Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Августа , 04:25

Даны ҡайтты миҙалдарҙа

Күгәрсен һәм Ейәнсура хәрби комиссариатының Иҫәнғол бүлексәһендә Самаҙы егете, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған Фидүс Яҡшыбаевтың хәрби наградаларын туғандарына тапшырыу тантанаһы булып үтте.

Даны ҡайтты миҙалдарҙаДаны ҡайтты миҙалдарҙа
Даны ҡайтты миҙалдарҙа

Наградаларҙы алырға яугирҙең Самаҙы ауылында ғүмер кисергән ата-әсәһе Сулпан ағай һәм Гөлсәсәк апай Яҡшыбаевтар һәм әсәйҙәре Лариса менән ике улы Линар һәм Искәнйәр  килгәйне.

Яугирҙең туғандары һөйләшеп, Фидүстең яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн лайыҡ булған “Батырлыҡ өсөн” миҙалын – Линарға, ә Жуков миҙалын ата-әсәһенә биреү тураһында килешкән. Наградаларҙы район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов шулай тапшырҙы ла.

Әйткәндәй, Филүс Яҡшыбаевтың ҙур улы Фәнзил әле Смоленск ҡалаһында хәрби хеҙмәттә. Тимәк, Ватан һаҡсыларының данлы юлы дауам итә.

Миҙхәт Аҫылбаев. Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас