Йәмғиәт Общество
15 Май 2023, 13:05

Махсус режим оҙайтылды

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Махсус режим оҙайтылдыМахсус режим оҙайтылды
Махсус режим оҙайтылды

Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Урман янғындарына ҡоро үләнгә ут ҡабыуына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн был режимды махсус бойороҡҡа тиклем оҙайтырға тәҡдим ителде.

Үткән аҙнала республиканың Белорет районында бер урман янғыны сыҡҡан. Ут 3,2 гектар майҙанды ялмап алған. Бынан тыш, бөтәһе 9,8 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 14 осрағы теркәлгән. Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ.

“Ейәнсура таңдары” хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәйне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас