Кейенеп бөтөп, ишек тотҡаһына инде үрелдем тигәндә, төпкө бүлмәнән ҡыҙының өндәшеүе атай кешенең юлын бүлде.
— Атай, һеҙ ҡайҙа барырға йыйындығыҙ ул?
Һыңғар ҡулына күтәргән ауыр сумкаһын атай кеше еңелсә иҙәнгә терәй биреп боролоп:
— Һуң, апайың әйтмәнеме ни?! Беҙ ҡәйнәмдең тыуған көнөнә барабыҙ. Кискә ҡайтабыҙ ул, ҡурҡма, ҡараңғыға ҡалмаҫбыҙ.
—Ҡурҡмайым да ул... Иртәгә бит әсәйҙең ике йыллығы, үткәрмәйбеҙме инде атыу?!
Ҡапыл ғына көн иҫәбен онотҡандай ҡалған атай, аптырап ҡалды.
— Үткәрербеҙ, һуң... көнөндә үк тимәгән бит, Яңы йыл байрамы үткәс булһа ла... ҡасмаҫ...
Баянан бирле ҡабыҙыулы машина тауышы ҡабаландырған атайҙы, бер-ике тапҡыр сигнал биреүе, тамам уҡтай тышҡа атылдырҙы. Ҡараштары менән йотоп ҡарап ҡалған ҡыҙына хуш тиергә лә башы етмәне атай кешенең.
Зәлифә тағын япа -яңғыҙ ҡалды өйҙә. Күңелһеҙ. Ағас тирәсле быяла рамка эсенән уйсан ғына ҡарап ултырған әсәһе рәсемен күкрәгенә ҡыҫып диванға ултырҙы. Тап ике йыл элек ошо көндә ул әсәйле ине әле. Яңы йыл иртәлегенә икәүләшеп күлдәк тектеләр. Еңмешләнеп әле был, әле теге ерен оҡшатмай ҡырҡ һүттереп, ҡырҡ тектереп әсәйгенәһен ыҙалатҡайны. Көн түгел төн иҫәбенә инеп, төнгө өстәрҙә саҡ бөттөләр. Күлдәк- костюм шул тиклем килешле ине, көҙгө тирәһендә өйрөлгән Зәлифәнән күҙен алмаған әсәй :
— Шундай матур, һылыу бит ул минең ҡыҙым! Үҫеп еткәс бынан да матур туй күлдәге кейеп, кейәү кәләше булып сығып та китерһең әле!, – тине.
Тик, Алла бойорһа, тимәгәндер ҙә, Хоҙайҙың “амин!” тигән мәленә тап килмәгәндер шул әйткәне ...
Таңғы алтыларҙа Зәлифәне әсәһе уятып :
— Ҡыҙым, мин район үҙәгенә больницаға барып киләм, икмәк баҫып ҡуйҙым, ҡалҡып китһә, май ҡушып тансҡарһың, йәме, төш ауыуға ҡайтып етәм мин, ыңғай ғына булһа инде эшем.
— Атай алып бармаймы ни машина менән?
Ҡуй, үҙем, тигәнгә ишара итеп ҡул ғына һелтәне әсәһе.
Һуң ятһа ла күҙенә тамсы ла йоҡо эленмәй, әсәһенең аяҡ тауыштарының алыҫлашыуына тиклем тыңлап ҡалды.
Зәлифә яңы йыл иртәлегенән ҡыуанып ҡайтты, ҡыуанмай ни, костюмдар бәйгеһендә Гран-при алды бит үҙе! Оса-һикерә бүләккә бирелгән фоторамка һәм бер ҡап кәнфитте тиҙерәк әсәһенә күрһәтергә ашыҡты. Табағынан ташҡан икмәкте ҡайтара баҫып, сабыр ғына әсәһен көттө. Тик ул ҡайтманы. Киске биштәргә телефон аша үҙ хәлен еткерҙе әсәйе:
— Зәлифә, ҡыҙым, һаумы! Көткәнһеңдер инде балам, ҡайталмайым инде бөгөн, автобус юлда боҙолоп анализдар биреүгә һуңлаңҡыраным. Врачтар ҙа иртән иртүк кенә булалар икән. Шуға, бөгөнгә таныш- ауылдаштарҙа ҡалып торам, йәме. Икмәкте атаң менән бешереп алығыҙ инде, бешеп ҡуйма түлке, ипләп. Ә еңеү яулауыңды ишеттем инде ҡыҙым, уҡытыусығыҙҙы осратҡайным, ҡотлайым! Үҙеңә матур ғына берәй бүләк алып ҡайтырмын, иртән кискә ҡалмай ҡайтып етермен, балам. Ас ултырмағыҙ, аш йылытып эсегеҙ, кәнфитеңде лә һаҡтап ашамай ултырма, күүүп итеп үҙем дә апҡайтырмын әле...
Әсәһенең һәр һүҙен һаман да ҡолағында бөгөнгөләй генә хәтерләй. Ә ике йыл үткән...
Шул төндә таныштары өйөндә йөрәге туҡтай әсәнең. Исмаһам берәй ваҡыт һаулығына зарланып, дауахана тупһаһын тапамағанға, ышанып та булмаҫ хәл ине. Эстән һыҙып, сабыр ғына һынып йөрөгәндер инде, бисара. Каникулдың тәүге көнөндә, ҡаланан ҡайтаһы әсәһен көткән Зәлифәнең ҡыуаныстарын ҡара ҡайғы, һағыш-һыҡтау баҫтырып, әсәһенең йәнһеҙ кәүҙәһен алып ҡайтты атаһы.
Ышанманы ҡыҙсыҡ, һонолоп төшөп иҙән буйлап ятҡан әсәй кәүҙәһенә теҙләнеп, һалҡын ҡулдарын, битен һыпырғылап ҡараны. Мәйет көтөргә килгән инәй -апайҙарҙы һыҙлатып, күкрәгенә йығылып иланы. Бер ҡасан да иғтибарынан ташламаған әсәй, был юлы тып-тын ине, етмәһә һалҡын. Илауҙан шешенгән йөҙ, танығыһыҙ ҡарлыҡҡан тауыш бер тотам атай артынан ҡалмай, берҙән-бер таянысын юғалтыуҙан ҡурҡып эйәрҙе. Иҫке өй тупһаһында яҫы таш йөҙөнә әсәһенең исем -шәрифен сүкеп яҙған атайҙың да ҡайғыһы ҡаты икәнлеген, бығаса бер ҡасан да ауыҙына алмаған тәмәкене бер -бер артлы быҫҡытыуынан уҡ аңларға була ине. Ара- тирә күҙ тирәһен ҡул һырты менән һыпырғылаған атай ҙа илай ине шул. Ошо көндән яңы ваҡыт иҫәбе китте Зәлифә ғүмерендә, өсөнсө кластың тап уртаһында ул әсәйһеҙ ҡалды...