Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Сентября , 07:06

«Һынауҙарға әҙермен»

Нияҙғол ауылында тыуып үҫкән Ильнара бала саҡтан бик әүҙем була. Бигерәк тә спортты ярата. Мәктәптә уҡығанында төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, хатта физкультура буйынса республика олимпиадаһында район данын яҡлай. Спортты, теүәллекте яратыуы сәбәплеме икән, Ильнара бәләкәйҙән хәрби тормош менән ҡыҙыҡһына.

Хәрбиҙәргә һәр саҡ һоҡланып, ғорурланып ҡарай. Күп тиҫтерҙәре йәштәр өсөн комедия, мелодрамалар ҡараһа, Ильнара өҫтөнлөктө совет осороноң хәрби фильмдарына бирә. Тап улар ҡыҙҙа офицер булыу теләген уята ла инде!

Әсәһе медицина хеҙмәткәре булғас, Ильнара уның махсус китаптарын ҡыҙығып уҡый. Һәм сығарылыш класына еткәс, икеләнеп ҡала – хәрби булырғамы, әллә табип?

– Мин компромисс таптым: 2015 йылда И. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының хәрби уҡыу үҙәгенә “эпидемиолог” белгеслегенә уҡырға индем, – ти Ильнара.

Ул уҡыу йортон 2021 йылда тамамлап, тәүге офицер званиеһын ала – медицина хеҙмәте лейтенанты була. Ҡыҙҙы Кемерово өлкәһенә хеҙмәткә тәғәйенләйҙәр.

– Хәрби булараҡ, тормошом күсенеп йөрөүҙәрҙән тора. Биш йыл хеҙмәтем осоронда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә дүрт тапҡыр күсендем. Илебеҙҙең һәр мөйөшө матур, әммә мин дәрт-дарманды, үҙ-үҙемә ышанысты тыуған яғымдан алам. Тамырҙарым бәйләнгән Ейәнсурам – минең көс урыным. Йөрәгем дә, күңелемдә – ошонда, – ти Ильнара.

Ильнара Хәйҙәр ҡыҙы бөгөн МХО зонаһында табип булып хеҙмәт итә. Ҙур күҙле, көләс йөҙлө, нескә генә буй-һынлы “Мурка” хәрби полиция хеҙмәткәрҙәрен дауалай. Эйе, уға ауыр яралар менән эш итергә тура килмәй, әммә күнегелгән эште лә МХО шарттарында алып барыу ҙур көсөргәнеш һәм тәүәкәллек талап итә.

– Миңә башлыса бронхит, пневмония кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр. Һирәкләп булһа ла, яраланғандар ҙа килә, – ти Мурка. Уның фекеренсә, ҡайһы берәүҙәрҙең хәрби полиция тылда ултыра, уларға хәүеф янамай, тип уйлауы – ахмаҡлыҡ. – Ысынбарлыҡта иһә улар йыш ҡына үҙҙәренең сәләмәтлеге, хатта ҡайһы бер осраҡта ғүмере менән дә иҫәпләшмәй. Уларға дошман БПЛА-һы һөжүме лә йыш була. “Ҡоштар” тылға ла осоп килгеләй.

Яҡташыбыҙ йоғошло ауырыуҙар менән эшләгәс, ул хәүефтән ситтә, тип уйлаһағыҙ, яңлышаһығыҙ. Бөгөн ул бында – бүлмәлә ҡабул итә, ә иртәгә алғы һыҙыҡта кәрәк булыуы мөмкин. Шундай уйҙар ҡурҡытмаймы, тип мөрәжәғәт итеүемә:

– Ҡурҡыу – һәр кешелә булырға тейеш тойғо. Әммә шул уҡ кеше бөтә шарттарға ла күнегә. Мин, хәрби табип булараҡ, бөтә һынауҙарға әҙермен, – тип яуапланы.

Әйткәндәй, “Мурка”ның блиндажда эшләү тәжрибәһе лә бар. Уныңса, һуғышта яугирҙәр ирҙәргә һәм ҡатындарға айырылмай.

– Бөйөк Ватан һуғышы тарихын алайыҡ, – ти ҡыҙ. – Енесенә, йәшенә ҡарамаҫтан, ҡулынан килгән һәр кем Ватан һағына баҫҡан. Хәҙер ҙә шулай – беҙ барыбыҙ ҙа киләсәк Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ! Ошо урында, мөмкинлектән файҙаланып, именлек хаҡына дөйөм ҡушылған һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас