Аҙағы. Башы ошонда
Төн уртаһында ниндәйҙер сәйер тойғо менән уяндым. Юрған аҫтынан сығып, бүлмәнең бер мөйөшөнә текләп ятам. Бер мәл мөйөштән ҡапыл нур көлтәһе ялтырап китте лә аяҡтарыма килеп ҡаҙалды. Нур бысаҡ йөҙөләй йоҡа ғына, әммә ныҡ яҡты ине. Мин аптырап нурға текәлдем, ҡурҡытып-өркөтөп ҡуймайым тип, яй ғына ҡалҡындым да, үҙ-үҙемде лә аңғармай, ниңәлер күлдәгемде кейҙем, шунан, эйәргә ултырған кеүек, нурҙың өҫтөнә атланып ултырҙым да яй ғына шыуып диванға төшөп киттем. Әллә төштөм, әллә мендем, үҙем дә аңламаным, дөрөҫөн әйткәндә.
Бына мин ҙур булмаған ҡала урамында торам. Өйҙәр тәпәш һәм ниңәлер йомро формала, ә һәр йорттоң ҡыйығында йәшел буҫтау ябылған эскәмйәләр күренә,улар башняларҙы хәтерләтә. Урамда баштарына осло шлемдар кейгән баһадирҙар ике рәткә теҙелгән дә воеводаның килгәнен көтә кеүек. Эңер төшөп килә, ҡояш, күрәһең, яңы ғына офоҡ артына тәгәрәгән. Өйҙәргә иғтибарлап ҡарап та өлгөрмәйем – мөйөштән ҡапыл бер төркөм кеше килеп сыға ла йән-фарманға минең яҡҡа йүгерә башлай. Алдағыларын ҡарап-күреп өлгөрәм: эскеселәрҙең тупаҫ йөҙҙәре, моңһоҙ ҡараштар, нимәлер тип һөрәнләгән тешһеҙ ауыҙҙар. Тәртипһеҙ йүгерәләр, ҡабаланалар, пружинаға баҫҡан кеүек һикереп-һикереп киләләр. Төркөм яҡынайғандан-яҡыная бара, хәҙер ҡысҡырғандарын да асыҡ ишетәм: «Паспортыңды күрһәт, паспортыңды күрһәт!» Бәй, быларға минең паспорт нимәгә кәрәк булған һуң әле?
Ҡасып, ҡотолмаҡ, йүгерә башлайым. Һаташыу ҡатыш төштәрҙә аяҡтар, ғәҙәттә, сөгөн кеүек ауыр, ерҙән саҡ айырып алырлыҡ була, ә был төнгө мажарала мин иҫ китмәле еңел йүгерәм, уҡ кеүек осам. Мине ҡыуыусылар яй килә, хәлдәре бөтә, тындары ҡыҫыла, тик һаман бер үк һүҙҙе ҡысҡырыуҙарын дауам итәләр: «Паспортын күрһәтһен, паспортын күрһәтһен!» Урам буйлап йүгереүемде дауам итәм. Ҡайҙандыр ситтән, тыҡрыҡтарҙан ҡурҡыныс йөҙлө яңы кешеләр йүгерешеп сыға. «Нимә булды? – тип һорай улар мине эҙәрлекләүселәрҙән. Төркөм: «Паспортын күрһәтһен. Уға ҡырҡ йәш, тиҙәр бит!» – «Ә, шулаймы ни? Улайһа, ысынлап та, паспортын күрһәтһен!» – Яңы кешеләр ҙә мине баҫтырырға тотона.
Йүгерә торғас, ҡаланы сығабыҙ. Алда тар ғына йылға шәйләнә. Ниңәлер, һыу минең дуҫым һәм яҡлаусым кеүек тойола. Яр башына килеп етәм. Эйелеп һалҡын, таҙа һыу эсәм һәм шундуҡ тынысланам.
Төркөм шулай уҡ ярға килеп етә лә ҡаҡҡан бағаналай ҡатып ҡала. Кешеләр, ҡоттары осоп, минең һыу эскәнемде ҡарап тора. Хәҙер улар талап итмәй, ә үтенә: «Паспортыңды күрһәт».
– Ә нимәгә кәрәк ул һеҙгә? – тип һорайым был имәнес кешеләрҙән.
– Күрһәт инде...
– Күрһәтмәйәсәк, – тип көрһөнә берәүһе. – Уға ҡырҡ йәш тулған инде.
Паспортымды күрһәтмәйем. Эҙәрлекләүселәр, баштарын эйеп, үҙҙәренең ҡалаларына ҡайтып китә. Мин яр башына сүгәләйем, шунда ҡылт итеп башыма килә: паспорт үҙем менән түгел дәһә! Унан – миңә ҡырҡ йәшме ни? Саҡ утыҙ икем тулды бит.
Ҡапыл йылға аръяғынан аяҡтарыма көмөш нур һарылды. Мин йәһәт кенә уның өҫтөнә һикереп мендем һәм... карауатыма шылып төштөм. Бүлмә ҡараңғы ине. Ҡала уянып ҡына килә һәм үҙенең көндәлек шау-шыулы тормошо менән йәшәй башларға йыйына.
Иртәнсәгенә беҙ Силәбе өлкәһендәге бер ҡалаға елдерҙек. Төнгө «сәйәхәт» күңелде өйкәп тик тора ине. Түҙмәнем, көлә-йылмая ғәҙәти булмаған төшөмдө Ильяс Фәритовичҡа һөйләп бирҙем. Юлдашым ҡарашын бормалы-бормалы тау юлынан алмай ғына тыңланы.
– Хәҙер мин һәр төшкә етди ҡарайым, – тине ул көттөрөп кенә. – Йәш саҡта иғтибар ҙа итмәй торғайным. Афғанда ҡаты яраланып, клиник үлем кисергәс, минең материализмдан бер нәмә лә ҡалманы.
– Нисек уйлайһың, был әллә төш түгелме?
– Улай тимәнем бит, – Ильяс Фәритович йомшаҡ ҡына көлөмһөрәне. – Шул уҡ ваҡытта, ғәҙәти төш күргәнһегеҙ, тип тә әйтә алмайым. Кеше үҙенең киләсәген юрай алған төштәргә ышанам.
– Миңә ни эшләргә?
– Ҡурҡмаҫҡа. Белемегеҙ, тормош тәжрибәгеҙ бар, был төштө рухи тормошоғоҙҙоң йәнә бер сағылышы тип ҡабул итегеҙ.
– Төш беҙгә кире ҡайтыр һымаҡ.
Тауҙарҙы артылдыҡ та үҙәнлеккә төштөк. Оҙаҡламай йылға буйлап ултырған металлургтар ҡалаһына килеп еттек. Мин кәрәкле кешеләр менән осраштым, унан кафеға инеп яҡшылап ашаныҡ та ҡайтыр яҡҡа боролдоҡ.
Кискә табан Ильяс Фәритович, юлды ҡыҫҡартмаҡ, тәпәш тау һыртлап, урман араларынан бара башланы. Килә-килә, юлды юғалтып аҙаштыҡ: машинабыҙ ниндәйҙер йылғаға килеп терәлде. Күпер урынында бағаналар ғына һерәйешеп тора ине.
– Бына һиңә кәрәк булһа! – тине юлдашым үкенес менән. – Күптән түгел тауҙарҙа ҡойма ямғырҙар үтте, йылға ташып, ағыҙған инде күперҙе.
