- Мин һеҙҙең менән йәшәйем. Мине бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ, әсәй, мин һинең менән йәшәйем, Хәтимә апайға бармайым, - тип аҙарынып илаған баланы Рауза ҡосағына алып үҙе лә, Хәтимә лә ҡушылып иланы. Барманы Әминә әсәһенең янына. Хәтимә үҙе мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтты ауылға. Балаһының өҫтөнә кейем-һалым алып бирҙе. Каникулға ағаһының балалары менән Әминәне ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Тора-бара ҡыҙ әсәһенә ылығып яҡынайҙы, әммә “әсәй” тип әйтмәне, ”апай”ҙан һалдырҙы.
Тәүге ире Ризаға кейәүгә сыҡҡансы мәғәриф бүлегендә бухгалтер булып эшләп киткәйне. Коллектив та һәйбәт ине, тик унда ятаҡтан йәшәргә урын алыуы ҡыйын. Шуға унда барғыһы килмәне, ауыл хужалығы идараһына бирҙе ғаризаһын, унда торлаҡ мәсьәләһе еңелерәк. Бәхетенә, декретҡа киткән ҡатындың урынына кеше эҙләйҙәр икән. Иртәгәһенә үк эшкә сыҡты. Фатир тапҡансы аҙналай ваҡыт йөрөп эшләне. Ваҡыт үҙе дауа. Ата-әсәһе, ҡыҙы янында Хәтимә әкренләп үҙ асылына ҡайтты. Баш баҫып эшкә кереште. Эшләүенә ике ай тигәндә ятаҡтан бүлмә алды. Инде утыҙҙы үткән йәш ҡатын, үҙенә тәғәйен мөйөшөн алғас, был юлы шатлығынан балауыҙ һыҡты. Атаһы менән әсәһе ауылдан кәрәк-ярағын тейәп килде. Тәҙрәләргә матур шаршау ҡуйып, өҫтәленә биҙәкле япманы ла йәйгәс, йәтеш кенә бүлмәгә ҡот инде. Әминәгә тип койка алып ултыртһа ла, ҡыҙ бында килеп йәшәүҙән ҡырҡа баш тартты. Әле ҡартатаһын, әле Рауза әсәһен ҡосаҡлаған бала күҙ йәштәре менән: - Мин һеҙҙең менән йәшәйем. Мине бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ, әсәй, мин һинең менән йәшәйем, Хәтимә апайға бармайым, - тип аҙарынып илаған баланы Рауза ҡосағына алып үҙе лә, Хәтимә лә ҡушылып иланы. Барманы Әминә әсәһенең янына. Хәтимә үҙе мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтты ауылға. Балаһының өҫтөнә кейем-һалым алып бирҙе. Каникулға ағаһының балалары менән Әминәне ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Тора-бара ҡыҙ әсәһенә ылығып яҡынайҙы, әммә “әсәй” тип әйтмәне, ”апай”ҙан һалдырҙы. Ун йәшенә ҡолағын тиштереп, алтын алҡа һатып алып бирҙе.
Әкренләп Хәтимәнең үҙенең дә төҫө-башы арыуланды. Ит ҡунды. Йәш кеше ней, саҡ ҡына үҙен баҡһа, балҡый ҙа китә бит инде. Үҙенең дә өҫтөн бөтәйтте. Әсәһенең илле йәшенә матурҙан пальто алып бирҙе. Рәхмәтле ул ата-әсәһенә. Ниндәй хәлдә лә уны яҙмыш еленә ташламайҙар, әле булһа бала итеп ҡарайҙар. Ҡалған ғүмерҙәренә ҡайғы-хәсрәт яҙмаһын. Улар булмаһа ни эшләр инем, тип уфтана ла Хәтимә ирекһеҙҙән, ташлап киткән Йәмиләһен уйлап, йөрәге һыҡрай.
-Уны ла шулай наҙлап, яҙмыштың әсе елдәре бәргеләгәндә ҡосағына алып йыуатыр, ҡурсалар кешеһе булырмы? Эй, бала. Уны бит үҙ әсәһе беренсе көндән үк яҙмыш ҡосағына ташлап ҡасты. Яттар уны ҡурсалармы, яҡлармы, һаҡлармы? Эй, Аллам, бер үк бәхетле итә күр баламды. Минең хатам менән ғүмере буйы ташландыҡ бала булып йәшәмәһен берүк. Ҡәҙерле, һөйөклө бала ғына булып үҫһен, - тип иңрәй шул әсә йөрәге.
