КЕШЕЛӘР ҘӘ ЙОНДОҘҘАР ҺЫМАҠ

Повесть

Добавить в предпочтительные источники Google

Аҙағы. Башы ошонда

– Ҡот инде, – тип йәнә ҡыҫылды Ғәфүрйән Таңһылыуҙы һиҫкәндереп. Шунан үҙенең ҡылығына уңайһыҙланғандай аңлатып ҡуйҙы. – Онотолоп киткәнмен. Мин дә һеҙҙең бүлмәгеҙҙә хәбәр тыңлап ултырған һымаҡмын.

Сәй тураһында һүҙ сыҡҡас, Ғәфүрйән Таңһылыуҙың һаман да ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмағанын иҫләп, борсолоп китте.

– Сәйең күптән һыуынып бөттө бит, – тип һикереп торҙо. Бокалдарҙы алып ишеккә табан ыңғайланы. – Мин хәҙер, эҫе сәй генә алып киләм дә...

– Шунан? Варя нимә тине? – тип түҙемһеҙләнде әллә ҡайҙан тиҙ генә сәй яһатып алып ингән Ғәфүрйән.

Ә Варя былай тине:

– Эш бында һинең докторлығыңда түгел. Минең врачтарҙы күргәнем юҡмы ни? Бында эш – һинең кешене яратыуыңда. Нисек һин яҡшыһын да, яманын да ярата алаһың? Һин миңә шуны аңлат: ҡайҙан һин шулай яратырға өйрәндең? Ниндәй китаптар уҡының?

– Аҡыл эйәһе булыр өсөн ун китап уҡыһаң да етә. Тик ул китаптарҙы табыр өсөн меңәрләгәнде уҡырға тура килә, тигән фекер бар, – тип уға ҡушылды Раушания. – Ә һин, әгәр ҙә шыттырмаһаң, үҙең әйткәнсә, көн һайын берҙе генә уҡыһаң да, әле йәшәгән ғүмереңдә ун меңгә яҡын китап уҡыған булырға тейешһең.

– Әһә, йомро баш математиктар, – тине Далан. – Һеҙ хәҙер минән ул ун китаптың исемен белергә лә, башҡаһына ваҡыт әрәм итеп тормаҫҡа самалайһығыҙ инде.

– Юҡ, самаламайбыҙ, – тип ҡаршы төштө Варя. – Мин һиңә конкрет һорау бирҙем.

– Конкрет һорауға конкрет булмаған яуап, – тине Далан етдиләнеп. – Яратырға нисек китаптан уҡып өйрәнәһең? Китаптарҙан яратыу тигән тойғоноң барлығы тураһында ғына белергә булалыр. Ә яратырға әсәйҙән өйрәнәләрҙер. Хистәр донъяһы өсөн әсәйҙәр яуаплы, тиҙәр бит. Әсәйеңдең һине яратҡанын тойоп һин үҙең дә тәүҙә әсәйеңде, шунан башҡаларҙы ла ярата башлайһыңдыр. Мин шулай уйлайым.

– Бына шул-шул. Ә һин бит балалар йортонда үҫкәнһең.

– Ҡыҙыҡ, – тине Далан. – Минең башҡа ла инеп сыҡмаған нәмәләр һорайһығыҙ. Моғайын, мин яратырға эттәрҙән өйрәнгәнмендер. – Варяның яңынан ҡашы төйөлә башлағанын абайлап, уйсан йылмайҙы. – Ысын, шаяртмайым. Мин бит ташландыҡ эттәр менән бесәйҙәр араһында үҫтем. Һеҙгә күҙ алдына килтереүе лә ситендер. Ә шулай ҙа ҡайһы берҙә бысраҡ йоҙроғоң менән күҙеңде тызый-тызый буҫлығып илап ултыраһың, ә көсөгөң үҙенең ҡытыршы теле менән йылға булып аҡҡан тоҙло йәшеңде ялай. Шул көсөктән дә ихласыраҡ йыуатыусыны ҡайҙан табаһың? Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, эттәрҙең аҡылы уртаса алғанда өс-дүрт йәшлек балаларҙыҡы һымаҡ икән. Шуға күрә лә улар мине ныҡ һәйбәт аңлағандарҙыр, тип уйлайым.

Ҡыҙҙарҙың моңһоуланып киткәнен күреп, күңелле өҫтәне:

– Ә бесәй балалары тәмле итеп йәшәргә өйрәтте. Ҡайһы ваҡыт көшмөрәп, өшөп ултыраһың, ә улар йылы ғына булып ҡуйыныңа килеп тула, йомшаҡ йөндәре муйыныңды, эйәк аҫтын ҡытыҡлай. Ә берәй аҡыллыһы битеңдә иртәнге аштан ҡатып ҡалған бутҡаны йәки повидлоны бәләкәс кенә алһыу теле менән тәмле итеп ялап таҙартып ҡуя...

Беҙ өндәшмәйбеҙ. Тормошто уның кеүек яратырға өйрәнер өсөн бындай һынауҙар аша үтергә әҙер түгеллегебеҙҙе аңлайбыҙ.

* * *

– Был хәбәренән һуң Даландың ни өсөн һәр саҡ рюкзагында йәки хатта кеҫәһендә хужаһыҙ эттәр, бесәйҙәр өсөн, үҙе әйтмешләй, «күстәнәс» йөрөткәнен аңланым, әммә уның күп кенә ғәҙәттәре минең өсөн сәйер ине. Бөтә донъяны ҙур ғаилә һымаҡ күргән етем егеттең күңел офоғоноң киңлегенә шаҡ ҡатып ҡалған мәлдәрем күп булды минең, – тип көлдө Таңһылыу. – Бер көндө «Хрусталь» магазины эргәһендә осрашырға һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Саҡ ҡына һуңланым да йүгереп килеп еттем, ә егетем күренмәй. Ноябрь башы, ялҡау ғына итеп анда-һанда йондоҙ-ҡарҙар төшә. Туҡталышта кеше байтаҡ. Алан-йолан ҡаранып уны эҙләйем. Исемемде ишетеп, күҙ һалһам, урамдың икенсе яғынан ҡул иҙәй. Ялан өҫ, ялан баш. Аша сыҡҡанымды көтөп алды ла етәкләп ҡаршылағы ашханаға алып инеп китте: «Бер танышты ғына ашатып сығарайым да, йәме». Инһәк, өҫтәл тултырып ризыҡ алған, бер берәҙәкте һыйлап ултыра. Миңә эргәһенән урын күрһәтте. Сәсе-башы етек, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан урта йәштәрҙәге ир маңлай тирен һөртә-һөртә кинәнеп ашай, ә Далан, эйәген усына терәгән килеш, уға балалар һымаҡ ҡыуанып ҡарап ултыра. Тегеһе, ашханала йылы булһа ла, Даландың өр-яңы курткаһын, бәйләнгән башлығын кейеп алған. Бына ул, ашап туйып, ауыҙын ҡулы менән һөрттө лә, майлы усын түшенә һыпырмаҡ булып ынтылды. Тертләп китеүемде абайлап, өҫтөндә Даландың кейеме икәнен иҫенә төшөрҙө, аптырап ҡаранды. Далан, уның ниәтен абайлап, салбар кеҫәһенән бинт сығара һалды ла мул ғына йыртып бирҙе. Шунан теге кешекәй күҙен йомоп, йылыға рәхәтләнеп, бәүелә биреп ултырҙы, йоҡоға киткән һымаҡ булды. Унан ҡапыл ашығып китте, тора һалып, ҡалған ризыҡты салбар кеҫәһенән килтереп сығарған майланып бөткән гәзиткә төрөп алды. Егеттең курткаһы менән башлығын сисеп ултырғысҡа һалды.

– Оҡшаһа, кейеп кит, – тине Далан.

Мин куртка менән башлыҡты йәлләп, бер Даланға, бер берәҙәккә ҡарайым: өр-яңы әйберҙәр, етмәһә, улар Даландың үҙенә шул тиклем килешә. Тағы ла шуныһы бар: ул йылдарҙа әлеге кеүек әйбер муллығы юҡ ине. Егетем минең ҡарашымды аңлап көлөмһөрәне лә берәҙәкте дәртләндерә:

– Йә!

Тегеһе куртканы һалған урынынан алып, әйләндереп- тулғандырып ҡарай, ә мин тын да алмай көтөп торам. Ниһайәт, ул, бер ҡарарға килеп, кире һалды:

– Йоҡа, минең бушлат йылыраҡ.

Еңел һулап ҡуйҙым. Ә Далан мине үтәнән-үтә күрә, әйбер йәлләп торғаным уның өсөн мәрәкә. Шуға күрә көлә-көлә:

– Дөрөҫ әйтәһең, йылы һөйәк һындырмай, – тине лә, берәҙәктең ҡулын ҡаты итеп ҡыҫып хушлашты. – Ярай, иҫән-аман йөрө. Мине ҡайҙан табырға беләһең.

Һаҡалтай ялбыр башын болғап, рәхмәтен туҡтауһыҙ әйтә-әйтә сығып киткәс, Далан минең һораулы ҡарашыма:

– Кейеме бысраҡ тип ашханаға индермәҫкә иткәйнеләр, үҙемдең куртканы биреп торорға тура килде, – тип ҡыҫҡаса аңлатты ла, уйсанланып өҫтәне: – Һәр бер берәҙәктең ҡуйынына үҙемдең һыйынысым итеп ҡарайым, – тине.

Уның гел шулай ҡыҙыҡ ҡына әйтеп ҡуйғанына өйрәнеп бара инем. «Был кем ул?» – тип тә, «Нишләп?» – тип тә һорашып торманым. Кәрәк тапһа, үҙе һөйләр әле, тип уйлағанмындыр. Ни тиклем генә асыҡ, хатта шаран-яран күренмәһен, Даландың, теләмәһә, туп-тура бирелгән һорауҙан да тайшанғанын, яуаптан ҡасырға оҫталығын белә инем инде. Ә бөтә нәмәне көлкөгә һабыштырырға тиһәң, уға ҡуш. Өҫтәүенә, һәләк ас та булғанмындыр, күршеләге таҙа өҫтәлгә күсеп ултырып, Далан алып килгән тәмле билмәнгә ғүмерҙә аш күрмәгәндәй тотонғаным иҫтә.

* * *

Ул ел һымаҡ ине. Уны бер нисек тә тотоп булмай. Әле генә эргәңдә йәйрәп сәй эсеп ултыра, иркенләп хәбәр һата, бер ергә лә ашыҡмай, был кистә тик һинең менән булыр кеүек. Бер мәл һиҙҙермәҫкә тырышып сәғәтенә күҙ ташлай. Йәки коридорҙағы аяҡ тауышына ҡолаҡ һала. Ул арала аҫтан Фәсихә ҡарсыҡ ебәргән берәйһе килеп ишек шаҡый: «Доктор балам, һине хәҙер килеп алабыҙ, тип шылтыраттылар. Доктор балам, һине аҫта машина көтөп тора».

Бер мәлде, дуҫтарымдың ниндәйҙер байрамына тағы яңғыҙыма ғына барырға тура килгәс, ныҡ үпкәләнем: «Гел генә ундай тынғыһыҙ тормош буламы ни? Нишләп һинең минең өсөн ваҡытың юҡ? Мин шулай ғүмер буйына бер үҙем һине һағынып ултырырға тейеш буламмы?» Ә ул моңһоулыҡ шәүләһе баҫҡан яғымлы ҡарашы менән иркәләп ҡарап торҙо ла аҡланған тауыш менән:

– Был минең бала сағымдағы иң ҙур хыялым ине бит, – тине.

– Ниндәй хыял?

– Үҙенең бер кемгә лә кәрәк түгеллеген белгән етем баланың: «Бөтәһенә лә ныҡ-ныҡ кәрәк булһаң ине», – тигән тормошҡа ашмаҫтай тойолған теләге. Һиңә аңлауы ҡыйындыр, быға һис тә аптырарлыҡ түгел. Һин тыуа-тыуғандан алып, исмаһам, бер кешегә – әсәйеңә кәрәк икәнеңде тояһың. Матурһыңмы, йәмһеҙһеңме, ауырыумы, һаумы, яҡшымы, әллә насармы – ниндәй генә булһаң да, бер ниндәй шартһыҙ, уның балаһы булған өсөн генә әсәйеңә кәрәкһең. Ә инде тағы ла бәхетлерәк икәнһең, өҫтәүенә, атайыңа, туғандарыңа кәрәкһең. Һин ул хаҡта хатта уйламайһың да – был тын алған, һыу эскән, асыҡһаң, ашаған һымаҡ уҡ тәбиғи.

Ә мин кәрәк булыуҙың ни тиклем татлы икәнен бала аҡылым менән беренсе тапҡыр дүрт йәштәр тирәһендә төшөндөм. Бөгөнгөләй хәтеремдә. Дауаханала ныҡ ҡарт бабай менән бер палатаға һалдылар. Нишләптер мин йыш ҡына өлкәндәр бүлексәһенә эләгә торғайным. Бабай шул тиклем мыжыҡ, уҫал, йәмһеҙ итеп һүгенә, шуға күрә хатта санитаркалар менән медсестралар ҙа уның эргәһенә барырға биҙәр булып тора. Шул яуыз ҡарт миңә бауыр баҫты бит. Әле бер, әле икенсе йомошона йүгертә, оҙаҡ итеп мине һөйләндереп ята, арҡаһын тырната. Бер көндө башҡа палаталар буйлап ҡыҙырып сығып киткәнмен дә оҙаҡ йөрөп ташлағанмын.

«Теге иблис һине таптыра бит», – тип санитар апай эҙләп алды.

Ҡурҡып ҡына килеп инһәм, ярһыған, ҡыҙарынып-бүртенеп киткән. Беләгемдән ауырттырып тотоп алды ла:

«Эргәмдән китмә, һин бит миңә гел кәрәкһең!» – тип ғыжылданы – паровоз һымаҡ тарта торғайны. Шунан сәсәп китте, күҙенән йәше аға. Ә үҙе миңә шул тиклем ялыныслы ҡарай. Ә минең башым күккә тейгәндәй булды: үҙемде ни тиклем бәхетле тойғанымды белһәң! Мин – бәләкәс кенә малай, дәү, өлкән кешегә кәрәкмен. Быға тиклем хәстәрлеккә мин мохтаж инем, әле иһә кемдер миңә лә мохтаж.

– Ул үлдеме?

– Кем? Ә теге бабаймы? Юҡ. Шәбәйә башлағайны. Мине иртәрәк сығарҙылар. Хушлашҡанда ул мендәре аҫтынан аҡса янсығын сығарҙы ла миңә өс һум бирҙе, тотош хазина! Тик миңә аҡсанан да былайыраҡ, уның әлеге шул «кәрәкһең» тигән һүҙе ҡиммәт ине. Уның янынан, мин дә кәрәк була алам икән, тигән ҡыуаныслы ышаныс менән киттем.