Ул, ҡолға табып алып, яр буйлап кисеү эҙләп ҡараны, әммә төшөп килгән ҡараңғылыҡ был ниәттән баш тартырға мәжбүр итте.
Ошонда йоҡларға булдыҡ. Тәжрибәле кеше булараҡ, Ильяс Фәритович машинала йоҡлау ҡапсығы, котелок, балта, одеал, спирт, бер аҙ ризыҡ йөрөтә. Ул ут яғып ебәрҙе, сәй ҡайнатты, һәм беҙ еңелсә кискелекте ашап алдыҡ. Унан машинаның артҡы ултырғыстарын ятҡырып, өҫтөнә шыршы ботаҡтары йәйҙе. Мин йоҡлау ҡапсығына инеп яттым, Ильяс Фәритович эргәмә, дөрөҫөрәге, тышта урынлашты ла одеал ябынды.
Тауҙарҙа төн һалҡын. Мин ике тау араһына ҡыҫылған ҙур, яҡты айға ҡарап ятам, күңелемдә һиллек тоям. Тирә-яғымдағы донъя нисектер йәмле, нурлы һымаҡ. Миңә рәхәт. Тик бер мәлгә генә, энә осо менән төрткәндәй, атай-әсәйем тураһындағы борсолоу өтөп ала хәсиәтемде. Сит-ят яҡтарҙа нисек кенә йәшәп яталар икән? Үпкәләрен түҙемлек менән кисерәләрме? Ҡыҙҙары бындағы бәләнән берәй көн йолоп алыр, тигән өмөттәре һүнмәгәнме? Саҡ ҡына сабыр итегеҙ инде, ҡәҙерлеләрем, оҙаҡламай ҡотҡарырмын һеҙҙе ул тамуҡтан. Көҙгә, Яңы йылға тиклем, мотлаҡ Стригунковка барып, йыйылған сумманы аласаҡмын. Баҡсалы, ихаталы йорт һатып алырға етәсәк ул ятҡан аҡса. Ә яҙға, 9 Май байрамы алдынан, һеҙгә яңы йортоғоҙҙо күрһәтәсәкмен...
Тәрән итеп көрһөндөм.
– Кисәге төштө ҡабат күрермен тип, йоҡларға ҡурҡаһығыҙмы әллә? – шулай шаяртты минең көрһөнөүҙе ишеткән Ильяс Фәритович.
– Мин ул төштө оноттом даһа, – тип яуапланым да һорай ҡуйҙым: – Һеҙгә унда һыуыҡмы әллә?
– Саҡ ҡына бар, – тип көлдө Ильяс Фәритович. – Нисауа, мин хәрби кеше, түҙергә тейешмен. Бындай ғына хәлдәрҙә булған бар, үлмәм.
– Түҙергә кәрәкмәй, – тинем дә бойорҙом: – Әйҙә, минең янға керегеҙ.
– Юҡ, юҡ, – тип уңайһыҙланды ул. – Двигателде ҡабыҙайым да салонды йылытайым, булмаһа.
– Шунан газға тонсоғоп үләйекме? Йә, йәһәт кенә кереп ятығыҙ! Мин һеҙгә бойорам. Хәрби кеше булараҡ, бойороҡто үтәргә тейешһегеҙ. Унан килеп, миңә лә һыуыҡ.
Ильяс Фәритович теләр-теләмәҫ кенә минең янға кереп ятты. Хатта тын алышы ла ишетелмәне. Көслө, сибәр, артыҡ ҡартаймаған мыҡты ирҙең йылыһын тойҙом, тәнем дә, йәнем дә имшене, майҙай ирене, яйлап ҡына уны үҙемдең йылым, тыным, ҡулдарым, ниһайәт, аурам менән солғаным. Күптән, бик күптән үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп тойғаным юҡ ине, ә ниндәй ләззәт икән был!
Ул төн беҙ яҡынлыҡ кисерҙек. Мин өлгөлө ғаилә башлығын аҙҙырҙым. Туҡта, нишләп мин? Беҙҙең уртаҡ гонаһта ул да ғәйепле түгелме ни? Был эштә берең таҙа, икенсең ғәйепле ҡалып буламы? Ниңә ул минең менән оялсан, йомшаҡ, иғтибарлы? Ниңә ул аҙашты ла мине гонаһ ҡылыуға ҡотортто? Ирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙы алдауы, юлдан яҙҙырыуы бер ни түгел, әгәр ҡатын-ҡыҙ быны үҙе теләһә – бигерәк тә...
Иртәнсәк уянғас, тәмле итеп кирелдем дә аптырап үҙемдең «управ»ҡа ҡараным.
– Бына беҙ һөйәр-һөйәркә лә булдыҡ, – тинем аңлайышһыҙ бер үкенес менән. – Ниңә, ни өсөн? Кәрәк инеме был беҙгә?
Ильяс Фәритович усы менән ирендәремде ҡапланы.
– Ул турала һөйләшмәйек...
Бер-беребеҙҙән ояла-тартына, йоҡлау тоғонан сыҡтыҡ, йылғаға төшөп йыуындыҡ та, сәй ҡайнатып эсеп, яр буйлап кисеү эҙләргә керештек.
Мин йәнә тар урам буйлап һаҡ ҡына атлайым, теге кешеләрҙе күрергә өмөтләнеп, иғтибарлап өйҙәргә ҡарайым. Күренмәйҙәр, әммә уларҙың эргәлә генә йөрөгәнен күңелем менән һиҙәм. Ҡотһоҙ йөҙҙәре күҙ алдына килә, ҡолаҡ төбөндә һөрәнләгәндәре яңғырай, тимәк мине күрәләр, тик, ниңәлер мин яҡынлағансы урамдар, тыҡрыҡтар, бүлмәләр, эскәмйәләр араһына китеп, ҡасып өлгөрәләр.
«Төҫлө төш күрәм», – тигән уй килә башҡа. Туҡтайым да газондағы үләндәрҙе һыйпайым, бер һабаҡты өҙөп алып усымда ыуғылайым, еҫкәйем. Танауға башты әйләндерерлек таныш булмаған әскелтем еҫ бәрелә. Юҡ, был төш түгел. Тик нимә? Бер өйҙөң тәҙрәһендә ир һыны шәйләнде, иғтибарлабыраҡ ҡарайым тип бер ике аҙым алғараҡ атлағайным, нимәгәлер эләгеп абындым да ҡомло юлға йығылдым. Тубыҡтарым, усым ауыртты. Тубыҡтың тиреһе һыҙырылып, бер тамсы ҡан сыҡҡан. Ҡан, ниңәлер, үтә лә ҡыҙыл тойолдо миңә.
Киске Ҡала – мин ҡаласыҡты шулай атаным – буйлап йөрөүҙәрем төш булмаһа, нимә һуң? Бер бейек болдорға йүгереп мендем дә, түҙемһеҙләнеп ишекте тарттым. Ишек еңел генә асылғас, бүлмәгә индем. Бында, бүлмәлә, әле генә кемдер булған һымаҡ тойолдо, бынау диванға, ике ултырғысҡа ултырып әңгәмәләшкәндәр, әммә мин керер алдынан ғына сығып киткәндәр. Тик ҡайҙа? Икенсе бүлмәгә индем. Унда балалар уйынсыҡтары туҙышып ята. Миндә йәнә, был уйынсыҡтар менән әле генә уйнағандар, тигән шик тыуҙы. Хужаларҙың сәйер ҡылығына аптырап өҫкә, ҡыйыҡҡа, үрмәләнем. Өй башына сыбар балаҫтар йәйелгәйне. Өҫтән ҡараһаң, бында сәскә түтәлдәре үҫтерәләр, ахыры, тип уйларға ла мөмкин.
Ҡапыл ҡолағыма көлгән, шыбырлашҡан тауыштар салынды. Тауыш сыҡҡан яҡҡа боролдом, эскәрәк үттем. Бер кем юҡ. Инде мин бында яңы ғына, мин керер алдынан ғына кешеләр булғанына, тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында минең менән һис осрашҡылары килмәгәненә тамам ышандым. Ҡайҙа юғалалар икән һуң? Бына шуныһы сер.
Урамға төштөм, буш өйҙәргә ҡараным, күҙемә бер йән эйәһе лә салынмағас, һыу буйына атланым. Ҙур булмаған тымыҡ ҡына йылға ҡаланы ҡамап ағып ята. Ярҙарында – шул уҡ ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған йәшел үлән, һыу өҫтө зәңгәрһыу... Тыныс, яҡты урамдар буйлап тағы йөрөйһө килде, тик аяҡтарыма бысаҡтай үткер нурҙар килеп төштө – үҙемдең донъяға кире ҡайтырға ваҡыт етте.
Бүлмәлә тәрән тынлыҡ. Тыштан машина шауы, моторҙар геүләүе, урам һепереүсенең кемгәлер асыулы ҡысҡырыуы ишетелә. Өҫтөмдәге юрғанды һирпеп ташланым да һаҡ ҡына тубыҡтарыма күҙ һалдым: уң тубығымда һаман алһыу ҡан ялтырай ине. Тетрәнеп ҡысҡырым ебәрҙем...
Йәшермәйем, төштәрем дөрөҫөрәге, төнгө сәфәрҙәрем, мине ҡурҡыта. Киске ҡала ҡәҙимге тормоштағы ише реаль. Йорттарҙың стеналарын һыйпайым да бармаҡтарым менән уларҙың ҡытыршылығын тоям. Аяҡ аҫтымда тупһаларҙы һиҙәм, ишек яңағына бәреләм. Һуңғы төштә йылғанан тәмле һалҡын һыу эстем, уянғас, көнө буйы һыуһау тойғоһо булманы. Бер көндө, йылға буйындағы ҡомлоҡтан атлағанда, артыма әйләнеп, үҙемдең эҙҙәрҙе күрҙем. Төшөмдә мин ысын булмыш халәттәмен улайһа? Бына шулай сәйер хәлдәр...
Төштәремде бер генә кешегә ышанып һөйләйем – Ильяс Фәритовичҡа. Ул минең хәбәрҙе иғтибарлап тыңлай, килешкән һымаҡ баш ҡаға, әммә аңлатмаларҙан тыйыла.
Тауҙағы иҫтәлекле төндән һуң беҙ бер-беребеҙҙән нисектер ояла башланыҡ. Бер көн тоттом да уға дөрөҫөн әйттем дә ҡуйҙым. Ильяс Фәритович күҙҙәремә тура ҡарап былай тине: «Беләһегеҙме, Маргарита Наумовна, мин һеҙгә һәр ваҡыт ҡыҙыма ҡарағандай ҡараным, йәғни атай һымаҡ».
– Ә хәҙер? – тинем мин һалҡын ғына.
– Хәҙер ҙә шулай, тик... – Ильяс Фәритович йәнә күҙҙәремә ҡараны, – тик хәҙер гонаһлы атай.
Көҙ етте. Стригунков миңә тейеш табыштың бер өлөшөн ғәҙел рәүештә тотоп ҡалып бара ине. Ҡара иҫәбем буйынса, өй һатып алырлыҡ сумма йыйылып килә. Бер көн уға шылтыраттым да, аҡса артынан ҡасан киләйем, датаһын әйт, тинем. Сумма йыйылды, тик саҡ ҡына көт, тип яуапланы Стригунков. Бер айҙан һуң ул миңә йәнә, килмәй тор, тине.
Яңы йыл яҡынлашты. Шылтыратҡан һайын Стригунков төрлө сәбәптәр таба килде: «Яңы ҡоролма алдым», «әллә күпме һалым түләнем», «офисты ремонтланым...» 31 декабрь көнө Яңы Йыл менән ҡотланы – күрәһең, ҡаты ғына төшөргән – һөйләшеүе артыҡ иркен һәм ярайһы уҡ тотанаҡһыҙ ине. «Маргарита Наумовна, – тине ул ниндәйҙер пафос менән. – Мин һеҙгә тоғро һәм ғәҙел хеҙмәт итәм. Шулай булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ... Ауыр ваҡыт, был ауырлыҡты беҙ уртаҡ күтәрергә тейеш».
– Нисек уртаҡ, аңламаным, – мин һағайҙым.
– Йәғни, – Стригунков тамаҡ ҡырҙы, – йәғни мин табышты уртаға бүлергә тәҡдим итәм.
– Был мөмкин түгел, Костя. Беҙ улай килешмәнек.
– Миңә каштанды уттан сығарыуы уйын түгел.
– Костя, һин ул каштандарыңды бушҡа сығармайһың, былай ҙа табыштың өстән бер өлөшөн биреп торам. Бүтәндәр дүрттән бер өлөшөнә лә сығара, үҙең беләһең.
– Ярай, ярай, борсолма, – Стригунков тағы йүткергән булды. – Һөйләшербеҙ.
– Һөйләштек бит инде. Аҡса артынан миңә ҡасан килергә?
– Ҡабаланма, Рита, – Стригунков тауышына яһалма битарафлыҡ бирергә тырышты. – Яҙға табан, тип уйлайым.
– Бер айҙан көт, – тинем дә асыу менән трубканы һалдым.
Йөрәккә хәүеф кереп ояланы, атай-әсәйем иҫемә төштө.
Киске Ҡалаға бер барғанымда Хәмзәне осраттым. Был сибәр үзбәк егете менән мәктәптә бергә уҡығайныҡ, юғары кластарҙа хатта дуҫлашып та йөрөнөк. Әммә уның ата-әсәһе беҙҙең аралашыуҙы хупламаны – буласаҡ килендәрен мосолмандан алғылары килде.
Беҙ бәләкәй, аулаҡ скверҙа осраштыҡ, эскәмйәгә ултырҙыҡ. Хәмзә һәр ваҡыттағыса, баҫынҡы һәм уйсан ине. Ә бөгөн нимәгәлер уңайһыҙланған да һымаҡ.
– Хәмзә, бында нишләп йөрөйһөң? – тип һораным аптырап һәм, мәктәптәгесә, киң һәм көслө яурынына ҡулымды һалдым.
Хәмзә башын эйҙе.
– Мин һине бер күргәйнем инде, – тип асылды ул. – Тик борсоғом килмәне, шуға ла йәшенеп ҡалдым.
– Борсоғоң килмәне?
– Бәләгә тарыным мин, – тине Хәмзә, – әммә бында килеп сығыуымдың сәбәбен үҙем дә белә алмайым. Ә һин?
– Ҡунаҡҡа йөрөйөм, – тинем битараф ҡына. – Йә осоп киләм, йә шыуып төшәм.
– Рита, бында башҡа йөрөмәүең хәйерлерәк булыр, – тине Хәмзә һаҡ ҡына һәм ҡулымды үпте. – Һине тегендә көтәләр.
