

"Юнир" Малиновка ауылында тыуған. Бала саҡтан футбол менән шөғөлләнә, ә 9 кластан һуң Пенза өлкәһенә иретеп йәбештереүсегә уҡырға китә. Әммә спорт уның тормошон үҙгәртә. Каратэ, самбо, ҡул һуғышы, бокс, грэпплинг, ҡағиҙәһеҙ алыштар. 17 йәшендә залға инә һәм был уныҡы икәнен аңлай.
Үҫмер сағындағы төп алышын ул «Fight Star 2»турнирында үткәрә. Легендар Джефф Монсонға ҡаршы сыға. Уныһы, фаворит булараҡ, тәкәббер генә ҡарап үтеп китә. Әммә "Юнир" беренсе раундта уҡ уны быуып еңә. Монсон оҙаҡ ҡына аптырап тубыҡланып ултыра. Ә һуңынан бергә еңеүҙе байрам итәләр.
Һуңынан Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү – һаҡ һәм разведка төркөмө, диверсияға ҡаршы көрәш бүлеге. Спортты бер көнгә лә ташламай. Часта спарринг-партнер – ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры табыла. Ә армиянан һуң тағы спорт турнирҙары.
Башҡортостанда М. Шайморатов исемендәге батальон ойошторола башлағас, ул беренсе булып хәрби комиссариатҡа бара. Үҙ теләге менән китә.
Тәьминәт взводында хеҙмәт итә. Уның иретеп йәбештереүсе һөнәре бында бик тә кәрәкле булып сыға. Ялһыҙ эшләй: техника ремонтлау, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек һәм боеприпастар ташыу.
Контузия ала һәм ярсыҡтарҙан яралана. Әммә иң ауыры – иптәшеңде юғалтыу. "Карандаш" уның күҙ алдында артиллерия атышы ваҡытында һәләк була. Ярсыҡтарҙы пассажир ултырғысында үҙенә ала.
“Юнир” Жуков, “Хәрби отличие өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “МХО ҡатнашыусыһына” миҙалдары менән бүләкләнгән. Өйҙә ҡатыны һәм ҡыҙы көтә.
Фото: Башҡорт батальонының МАХ каналы.