– Әгәр ҙә ул үҙенә уллыҡҡа алам тиһә, риза булыр инеңме?

– Юҡ, ҡайҙа! Бабайҙы оҡшатмағанға түгел. Ғөмүмән, мин бер ваҡытта ла ғаиләгә теләмәнем. Етемдәрҙе алған кешеләр бала уларға гел рәхмәт әйтеп торор, уларҙы яратыр тип өмөтләнә бит. Мин, моғайын, тейеш булған өсөн ярата алмаҫмын тип тә ҡурҡҡанмындыр. Унан мин аҡһаҡ инем бит, ә ғәриптәрҙе ала һалып бармайҙар. Шуны һиҙеп өмөтләнеп тормағанмын, бер кем менән дә уртаҡлашырға теләмәйенсә, үҙемдең донъямды ҡора башлағанмындыр.

– Ҡыҙыҡ кешеһең инде, һине аңламаҫһың, – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманым. – Китап малай.

Ул, ысынлап та, торғаны бер китап, «аяҡлы энциклопедия» була торғайны – белмәгәне, ҡыҙыҡһынмағаны, уйламағаны юҡ.

* * *

Был һөйләшеүҙән һуң миңә күнергә, сабыр итергә лә, уны гел генә һағынып йәшәргә ҡала икәнен аңланым. Бер мәл шулай Мәжит Ғафури исемендәге театрҙың үҙем түҙемһеҙләнеп көтөп алған бер премьераһына билет алғайным. Далан эшенән саҡ ҡына алдараҡ һорап китергә булды. Барғанмын да ишек төбөндә көтөп торам. Тамаша башланырға ун биш-егерме минут тирәһе ҡалғас, уның «Актерҙар йорто» мөйөшөнән йүгерә-атлап килгәне күренде. «Ашыҡма, ваҡыт бар әле», – тип ишаралайым, ә ул уның һайын ҡабалана. Йыш-йыш тын алып килеп туҡтаны. Йөҙөнөң боросоулы икәнен күреп ҡурҡып киттем.

– Һин мине ғәфү ит инде, – тине ул. – Һин инә тор, миңә билет ҡалдыр ҙа... Мин саҡ ҡына һуңлабыраҡ инермен...

– Нимә булды?

– Герданы таба алманым, – тине ул ғәйепле төҫ менән. – Гел була торған урынында икенсе көн инде юҡ. Тағы ҡайҙан эҙләргә, тип уйлап килә инем, башыма барып етте. Шул урынды тиҙ генә барып ҡарайым да килермен. Бынан үтә алыҫ түгел ул, Сутолока буйында.

Уның тормошондағы берәҙәктәргә күнегеп бара инем, шуға күрә аптыраманым.

– Алыҫ булмағас, бергәләп барып киләйек, – тинем.

– Унда ҡыйлыҡ, кейемеңде бысратаһың, – тип ҡаршы төшһә лә ай-вайына ҡарамайынса эйәрҙем.

– Ул бушанырға тейеш ине, етешеп бөткәйне, шуға күрә бигерәк тә хәүефле, – тип аҡланған һымаҡ һөйләнеп барҙы ул юл ыңғайында.

Иҫке ағас йорттар эргәһенән үтеп, сүп-сар түгелгән, ҡый үләндәре күкрәп үҫкән ташландыҡ урынға, бәләкәс кенә йылға буйына барып еттек.

– Герда! Герда! – тип ҡысҡырҙы Далан әйләнә- тирәгә ҡаранып. Шул саҡ алыҫтараҡ, ярҙың ситендә үк үҫкән йыуан ағас аҫтынан бер ҙур ялбыр эт атылып килеп сыҡты.

Уның аларған күҙҙәрен, ыржайған тештәрен күреп ҡотом осто.

– Эт! – тип хырылданым мин, ҡурҡышымдан тамағым ҡарлығып.

– Герда! – тине Далан. Уның тауышында ҡыуаныс ине, ә үҙе ҡапыл тайшанып мине кәүҙәһе менән ҡаплап өлгөрҙө.

Ни тиклем ҡурҡҡан булһам да, аптырауым еңде.

– Герда? – тип шаҡ ҡатып ҡабатланым.

Эт, аяҡтан йығырҙай булып, уға ташланды. Мин йәнә ҡысҡырып ебәрҙем, тик шул мәлдә эттең күҙҙәрендә һүҙ менән әйтеп-аңлатып булмаҫлыҡ бәхет күрҙем. Ә ирендәре, әгәр ҙә шулай тип әйтергә яраһа, йылмайыуҙан йәйелгәйне. Даландың: «Мин яратырға эттәрҙән өйрәндем...» – тигәне келт итеп иҫемә төштө. Ә егетем үҙе:

– Герда, Герда, Герда... – тип ҡабатлап уның ялбыр башын иркәләй. – Йонсоған бахырсыҡҡай, асыҡҡан, – тип һөйләнә-һөйләнә арҡаһындағы рюкзагынан ашыға-ашыға аҙыҡ сығарҙы. Ә эт саҡ ҡына ситкәрәк барып уға сикһеҙ яратыу менән текләгән килеш сабыр ғына көтә. Эсе эскә үткәшкән, буш имсәктәре һәлберәп төшкән нәҫелле овчарка ине был.

Ниндәйҙер бәхетһеҙлеккә тарып был сүплеккә килеп эләккәнсе ул, моғайын, бик тәрбиәле, ҡәҙерле эт булғандыр: ризыҡҡа ҡарһаланып ташланманы, үҙ баһаһын һаҡлап, ара-тирә ҡарашы һәм ҡойроғо менән Даланға рәхмәтен дә белдерергә онотмайынса яйлап ашаны.

Туйғандан һуң ҡырын төшөп ятты ла йәнә һөйөү тулы ҡарашын дуҫына төбәне. Ул арала Далан ҡарт өйәңкенең оҙаҡ йылдар буйы ташҡын йыуып яланғасландырған йыуан тамырҙары аҫтындағы ҡыуышлыҡтан Герданың дүрт көсөгөн алып сыҡты. Уларҙың һәр береһенә һоҡлана, иркәләп һөйләнә, ә әсәнең шул маҡтағандан сикһеҙ рәхәтлек алғаны мөлдөрәп наҙ ҡойолған күҙҙәренән күренеп тора.

Ышанһаң, ышан, ышанмаһаң, юҡ, тик был ысынлап та шулай ине. Аптыраным. Мин бит ауыл балаһы, беҙҙең дә Аҡтырнаҡ, Дүрткүҙ, Полкан тигән эттәребеҙ булды. Ә мин уларҙы йүнләп хәтерләмәйем дә – йөрөйҙәр-йөрөйҙәр, өрәләр, ҡойроҡ болғайҙар. Эт – эт инде, йәнәһе. Әле иһә шундай ирәбе көсөктәр тапҡанға сикһеҙ ғорурланған әсәнең үҙенең шатлығына ҡыуанған дуҫына төбәлгән аҡыллы ҡарашына хайран ҡалдым.

– Быныһы ҡыҙыҡай. Ҡара әле, Таңһылыу, төҫө ҡалай матур, быныһы әсәһенә ҡарағанда ла ҡупшыраҡ булмаҡсы, – тип Далан бер көсөктө минең яҡҡа һуҙғайны, эт һағайҙы.

– Беҙ бит һинең менән дуҫ, Герда, – тине Далан ҡәтғи тауыш менән тыныс, ышаныслы итеп. – Ә ул – минең дуҫым, – тип яурынымдан ҡосаҡланы. – Шулай булғас, ул һинең дә дуҫың була. Аңлайһыңмы, Герда?

Герда аңланы.

Театрға һуңлағайныҡ, ашығыуҙан файҙа юҡ ине – эңер ныҡлап ҡуйырғанға тиклем һөт еҫе сығып торған көсөктәр менән уйнаныҡ. Уларҙы ҡабат урындарына һалып, Гердаға мул ғына ризыҡ ҡалдырғандан һуң ҡайтырға сыҡтыҡ. Күңеле булған, тынысланған Далан ташландыҡ эттәрҙең приюты менән һөйләшкәнен, бер-ике көндән Герданы көсөктәре менән шунда тапшырырға йыйынғанын һөйләп килде. «Әгәр ҙә врач булмаһам, моғайын, эттәр менән бесәйҙәргә приют асҡан булыр инем», – тине ул.

Икенсе яҡтан урап, иҫке ағас йорттар теҙелеп киткән тыҡрыҡҡа килеп сыҡҡас, һыу колонкаһы янында туҡтап лапылдап балсыҡҡа батҡан аяҡ кейемебеҙҙе йыуҙыҡ. Мин үҙемдең ҡәҙерлегә генә кейә торған ап-аҡ итегемә йәлләп ҡараным.

– Был айҙа мин төндә күп эшләнем. Аҡса мулыраҡ булырға тейеш, яңыны алырбыҙ, – тип йыуатты Далан.

– Бындайҙы табып булмай шул, – тип көрһөндөм. – Айбарҙың әсәһе бер танышы аша ғына алып биргәйне.

– Бигерәк яҡшы, тағы алып бирер, – тине Далан иҫе китмәй генә. – Үҙем һорармын, барып танышырмын да... Улын һинән ҡотҡарған өсөн ул миңә берәй нисек рәхмәт әйтергә тейеш тә инде, – тип шаяртты.

Туй булмағанға Айбарҙың әсәһенең ни тиклем ҡыуанғанын иҫемә төшөрөп: «Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ», – тип уйланым.

– Ә армияға китергә ҡотортҡаның өсөн нимә тип әйтер икән һуң?

– Уныһы ла бар бит әле. Тик Айбар үҙе ҡәнәғәт бит. Бары иҫән-аман ғына йөрөһөн...

* * *

Таңһылыу йәнә уйҙарына сумды, күҙҙәре йәнә ҡайҙалыр эскә, үҙенең донъяһына төбәлде: унда киске Өфө, урам фонарҙары яҡтыһында ялтырап ятҡан еүеш асфальт, балҡып торған витриналар... Ҡолағында – «Балалар донъяһы» магазины эргәһендә боролоп киткән трамвай тәгәрмәстәренең туҡылдағаны, Ленин урамында шырҡылдашып үткән йәштәрҙең дәртле тауышы...

Һәр кем үҙ уйына батып килә торғас, егет бер фонарь аҫтында туҡтап Таңһылыуҙың көҙгө елдән ҡыҙарған сикәләрен усына алды ла күҙҙәренә ҡараны:

– Мин үҙемдең даланлы икәнемде беләм, – тине ул. – Тик ул тиклем үк тип уйламай инем... Уйлап ҡара әле, премьераға бармайынса батҡаҡҡа бата-бата көсөкләгән ташландыҡ кәнтәйҙе эҙләп йөрөгән тағы берәй ҡыҙ бармы икән донъяла ?!

– Кәнтәйҙе түгел бит, – тине Таңһылыу. – Герданы.

– Һин уны берәй ауырлы берәҙәк ҡатын, тип уйлағайның! – Далан рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. – Этте күргәс тә ҡарашыңдан аңланым инде.

Ул эйелеп ҡыҙҙың пальтоһына һырыған бөргәнәктәрҙе таҙартты, башлығына йәбешкән дегәнәкте алып ташланы. Шунан:

– Хәҙер ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.

– Магазин, икмәк, һөт, колбаса... – тип һананы Таңһылыу. – Асыҡтырҙы. Оҙаҡламай ҡыҙҙар театрҙан ҡайта...

– Ә бит минең бөгөн байрам, – тине Далан. – Ҙур байрам. Әгәр ҙә беҙ уны һинең менән бынауында инеп билдәләһәк...

Ул урамдың икенсе яғындағы «Ағиҙел» ресторанына күрһәтте.

– Герданың көсөктәренең тәпәйен йыуырғамы ни? – тип ҡысҡырып көлөп ебәрҙе ғүмерҙә лә ресторанға ингәне булмаған Таңһылыу.

– Ә бит мин ысынлап әйтәм. – Даландың тауышы етди ине. – Һин Герданың күҙҙәрен күрҙең, – тине ул, «күрҙең» һүҙенә баҫым яһап. – Ҡолаҡтары булып та ишетмәгән, күҙҙәре булып та күрмәгән кешеләрҙең ни тиклем күп булғанын һин әлегә белмәйһең шул әле. Ә һин – күрҙең! Һәм шул күрә белгән кеше – минең яҡыным! Иң яҡыным булыуын теләгән кешем... Минең өсөн бынан да ҙурыраҡ тағы ла ниндәй байрам булыуы мөмкин икән? Аңлайһыңмы?

* * *

– Мин аңламай инем, – тине Таңһылыу. – Шаярталыр, тип һағайып уға ҡараным. Ә ул һаман етди, уйсан ине. Етәкләшеп урам аша сыҡтыҡ. Ресторан ишегенә барып еткән ерҙә мин үҙемдең ныҡлап таҙармаған итегемә, шунан уның ботинкаларына ҡараным.

– Ә беҙ тансаға төшмәҫбеҙ, – тине егетем ҡарашымды аулап. – Анау бейек фикус артындағы аулаҡ өҫтәлде күрәһеңме? Шунда инеп боҫорбоҙ ҙа тәмле итеп ашап, рәхәтләнеп һөйләшеп тик ултырырбыҙ.

Ул үҙенең төпһөҙ рюкзагының кеҫәһенән бахила килтереп сығарҙы ла сүгәләп аяғыма кейҙерҙе. Моғайын, беҙ артыҡ шаярғанбыҙҙыр ҙа эшһеҙлектән йонсоп торған мөһабәт швейцарҙың күҙенә артыҡ салынып ташлағанбыҙҙыр. Ишеккә барып етеүебеҙгә, юлыбыҙға арҡыры төштө. Ул үҙенең урам уттары яҡтыһында ялтырап торған кокардалы фуражкаһы, ялтыр төймәле оҙон кейеме, Буденныйҙыҡы һымаҡ күркәм мыйығы менән олпат генералға оҡшап тора ине.

– Ярамай, – тине ул күҙе менән беҙҙең аяҡҡа ымлап.

– Беҙ ун аҙым атлап, анау өҫтәлгә тиклем генә барырбыҙ. Бик өшөнөк, асыҡтыҡ.

– Әйткәнде тыңлағыҙ, йәки мин хәҙер милиция саҡырам, – тип екерҙе швейцар.

– Нишләп милиция? Бәлки, һеҙ метрдотелде саҡырырһығыҙ? – тип ныҡышты Далан тыныс ҡына.

Ә минең өсөн хәйерсе һымаҡ ишек төбөндә ялынып тороу кәмһеткес ине, шым ғына уның еңенән тарттым: «Киттек әйҙә».

