Ағас япрағы, кеше эше менән матур, тигән мәҡәл, моғайын, Фәрзәнә Туҡаева кеүектәр хаҡындалыр. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә эш урыны яҙылған – Күгәрсен ауылының “Гөлбаҡса” балалар баҡсаһы. Бар ғүмерен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә арнап, инде лайыҡлы ялға сыҡһа ла, өйҙә тыныс ҡына ултырмай. Ағинәйҙең өлгөрмәгән ере юҡ: донъяһын да гөрләтеп көтә, әүҙем йәмәғәтсе лә, ирекмән дә ул.
Фәрзәнә Ғәлимйән ҡыҙы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә күп көс һала. Райондан оҙатылған бер генә гуманитар ярҙамды ла буш ебәрмәй ул. Һүрәм биләмәһе ағинәйҙәре менән бергәләп тәмлекәстәр бешерәләр, шәмдәр һәм ҡоро душ эшләйҙәр, ойоҡбаштар, йылы билбауҙар бәйләйҙәр, төрлө кәрәк-яраҡ һатып алып ебәрәләр. “Ейәнсура таңдары” гәзите ойошторған яугирҙәргә киптерелгән аштар әҙерләү эшендә лә ул иң әүҙемдәрҙән. Фәрзәнә Ғәлимйән ҡыҙының был эштәре ирекмәндәр хәрәкәтенең "Фронтҡа ярҙам өсөн" миҙалы менән билдәләнгән.
Ҡул эшенә лә ваҡыт таба: бығаса бәйләм менән булһа, күптән түгел халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн үҙләштергән – ағинәйҙәргә бүләк ителгән балаҫ һуғыу станогы менән “дуҫлашҡан”.
– Был эштә иң ауыры епте юллап алыу, һуғыуы бер ҙә ауыр түгел, – ти оҫтабикә өйҙө йәмләгән сағыу төҫлө балаҫтарҙы күрһәтеп.
Әйткәндәй, балаҫтарҙы Фәрзәнә апай төҫлө ептәрҙән дә, боронғосалап иҫке кейемдәрҙе таҫмаларға ҡырҡып, сиратып та һуға. Киләсәктә аҫалы балаҫтар һуғып өйрәнергә, белгәнен йәш быуынға ла өйрәтергә ниәтләй.
Фәрзәнә апай тормош иптәше Рәзиф ағай менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлфизәләре менән Рөстәмдәре инде үҙҙәре ғаилә ҡорған. Рәзилдәре заводта эшләп йөрөй. Кинйәләре Айгизә Салауат ҡалаһында колледжда белем ала. Улар хәҙер ата-әсә янына һағындырып, байрам-ялдарҙа ғына ҡайта. Әммә Фәрҙәзән Ғәлимйән ҡыҙының күңеле тыныс.
– Өләсәй һәм ҡәрсәй тәрбиәһендә үҫкән балалар тәүфиҡлы, өлкәндәргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы була, – ти ул балаларын тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән бейеменә, әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле булып.
Зәлиә Байғусҡарова.