Бөтә яңылыҡтар
10
МХО-лағыларға ярҙам
3 Февраль , 14:46

Иҙәштәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүгә ихлас ҡушылды

Урындағы мәсеттә маскировкалаусы селтәр үреүгә иң-иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар иртәле-кисле эшкә барған кеүек йөрөһә, яугирҙәргә ебәрелгән посылкалар әҙерләүгә бар ауыл итерлек ҡушыла.

Иҙәштәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүгә ихлас ҡушылды
Иҙәштәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүгә ихлас ҡушылды

Әле Иҙәштә округтар араһында концерттар башланып китте.

25 ғинуарҙа Өсҡат урамы һәүәҫкәрҙәре ауылдаштары араһында бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаһа, 1 февралдә Йәштәр һәм Күксә урамдары халҡы әҙерләгән тамашаны иҙәштәр бик йылы ҡабул иткән. Ошо концерттарҙа йыйылған аҡсаны:  өсҡаттар – 2600 һум, а Йәштәр һәм Күксә – 4000 һум, һәүәҫкәр артистар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙамға күрһәтеү буйынса райондың хәйриә фондына күсерергә ҡарар иткән.

Шулай итеп, концертты ойоштороусылар ҙа, тамаша ҡарарға килгән һәр кем дә, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индергән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: