Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
3 Октябрь 2025, 18:49

Р.Хәбиров МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡытын оҙайтты

Башҡортостан Башлығы МХО-ла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең (1-шәр миллион һум) ғәмәлдә булыу ваҡытын 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты.

Р.Хәбиров МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡытын оҙайтты
Р.Хәбиров МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡытын оҙайтты

Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәттәгеләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында указына үҙгәрештәр республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Оборона министрлығы менән МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйған яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 30 сентябргә тиклем оҙайтҡайны.

Республикала контрактсыларға түләүҙәр күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Бөгөн МХО биләмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы – 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы – республиканан, ҡалғаны иһә федераль аҡса.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-10-02/radiy-habirov-prodlil-srok-edinovremennyh-vyplat-kontraktnikam-svo-4411498

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас