәйнем. Иҫке төркиҙә яҙылғаны, бик күп һандар, ниндәйҙер матдәләрҙең ҡатнашмалары тураһында һүҙ барғаны хәтеремдә ҡалған. Әле иҫкә алып ултырған тарих тигәнем генә әкиәткә оҡшағанға аңлайышлы ине. Шунлыҡтан уны башынан аҙағынаса уҡып өлгөрҙөм.
– Йә-йә, олатай, шунан, – тип түҙемһеҙләнде Юламан әкиәт таптырған бала кеүек.
– Бер заман Ер менән Күк бер-береһенә ғашиҡ булған, имеш. Тик ҡауышырға һис кенә лә әмәлдәре булмаған. Әгәр ҙә мәгәр хыялдары бойомға ашһа, донъяның аҫты-өҫкә әйләнер ине, ти. Тик ғашиҡтарҙың һағышы тотош донъяны ағыулаған, һыуҙар ыуға, һауа һөрөмгә әйләнә башлаған. Нишләһен инде Яратыусы, уларға йылына бер төндә бик аҙ ғына мәлгә булһа ла ҡауышырға форсат биргән.
Йыһандың ергә түңкәрелгән мәле – иң мөҡәддәс, иң изге ваҡыт. Ер менән күктең иң мөхәббәтле сағы.
Шаһитҡа, был хаҡта белеү ярамаған йән эйәһенә, ҡотолғоһоҙ әжәл янай. Сергә шаһит һәр кем был мөғжизә балҡышын күтәрә алмай йән бирә. Шунлыҡтан Ер менән Күк ҡауышҡан был мөҡәддәс төндә бөтә йән эйәләрен дә ҡаты йоҡо баҫа. Дошманлыҡ та, нәфсе лә, һөйөү ҙә – бер нәмә лә сыҙамай – бар тәбиғәт сабый йоҡоһона сума. Йыртҡыс ҡорбанын йыртҡыларға йөрөгән мәлендә, ғашиҡтар бер-береһенең ирененә үрелгән килеш йоҡоға тала... Ел иҫеүҙән, япраҡтар шыбырлауҙан, хатта йылға ла ағыуҙан туҡтап тора...
Танһығын ҡандырған Күк Ерҙең түшенән ҡубып, йәнә 365 көнгә хушлашҡан мәлдә, танһығы ҡанһа ла, һағыныуы бөтмәгән Ер һөйгәненән ысҡынырға теләмәгән ҡатын-ҡыҙ кеүек, бөтөн булмышы менән уға тартыла, артынан эйәрә. Ана шунда барлыҡҡа килгән энергияны, һөйөү ҡөҙрәтен ата-бабалар ер ҡото тип атаған, күрәһең.
– Бына ни өсөн ил ырыҫын ситкә ебәрмәгеҙ, тип әйтәләр икән, – тине Юламан. – Һәм шул төндө – Ер менән Күктең мөхәббәт төнөн – иң зирәк һәм һиҙгер йән эйәһе булараҡ, бары тик йыландар ғына белә, тимәк.
– Йыһан Ергә түңкәрелгән мәлде, – тип уға ҡушылды Шаһисолтан. – Мин дә шулай тип уйлайым, улан. Ғаләмдең ләззәт нөктәһе – бер генә мәл, беҙҙең күҙҙәрҙән йәшерелгән изге мәл.
– Ә, бәлки, был көн, был сәғәт, был минуттарҙы һанап сығара торған формула барҙыр һәм ул китапта яҙылғандыр?
– Уныһын хәҙер әйтә алмайым инде, хәтеремдә ҡалғандары бына шул.
– Ә ул китап ҡайҙа һуң? Шунан ҡарарға кәрәк. Ниндәйҙер һандар ҙа яҙылғайны, тиһең бит.
– Ул ҡарт байтаҡ йылдар элек вафат булған, тинеләр. Донъяларҙың ни хәлгә килгәнен, киләсәген белгәндер әүлиә булғас. Шуға күрә бөтөн китаптарын үҙе менән бергә ҡәбергә һалырға васыят иткән, тип һөйләгәндәре иҫемдә.
– Ниндәй вәхшилек! – тип әйтмәй сыҙаманы Юламан.
– Хөкөм итергә бер ваҡытта ла ашыҡма, улым, – тине һаҡ ҡына Шаһисолтан. – Әгәр ул китаптарҙа ошондай серҙәр йәшерелгән булһа, яуыз әҙәмдәрҙең ҡулына эләгеүҙән ҡурҡҡандыр. Тимәк, егетем, – әгәр ҙә әле башҡа килгән фаразыбыҙ дөрөҫ икән, һин бына шул сихри мәлдә уяу булырға һәм бурысыңды атҡарырға тейешһең.
– Ҡасан? Ҡайҙа? Ниндәй бурыс? Бына шуларҙы белһәң икән ул.
– Мәле килеп еткәс, асылыр, һиңә сабыр булырға ла һәр ваҡыт әҙер торорға кәрәк.
* * *
Ай юғарыға күтәрелгән һайын, ниндәйҙер көс Юламанды тауға һөйрәкләне. Егет ҡарышманы. Нисәмә ҡат килеп ҡаҡлыҡҡан биктәр бөгөн ни ғиллә менәндер асыҡ тора. Бына айҙың алтын дүңгәләге тауҙың тас башына килеп ҡунаҡланы. Юламан да, ҡанат ҡаҡҡан кеүек еңел генә, һис бер арыу-талыу тоймай уның артынан менеп етте. Ай нурына ҡойоноп, аяҡтарын салып ултырҙы ла тын ҡалды. Хатта һулышын да әкренәйтте. Бөтөн күңелен сәбәпһеҙ татлы ашҡыныу биләп алды. Ерҙән күккә ләззәт ҡалҡа, бөтөн тирә-яҡты сорнай, сихри моңға күмә. Был халәт яҡшы таныш Юламанға. Һөйөүе иҫән сағында ул донъяны тап ошолай тоя торғайны. Уларҙың донъяһы тап ошо нур менән һуғарылғайны.
«...Һин илама, зинһар. Былай ҙа ғүмеремде теп-теүәл ике тапҡырға оҙонайттың, – тигәйне һөйөүе. Ябыҡ йөҙөндә нурланып балҡып торған күҙҙәре генә ҡалғайны. Мин бит һинең фәрештәң булырға тейеш инем. Керләнеп бөттөм дә, был вазифаға яраҡһыҙ булырмынмы икән инде?»
Ул фани донъяны Юламан армиянан урап ҡайтҡандың икенсе көнөндә ташлап китте. Һөйгәненең иҫән-имен тороп ҡалғанын үҙ күҙҙәре менән күреп китер өсөн генә аҡтыҡ көсөн туплап көтөп алғайны. Уны белгән барыһы ла ышана ине – араларында фәрештә йәшәне. Эйе, уны белгән бер кемдең дә быға шиге юҡ ине. Юламанға иһә шул сафлыҡтың һөйөүен татырға, уны яратырға насип булды. Бындай һөйөү өсөн ғазап менән генә түгел, йәне менән түләргә лә әҙер ине Юламан. Шуға бөгәсә төндә үҙенән нимә талап ителһә, шуны бирергә, йәнен дә, тәнен дә йәлләмәҫкә әҙер ине. Йәнен дәме?
Бына бер саҡ айҙың һипкел баҫҡан нурлы бите шәүлә менән ҡаплана башланы. Күк йөҙөндә болот әҫәре юҡ. Әйтерһең дә, уны ҡалын бәрхәт шаршау ҡаплай кеүек. Донъя әкрен генә тотош ҡараңғылыҡҡа сумды. Ерҙе үлемесле йоҡо баҫа башланы. Ул шул тиклем татлы ине, һис кенә лә түҙер әмәл юҡ. Юламан ни тиклем генә тырышһа ла, күҙ ҡабаҡтарының ҡурғаш кеүек ауырайғанын тойҙо, һәр бер күҙәнәге аңдан бойороҡ көтөп тормай, ниндәйҙер тышҡы бер ихтыярға буйһоноп берәм-берәм сафтан сыға.
Бына бер саҡ зиһен дә сыҙаманы. Тик булмышының төпкөлөндә бер күҙәнәк кенә уяу ҡалды. Ҡалған. Сөнки тау ҡуйынынан нур көлтәһе күккә атылыу менән, ниндәйҙер ҡөҙрәт Юламанды шул яҡҡа ырғытты. Нимә эшләргә кәрәк икәнен дә белмәй ине егет. Шул саҡ күҙҙәре нур көлтәһен уртаға һындырған ниндәйҙер бер ҡаршылыҡты шәйләне. Үҙ-үҙен онотоп шунда, ялҡын уртаһына ташланды. Таш диуарға килеп ҡаҡлыҡҡандай булды. Ялҡын уны үтәнән-үтә көйҙөрә, сәсенең сытырлап янғанын тоя, түҙгеһеҙ ауыртыуҙан күҙ алдары томалана. Әммә ул тимер диуарҙы йән көсө менән ситкә этеүен белде, тырышлығының юҡҡа ғына булыуын башына ла килтермәне. Ялҡын эсендә йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ине. Аҡтыҡ көсөн һалып ынтылғанда, диуарҙың шылғанын тойҙо.
Ниңәлер башына «Ерҙең космосынан рухи компоненттар таралып юғала бара, фәрештәләр менән эльфтар беҙҙе ташлап китә, донъялар араһындағы үткәүел тарайғандан-тарая», тигән уй килде. Фәрештәләр беҙҙе ташлап китә...
...Ҡәберҙән бөтәһе лә таралғас, Юламан ҡыҙыл балсыҡ өйөмөнә килеп йығылды. «Минең дә йәнемде ал, ҡомағай. Ғәҙеллектең әҫәре лә булмаған ҡотһоҙ донъяңдың кәрәге юҡ», – тип аҙарынып ҡысҡырҙы ул Хоҙайға, дымлы балсыҡҡа бармаҡтарын батырып. Шул саҡ ҡулы бер нәмәгә ҡағылды. Башын ҡалҡытып баҡҡайны – конверт. Һөйөүенең ҡулы менән яҙылған. Аптырап һикереп торған егет тирә-яғына ҡаранды. Ағас ботағында ҡарҡылдап ҡуйған ҡарғанан башҡа йән эйәһе юҡ. Хатты Һөйөүенең үтенесе буйынса йыһан илсеһе үҙе килтереп ҡалдырғандай тойолдо. «Беҙ бит барыбыҙ ҙа мәңгелектә бергә буласаҡбыҙ, Юламаным. Барыбыҙ ҙа нурҙан туҡылырбыҙ. Шуға күрә һин минең арттан ашыҡма. Үҙеңдең ерҙәге бурысыңды үтә: һинең өсөн йәнен дә йәлләмәгән берәүҙе бәхетле ит. Ул һиңә үҙең кеүек матур һәм аҡыллы балалар табыр. Ә мин һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡурсалармын, һеҙҙең фәрештәгеҙ булырмын. Миңә лә үҙ бурысымды үтәргә форсат бир».
Мәңгелектә ҡауышыр өсөн ерҙәге бурысын үтәргә йәнтәслим тырышты Юламан бығаса... Тырышҡайны. Ҡара упҡынға убылыр аллынан башында шул үкенесе һуңғы әрнеүе булып ялтлап үтте.
Шул саҡ үҙен нимәнендер көслө, әммә наҙлы итеп сорнағанын һәм ялҡын ҡуласаһынан йолҡоп алғанын тойҙо Юламан. Иҫен юйғанға тиклем ырыҫлыларҙың күмәклеген һәм үҙенең уларҙың береһе икәнен төшөнөп өлгөрҙө.
* * *
Шаһиҙә ниндәйҙер хәүеф тойоп, күҙен асып ебәрҙе, ни булғанын да аңламай, эргәһенә һалып ҡуйған кеҫә фонарен яҡтыртып тирә-яғына ҡаранды һәм ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе: палатка тәҙрәһенән ике-өс йылан башын тығып тора ине.
Шаһиҙә, йоҡо тоғонан сығырға маташып, борһалана-борһалана палатканың икенсе яғына шылышты. Эскә килеп тулмағандармы тип ҡабаланып палатканың иҙәнен дә яҡтыртты. Яҡтыны ҡабаттан тәҙрәгә төбәгәндә, йыландар юҡ ине. «Аҡылдан шашырға мөмкин», – тип уйланы Шаһиҙә. Үрелеп сәғәтен алды: уныһы туҡтап ҡалғайны. Нығыраҡ уранып, яңынан ятып ҡарамаҡсы булды. Тик йоҡо осҡайны инде. Күңеле тыныслана алмайынса һертелдәп тик тора. Ниндәйҙер көс уны тышҡа һөйрәй, йыландарҙың тиктәҫкә генә йөрөмәгәнен, ниндәйҙер ҡурҡыныс янағанын аңғартырға маташҡандарын һиҙҙергән кеүек. Шаһиҙә тышҡа сыҡты. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғы төн. Ҡолаҡ ярғыс тынлыҡ. Ҡолағы тонғанмы әллә тип башын һелкеп алды: эш үҙендә түгел икәнен аңланы. Ҡоштар ҙа һайрамай, сиңерткәләр ҙә сырламай, хатта йылға ла сылтырамай, әйтерһең дә, ағыуынан туҡтап ҡалған. Шаһиҙә Юламандың тау битләүенә йүнәлгәнен белә ине. Бындай ваҡытта артынан эйәртмәй һәм янына килгәнде лә яратмай ул. Әммә был юлы шөбһәһе еңде: ҡараңғылыҡҡа күнегә төшкән күҙҙәре менән һуҡмаҡты абайлап, тауға йүнәлде.
