Башы түбәндәге һылтанма буйынса:
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-01-03/aya-a-yyyn-an-ayyn-4527811
4
Резеда йорттан ауыр уйҙар менән килеп сыҡты. Аяҡтарына көсө етмәй. Ҡаршыһындағы бая ғына үҙенә көс өҫтәгән, дәрт биргән ҡая әле шул хәтлем ҡотһоҙ, ҡурҡыныс булып күренде. Емереп ташлағыһы килде. Ул бит ошо ҡаяны Хоҙайҙың бер билдәһе тип ҡабул итә ине. Әле килеп?! Күрә алмайым мин һине, ҡая! Һин миңә өмөт бирҙең дә тартып алдың. Их, был хаҡта алдан уҡ белгән булһасы?! Өфөһөнән бер ҡайҙа ла китмәҫ ине. Иҫерек кеше кеүек сайҡала-сайҡала саҡ ҡайтып етте Резеда.
– Берәй нәмә булдымы әллә? – Сәй ҙә эсмәй балаларын көткән ҡәйнәһе уның хәленә шунда уҡ иғтибар итте.
– Юҡсы... – Резеда һүрән генә йылмайҙы. – Ҡапыл башым ауыртып китте.
– Оҙаҡланың, әллә һыйырҙары һауҙырмай маҙаһыҙланымы? – Ҡәйнәһенең тап шулай һорарын белә ине инде ул.
– Башым үтмәҫме, тип саҡ ҡына ятып торғайным... – Алдашыуҙан бите ут булып янды үҙенең.
– Температураң юҡмы? Сикәләрең ҡып-ҡыҙыл. – Ҡәйнәһе килә һалып маңлайын тотоп ҡараны. – Бар шул. Һеҙ ни, йәштәр, ҡупшыланып тышта йоҡаҡ йөрөйһөгөҙ. Хәҙер мәтрүш ҡайнатырмын. Баллап эсеп, юрғанға төрөнөп ятһаң, үтеп китә ул.
– Ыҙалама, ҡәйнәм, былай ҙа үтә ул, – тиһә лә, ҡәйнәһе соланға йүгереп сығып та китте. Унан быйыл ғына йыйып киптерелгән үләндәрен ҡосаҡлап инде.
Әммә Резеда нимәнән ауырығанын яҡшы белә – ҡурҡыу, оят, хурлыҡ – бына нимә ҡайғыға һалды уны. Алай ҙа Илһам өйҙә юҡ. Улар бөгөн урманға китте.
Сәй эскәндә лә, һауыт-һаба йыуғанда, өй йыйыштырғанда ла бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне. Ҡәйнәһенең ятырға ҡушыуына ла ҡолаҡ һалманы. Ауырымаған килеш нисек яҫтыҡ ҡосаҡлап ятмаҡ кәрәк? Ул ваҡытта башы, ысынлап та, шартлаясаҡ ауыр уйҙарҙан. Ҡыбырлап йөрөһә, нисектер, онотолғандай. Башынан Сәйет сыҡманы. Күҙ алдынан кинотаҫмалағы кеүек бер-бер артлы тормош юлы йыбырлап уҙҙы.
Илдә үҙгәрештәр башланған осор. Магазин кәштәләрендә шар тәгәрәтерлек. Тауар булһа ла талонға ғына бирелә. Әммә студент кешегә нимә инде? Улар, тормош шауҡымына эйәреп, күңелле итеп йәшәй бирә. Резеданың яратып йөрөгән егете – Ирғәлеһе – янында, уға шунан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Егет инде уҡыуын тамамлап эшләп йөрөй, ҡыҙыҡай II курста уҡый. Хоҙай насип итһә, уҡытыусы буласаҡ! Уның да тиҙерәк диплом алғыһы килә. Ирғәле, өйләнешәйек, тип ҡабаландыра. Иләҫ-миләҫ хистәргә бирелеп, аңҡы-тиңке йөрөгән ҡыҙ йәйгелеккә туй яһарға ризалашып та ҡуйҙы. Әммә бәхетенән башы күккә ашып йөрөгән бер көндө ҡанаттары һынды ҡыҙҙың. Ярай әле алдан ата-әсәһенә был турала әйтеп өлгөрмәгән. Уларға күпме күңел яраһы һалыр ине. Ирғәлеһе селпәрәмә килтерҙе уның хыялдарын! Үҙен ситлеккә япты.
Бер көндө, йәйге имтихандар мәлендә, кисләтеп кенә Ирғәле килеп инде. Йөҙө күмер кеүек ҡара көйгәйне. Иң яҡын кешең был донъянан киткәндә генә шулай ҡайғырып булалыр. Инде лә, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡыҙҙың карауатына ултырҙы. Тәүҙә Резеда үҙе лә, бүлмәләш ҡыҙҙары ла уны иҫерек тип уйланы. Әммә Ирғәле тамсы ла эсмәгәйне.
– Ни булды? – Ҡыҙҙың уға ҡарап ҡото осто. – Берәйһе үлгәнме әллә?
– Юҡ та,.. – Егет, сыҡмаҫһығыҙмы, тигәнде белдереп, алмаш-тилмәш ҡыҙҙарға ҡараны. Бүтән ваҡытта әпәләп-һәпәләп, Резеданы үҙҙәре үк кейендерешеп, икеһен сығарып ебәрерҙәр ине, әле иһә, Ирғәленең иҙелгән йөҙөн күреп, бер-бер артлы шым ғына сығып киттеләр.
– Йә, – тип түҙемһеҙләнде Резеда, икеһе генә ҡалғас, – һөйләй һал, нимә булды?
Ирғәле бер нәмә лә өндәшмәне, кәүҙәһен ауырлыҡ менән күтәреп, өҫтәл артына күсеп ултырҙы. Ҡуйынынан бер ярты сығарҙы. Уның эскәнен күреп өйрәнмәгән Резеда аптырап китте, шулай ҙа стакан алып ҡуйҙы, икмәк телеп һалды, ҡабаҡ икраһын асып ултыртты. Башҡа ризыҡтары ҡалмағайны, ә стипендияға тиклем арыу уҡ ваҡыт бар ине әле.
– Үҙеңә лә килтер! – тип ҡоро ғына бойорҙо Ирғәле.
– Мин эсмәйем бит...
– Барыбер килтер. Нимә, бер үҙем эсеп ултырайыммы ни?
Резеда өндәшмәй генә тағы бер стакан алды. Ҡаршыһына килеп ултырҙы, һораулы ҡарашын һөйгәненә төбәне, ыҙалатма, йәнәһе.
Ирғәле, алдында ялтырап ултырған шешәгә текәлеп, бер талай уйҙарынан арына алмай аҙапланды. Унан, ауыр көрһөнөп, шешәгә үрелде. Үҙенекен Резедаға ҡарамай ғына бөткәнсе эсеп ҡуйҙы. Артынса икмәк киҫәге алып еҫкәне лә, һауытына кире һалды.
– Эс! – тип бойорҙо Резедаға.
– Мин бит эсмәйем, тулы килеш... – тип һөйләй башлағайны, Ирғәле баяғынан да ҡатыраҡ тауыш менән:
– Эс, тием мин һиңә! – тип бүлде.
Резеда аптырап, иҫе китеп ҡараны Ирғәлегә. Уның бындай сағын тәүләп күреүе ине. Ҡурҡышынанмы, күҙҙәрен йомдо ла, ирене аша һығып бер-ике йотом уртлап, уҡшып-уҡшып сәсәргә тотондо. Ирғәле арҡаһына һуҡҡас ҡына тыныслана алды.
– Мине үлтерергә уйланың, ахырыһы, – тип үпкәләне Ирғәлегә.
Уныһы хәс тә ишетмәне, стакандарға тағы араҡы һалды. Быныһында ҡыҙҙы ҡыҫтап торманы, төп күтәрә йәнә эсеп ҡуйҙы.
– Миңә аҡса кәрәк, – тине ул шунан һуң ғына.
– Шуның өсөн ошолай ҡыланырға кәрәк инеме ни? – Резедаға әҙерәк йән ингәндәй булды.
– Миңә күп кәрәк, аңлайһыңмы? Бик күп! Отолдом мин. Түләмәһәм – үлтерәсәктәр. Үлтермәһендәр тиһәм, ғүмер буйы уларға эшләргә тейешмен.
– Һин нимә һөйләйһең ул? Кем үлтерә?
– Кемдәргә эшләйем – шулар. Бик ҡурҡыныс әҙәмдәр улар, Резедаҡайым, ниҙәр генә ҡылайым икән, ә? – Ирғәле ҡурҡынған күҙҙәре менән ялбарып уға ҡараны. Әйтерһең дә, был мәсьәләне Резеда ғына хәл итә ала. Ҡыҙ уның ҡайҙа, кемдәр менән эшләүен белмәй, һораһа, гел: охранала, охранник мин, тиер ине. Һаҡлауын һаҡлағандыр, формаһы ла бар бит. Тик нимәне? Кемде? Ҡыҙыҡһынһа, бәлки, ҡайҙа эшләүен асыҡлар ҙа ине, әммә кәрәк тапманы. Иң мөһиме, һәр ваҡыт кеҫәһендә аҡсаһы бар, Резеданың һораған нәмәһен алып бирә. Бер мохтажлыҡ күрмәҫһең, тип ышандыра. Резеда ошондай бөтмөр кешегә юлығыуына ҡыуана ғына: киләсәге ышаныслы. Юҡһа, бүлмәләш ҡыҙҙарының егеттәре ауыҙҙарын асһа – үпкәләре күренә. Ни сәскә тотоп килергә хәлдәренән килмәй, ни теләгән ваҡытта киноларға, кафеларға саҡыра алмайҙар. Шуға күрә әхирәттәре Резеданан үлеп көнләшә.
– Уларға бер барып эләкһәң, иҫән-һау ҡотолоп булмай, тип әйтә торғайнылар шул егеттәр, әллә ни эшләп тыңламаным бит! – тип, араҡыһы башына киткән Ирғәле әллә үҙ алдына һөйләнде, әллә Резедаға һөйләне. Ҡыҙ уның һүҙҙәренән Ирғәленең ниндәйҙер мафия менән бәйләнгәнлегенә төшөндө. Үҙенә лә ҡурҡыныс булып китте.
– Мин бит китәм тигәйнем, – тип хәбәрен дауам итте егет. – Уларҙың үҙҙәренә лә әйттем был турала. Ә улар... мине ебәрмәҫ өсөн ана нисек хайуандарса ҡыланды... Ҡыҫымға алдылар.
Кемеһендер үлтергәндәр, шуны хәҙер миңә ябып маташалар. Ә мин унда булманым! Бер ҡыҫылышым да юҡ минең. Резеда, тамсы ла ғәйебем юҡ, ышанаһыңмы?
