

Мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Мырҙабаеваның башланғысын байдәүләттәр хуплап, ауыл мәҙәниәт йортонда фельдшерҙары Рәйлә Ғүмәроваға арнап күркәм сара ойошторҙо. Юбилейы уңайынандыр, тиерһегеҙ. Эйе, тик тыуған көнө түгел, ә эш башлауының юбилейы!
Рәйлә Хәлил ҡыҙы медучилище тамамлап, тыуған ауылы Байдәүләткә ҡайтып эш башлауына 40 йыл тулған. Шулай дүрт тиҫтә ул ҡар-ямғыр, көн-төн тимәй ауылдаштарының һаулығы һағында хеҙмәт итә. Ул үҙ эшен белеп, урын-еренә еткереп эшләгән фельдшер ғына түгел, яҡшы ҡатын, һөйөклө әсәй-өләсәй, уңған хужабикә... Сарала ауылдаштарының сығышын тыңлағанда был исемлекте әллә күпме дауам итергә булыр ине.
Рәхмәтле ауылдаштар сығыштарында күҙ йәштәренә лә ирек бирҙе, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫләп, көлөшөп тә алды. Улар Рәйлә Хәлил ҡыҙына алдағы көндәрҙә лә эшендә уңыштар, ғаиләһенә именлек теләне. Изге теләктәргә ҡиммәтле бүләк - аэрогриль менән гөлләмә лә ҡуштылар. Йәйге ялда булыуына ҡарамаҫтан, сараға килеп еткән Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов та буш килмәгәйне - ул 5000 һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Сара Рәйлә Ғүмәрованың рәхмәтле сығышы менән тамамланды. Ул иң беренсе үҙенең уң ҡулы, терәк-таянысы булған тормош иптәше Рәис ағайға рәхмәтен еткерҙе. "Ул шундай булмаһа, мин, моғайын, эшләмәҫ инем", - тине ул. Унан ауылдаштарына күрһәткән хөрмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе: "Был хөрмәт миңә дәүләт наградаһынан да ҡиммәт", - тине ихлас күңелдән.
Сара тураһында тулыраҡ гәзиттән уҡырһығыҙ, ә Рәйлә апай хаҡында БЕҘҘЕҢ САЙТТА уҡый алаһығыҙ.