Шаһиҙә ғүмере буйы үҙен нимәгәлер әҙерләне: һәр иртә һайын боҙҙай һалҡын һыу менән баштан-аяҡ ҡойондо, йыл әйләнәһенә аҙналар буйы ураҙа тотто. Үҙенә ир-егет ҡулы ҡағылдырманы. Хатта битенән яңылыш ҡына үбеп алырға баҙнат иткән кешеһе лә юҡ ине өсөнсө тиҫтәһен ваҡлаған ҡыҙҙың. Ҡырыҫлығы, ажарлы эт кеүек, сафлығын һаҡланы. Әле иһә мөҙҙәт еткәнен шәйләне. Ул хәҙер тотош яҙмышын, булмышын үҙгәртеп ебәрерҙәй бер мөһим аҙымға тәүәккәлләргә тейеш.
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй өҫкә йүгерҙе лә тубыҡтан тере ағымға барып керҙе. Йылан ағымы!!! Ҡапыл бөтәһе лә хәтеренә төштө. Күҙҙәрен ҡамаштырып өтөп алған нур көлтәһе... Бөтөн тәнен ялмап алған ут... Ҡурҡыныс сихырсының тауҙың түшендә ялпылдап янып үрһәләнеүе... Сәстәре болоттай туҙрап уға табан йүгергән һылыу... Уның түҙгеһеҙ ғазапҡа дусар булған януарҙай ҡысҡырып йығылыуы...
Ошолар күҙ алдынан үтеү менән, ниһайәт, үҙенең тәғәйенләнешен төшөндө ҡыҙ һәм ихтыяры нығынды. Әммә ләззәтле ойоу ағзаларынан земберләп үтеп хәлен алды, сихыр кеүек татлы йоҡо быуынһыҙ итте, ҡулдары һәленеп төштө, башы күкрәгенә һәленде. Тик ҡайҙалыр алыҫта, аңының төпкөлөндә һулҡылдап торған аяуһыҙ һыҙланыуҙың хәтирәһе генә был тылсымға тотош бирелергә лә йыһан наҙына сумырға ҡамасауланы. Шаһиҙә бөтөн ихтыярын туплап был мәкерле ләззәткә бирешмәҫ өсөн ҡыр талашты. Шул саҡ тау тетрәнеп ҡуйҙы һәм уның тас башынан нур фонтаны урғыла башланы. Фонтандың тап уртаһында Юламандың шәүләһен шәйләгән кеүек булды. Егет гүйә, үҙе ялҡынға әүерелгән дә, шул ут көлтәһендә үрһәләнә. Шаһиҙә йән көсөнә юғарыға табан ырғылды, тик йыландарға урала-тая мәтәлләп барып төштө. Сикәһе менән осло ташҡа төкөнөмө, һушынан яҙҙы. Башын ҡалҡытҡанда нур көлтәһе шиңгән, ә Юламан күренмәй ине. Ҡыҙ шөбһәгә батып, үҙ-үҙен белештермәйенсә, йәнә тороп йүгерҙе. Бына ул егет: бер ниндәй хәрәкәтһеҙ, һушһыҙ. Ялҡынланып яна, тик уны өткән ғәҙәти ут түгел. Әйтерһең дә ул үтәнән үтә, һәр бер сәс бөртөгөнә тиклем электр тогы менән һуғарылған. Хатта ул өҫтөндә ятҡан таштар ҙа үтәнән-үтә нурланған. Тотош тау ҡеүәтле энергия менән һуғарылған.
Шаһиҙәнең башында бер генә уйы ла ҡалманы. Үҙе лә ҡалманы. Бөтөн йәнен-тәнен телеп үткән һыҙланыуҙан һушы алынып өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан егеттең өҫтөнә ҡапланды ҡыҙ, уның ғазабын үҙенә алырға теләп. Шунда уҡ тәненә меңәрләгән энә ҡаҙалды, әммә: «Юғалттым!» – тигән йән аҙабы, тәндең ғазабына ҡарағанда мең мәртәбә көслөрәк ине. «Уныҡын түгел, минең йәнемде ал!» – тип донъя яңғыратып ҡысҡырҙы ҡыҙ. Тауышы сыҡманы. Ирендәре генә ҡыбырланы. Болот сәстәре электр сымы кеүек сытырланы.
* * *
Улар иҫенә килгәндә, мөҡәддәс ҡауышыуға шаһит булғанына оялғандай офоҡ ут ҡыҙыл ине. Ә күктән ерҙе һуғарған ләйсән кеүек туҡтауһыҙ бәрәкәт, ҡот һибелә. Йәнтөйәктең ҡото...
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.