

22 июлдә Ейәнсура районы территориаль һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш район Советына өҫтәлмә депутаттар һайлауҙа кандидаттар теркәү тураһында ҡарарҙар ҡабул итте.
Һайлау комиссияһының телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, 2025 йылдың 22 июленә ҡарата муниципаль район Советына өҫтәмә һайлауҙарҙа алты кандидат күрһәтелгән һәм теркәлгән. Улар ЛДПР – Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР – ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН» социалистик сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелгән.
Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, быйыл ике округ буйынса район Советына өҫтәлмә депутаттар һайлау үтәсәк.