Швейцар минең кәйефемде абайлап, һөжүмде миңә күсерҙе:

– Егеттәр артынан теләһә ҡайҙа өҫтөрәлеп йөрөгәнсе, ҡайтып дәресеңде уҡы, – тип пальтомдың яурынында йәбешеп торған дегәнәккә ымланы.

Ул арала тротуар ситенә ҡара «Волга» килеп туҡтаны. Швейцар ҡояштай балҡып, ҡулдарын йәйеп машинаға табан атланы. Үҙе беҙҙең яҡҡа янаулы ҡарап, ыҫылдап китергә онотманы. Мин инде тулышып бөткәйнем, әгәр ҙә Далан ҡулымдан ныҡ итеп тотоп тормаған булһа, илай-илай йүгереп киткән булыр инем. Машинанан олпат ир менән яҡшы кейенгән ҡатын төштө. Ирен ҡултыҡлап алған күркәм ханым беҙҙе күреп нимәлер әйтте. Абзый эргәбеҙгә етеү менән Даланға ҡарап:

– Доктор, проблема бармы әллә? – тип ҡыҙыҡһынды.

– Бәләкәй генә аңлашылмаусылыҡ, – Далан мәғәнәле итеп бахилалы аяғыбыҙға ҡараны.

– Бахила менән дауаханаға инергә ярай, ә ресторанға ярамаймы ни? – тине абзый.

– Ярамай. Йәмһеҙ бит. – Үҙебеҙҙе уҡытыусыға ошаҡлашып торған балалар һымаҡ күреп, оялып киттек.

– Яҡшы, хәҙер ресторан директорына әйтербеҙ, үҙе сығып алыр, – тине күркәм ханым.

Һөйләшеүҙе ишетеп торған швейцарҙың йөҙө үҙгәреп китте, алдыбыҙҙа ишекте киң асып:

– Ярар, ярар. Инһендәр, – тине.

– Һин абайла, ҡустым, – тине олпат абзый тыны сыҡҡан шарға оҡшап ҡалған швейцарға. – Был егет ыштаның бысраҡ тип операция өҫтәленән ҡыуып төшөрөп ебәрмәһен. Кеше булайыҡ. Донъя ҡуласа ул, әйләнә лә бер баҫа,

– Борсолмағыҙ, ағай, – тип йылмайҙы Далан швейцар эргәһенән үтеп барышлай. – Беҙ операция өҫтәленә, ғәҙәттә, ыштанһыҙ ятҡырабыҙ.

* * *

Әлеге фикус артына барып уңайлы ғына итеп урынлашып алғас, тирә-яғыма ҡарандым: ысынлап та, ныҡ йәтеш урын, бер яҡтан, ышыҡ, икенсе яҡтан, бөтә зал ус аяһындағы һымаҡ күренә. Ә миңә ҡыҙыҡ, ресторанға ниндәй бәхетле кешеләр йөрөй икән? Театрға әҙерләнгәс, беҙҙең дә өҫ-башыбыҙ ҡыҙарырлыҡ түгел.

– Даланыбыҙ бар икән, – тинем мин яҡты, йылы, затлы мөхиткә күңелем күтәрелеп.

– Ә һин Даланыңдың эргәңдә генә торғанын онотҡайныңмы ни?

– Әгәр ҙә милиция саҡыртһа, нишләр инек?

– Һине етәкләп алыр ҙа, йән фарманға ҡасыр инек.

– Ысынлап тамы? Бик батыр һөйләшә инең бит.

– Мин детдом балаһы ла инде, – тип көлдө Далан. – Тәүҙә ныҡышып ҡарайһың, шунан бирешмәгәнеңде белдереп әтәсләнгән булаһың да еңелә башлаһаң, табан ялтыратаһың. Тик ҡасып китеү ҙә – еңелдең тигәнде аңлатмай. Ҡасып бараһың, хәйлә уйлап бараһың, тоҙаҡ ҡораһың. Эш бит йыш ҡына еңеү-еңелеүҙә түгел, тере ҡалыуҙа. Ә был юлы бигерәк тә... зыян бит һиңә булыр ине. Хатта беҙ йөҙ тапҡыр хаҡ булһаҡ та, кем уны артыҡ уйлап тора, милицияға эләктеңме, хәҙер һинең деканатҡа, профсоюзға, комсомол ойошмаһына хәбәр килеп төшә. Юҡ инде...

Ул арала официант ҡатын матур вазаға өймәләм итеп һалынған һәр төрлө емеш алып килеп ултыртты.

– Һеҙгә күстәнәс, – тине ул теге олпат абзый менән күркәм ханым яғына ҡарап.

Далан урынынан тороп, башын эйеп уларға алыҫтан ғына рәхмәтен белдерҙе.

– Кемдәр улар?..

– Иҫемә төшөрә алмайым. Моғайын, бик ғәзиз кешеләрен дауаларға тура килгәндер. Сүпләй тор, – тине ул алдымдағы тәрилкәгә виноград тәлгәшен һалып. – Беҙҙең әле ваҡыт күп. Ресторанда оҙаҡ көтәһең ул. Улар әле беҙ һораған нәмәләрҙе саҡ бешерә башлай.

– «Мин был көнгә тиклем тере ҡалмаҫ инем» тинеңме? Ысынлап тамы?

– Беҙ, детдом малайҙары, ҡала малайҙары менән хәтәр һуғыша торғайныҡ. «Үлһәм үләм, бирешмәйем», – тип тораһың да, «атас» – табаныңды ялтыратаһың.

Далан ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле, хатта китапсараҡ итеп һөйләгән хәбәрҙәре менән дә ныҡ йәш, ҡайһы ваҡыт үтә бер ҡатлы күренә, хатта уны тормоштан ҡурсалағы килә. Тик әле күп уйланған, күпте кисергән, үҙенең күңелендә лә, башҡаларҙыҡында ла туҡтауһыҙ ҡаҙынған тәрән кешенең һине үтәнән-үтә күреп торған аяуһыҙ аҡыллы ҡарашы менән осрашыуҙан арҡам семерләп китте.

– Донъяла яҡшылыҡ күп бит ул, – тине ул нишләптер.

– Эйе шул, – тип көлөмһөрәнем, ишек төбөндә эре генә арлы-бирле йөрөп ятҡан швейцарға ымлап. Ул һаҡ ҡына килеп, ситтән генә беҙҙе лә ҡарап киткәйне.

– Нишләп, ул да һиңә яҡшылыҡ теләне бит, үҙенсә, – тип минең менән ризалашманы Далан. – Ата-әсәң һине уҡырға ебәргән, ә һин бер бысраҡ ботинкалы әҙәм менән дегәнәк араһында йөрөгәнһең, етмәһә, ресторанға инергә маташаһың.

– Ә донъяла, ысынлап та, яҡшылыҡ күп, – тип ҡабатланы ул. – Наҙ ҙа күп. Тик беҙ ниңәлер уны бары кешеләрҙән генә көтәбеҙ, уларҙан ғына өмөт итәбеҙ.

Иртәнсәк яңағыңды иркәләгәнгә уянып китәһең – ҡорма ярығынан ҡояш нуры төшкән. Эҫе көндә гөлтләп тоҡанырға торған ҡайнар битеңде еләҫ ел наҙлап үтә... Ә йән эйәләрендә... Эттәрҙә, бесәйҙәрҙә яҡшылыҡ, наҙ, рәхмәтле була белеү – түгелеп, артып тора. Берәй ҡорсаңғы бесәйҙәге, ас көсөктәге йылылыҡҡа, наҙға сарсау, шул наҙҙың ҡәҙерен белеү, саҡ ҡына иғтибарға ла ҡыуаныу – аптырарлыҡ ул. Ә инде эттәр тураһында әйтеп тә тораһы юҡ, уларҙағы тоғролоҡ кешеләргә хасмы икән, әйтеүе ҡыйын.

Теге юлы, Варя һорағас, мин яратырға эттәрҙән өйрәндем, тигәйнем. Бының менән тормошомда яҡшы кешеләр осраманы, тип әйтергә теләмәнем. Яҡшылыҡты һәр нәмәнән алғанымды ғына әйтмәксе инем.

Ул, әйтерһең дә, минең алдымда үҙенең бала сағының биттәрен аҡтара башланы.

– Беҙҙең балалар йорто ҡала ситендә урынлашҡан үҙенә күрә бер ҙур ғына хужалыҡ ине. Үҙебеҙҙең баҡса, тиҫтәләгән сусҡа... Ә артта ваҡ-ваҡ ҡыуаҡлыҡ, әрем, шайтан таяғы, дегәнәк үҫкән бушлыҡ. Өйөм-өйөм булып төҙөлөш сүп-сары – арматура, кирбес ватыҡтары. Тағы ла арыраҡ шәхси баҡсалар, дачалар. Көҙ булһа, хужалары ҡалаға алып ҡайтмайынса ташлап ҡалдырған эттәр, бесәйҙәр шунда йыйыла. Мин шулар менән мәж килә торғайным. Әйткәйнем бит инде, аяғым тыумыштан зәғиф ине: уң аяғымдың башы артҡа ҡарап тора торғайны. Мин хатта, үҙемә күрә, ғәриптәр циркындағы бер йондоҙ кеүек инем. Беҙҙең малайҙар яңы килгән һәр бер балаға ғорур һәм серле ҡиәфәт менән минең аяғымды күрһәтергә алып килә торғайны. Мин быға күнегеп киткәнмен, үпкәләү башыма ла инеп сыҡмай. Шуныһы ғына бар: сатан булғас, йүгерә, төрлө уйындарҙа ҡатнаша алмайым. Тик уға ла үтә көйгәнем юҡ: саҡ ҡына ваҡытым булыу менән үҙемдең дуҫтарға олағам. Аҙаҡтан мине тап шунан барып табырға булғанын белеп бөткәндәр ине инде. Ашханалағы һәйбәт апайҙар ҡайһы ваҡыт ҡатҡан икмәк, ҡалдыҡ бутҡа бирә. Бик булмаһа, барып, сусҡаларҙың һырттарын тырнаған булып ялағайланып йөрөйөм дә ризыҡтарын сәлдерәм. Һуңғы сиктә үҙемдекен булһа ла ашатам. Әле уйлайым да, эргә-тирәмдә гел һәйбәт кешеләр булған, махсус рәүештә бер кем дә рәнйетмәгән. Һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ хәстәре, үҙ әрнеүҙәре. Шул тиклем күмәк баланың һәр береһенә ҡайҙан күңелеңдә наҙ таба алаһың: тамаҡтары туҡ, үҙҙәре һау булһалар, һуғыш-талаш сығармаһалар – шул еткән бит инде.

Көҙ ине. Үҙемдең ҙур хужалығымдан айырылып китә алмай ныҡ кисләгәнмен. Көсөктәр ҙә, бесәй балалары ла ҡәҙимге ҙурайған, мәрәкә итеп уйнайҙар. Шулар менән булашҡанда, беҙ төбөндә ултырған йырын, ситенә ғәләмәт ҙур эт килеп баҫҡан. Бөтә йән эйәһе быны, әлбиттә, минән алда абайлаған – барыһы ла күҙ асып йомғансы юҡ булды, ҡайҙа етте, шунда боҫоп бөттө. Беҙ ике ғәрип – өс аяҡлы көсөгөм дә һыңар аяҡ мин – икәү генә тороп ҡалдыҡ. Дуҫымды бына-бына һикерергә әҙерләнгән ғифриттән үҙемдең кәүҙәм менән ҡапланым да ятам. Йомарланғанмын да көтәм. Уҫал эттән таланғаным бар минең, осло тештәрҙең тәнгә нисек ҡаҙалғанын беләм... Көтмәгәндә бойороусан тауыш яңғыраны. Күҙемдең ҡырыйы менән ҡараһам, эт боролоп хужаһына китеп барҙы. Ә мин, уңайһыҙыраҡ барып ҡапланғанмын, тора алмай туңҡаңлаған арала теге ағай килеп тә етте.

– Ҡурҡтыңмы, балаҡай? – тип мине күтәреп баҫтырмаҡсы булғайны, ғәрип аяғымды күреп, кире ултыртты. Күҙҙәре янып киткәнен абайлап, тертләнем. – Күрһәтәһеңме? – тине ул. – Мин – врач, хирург.

Ул аяғымды ғәжәп уйынсыҡ тапҡан малай һымаҡ, мауығып китеп оҙаҡ ҡараны, шунан мине күтәреп алды ла балалар йортона алып китте.

Шулай итеп, яҙмыш минең ни тиклем даланлы булғанымды тағы бер тапҡыр раҫланы. Бер аҙнанан ул күренекле хирургтың операция өҫтәлендә ята инем инде. Шул тиклем бәхетле инем, иң яҡын туғанымды осратҡандай булдым, бер ыңғайҙан үҙемдең ғүмерлек һәнәремде таптым.

Ҡыҙыҡ булды. Операция яһағанда, ниндәй сәбәптәндер, урындағы наркоз менән сикләнделәр. Дүрт сәғәт буйы профессорҙың эшләгәнен, уның онотолоп ҡырҡҡан-теккән ваҡытында ни тиклем илһамланып, матур булып киткәнен ҡарап яттым. Ошо көндән алып мин киләсәгемде аныҡ белә инем: бер нәмәгә лә ҡарамай хирург булам.

– Ул ваҡытта һиңә нисә йәш ине?

– Биш ярым. Улай уйларға бәләкәй булғанһың, тиергә теләйһеңме? Балалар беҙ уйлағанға ҡарағанда күпкә аҡыллыраҡ, тәрәнерәк, һиҙгерерәк бит ул. Айырыуса яҙмышын үҙ ҡулына алырға мәжбүр булған балалар. Яуаплылыҡ бик тиҙ өлкәнәйтә.

Ошо осраҡтан һуң, мин тағы ла бер нәмәне аңланым: ниндәйҙер бәләм бар икән, уның аша миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер бәхет асыла. Шуға күрә бәләгә тарыһам, уның артынан килгән бәхетте көтә башлайым. Әйтерһең дә, улар минең яҙмышымдың билдәләре. Ә, бәлки, һынауҙарылыр...

* * *

Раушанияның тыуған көнө ине. Бүлмәбеҙҙә студенттарса ябай ғына табын ҡорғанбыҙ. Күңелле генә ултыра инек, әхирәтем яңыраҡ ҡына танышып, бик оҡшатышып йөрөгән егетенең төртмә һүҙенә үпкәләне лә ҡуйҙы. Үпкәләрлек тә булғандыр: район күләмендәге ҙур ғына түрәнең иркә балаһы, нефть институтында уҡып йөрөй, студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, өр-яңы «Жигули» машинаһында йөрөй һәм бик эре сирттерергә ярата. Килеп сыҡҡан уңайһыҙ хәлде шаяртыуға япһарырға маташыуыбыҙ утҡа кәрәсин һипкән һымаҡ булды.

– Һин артыҡ ҡупрайып китмә, беҙҙе лә сүплектән тапмағандар, – тип әйтеп ташланы Раушания илай яҙып. – Беҙ ҙә ҡәҙерле ата балалары.

Егете, ултырғысын шаҡ иттереп этеп, тороп уҡ китте. Нишләргә белмәй, аптырап ҡалдыҡ. Хәҙер шартлап ярылырға торған һымаҡ ауыр тынлыҡ... Шул саҡ Далан тыныс ҡына:

– Ә мине сүплектән тапҡандар... – тип ҡуйҙы.

Эштән һуң саҡ килеп инеп, ашауға йомолған егетемдең был һүҙҙәрен шаяртыуға алып көлөп ебәрҙек. Ә ул алдындағы салатты мул ғына итеп тәрилкәһенә һала-һала дауам итте:

– Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡыш – ун бишенсе ғинуар – сатлама һыуыҡ, иртәнге сәғәт ун берҙәр тирәһе. Иҫкесә яңы йылды һәйбәт кенә ҡаршы алған Захар Петрович Евдокимов, нисегерәк баш төҙәтергә белмәй аптырап, подъезд ишеге төбөнә сығып баҫа. Моңһоу ғына тирә-яҡты байҡай ҙа лыҡа тулы сүп-сар багында аҡтарынған берәҙәк этте күреп ҡала. Тап шул мәлдә был ялбыр ҡойроҡло ерән мәхлүк «сүп-сар араһынан яһалма күндән тегелгән иҫке сумканы һөйрәп маташҡан була. Сумканың һәлмәк кенә икәнен самалаған Захар Петрович, бының эсендә берәй йүнле нәмә бар, ахыры, тигән өмөт менән аҡырып ебәрә. Табышынан яҙырға йыйынмаған эт ситкә һикерә – сумканы тешенән ысҡындырмай. Тап шул мәлдә эстән бер төргәк шыуып төшөп ҡала. Ит-фәләнме, тип ымһынған Захар абзый шыҡырайып туңған иҙән йыуғыс сепрәкте асып ҡараһа – шыр яланғас сабый. Ас эт бына шул сей иттең еҫен тойоп соҡонған, күрәһең. Аяҡ аҫтында, ҡаҡашып бөткән бысраҡ ҡарҙа ятҡан, ҡанға батҡан бәпесте күреү менән Захар Петрович ҡолап китә яҙа, шулай ҙа үҙен бик тиҙ ҡулға ала. Йәһәт кенә эйелеп сабыйҙы ҡуйынына тыға ла урам аша урынлашҡан балалар поликлиникаһына табан саба. Шул тиклем ашыға, рәхмәт яуғыры, хатта бер урында тайып китеп, мәтәлләп барып төшә, әммә ҡуйынындағы бәпесте ысҡындырмай. Ә ул арала сабый, йәғни-мәҫәлән, мин, уның йылыһынан имшей башлағанмындыр, күрәһең, пысҡ итеп уның тельняшкаһын аймап тотоп алам. Был рәхәттән төшөп ҡалмайым, тип уйлағанмындыр, күрәһең... Ҡыйын булһа ла, анау тоҙҙо ғына алып бирегеҙ әле, – тип өндәште Далан ауыҙ асып үҙенә текләгән табындаштарға.

– Ну әртисһең, малай, – тип еңел һулап көлөп ебәрҙе фыртым егет кире урынына барып ултыра-ултыра. – Ышандыра яҙҙың!

– Ә мин алдамайым, – тине Далан. – Арттырманым да, кәметмәнем дә, протоколда яҙылғандарҙы ғына һөйләп ултырам.

– Ниндәй протоколда?

– Сүп багынан яңы тыуған ташландыҡ бала табып алған Захар Петрович Евдокимовтан һорау алыу протоколында. Ә протоколдың дөрөҫлөгөн был енәйәтте тикшереү йөкмәтелгән следователь Аллабирҙин үҙенең имзаһы менән раҫлаған.

– Шунан? – тип түҙемһеҙләнде сүплек тураһындағы хәбәрҙе башлаған Раушания.

– Нимә шунан? – тине ләззәтләнеп ҡышҡы салатҡа тотонған Далан. – Шул тиклем тәмле, ҡыҙҙар! Кем эшләне?

– Артабан нимә булған?

– Артабан барыһы ла һәйбәт булған инде: бына бит арағыҙҙа ултырам.

– «А» тигәс, «б»һын әйтәһең инде, доктор! – тине Варвара талапсан тауыш менән.

– Уй, Алла, – тип һуҙҙы Далан уңайһыҙланып. – Ғәфү ит, Раушания, мин һинең байрамыңды боҙҙом, ахыры.

– Боҙманың, төҙәттең, – тине Варя. – Шунан?

– Шунан Захар абзый мине йәндәй күреп яратҡан медицинамдың ҡарамағына тапшырған. Шул арҡала һаман иҫән-аман йәшәп ятам. Ысынлап әйтәм, хәҙер һөйләй башлаһаң, оҙонға китә. Бына ун бишенсе ғинуар етер, мин һеҙҙе тыуған көнөмә саҡырырмын, шунда яйлап ултырып һөйләшербеҙ. Ә бөгөн мин һүҙ ыңғайында ғына ысҡындырҙым. Ҡайһы берҙә сүплектә лә йүнле генә кешеләр аунап ята ул, тип кенә әйткем килгәйне! Шулай бит, һөйөклөм? – Ул миңә ҡарап шуҡ ҡына күҙ ҡыҫты, тик мин уның сөм күк күҙҙәрендә хәүеф менән һорау абайланым һәм ни өсөн теге ваҡыт ашханала: «Һәр берәҙәктең ҡуйынын үҙемдең һыйынысым тип ҡарайым», – тигәнен аңланым.

* * *

Таңһылыу урынынан тороп яңынан тәҙрә эргәһенә килеп баҫты.

– Ә... артабан? – тип һораны, әле генә ишеткәндәрен ҡурҡыныс әкиәттер, әҙәм балаһы менән былай булыуы мөмкин түгел, тип тетрәнеп тыңлап ултырған Ғәфүрйән. – Һөйләгәндер бит? Артабаны яҡшы булғандыр бит...

Кинолағы ҡурҡынысты күреү менән күҙен сылт йомоп, «Бөттөмө инде?» тигән һорауына яуап булмайынса асырға теләмәгән балаға оҡшағайны ул. Таңһылыу яуап ҡайтарманы, тик уның яҡтырып киткән йөҙөнән, ирен ситенә ҡунған йылмайыуынан именлекте тойоп Ғәфүрйән еңел тын алды.

– Ә артабан? – тип һораһаң, Далан үҙе: Ә артабан – ожмах, – тип әйтә торғайны. – «Поликлиникаға килеп инеү менән беҙҙең юлға донъялағы иң мәрхәмәтле йән – яңыраҡ ҡына медучилище тамамлаған шәфҡәт туташы Мәрхәбә Исламбаева тап булған. Захар абзый ҡуйынын асып ебәргәндә, мин инде ҡәҙимге ирәбеләнеп, бер бармағымды имеп маташҡан булғанмын. Ҡабаттан үле тип ырғытып ҡуймаһындар, тип үҙемсә йәнтәслим тырышҡанмын инде.

Мәрхәбә апай юҡҡа ғына Далан тип атамаған бит: әйтерһең дә, бөтә ғаләм мин тере ҡалһын өсөн тырышҡан: теге ерән эт ас булмай, өңөндә йоҡлап ятһа – мин шыҡырайып туңған булыр инем. Ә ниндәй көндә тыуғанымды әйт: байрамдан һуң башы ауыртмаһа, Захар абзый шул ҡара һыуыҡта өйөнән сығыр инеме?! Өҫтәүенә, тап шул көндө поликлиникала «имсәк балалар көнө» булған: коридор тулы һөтлө әсәйҙәр ултырған. Мәрхәбә апай берәүһенән мензуркаға һөт һауҙырып алған, эсемә лә йылы инһен, тигәндер инде. Быға тиклемен мин Мәрхәбә апайҙың һөйләүенән беләм. Ә ҡалғанын инде үҙем хәтерләйем, моғайын, яҙмышымды үҙ ҡулыма алырға ҡарар иткәнмендер.

– Нисек үҙең? Бер көнлөк сағыңдымы? – тип һорайбыҙ.

– Бер көн дә тулмаған сағымды. Ә, бәлки, быны аҙаҡтан уйлап сығарғанмындыр... Хәҙер кем генә белһен инде. Ауыҙыма йылы ғына татлы нәмә тамды ла рәхәт итеп тамағымды йыуып эсемә ағып төштө. Был Мәрхәбә апайҙың шприц менән әсә һөтөн тамыҙыуы ине. Шунда мин тәнемә тарала башлаған ләззәттән ирәйеп, беренсе тапҡыр тәрән итеп тын алдым да: «Эһ!» – тинем.

Ә Мәрхәбә апай үҙе илай, үҙе көлә:

– Эй сабый, – тине. – Был донъяла рәхәтлек тә күп ул. Әллә һин йүнһеҙ әсәйҙән тыуғас та, гел шулай насар булыр, тип уйлағайныңмы?

Тамаҡ ялғағандан һуң, ойоп ҡына китеп бара инем, йәнә иҫ китерлек рәхәт тойҙом: үҙемдең ожмахыма ҡабат ҡайтҡандай булдым. Баҡһаң, мине Мәрхәбә апай йылы һыулы тасҡа тыҡҡан булып сыҡты.

– Ҡалай матурһың һин, – тине шәфҡәтлемдең яғымлы тауышы. Ул ипләп кенә ышҡып тәнемде әсәйемдең ҡатып ҡалған ҡанынан таҙартып йыуа, үҙе һөйләнә. – Кеше шул тиклем дә матур буламы икән һуң инде, ә? Үҙе сабыр, үҙе аҡыллы, үҙе матур... Бигерәк бәхетле бер малай тыуған бит һуң донъяға... – Ул шулай наҙлы һүҙҙәрен һамаҡлай, ә улар яҙмышым булып маңлайыма яҙыла бара.

Йомшаҡ ҡына йөнтәҫ таҫтамал менән ҡоротоп ап-аҡ биләүгә урағас, Мәрхәбә апай миңә:

– Ә бит һин бик даланлыһың, егет, – тине. – Ошо көндө иҫән-аман ҡалғас, башҡа нимә тип әйтәһең инде. Әйҙә ошо даланың һине ғүмерең буйы ташламаһын, – тип теләне лә исемемде Далан тип ҡуштылар.

Кешеләр йыш ҡына бер-береһенә ҡарата аяуһыҙ бит: мин дә үҙ ғүмеремдә мәсхәрәле һүҙҙәр күп ишеттем. Битемә бәреп: «Ғәрип, сатан, ямаҡай, ташландыҡ», – тип әйтә башлаһалар: «Юҡ, мин матурмын, мин хатта матурмын!» – тип һуғыша башлай торғайным. Был ҡылығымды йыш ҡына иҫләп, дуҫтар менән рәхәтләнеп көлөп алабыҙ. Зиһенемә һеңеп ҡалған ошо һоҡланыу һүҙҙәре бөтә йәберҙәрҙән ҡалҡан булды: мин матурмын, аҡыллымын, бәхетлемен, өҫтәүенә, даланлымын. Күңелем дөм-ҡараңғы төнгә әйләнеп киткәндә, йылы һыулы тас эсендә йөҙөп йөрөгән сағымда ишеткән ошо һүҙҙәр ҡабына ла тотош донъямды балҡытып ебәрә торғайны.

– Ҡайҙан һиндә шул тиклем яратыу? Эсең тулы нәфрәт булырға тейеш бит һинең, – тине Варвара.

– Ә кемгә нәфрәтләнергә? – тип һораны Далан вайымһыҙ ғына. – Шунан ул эс тулы нәфрәт менән нисек йәшәргә? Донъя шул тиклем матур.

– Һине аңлауы ҡыйын...

– Бер ҡисса бар. Диңгеҙҙә йәшәгән бер бәләкәй генә балыҡ әсәһенән: «Бөтәһе лә диңгеҙ тураһында һөйләй. Ҡайҙа ул диңгеҙ? Мин уны күргәнем дә юҡ», – тип һорай икән. Ә бит уның был һорауы һис тә ғәжәп түгел. Диңгеҙ һәр ваҡыт уның әйләнәһендә, ул һәр саҡ уның менән. Шуға күрә, юғалтмайынса диңгеҙҙе тойоу балыҡ өсөн бер нисек тә мөмкин түгел. Сабый ҙа, ғәҙәттә, диңгеҙҙәге ошо балыҡ һымаҡ һөйөү солғанышында тыуа. Һеҙ әле ҡорһаҡта ғына ятаһығыҙ, ә әсәйегеҙ менән атайығыҙ инде һеҙҙе ярата. Ә мин яр буйында ятҡан балыҡ һымаҡ инем. Мин үҙ диңгеҙемде тамсылап-тамсылап йыйҙым: ҡояш нуры иркәләп уятты – һөйөнөс, завхоз ағай башымдан һыйпап үтте – ҡыуаныс, тәрбиәсе маҡтаны – тағы шатлыҡ...

Эргәмдәге ярлы ғына мөхитемдән мин дә үҙ өлөшөмдө тупланым – тәүҙә бәләкәс кенә күләүек булды, шунан ул ҙурая-ҙурая барҙы.

Һеҙҙең менән минең арамдағы айырма шул: беҙ тормошҡа ике яҡтан ҡарайбыҙ: һеҙ – диңгеҙҙән, мин – ярҙан. Һеҙ – яҡтынан, мин – ҡараңғынан. Ҡараңғынан, сөнки донъяға тыуыу менән ҡараңғыға эләктем, шуға күрә һәр бер нур сатҡыһы минең өсөн шатлыҡ булды. Һеҙ тыуыу менән яҡтылыҡҡа сумдығыҙ, шуның өсөн яҡтылыҡ саҡ ҡына ышыҡланһа ла һеҙ ҡайғыға батаһығыҙ. Һеҙ насарға күберәк иғтибар итәһегеҙ, ә мин яҡшылыҡты күрә һалам. Һеҙ ҡара болоттар һанайһығыҙ, ә мин йәйғорҙарҙы йыям. Ошо айырманы белгәндә, барыһы ла аңлашыла.

– Рәхмәт, Далан, – тине Раушания. – Ошо йәшемә етеп, тыуған көнөмә бер ҡасан да бындай ҙур бүләк алғаным юҡ ине. Инде мин дә йәйғорҙар йыя башлайым.

* * *

Ноябрҙең һуңғы көнө ине. Ҡыш иртә килде. Ныҡлап ҡар ятты. Далан эштән һуң, ғәҙәтенсә, беҙгә килгәйне. Һөйләшә-көлөшә уның күстәнәстәре менән тәмләп сәй эстек.

– Ҡыҙҙар, – тине Далан. – Һеҙҙә шул тиклем рәхәт, йылы... Хатта тороп урамға сыҡҡы ла килмәй... Бына әле уйлап ултырам да...

– Йә, йә, – тип һағайҙы Варя. – Тик алдан киҫәтеп ҡуям, тағы бер карауат ҡуйырға урыныбыҙ юҡ.

– Ҡайҙан барыһын да аңлап тораһың һин, Варвара Николаевна? – Далан йылмайҙы. – Хәйер, мин карауатҡа өмөт тә тотмағайным, раскладушка, йәки иҙәнгә матрас... Йә, ярай, улай күңелегеҙ тар икән, миңә үҙемдең хазинамды ғына алып китергә тура килер...

– Әһә, – тип аңлап ҡалды Раушания. – Һин үҙеңсә Таңһылыуға өйләнешергә тәҡдим яһарға маташаһың. Ә ҡайҙа романтика: роза шәлкеме, шампань шарабы, никах балдағы, беҙгә торт...

– Тортты яңы ғына ашап бөттөк, – тип бот сапты Варя. – Нишләп һин беҙгә алдан әйтмәнең?

– Ә туй ҡасан? Күптән туйҙа бейегән юҡ ине...

– Ә нишләп һеҙ, шартына килһен өсөн генә булһа ла минең ризалығымды һорамайһығыҙ? – тигән булдым.

– Үтенеп һорайбыҙ, – тине Далан. Тауышы шаян булһа ла, уның тулҡынланғанын күреп мин хатта ғәжәпләндем.

– Ризамын, – тинем. Ә ҡолағымда тағы: «Минең менән тормошоң ҡот осҡос буласаҡ», – тигән һүҙҙәре яңғырап китте.

Шунда уҡ ҡыҙҙар менән бергәләшеп ултырып туй тураһында һөйләштек. Даланға йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй генә булһа ла айырым фатир бирергә булғандар. Быныһы бер ғәжәп булды. Тормошто үҙеңдең фатирыңда башлау үҙе бер бәхет ине.

* * *

Туйҙы унынсы декабргә билдәләнек. Әле ҡышҡы сессияға ла, Яңы йыл алды ығы-зығыһына ла алыҫ була. Шәмбе көн. Далан күп эшләй ине бит – аҡсаһы бар. Шуға күрә бер кемгә лә ауырлығыбыҙҙы һалмаҫҡа, кафела ыҡсым ғына итеп үткәрергә теләнек. Атайым менән әсәйем килеп Далан менән танышып, күңелдәре тынысланып ҡайтып китте. «Юғалтҡан улыбыҙҙы тапҡандай булдыҡ», – тине атайым. Әсәйем, күҙ төбөн һөртөп, буласаҡ кейәүенең арҡаһынан һөйҙө.

«Бына кемдән атай булырға өйрәнергә кәрәк буласаҡ миңә», – тине Далан.

Миңә аҡ күлдәк алдыҡ. Тәүгеһенән арзаныраҡ булһа ла, ҡыҙҙар, быныһы нығыраҡ килешә, тинеләр. Алтын балдаҡтарҙың иң нәҙектәрен үҙем һайланым: ысынлап та, шундайҙар модаға инеп бара ине. Бөтәһе лә әҙер, ҡунаҡтарға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелгән. Ә етенсе декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән 10 сәғәт 41 минутта Әрмәнстанда ер тетрәй. (Ваҡыт минең хәтеремә уйылып ҡалған, сөнки Спитактағы бөтә сәғәттәр ҙә урындағы ваҡыт менән 11 сәғәт 41 минутта туҡтап ҡалғайны.) Туғыҙы көндө иртәнсәк Даланға яңыса эшләргә өйрәткән уҡытыусыһы шылтыратты: улар төндә тотош бригадалары менән Ереванға осорға тейештәр икән. Даланды ла саҡырҙы. «Йөҙәр меңләгән кешеләрҙе емеректәр аҫтынан сығаралар. Әле унда хирургтар менән травматологтар ныҡ кәрәк», – тигән. Бындай ваҡытта, әгәр ҙә үлем түшәгендә ятмайһың икән, баш тартыу өсөн башҡа сәбәп юҡ. Туйыбыҙҙа ҡатнаша алмауыбыҙ ни тиклем генә үкенес булмаһын, беҙ уйлап та тормай юлға йыйындыҡ. Минең бер генә шартым бар ине Даланға: «Һинән ҡалмайым», – тинем.

Киләһе ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, һыйлау, оҙатып ҡуйыу мәшәҡәттәрен дуҫтарға йөкмәтеп, беҙ шул уҡ көндө Башҡортостандан гуманитар ярҙам алып барған самолетҡа ултырып Әрмәнстанға остоҡ. Һәләкәттең ни тиклем ҡурҡыныс икәнен бер кем дә асыҡ ҡына белеп етмәй ине, тотош ҡалалар юҡҡа сыҡҡан, меңәрләгән кешеләр емерелгән йорттар аҫтында ҡалған, тинеләр.

Спитакка иртәнсәк килеп еттек. Мин үҙемде атом һуғышынан һуң ҡалған донъя хаҡындағы ҡурҡыныс фильм эсенә барып ингән һымаҡ хис иттем. Кино бына-бына бөтөр ҙә залда ут тоҡаныр, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Тик был емеректәр, һауала аҫылынып торған хәсрәт, әле яңы ғаиләләре йәшәгән йорттар булған, ә хәҙер иң ғәзиз кешеләренең ҡәберенә әйләнгән таштар өҫтөндә үкереп илаған ирҙәр, ҡайғынан таш булып ҡатып ҡалған әсәләр һәм бөтә ерҙә тау булып өйөлөп торған табуттар ысын ине. Харабалар, кешеләрҙең йөҙҙәре – ҡара; ҡар, урам ситтәрендә теҙелеп ятҡан, аҡ йәймәләр менән ҡапланған мәйеттәр, харабалар аҫтындағы янғындарҙың төтөнө аҡ...

Ә тау-тау булып өйөлгән табуттар ғына төҫтәр йәйғоро: ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел, хатта һары төҫтә... Минең бер ваҡытта ла шул тиклем күп һәм шул тиклем төрлө, сағыу төҫтәге табуттар күргәнем юҡ ине. Был ҡурҡыныс күренештән мейем шартлар һымаҡ. Тик әҙәм балаһы сыҙай. Сей иткә ут ҡапмай, ти торғайны минең ҡайғы-хәсрәтте үҙ ғүмерендә бик күп күргән өләсәйем.

Беҙҙе ҡала ситендә ниндәйҙер мөғжизә менән емерелмәй ҡалған бер ҡатлы дауаханаға алып килделәр. Уның эргәһендә хәрбиҙәрҙең ялан госпитале эшләй ине инде.

Яралылар шул ҡәҙәрле күп, уларҙы йөк машиналарына өҫтө-өҫтөнә һалып килтерәләр. Күбеһе ауыр плиталар аҫтында бер нисә тәүлек ятҡан, ундайҙарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыр өсөн тиҙ арала аяҡ-ҡулдарын ҡырҡып алырға кәрәк.

Эш шунда: тәндең ауыр нәмә аҫтында ҡыҫылып ҡалған ағзаһы тиҙ арала үлә – ҡан йөрөүҙән туҡтай икән, ике сәғәттән некроз башлана. Бер нисә тәүлек үтһә, был ағзалар, һаман да тәндең бер өлөшө булыуҙарына ҡарамаҫтан, сереп тарҡала башлаған була. Ҡыҫылған урынды сығарыу менән ҡан йөрәктең баҫымы аҫтында был үлек урынға килеп етә һәм ағыуҙы бөтә организмға тарата. Шунда уҡ бөйөр эшләүҙән туҡтай, кеше бер нисә сәғәт эсендә вафат була. Быға юл ҡуймаҫ өсөн некроздан өҫтәрәк ҡыҫып бәйләргә һәм үлек ағзаны мөмкин тиклем тиҙерәк ҡырҡып ташларға кәрәк. Шуға күрә әллә нисәмә врач ампутант булып эшләй. Ер тетрәүҙән, рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, йөҙ ҙә ҡырҡ мең кеше инвалид булып ҡалғас, ул врачтарға ниндәй йөк төшкәнен аңлау ҡыйын түгел.

Ҡайһы бер бисараларҙың, улар араһында балалар ҙа күп, аяҡтарын да, ҡулдарын да киҫеп алалар, сөнки бындай шарттарҙа бары тик ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалыу тураһында ғына уйларға тура килә. Тик тере генә ҡалһындар!

Килеү менән Далан операция бүлмәһенә инеп китте һәм мин уны тәүлек буйына күрмәнем. Ә мине, бер нисә кеше менән, яңы килгән яралыларҙы ҡабул итергә ҡуйҙылар. Күҙ асып йомған арала тормоштоң мәғәнәһе булған бөтә нәмәне юғалтҡан был кешеләргә ҡарауы ҡурҡыныс. Ә минең үҙемә аҡылдан шашмаҫ өсөн ҡулымдан килгәнсә ниҙер эшләргә, ҡыбырларға кәрәк. Тирә- яҡта бер ниндәй ҙә тәртип юҡ: врачтар яралыларҙы, хәлдәренең ауырлығына ҡарап айырып, операцияға әҙерләй. Ә әрһеҙерәктәр үҙҙәренең туғандарын, башҡаларҙы этеп-төртөп, тура операция өҫтәленә алып инә. Ул арала ҡотҡарырға мөмкин булған башҡа кеше үлә. Дөйөм хәсрәткә талаш-тартыш, ғәҙелһеҙлек ҡушыла.

Тәүге көндө, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, үҙемде ҡулда тоторға тырыштым. Ә икенсе көндө иртәнсәк туңып барған кеше һымаҡ ҡалтырана башланым. Хәлемде һиҙҙермәҫкә тырышып тешемде ҡыҫам, ҡулымды йоҙроҡлайым, тик бынан файҙа юҡ, өҫтәүенә, башым ярылып килә. Тора-бара үҙемдең кемлегемде, ҡайҙа йөрөгәнемде, нимә эшләргә тейешлегемде онотоп-онотоп киткәнемде абайланым. Ҡайҙандыр төптән, эс-ҡарынымды ҡороштороп ҡурҡыу тойғоһо ҡалҡа ла уны зиһен көсө менән генә туҡтатып торам, тик хәлем кәмегәндән-кәмей. Аҙаҡтан белдем, врачтар кешенең һуғыш мәлендә кисергән тетрәнеүҙәре арҡаһында була торған бындай хәлде «һуғыш шогы» тип атай.

Төшкә табан балалар баҡсаһының емеректәре аҫтынан сабыйҙарҙың мәйеттәрен сығарғанда аҡылдан шашҡан йәш кенә һалдатты, әле үҙе лә балалыҡтан сығып бөтмәгән урыҫ егетен, килтерҙеләр. Уны психиатрға алып барып ҡалдырғандан һуң, үҙемдең дә аҡылымды юйып барғанымды айырым-асыҡ тойҙом: зиһенем эргә-тирәмдәге ысынбарлыҡты ҡабул итеүҙән тотош баш тартты. Миңә инде, ысынлап та, һаташам ғына һымаҡ, шуға күрә башымды стенаға бәреп булһа ла уянғым килә. Шул уҡ ваҡытта йоҡламағанымды ла аңлайым һәм берәй урынға барып томаланып ятырға, онотолорға теләйем. Әгәр ҙә шунда Далан мине эҙләп тапмаған булһа, нимә булыр ине, белмәйем. Мин хатта илай ҙа алмай ҡатып ҡалғанмын. Ә Далан, эт кеүек арығаны бөтөн ҡиәфәтенән күренеп торһа ла, йылмая! Уның ҡәнәғәт йылмайғанын күргәс, миңә тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып китте: ул да теге һалдат һымаҡ аҡылдан шашҡандыр, тип уйланым. Ошондай мәхшәрҙә ни йәнең менән йылмайып була!

– Беләһеңме, мин һиңә ниндәй туй бүләге эшләнем? – тине ул минең аптыраулы ҡарашымды күрмәгәндәй. – Башымды киҫергә бирәм: донъяла бер генә кәләштең дә үҙенең кейәүенән ундай бүләк алғаны юҡ. – Ул мине, ай-вайыма ҡарамайынса етәкләп, оҙон коридорҙың стенаһы буйлап теҙелгән карауаттар араһынан алып китте лә, беҙ бер палатаға килеп керҙек. Ишек эргәһендәге карауатта ҙур ҡара күҙҙәре тонйорап ун бер-ун ике йәштәрҙәге ғәжәйеп матур ҡыҙыҡай ята. Ике аяғына ла тимер балдаҡтар кейҙерелгән. Беҙҙе күреү менән уның баш осонда ултырған ап-аҡ сәсле ҡарт әрмән әбейе урынынан торҙо ла, ҡалтыранған ҡулдарын доға ҡылған һымаҡ һоноп, Даланға табан атланы:

– Эй, доктор балаҡай, – тине ул, – Раббы һинең барлыҡ ауырыуҙарыңды миңә бирһен.

– Рәхмәт һеҙгә, – тине Далан уны яурынынан ҡосаҡлап. – Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙы ла һаҡлай күрһен, һеҙгә хәҙер ейәнсәрегеҙҙе аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. – Шунан миңә күрһәтте. – Бына минең кәләшем. Кисә беҙҙең туйыбыҙ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ унда үҙебеҙ ҡатнаша алманыҡ. Уның ҡарауы, беҙ Сусаннаның ике аяғын да һаҡлап алып ҡалдыҡ. Килер бер көн, был матур ҡыҙыҡай беҙҙе үҙенең туйына саҡырыр, кейәү балаҡай менән икәүләшеп вальс бейеп күрһәтер. Саҡыраһыңмы беҙҙе, ә, Сусанна?

Баш осонда аҫылынып торған хәсрәт һөрөмө алҡымдан алғанда, ҡайғы күкрәк тултырып тын алырға бирмәй боғаҙҙы быуғанда нисек бәхет, туй, бейеү тураһында һөйләп торорға була?! Был минең башыма һыймай ине. Карауаттар тыңҡыслап тултырылған бүлмәлә бер нисә ҡатын буҫлығып илай башланы. Мин дә илап ебәрҙем.