Ипкә-һапҡа килеп килеп йәшәп ятҡанда Хәтимәнең тормошонда өсөнсө кеше пәйҙә булды. Класташ ҡыҙының утыҙ биш йәшлек юбилейына барғанда уның иренең дуҫы Фәрит менән танышты. Дөрөҫөрәге, таныштырҙылар. Башта телгә бөткән Фәритте бик өнәп тә етмәгәйне Хәтимә. Насибымы, яҙмышмылыр инде - белеп булмай.
Фәрит күрше райондыҡы. Тәүге ҡатыны мәрхүм булған. Бер малайы ҡалған. Икенсегә өйләнгән, әммә тора алмаған, айрылышҡандар. Әле малайын үҙе көтә. Фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә. Яңы ҡырҡты уҙған ҡарағайҙай ир. Рауза апайҙың йәш кенә көйө ҡыҙының уңмай, яңғыҙ йәшәүенә эскенәһе ҡайыша ине.
- Әле бит парлап, теттереп донъя көтөрҙәй сағы. Аҙып-туҙып, исемен сығарып та йөрөгәне юҡ. Юҡ шул, уңмағас, уңманы инде, әллә бер аҡыллы ғына бәндә осрамаҫ микән? - тип өмөтләнде. Фәрит, ай тирәһе осрашып, күрешеп йөрөгәндән һуң, яңы һатып алған өр-яңы машинаһында Хәтимәне һорарға Ҡурғаштыға килде. Ата-әсә ошоға тиклем ҡыҙҙары һайлаған кешегә ҡаршы килмәне. Был юлы ла шулай булды. Ауыҙын йыраһынан ҡутара күстәнәс тә тейәп килгән Фәрит. Тел тиһәң, шартлап тора. Төҫө-башы бар. Риза булды ата менән әсә.
***
Унға бар, уңғансы бар тигәндәй, Хәтимәне яҙмыш тағы ир ҡулына тотторҙо. Фәрит Хәтимәнең беренсе ире Риза икәнен, унан тыуған ҡыҙы Әминә барлығын белһә лә, ҡатын уға икенсе ире Марат, ташлап киткән ҡыҙы Йәмилә тураһында ләм-мим өндәшмәне. Рауза апай, аңғарт, әйт, кешенән ишетмәһен, үҙеңдән белһен, тиһә лә, һөйләргә яйын тапманы. Икәү арала асылмаған сер булып һаҡлана килде. Шулай ҙа Хәтимәнең күңелен гел хәүеф һағаланы. Бына-бына Фәрит ҡайтып инер ҙә ошо сер тураһында һүҙ башлар кеүек тойолдо. Әллә күпме уҡталғаны булды ла һуң Хәтимәнең Марат тураһында Фәриткә һөйләргә, юҡ, сыҡманы яйы. Нимәлер тота килде. Юғиһә, ауыҙ асып нисә ынтылды. Әллә Фәриттең яндырайлығы өркөттө. Эйе, ҡапыл ғына ҡыҙып китә торған холҡо бар иренең. Ярай, Хәтимә өнһөҙ. Ҡул күтәреүгә тиклем барып етмәһә лә, үҙәккә үтерлек ҡаты һүҙҙәре елеккә үтә. Хәҙер инде, тота килеп, ҡайтып китер йәштән үткән бит. Балаһы бар. Малайы өсөн Фәрит йәнен бирергә әҙер. Икәү араны бәйләп торған уртаҡ бала Урал. Исмаһам, был балам атайлы, әсәйле булһын тип, йәнтәслим тырышып донъя көтөргә маташа. Инде ҡалайтаһың, ирҙән-иргә йөрөү ҙә һөнәр түгел. Ауырлығын бирһә, Хоҙай Тәғәлә сабырлығын да ҡушып бирә икән. Әлдә Хәтимәнең холҡо сарға түгел. Яр һалып, эсендәген тышҡа сәсеп йөрөмәй. Эсендә ут янһа ла, һерелеге менән, өндәшмәй йота белә. Шулай, йәшәйем тиһәң, тормош үҙенән үҙе күҙленән күҙһеҙ, ҡолаҡлынан һаңғырау, телле көйө телһеҙ итә икән. Хәтимәнең дә ни булһа ла һыйып, йәшәйем тиеүе. Икенсегә алған ҡатыны ай ҙа тормаған. ”Мин һиңә ялсы түгел”, - тип ҡайтып киткән. Кире килмәгән, Фәрит тә артынан барып йонсомаған. Бик ялынып, баш эйә торған ғәҙәте юҡ шул.
Етмәһә, иренең үҙ һүҙле, тотҡан ерҙән һындыра торған ғәҙәте лә бар. Хәтимә лә шунан ҡурҡты. Йә ҡыуыр ҙа ҡайтарыр. Барып алмаҫ, килһә, индермәй ҡуйыр. Бала менән тағы ҡайҙа бараһың?
Килеп йәшәй башлағас, өлкән улы Ришат менән уртаҡ тел таба алмай ыҙаланы. Хәтимә үҙе лә бит һалҡын. Ришат та яңғыҙ, атаһына ғына өйрәнгән. Кем белә, бәлки, атаһын да ҡыҙғанғандыр. Әсәһенән дә бәләкәй - биш йәшендә генә ҡалған. Хәтимә килгәндә алтынсыла уҡый ине. Ярай әле Уралын тапты. Шул бала тыуғас ҡына, Хәтимәгә һүҙ ҡушып, ылығып китте. Ришат атаһы кеүек һүҙсән түгел. Кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте хас Фәриттең үҙе инде. Тәүге бисәһе бөтәһен дә эстән бөтөрә торған, аҡыллы бисә ине, тип ишеткеләне Хәтимә. Холҡо әсәһенекелер, артыҡ-боҫтоҡто һөйләп бармай, онотҡанда бер генә һүҙ ҡуша.
Фәрит ҡул аҫтында эшләгән кешеләренә лә ҡаты. Аңлашып, кисереп тормай - уныңса булмай икән, шартлата һуғып ҡыуа ла ҡайтара. Шуға эшселәре йыш алмашына. Хәҙер ауылдыҡылар бик килмәй. Күрше тирә-яҡтан эҙләп алып ҡуша эшкә. Үҙенең дә әрһеҙлеге бар инде, урынды буш тотмай. Кешеләрен табып ҡына тора.
Хәтимәне килгәс тә ауыл советына бухгалтер итеп эшкә саҡырғайнылар, Фәрит ебәрмәне. Үҙе көн-төн эштә. Ҙур донъяны ҡарау, килеп киткәнде ашатыу, эшселәренә күҙ-ҡолаҡ булыу Хәтимәнең иңенә төштө. Башта ныҡ ҡыйын булды өйрәнеп китеүе.
Инде хәҙер Турат ауылында Фәрит менән йәшәүенә лә ун йылдан ашты. Шулай булмай, Уралға һигеҙ тулып туғыҙынсы йәш менән китте. Фәрит ауылда берҙән-бер аяғында ныҡлы баҫып торған фермер. Хужалығында биш тиҫтәләп һыйыр малы, өс тиҫтәләп йылҡы малы аҫырай. Бер нисә гектар ерендә иген дә сәсә. Ҡул аҫтындағы эшселәре миҙгеле менән йә күбәйә, әҙәйеп киткән сағы ла булғылай.
Ныҡ аҡса ярата Фәрит. Тине сыҡһа - йәне сыға. Хәтимәгә лә артығын тоттормай. Алай ҙа ғына быйыл ауыл советында эшләгән ҡатын ҡырға күсеп китте. Кеше тапмай, әйҙә килделәр Хәтимәгә. Бер булдылар эшкә саҡырып. Әсәһе Раузаның хәл белергә тип килгән сағы ине:
- Балаң ҙурайған, инде уҡырға барҙы. Һаман ялсы булып өйҙә ултырмаҡ булаңмы? Һорап алған һәр тинеңә отчет биреп. Аниһә үҙең эшләгән үҙеңдеке була. Беҙгә килер булһаң, килергә генә етәрлек бирә аҡсаһын, ҡайтыуыңа һаман мин түләп ҡайтарам. Ҡырҡһаң ҡаны сыҡҡыһыҙ, улай тормош буламы? Ана, атаң нисә һум пенсия алғанын да белмәй, подписын ҡуя ла: “Ҡалғаны һиңә, әбей”, - тей ҙә ҡуя. Саҡыралар икән, сыҡ эшкә. Өйгә кеше кәрәк икән, алһын хеҙмәтсе, етәр, һаман баш баҫып һиңә ялсы булып йөрөргә тимәгәндер әле. Белеп алды һинең һапһыҙ ҡара балта икәнеңде. Ысын, бер яҡҡа йөрөй алмайһың, бәйле эт ҡошап. Беҙҙең райүҙәккә күсеп килгәнгә ни заман? Сәғәт ярымлыҡ юл һиңә. Килеп хәл белеп китергә лә ваҡытың да, аҡсаң да юҡ. Ярай, Әминәң ҙурайҙы. Күберәк ике арала ул йөрөгән була. Ныҡ һөйләш ирең менән, өшәләнеп, күҙең шәмәреп тормаһын. Тормош бәргеләгән һайын кеше нығынамы икән, артығын һөйләп, инәлеп -ялбарып торманы иренә Хәтимә.
- Эшкә саҡырҙылар, мин эшкә сығам, - тип әйтеүе генә булды, Фәрит яндырайланып ҡыҙып китте.
- Өйҙәге эш етмәйме һиңә? Тамағың асмы? Әллә туйып һикерәһеңме?
- Һинең һәр тинеңә отчет биреп ултырыу туйҙырҙы мине. Үҙем эшләп тапҡым килә аҡса.
Һинекенә бит һәр тинеңә отчет бирергә кәрәк. Шулай түгелме ни?
- Әйҙә, эшлә улай булғас, көрәп алырһың инде аҡсаны, һанап бөтә алмай йонсорһоң микән?
- Миңә күп кәрәкмәй. Нәфселе, ҡомһоҙ кеше түгел мин. Ваҡ-төйәк тотонорлоҡ биргәндәренә лә ризамын. Үҙемдеке үҙемдеке булыр әле, - тине лә Хәтимә, артыҡ сурытмай, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға сығып китте.
Иртәгәһенә үк эшкә сыҡты. Бына инде йылдан ашыу ауыл советында бухгалтер. Еңел түгел эше. Шулай ҙа зарланмай Хәтимә. Үҙең эшләп тапҡанға ни етә? Шөкөр, эшкә сығып ҡулына аҡса тотҡаны бирле ата-әсәһенә йышыраҡ йөрөй башланы. Әминә лә медицина колледжын уҡып бөтөп килә. Бик йыш булмаһа ла, әсә ҡыҙының янына барып, ҡулына аҡса тоттороп китә. Әсәһе менән атаһы ҡалаға күсеп килгәс, бөтә нәмәне һатып алалар, гел генә уларға ҡарап тороп булмай. Рәйлә апаһының үҙенең өс балаһы. Үлгән ағаһы менән еңгәһенең балаларын да көтөп, ир еткерҙеләр. Малайҙары өйләнеп, Себер тарафтарында йәшәй. Ҡыҙы былтыр Өфө ҡалаһына кейәүгә сыҡты.
***
Бисәһе эшкә сыҡҡас та бер түгел, ике ҡатынды эшкә алды Фәрит. Береһе һыйыр һауа, икенсеһе эшселәргә икмәк бешерә. Бик яман, өндәшмәй генә вәғәҙә иткән эш хаҡын түләп тора ҡатындарға.
Һуңғы йылдарҙа үҙе күбеһенсә юлда тиерлек. Уныһын-мыныһын хәстәрләп йыш ҡына оҙон юлға ла сыға. Армиянан ҡайтҡан Ришат хужалыҡта атаһы өйҙә юҡта тулы хоҡуҡлы хужа. Бала сағынан атаһы менән йөрөп эштең асылына төшөп бөткән. Атаһы уны армиянан күҙ ҙә ҡаш тигәндәй көтөп алды. Хужалыҡты алып барғанда ышаныслы терәгең булыу кәрәк. Шунһыҙ булмай. Фәрит хатта Хәтимәгә сисмәгән серен Ришаты менән уртаға һалып һөйләшә. Әле, малайы өйләнә ҡалһа тип, бура йүнләп йөрөй. Улына заманса матур итеп өй төҙөп бирергә хыяллана. Был арала ғына өйләнергә иҫәбе юҡ та һымаҡ, кем белә инде хәҙерге йәштәрҙе. Үткән йыл иномарка алып биреп ҡыуандырҙы. Фәрит малайҙарынан аҡса йәлләмәй. Уралына ла әле быныһын, әле тегенеһен алып ҡайта. Бала сағында ниндәй ят уйынсыҡ күрә - шуны тотоп ҡайта торғайны. Таба белә Фәрит. Таба ла белә, ҡаба ла белә. Әммә иҫәпте лә ярата.
Әле Рауза апай менән Хисам ағай икеһе лә пенсияла. Балаларына иҫәнлек-һаулыҡ, ғүмер, тәүфиҡ теләп йәшәп ятҡан көндәре. Хисам ағай күҙгә күренеп олоғайҙы. Рауза апай ҙа, йәш саҡтағы етеҙлеген ташламаһа ла, ололар төҫө ингән йөҙөнә. Һуңғы йылдары һыҙлана. Күргәне лә етерлек инде.
Рәйләнең ҡыҙҙары ла, үҙе лә, ураған һайын килеп, атаһы менән әсәһенең хәлен белеп торалар. Рәйлә кейәүҙән уңды. Ҡайным, ҡәйнәм тип өҙөлөп тора ире. Рәйләһен дә өрмәгән ергә ултыртмай. Ҡыҙҙары “атай” тип йығылалар. Рауза әбей ҡыуанып:
- Хоҙайыма рәхмәт, бер кейәүем бар мең кейәүгә торошло, һеҙҙән айырмаһын, - тип килгән һайын арҡаһынан һөйөп яратып ала.
Быйыл көҙ Хәтимәнең ҡыҙы Әминәгә никах уҡыттылар. Әле туйҙары булмаған. Йәй үткәрербеҙ тип торалар, Алла бирһә. Ары-бире, туй була ҡалһа тип, әле Хәтимәнең аҡсаһын ҡыҫып йыйынтаҡлаған сағы. Туйға аҡса һалам тип битенең һыуын биш түгеп һоранып ултырмаҫ иренән. Үҙе теләһә ни эшләһен. Отпуск аҡсаһын да, Әминәнең туйына булыр тип һалып ҡуйған. Әле бына йәһәтләп, отчетын биреп бөтөп, кәңәшкә әсәһенә барып килергә уйлап йөрөй ине. Бер туҡтауһыҙ тартҡан һул күҙе бушҡа булмаған икән. Тиҙерәк Фәрит ҡайтҡансы әсәләренә саҡырып, адрестарын әйтеп ҡалыр кәрәк. Әлегә белмәгәс, ире, белмәй торһон. Кем белә, бәлки, был күрешеү һуңғы күрешеү булыр. Йәмиләһе әллә ғәфү итә, әллә юҡ. Ғәфү итмәҫкә лә хаҡы бар, үпкәләй ҙә алмаҫ, үҙе ташлап киткәс. Төрлөһөн уйлап, Йәмиләһен ҡунаҡҡа саҡырырға тип Хәтимә ашығып телефон трубкаһын ҡулына алды.
***
Осрашыу көнө етә барған һайын Хәтимә тулҡынланды. Тағы бер ҡат үткәндәрен байҡаны. Һуңғы осоро ятһа ла, торһа ла шул уйында. Фәрит һиҙмәһен тип тә шикләнде, юҡһа уйға батып, уның әйткәнен дә ишетмәй ҡала. Кисә генә:
- Ҡолаҡҡа ҡаттыңмы әллә, ҡырҡ тапҡыр ҡабатламайынса ишетмәйһең, - тине. Бер-ике тапҡыр төшөндә күреп, һаташып уянды. Әлдә ярай береһендә Фәрит өйҙә булманы, икенсеһендә, арығандыр, уянмай йоҡлай ине. Әсәһе менән дә күберәк эшендә һөйләште. Өнөндә осрашыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтереп ҡаҡшаны. Ҡосаҡларға ынтылыр, Йәмилә кире ҡағыр тип тә ҡурҡты.
Айһылыу ЮНЫСБАЕВА.