ШӘҮЛӘ

Повесть (аҙағы)

Аҙағы. Башы ошонда

Ҡарашын туҙанлы юлға ҡаҙап, талсыҡҡан кәүҙәһен тау аҫтындағы ҡоҙоҡ яғына йүнәлтеп китеп бара ине, таныш тауыштан тертләп китте:

– Гөлнурым, мин килдем! – Һиҫкәнеп һирпелде, ҡаршыһында оло спорт сумкаһын тотоп алған Хәкимйән баҫып тора. Юғалып ҡалды, тулҡынланыуҙан теле аңҡауына йәбеште, теҙ быуындары ҡалтыраны, ниһайәт, юғала барған тауышы менән өҙөп-өҙөп һораны:

– Ни… нишләп килдең бында? Башҡа урын бөткәнме һиңә?

– Һеҙҙә математиканан уҡытасаҡмын. Райондан бында ебәреүҙәрен һораным. Беҙ бергә буласаҡбыҙ. Шәп, эйе бит! – Ул яратҡан һүҙен ҡабатланы.

– Шәп түгел! Кит һин бынан, Хәкимйән, кит, яныма ла килмә, бер ни һорашма ла! Үтенәм! Осрашыу эҙләмә, яҙмышыбыҙға яҙғанды төҙәтергә маташма, бер ни килеп сыҡмаҫ, мин…мин… башы менән тәҙрә быялаһын төйгән күбәләк хәлендәмен!..

Шулай тине лә, аптыраулы ҡарашлы егетте ҡалдырып, илай-илай ҡоҙоҡ яғына ҡарай йүгерҙе. Биттәрен боҙҙай һалҡын инеш һыуы менән йыуа ла йыуа, шул һыуҙар тоҙло йәштәргә ҡушылып муйынын, түштәрен сылата. Уға үтә лә ҡыйын ине, шулай ҙа бер мәлгә генә күңелен яҡты уй балҡытты: “Хәкимйән бар бит әле был донъяла, мәңгегә юғалтһа ла, алай ҙа ул бар!..”

Хәкимйән килде лә уларҙан ике-өс өй аша йәшәгән Файза ҡарсыҡҡа фатирға төштө. Хәҙер уның йәшәүе ғазапҡа әүерелде, белә, ул аласыҡта Фәриттең ҡосағында, ә был мәлдә Хәкимйән уларҙың баҡса ултырғысында ултыра. Ул уны тойомламай, ап-асыҡ итеп һиҙә, хатта егеттең ваҡыт-ваҡыт ауыр итеп көрһөнөп ҡуйыуын да ишетә. Ишетә лә, хәленән килгәнсе ҡаршылашырға тотона…

Көҙ еткәс, мәктәпкә эшкә төштөләр. Тәүге уҡыу көнөндә үк Хәкимйән яйын тап килтереп янына килде, ҡулындағы гөлләмәне һондо һәм аңлашылмаған мөнәсәбәттәрен асыҡларға теләгәндәй һораны:

– Нисек улай ҡарарға килдең, Гөлнур, аңламайым?

– Һәм аңламаясаҡһың да! Шулай кәрәк ине. Мин ир ҡатыны.

– Ә мин?

– Ә һин, йәшлегемдә һәм сафлығымда, ынтылһам да, барып етә алмаҫ, бик теләһәм дә, ҡайтара алмаҫ йыраҡта ҡалдың. Ул һағымға ымһынмайыҡ, үҙебеҙҙе әүрәтмәйек һәм алдамайыҡ, Хәкимйән. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. – Тик ни өсөн рәхмәт әйткәнен генә асыҡламаны.

Зыялы холоҡло Хәкимйән башҡаса борсоманы, бары тап килешкәндәрендә моңһоу, рәнйеүле һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде.

Хәкимйән килеп бер ай самаһы үткәс, Фәрит менән эләгешеп киткәндәр. Фәрит башҡалар ише күреп, ауылға хужа икәнлеген иҫбатларға маташҡандыр, ә Хәкимйән – теләһә кемгә баш эйеп бармаусы ғорур зат. Икәүләшеп ауыл эргәһендәге аҡлан эргәһенә киткәндәр, арттарынан көйәрмән сифатындағы егеттәр эйәргән. Уҡыған мәлдә бокс секцияһына йөрөгән Хәкимйән бирешә буламы? Фәрит алған кәрәгенә, еңелгән. Ошо хаҡта иртәгеһенә үк ишетте. Эйе, Фәрит төн уртаһын еткермәй ҡайтып инеп, уға арҡаһын ҡуйып уфтанып таң аттырғайны шул. Эш бына нимәлә булған икән. Бер мәлгә генә күңелендә шатлыҡ эркелде, тимәк, эргәһендә һаҡлаусыһы һәм яҡлаусыһы бар! Тик уға арҡалана, унан теләһә ниндәй мәлдә ярҙам һорай аламы? Хаҡы юҡ, бындай түбәнселеккә ғүмерҙә лә бармаясаҡ! Хәкимйән ғорур, әммә ләкин ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел! Әйҙә, ошолайтып эргәһендә йөрөп ятһын, уға шуныһы ла еткән…

Уның туй көнөнә тап килтереп Хәкимйән дә кәләш әйттерергә ҡарар итте. Балалар баҡсаһының мөдире, һөймәлекһеҙ Кәримәне һайлаған.

Эсеүгә хирес Фәрит туйҙа тиҙ биреште. Мәжлес яртылауға ул лаяҡыл иҫерек ине инде, саҡ күрше йортҡа күсереп һалдылар. Ирен хәстәрләү һылтауынан сыҡҡан уға шул ғына кәрәк ине лә, Фәритте сисендереп түшәккә һалды ла арғы осҡа Кәримәнең еңгәһе йәшәгән яҡҡа йүгерҙе. Төн уртаһы еткән. Йорттоң тәҙрәләрендә ут күренмәй. Ул баҡса ултырғысына бөгөлөп төштө: был мәлдә Хәкимйәне яттың ҡосағында. Уның да йәне өҙгөләнәлер, моғайын, ҡулдары менән булмаһа ла йәне менән үҙ-үҙе менән тартҡылашалыр… Баҡса рәшәткәһенә ҡайҡайып ултырып, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Шекәрә болот ҡаплаған күктә төн хакимы айҙың шыҡһыҙ шәүләһе йөҙә, йондоҙҙар ҙа бөләңгерттәр, төҫһөҙҙәр. Көҙгө һалҡын ел биттәренә уңлы-һуллы саба, итәктәренән тартҡылай, йоҡа курткаһы аша үтәләй һуғып тәнен, юҡ, тотош йәнен ҡалтырата. “Шул кәрәк миңә, шул кәрәк! Туҡма, сыбыртҡыла мине, һалҡын ел, ҡыуала йәнемдәге йылыны, унда яҡты хистәргә урын ҡалмаһын!..” Булмышы ярһып, бер үк һүҙҙәрҙе тылҡыны…

Егәрле, тырыш, оҫта ҡуллы икән Хәкимйән, бер йыл тигәндә ауыл осонда тәтәйҙәй йорт бөтөрөп инде, хужалығын тәртипкә килтерҙе, ойоштора белеүен, халыҡ менән эшләй алыуын иҫәпкә алып, бер нисә йылдан һуң уны ауыл хакимиәтенең башлығы итеп һайлап ҡуйҙылар.

Фәрит тә, Хакимйән менән ярышырға теләгәндәй, белем алырға ынтылып маташты, мәгәр кимәле тракторсылар курсынан да юғарыраҡҡа тартмай ине. Китеп-ҡайтып йөрөп алты ай уҡығандан һуң тракторсы танытмаһы алып ҡайтты, уны ла юғары уҡыу йортоноң дипломын алғандай күреп, аҙна-ун көн самаһы әшнәләре менән йыуып йөрөнө, терегөйөк!

