Байыш ауылында участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары менән семинар үтте
20 августа берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Байыш ауыл биләмәһенең участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары менән күсмә семинар булды. Сара Байыш ауыл китапханаһында үтте, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә, районы Ейәнсура районы территориаль һайлау комиссияһы.
Эш барышында алдағы һайлауҙарға әҙерлек, участка һайлау комиссиялары ағзаларын уҡытыу, ваҡытынан алда тауыш биреүҙе, агитация осорон үткәреү, биналарҙың һәм технологик ҡорамалдарҙың әҙерлеге мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ участка һайлау комиссияларының протоколдарын әҙерләү буйынса күнекмәләр үткәрелде. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Морозова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға комиссияларҙың эш режимы, тауыш биреү көнө алдынан эштең төп этаптары хаҡында иҫкә төшөрҙө. Семинар эшендәр Ейәнсура район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов, Байыш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ҡуланшин ҡатнашты.
Быға тиклем
хәбәр итеүебеҙсә, Ейәнсура районында 14 сентябрҙә үтәсәк муниципаль район Советына өҫтәмә һайлауҙарҙа алты кандидат теркәлгән.