– Ҡайҙа «тегендә»? – ғәжәпкә ҡалдым. – Һин берәй нәмә беләһеңме әллә? Улайһа, ниңә һорайһың? Беҙ бит төштә генә осраштыҡ.
Хәмзә ҡулымды ипләп кенә яурынынан алды.
– Осрашыу өсөн рәхмәт. Һиңә бында оҙаҡҡа ҡалырға ярамай.
– Ҡайҙа ҡабаланаһың? Ултыра бир саҡ ҡына, – тип үтендем дә шаяртҡан булдым. – Беҙҙең ваҡыт – бер вагон.
– Юҡ, беҙҙең ваҡыт бик аҙ. Хуш, Рита-жан.
Ул мине әүәле осрашҡан сәғәттәрҙә шулай тип атай торғайны. Күңелем йомшап, мин уның уйсан ҡуңыр йөҙөнә, ҡара күҙҙәренә баҡтым.
...Уянғас, торғо килмәй оҙаҡ яттым түшәктә. Йөрәк тынысһыҙланып типте. Шул көндө үк, атай-әсәйемә шылтыратып, Хәмзә тураһында һораным.
– Бәй, беҙ һиңә әйтмәнекме ни? – тип аптыраны әсәйем. – Хәмзә бынан бер ай элек аварияла һәләк булды бит.
Киске ҡалаға икенсе сәфәремдә мин теге тыныс скверҙы эҙләп таптым. Хәмзә шундағы эскәмйәлә ултыра ине. Уның бойоҡ күҙҙәренә ҡараным да һораным:
– Һин гел генә ошонда ултыраһыңмы?
– Юҡ, мине күрергә теләгәнеңде белдем дә килдем.
– Ә нисек белдең?
– Әллә тағы?
Үткәнендәге һымаҡ ҡулымды яурынына һалырға теләгәйнем дә, ҡыйманым.
– Ныҡ ауыртындыңмы?
– Юҡ, – тине ул тыныс ҡына. – Машина юлдан ситкә осто ла бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты. Бында уяндым. – Ул ҡулы менән тирә-яғына ишараланы.
– Күңелһеҙ түгелме бында? Кире ҡайтаһың киләме?
– Юҡ, килмәй, – тип яуапланы ул ҡурҡып ҡына. – Бер нәмәгә лә үкенмәйем. Бында күсеүем Уға кәрәк булғандыр. Кирегә юл юҡ, алға ғына хәрәкәт итергә кәрәк. Был донъяға һин нисек килә алаһың ул?
– Үҙем дә белмәйем. Бәлки, аңымда берәй төрлө бушлыҡҡа осоп төшәмдер, бәлки, ваҡыт-ваҡыт бындағы берәйһенә кәрәгем барҙыр. Һинең донъяңа йөрөүем тураһында бер генә кеше белә. Әммә мине «тегендә» нормаль кеше тип иҫәпләйҙәр, – яурындарымды һикертеп ҡулдарым менән мин дә тирә-яғыма ишараланым. – Ҡайҙа ул «тегендә», ҡайҙа ул «бында» икәнен хәҙер үҙем дә белмәйем.
Хәмзә баш ҡаҡты.
– Мәктәптә уҡығанда, бер генә тормош бар, тип уйлай торғайным, – тине ул бойоҡ ҡына. – Иҫәр булғанмын. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа иҫәр булған. Бер нәмә лә белмәгәндәр. Улар, беҙ берҙән-бер донъяла йәшәйбеҙ, тип ышанған. Ә донъялар берәү генә түгел, күп, – Хәмзә беренсе тапҡыр йылмайғандай итте, иҫкәртте. – Тиҙҙән мин бында булмаясаҡмын. Бында оҙаҡҡа ҡалмайҙар, ҡала алмайҙар. Аңдарына киләләр ҙә юғалалар, әйтерһең дә, ирейҙәр.
Паспорт талап итеп артымдан ҡыуған бер көтөү кеше тураһында хәтеремә төшөрҙөм.
– Ул йән эйәләре беҙҙең тыныс тарафтарға ла аҙашып килеп сыға шул. Берәүҙәре эсеп үлгән, икенселәре – һуғышып, өсөнсөләре – наркотиктан. Үҙҙәре менән нимә булғанын да, ҡайҙа йөрөгәндәрен дә аңламайҙар. Шулай көтөүе менән донъя буйлап гиҙәләр, бик уҫалдар. Уларҙың энергиялары юҡ, туйыныу, туҡланыу өсөн шуны эҙләйҙәр. Тынысландырыуҙың берҙән-бер юлы – көсләп һыу эсереү йәки биттәренә һыу һибеү, шул саҡта ғына улар аңдарына килә, айныға ла нимә булһа ла аңлай башлай. Шуға ла һыуҙан ҡоттары осоп ҡурҡалар, үткән тормоштарын хәтерләй башлаһалар, ҡалтыранырға тотоналар. Ул йән эйәләренең киләсәге юҡ – бихисап донъялар буйлап энергия эҙләп, мәңге шулай иләҫ-миләҫ ҡаңғырып йөрөйәсәктәр.
– Нишләп улар минән паспорт талап итте һуң? Минең ҡырҡ йәшем уларға нимәгә хәжәт?
– Улар һинең ҡурҡыуыңды белгән. Ҡартлыҡтан ҡурҡаһыңмы?
– Әлегә ҡурҡмайым. Ҡырҡ йәшкә тиклем бала табып өлгөрә алмам, тип кенә борсолам.
– Улайһа, ҡурҡыуыңдан арын, һин мотлаҡ һәм тиҙҙән, бала табасаҡһың.
– Хәмзә ҡулдарымды усына алды. – Йәшеңдән ҡурҡма. Көсөң күп һинең, шуға ла төрлө бысраҡлыҡтар йәбешергә генә тора.
Нурҙың бына-бына миңә һуҙыласағын һиҙә инем, шуға ла ҡабаланып һораным:
– Хәмзә, зинһар өсөн, мине семте, мин бының төшмө, төш түгелме икәнен белгем килә.
Ул минең ҡулымды семтене – ауыртыуҙан хатта ҡысҡырып ебәрҙем.
Хәмзә ағарып китте лә күҙҙәрен йомдо.
– Кит, Рита-жан, – тине ул, ишетелер-ишетелмәҫ кенә шыбырлап. – Мин һиңә энергиямды бирҙем, шуға ла хәлем бөттө. – Кит...
Уянғас та ҡулыма ҡараным. Беләктә ҙур ғына күгәргән урын бар ине. «Йоҡлағанда үҙем семтегәнмендер», – аңым, тормош тәжрибәм быны шулай тип аңлатты. Әммә йөрәк күкрәкте емереп сығырҙай булып ярһып тибә ине.
Яҙ яҡынлашты. Борсола башланым: атай-әсәйемә, йәй башланғансы күсереп алырмын, тип вәғәҙә бирергә өлгөргәйнем бит. Стригунков мине һаман тынысландыра һәм саҡ ҡына көтөргә ҡуша. «Һиңә кәрәкле сумма ышаныслы урында ята, борсолма, – тигән була. – Ваҡ-төйәк формальностарҙы ғына хәл итәһе ҡалды. О кей!»
Мин көтәм, хәүефләнәм, календарға ҡарайым. Бына-бына ҡар ирей башлаясаҡ.
Ильяс Фәритович ҡала ситенән арыу ғына өй тапты, хужалар менән шарттарын һөйләште, бер генә эше ҡалды – договорға ҡул ҡуйыу ҙа аҡса түләү. Ә аҡса, Стригунков әйткәнсә, мине көтөп «ышаныслы урында ята»...