Хәкимйән менән булған йылы мөнәсәбәттәре ары ла дауам итте. Башлыҡ кеше араһында булмаһа ла икәү генә осрашҡандарында хәстәрләүен, ситтән генә булһа ла уны ҡайғыртыуын белгертә, кәңәштәрен бирә, үҙе лә асылып китә ҡайһы саҡ. Бер бөтөн булып берегер яртылар ине лә бит, Саҡ менән Суҡ яҙмышлылар уларҙан башҡа ла был донъяла аҙ тиһеңме? Барыбер күңеленә рәхәт, барыбер ошолай йәшәүҙәре йәненә дауа. Яҙ көнө тәбиғәт уянмаһа, тыуыр таң да ваҡытында атмаһа, күк көмбәҙендә ҡояш көлмәһә, төнгө йыһанды ай-йондоҙҙар балҡытмаһа, йәшәйештең тәме лә, йәме лә, мәғәнәһе лә ҡалмаҫ ине, моғайын. Ер йөҙөндә Хәкимйәндең барлығын белә, уға шунан артығы кәрәкмәй ҙә. Ул ғына биреште, бирелде, бөгөлдө көнитмеш ауырлыҡтарынан…

3

Уйҙарынан арынып тағы ла бер тапҡыр ҡарашын ярым ҡараңғы бүлмә эсенән йүгертте. Танауын ҡырҡыу көмөшкә еҫе ярҙы. “Башҡаса эсмәйем тип ант итәм дә бит… Тумыртҡа тәүбәһе… Тотош ауыл эскәс, ни хәл итәһең…” Баяғы ҡумтала эҙләнеп, бармаҡ башындай хушбый һауытын сығарҙы. Уның төбөндә ҡалған тамсыларҙы ҡолаҡтарының һыртына, ҡултыҡ аҫтарына ышҡыны. Шунан ишек яңағына ҡатылған йыуынғысҡа һыу ҡойоп биттәрен йыуҙы, тештәрен таҙартты. Башлыҡҡа көмөшкә еҫе борҡоп барып ултырып булмай бит инде. “Моғайын, көмөшкә ҡыуған өсөн саҡырталыр әле. Тигенгә тиһеңме? Бынау Кәримә лә шул хаҡта тумбытты бит… Ә ул эшкә сыҡ, тип әйтеренә өмөтләнеп яҡшыға юрай тағы”. Кәйефе китте. Баяғы етеҙлегендә йөрөп өҫтөн алмаштырҙы, ирендәрендәге буяҡты ҡулъяулыҡ менән һөртөп ырғытты, башына иҫкерә төшкән яулығын ябынып, өҫтөнә һыйыр һауғандағы фуфайкаһын кейеп тышҡа сыҡты, ишеккә йоҙаҡ һалды ла ауыл хакимиәте яғына йүнәлде. Китешләй әсәләренә боролоп, балаларға күҙ-ҡолаҡ бул, тип әйтергә лә онотманы, юғиһә, Сәлимәкәйе уяныр ҙа ҡурҡып илай башлар, уға ҡалғандары ҡушылыр.

Ауыл әлегә уянып етмәгән, мәгәр тау битләүендәге хакимиәт тәҙрәһендә генә ут күренә. Хакимиәт эргәһендә мәсет. Уны тышҡы матурлыҡ, дин өлгөһө сифатында ҡалҡыттылар. Иң осона ярым ай ҡунған манараһы ла сиркәүҙекенә оҡшатып эшләнгән. Ауыл һайын тамаҡ ялғарлыҡ шөғөл эҙләп йөрөгән йыйын әтрәгәләмдәрҙе яллап төҙөткәйнеләр шул, ә уларға сиркәү әтмәләнең ни ҙә, мәсет ҡоршаның ни, түләһендәр генә. Иман йортона йөрөүселәр, хатта изге йома көндө уның ишеген асып инеүселәр юҡ. Аңлашыла, ошоғаса Аллаһыҙ итеп тәрбиәләнгәндәр һис ҡасан тәүбәгә килмәйәсәк, ә үҫеп килгән быуындың табынғаны – аҡса… йәнә ауыл уртаһындағы кибеттә. Кибеттеке күпкә сағыуыраҡ та, матурыраҡ та, әллә ниндәй төҫтәрҙә емелдәп үҙенә әйҙәй, саҡыра. Алыпһатар Бикә ике-өс ауылда магазин асҡан, эшен дә заман ҡалыбына яраҡлаштырған. Магазиндарҙы ялтырауыҡ кәнфит һымаҡ итеп тотоу, район гәзитенә даими рекламалар биреү, яңы йылда шыршы төбөндә йомартланып шампан өләшеү тиһеңме, һәммәһен килештереп урын-еренә еткерә. Һуңғы осорҙа ике һатыусы ялланы, хәҙер магазиндары тәүлек әйләнәһенә эшләй, тәүлек әйләнәһенә килем килтерә. Шуға ла бит көмөшкә һатыу һуңғы йылдарҙа ауырлашҡандан-ауырлаша бара, ир-ат тура магазинға бара, ә унда аллы-гөллө шарабы ла, эреле-ваҡлы һыраһы ла, йәнең теләгән араҡыһы ла бар. Аҡсаң наҡыҫ икән, һуңғыға арзанлынан, суррогаттан алырға мөмкин. Спиртлы эсемлектәрҙе киске ун берҙән һуң һатмаҫҡа тип ҡарар сығарғандар ҙа бит, уның үтәлешен төпкөл ауылға килеп кем генә тикшерһен дә ғәйеплене язаға тарттырһын?!

Бикә – күрше ауыл ҡыҙы. Бер мәктәптә, бер класта уҡынылар. Ул гел алғы партала ултырҙы, лидерлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа ынтылды. Мәктәпте тамамлағас, класташтарының күбеһе юғары уҡыу йортон һайланы, ә Бикә һатыусылар курсын ғына бөтөрҙө лә әрһеҙлеген, тырышлығын егеп үҙ эшен асып ебәрҙе. Үткән йыл балаларына тәмле-татлы алайым тип магазинға һуғылды, Бикә лә шунда икән. Тауар алып килеп тапшырып тора. Уны күргәс, ҡыуанып китте. Ниндәй йомош менән ингәнлеген белгәс, кәнфиттәрҙе үҙ ҡулдары менән үлсәп уның ҡултығына ҡыҫтырҙы ла яғымлы өндәште: “Балаларға күстәнәс… – Көтөлмәгән тәҡдим яһаны: – Әйҙә, миңә барып сығайыҡ!” “Һин бит күрше ауылдан”. “Биш саҡрым йыраҡлыҡтағы ауылда. Минең иномарка өсөн һинең йәйәүләп өйөңә ҡайтыр ваҡыт. Фәрит өйҙәме?” Икеләнеп ҡалды: “Өйҙә лә ул...” “Улайһа, киттек!” Иномарка иркен, тышта өтөп алып барған эҫе, ә бында салонда һалҡынса һауа тәнде иркәләй. Радиоалғыстан күңелле көй ағыла. Бикә осло тырнаҡлы, еренә еткереп тәрбиәләнгән бармаҡтарына затлы сигарет ҡыҫтырҙы. Уның яғына һауалы һирпелеп-һирпелеп ала. “Йәшәй ҙә һуң кешеләр! Юғары белеме лә юҡ, шулай ҙа көнбайыштағы журнал тышындағы ялтырауыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер ҙә ҡайтыш түгел…”

Бикәнең йорто ауыл ситендә, ике ҡатлы, ҡыҙыл кирбестән күтәрелгән. Эстәге зауыҡ менән теҙелгән ҡаралтыны күреп, иҫе китте. Ҡайтып ингәс, Бикә иҙәнгә һөйрәлеп торған оҙон, йомшаҡ, ҡиммәтле халат кейеп алды, уның алдына затлы ризыҡ ҡуйҙы. Оҙаҡ ултырҙылар. Йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, улар ултырған залдың иҙәне ныҡ һалҡын ине, йомшаҡ ҡаталар аша ла беленә хатта. Стеналарҙан да еләҫлек килеп торғандай. Ни тиһәң дә, яңғыҙ кеше йәшәгән таш донъя шул, таш диуар. Бикә өйөнә ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙы. Мейеһен оялыулы уй йыбырлатты: “Уны ла инергә, сәйгә саҡырырға ине лә бит, алама көнитмешемде күрһәтәйемме?..” Икеләнеүен һиҙҙе Бикә. Саҡырылмаһа ла, итәғәтле баш тартты:

– Бик ҡабалан бараһы ерем бар ине, һеҙгә инеп тормамдыр… Икенсе, ҡулайлыраҡ мәлдә яйын тап килтереп ултырып алырбыҙ, бәлки, кем белә... Һинең тормошоң минекенә ҡарағанда, бәлки, мәғәнәлерәк тә, ҡотлораҡтыр ҙа, сөнки йүнһеҙ булһа ла ирең, балаларың бар… Әлегә өйөрөнән тибәрелгән тайҙай йәшәргә тырышып йүгермәләйем дә бит, ауыр хәлгә тарыһам, кемдән ярҙам өмөт итә алам? Тирә-йүндә халыҡ күп, ирҙәр күп, ә мин яңғыҙмын… – Рулгә маңлайын терәне, ҡыҫҡа сәстәре биттәрен ҡапланы. – Был донъяла һәр кем үҙенсә бәхетле, һәм үҙенсә бәхетһеҙ… Бына минең ирем дә, балаларым да, хатта дуҫтарым-әхирәттәрем дә юҡ, аҡсам, күп аҡсам ғына бар… Ә ул йәнһеҙ банкноттар ғаиләгә, балаларға торошло түгел. Аҡса кешене етеш һәм бойондороҡһоҙ ғына итә, әммә бәхетле итә алмай. Мин был донъянан шәүләләй үтеп барған, онотолған әҙәм… Киләсәгемдең шыҡһыҙ шәүләһе ҡурҡыта. Ныҡ ҡурҡыта... Үҙ яртымды табыу өмөтөн күптән һүндергәнмен инде. Хәйер, ысын ирҙәр ҡалғанмы икән бөгөн? – Үҙе үк яуап бирҙе. – Икеле. Ир юғарылығының бары шәүләһе генә ҡалған хәҙер. Ярай, үҙ яртымды табып кейәүгә сыҡтым да икән, ти, шәүлә ҡатын, шәүлә ир яҡтылыҡ тыуҙыра алмай, быныһы көн кеүек асыҡ!

– Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйһең, Бикә. Әгәр һин булғандарың менән бәхетһеҙ икән, тағы ла күберәк булдырып бәхетле була алырһыңмы?

– Һорауыңа яуабым юҡ, Гөлнур… Ҡотһоҙлоҡҡа бәрәкәтһеҙлек өҫтәү менән байып китеп булмай. Килем артынан ҡыуыуға ҡоролған сауҙа алдыҡҡа тиң, был хаҡта Ҡөрьәндә лә әйтелгән. Ә арттырып һатыу – алдыҡтың үҙе инде. Дөрөҫ, алдыҡтан әлегә бер кемдең дә үлгәне юҡ, әммә ул йәнде, дуҫлыҡты, ышанысты үлтерә, алдаҡсыны яңғыҙлыҡҡа дусар итә. Бына шуның өсөн дә мин яңғыҙмындыр. Йә, ярай, хушлашайыҡ. – Бикә крем-буяҡтар ҡатламына йәшеренеп битлекте хәтерләткән йөҙөн көсәндереп йылмайҙы.

Машина саң борҡотоп ҡуҙғалып китте лә, ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡты артылғас, күҙҙән юғалды. Туҙан күккә ауаланы ла, бер аҙҙан ер өҫтөнә йәйелеп таралып, бөтөнләй юҡҡа сыҡты...

Хакимиәткә ингәндә бирге яҡты йыйыштырып йөрөгән Кәримә уны күргәс, эшен ташлап, асыуланғандай һыртын ҡуйҙы.

– Һаумыһығыҙ? Башлыҡ үҙендәме?

Кәримә бурҙай эттәй өрҙө:

– Һау! Ишек төбөнә һалған еүеш сепрәккә аяғыңды һөртөп индеңме? Юғиһә, һинең һымаҡ һөйрәлкеләрҙән һуң иҙән әшәкеләнә!

– Хәкимйән үҙендәме, тим, хөрмәтле өлкән техничка?

– Таң тишегенән ҡайҙа сыҡҡан тиһең, һеҙҙең яҡын әшнәләрегеҙҙе, йыйын алкаштарҙы, буҙандарҙы, бурҙарҙы саҡыртып һөйләшә.

Тулҡынланыуын еңә алмай урынында тапанып, дермантин менән көпләнгән кабинет ишегенә ымланы ла бындағы әрләште ишеттереп ҡуйыуҙан тартынғандай тауышын баҫып шыбырҙаны:

– Инергә мөмкиндер?

– Ниңә уны минән һорайһың, саҡыртҡас, мөмкиндер!

Ҡыйыуһыҙ ғына кабинет ишеген асты, Кәримәгә биргән һорауын ҡабатланы:

– Инергә мөмкинме?

“Т” хәрефенә оҡшатып урынлаштырылған өҫтәлдең түрендә ҡағыҙҙар ҡараштырып ултырған Хәкимйән башын ҡалҡытты:

– Ә, Гөлнур Шамилевна, һаумыһығыҙ! Килдегеҙме? Үтегеҙ!

Ҡыйынһынып ҡына стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың ситкеһен биләне. Тынлыҡ урынлашты. Хәкимйәнгә күҙ һирпте. Йөҙө йонсоу һымаҡ күренә, сикә сәстәренә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ сал йүгергән. “Уға бит әле иртәрәк…” Ә сәстәре һаман да өтөрөй, танау төбөндәге миңе хәҙер ҡалҡып сөйәл һымаҡ күренә икән дә баһа. Яңы беленә башлаған маңлай һырҙары, күҙҙәре аҫтындағы күләгәләр барыбер йөҙөн боҙмайҙар, киреһенсә, уны һөйкөмлө итәләр. Әллә уға ғына шулай күренә микән?

Рөхсәт тә һорап тормай ҡаты баҫып килеп ингән Кәримә, ултырғыстарҙы шарт та шорт шылдырғылап, иҙән йыуырға керешеп китте.

– Кәримә, һуңынан эшләрһең эшеңде, миндә бит кеше бар, – тип ипле иҫкәртте Хәкимйән.

– Кеше, тиһеңме? Кешелеге ҡалмаған уның бик беләһең килһә, эшлектән сыға барған алкаш ул! Килеп инеү менән коридорға көмөшкә еҫе тулды!

– Кәримә, тим, сыҡ!

Тегеһе енләнеп ингән етеҙлегендә сығып китте.

Үҙҙәре генә ҡалғас, Хакимйән уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, бер аҙ ғәжәпләнә биреп, шелтәләп ҡараны. “Кемгә нимә иҫбатлайым инде, кемгә ҡарышам, булғанын кейеп ҡуҫтарланһам, бер ҙә артыҡ булмаҫ ине. Моғайын, ул элекке йәш студентка менән бөгөнгө ауыл ҡатынын сағыштырып ултыралыр. Оят…” Арзанлы дермантин итектәрен йәшереп аяҡтарын ултырғыс аҫтына тартты.

– Хәлдәрең нисек, Гөлнур?

– Уны ҡатынығыҙ аңлатты түгелме?

– Әй уны, һөйләй инде юҡ-барҙы.

– Ниңә саҡырттығыҙ? – Кәйефе киткәнгә, ары һөйләшергә теләмәгәнгә ҡыҫҡа тотто.

– Ә мин һеҙҙе ҡыуандырырға ултырам…

“Әллә эшкә сығаралар микән?..” Күңелендә кинәт балҡып киткән шатлығын эсенә йомоп ҡырыҫ яуапланы:

– Мин ҡыуаныр нәмәләр ҡалмай бара хәҙер.

– Райондан шылтыраттылар. Һине “Әсәлек даны” билдәһе менән бүләкләргә тейештәр. Республика гәзитенең бөгөнгө һанында яҙғандар шул хаҡта. Уҡымағанһыңдыр ҙа әле?

– Мин гәзит-журналдар яҙҙырмайым күптән. Аҡса еткереп булмай! – Һуңғы әйткәндәренә баҫым яһаны.

– Шулайҙыр инде, – тине башҡа һүҙ тапмаған башлыҡ, шунан саҡыртыу сәбәбен йомғаҡлағандай өҫтәне. – Райондан шылтыраттылар, ошо аҙна аҙағында юлға сығырға йыйын. Барлыҡ бүләкләнеүселәр ойошҡан рәүештә бер автобус менән бараһығыҙ.

Эшкә төшөү өмөтө һүнгәнгә күңелендә яралған шатлыҡ йораты һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты:

– Хәкимйән… Фазылйәнович нимәгә миңә ул нәмә? Эш кәрәк, ике ҡулыма шөғөл кәрәк, аңлайһығыҙмы, Хәкимйән Фазылйәнович?! Яңы ҡатынығыҙ әйтте бит, минән ысынлап та көмөшкә еҫе килә. Һуң башҡаса ҡайһылай итәйем, балаларҙы нисек тә аҫырарға кәрәк! Айырма нимәлә, Бикә магазинда араҡы һата, мин өйҙә көмөшкә, бер үк эскелек түгелме ни? Уҡытыусы ни тиклем генә ауыр хәлдә ҡалмаһын, һуңғы сиктә ул барыбер уҡытыусы булып ҡалырға тейеш, ә мин муйынымдан тормош һаҙлығына баттым! Бында осто-осҡа ялғай алмай ҡаңғырам, ә Фәрит ҡайтып эшләгән аҡсаһын туҙҙырып бөтә лә кире китә! Нимә эшләргә миңә, Хәкимйән? Белә-күрә гәзит уҡыйһыңмы, тиһең, уның ҡайғыһымы миндә?! Һауаһы һурҙырып алынған вакуум эсендәгеләй тоям үҙемде. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт көрәшергә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп йәшәргә бурыслы, ә минең хәлдә нимә эшләргә, Хәкимйән Фазылйәнович?! – Ике сикәһен ҡуш услап йәштәренә төйөлөп тынып ҡалды.

Уның тынысланғанын сабыр ғына көттө Хәкимйән, шунан һүҙ ҡыҫтырҙы.

– Башҡа шөғөл дә етерлек бит.

– Яңы әйткән алыпһатарлыҡмы? Уны башлап ебәреү өсөн дә аҡса кәрәк. Тағы тауар ташыу өсөн техникаһын ҡайҙан алаһың? Һыйырҙарымдың ағы менән һатыу итергә йыйынғайным, ә ул барып ҡайтҡан юл хаҡын да ҡапламай. Ҡайҙа барып төртөлһәң дә, таш стена ише ҡаршылыҡ. Өмөтһөҙлөккә бер мин генә бирелгән тип уйлайһыңмы, Хәкимйән? Тотош ауыл, юҡ, ауылдарҙа йәшәгән халыҡ мөйөшкә ҡыҫырыҡланған ҡырағай хәлендә. Элекке бүлексә ерҙәренә, исмаһам, бер сеүәтә орлоҡ сәселдеме быйыл? Нимә ашап йән аҫырарға тейешбеҙ? Бөтөрөлгән хужалыҡ ҡаралтыһы яу үткәндәй сәсрәп ята. Мин әйтмәйенсә лә аңлайһың, һинең дә сараһыҙлыҡтан йөрәгең әрней, шулай түгелме ни, йә, яуап бир? Әҙәм балаһы йәшәү өсөн иң тәүҙә күңел түрендә өмөт, шунан киләсәккә ышаныс йөрөтөргә тейеш. Кешене үлтереү кәрәкмәй, уны өмөттән яҙҙырыу ҙа етә.

– Гөлнур, әйҙә һөйләшмәй генә ултырып торайыҡ бер аҙ… – Хәкимйән шулай тине лә тынып ҡалды, шунан кеҫәһенән сигарет сығарҙы. – Тартып алырға мөмкинме?

– Элек тартмай инең бит?

– Өйрәндем. Төтөн йотһаң, еңел булып ҡала һымаҡ.

– Минән һорап торма инде, үҙ кабинетың.

Башлыҡтың аҡыллы күҙҙәре ҡыҫыла төштө: уларҙа хәсрәт, эске көйәләнеү ярылып ята. Ауыҙынан сыҡҡан тәмәке төтөнө лә көйрәгән йөрәгенән быҫҡып һығыла төҫлө. Бына ул тартып бөттө лә төпсөктө көл һауытына тызыны.

– Борон, урта быуаттарҙа әле, Испаниялағы бер ярлы утын әҙерләү менән тамаҡ туйҙырған. Утынды был әҙерләп өйә, ә ҡаланан килгән кеше башҡарылған хеҙмәт өсөн мул ғына аҡса түләп һатып алып тора икән. Беләһеңме, ни өсөн ҡиммәт хаҡҡа алғандар утынды? Ул инквизиция усағы өсөн кәрәк булған. Тимәк, ярлының утыны менән тереләй кешеләрҙе өткәндәр. Бына һин көмөшкә ҡойоп һатаһың, ә шуның арҡаһында күпме яҙмыштар емерелә, ғаиләләр тарҡала… Етештергәнеңде тәмләп ҡарап, үҙең дә эскелеккә тартыла бараһың. Һуң булып ҡуйыу ихтималлығы бар, һиңә бит балаларыңды ир еткерәһе, шул хаҡта уйланыңмы?

– Ҡайһы ваҡыт уйламаҫ өсөн эсәм шул…

– Ә һин уйла, ауыр булһа ла уйла. Балаларыңдың әсәйһеҙ ҡалған мәлен күҙ алдыңа килтер.

– Нимә эшләргә миңә?

– Башта үҙеңдең холҡоңдо төҙәтергә тырыш. Башыңа төшкән бәләләрҙең төп сәбәпсеһе...

– Фәҡәт һин үҙең, тимәксеһеңме? Ә әйләнә-тирәбеҙ, беҙ йәшәгән мөхит?

– Дөм ҡараңғы бүлмәлә бесәйҙе эҙләп табыуы ҡыйын, әгәр ул ҡара төҫтә икән, бигерәк тә... Шуға ҡаранан ҡара эҙләмәйек. Мин әле типовой балалар баҡсаһын төҙөү артынан йөрөйөм, күптән түгел проект-смета документтарын район хакимиәтендә раҫлатып мәғариф министрлығына алып барҙым. Ул төҙөлә ҡалған хәлдә һине тәрбиәсе итеп эшкә алырға мөмкин.

– Балалар баҡсаһы?! Мәктәптә балалар һанының кәмей барыуын яҡшы беләһең, һин төҙөгән йортҡа кем йөрөр икән? Төҙөлә башламаған, хатта нигеҙ ташы ла һалынмаған балалар баҡсаһы, ул кемгә һәм нимәгә кәрәк?! Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер күлдәк, тип әйткән ти борон бер килен.

– Һин әйткән өмөт ошо була инде.

– Бөгөн ауылдарҙа мәктәптәр ябылып ятҡанда һиңә балалар баҡсаһы төҙөүгә аҡса биреүҙәре икеле. Ярай, тырышып йөрөп теләгеңә өлгәштең дә икән, ти. Балалар баҡсаһы асыла ҡалған хәлдә ҡатының Кәримәгә лә урын кәрәк.

– Күрә йөрөйһөң, Гөлнур, ул бит тәрбиәсе түгел. – Башлыҡ һөйләшеү темаһын үҙгәртте. – Әле ҡабаланып ултырам. – Ул яҡын кешеһе менән кәңәшләшергә теләгәндәй әйтте. – Районға Тажикстандан инвесторҙар килгән, шулар беҙҙең көтөүлектәрҙе ҡарарға тейештәр.

– Ауылыбыҙға килеп көтөү көтөргә йыйыналармы әллә?

– Беҙҙә һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү яйҙары. Емерек ферманы ремонтларға тейештәр, тоҡомло һарыҡтар килтерәләр. Райондан әйтеүҙәренә ҡарағанда, тулайым килемдең етмеш биш проценты уларға, ҡалғаны беҙгә.

– Һин бит математик, Хәкимйән.

– Һуң ҡайһылай итәйем, килешеүгә район башлығы ҡул ҡуя, мин түгел. Беҙҙең өсөн файҙаһы шул ғына. Исмаһам, ферманы ремонтларҙар, кешегә эш урындары булыр.

– Тимәк, үҙ еребеҙҙә сит-яттарға көтөүсе булып ялланабыҙ инде.

– Һин хаҡлы, шулай килеп сыға.

– Хәкимйән, кеше үҙ йөҙөн юғалтмаһын өсөн иң әүәл хеҙмәт итергә бурыслы. Бөтә нәмәнең дә башында хеҙмәт ята бит. Беләһең, мин бит насар уҡытыусы түгелмен. Сәбәпһеҙ эштән бушаттылар. Ғәҙеллек ҡайҙа?

– Һүҙем юҡ, һин һәйбәт уҡытыусы. Ғәҙеллеккә килгәндә, бөгөн күптәр уны Сталиндың шәүләһенән эҙләй, өмөтһөҙлөктән киләлер был. Ә ул шәүлә тигән нәмә көнитмеште йәмләй ҙә матурлай ҙа алмай. – Башлыҡ еңелсә итеп өҫтәлгә устары менән һуҡты. – Йә, ярай, зарланыу, кемдәрҙелер ғәйепләү менән генә тормош алға бармаҫ, беҙгә йәшәргә, беҙгә эшләргә, инде конкрет ҡына итеп һинең Өфөгә барып-ҡайтыуың хаҡында һөйләшәйек.

– Өфөгәме? Мин унда бармайым!

– Нисек инде бармайһың? Уны мин генә хәл итә алмайым шул, һеҙҙе әҙерләп, кейендереп-яһандырып, район үҙәгенә алып барырға бурыслымын.

– Һеҙҙе, тиһең?

– Тағы ла Рәйсә бара.

– Рәйсәме?! – Ул ире менән аҙналар буйы һөйрәлеп йөрөп эсә. Нисек кенә булһа ла ул уның кимәленә төшмәгән әлегә, шуға тауышын күтәреп, аптырай биреп һораны.

– Ул беҙҙең ауылда берәү генә, һинең биш балаң булһа, уныҡы – етәү…

– Ана шул Рәйсәне әҙерләгеҙ, ә мин бармайым! Табығыҙ һылтауын, сырхап китте тип һылтаулағыҙ, ышанмаһалар, хәл өҫтөндә ята тип тә өҫтәгеҙ!

– Был аҡланыуҙарың урынһыҙ, барырға тура килер!

– Бармайым, йөрөмәйем, тинем бит, башҡаса саҡыртып мәшәҡәтләнмәгеҙ, Хәкимйән Фазылйәнович! Хушығыҙ! – Ҡабаланып сығыу яғына йүнәлде, тик яһилланманы, ипле генә итеп ишекте этте лә, ябылғас, ҡәҙерле нәмәләй күреп һыйпап та ҡуйҙы хатта...

Ашығып урам буйлап атлай, үҙе эстән генә үртәлеүле һөйләнә: “Ни өсөн миңә миҙал? Бала тапҡан өсөнмө? Бала табам да бит, уларҙы бөгөн әҙәмсә тәрбиәләй аламмы? Улар үҙҙәрен бәхетле, ғәмһеҙ, һаҡлаулы итеп тоялармы, теләгән аштарын ҡабалармы, йәндәре тартҡанды кейәләрме, күҙҙәре ҡыҙған уйынсыҡтарҙы алып уйнайҙармы? Юҡсыллыҡта үҫкән мәхрүмдәр бит улар... Юҡсыллыҡ хәйерселек психологияһын яралдыра, ә ул үҙ сиратында өмөтһөҙ киләсәккә ишара...” Рәйсәләр тапҡырына етте. Был тирәлә ике өйҙөң береһе буш – хас та яртылаш тештәре төшкән өңрөй ауыҙ. Серей барып яртылаш ергә һеңешкән йорттоң тәҙрәләрендә ут шәүләһе бар, тимәк, йоҡламайҙар. Бер аҙ икеләнә биреп торғас, шунда боролдо. Солан ишеге бикһеҙ ине, эс яҡҡа үтеп һаҡ ҡына итеп өй ишеген шаҡыны. Тыңланы.

– Инегеҙ, бикһеҙ! – Эстән көттөрөңкөрәп сәрелдек тауыш ишетелде.

– Һаумыһығыҙ! – Тупһаны ашатланы ла, түшәм уртаһында йызлаған берҙән-бер лампочка насар яҡтыртҡан өй эсендәге буҙ яҡтылыҡҡа күҙе бәйләнеп туҡтап ҡалды. Ниһайәт, хужабикәне абайланы, ул түрбашта оло табаҡта ҡамыр баҫып аҙаплана ине. Бына ул янбашы аша ҡарап эткеле-төрткөлө яуапланы:

– Һау булһам, духтыр түгелһеңдер әле!

Артһыҙ ултырғыс тартып ишек төбөнә сүгәләне. Өй эсендәге һүрән яҡтылыҡ һәр нәмәнең тоноҡ шәүләһен генә төҫмөрләтә; уртала йыуылмаған һауыт-һаба өйөлгән ҙур өҫтәл, ҡаршы яҡ стенаға сервант терәлгән, унда ла туҙан баҫҡан, ҡырын ятҡан рюмка-бокалдар тағы ла әллә нимәләр күренә, һулаҡай яҡта оҙон урындыҡта теҙелешеп балалар йоҡлай, шул тапҡырға уҡ сәңгелдәк эленгән, уның ян-тирәһе насар йыуылған простыня менән уратылған, уң яҡта йоҡлар өсөн киңәйтелгән диванда һиҙерәп, урын-урыны менән мамыҡтары күренгән юрған ябынып, ир кеше йоҡлай. Уның ялбыр, керҙән сыбыҡланған сәстәре һәм ҡырылмаған сикәһе генә күренә. Өй эсе тын алғыһыҙ ауыр еҫ менән тулған. Шул күңелһеҙ күренеште ир кешенең тамаҡ төбө менән ғырылдауы, ваҡыт-ваҡыт тәмләп тамшанып ҡуйыуы тағы ла күрмәлекһеҙләндереп ебәрә. Хужабикәнең өҫтөндә төҫө уңа башлаған йәмһеҙ сәскә биҙәкле халат, ул уны яланғас тәненә кейгән, шикелле. Йоҡа туҡыма аша түбәнге өлөштә тубыҡтарға тиклем төшкән пантолондың һырҙары беленә, эйелгәндә асыҡ иҙеү аша күренгән ҡеүәте, һуты кәмегән бушаҡ имсәктәр ҡамыр баҫҡан ҡулдар хәрәкәтләнгәндә елдә елберҙәгәндәй уңға-һулға бәүеләләр. Түшәктән таҡыр башлы, бер күҙе мәғрипкә, икенсеһе мәшриҡҡа ҡараған, ҡабырғалары кер ҡырғысы ише ябыҡ кәүҙәлә рахит билдәләре ярылып ятҡан биш-алты йәштәр самаһындағы малай иләүһерәп ҡалҡты ла, ҡул һырты менән йоҡоло күҙҙәрен тызып, мышҡылдарға тотондо:

– Әй, әсәй, килеп тороп асыҡтырҙы, ашағым килә…

– Сыҙап ҡына ятып тор, балам, хәҙер икмәкте өлгөртәм, картуф бешерергә ҡуям. Бөтәгеҙ бергә уянғас, иртәнге сәйҙе эсеп алырбыҙ. Бисмилла… – Рәйсә малайының арыҡ арҡаһынан еңелсә ҡағып яратып кире түшәгенә һалды, уға ҡырағаһыҙ ҡарап, тупаҫ һораны: – Нимә унда тикшереүсе ише тексәйеп ултыраһың, таң ҡараһынан эҙләнеп, темеҫкенеп йөрөйһөң? Баш төҙәткес үҙеңдә лә бар бит.

– Һине һөйөнсөләп ҡыуандырайым тип һуғылдым әле.

– Нимә, пуштыға балалар аҡсаһын ебәргәндәрме әллә? Ондоң һуңғыһын ҡырып баҫып тора инем әле. Бынау ҡырғын тейгерләргә, – асыуһыҙ ғына урындыҡ яғына ымланы, – көнөнә ике тапҡыр икмәк һалмаһаң, еткереп булмай – иртәнсәк әсетеп бешереп алам, төштән һуң сөсөләй. Ә был Әхмәт, – йоҡлаған ир яғына яратмай ҡараны, – түшәктә тығын булыуҙан башҡаға эшкинмәй, ике йыл инде ошолайтып йоҡо һимертә. Исмаһам, һинең абышҡаң, күҙ көйөгө булып йөрөмәй эргәңдә, йәнеңде тынсытып бер айға булһа ла юғалып тора. – Һүҙгә әүәҫ Рәйсә бер тына шулай бытылданы ла баштағы һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтты. – Пуштыға аҡса ебәргәндәр, әләйгәс? Ярай, һөйөнсөһөнә бер ярты!

– Һөйөнсөнө юғарыраҡтан ал, һине Өфөгә ебәрәләр!

– Бәрәмәс, унда ни ҡалған, бынау һәммәһен ҡырып-һепереп ашаған сиңерткә сиреүен кемгә ҡалдырам? Бынау тере көйөк Әхмәткәме? Улайға уҡ китһә, ул үҙе оло бала менән бер, сискән ойоҡтарын табып кейергә эшкинмәй Миңә генә күҙ терәп торалар бит өй эсе менән. Йәнә юл йөрөүгә сығымдарҙы ҡайҙан алмаҡ? – Ышанмайыраҡ ҡараны. – Эйе, Өфө һынлы Өфөлә хәйерсе Рәйсәне хәтерләп ултыралар, ти, киң итеп тот ҡапсығыңды!

– Уныһы инде һинең баш ҡайғыһы, Өфөлә һиңә “Әсәлек даны”н тапшырасаҡтар.

– Һе. – Ни әйтергә белмәгән Рәйсә аңшайып ҡарап иҫен йыя алмай торҙо бер килке, шунан ҡәтғи һығымтаһын яһаны: – Тирә-яҡта Рәйсәләр бер мин генә как будты? Бутағандар, яңылыш, аймылыш хәбәр ебәргәндәр ызнашит, шул ғына. Ана, күрше Ашҡаҙарҙа бер түгел ике Рәйсә, Ҡаҙыршала берәү.

– Рәйсәләрҙе бутаһалар ҙа, күп балалыларҙы бутамайҙарҙыр юғарыла. Тимәк, һин!

– Миңә миҙалмы?! – Рәйсәнең йөҙөнә шатлыҡ сатҡылары бәреп сыҡты, урындыҡтың ситенә лып ултырҙы. – Әсәйем, ун баланы аяҡҡа баҫтырып та уның тураһында хәстәрләүсе булмағайны, миңә етәү өсөн миҙал бирергә итәләр. Һөйөнсөһөнә бер самауыр сәй, ти торғайны әсәйем мәрхүмә, һиңә лә шуны әйтәм, Гөлнур! – Әҙәм балаһына күпме генә кәрәк тиһең, ҡыуаныстан юғалып ҡалған Рәйсә күҙ асып йомған арала ипкә килде: көндәлек мәшәҡәттәрҙән һурылып киткән йөҙөнә нур ҡунды, шау һөйәктән хасил бәләкәй кәүҙәһе теремекләнде. Ул ҡойондай ҡалҡынып йоҡлап ятҡан ирен һелкетергә тотондо. – Әхмәт, Әхмәт, тим, тор әле, тор, миңә миҙал бирәләр, Өфөгә саҡыртҡандар!

Һелккеләүҙән уянған ир тороп ултырҙы ҡыштыҡтан суғырмаҡланған бармаҡтарын тырпайтып тыңлауһыҙ һибелгән сәстәрен рәткә килтерҙе лә ситтәренә эрен ҡатҡан ташбыҡ күҙҙәрен секрәйтеп өй эсендәгеләрҙе барланы:

– Нимә тинең, алйыған бисә, шул ҡалай киҫәгенә лә ҡыуаналармы? Ә минең кисәгенән, Бикәнән алған сурагаттан һуң баш ярылып бара, үләм… – Ул быуынһыҙланып салҡан ҡоланы.

– Әй, ошоно, ғөмөрө буйы шул булды инде, һүҙҙең рәт-сүрәтен белмәне… Балалар, тороғоҙ әле, бер ҡыуаныс әйтәм, тороғоҙ, миңә миҙал бирәләр! Өфөлә... – Шулай тине лә уның яғына һораулы ҡараны. – Ул миҙал тигән нәмәне ҡайҙа бирерҙәр икән?

– Башлыҡ администрацияһында.

– Кемдән тапшыртырҙар икән?

– Һуң Башлыҡ үҙе тапшырыр, ҡотлар, гөлләмә лә тотторор! Уның йолаһы шулайыраҡ, телевизорҙан ҡарағаның юҡмы әллә?

– Телевизор, тип уның ҡайһылыр ере төтәп янғайны, тора, ана мөйөштә, картуф баҡсаһына ҡуйылған ҡарасҡылай... Миҙал, шунан сәскә... Ә сәскәһе ысынмы икән, әллә ҡағыҙҙан эшләнгәнен генә бирерҙәрме? Ошо йәшемә етеп миңә дегәнәк ишаратын да тотторғандары юҡ. Ышанғы килмәй, Башлыҡтың үҙе тигәнсе әле! Ошоғаса минең бит бригадир ҡулынан да бүләк алғаным юҡ. Алғаным юҡ, тимсе, түрәләрҙән гел әрләндем дә тиргәлдем, һүгелдем генә.

– Ә был юлы маҡтарҙар, ҙурларҙар, миҙал алғандан һуң, бер өйөр фотографтар шарт та шорт фотоға төшөрөр, телерепортерҙар интервью биреүегеҙҙе үтенер.

– Китсе, китсе, шул тиклем дә ҙурларҙармы икән? – Ышанғым килмәй.

– Ысынлап әйтәм! Ҙур ерҙә һис ҡасан ауыҙ күтәреп хәбәр һөйләгәнем юҡ, күңелем нескә бигерәк, ауыҙымдан һүҙем сыҡһа, күҙемдән йәшем сыға. Ҡунаҡ-маҙар булған ерҙә Әхмәт һупалай ҙа ҡуя. Уны инде беләһең, әйткәндәренең ҡап яртыһы урыҫсаһы менән башҡортсаһы буталған һүгенеү... – Хәбәрен ыңғай яҡҡа ҡайырҙы. – Балалар, һеҙ ҙә тороғоҙ, шатлыҡлы хәбәрҙе бергәләп тыңлайыҡ!

Урындыҡта төрлө бейеклектәге баштар суҡайышты. Ләкин өй эсендәгеләр өсөн аңлашылып бөтмәгән ҡуңалтаҡ ҡыуаныс береһенә лә ҡағылманы булыр. Өлкәнерәк тауышлыһы тамам уянды, шикелле, беренсе теләген белдерә һалды: “Нимә бешерҙең, әсәй? Ашағым килә!” Сәңгелдәктә ятҡаны теле менән әйтмәһә лә ағаһы менән бер теләктәлер, башта мышҡылдап, тора-бара һуҙып илап ебәрҙе.

Ярым ҡараңғы өй эсен ҡатындың ҡыуаныстан балҡыған күҙҙәре яҡтыртып ебәрә алманы, бер аҙҙан йөҙҙәге тоноҡлана барған ҡыуаныс бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

Ул ары ҡалыуҙы килештермәй ҡыйынһынып ҡына сығыу яғына атланы, артынан ябылған ишектә Рәйсәнең: “Ҡәһәр һуҡҡыры был тормош...” – тигән иңрәүле һүҙҙәре ҡыҫылып ҡалдылар…

Өйөнә ҡайтыуына әсәһе малды ҡарап, алдарына бесән һалып, ялан кәртәгә сығарғайны. Әле Хәмдениса ҡарсыҡ ҡорҙай кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып өй эсен йыйыштырып йөрөй. Аяҡ юлын саҡ таныр кимәлдәге һуҡыр ул. Йәшерәк саҡта һәйбәтерәк күрә ине, йылдар үтеү менән күҙҙәренең дә элекке нурҙары ҡайтып күреү һәләтен шәүлә хәленә ҡалдырып тоҙ төҫөнә инделәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тырышып, йүгермәләп йөрөп ятҡан көнө, ябай күҙҙәр күрмәгәнде лә ул иң беренсе элеп ала. Шул күрәғарау күҙҙәре менән ҡыйлыраҡ итеп булһа ла иҙәнде һепереп алған, урын-урыны менән валсыҡ өйөмдәре ҡалдырып өҫтәлде һөрткән, йыуған ҡашығаяғы ла уның күреү һәләте кимәлендә. Барыбер өй эсе йәмле, унда ниндәйҙер күтәренкелек хөкөм һөрә, ҡот һиҙелә. Ҡарсыҡ аяҡ тауыштарынан танып алып, ҡыуанып һөйләнде:

– Ҡайттыңмы, балам? Иртәнсәк, мин биғәләш, ҡайҙа барғаныңды ла белешмәй торған да ҡалғанмынсы?

– Рәйсәгә барып ураным. Уға “Әсәлек даны” миҙалын бирәләр. Шуны һөйөнсөләп килдем. – Үҙе тураһында әйтеп торманы.

– Миҙал тиһеңме? – тип ҡабатлап һораны ҡарсыҡ. – Хайран шәп ҡарар ҡабул иткәндәр ҙә! Миҙал тигән нәмәне яу батырҙарына, хеҙмәт батырҙарына бирәләр. Бына атайың мәрхүм “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын түшенән төшөрмәне. Шуға ла мин уны мулланың ҡаршылығына ҡарамай кәфененең тышына ҡаҙаным, ҡыуанып, тыныс ятһын әхирәттә лә, мәйтәм. Күп бала тәрбиәләгән һәр әсә был оло баһаға лайыҡ. Ҡолон тай булғансы хужаһы эт булған, тигән әйтем дә бар. Бала табыу һәм бағыу бит ул тоҡомоң орлоғон киләсәк майҙанына сәсеүгә бәрәбәр. Бәс, шулай икән, ул ҙур һәм үтә лә яуаплы вазифа.

– Шулайын шулай.

– Бер ҙә шулайын шулай түгел, әсәйең әйткәс, раҫ. Балаларҙы туйындырҙым, улар ни кире ятып йоҡлап та киттеләр. Йоҡлаһындар, бала саҡта йоҡо тәмле була. Ә беҙ ултырып бисмилла итеп, Хоҙай биргәненә шөкөрана ҡылып, иртәнге сәйҙе эсеп алайыҡ. Ҡашығаяҡты сайҡағанда шешә төбөндәге анау зәһәр еҫле нәмәңде сығарып түктем, эҙләмә! – Хәмдениса ҡарсыҡ үпкәләгәндәй ирендәрен бөршәйтте. – Бәлйерәгән әбейҙең өгөтләүҙәрен ҡолағыңа элмәйһең шыпа, ул ни белә, тиһеңдер инде. Атайың иҫән булһа ҡайыш сыбыртҡы менән ярыр ине, биллаһи, һәм дөрөҫ тә эшләр ине. – Шулай тине лә ҡаты итеп сәй яһап уның алдына шылдырҙы. Табында артыҡлап ҡабыр ризыҡ булмаһа ла өндәшмәй сәй һөрпөлдәтә башланылар. Шул мәлдә ишек шаҡынылар.

– Әйҙүк, кем булһа ла. – Быны Хәмдениса ҡарсыҡ һуҙҙы, ишек ауыҙында Рәйсә күренде.

– Инәй бында икән дә баһа. Һаумыһығыҙ. – Ҡабалан йомошо барлығы йөҙөнә сыҡҡан Рәйсә соланға, сығыу яғына ымланы, әйтәһе һүҙем бар, йәнәһе, артынан ишек ябылыу менән ҡабаланып теҙә лә башланы. – Һин сыҡҡас та башлыҡҡа йүгерҙем. Дөрөҫ икән. Йома көнөнә тегендә булырға тигәндәр, шуға өҫ-башымды хәстәрләп йөрөйөм: Ғәшүрә итектәрен биреп торҙо, Мөнирә йоҡа пальтоһын, Миңзәләнең шәшке кәпәсен алам. Һинең бая сәскәле күлдәгеңдең итәген күрә биреп ҡалғайным, шуны биреп тор инде. Башҡалар алдында күркәм күренге килә. Хәкимйән риза ғына бул, барыр-ҡайтыр юлыңды ҡаплайым, ти, ә һин ништәп кире һуҡтың әле?

Әсәһенең ишетеп ҡуйыуынан ҡурҡҡанға ишек яғына һағайыулы һирпелеп бышылданы:

– Башта һин барып ҡайт әле, шунан мин…

Шул ваҡыт ишек шығырлап асылды, Хәмдениса ҡарсыҡтың тауышы ишетелде:

– Сер йәшереп бигерәк оҙаҡлап киттегеҙ. Икегеҙҙең дә сәйегеҙҙе яңырттым, әйҙәгеҙ!

Инделәр. Ултырҙылар. Хәмдениса ҡарсыҡ ҡунағына ҡыуаныслы һирпелеп һорай һалды:

– Өфөгә саҡыртып һиңә миҙал бирергә хәл иткәндәр икән юғарыла?

– Эйе. – Рәйсә хилафлыҡ өҫтөндә тотолғандай уңайһыҙланып башын эйҙе.

– Әсәйең Яңылбикә күрә алманы ошо ҡыуанысты. Ифрат һәйбәт, эшсән кеше ине, ауыр тупрағы еңел булғыры. Ул кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр әхирәт булып дуҫлашып, ҡатышып йәшәнек уның менән. Әхмәҙуллаға кейәүгә сыҡҡас ҡына әкренләп араларыбыҙ һыуынды. Өйләнгәс, эсеүгә хиресләнеп алды бит атайың, ә мин эскән кешене өнәп бөтөрмәйем. – Уның яғына шелтәле һирпелде. – Эй йырлай ҙа ине һуң әсәйең, уға тиңләшерлектәр ауылда ғына түгел, беҙҙең тирәлә юҡ ине. Туй-мәжлестәрҙең йәме, матурлығы булып йөрөй торғайны. Бер ниндәй сәбәпһеҙгә теләһә ниндәй мәлдә йырын һуҙа ла ебәрә: өйҙә лә, урамда ла, ҡырға сыҡһа ла. Бер мәл, бер төркөм бисә-сәсә Күркәтауҙа ике ай самаһы ятып, ҡул бысҡыһы менән ҡарағай йығып, өшөп-туңып ҡайтып киләбеҙ. Ноябрь урталары. Көҙгө ай ҡышҡа яҡынлап килһә лә, ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй. Һуңғы епкәсә еүешләндек. Өҫтәүенә, килеп тороп асбыҙ. Туҡтап усаҡ яғып йылыныр инек тә, үҙебеҙ менән алған шырпы еүешләнеп эшлектән сыҡҡан. Шул саҡ Яңылбикә ҡысҡырып тороп йырлап ебәрмәһенме!

Тимер сана юлдар яра,

Был йөрәгем ник яна шул,

Был йөрәгем ник яна!..

Өҫтәүенә, ыңғайы бер юл бысрағын сабатаһы менән сәсрәтеп бейергә лә төшөп китте. Күңел күтәрелде, йылынғандай ҙа иттек, аҙымдарыбыҙ ырамлыланды. – Хәтирәләргә төшөп киткән ҡарсыҡтың йөҙө яҡтырып, ирәмһеп китте...

Ошо хәбәрҙән һуң Рәйсә ҡалҡынды ла кеҫә төбөндә соҡоноп көмөш тәңкә килтереп сығарып Хәмдениса ҡарсыҡтың тубығына һалды:

– Ошо арала нишләптер әсәйем гел төшөмә инәсе, инәй, уның рухына аят бағышла берүк.

– Хәҙер тәғәмләнеп бөтөп табынды йыяйыҡ та.

Өҫтәл йыйыштырылып уның өҫтөнә аҡ япма йәйелде, ҡап уртаға һауыт менән тоҙ ҡуйылды. Хәмдениса ҡарсыҡ та мөһим ғәмәл башҡарыр алдынан маңлайындағы сал сәстәрен һыпырып яҙып ябынған яулығының эсенә йәшерҙе, йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ниәтләгәндәй биттәрен еңелсә һыпырҙы, күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе.

Аятты тамамлап, дәррәү итеп биттәрҙе һыпырғайнылар, Рәйсә ҡабалан тороп ишек төбөнә килде, шунан урынында тапана биргәс, кире килеп ултырҙы:

– Хәмдениса инәй моңло әсәйемде иҫкә төшөргәс, минең дә нишләптер йырлағым килеп киттесе. Рөхсәтме? – Йоҡлап ятҡан балалар яғына һирпелде. – Мин ипләп кенә, һеҙ ишетерлек кенә итеп. Бына нисә йыл ауыҙ асып йыр йырлағаным юҡ. Бөгөн сәбәбе лә сығып тора, юлға йыйынам өҫтәүенә. – Аңлайышһыҙыраҡ булһа ла күңелендә ҡайнашҡан уйҙарының осмотон белдерҙе. – Донъя хәлен белеп булмай, ошо арала төштәрем дә болара нишләптер...

– Рөхсәт булмаған ҡайҙа, ирәүәнләп тыңлайыҡ, балам. Һин йырла. Мин Яңылбикәнең моңон иҫкә төшөрөп, тере һынын күҙ алдына баҫтырып ҡыуанырмын.

Рәйсә ҡулайлап ултырҙы, халатының итәктәрен тартыштырҙы, усы менән иртә аҡ һыҙаттар беленә башлаған сәстәрен төҙәтте, ҡан әҫәре тойолмаған йөҙөн һыпырҙы, еңелсә тамағын ҡырып ҡуйҙы.

Оло юлдың туҙанын

Үҙем күрҙем туҙғанын.

Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым

Йәш ғүмерҙең уҙғанын…

Яғымлы, тәбиғи тауыш йөрәк түренән, күңел төпкөлөнән һыҙылып ҡына сыҡты ла, шунда уҡ үҙенең әһаңлы, ҡабатланмаҫ моңона әсир итте. Томра өй эсенә яҙғы йылымыс ел, ҡояш нуры килеп тулдымы ни, торлаҡ сафланып яҡтырып киткәндәй итте. Рәйсәнең дә булмышы күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе: ауырлыҡтарҙан бөгөлгән биле турайҙы, һалынҡы яурындары ҡалҡа төштө, маңлай һырҙары ирегән, биттәренең осона алһыулыҡ ҡунған йөҙө илаһилыҡтан балҡыны.

Их, ҡайтарып алыр инем

Уҙған ғүмерҙәремде.

Тамам. Был ҡабатланмаҫ сихри тынлыҡты боҙорға теләүсе булманы. Бер аҙҙан ныҡ тулҡынланған һәм әҫәрләнгән, тоҙ төҫөндәге күҙҙәре осҡонланып янып киткән Хәмдениса ҡарсыҡ саҡ ишетелерлек итеп бышылданы:

– Рәхмәт… Шул моңоң һине ғүмер буйы ташламаһын, тормошоңа һиммәт бирһен, балам. Сихәтле дауаларҙан былайыраҡ булды ла баһа был тамашаң. Йәнемдә, күңелемдә оҙаҡ ваҡыт һаҡланыр байрам яһаның... – Ҡыуаныстан әллә ошоғаса әйтергә һаранланған үтә лә килешле, матур һүҙҙәр теҙеп ташланы Хәмдениса ҡарсыҡ.

– Артистка һөнәре йәнемә яҡын ине, сәхнә тип һаташтым ғүмерем буйы, йырып сыға алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар тышауынан ғына ҡотолоп булманы, ҡоромағыр, ормош-тормош күтере үҙенә тартып алды. – Рәйсә иртәнге һүҙҙәрен ҡабатланы. – Ҡәһәр һуҡҡыры был етешһеҙ йәшәү…

– Яҙмышыңды ҡәһәрләмә, балам, һәр кем маңлайына яҙғанын күрә. Әртис булмаһаң да, Аллаһы Тәғәлә биргән моңоң үҙең менән бит әле. Ул һине ташлап китмәҫ өсөн килгән, иншалла, киләсәктә лә шулай булырына өмөтләнәйек һәм шулай булыр тип юрайыҡ.

Бер ни тип тә яуап ҡайтармаған Рәйсә торҙо, ишек төбөнә килгәс, ҡайырылды:

– Миңә хәйерле юл теләгеҙ, барып ҡайтайым. Нишләптер йәнем талпына, күңелем үҙ урынында түгел. – Ул, ишекте асып, солан ҡараңғылығына инеп юғалды…

Бына ул бер аҙна инде Хәкимйән менән осрашып һөйләшеү шауҡымынан ниндәйҙер икенсе тормошта, күтәренкелек шарттарында йәшәп ята, дөрөҫөрәге – йәшәргә тырыша. Икенсерәк, тигәне, көмөшкә ҡойғаны, уның менән һатыу иткәне һәм шул нәмәне тәмләп ҡарағаны юҡ. Был күпмегә һуҙылыр, дауам итер, әлегә билдәһеҙ. Юҡсыллыҡ үҙен ныҡ ҡына һиҙҙерә, шулай ҙа осто-осҡа ялғарға, түҙергә тырыша. Сәхәрҙә үк уянғанлыҡтан саҡ таңартып, ниндәйҙер эске дәрт менән елкенеп килеп торҙо ла, хакимиәткә барырға ниәтләп, йыйына башланы. Ҡабаланманы, башлыҡ иртәнге мәшәҡәттәрен тамамлаһын әле башта, килеүселәрҙе ҡабул итеп бөтөрһөн, шунан ғына ул күренер. Әгәр тап итмәһә, иртәгәгә ҡалдырыр, кисекмәҫтән хәл итәһе йомоштары юҡ. Үткәндә Хәкимйән менән ҡаты, хатта ҡайһылыр кимәлдә тупаҫ мөғәмәлә итте, эткеле-төрткөлө һөйләшеү күңел түрен өйкәй, шул ҡытыршыны яҙыр, төйөндө тағатыр ҙа кире боролор. Урамға сыҡты. Быйылғы мыжыҡ көҙ үҙәккә үтте лә баһа, октябрь башынан туҡтамаған ваҡ быҫҡаҡ, еүеш, һалҡын, өшәндергес көндәргә килеп ялғанды. Ҡыштың көҙгә ялғанған, йә арба түгел, йә сана түгел төҫһөҙ миҙгел араһы. Сасҡау үтәнән-үтә һуға. Ҡурғаштай ауыр, аҡһыл юлаҡлы ҡара болоттар ысҡынмаҫлыҡ һылашып тау киртләстәренә һаҡҡан, шыйыҡ томанға әүерелеп уйпат ерҙәргә, тәрән уйһыулыҡтарға йәйелгән, ауылға тиерлек килеп терәлгән яланғас урманды шомлолоҡҡа, серлелеккә төргән, былай ҙа тығыҙ рәткә баҫҡан ҡайындарҙы ҡара һоро төҫ өҫтәп тағы ла ҡуйыртып ебәргән төҫлө. Ауыл менән урманды бүлгән урталыҡта йәшен атҡан, бил быуарынан сурт һынған, ергә ҡаҙалған шырауҙай, яртылаш янған торомбаштай сауыл ҡалҡҡан. Айырым-асыҡ күренгән ул ҡарасҡыға ҡош та ҡунмай, болот та яғылмай, томан да һарылмай, сөнки ул ваҡытһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ тамғаһы. Урман тынлыҡ эсендә ойоһа ла, әллә ҡайҙан, төпкөлдән хасил геүләү тауышын сығара. “Тағы ла рашҡыға тарталыр, ахыры, шунһыҙ көндәр ныҡҡа ултырмаҫ…”

Хакимиәткә юл мәктәп эргәһенән үтә. Ә ул иркен итеп кәртәләп алынған ихата аша тура тартырға ярата, шулай ғәҙәт иткән. Ни тиһәң дә, тәүләп эшкә төшкән, беренсе дәресен башлап ебәргән, йыл әйләнәһенә тиерлек килеп-ҡайтып йөрөгән ере. Үтеп барҙы ла туҡтаны, рәшәткәгә ҡушарлатып эшләнгән баҡса ултырғысына һаҡты. Мәктәптең уң, көнсығыш яғы баҡса. Унда иртә яҙҙан уҡ балалар соҡона башлай, картуф, кәбәҫтә ултырталар, кишер, һуған, баҫыу ҡырлатып йәй аҙағында өлгөрөр сәскә сәсәләр. Әле һәммәһе йыйып алынғанлыҡтан тотош баҡсаның ҡара ере әйләнеп ята, көрәнһыу төҫкә инеп ҡатҡан, орлоҡ тупланмаһы яртылаш ҡойолған, елдә туҙған сәскә һәрпенделәре генә ҡыртышта оңғолло-соңғолло тырпайғандар. Арыраҡ сейә, ҡурай еләге, ҡарағат ҡыуаҡтары теҙелгән, рәшәткәгә яҡын өс төп алмағас ултыртылған. Уларҙы заманында Хәкимйән менән бергәләп тәрбиәләй торғайнылар: яҙ көнө олондарҙың тамырға яҡын ерҙәрен аҡбалсыҡлайҙар, йомшартылған төптәргә көл, янған тиреҫ ҡушып ашлама индерәләр, йәй етте иһә ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында ике-өс урынға керәлин һалынған кәнсир эләләр. Көҙ етһә, мул уңышҡа уҡытыусылар ҡыуана, балалар кеҫә тултырып һалып йөрөп бешеп етмәгән емештәрҙе кимереп кинәнә. Әле алмағастар ҡурсалауһыҙ, ҡарауһыҙ етемһерәп ҡалған. Ҡороған ботаҡтар бермә-бер артып киткән, ҡорт төшкән емештәр япраҡһыҙ ботаҡтарға һаҡҡан, ерҙә түшәлеп ята. Яртылаш кипкән алмағастар, йыл һайын кәмей барған сөрөш, ебеп бурһый башлаған ҡортло алмалар мәктәптең тышҡы йөҙөнә генә түгел, уның ҡарар күҙгә күренмәгән эске йөкмәткеһенә лә баһа бирәләр, асыҡлайҙар төҫлө. Ҡарашын мәктәп ҡаршыһындағы спорт майҙансығына йүнәлтте. Түрҙәге оло таблоға шат йылмайған ҡыҙ менән егет һүрәте төшөрөлгән, аҫтына: “Беҙ буласаҡ олимпия резервтары!” – тип яҙылған сағыу төҫтәге баннер элгәндәр. Пластик материалдан сифатлы итеп эшләткәндәр, ҙур сығымдар киткәндер. Ул майҙансыҡты ғына түгел, тотош мәктәптең ишек алдын күркәмләй. Баннерҙың аҫҡы өлөшөнә: “Олимпия уйындарына … көн ҡалды”, тигән алыштырмалы календарь беркеткәндәр. Көн хисабын даими яңыртырға кәрәккәнлектән баннерға арҡыры тотанаҡтары төшөп бөтөп барған иҫке баҫҡысты салшайтып һөйәгәндәр, ундай ҡулайлама менән ҡайһылай итеп менеп-төшөп йөрөйҙәрҙер, белмәҫһең. Бирге яҡта волейбол уйнай торған урын: ботаҡ урындары мөтөрләнеп беленгән, ҡабығы юнылмаған ике бағанаға өлбөрәгән септәне хәтерләткән сетка тартҡандар, уның серегән ептәре төрлө оҙонлоҡтағы суҡтар ише түбән һалынғандар. Тышҡы ялтырауыҡ менән йырып сыға алмаҫлыҡ фәҡирлек бөтәшеп тыуған сиам игеҙәктәреләй йәнәшә, уларҙы береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел. Хәкимйән урынында ине. Шуныһы һәйбәт, Кәримәһе күренмәй, тимәк, һөйләшеүҙе стена аша һағалаусы булмаясаҡ.

– Һаумыһығыҙ, Хәкимйән Фазылйәнович! Инергә мөмкинме?

– Һаумыһығыҙ, үтегеҙ Гөлнур Шамилевна, бына бында уңайлап ултырығыҙ. – Урын тәҡдим итте лә ни йомош менән килдең тигәндәй һораулы төбәлде. – Иғтибар менән тыңлайым.

– Хәкимйән… Хәкимйән Фазылйәнович, шуны әйтергә килдем бит әле, мин дә Өфөгә барырмын ул. Тик һуңғараҡ… төрлө яҡлап уйлайым… әҙерләнәйем дә…

– Хөкүмәт награданы юҡҡа ғына бирмәй, уны лайыҡлы барып ала белеү ҙә ҙур эш. Бүләктән баш тартыу, республикаңды һанға һуҡмауға бәрәбәр. Был яңғырауыҡлы һүҙ генә түгел... – Башлыҡ шулай тине лә ултырғысында бөгөлөп төштө, кеҫәһенән сигарет сығарып бармаҡтарында әүәләне.

Гел ыҫпай йөрөргә яратҡан Хәкимйән бөгөн эшенә әҙерлекһеҙ килгән һымаҡ: ҡырынмаған, галстук таҡмаған, өҫкө төймәһе ысҡындырылған күлдәге шалбайып күренә, ҡыҙарған күҙҙәр моңһоу ҡарайҙар. “Ул башлыҡ ҡына түгел ғаиләле ир, ваҡытһыҙыраҡ килдем, буғай… әллә берәй ҡайғыһы бармы? Хәленә инергә, төпсөнөргә уның хаҡы юҡ… Араларында упҡын ята, бер яҡ ярҙа – башлыҡ, икенсеһендә – көмөшкәсе ҡатын…” Сығырға йыйынып урынынан торҙо:

– Ҡайтышлай Рәйсәгә һуғылайым әле, ул нисек йөрөп ҡайтты икән…

– Гөлнур, ишетмәнеңме ни, Рәйсә юҡ бит. Ул, әйтергә телем дә әйләнмәй, мәрхүмә. Ире лә – мәрхүм. Өйҙәренә бикләнеп шул миҙалды аҙна самаһы йыуып ятҡандар ҙа сифатһыҙ араҡы эсеп бер төптән киткәндәр кисә.

Тетрәнеүҙән ҡатҡан телен саҡ ҡыймылдатып һораны:

– Нисек инде улай?

– Бына шулай. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шул эскелек!.. Кемдәргә әүерелеп барабыҙ беҙ, Гөлнур, көн һайын, сәғәт һайын кешелек йөҙөбөҙҙө юғалтып әҙәмгә хас фиғелдән яҙабыҙ түгелме? Хәҙер бер өй эсе бала үкһеҙ етем ҡалды. Ауылда яҡын туғандары ла юҡ, әлеге мәлдә ҡайҙа ҡуйырға уларҙы? Бер нәмә лә аңламай сыулап илашып тик ултыралар. Балаларҙы иртәгә үк район үҙәгендәге ваҡытлы приютҡа урынлаштырырға ине. Унда бер үк хәбәрҙе тылҡып, урын юҡтан һалдыралар. Быларҙы мин ҡайҙа ҡуйырға тейеш? Юғарылағы түрәләр сит илдәрҙәге балаларҙы ҡайғыртып көн һайын тиерлек телевизор аша шаулап эш күрһәтәләр, илдәге, бына ошондай яҙмышлыларҙы кем ҡайғыртыр, бына эш нимәлә... Бер ауылдан ғына етәүҙе детдомға оҙат әле... Бөгөн бында ерләү эштәрен ойошторорға кәрәк, баш ҡатты. Гөлнур, һиңә үтенес, балалар янына…

Ары тыңларлыҡ сабырлығы ла, тәҡәте лә ҡалманы, тумбыҡҡан аяҡтарын көскә һөйрәп сығыу яғына атланы. Күтәрмәлә солан ишегенең яңағына һөйәлде. Ҡаршыһында, тау түбәнендә ятҡан, эшһеҙлектән арыған, оҙайлы, алйытҡыс эскелектән миктәгән, өмөтһөҙлөк һәм нәҫ баҫҡан, аша-төшә тештәре төшкән йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләтеп теҙелгән ауыл өйҙәре асы йәш аша бөләңгерт шәүлә һымаҡ күренделәр...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас