Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль өлкә
27 Март , 18:00

Һөт аҙыҡтары бик файҙалы

Бер кем өсөн дә сер түгел: һөт аҙыҡтары туҡлыҡлы ғына түгел, шулай уҡ кәрәкле витаминдар, файҙалы матдәләргә лә бай. Бигерәк тә балаларға файҙалы аҙыҡ менән туҡланырға, сәләмәт үҫергә кәрәк. Республикала эшләп килгән “Һөт күхняһы” тап ошо йүнәлештә уңышлы эшләп килә лә инде. Ул етештергән һөт аҙыҡтарын алыусылар – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө, имеҙгән ҡатындар, етемдәр үҙҙәренә тейешле өлөштәрен алып, ҡыуанып тотоналар. Күптән түгел был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә өҫтәлде.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Телеграмдағы каналынан: “2019 йылдан алып республикала 100 мең самаһы кеше бушлай “Һөт кухняһы” продукцияһын алған. Улар араһында йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге һәм опека аҫтында булған балалар бар. 2023 йылда беҙ был исемлеккә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә өҫтәнек. Төбәктә 132 таратыу пункты эшләй, унда балалар өсөн һөт аҙыҡтары бирелә һәм һатыла. Был – эшебеҙҙең бик яҡшы һөҙөмтәһе, тип иҫәпләйем. Бер нисә йыл элек беҙ урындағы сеймалдан файҙалы һәм тәмле аҙыҡ-түлек етештергән “Һөт кухнялары“ балаларға, өлкәндәргә лә бик кәрәк тигән һығымтаға килдек”.

Ейәнсурала “Һөт кухняһы” аҙыҡтарын таратыу пункты “Госаптека”ла эшләп килә. Исемлектәге ғаиләләр аҙнаһына ике тапҡыр – шаршамбы һәм йома көнө иртәнге 9-ҙан алып киске 17 сәғәткә тиклем килеп, төрлө һөт аҙыҡтары ала ала. Йөклө һәм имеҙгән ҡатындарға ҡоро витаминлы ҡатнашма, бәләкәй бәпестәргә ҡоро яраҡлаштырылған һөт ҡатнашмаһы йәки ҡоро махсус ҡатнашмалар бирелә. Ҙурыраҡ сабыйҙарға иһә тиҙ арала бешә торған бутҡалар тейеш.Шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаларға һөт, йогурт, эремсек бирәләр.

Һөт аҙыҡтарын бушлай алыусы күптәрҙең фекерен ишетергә тура килгәне бар. Уларҙың бөтәһе лә ыңғай. Тимәк, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләргә ярҙамдың был төрө лә һорау менән файҙаланыла.

Айнә Иманғолова.

Гөлфиә Мәсәғүтова, күп балалы әсәй, Яңы Юл ауылы:

– “Һөт кухняһы”нан бирелгән барлыҡ һөт аҙыҡтары ла шул тиклем тәмле: бөтә ғаиләбеҙ менән ҡулланабыҙ, бер ҡасан да иҫкереп, боҙолоп ултырғаны юҡ. Әле Илнара ҡыҙыма ике йәш ярым. Тағы ла ярты йыл аласаҡбыҙ. Хөкүмәткә ошондай яҡшы, файҙалы ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: