Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Августа , 11:41

Муса Гәрәев исемендәге батальонда кемдәр хеҙмәт итәсәге билдәле булды

Фото: Эдуард Кускарбеков | ИА «Башинформ»Фото: Эдуард Кускарбеков | ИА «Башинформ»
Фото: Эдуард Кускарбеков | ИА «Башинформ»

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальоны республикала йәшәүселәр менән комплектланасаҡ. Был хаҡта 27-се дивизия вәкиле Александр Савченко хәбәр итте. Офицер кандидаттарҙы һайлап алыу һәм контракттар төҙөү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

Шул уҡ ваҡытта, Александр Савченко билдәләүенсә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр өсөн БПЛА операторҙарының Башҡортостан бүлексәһенә ишектәр ябылмаясаҡ.

"Беҙ башҡа төбәктәрҙән дә патриоттар көтәбеҙ. Сафта прописка түгел, ә иптәшеңдең ышаныслы яурыны мөһим. Әгәр кеше һайлап алыуҙы үтһә, ул үҙе ҡайҙан булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең ҙур команданың бер өлөшө була», — тип билдәләне Александр Савченко.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына саҡырыу иғлан ителде. Бындай тәҡдим менән Республика Башлығына хәрби частарҙың береһе вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров башланғысты хупланы.

БПЛА батальоны сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһыныусылар Өфөлә, Октябрь революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса һорауҙарға яуап ала ала. Телефон номеры +7 995 948-65-41, +7 908-358-00-00.

Читайте нас