* * *

Далан мине медиктарға ял итер өсөн ҡоролған хәрби палаткаға алып барҙы. Иң төптәге мөйөшкә алып барып ултыртты. Өйҙән үҙе алып килгән йоҡо тоҡтарын сығарып, береһен миңә кейҙерҙе. Ҙур тимер көрөшкә менән иренде бешерерлек эҫе сәй килтереп, тимер ҡалаҡ менән эсерә башланы. Тешем тешкә теймәй ҡалтырайым, ә ҡулым сәйе өтөп алып барған көрөшкәнең эҫеһен дә тоймай. Шунан алдыма килеп тубыҡланды. Яурынымдан тотоп, маңлайын маңлайыма терәне. Һөйләй башланы. Башта уның һүҙҙәре зиһенемде ташҡа ҡаҡлыҡҡан пуля һымаҡ тик сыйып ҡына үтте. Тора-бара аҙыраҡ төшөнә лә башланым, уйлау һәләтем дә ҡайтты.

– Мин һине аңлайым, – тине Далан. – Шул тиклем мәйеттәр, ҡайғынан ҡара көйгән кешеләр эргәһендә һин үҙең дә йәшәүҙең мәғәнәһен юғалтаһың, үлә башлаған һымаҡһың. Тик беҙ бәләгә ҡалғандарға ҡушылып илап ултырырға түгел, ярҙам итергә килдек бит. Әле уларға донъя бөткән һымаҡ тойола. Әммә тормош, беҙ теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, дауам итә. Һин быларҙы үҙең дә аңлайһың. Артабан йәшәр өсөн, яраларҙы уңалтыр өсөн көс табырға кәрәк. Кешеләргә ҡайғы һөрөмөнән айныр өсөн бәләкәс кенә ҡыуаныс, саҡ ҡына булһа ла йыуаныс кәрәк. Шулай түгелме ни? Ә бында, ысынлап та, ҙур ҡыуаныс: беҙҙең бригада илленән ашыу кешегә операция яһаны. Беҙ илленән ашыу кешенең ғүмерен генә түгел, аяҡ-ҡулдарын да һаҡлап алып ҡалдыҡ. Ғәриплектең нимә икәнен, үҙемдең башымдан үткәс, мин бик яҡшы беләм. Ә Сусанна ул бәхетһеҙлектән ҡотолдо. – Ул оҙаҡ, мине илата-илата һөйләне. Аҙаҡтан ғына аңланым – «шок»тан сығыр өсөн миңә шул күҙ йәштәре дауа булған.

Донъя бына-бына өҫтөңә емерелеп төшөргә торған һымаҡ күренгәндә, башҡаларға ярҙам итеү – ҡурҡыуыңды еңер өсөн берҙән-бер сара. Далан миңә ошо хәҡиҡәтте ғүмерлеккә һеңдерҙе.

* * *

Операцияларҙан ныҡ арып сыҡһа ла, беҙ ул көндәрҙә күп һөйләштек. Әле ҡыҫҡа ғына булһа ла үҙебеҙгә ныҡ оҙон тойолған ғүмеребеҙҙе барланыҡ, киләсәгебеҙгә план ҡорҙоҡ. Был һөйләшеүҙәр беҙҙе уратып алған, ҡурҡыныс һаташыуға оҡшаған ысынбарлыҡтан ҡасыр өсөн кәрәк булғандыр, икәү генә ҡалыу менән үҙебеҙҙең донъябыҙға инеп йәшенергә ашыҡҡанбыҙҙыр, тип уйлайым. Ә Далан мине нисектер әүрәтергә, ауыр уйҙарымдан тартып алырға тырышҡан. Уның тауҙарҙан үҙәк өҙгөс һалҡын ел иҫкән бер төндә һөйләгәне айырыуса тетрәтте мине, һыҙланыу булып күңелемә мисәтләнеп ҡалды.

...Палаткала ныҡ һыуыҡ булғанға йоҡлап китә алмайынса хәрбиҙәр биргән ике-өс ҡат одеялға бөркәнеп ултырғанбыҙ. Далан, эргәлә ял иткәндәргә ҡамасауламаҫ өсөн, ярым бышылдап ҡына һөйләй:

– Мин доктор булдым, һине таптым, беҙ һинең менән ғаилә булдыҡ, оҙаҡламай әсәй менән атай булырбыҙ, – ти ул. – Мин тағы ла өй һалырға, уның тирәһенә күп итеп ағастар ултыртырға, баҡсала улдарым, ҡыҙҙарым менән бергәләшеп емеш йыйырға, һин әҙерләгән ҡайнатмаларҙы ашарға теләйем. Мин шул тиклем сейә компоты яратам, ә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа туйғансы эскәнем юҡ. Шуға иң тәүҙә күп итеп сейәләр ултыртырбыҙ.

Күрәһеңме, минең ҡасандыр тик алыҫ хыял ғына булған ниәттәрем бер-бер артлы ғәмәлгә аша бара. Шунлыҡтан хатта үҙем дә ышанырға ҡыймаған бер хыялым да, бәлки, тормошҡа ашыр, тип өмөтләнә башланым. – Далан шыма, ә мин уның тауышында әрнеү ишетеп һағаям. Баҙнатын йыйып ул дауам итә:

– Бәлки, мин әсәйемде табырмын да, танырмын.

Мин өндәшмәйем, зиһенемдә келт итеп яралған: «Ә ни өсөн, нимәгә кәрәк?» – тигән һорауымды әйтергә ҡыйыулығым етмәй. Ул уйымдағын уҡығандай дауам итә:

– Был турала минең бер кем менән дә һөйләшкәнем юҡ. Хатта Мәрхәбә апай менән дә. Мин бит бәләкәй генә сағымдан алып әсәйемдең тамуғын тоям. Уны мәсхәрәләнгән, рәнйетелгән, бахыр ғына бер ҡыҙ бала итеп күрәм. Минең менән йөклө сағында, бәлки, ул хатта мәктәптә уҡығандыр. Ҙурайғаны һиҙелмәһен өсөн һуңғы көнгә тиклем эсен ныҡ ҡыҫып бәйләп йөрөгәндер.

Акушер-гинекологияны өйрәнгән саҡта мин бер йылдан ашыу бала табыу йортонда эшләнем. Шунда саҡта нимәләр генә ишетмәнем дә, нимәләр генә күрмәнем. Табырға теләмәгән балаһын үлтерер өсөн ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә сараларға бармай, хатта үҙен дә аямай – һөйләгәндәрен тыңлаһаң, сәстәрең үрә торорлоҡ. Минең әсәйем дә эсендә, ҡайҙалыр төптә, ул теләмәгән яралғының үҫә башлағанын тойоп, ҡото осҡандыр. Ул ҡаршы, ә мин үҫәм дә үҫәм; ул минән ҡотолорға тырыша, ә мин үҫәм; әллә ниндәй үләндәр, дарыуҙар эсә, миңә булған нәфрәтенән тешләнеп, әҙәм көсө етмәҫлек ауыр-ауыр нәмәләр күтәреп ҡарай, ә мин үҫәм; ул мине быумаҡсы булып һыға, ә мин үлмәйем... Ул ғына етмәгән, ҡарышлашам, уның үҙенә ашарға бирмәйем, күңелен болғандырам, ҡоҫторам, туғыҙ ай тулғансы үлем сигенә еткерәм.

Эйе, йәшәйем тип сат йәбешкәнмен дә елеген нығыраҡ һурғанмын, ҡаны менән туҡланғанмын. Ә ул мине уның һайын әсенеберәк ҡәһәрләгән. Сабыйҙың тәне әсәһенең ҡанынан туҡыла, йәне әсәһенең һөйөүе, ҡыуанысы менән һуғарыла, тиҙәр. Ә мин әсәйемдең ҡурҡыуы, мәсхәрәһе, нәфрәте эсендә етлеккәнмен. Уның миңә булған ҡарғышын, уның сараһыҙлығын, уның асыуын, хәсрәтен, күҙ йәштәрен – барыһын да уртаҡлашҡанмын. Бәлки, йәнем уны йәлләгәндер ҙә. Тик барыбер бирешмәгән, кисергән, сыҙаған, сыныҡҡан. Был донъяға йәнтәслим айҡашып килгәнгә күрә лә тормошто ныҡ яратамдыр.

Даландың һүҙҙәре әрнеткес булһа ла тауышы тыныс. Мин уның был тыныслығының ниндәй ғазаптар аша килгәнен тоям. Ә ул дауам итә:

– Билдәле, әсәйем мине фатирында тыуҙырған. Биш ҡатлы йорттар араһында ултырған сүп багынан табылғанмын бит. Тулғаҡ ғазабынан тешен онтарҙай булып шығырлатып, ауыртыуҙан ҡысҡырмаҫҡа, ыңғырашыуын баҫырға тырышып өҫтәл тояғына сытырман йәбешеп, иҙәндә аунап ятҡанын күрәм. Күршенең тамаҡ ҡырғаны ла ишетелеп торған иләк кеүек йортта ябыҡ тәненән урғылған ғазап өнөн баҫырға тырышып нисәмә сәғәттәр ыҙаланғандыр... Бына, ниһайәт, уның янбаш һөйәктәрен шаҡарып-ҡайырып мин килеп сыҡҡанмын... Күм-күк, сөп-сөрөш, лайлалы ҡанға буялған хәшәрәт ит киҫәге... Ә минең башы бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡарап үҫкән аяғымды күреп бөтөнләй ҡото осҡандыр...

Күрәһең, мин был донъяға тулы хоҡуҡ менән килгән бүтән балалар һымаҡ тыуғас та ҡысҡырып ебәрмәгәнмендер, шым ғына тын алғанмындыр. Юғиһә, шунда уҡ өнөмдө тыға һалырҙар ине. Ә былай тиҙ-тиҙ генә бысраҡ иҙән сепрәгенә төрөп, ырғытырға йәл булмаған иҫке сумкаға һалғандар ҙа ихаталағы сүп-сар багына сығарып бырғағандар. Тәүге йүргәгем – бысраҡ иҙән сепрәге – минең уларға ни тиклем бәхетһеҙлек килтергәнем, ни тиклем нәфрәт уятҡанымды күрһәтеп торған билдә инде. Протоколда Захар Петрович та шулай тип әйткән. «Өйҙә таҙараҡ бер ҡоро сепрәк, күңелдә бер тамсы шәфҡәт табылмаған. Бик ҡаты бәғерле кеше эшләгән быны», – тигән.

Шул арҡала, моғайын, мине был донъяға өләсәйем ҡабул итеп алғандыр, тип уйлайым. Бәлки, минең тере тыуғанымды әсәйем белмәй ҙә ҡалғандыр. Өләсәй уны «үле ине» тип алдап, шым ғына сығарып ырғытҡандыр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кем генә булмаһын, мин ул кешегә ныҡ рәхмәтлемен. Ярай әле мине ул йәһәннәмдән сығарып ташлаған, әгәр ҡалһам, шул вәхшәт эсендә үҫкән булһам? Шундай урындарҙа үҫкән балалар ҙа күп бит. Ундайҙарҙы байтаҡ осратҡаным бар минең. Күптәре, иртәме-һуңмы, балалар йортона килеп эләгә, тик инде умыртҡа һөйәктәре һынған, күңелдәре боҙолған була. Ә мин ҡотолғанмын, әсәйем иһә ана шул ҡәбәхәт бысраҡлыҡта ятып ҡалған. – Башҡа ваҡытта теле телгә йоҡмаған, хәбәргә оҫта Далан ҡыйын итеп, күңелендәге ауыр-ауыр таштарҙы саҡ-саҡ аҡтарған һымаҡ һөйләй. Шунан тынып ҡала. Уның һөйләгәндәрен ҡурҡыныс кино ҡараған һымаҡ күҙ алдыма килтереп, тетрәнеп тыңлағанмын. Бер аҙ шаңҡып ултыра биргәс:

– Тормошоңда бөтәһе лә һәйбәт бит. Һин, ысынлап та, даланлы. Ни өсөн һин ошоларҙы уйлап үҙеңде ғазаплайһың? Нимәгә һиңә әсәйеңде табырға кәрәк? – тип һораным.

– Ҡорһағынан сыҡһам да, күңелендә ғазап булып тороп ҡалғанмын мин. Шуға күрә лә уны күргем, күренгем: «Әсәй, бөтәһе лә яҡшыға булды. Мин матур, аҡыллы булып үҫеп еттем, бик бәхетлемен. Үҙемдең йән яҡынымды таптым», – тип ҡыуанысымды уртаҡлашҡым килә. Шунда уны тамуғынан ҡотҡара алырмын һымаҡ. Ә уны ҡотҡара алған берҙән-бер кеше – мин бит.

Ә әле уға йәшәргә лә йәшәргә. Әгәр ҙә мине ун биш-ун алты йәшендә тапҡан булһа, әле илле йәше лә тулмаған.

– Ә, бәлки, ул бик бәхетле йәшәп яталыр, – тип ҡаршы төшәм мин нишләптер ныҡ йәнем көйөп. – Йүнле кешегә кейәүгә сыҡҡандыр, тағы ла балалары булғандыр, ә был ҡурҡыныс хәлде күптән онотҡандыр. Ә һинең күңелең, уның тамуғын тойғанға түгел, был турала туҡтауһыҙ уйлағаныңа күрә һыҙлайҙыр. Һин бит бәхетһеҙлегеңде кешеләрҙе көнләштерерлек бәхеткә әйләндерә алғанһың. Ә һиндә – уның гендары...

Далан өндәшмәй. Мин уның унар сәғәттән ашыу операция өҫтәле янында торғандан һуң, ни тиклем арып килеп сыҡҡанын беләм – бәлки, эсен бушатҡас, ниһайәт, йоҡлап китә алғандыр, тип һаҡ ҡына ҡыбырлайым.

– Моғайын, ысынлап та шулайҙыр, – ти Далан уйҙарын ҡыуып таратырға теләгән һымаҡ башын сайҡап. Күңелендәге был ҡара упҡынды ул башҡа ваҡытта, бүтән шарттарҙа аса ла алмаған булыр ине, тип уйлайым. Әле иһә еңел һуланы, үҙен ышандырырға, мине тынысландырырға тырышҡандай ышаныслы ҡабатланы. – Һин дөрөҫ әйтәһең. Тормош үҙенекен итә, яраларҙы ямай. Минең яҙмышым матур булғанда, нишләп әсәйемдеке насар булырға тейеш?

Ҡараңғыны һәм ауырҙы күңел яҡтылығы менән һуғарып балҡышҡа әйләндерә белә ине ул.

* * *

Беҙҙең яҡшылыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡҡа ынтылышы-быҙҙы хуплаған һымаҡ, Спитак тамуғында ла, ныҡ һирәк булһа ла, мәрәкә хәлдәр, хатта мөғжизәләр булып тора. Уларҙы әжәл дарыуы һымаҡ түкмәй-сәсмәй телдән телгә, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа тапшыралар.

Бер аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп, тереләрҙе табырға өмөт һүнеп барғанда Германиянан килгән ҡотҡарыусылар емерелгән йортоноң тәрән баҙында ултырған бер ҡарт бабайҙы ҡаҙып сығарған. Икенсе донъя һуғышы ветераны ер тетрәүҙе атом һуғышы башланған тип уйлаған булған. Емерелгән йортон өҫ яҡтан аҡтара башлағас, немецтарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен ишетеп, илдең дошмандар тарафынан баҫып алынғанына бер шиге лә ҡалмаған. Юл асылғас, бисара ҡарт баҙҙан ҡулдарын күтәреп килеп сыҡҡан, ә немецтар нимә булғанын аңламайынса, аптырап ҡалған. Был хаҡта рәхәтләнеп көлә-көлә һөйләп бер булдылар.

Ә икенсе хәл ысын мөғжизә ине. Әсәһе менән бер биш йәшлек ҡыҙҙы емеректәр аҫтынан тере килеш һигеҙенсе көндө тапҡандар. Һәр яҡтан фатирының ауыр плиталары менән ҡамалған әсә баштараҡ туҡтауһыҙ ярҙамға саҡырып ҡысҡырған. Тора-бара тауышы ла, хәле лә, ҡотолоуға өмөтө лә ҡалмаған. Тулыһынса төшөнкөлөккә бирелеүҙән балаһының терелеге, туҡтауһыҙ ашарға, эсергә һорап илағаны ғына йолоп алып ҡалған. Бисара ҡатын сараһыҙлыҡтан үҙенең бармағын йыртып балаһына ҡанын имеҙеп ятҡан.

Әсәгә ауыр операция яһанылар, ә баланың хатта сыйылған урыны ла юҡ ине. Тик ул тере мәйет, таш ҡурсаҡ һымаҡ: тәне тотош ҡатып ҡалған, күҙҙәре яҡтыны күрмәй, ҡолағы ишетмәй, ҡағылғанды тоймай. Мәскәү психологтарының береһе ике тәүлек буйы эргәһендә ултырып, наҙлы һүҙҙәр бышылдап, ҡулдарын, битен һыйпап, йөрәк йылыһы менән ана шул үлек һымаҡ баланы терелтеп алған. Һигеҙ көндән һуң уларҙың тере килеш табылғаны бер бәхет булһа, баланың ҡабат йылмая, һөйләшә башлауы икенсе бәхет булды. Был ваҡиға миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Быға тиклем врачтарҙың скальпель менән, дарыу менән дауалағандарын белһәм, йылы һүҙҙең дә шифа икәнен, ә яратыу менән яҡшылыҡтың кешене ысын мәғәнәһендә терелткәнен үҙ күҙҙәрем менән күреү мине тулыһынса үҙгәртте.

Беҙ Мәскәүгә йән дауаһына мохтаж булған бер төркөм балаларҙы шифаханаларға алып китеп барған психологтар менән бергә остоҡ. Бер врачтың урыны беҙҙең эргәгә тура килде. Күҙҙәре йонсоуҙан төпкә батҡан, моңһоу ҡарашлы, игелеге йөҙөнә сыҡҡан өлкән генә бер ағай. Моғайын, һуңғы көндәрҙәге көсөргәнештән арыныр өсөн ике докторға ла үҙҙәрен аңлаған берәй кешегә эҫтәрен бушатырға кәрәк булғандыр: улар Далан менән юл буйы һөйләшеп килде. Психологтың: «Тәүге көндө, аяҡ-ҡулдары ҡырҡып ташланған, ата-әсәләрен юғалтҡан бисараларҙы күргәс, беҙҙең үҙебеҙгә ярҙам кәрәк булды. Күҙҙән йәш туҡтауһыҙ аға, үкһеп-үкһеп илағы килә, ә ҡайҙандыр көс табырға, сабыйҙарға артабан йәшәп китер өсөн ярҙам итергә, уларҙың йәндәрен дауаларға кәрәк. Нишләйһең, үҙеңде ҡулда тоторға тырышаһың да рухты туплап эшләйһең дә эшләйһең», – тип шым ғына һөйләп ҡайтҡаны иҫемдә ҡалған.

Минең дә ошо врачтар һымаҡ кешеләрҙе ҡотҡарғым, яралы йәндәрҙе шифалағым килде. Быға тиклем яҡын ғына тойолған йондоҙҙарҙың буй ғына түгел, хатта уй етмәҫ йыраҡлығынан күңелем ҡайтып, ерҙәге кешеләргә кәрәк булғым килде. Моғайын, инде гел генә, ниндәй шарттарҙа ла, ирем янында булырға теләүем дә был фекергә килергә ярҙам иткәндер. Ә Даланға минең бала саҡ хыялымдан баш тартҡаным ныҡ йәл булды. Тик ул мине аңланы. Бер юлы хуплап та, йыуатып та: «Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ ул», – тине.

* * *

Әрмәнстанда ун көндән ашыу булдыҡ. Далан үҙе генә лә йөҙгә яҡын кешене ғәриплектән ҡотҡарып ҡалды. Бәләгә тарыған һәр кем өсөн бының ни тиклем мөһим булғанын бөтөн тәрәнлегендә ун алты йылдан һуң ғына аңланым. Ҡасандыр май шәм менән яҡтыртылған һыуыҡ дауаханала, емеректәр һәм үлектәр, ҡырҡып ташланған йөҙәр мең аяҡ-ҡулдар араһында Далан күрергә теләгән вальсты бейегән Сусаннаның етеҙ аяҡтарына һоҡланған саҡта төшөндөм.

Был командировканан мин Даландың бер нисә ай элек: «Минең менән тормошоң ҡот осҡос буласаҡ», – тип нимә тип әйтергә теләгәнен дә аңлап ҡайттым.

– Ә туй һуң, теге ҡыҙҙың туйы нисек булды? – тип һораны Ғәфүрйән уны ауыр уйҙарынан айырып алырға теләп.

– Иҫ киткес матур, – тине Таңһылыу күңелле хәтирәнән йөҙө яҡтырып. – Шул тиклем ваҡыт үткәндән һуң беҙҙе эҙләп тапҡандарына ғына ла хайран ҡалдыҡ. Әйтерһең дә, Сусаннаның туйы беҙҙең үҙебеҙгә ҡатнашырға яҙмаған туйыбыҙ өсөн яҙмыш бүләге булды.

Әрмәнстан минең тәүге командировкам ине. Горбачевтың үҙгәртеп ҡороуы, илде тарҡата башлаған дәүер. Ер тетрәү арҡаһындағы ҡыйралыш, ҡорбандар, ҡайғы Әрмәнстан менән Азербайджан араһында дошманлыҡты кәметмәне. Хатта шул мәлдә лә был ике халыҡ араһындағы үҙ-ара нәфрәт күҙгә бәрелеп тора ине. Беҙ был дошманлыҡты хатта үҙебеҙ ҙә тоя яҙып ҡалдыҡ. Еревандағы һуңғы көн. Ҡайтып китер алдынан ҡалала йөрөргә сыҡтыҡ.

Спитактағы афәттән һуң Еревандағы байрам кәйефе, емерек ҡалаларҙа совет һалдаттары алһыҙ-ялһыҙ харабалар аҡтарғанда, бында матур кейенгән йәштәрҙең эшһеҙ йөрөгәне аптыратып күңелде ҡырғаны ныҡ хәтерҙә ҡалған.

Ҡала боронғо, матур. Кавказда тәүгәмен, шуға күрә миңә бөтә нәмә ҡыҙыҡ. Ҡайғы-хәсрәт эсендәге нисәмә көндән һуң, тәүгә йөҙөм асылып киткән, күрәһең. Абайламай ҙа ҡалдыҡ, оҙон ҡара күн пальто кейгән, көрәк һаҡаллы, ҙур танаулы бер ир беләгемдән ауырттырып тотоп алды. Тишә ҡарап, тупаҫ итеп һораны:

– Әзери?

– Башҡорт, – тине Далан. – Беҙ – врачтар. Башҡортостандан. Һеҙҙең туғандарҙы дауаларға килдек. – Тауышында ҡорос һалҡынлығы ишетелде.

– Нишләп төрөксә һөйләшәһегеҙ? – Ул арала шәп машинаға һөйәлеп ҡарап торған, тап шулай уҡ оҙон күн пальто кейгән өлкәнерәге беҙгә табан атланы.

– Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ.

– Ә нишләп көләһегеҙ?

– Тере ҡалғандарҙың хәле яҡшырғанға ҡыуанабыҙ, – тип яуапланы Далан. – Ә һеҙ дошмандарҙы ситтән эҙләп бик ныҡ яңылышаһығыҙ.

Даланды төҫ-башына, русса оҫта һөйләшеүенә ҡарап төркиҙәргә оҡшатып булмай ине, шуға күрә һаҡаллы ир туҡталыбыраҡ ҡалды. Ә Далан уның менән минең араға баҫты.

– Бисәләрегеҙ менән балаларығыҙҙың өҫтөнә емерелеп ҡәберлеккә әйләнгән цементһыҙ, арматураһыҙ, ҡоро ҡомдан төҙөлгән йорттарығыҙҙы һеҙгә яттар һалып бирҙеме ни? Нәфрәт томалаған күҙегеҙҙе асып, тирә-яҡҡа түгел, көҙгөгә ҡарағыҙ, – тине. Тауышындағы ярһыуҙан тетрәндем. Уның былай ҡыҙғанын күргәнем юҡ ине.

– Ҡайтып кит, төрки, – тине һаҡалтай бүре кеүек ҡарап. Бер ҡулы кеҫәһендә, икенсеһе менән Даландың еңенән аймап тотоп алғайны. Миңә ул кеҫәнән бысаҡ йәки пистолет килеп сығыр һымаҡ! Ул арала икенсеһе минең артҡа уҡ килеп баҫҡан. – Доктор булған өсөн генә тере ҡалғаныңды белеп йәшә. – Ул ҡырт боролоп машинаға табан атланы. Ишеген асҡас, артҡа боролоп: – Ысҡын бынан!

– Ҡурҡып үлә яҙҙым! – тинем мин улар эргәбеҙҙән бысраҡ сәсрәтеп үтеп киткәс. – Нисек ҡурҡмайынса шулар менән әрепләшеп тораһың?

– Ғәфү ит, түҙмәнем. Был юлы ла өндәшмәй ҡалһам, шартлар инем. Ҡайғы – Спитакта, Ленинаканда, Кироваканда. Ә бында оятһыҙлыҡ, бурлыҡ, ҡомһоҙлоҡ. Ә ниндәй тәкәбберлек! – Ул майҙандың бер яҡ ситендә, беҙгә йыраҡ түгел торған танк эргәһендәге өс һалдатҡа: «Бөтәһе лә тәртиптә!» – тигән һымаҡ ишара яһаны. Теге бүреләрҙең мәрхәмәтенең сәбәбе тик шунда ғына башыма барып етте: эргәлә беҙҙекеләр тормаһа, белмәйем был хәл нимә менән барып бөтөр ине.

– Эштәр былайға китһә, илдең хәле хөрт, Таңһылыу. Киләсәктә был егеттәргә лә, беҙгә лә бик ауырға тура килеүе бар, – тине Далан ҡунаҡханаға ҡайтышлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйткәне дөрөҫ булып сыҡты. Беҙ «кеше кешегә – дуҫ, иптәш һәм туған» тигән ышаныс менән үҫкән быуын инек. Шунлыҡтан Советтар Союзының тарҡалыуын бик ауыр кисерҙек. Ә беҙҙең командировкаларҙың иҫәбе-һаны ла онотолдо: һуғыш-ҡыйралыштар, шартлауҙар, ер тетрәү һәм һыу баҫыуҙар – ҡайғы, ҡаза, ғазап... Ҡайҙарҙа ғына булманыҡ та, нимәләр генә кисермәнек беҙ.

Үҙенең ҡәҙимге тормошо менән һәүетемсә йәшәп ятҡан кешеләр донъяның әле бер, әле икенсе тарафында туҡтауһыҙ булып торған афәттәргә бик иҫәп тә бирмәй: телевизорҙан киске яңылыҡтарҙы тыңлағанда ишетеп «ҡот осҡос» тип ҡуя ла онота. Ә шул афәттәрҙең ҡап уртаһына барып төшкән ҡотҡарыусыларға, врачтарға тормош гел бәлә-ҡазаларҙан, ғазаптарҙан ғына торған һымаҡ тойола башлай. Тик үҙеңдең тойғо-кисерештәреңде ситкә ташлап, кешеләргә аҙ ғына булһа ла йыуаныс булырға тырышаһың... Онотолоп китеп йөҙөм ҡарая башлаһа, Далан миңә: «Әйҙә йондоҙҙарға ҡарап алайыҡ», – тиер ине. Ысынлап та, был ярҙам итә торғайны. Йондоҙло күккә ҡарау әйтеп-аңлатып булмай торған тойғо бит ул. Ваҡыт туҡтай, әлеге тормошоң онотолоп юҡҡа сыға һәм һин мәңгелектең үҙенә ҡарайһың.

Тик «ҡарайыҡ» тип әйтеүе еңел. Ә уның йондоҙҙар менән бәйләнешен юғалтмаҫҡа ҡулынан килә торғайны. Йыш ҡына ҡайғынан торомбаш һымаҡ ҡарайған кешеләр араһында ул булмышынан һирпелгән игелектән нурланып үҙенә тартып торған берҙән-бер йән эйәһе булыр ине. Ҡара төндә янған йондоҙ һымаҡ.

Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуғас, мин һуғыштарға йөрөмәнем. Ә ул, ҡайҙа кәрәк булһа, бер һүҙһеҙ шунда китә торғайны.

Беренсе Чечен һуғышы барған ваҡыт. Далан Моздок аэродромында Чечнянан осоп килгән хәрби вертолеттан ауыр яралыларҙы ҡаршылай. Ҡапыл кемдер:

– Док! Сәләм! – тип өндәшә.

Боролоп ҡараһа – Айбар! Хәрби кейемдә, ҡалынайған, ҡояшта ҡарайған, ел һуҡҡан, йонсоу йөҙө элеккесә матур – вертолетчик. Ҡосаҡлашып күрешәләр. Оҙаҡлап һөйләшергә ваҡыт юҡ.

– Рәхмәт, док! Мин һине йыш иҫкә алам, – ти Айбар. – Теге мәлдә һин йөҙ процент хаҡ булғанһың.

– Күрәм, ҡәнәғәтһең, – ти Далан. – Ғаилә, балалар?

– Барыһы ла тәртиптә!

Тағы ҡосаҡлашып, хушлашалар.

– Таңһылыуға сәләм!

– Ул һинең өсөн бик ҡыуаныр. Уңыш юлдаш булһын!

– Ҡыуанып осрашырға яҙһын!

Шунан икеһе ике яҡҡа ашыға. Айбар әле лә иҫән-аман. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланған. Наградалары бар. Отставкала.

– Ә Далан, ул һуғышта һәләк булдымы?

Таңһылыу өндәшмәне. Урынынан тороп тағы тәҙрә янына барып баҫты, тышҡа ҡолаҡ һалып торҙо, буран баҫыла төшкән һымаҡ. Ҡабат ултырҙы. Һыуынған сәйен уртланы.

– Ваҡыт дауалай тиҙәр, – тине ул. – Психолог булараҡ, мин үҙем дә был һүҙҙәрҙе башҡаларға ҡат-ҡат ҡабатлай торғайным. Дауаламай икән, онотолмай, әрнеү ҙә баҫылмай. Бары тик шул әрнеүең менән йәшәргә өйрәнәһең. Унан башҡа һулыш алырға, тора-бара унан башҡа көлөргә, хатта нимәнәндер бәхет табырға ла өйрәнеп маташаһың. Ә унан яйлап ҡына аңлай башлайһың: ул бер ҡайҙа ла китмәгән, ул һинең үҙеңдә, балаларыңда ҡала бирә.

Ә ул көндө күңелемдә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ ине. Ғәҙәттәгесә эшенә оҙатып ҡалдым. Беҙ бит уның менән бер ваҡытта ла хистәребеҙ тураһында һөйләшмәнек. Йылмайып бер-беребеҙҙең күҙенә ҡарайбыҙ ҙа, бәхетле икәнебеҙҙе күрәбеҙ. Шул беҙгә көн оҙоно күтәренке күңел менән йәшәргә, эшләргә етә.

Яңылыҡтарҙа ишеткәйнек, бер йортта газ шартлаған, иҫке йорттоң бер подъезы емерелгән. Ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтында тере ҡалған бер ҡыҙ баланы тапҡандар. Өс метр өйөм аҫтында, әгәр ҙә аҡтара башлаһаң, кәмендә бер көн ваҡыт кәрәк буласаҡ. Ҡотҡарыусы егет нисектер шыуышып инеп ҡарап сыҡҡан: баланың бер аяғы тубыҡ тәңгәленән ике панель араһына ҡыҫылған. Берҙән-бер сара – ампутация – аяҡты ҡырҡып ҡалдырырға. Далан бысҡы алып кеҫәртке һымаҡ етеҙ шыуышып инеп киткән. Ул даланлы булыуына, үлемһеҙлегенә үҙен генә түгел, беҙҙе лә шул тиклем ышандырғайны.

Ниндәйҙер мәлдә, саҡ торған балка емерелеп, уларҙы баҫҡан, ҡыҙыҡайға артыҡ зыяны теймәгән. Ә Далан... Уның яралары үлемесле ине. Операция яһанылар, ҡотҡарырға ныҡ тырыштылар. Тик ул өмөттөң үтә аҙ икәнен, үҙенең һүнеп барғанын һәйбәт аңлай ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, врачтар Алла түгел шул.

Ныҡ һыҙланһа ла көслө дарыуҙарҙан баш тартты, һуңғы сәғәттәрен зиһенендә үткәреүҙе һайланы.

– Беҙ һинең менән бик бәхетле йәшәнек, – тине. – Ваҡыт етер: бер ҡайҙа ла ашыҡмай, яурынға яурын терәшеп мейестә янған утҡа ҡарап ултырырбыҙ тип хыялланғайным. Эңер төшөр, тышта тыпыр-тыпыр көҙгө ямғыр яуыр, күҙ асҡыһыҙ буран ҡоторор. Ә беҙҙең өйөбөҙҙә һил булыр. Һиҫкәндереп телефон шылтырамаҫ, афәт, ҡайғы, һыҙланыуҙар хаҡында хәбәр килтереп беҙҙе урыныбыҙҙан йолҡоп торғоҙмаҫ, сөнки беҙ ҡарт әбей менән тағы ла ҡартыраҡ бабай булырбыҙ, тип уйлағайным. Йәнә ейән-ейәнсәрҙеремде һөйөргә өлгөрмәнем, ҡартатай булып ҡарарға ваҡыт етеңкерәмәне.

«Ваҡыт етеңкерәмәне», – тип дөрөҫ әйтте. Иртә китерен белгәндәй, ул гел ашығып йәшәне, иң кәрәк нәмәләрҙе генә эшләне, юҡ-барға көймәне, төҙәтеп булмаған нәмәләр өсөн үкенмәне. Ниндәйҙер бер бөйөк маҡсатҡа төбәп атылған уҡ кеүек булды уның ғүмере. Балаларын һөйөп туя алманы. Хушлашҡанда һәр береһенә айырым да, бергә лә нәсихәтен әйтте.

– Балаларым, – тине. – Һеҙ – минең ғәмәлгә ашҡан хыялдарым. Ғүмеремдә йәнемә тоғро юлдаш булырҙай бер генә кешене осратһам да был мөғжизә булыр ине, тип уйлаған мәлдәрем бар ине. Ә әле һеҙ әсәйегеҙ менән дүртәүләшеп тораһығыҙ. Мин беләм, һеҙ мине алып ҡалыр өсөн хатта үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе лә йәлләмәҫ инегеҙ. Тик һеҙ быны эшләй алмайһығыҙ, был мөмкин түгел. Хатта йәнеңде бирергә әҙер булһаң да икенсе кешене үлемдән йолоп алып ҡалып булмай. Шуны аңлаһағыҙ, ғүмерегеҙҙең баһаһын төшөнөрһөгөҙ, ҡиммәтен тойорһоғөҙ. Ғүмер һеҙгә, тик һеҙҙең үҙегеҙгә генә тәғәйенләп бирелгән. Уның бер генә минутын да әрәмләмәйенсә, ҡәҙерен белеп, мин йәшәгән һымаҡ тормоштан ләззәт табып, кинәнеп йәшәгеҙ, ә мин был донъяға һеҙҙең күҙҙәрегеҙ аша ҡарармын.

* * *

Таңһылыу тәҙрәгә, тышта тағы ла көсәйеп киткән ғәрәсәткә ҡарап, уйға сумған. Ә Ғәфүрйән йомарланып ойоп барғанын тоя яҙып ҡалды, башын сайҡап бирешмәҫкә маташты. Булдыра алманы, күңелендәге бер аңлатып бирә алмаҫлыҡ рәхәт йылыға сорналды. Төнө буйы бала саҡтың йәмле болононда көсөктәр, бесәй балалары менән уйнаны, йомшаҡ ҡына бесәй балаһының эйәк аҫтын ҡытыҡлағанына уянып китте. Ҡайҙалығын аңлай алмайынса, яҡ-яғына ҡаранды. Таңһылыу уға дебет шәлен ябып ҡуйған икән. Үҙе юҡ, тәҙрәнән яҡты төшә башлаған. Бына ишек асылып китте лә, ҡышҡы һауаның сафлығын алып, Таңһылыу килеп инде. Гүйә, кисәге ауыр көн, хәтирәләргә тулы оҙон төн булмаған да кеүек йылмайҙы:

– Миңзада иҫенә килгән. Хәле һәйбәт, хатта һурпа эскеһе килә, ауыл тауығының һурпаһын. Уға иртәгә ашарға ярай башлай, бешереп алып киләһең инде.

* * *

Буран ҡотормаған да кеүек, шып-шым, рәхәт, йылы. «Бишҡунаҡ» киткән, яҙ килгән.

Бөгөн Таңһылыу алға ултырҙы. Ғәфүрйәндең танауына унан аңҡыған еңелсә генә хуш еҫ бәрелде. Лимонмы, әфлисунмы... ниндәйҙер ят яҡтарҙың еҫе. Ә Миңзаданан кейәү үләне менән әрем еҫе аңҡый, күңелде аса тип һәр бер кеҫәһенә шуларҙы тултырып йөрөй торған...

Нисәмә йылдар хыялланманымы ни ул ошолай ҡушарлап ултырырға... Хәҙер ҡыуанысының сиге булмаҫҡа тейеш кеүек. Ә нимә булды, нимә үҙгәрҙе?

Ул эргәһендәге ҡатынға күҙе асылған һымаҡ бүтәнсә ҡараны: ап-аҡ көпөһө уның туҙанлы машинаһы өсөн үтә аҡ... Һаман һылыулығын ташламаған йөҙө ылыҡтырғыс та, тик ят, үҙ түгел, үтә тыныс, хатта һалҡын... Уның янында аяғыңды ослап, муйыныңды һуҙыңҡырап, тартылған уҡ һымаҡ көсөргәнеп баҫып тормаһаң...

Рулде ҡыҫып тотҡан килеш уйға батып киткән икән. Үҙенә ҡарағанды тойоп башын күтәрҙе лә аҡыллы күҙҙәрҙең көлөмһөрәгән тыныс ҡарашы балыҡ ҡылсығы һымаҡ килеп ҡаҙалды. Эс-бауырыңды аҡтарып, үтәнән-үтә күреп-төшөнөп торған ҡараштан боҫорға теләгән һымаҡ, ирекһеҙҙән, яғаһын күтәрҙе, кәпәсен маңлайына батырып кейә бирҙе лә, ҡарлыҡҡан тауыш менән:

– Ярай, хәйерле сәғәттә, – тигән булды.

Юлды матур итеп таҙартҡандар. Елдереп ҡайтып та еттеләр. Таңһылыуҙы алып барып ҡалдырғас, көрткә бата-бата үҙенең өйөнә килеп инде. Ишек төбөндә үк туҡтаны ла, байҡап торҙо: ҡотһоҙ, һыуыҡ, бола. Әллә ҡалай өшәнеп, ҡалтыранып китте. Үткән ыңғайға кәпәсе менән бирсәткәһен генә сисеп иҙәнгә бырғаны ла, лап-лоп баҫып түрҙәге диванға барып ултырҙы. Башын һәлендереп... Ултыра биргәс, ҡатынының иҙәнгә шыуып төшкән халатын үрелеп алды, үҙе лә аңғармаҫтан, битенә ҡапланы – әсе икмәк еҫе килә... Эсе бығырланы – ҡорһаҡ асҡан. Сәй булһа ла эсеп алырға кәрәк. Плита яғына китеп барған ыңғайға аунап ятҡан әйберҙәрен алып элгес башына ырғытты. Сәйнүк ҡуяйым тиһә – һыу бөткән. Шылтыр-шалтор күнәк тотоп, ҡоҙоҡҡа сығырға тура килде. «Әллә ҡасан уҡ һыуҙы өйгә индерергә була ине бит», – тип һуҡранды ҡарҙа ауа-түнә барып, тая-түгә һыу алғанда. Сәй ҡайнап сыҡҡансы усаҡҡа яға торайым тиһә, мейес араһында кипкән утын бөткән... Һыуытҡыста һөт юҡ. Икмәк ҡатҡан. Арлы-бирле сәй эсеп, малға бесән һалырға сыҡһа, бер һарығы ялан кәртәлә юҡ. Һарайға инеп ҡараһа, игеҙҙе бәрәсләгән дә, уларының береһе һуҙылып үлеп ята.

Миңзада өс көн ауырый тип, донъялары ҡырылып бөтөп бара... Ә бит Ғәфүрйән көткән донъяһы майланған арбалай келтер-келтер үҙенән-үҙе тәгәрләй бирә, тип хис итә ине түгелме?

Өйгә ингәс, иҙәнгә төшөп ирегән ҡар һыуын һөрттө. Өнһөҙ-тынһыҙ, бер ниндәй асыуһыҙ һыпырып эшләп йөрөгән ҡатыны һымаҡ ҡыланғанын абайлап, әллә ҡайһылай ҡыйын булып китте. Ҡалай һеңгән Миңзада уның булмышына. Әйтмәҫ борон уҡ аңлап торған аҡыллы күҙҙәр, сабыр яғымлы йөҙ, тилбер ҡулдар, һиҙгер бармаҡтар. Сабырлыҡ, сабырлыҡ, сабырлыҡ...

«Ни тип йәшәне икән ул минең менән? Балалар типме?»

Ошо йылдар буйы үҙен әллә кем итеп тойоп йөрөү өсөн ҡатынының яратыуы кәрәк булған түгелме? «Беҙҙең Ғәфүрйән», тигән була ла... Кемдең ул беҙҙең?... «Атаһы» тип балалар алдында абруйын күтәрмәләп ебәргән була... Битенән көлөп йөрөгәнендә Ғәфүрйәнде артына тибеп сығарып ебәрһә, бер нәмә лә юғалтмай ине бит инде. Ошо мал-мөлкәт тә, балалар ҙа уның менән ҡалыр ине.

Ғүмер эсендә беренсе тапҡыр башына шундай уйҙар килде. Гүйә, күңеленә операция яһап, урынһыҙ рәнйеүҙәрен, сәбәпһеҙ үпкәләрен, аҡылһыҙ талаптарын ҡырҡып алғандар ҙа, үҙенә-үҙе һалған йәрәхәт эҙҙәре генә шөкәтһеҙ булып тороп ҡалған. Ауырыуын яратып, бәпләп, бахырлығынан ләззәт алып йәшәгән мәхлүктең ҡапыл һауыҡҡандан һуң тормошо буп-буш, мәғәнәһеҙ булып ҡалған һымаҡ.

Ғәҙәтенсә, телевизор алдына барып ултырҙы. Малаховтың тапшырыуы бара. Ундағы бысраҡлыҡтан тағы ла ҡыйыныраҡ булып китте. Сығып ҡар көрәргә тотондо. Тыштағыһын йыйыштырһа, эске донъяһы ла яйлап рәтләнеренә өмөтләнде. Көндөң йылыһына иркенләгән малдарҙы ашатып, һуғарып бикләгәнсе күктә берәм-һәрәм йондоҙҙар күренде. Нисәмә йылға беренсе тапҡыр башын ҡайҡайтып, иркенләп йондоҙҙарҙың бер-бер артлы ҡабынғанын күҙәтеп торҙо. Ҡабынған һәр йондоҙ менән бергә тормошона ҡото ҡайтҡанын тойҙо. Араларында осрашырға насип булмаған Далан тигән ғәжәп егеттең күҙҙәре хуплап ҡарап торған кеүек булып китте. «Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ»... Аңламаған ине был һүҙҙәрҙе Ғәфүрйән. Әле ҡапыл төшөндө: ысынлап та, кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ – хатта һүнгәндән һуң да уларҙың яҡтыһы күңел көмбәҙебеҙҙе балҡытып тора.

* * *

Ғүмер буйы беҙ йондоҙло күк менән бергәбеҙ. Хатта ҡалҡып ҡарамағанда ла беҙ йондоҙҙарҙың моңо аҫтында тирбәләбеҙ, уларҙың нуры беҙҙең булмышыбыҙға туҡылған.

Мин һәм ғаләм... Мин үҙемдең өйөмдәмен... Иге-сиге булмаған бөйөк йортомда... Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.