Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Августа , 08:50

Башҡортостан журналисы иптәшен ҡотҡарғанда ҡаты яраланған

...

Башҡортостан журналисы иптәшен ҡотҡарғанда ҡаты яраланғанБашҡортостан журналисы иптәшен ҡотҡарғанда ҡаты яраланған
Башҡортостан журналисы иптәшен ҡотҡарғанда ҡаты яраланған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Юлдаш» радиоһы журналисы Байтулла Фәтҡуллин ауыр яралана. Уның хаҡында “Башинформ” агентлығы һөйләне.

Табиптарға уның аяғының бер өлөшөн ампутацияларға тура килә, әммә яугир үҙе, коллегабыҙ һәм иптәшебеҙ төшөнкөлөккә бирелмәй һәм йәшәү һәм һаулыҡ өсөн көрәшеүен дауам итә.

“Был 21 июлдә иртән булды. Беҙ заданиеға киттек. "Өс йөҙөнсө”нө эвакуациялау кәрәк ине. Кире ҡайтып килә инек инде. Унда тимер юлы ике яҡтан асыҡ, ә уның артында “йәшеллек”. Тимер юлы аша йүгереп үттек, ағастарға тиклем ун биш-егерме метр ҡалды һәм ҡапыл бабах! Баҡтиһәң, төндә дошман унда мина ташлаған. Аяғымды тубыҡтан түбән өҙҙө, – тип хәтерләй Байтулла.  – Һуңынан егеттәрҙең яурындарын тотоноп, носилка алып килгәнсе бер саҡрым самаһы бер аяҡта һикереп барҙым. Егеттәр йылдам эш иттеләр. Мин сәләмәт аяҡ менән этенергә тырыштым, килеп сыҡманы. Бер егет мине ҡыуаҡлыҡҡа һөйрәп алып китте. Унда тиҙ генә яраны бәйләнеләр, ботаҡтарҙан шина яһанылар.

Байтулланы Белгородҡа эвакуациялайҙар, ә унда табиптар яугиргә операция яһай. Әйткәндәй, улар ҡотҡарырға барған яраланған иптәше Байтулла хәҙер бер госпиталдә ята.

Байтулла Фәтҡуллин 2023 йылдың декабрендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. Уның хәрби юлы Купянск йүнәлешендә башлана. Беренсе яраланғандан һәм госпиталгә эләккәндән һуң ул Харьков йүнәлешендә, Белгород өлкәһе сиктәрендә хеҙмәтен дауам итә.

Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн Байтулла Фәтҡуллин Жуков миҙалы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалы менән бүләкләнгән.

Фото: Байтуллы Фәтҡуллина архивынан| «Башинформ»

Читайте нас