...Киске Ҡала өҫтөндә һәр ваҡыттағыса еңелсә эңер. Ҡалала тәү ҡарауға кеше юҡ һымаҡ, хатта ташландыҡ та күренә, әммә был алдатҡыс тойғо. Ҡайсаҡ урамдың теге осонда бер кеше, бер нисә кешенән торған бәләкәй төркөм күренеп ҡала, тик, мин яҡынайыу менән, улар тауыш-тынһыҙ ғына юғала, әйтерһең дә, әлеге үтә күренмәле эңерҙә ирей. Ҡаланың бөтә урамдарының да осо йылға ярына килеп терәлә. Арыраҡ, йылғаның теге ярында, һары ҡомлоҡ йәйрәп ята.
Нисектер бер ваҡыт: «Бындағы кешеләр минән ниңә ҡаса ул?» – тип һораным Хәмзәнән.
– Бындағы йән эйәләре көслө стресс үткәргән, – тип аңлатты ул. – Улар барыһы ла фажиғәле үлгән. Хәҙер яйлап аңдарына килә, йәғни элекке хәлдәренә ҡайталар. Мин атаһы менән ике балаһы үҙҙәренең йортонда тереләй утта янып үлгән ғаиләне беләм. Уларға тамам тынысланыу өсөн бик күп ваҡыт кәрәк буласаҡ. Етмәһә, теге донъяла япа-яңғыҙ ҡалған әсәләре өсөн хафаланалар. Шуға ла уларҙың бер кемде лә күргеләре, аралашҡылары килмәй. Һинән ҡасыуҙары ла шунандыр.
– Нишләп ерҙәге тормоштары рәтле сыҡмаған һуң уларҙың? Ни сәбәптән зарығалар?
– Әллә инде? Бында аңлатма биреү ауыр. Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең, башҡаларҙың гонаһтары өсөн яуап бирәбеҙ. Мәҫәлән, улымды яҡшы кеше итеп тәрбиәләй алмағанмын икән, бында иң беренсе сиратта мин ғәйепле, унан – үҙе.
– Тимәк, бөтә ғаләмдә ғәҙеллек юҡ, – тип көрһөндөм мин, кәйефем төшөп.
– Юҡ, бар, – тине Хәмзә, нисектер ышаныслы итеп. – Был тыныс мөхиттә беҙгә үткән тормош тураһында уйларға, баһаларға мөмкинлек бирәләр. Унан беҙҙе икенсе донъяға күсерәләр, беҙ яңы тормошто аҡыллыраҡ, файҙалыраҡ итеп йәшәргә тырышасаҡбыҙ. Иң мөһиме, бер кемгә лә хаслыҡ ҡылырға ярамай, киреһенсә, бәләкәй булһа ла файҙа килтерергә кәрәк. Үткән тормошта мин был турала ниңәлер бөтөнләй уйламай торғайным, бында уйланам.
– Яңы тормошта яҡшы уйҙарыңды онотоуың да бар бит, – тинем мин. – Алыуын алырҙар, ә хәтереңде юйып ҡуйһалар?
– Улай мөмкин түгел, – тип яуапланы Хәмзә. – Ғаләмдә бер нәмә лә юғалмай. Иҫке тормошомдағы тәжрибә яңы тормошомда мотлаҡ кәрәк буласаҡ, иҫәпләнәсәк, сөнки юғарыла иҫәп-хисап алып барыла бит.
... Киске Ҡалала күпме булғанымды иҫләмәйем дә. Унда ваҡыт бер урында ғына тора – Мәңгелектең сәғәте юҡ. Бөгөнгө килеүемдә лә гел генә мине эҙәрлекләгән йән эйәләренең йәнә ташланыуҙарын көтә инем. Йәнә эскелектән ярғыланып бөткән тупаҫ йөҙҙәр, буш ҡараштар. Йәнә ҡулдарын тәртипһеҙ һелтәгән, аяҡтарына пружина ҡуйғандай һикерешкән, йөҙҙәрен салышайтҡан бәндәләр миңә табан йүгерә. Тик бөгөн уларҙың юлында ҡаҡҡан бағаналай ҡаты торам, күңелем тыныс һәм тәүәккәл. Алдағылары аҙымдарын яйлата төшә. Шунан береһе, төркөмдө дәртләндерергә теләп, бар көсөнә һөрәнләй:
– Уның аҡсаһы юҡ!
– Ул аҡсаһыҙ! – тип ҡысҡыра икенсеһе, уға ҡушылып, ауыҙын ҙур асып. – Ул ярлы, меҫкен!
Төркөм ярһып миңә ҡаршы атлай.
– Бурыс соҡорона ултыртырға кәрәк ул ҡәбәхәтте! – тип һөрәнләй арттан ҡайһыһылыр.
Ҡапма-ҡаршы боролдом да ҡаты итеп әйттем:
– Мин һеҙҙән ҡурҡмайым. Үҙ йәшемдән дә ҡурҡмайым! Ярлылығымдан да, яҙмышымдан да, хатта үлемдән дә ҡурҡмайым.
Алдағылар аптырап туҡтаны, аптырауҙары ҡурҡыу менән алышынды һәм миңә текләп ҡарап ҡаттылар. Әммә арттағылар уларҙы инерция буйынса һаман алға этә ине. Ниһайәт, төркөм бер аҙҙан тамам туҡтап ҡалды.
– Ҡурҡмайым һеҙҙән! – тип йәнә ҡысҡырҙым асыҡ итеп һәм бер аҙым алға атланым.
Төркөм ҡыбырҙаны, икеләнде, ҡайһы бер йән эйәләре артҡа сигенә үк башланы, уҫал йөҙҙәргә ҡурҡыу һыҙаты ҡунды. Бер аҙҙан төркөм яй ғына боролдо ла килгән юлынан кире китте. Беренсе еңеүемде татыған был мөғжизәле донъя ҡайҙа урынлашҡан икән һуң? Аңымдың бер бәләкәй генә өлөшөндәме, әллә берәй йондоҙлоҡ мөйөшөндәме? Ғорур һәм еңеүле ҡиәфәттә урам буйлап атланым, Хәмзә ултырырға яратҡан эскәмйә янына килдем. Ул әлеге эскәмйәлә йылмайып ултыра ине.
– Һин бөгөн еңдең, һин – еңеүсе, тик, ниңәлер, күңелһеҙ күренәһең, – тине.
– Юҡ, бындай еңеүҙән һуң нисек кәйефһеҙ булайым, ти? Бына һин үҙең, ысынлап та, бойоҡһоң.
– Оҙаҡламай бынан китәм, – тине Хәмзә.
– Нисек китәһең? Ҡасан? – Хәҙер миңә ысынлап яманһыу булып китте.
– Теүәл генә белмәйем әле, – тип яуапланы ул. – Уны бында бер кем дә белмәй.
– Үҙеңдең китәсәгеңде ҡайҙан белдең һуң? – тип һаман төпсөндөм.
– Һиҙенәм, сөнки тамам тынысландым, күңелемә һиллек, яҡтылыҡ килде. Хәҙер бер нәмәгә лә үкенмәйем, үткән тормошома ла бер ниндәй әрнеүһеҙ ҡарайым. – Хәмзә миңә ҡара күҙҙәрен төбәп хәбәрен дауам итте. – Миңә ҡуҙғалырға ваҡыт, Рита-жан. Юлым ҡайһы тарафтарға тартылыр – әлегә белмәйем. Икенсе ҡалаға, илгә, планетаға? Бәлки, файҙа килтерерлек итеп йәшәргә форсат бирерҙәр. Иҫеңдәме, мәктәп баҡсаһына мин биш ағас ултыртҡайным, улар барыһы ла үҫеп китте бит. Бәлки, барасаҡ яңы урында ла ағас ултыртыу мөмкинлеге булыр.
Күңелем һыҡтап-һыҡтаны, китәм, тигәс.
– Минең ҡабат ергә ҡайтыуым да ихтимал бит, бәлки, һеҙҙең Рәсәйгә лә барып сығырмын әле. Берәй лесник ғаиләһендә, – тип хыялланды Хәмзә. – Һәм атай мине үҙенең кәсебенә өйрәтер... Һиңә лә китергә ваҡыт, – шунан ҡапыл ҡабаланды был. – Бында оҙаҡ ҡалырға ярамай...
– Беҙ башҡа осраша алмаҫбыҙмы? Хушлашыр алдынан берәй һүҙ әйт.
– Был урында беҙ башҡаса осраша алмайбыҙ, – тип баш һелкте Хәмзә. – Һинең атай-әсәйең яҡшы кешеләр, уларҙы тиҙерәк үҙеңә алырға тырыш. Уларға тегендә бик ҡыйын, Рита-жан...
Мин карауаттан һикереп торҙом да йөрәгемә йәбештем. Ярһып, күкрәк ситлеген йыртып сығырҙай булып ауыртып тибә ине ул. Һуңғы осорҙа үҙем менән булған бөтә хәл-ваҡиғаларға ла ышана инем. Атай-әсәйемә ҡыйын тегендә, ул ер улар өсөн ете-ятҡа әйләнде. Ә үҙҙәре, беҙгә яҡшы, борсолма, тип хаттар яҙа, телефондан тынысландыралар бит әле. Алдаҡсылар...
Ильяс Фәритович вәғәҙә иткән пистолетты алып килде. Йөҙө борсоулы. Ҡоралды ҡулыма һалдым. Үлем килтерә торған был ҡорал мине ҡурҡытһа ла, ышанысты арттыра ине. Белер-белмәҫ көйө магазинын һурып алдым. Һары пулялар ҡурҡыныс йылтырап китте. Бер туғандар ише һигеҙ бөртөк бер-береһенә һыйынышып бер пеналда яталар.
Ильяс Фәритович ҡоралды ҡулымдан кире алды, киҫкен, өйрәнелгән-күнегелгән теүәл хәрәкәт менән магазинды кире тыҡты, патронды көбәккә индерҙе лә пистолетты предохранителгә ҡуйҙы.
– Пистолет һуғышҡа әҙер! – тине шунан хәрбиҙәрсә.
– Ниңә ул ҡәҙәр төҫөгөҙ ҡасҡан? – тип һораным ярҙамсымдан.
Ильяс Фәритович өндәшмәне.
– Был ҡорал менән нисек эш итергә икәнен өйрәтермен, – тине бер аҙҙан. – Егерме метрҙан сәпкә тейҙерерлек итеп өйрәтермен. Сумочканан уны йәһәт алыу алымын да күрһәтермен. Тик, кеше үлтермәйәсәкмен, тип миңә һүҙ бирегеҙ.
– Мин уны ҡурҡытасаҡмын ғына. Үлтерергә башым икәүме ни?
– Ҡоралдың үҙ логикаһы бар. – Дуҫым һөйләшеү барышында беренсе тапҡыр йылмайҙы. – Ул мотлаҡ үлтерә, йыш ҡына бер ғәйебе булмаған кешеләрҙе һәләк итә. Хәҙер ҡарағыҙ.
Ул күҙ асып күҙ йомған ваҡыт эсендә пистолетты һүтте, һәр деталдең нимәгә хеҙмәт итеүен аңлатты, унан кире йыйҙы. Нисек ҡарарға, пуляны патронниктан нисек һурырға икәнлеген күрһәтте. Кисенә алыҫ урманда мин беренсегә әлеге ҡоралдан атып ҡараным. Насар түгел, тине Ильяс Фәритович.
– Ҡоралдан бөтөнләй ҡурҡмайһығыҙ, – тип аптыраны ул. – Әллә нәҫелегеҙҙә профессиональ хәрбиҙәр бармы?
Офиста Ильяс Фәритович сумочканан пистолетты алыу, уны хәрби әҙерлеккә килтереү хәрәкәтен автоматизмға еткергәнсе ҡабатларға мәжбүр итте. Әммә йөҙөнән борсолоу барыбер ҙә китмәне.
– Һеҙ бөтәһен дә ныҡлап уйланығыҙмы? – тип һораны ул. – Әйҙә, мин дә барайым, страховка өсөн.
– Юҡ! – тинем ҡәтғи рәүештә. – Был – минең шәхси проблема. Уны үҙем генә хәл итергә тейешмен. Бер кемде лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғым килмәй, һеҙҙе – бигерәк тә.
Ильяс Фәритович оҙаҡ итеп миңә ҡарап торҙо, шунан көтмәгәндә ҡосаҡлап алды ла күкрәгенә ҡыҫты.
– Нимә булһа ла, мин һеҙҙе ғәйепләй алмайым. – Ҡоро ғына өҫтәп ҡуйҙы. – Һеҙ йә изге әүлиә, йә иблис тоҡомонан.
– Икеһе лә бергә, – тип көлдөм мин һәм пистолетты сумочкама һалдым. – Ә хәҙер, Ильяс, ҡәҙерлем, билет алығыҙ, поезд менән барам, ҡайтыр яҡҡа – самолетҡа, бизнес-класҡа.
Стригунков Константин Григорьевич минең көтмәгәндә пәйҙә булыуыма ныҡ аптыраны. Ваҡыт киске етеләр ине. Беҙ уның уңайлы офисында икәү генә. Стригунков һәр ваҡыттағыса үҙен иркен тота, ҡабаланмай ғына һөйләшә, ҙур ҡәнәғәтлек менән яратҡан сигаретын – «Мальборо» тарта. Картонға, этикетка ҡағыҙына хаҡтар артыуы, һалымдың күтәрелеүе, аренда хаҡтары үҫеүе хаҡында һөйләй генә башлағайны, тупаҫ ҡына бүлдерҙем:
– Константин Григорьевич, мин аҡса артынан килдем.
– Аҡса артынан? – Стригунков яһалма рәүештә көлдө. – Ҡәҙерлем, Маргарита Наумовна, һеҙ үҙегеҙҙең килеүегеҙ тураһында алдан хәбәр итһәгеҙ, мин ҡунаҡхана белешкән булыр инем.
– Төнгө самолет менән ҡайтып китәм, – мин уның йөҙө, ҡараштары үҙгәреүен иғтибар менән күҙәтәм. Сумочкам тубығымда ята.
Стригунковтың йөҙө һытылды.
– Сәйер, аҡса шулай тиҙ кәрәк булдымы ни?
– Кәрәк булды шул. Мин уны ярты йыл көтәм инде. Сәбәбен беләһегеҙ. Атай-әсәйем тегендә сумаҙан өҫтөндә ултыра.
– Әйткәндәй, Маргарита Наумовна, минең бер проект бар ине, – Стригунков кабинетын һөҙөп ҡарап сыҡты. – Бында берәү осһоҙға ғына үҙенең картон фабрикаһын һата.
– Аҡса, тим! – Мин, түҙемһеҙләнеп, Стригунковты бүлдерҙем. – Һала барған аҡсалар ҡайҙа? Хәҙер үк бирегеҙ, юҡһа, самолетҡа һуңлауым бар.
– Рита, туҡта әле, һиңә ни булды? – тип аптыраны Стригунков. – Алыштырып ҡуйғандар кеүек үҙеңде.
– Ҡайҙа минең аҡсалар? Алла хаҡы өсөн ҡойроҡ болғама! – Мин сумочкамды эсемә нығыраҡ ҡыҫтым.
– Ҡайҙа, ҡайҙа... – Стригунковтың асыуы ҡабара башланы. – Атай-әсәйен килтерә, имеш, берәү. Аҙ ғына көтә алмайҙармы ни? Бында бизнес юлға һалына, ә ул аҡса таптыра. Бер һинең аҡса ғына түгел, уртаҡ... Һинеке лә, минеке лә...
Сумочкамды астым да пистолетты сығарҙым.
– Минең өлөш юҡмы ни? Ҡасандан бирле? «Опель» машинаһын минең аҡсаға алдыңмы? Дачаны ламы? Оҙаҡламай улыңды Сорбоннаға ебәрәһеңме?
Стригунков аптырап бер миңә, бер пистолетҡа ҡараны, күрәһең, хәүеф уға яй барып етә ине.
– Рита, ул уйынсығыңды ал, – тине яй ғына, үҙе йылмайырға маташты. – Уның бит атылып китеүе ихтимал. Ал, тим. Давай һөйләшәйек, берәй уртаҡ фекергә килербеҙ, моғайын.
– Аҡсаны бир! Миңә тәғәйен аҡсаны бир, хәшәрәт! – тип ҡысҡырҙым да пистолетты Стригунковҡа тоҫҡаным.
– Шизофреничка! – Стригунков, ниһайәт, екеренә башланы. – Пистолетыңды ҡулыңдан ҡайырып алам да артыңа тибәм хәҙер!
Ҡоралымды һулғараҡ алып тәтегә баҫтым. Пуля Стригунков артында торған яҡҡа осто һәм монитор экраны селпәрәмә килеп, быялалары тирә-яҡҡа сәсрәне.
Хәҙер инде Стригунков ныҡлап ҡурҡты. Йөҙө ағарынып, күҙҙәре шарҙай булды, эйәге һәленеп төштө.
– Вәт сволочь! – тип ыҫылданы ул, – шул аҡса өсөн мине үлтерергә уйланыңмы? Һин, паскуда, ата алмайһың, ҡулың күтәрелмәҫ! – Ул ҡапыл алға атланы ла ҡулымдан пистолетты һуғып төшөрҙө, унан мине креслонан, көсөктәй күреп еңел генә күтәрҙе лә иҙәнгә ташланы. Торорға маташҡайным, йоҙроғо менән йөҙөмә һуғып, кире иҙәнгә йыҡты.
Мин шыуышып стенаға барҙым, арҡамды терәп ултырҙым. Стригунков креслоны минең ҡаршыға шыуҙырып шуға ултырҙы, ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәһенән сигарет ҡабы сығарҙы.
– Ну стерваһың да инде! – тине, тәмәке ҡабыҙып. Яйлап тынысланды. – Аҡса кәрәк булған уға. Ә бына быны теләмәйһеңме? – Ул, ҡулдары менән ишаралап, оятһыҙ хәрәкәт күрһәтте.
– Минең аҡсаны ҡайҙа ҡуйҙың? – тинем тағы. Тамам аңға килеү өсөн, миңә нисек тә ваҡытты һуҙырға кәрәк ине. Тупаҫ ауыртыу баҫыла төштө. Күрәһең, иҙәнгә бәрелеп мейе һелкенгән. – Тотоноп бөттөңмө?
– Көт, хәҙер сығарып бирәм! – Стригунков мыҫҡыллы йылмайҙы. – «Опель»де икебеҙ эшләгән аҡсаға алдым, ә дачаны... иҫке бизнес буйынса берәүҙе ҡыҫырға тура килде. Ә һинең йәшелдәрең сейфта ята, тик уларға өмөтләнмәй тор. Әйттем бит, картон фабрикаһын алам, тип. Дивиденттарҙан өлөш сығарырмын, бәлки. Әле түгел, эште ныҡлап яйға һалғас. Теләһәң, әйҙә былай итәбеҙ: иртәгәнән башлап һин килемдең яртыһын ала башлайһың, ә өстән икене онот. Әммә Уралдан заказдар ташыуҙы өҙмәйһең. Аңланыңмы?
– Ә сейфта ятҡан мин эшләгән аҡса? – тип һораным шым ғына. Тупаҫ ауыртыу үтте, әммә ярылған ирендән һаман ҡан аға ине әле – мин уны телем менән ялап саҡ өлгөрәм.
– Онот, тип әйттем бит ул аҡсаны, – Стригунков әсе һүгенде. – Аңланыңмы?
– Аңланым, Константин Григорьевич, – тип мөгөрҙәнем. – Мине ныҡ алдағаныңды аңланым. Ярай, өлөш сығарыуыңа ла рәхмәт. Костя, Алла хаҡы өсөн, берәй йотом шарап бир әле.
– Күптән шулай тиҙәр уны, – тип ҡәнәғәт һөйләнде Стригунков. – Йәшелдәрҙе бир, имеш, уға. Ишь ты...
Стригунков өҫтәлдән шарап шешәһен алырға тип боролдо. Ә мин шул арала иҙәндәге пистолетҡа һонолдом да уны ҡулыма алдым. Усымда ҡорал һалҡынлығын тойоу мине тамам тынысландырҙы.
– Әйткәндәй, пушканы ҡайҙан таптың? – тип һораны Стригунков. – Һинең һымаҡ интеллигент ҡатын кешегә ата алмай. – Ул, ҡулына шараплы бокал тотоп, минең яҡҡа боролдо.
– Һинең һымаҡ паразитҡа икеләнеүһеҙ атам, – тинем тыныс ҡына тауыш менән. – Бына, ҡара!
Тәтегә баҫтым.
Стригунков аптырарға ла өлгөрмәне, һул ҡулы менән аяғының тубығына тотондо. Шараплы бокал иҙәнгә ҡоланы.
– Стерва, һин нимә эшләгәнеңде аңлайһыңмы? – Ул ыңғырашты, ҡулын тубығынан алды ла бармаҡтары араһына һарҡып сыҡҡан ҡанға ҡарап тора башланы. – Ҡоторған бүре! – Стригунков өҫтәлгә эйелде. – Хәҙер мин һине быуып үлтерәм! Инә бүре!
– Аҡса! – тип талап иттем һәм үҙемдең ҡәтғи тауышты үҙем таныманым. – Тиҙ генә ас сейфты!
– Хәҙер, – тип үсәп яуапланы Стригунков һәм ҡулдары менән йәнә оятһыҙ ишара күрһәтте.
Тағы аттым. Был юлы Стригунков, уң аяғын тотоп, гөрҫ итеп иҙәнгә ҡоланы.
– Юбкалы иблис! – Ул ауыртыныуҙан бөгәрләнде. – Сирле ҡатынды, малайҙы йәлләр инең, исмаһам.
– Минең аҡса! – тип ҡәтғи ҡабатланым мин һәм ауырлыҡ менән аяғыма баҫтым. Ярылған ирендән һаман ҡан аға. Телем менән ирендәремде ялайым да тоҙ тәм иткән ҡанымды йотам.
– Сейфҡа шыуышып бар ҙа ас! – тип бойорҙом Стригуновҡа, үҙем яурынына тоҫҡайым. – Йә ҡулыңа атам, һәм күп ҡан юғалтыуҙан ярты сәғәттән үләсәкһең.
Ул минең ярһыған йөҙгә ҡараны, эштең етди төҫ алғанын тулыһынса аңлап, мөйөшкә шыуышты, ҡулын йәшерен ергә тығып, асҡысты алды.
– Үҙең ас, – тине шунан күңелһеҙ генә.
– Юҡ, һин үҙең асаһың да үҙ ҡулың менән ҡулыма бирәһең. Бер, ике...
– Стерва. – Стригунков, саҡ иламай, сейфҡа ҡарай шыуыша башланы.
Минең аҡсалар үрге шүрлектә ята ине. Бәйләнгән алты төргәк. Уларҙы пакетҡа тултырҙым, пистолетты ла шунда һалдым, унан Стригунковҡа кәңәш бирҙем:
– «Тиҙ ярҙам» саҡыр. Әле һин аңыңа киләсәкһең һәм әллә күпме этлектәр эшләйәсәкһең. Дөмөктөрөп кенә китергә ине лә...
Урамға сыҡтым, бер квартал самаһы ҡабаланып атлағас, такси туҡтаттым. Аэропортҡа килеп еткәндә, минең рейсҡа ултырыу бара ине. Йәһәт кенә бәҙрәфкә инеп, пистолетты сүп йәшнигенә ташланым.
Самолет һауаға күтәрелеп, салонда эсемлектәр тарата башлағас, бер бокал коньяк һорап алдым, күршеләге ир-аттың йылмайыулы ҡараштары аҫтында уны бер тынала һемерҙем. Шунан йоҡлап киткәнмен һәм самолет Йәнтөйәктәге аэропортҡа килеп төшкәнсә уянмағанмын.
Май башының бер тыныс, айлы төнөндә Ильяс Фәритович менән Ташкент поезын ҡаршы алдыҡ. Ул поезда атай-әсәйем Тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. Хибараларын, көнкүреш ваҡ-төйәген осһоҙ ғына хаҡҡа һатып киткәндәр.
Иң ҡәҙерле кешеләремде: тәүҙә әсәйемде, унан атайымды ҡосаҡланым. Мин уларҙы теүәл биш йыл күрмәнем. Әсәйем ҡартайған, сүккән, атайымдың ҡасандыр киң һәм көслө яурындары һәленеп төшкән.
Фатирыма еткәнсе уларға һиҙҙермәй генә күҙ йәштәремде ағыҙып барҙым. Ярайһы уҡ яҡшы зауыҡ менән йыһазландырылған ике бүлмәле фатирым тегендә тыйнаҡ көн итергә күнеккән атай-әсәйгә үтә лә зиннәтле күренде. Ҡала ситендәге йортто алып барып күрһәтеүҙе түҙемһеҙләнеп көттөм һәм бер көндө Ильяс Фәритович менән уларҙы шунда алып киттек.
Атай менән әсәй машинанан сыҡты ла матур йортҡа ҡарап текәлеп ҡалды. Әйткәндәй, йорт һатып алыу бик уңышлы килеп сыҡҡайны. Бында миңә бөтәһе лә оҡшай. Баҡса, тилбер йылға, көнсығышта – осло тау түбәләре, урман артында асфальт юл... Ошонан көньяҡҡараҡ, ҡырҡ саҡрымдар самаһында, Таптыҡ – атайҙың тыуған ауылы урынлашҡан. Бала саҡта мин йыш ҡына шунда була торғайным, һунарсы олатайымды әле лә бик яҡшы хәтерләйем.
Атай-әсәйем йорт алдында баҫып тора һәм аптырап бер-береһенә ҡараша.
– Был – һеҙҙең йорт, – тим уларға шым ғына.
Атайым яныма килде лә мине ҡосағына ҡыҫты. Әсәйем дә бер яғымдан ҡосаҡланы. Ул бөтә тәне менән ҡалтыранып илай ине. Йәшлегем, тәжрибәһеҙлегем арҡаһында оло кешеләргә сит-ят ергә китеү, өй һатып алыу, баҡса үҫтереү, хужалыҡ алып барыу һәм бер көн шуларҙың барыһын да юғалтыу ниндәй ауыр икәнен мин аңламай ҙа инем. Шуларҙың барыһын да кире ҡайтарыуҙан инфаркттан йығылырға мөмкин. Үҙемде бик бәхетле һиҙҙем ошо минутта.
Атайым оҙаҡ итеп баҡса буйлап йөрөнө, ҡат-ҡат: «Мин бит, Рита, ауыл өйө алғанһыңдыр, тип уйлағайным, ә һин – хан һарайы...» – тине, аптырап һәм һаман ышанып етмәй.
– Өй ҙур, шулай булыуы яҡшы, – тип маҡтаны әсәйем. – Газы бар, бәҙрәф, ванна бүлмәһе... Әкиәт инде торғаны. Ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарар, тәрбиәләр урын етәрлек.
Ул нисектер ҡурҡып та, өмөт менән дә миңә ҡараны. Ә мин ишетмәмешкә һалыштым. Был ваҡытта әҙәпле управляющийым беҙгә арҡаһы менән машина янында тора һәм сәскәгә күмелгән үҙәнлеккә текәлгәйне.
Бер аҙашҡан уй йөҙөнсө тапҡыр инде башҡа инә: ә ошо йортто, атай-әсәйҙең һуңғы төйәген, Стригунков сейфта күмеп ҡалдырырға ниәтләгәйне. Ниндәйҙер ғәҙел һәм ҡеүәтле көс уға был яуызлыҡты тормошҡа ашырырға ирек бирмәне бит. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә мин уйлағанса килеп сыҡты.
Киске Ҡалаға мин йәнә төштөм (әллә күтәрелдемме?), уның урамдары буйлап йөрөнөм, таныш эскәмйәгә ултырҙым. Хәмзә күренмәне. Ул бынан мәңгелеккә киткәйне. Минең был эңерҙәге килеүем дә һуңғыһы. Шулай икәнен яҡшы беләм. Оҙаҡламай күңелемә тыныслыҡ, һиллек килде. Был тойғо врач, ауырлыһығыҙ, тип әйткән көндө килде.
– Минең ҡыҙым буласаҡ!
– Мисс... яңғыҙ инә бүре... – тине кемдер, күңелле генә итеп. – Һеҙ бәхетлеме?
– Юҡ, – тип ҡаршы төштөм шундуҡ. – Мин, бәлки, инә бүрелер ҙә, тик хәҙер яңғыҙ түгел. Беҙ хәҙер икәү. Эйе, бәхетлемен тип уйлайым.
– Ә ҡыҙҙың атаһы кем?
– Бына быныһын әйтмәйем. Атаһының исемен хатта ҡыҙыма ла әйтмәм. Шулай кәрәк. Ул минең мәңгелек серем булып ҡаласаҡ. Мин ул серҙе үҙем менән Киске Ҡалаға алып китәсәкмен. Хәйер, уныһы тиҙ булмаҫ әле, байтаҡ йылдарҙан һуң. Һәр хәлдә мин шуға өмөтләнәм...
Шамил ХАЖИӘХМӘТОВ.