Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 5 кешенең транспорт саралары тартып алынған. Быға тиклем уларҙы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Һәр береһенә суд тарафынан 30 мең һум күләмендә штраф һалынған һәм транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Әммә улар иҫерек килеш тағы руль артына ултырған. Һөҙөмтәлә уларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт эштәре ҡуҙғатыла.
Законға ҡаршы эш өсөн ҡануниәт мөлкәтте конфискациялауҙы күҙ уңында тота. Башҡарма документ Дыуан ҡалаһы һәм Ҡыйғы районы суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән. Суд приставтары транспорт сараларының ҡайҙалығын асыҡлай, тартып алыу актын төҙөй һәм автомобилдәрҙе РФ Оборона министрлығы вәкилдәренә тапшыра.
Бөтә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң хәрби хеҙмәткәрҙәр машиналарҙы хәрби частарға алып китәсәк.
Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операция зонаһына төрлө маркалы 60 еңел автомобиль ебәрелгән.