– Ышанам! – тип икеләнергә урын ҡалдырмайынса ҡырҡа әйтте ҡыҙ. Сөнки уның бандиттарҙың эше тураһында күп тапҡырҙар ишеткәне бар ине. Охранала йөрөгәс, Ирғәле, моғайын, күпте беләлер, шулай булғас, нисек ебәрһендәр? Яҡшы эштәр менән шөғөлләнмәйҙәр бит: ҡайҙа енәйәт, ҡайҙа үлтереш – улар шунда. Шаһиттар, билдәле, кәрәкмәй. Ә Резеда һөйгәненә ышана – себенде лә рәнйетмәҫен белә. Йомшаҡ күңелле, бар нәмәне йөрәгенә яҡын ала. Уны енәйәтсе итеп күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
– Улар мине ебәрмәҫ өсөн шулай итә. Әммә барыбер китәсәкмен! Төрмәгә ултырғым килмәй. Аҡса килтереп һалмаһам, ситлеккә ябыу менән янайҙар. Эшләй алмайым мин уларға, ҡурҡам.
Ирғәле араҡыһын ҡойҙо ла эсте, ҡойҙо ла эсте. Иҫерҙе. Теле көрмәлеп, нимә һөйләгәне лә аңлашылмай башланы. Резедаға уны үҙенең карауатына һөйрәп һалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Төнө буйы керпек тә ҡаҡмай уйланып сыҡты ҡыҙ. Ниңә генә ундай әҙәмдәр менән бәйләнде икән? Аҡсаларына ҡыҙыҡтымы? Үҙе лә белмәйенсә, бына ниндәй бүләктәргә кинәнгән икән ҡыҙ!
Ул көндәрҙә Ирғәленең һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө. Йүнләп һөйләшмәне, Резеда янына килмәне. Ҡыҙ үҙе лә һөйгәне тураһында уйлап, ни эшләргә белмәй өҙгөләнде. Имтихандарға йүнләп әҙерләнә алманы, күбеһен насар билдәләргә тапшырҙы. Ирғәле аҡса таба алмаған, артабан да шул эшендә ҡалған, тик хәҙер ҡасан, ҡайҙа, нимә эшләргә ҡушалар, баш тартырға хаҡы юҡ. Шулай итеп, тегеләрҙең тоғро этенә әйләнде.
Имтихандар тамамланғас, Резеда ҡайтып китергә ҡарар иткәйне лә, Ирғәле ялбарғас, ҡалды. Сумкаларын тейәп, уның ятаҡтағы бүлмәһенә күсте лә барҙы. Уға, ысынлап та, терәк, иптәш кәрәктер, ауыр сағында янында булайым, тине. Бер йәй ауылға ҡайтмағандан үлмәҫ әле. Былай, исмаһам, һөйгәне янында була. Бигерәк тә ошо уй ҡалырға мәжбүр итте уны баш ҡалала. Шул мәлдә тормошо ниндәй боролош алырын белһә икән! Ул ваҡытта яңылышыуҙар ҙа, хаталаныуҙар ҙа булмаҫ ине. Әммә... Бер көн уйламағанда уларға әлеге Сәйет килеп инде. Резеда, иренең етәксеһе килгәс, өҫтәл әҙерләне. Инеп-сығып йөрөгән арала Сәйеттең үткер ҡарашы тәненең әле бер, әле икенсе өлөшөнә төшөүен тойҙо. Ытырғанды. Мөмкин булһа, өйөнә аяғын да баҫтырмаҫ ине әҙәм аҡтығының, елкәһенән алып ҡына ишек артына баҫтырыр ине, хәленән килмәй. Бына кемдәр ҡурҡытып тота уның Ирғәлеһен. Бандит икәне йөҙөнә үк сыҡҡан бит. Тәү күреүҙән уны һөйһөнмәне Резеда. Аңлауынса, башҡортса һин дә мин һөйләшеп йөрөһә лә, кавказ яғы кешеһе ине. Ошондай ул үҫтергән әсә кешене күргеһе килде.
Ирғәле тулыһынса уларҙың йомошсоһона әүерелде, һуңлап ҡайтты, бер нисә көн юғалып тороуы ла ғәҙәти хәлгә әйләнде. Йә булмаһа, аҙналар буйы бер ҡайҙа ла сыҡмай, өйҙә йәшеренеп ятты. Ҡайһы ваҡыт кәйефе шул тиклем шәп: Резеданы саҡ ҡулында күтәреп йөрөмәне: бүләктәр ташыны, ресторандарға саҡырҙы, матур һүҙҙәр һөйләп, хыялдарға бирелделәр, һөмһөрө ҡойолоп ҡайтһа инде, өндәшмәүең, эргәһендә йөрөмәүең хәйерле. Холҡоноң шулай кинәт үҙгәреүе аптыратты ҡыҙҙы. Эше, дуҫтары тураһында һорашып ҡараһа ла, белмәгәндең беләге тыныс, тынысыраҡ йоҡларһың, тигән яуап алды. Кеше бөтөн нәмәгә лә күнегә, хатта насарына ла. Резеда ла өйҙә ултырырға өйрәнде. Күңелһеҙлектән тотош китапхананы уҡып сыҡҡандыр. Бәйләм бәйләп маташты, бешеренде-төшөрөндө – шулай көн үткәрҙе. Әхирәттәренә йөрөргә Ирғәле ҡушманы. Унан Резеданың үҙенең дә теләге һүрелде. Саф һауаға ла һөйгәне менән генә сығырға тырышты. Ирғәленең кемдән ҡурҡыуын, нимәләр өсөн туҡтауһыҙ хафаланыуын аңлай алманы. Көҙгөлөккә ситтән тороп уҡыуға күсәһең дә, ауылыңа ҡайтып китәһең, тип барҙы уға Ирғәлеһе. Туй үткәрергә лә ҡаршы төштө. «Бәхетһеҙ иткем килмәй үҙеңде. Ғүмер буйы минең менән ҡасып-боҫоп йәшәмәҫһең, бына ҡайтып китерһең, барыһы ла онотолор, ваҡыты еткәс, тиңеңде лә табырһың...» – тип әллә нимәләр һөйләне. Ә Резеда уның һүҙҙәрен башына һыйҙыра алманы: нисек инде ситтән тороп уҡырға? Бигерәк тә ауылға ҡайтып китергә? Ата-әсәһенә, таныш-тоноштарына ни тиер? Ғәрлек бит! Өфөлә генә ҡалһа булмаймы ни? Аңламаған шунда Ирғәленең уны ҙур бәләнән һаҡлап ҡалырға тырышҡанын. Тыңламаны уны Резеда, ятаҡҡа ла күсмәне, уҡытыусы булып эшләйһе эшем юҡ барыбер тип, уҡыуын да ташланы. Ирғәленең килтергән аҡсаларын услап тотоп, рәхәт йәшәйем тип алданып, уның әлеге бүлмәһендә ҡалыуҙы хуп күрҙе. Әсәләрен яҡшы, аҡсалы эш таптым, шуға ҡайта алмайым, тип алданы. Хәҙер һеҙгә ярҙам итә алам тип, Ирғәленән йәшереп аҡса ла һалғыланы.
Бер көн Ирғәле тап теге ваҡыттағы, ятаҡҡа килеп ингәндәге ҡиәфәтендә ҡайтты. Быныһында аяғында ла баҫып тора алмаҫлыҡ иҫерек ине. Буштан-юҡҡа ғәфү үтенде, иланы, Резеданы ҡосаҡларға маташты. Сәбәпһеҙгә шулай ҡыланмаған икән. Икенсе көнө, йоҡоһонан уянғас, Резедаға күтәрелеп ҡарамай ғына, кейенергә бойорҙо. Үҙе менән иң кәрәкле әйберҙәрен дә алырға ҡушты. Ҡыҙ албырғап ҡалғас, теш щеткаһын, күлдәк- салбарҙарын, документтарын сумкаға үҙе тултыра башланы. Тәүҙә Резеда уға, һаман айнығып бөтмәгән, ахырыһы, тип көлөп ҡараны, Ирғәленең кисәге хәлен һөйләп, уны көлдөрөргә маташты. Әммә тегеһе шаярырға йыйынманы – йөҙө үтә лә етди ине.
– Һин хәҙер бүтән ерҙә йәшәйәсәкһең, – тине ул Резеда кейенеп, сумкаһын ҡулына алғас ҡына. Тағы ниҙер аңлатып торманы.
Был көндө ғүмерҙә лә онотасағы юҡ Резеданың. Тәүге тапҡыр хыянат менән күҙгә-күҙ осрашты. Күңелен нәфрәт биләне. Йәшәргә теләмәүҙең, тормоштан ваз кисеүҙең ни икәнен дә тәүгә татыны. Бына ошо мәлдән Ирғәле генә түгел, Резеда ла ҡолға әйләнде. Ирғәле һатты уны. Эйе, эйе, тәүҙә үҙенең йәнен, аҙаҡ килеп Резеданыҡын. Йәшәргә ынтылыш бына ни эшләтә кешене! Кәрәк булһа, әсәһен дә ыһ та тимәй һатыр ине, моғайын. Иң мөһиме – уға теймәһендәр, уға һәйбәт булһын. Ҡалғандарҙа эше юҡ. Үҙенең йәне бик ҡиммәт инеме һуң? Юҡ, кәрәклеге һуҡыр бер тингә лә торманы, һура алған тиклем һурҙылар ҙа, файҙаһы ҡалмағас, үле кәүҙәһен сығарып сүплеккә ырғыттылар. Әҙәмсә ерләнмәне лә бит, исмаһам.
Сәйет Ирғәлегә ингеләгән мәлдә юҡҡа ғына Резедаға тишерҙәй итеп ҡарамаған икән, ауылдан яңы ғына килгән, нимә тиһәләр ҙә ауыҙ асып ышанған, балалыҡтан саҡ сыға башлаған алсаҡ ҡыҙға шунда уҡ ҡармаҡ һалып ултырған булып сыҡты. Ирғәле сираттағы ауыр хәлгә тарығас, Сәйет ярҙам ҡулы һуҙған, тик әжеренә Резеданы һораған. Ҡатын итеп түгел, үҙ нәфсеһен ҡәнәғәтләндерер өсөн. Үҙенекен генә түгел, ҡайһы берҙә кәрәкле ҡунаҡтарының күңелен күрер өсөн. Резеданың хис-тойғолары һүнде, шатланыу, ихлас көлөү, бүтәндәр менән аралашыуҙың ни икәнен онотто. Ҡасырға, ҡотолорға теләге булды, әммә ҡурҡты. Унан мәғәнәһен дә тапманы. Барыбер табасаҡтарын белә ине ул. Китеп тә ҡайҙа бараһың? Белеме лә, йәшәр урыны ла юҡ... Шулай ҙа, эсендә ҡайнаған асыу, рәнйеү уны бер көн килеп үс алырға этәрҙе. Шул теләге генә артабан йәшәүгә өмөт уятты. Донъянан киткән хәлдә лә Сәйетте үҙе менән алып китергә тейешлеген йөрәге менән аңлай ине ул. Уларға кеше яҙмышы менән уйнарға хоҡуҡ бирелмәгәндер бит? Һәр язаны урап үтә алырлыҡ шул тиклем улар кем? Тағы күпме кешенең башына етеп, зар илатырҙар?
Сәйеттең эшенә ҡыҫылмаһа ла, кемдәр менән аралашыуын күреп-белеп йөрөнө Резеда, яҙа-йоҙа хәбәрҙәрен дә ишетергә тура килде. Күрәһең, Сәйет, был ҡыҙ яҙмышынан ҡәнәғәт, сығынсылап бер ҡайҙа ла бармаясаҡ, тип артыҡ ышанып ташланы, уға тулы ирек бирҙе тиһәң дә була, аҡсаһын да йәлләмәне. Ә ҡыҙ, үҙ сиратында, уңайы тура килгән һайын ышаныс телефонына шылтыратып, этлектәрен хәбәр итергә тырышты. Әммә былары ла йоҡлап ятмай ине шул. Күпме генә тикшереүҙәр булып торһа ла, һыуҙан гел ҡоро сыға алдылар. Бик уйлап, һаҡ эш итә инеләр шул, юғары органдарҙа үҙ кешеләре лә булғандыр. Әммә һуңғыһында... Резеда Сәйеттең бик мөһим документтарын урланы, прокуратураға алып барып ҡалдырып китте. Шул көндө үк Сәйет һыуға батҡан кеүек юҡҡа сыҡты. Бер нисә көндән Резеда үҙе белгән енәйәтселәр төркөмөнөң ҡулға алыныу хәбәрен ишетте. Ҡыуанысынан йөрәге шартлай яҙгайны шул ваҡыт. «Ҡотолдоммо икән ни?!» – тип, ни иларға, ни көлөргә белмәне. Сәйетте иһә үлгән тип әйттеләр. Үлеп анһат ҡотолғанына йәне көйгәйне ҡыҙҙың. Ә ул, ана, үлмәгән дә, ҡулға ла алынмаған, рәхәтләнеп иректә йөрөй...
Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөй торғас, курсташ ҡыҙының ишеген шаҡыны. Йәшәргә урын, эш тапҡансы ғына индереп тороуын үтенде. Тегеһе Резеданың ниндәй икәнен белһә, бәлки, тупһаһына аяғын да баҫтырмаҫ ине, әммә, күптән күрмәгән әхирәтен тап итеүенә шатланып, ихлас ҡабул итте. Тынысланып, аҡылына килгәс, яңы тыуған балалай тойҙо үҙен Резеда. Тышҡа, донъяға сығырға кәрәк, ә ул нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй. Быға тиклем уның йәненең дә, тәненең дә хужаһы булды – ул нимә әйтә, шуны ғына үтәй ине. Хәҙер үҙенә үҙе хужа! Үҙенең йәнен үҙе аҫрарға тейеш. Тимәк, эшкә төшөргә, аҡса эшләргә тура киләсәк. Тик ҡайҙа? Кем булып? Резеда хәҙер эшләү тигән нәмәне онотоп бөткәйне инде. Иҙән йыуырға барырмы, урам һеперергәме? Унан, Сәйеттәр шайкаһының барыһының да ҡулға алыныуына ышанмай ине Резеда, берәйһенә тап булыуың да бар бит, шунан да ҡурҡты. Ошолай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, әмәлгә ҡалғандай, Динә килеп осраны ла инде. Ул берәү менән таныштырам, бына тигән егет, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгәс, күңелендә ниндәйҙер бер ҡыл сыңлағандай булды. Ә ниңә?
Кисә генә Динәгә аяуһыҙ рәхмәттәр уҡый ине, бөгөн килеп, ниңә генә юлымда осраның, тип ҡәһәрләй. Исмаһам, бәхеттең ни икәнен белмәҫ, ысын мөхәббәтте татымаҫ ине. Хәҙер ул барыһын да юғалтыуҙан үлеп ҡурҡа.
Төшкөлөккә ашарға әҙерләй алманы Резеда. Бер нөктәгә төбәлгән килеш ятты ла ятты. Юҡҡа ғына туй көнөндә үк иренә барыһын да һөйләмәгән. Аңламаҫтай булһа, ҡайтыр ҙа китер ине Өфөһөнә. Сикәһен көйҙөрөп күҙ йәштәре тәгәрәне. Ҡәйнәһе күреп ҡалмаһын тип, тиҙ генә ең осо менән һыпыра һалды.
Миңзифа киленен ошондай хәлдә туйҙан һуң икенсе тапҡыр күрә. Йөҙө вайымһыҙ төҫ алған, әйтерһең, уға бер ни ҙә кәрәкмәй. Нимә булды икән? Әллә яман һүҙ еткерҙеләрме? Булыр ауыл халҡынан, улар ни алды-артын уйлап тормай, яра ла һала. Әллә берәй ере ауыртамы? Етди сир булып, белдерергә теләмәйме? Иртән генә ҡыр кәзәһе кеүек һикерәнләп сығып киткән кеше... Миңзифа ситтән генә күҙәтеп йөрөһә лә, килененә бер ни ҙә өндәшмәне, ярай, ғүмер буйы шулай һөмһөрө ҡойолоп ятмаҫ. Бындай мәлдә кешене бимазаламаһаң, уйҙары менән яңғыҙ ҡалдырһаң, һәйбәт була торған. Кәрәк тип тапһа, үҙе һөйләр әле. Миңзифа саң баҫылырлыҡ ҡына итеп өҫтән-мөҫтән иҙәндәрҙе һөртөп сыҡты, һөт айырҙы, ҡаймаҡ беште. Төшкөлөккә ит һалғайны, ашын бешереп алды. Ул арала төшкө ашҡа Илһам ҡайтты. Ҡапҡа шығырлап асылғанын ишеткәс, Резеда тертләп, урынынан һикереп килеп торҙо. Ай, Аллам, тик ятасы! Нимә уйларҙар бит! Тиҙ генә сәсен тарап үрҙе, күлдәген алыштырҙы, күҙ-ҡаштарын төҙәткеләне. Кәйефенең алама икәнен һиҙмәһен. Соландан килеп ингән ҡәйнәһе бер ни булмағандай төҙәнеп-яһанып алған килененә сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы.
– Ғәфү ит, ҡәйнәм, ятҡайным, ауырайып тик ятамсы. Ғүмерҙә булмағанды, – тип аҡланырға тотондо. – Илһам ҡайтты. Минең көпә-көндөҙ карауатта аунап ятҡанды һиҙеп ҡалмаһын инде, әллә ни уйлар...
– Ярай, ярай, була торған хәл, тормош бит. Ауырып та китәһең. Әллә, мин әйтәм, урамда берәйһе алама һүҙ әйттеме...
– Юҡ-юҡ, ҡәйнәм! Бөтәһе лә, килен, тип яратып ҡына тора. Шул хәтлем рәхәт булып китә күңелгә, – тип ихлас йылмайырға тырышты.
Яһалма кәйеф булдырып, Илһамды ҡаршы алырға тышҡа сыҡты. Уныһы кәләшен ҡосаҡлап, үбеп алды. Резеда ҡорт саҡҡандай ситкә тайшанды.
– Һин нимә, ҡәйнәм күреп ҡалһа! – тине ул уңайһыҙланып.
– Күрһә ни, мин сит ҡатындарҙы ҡосаҡлап йөрөмәйем бит...
Аһ! Уның был һүҙҙәре ҡыҙҙың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды.
Әйтерһең, Илһам уға төрттөрә. Юрамал ғына, был нимә тиер икән, тип һынап ҡарауы. Резеданың ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланып, сайҡалып ҡуйҙы. Кәләшенең йөҙөндәге үҙгәреште шул ике арала һиҙеп тә ҡалды Илһам:
– Ни булды, кәләш? Әллә берәй ярамаған нәмә әйттемме? – тип һорай һалды борсолоп.
– Юҡ-юҡ! Бер ни булманы!
Йыуынғанында һабынын, таҫтамалын биреп, иренең эргәһендә торҙо Резеда. Динә: «Иреңде бигерәк иркәләтәһең. Яман өйрәнеп китһә, белерһең әле!» – тип шаяртҡан булып бармаҡ янап ҡуйһа ла, Илһам янында кәрәк-кәрәкмәгәнгә өйөрөлөп-сөйөрөлөргә кәңәш итмәһә лә, Резедаға ирен бала кеүек тәрбиәләү ифрат оҡшай. Шунан ҙур кинәнес таба.
Төшкө аш мәлендә лә Резеданың башынан Сәйет сыҡманы. Уға ашарға алып барырға кәрәк. Нисек? Ниндәй һылтау менән аш тултырып алыр? Ҡәйнәһе берәй ҡайҙа китһә, яҡшы булыр ине лә... Тышҡа сығырға уйында юҡ. Берәйһе Сәйеттең Ынйыбикә апайҙарҙа ятыуын һиҙеп ҡалмаһын, тип тә борсолдо ҡатынҡай. Шуларҙы уйлап, тыныс ҡына ултыра алманы: йә ҡалағын, йә икмәген яңылыш төшөрөп ебәрә, йә башлаған телемен ашап бөтмәй, икенсеһен ала. Быларҙың береһе лә ҡәйнәһенең осло күҙенән ысҡынманы. Килене менән ни булғанын аңларға тырышты. Әлбиттә, насар кәйефен күрһәтмәй, улы алдында өлтөрәп тороуы һәйбәт, әммә... нимәлер йәшерә лә баһа! Илһамды күрәләтә алдай килеп сыға түгелме һуң? Улына өндәшмәй ҡалып, Миңзифа килененең ҡырын эшен йәшерергә ярҙам итмәйме? Шулай ҙа аңын-тоңон белмәйенсә, ҡыҫылмаҫҡа ҡарар итте. Төшкә саҡлы ятҡан икән! Бынан ғына донъя емерелмәй ҙә баһа. Улы менән киленен юҡтан ғына талаштырып ҡуйыуы ла бар, ауыҙын самаламай асып. Бәлки, арып та киткәндер, нисәмә көн инде туҡтауһыҙ йүгерә.
Ашап алғас Илһам, биш минут ҡына ял итеп алам, тип йоҡо бүлмәһенә инде. Резеда һауыт-һаба тирәһендәге эштәрен йәһәт кенә тамамланы ла, уның эргәһенә ашыҡты. Ире кисә килгән гәзиттәрҙе ҡараштырып ята ине. Ул бер көндөкөн дә ҡалдырмай, баштан алып аҙағынаса уҡып сыға. Шуға күрә илдәге бөтөн яңылыҡтарҙың уртаһында, һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Ә Резеданың ҡулына гәзит-журнал алмағанына нисәмә йыл инде. Иренә ҡарап, уға хатта оят булып китә.
– Арыныңмы? – Резеда уның янына килеп ултырҙы, ҡулын маңлайына ҡуйҙы.
– Янымда илһам, дәрт биреп торғаныңда, арып була тиме ни? – Илһам, гәзитенән айырылып, ҡатынына иркәләп ҡараны.
– Эй, юханы!..
– Ысын! – Иренең күҙҙәрендә осҡондар ҡабынды. – Хәҙер уйлайым да, быға тиклем һинһеҙ нисек йәшәнем икән, тип аптырайым. Тормошомдоң бөтөнләй ҡыҙығы ла, мәғәнәһе лә булмаған.
– Хәҙер бармы һуң?
– Әлбиттә! Һорап тораһың тағы... Тик бына һинең менән ниҙер булған кеүек бөгөн. Нимәгәлер бик борсолаһың...
Әртислек һәләте бирелмәгәс, бирелмәгән инде Резедаға. Тойғоларын әҙерәк кенә лә йәшерә белмәй ҙә баһа! Улай тиһәң... Элекке тормошо тик театрҙан ғына торҙо түгелме һуң? Харап шәп уйнай торғайны бит! Нәфрәт йәшәгән ерҙә, бәлки, икейөҙлөләнеп булалыр, ә бында иң ихлас хис-тойғолар. Алдашыуға, яһалмалылыҡҡа урын юҡ. Һөйгән йөрәк кенә шулай һиҙгер булалыр.
– Төштән һуң эшкә бараһыңмы, Илһам?
– Барам! Элек, бәлки, йыбаныр инем, хәҙер бит мин яңғыҙ түгел, минең ғаиләм бар!..
Ана бит ҡайһылай өҙөлөп тора ире. Ә ул?! Ҡайҙан килеп сыҡты был Сәйете! Уф, Аллам...
– Мин һине эшкә оҙата алмаҫмын инде. Ынйыбикә апайҙың этен ашатып киләм. Ас торалыр, иртән ул турала уйламағанмын да!
– Шундай ҙур хужалыҡты алып ҡалғас, бармай ярамай.
– Ҡош-ҡортона ем һалаһы, ҡаҙҙарын ҡарайһы бар. Йылғаға төшөргәйнем, юғалып ҡуймаһындар тип ҡурҡам.
– Бар-бар, уны ниңә миңә әйтеп тораһың?
– Әлләсе... Һин – минең ирем дә.
– Булһа һуң. Улай һәр аҙымыңды әйтеп йөрөргә ҡушмайым да баһа.
Ә Резеда һәр баҫҡан аҙымына хисап биреп өйрәнгән. Кемдәндер һорамайынса, кемгәлер әйтмәйенсә эшләп була икәнен башына ла килтергәне юҡ. Уның өҫтөнән һәр ваҡыт контроль булырға тейеш, тип ҡабул иткән.
Илһам уның артынан йылмайып ҡарап ҡалды. Хужабикә!.. Бөтөн яҡлап ҡайғыртып, тырышып йөрөгән көнө. Алла бирһә, балалары ла булып китһә... Ҡыҙыҡ, Илһам менән тап булышҡансы ҡайҙарҙа, ниҙәр ҡылып йөрөнө икән? Берәйһен яраттымы? Уйҙары ошо тәңгәлгә килеп еткәс, етмәһә, таныш түгел ир йөҙөн күҙ алдына баҫтырғас, һикереп тороп уҡ ултырҙы. Кит, әллә нәмә уйлап ултыра! Егете булған хәлдә лә, ул инде тарихта тороп ҡалды. Иң мөһиме, киләсәктә булмаһын ундай ғишыҡ-мишыҡтар... Резедаһының йылмайыуын, әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрғәндән һуң, күңелен яңынан йылылыҡ биләне, серемгә китте.
Эткә ҡәйнәһе һөйәктәр, аш әҙерләп ҡуйған, хәҙер Резедаға Сәйеткә тип аш һалып алырға кәрәк. Нисек шик тыуҙырмай ғына ҡыланырға? Ҡәйнәһе һаман аш-һыу бүлмәһендә урала. Бөгөн был тәңгәлдә Резедаға ял бирергә булды, ахырыһы. Ҡатынҡай үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Уның ни ҡылырға йөрөгәнен бар ғаләм белгән төҫлө.
Тегендә Сәйет ҡотороналыр. Резеда кухняға инде. Ҡәйнәһе ҡамыр баҫа.
– Нимә бешерәһең, ҡәйнәм? Ниңә миңә генә өндәшмәнең, үҙем баҫыр инем әле.
– Һин был йортҡа төшкәне бирле ҡул ҡаушырып тик ултырам, ялҡытты. Ғүмер баҡый башҡарған эштәрем һағындырып та китте. Танһығымды ҡандырып алайым тинем, – тип көлөп ҡуйҙы. Күренеп тора, ысынлап һағынған аш-һыу эшен. – Һин, килен, ял ит. Миңә лә, минең улыма ла һау булыуың кәрәк, – тип борсолоуын белдерҙе ҡәйнәһе.
– Әлләсе, үҙең әйтмешләй, ҡәйнәм, миңә лә эш танһыҡ. Ҡалала бындай йорт эше эләкмәй бит. Ашарға бешереү ҙә мотлаҡ түгел, магазинда йәнең теләгән нәмә һатыла, яңғыҙ башыңа күп кәрәкме ни, алып ҡайтып йылытаһың да ашайһың.
Резеда шулай хәбәрен һөйләй-һөйләй бер литрлыҡ банкаға киҫелгән һалманан бешерелгән аш тултыра башланы.
– Уны ни эшләйһең, килен?
Ҡәйнәһе, бәлки, иғтибар итмәҫ, тип өмөтләнгәйне лә, килеп сыҡманы...
– Тегендә барып киләйем тигәйнем. Эттәре ас тора бит.
– Аһ-аһ, эткә ундай аш ҡоя тиме кеше? Ана бит, һикелә ҡоштабаҡта ултыра эткә тигән аҙыҡ.
– Ул үҙебеҙҙекенә түгелме ни?
– Булһа ни! Икеһенә лә етә ул. Яртыһын һалып ал, ана...
– Ярай инде, аш алдым бит...
Резеда тулҡынланғанын һиҙҙермәҫкә тырышты. Оятынан ер тишегенә инеп китергә әҙер ине ул был минутта. Банканы ҡапҡас менән ябып, пакетына ултыртты. Ҙур-ҙур итеп теленгән бер нисә телем икмәк, һыуытҡыстан ҙур ғына киҫәк ит һалып алды.
– Икмәк тә әҙерләп ҡуйғанмын... – Ҡәйнәһе был юлы тауышын күтәрә биреберәк өндәште. – Ит менән генә һыйларға, нимә, эттәре особый тиһеңме әллә?
– Юҡ та...
Резеда һөйләнеп йөрөү ыңғайға эткә тигән аҙыҡтың да яртыһын һалып алды ла тышҡа атылды. Уф!.. Нимә генә уйланы икән ҡәйнәһе? Ғәрлек бит! Әммә был турала оҙаҡ көйөргә ваҡыт юҡ, Сәйеттең берәй нәмә сығарып ҡуйыуы бар.
«Ы-ыһ, эй Аллам! Ни ғәйептәрем өсөн язалайһың мине? Шулай уҡ әҙ генә бәхеткә лә хаҡым юҡмы ни?..» – тип иламһыраны китеп барышлай. Илһам... Күҙ алдына иренең мөләйем йөҙө килеп баҫты. «Ғәфү ит мине...» Ҡапыл уға барыһы ла төш кенә кеүек тойола башланы. Әйтерһең, Илһам – ни бары хыял, күҙҙәрен асыу менән юҡҡа сыҡты. Уның урынына Сәйеттең һөмһөҙ йөҙө генә тороп ҡалды. Резеданың йөрәге тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Илағыһы килде, әммә тамсы ла йәше сыҡманы, ауыр, ҙур бер төйөр булып тамағына килеп тығылды.
Резеда кухняға әйберҙәрен индереп ҡуйғас ҡына килеп сыҡты Сәйет. Күрәһең, йәшеренеп торған. Ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Йә, ашарға ҡасан әҙер була? – тип һораны. Резеда тиҙ генә банкалағы ашын бәләкәй кәстрүлгә бушатты, газды тоҡандырып, йылытырға ҡуйҙы, икмәк киҫәктәрен тәрилкәгә сығарып һалды, һыуытҡыстан май, ҡайнатма кеүек ашамлыҡтар алып теҙҙе. Сәйнүкте ҡайнатырға ултыртты. Көнө буйы йоҡлаған, ахырыһы, йөҙө иҙелеп, һөмһөрө ҡойолған, күҙ ҡабаҡтары баҡаныҡылай булып шешенгән, ҙур ирендәре һалынып төшкән.
– Ниңә оҙаҡланың? – тип ҡаштарын емерәйтте Сәйет. Резеда уның һорауын яуапһыҙ ҡалдырҙы, һүҙһеҙ генә тәрилкәгә аш һалып, алдына ҡалаҡ ҡуйҙы. Шуның менән эшем тамам, тигән ҡиәфәт менән ишеккә ыңғайламаҡсы итте.
– Ҡайҙа киттең?! – Резеда ҡурҡышынан шып туҡтаны.
– Мин китәйем инде... – Уның бында бер минут та артыҡ төргөһө килмәй ине, тиҙерәк, тиҙерәк ҡотолорға...
– Мин ашап бөткәнсе эргәмдә ултыр!
Резеда бүлмә уртаһында ҡатып ҡалды. Бер аҙ торғас, тыныс ҡына тауыш менән, артына әйләнмәйенсә генә өндәште:
– Мине өйҙә көтәләр...
– Көтһөндәр! Минең унда эшем юҡ. Һин – минең малым, мин һине һатып алдым. Кәрәк булһа, иреңә үҙеңде һатып бирермен, – Сәйет бөтөн тештәрен күрһәтеп ыржайҙы. – Йә, ултыр, тим!
Резеда тағы бер аҙ торғандан һуң, барыбер һүҙен һүҙ итәсәк, иң һәйбәте – ҡыҙҙырмау, үсектермәү тип, үҙен көсләп тигәндәй Сәйеттең ҡаршыһына килеп ултырҙы. Тегеһе инде бер нәмәгә иғтибар итмәй ҡарһаланып ашарға керешкәйне. Нисек күрә алмай уны Резеда! Хәленән килһә, бына хәҙер үк муйынынан һығып ҡына үлтерер ине! Исмаһам, ер йөҙөндә бер енәйәтсе кәмер ине. Резеданың сәскә кеүек ғүмерен урланы бит ул! Туғандарынан, ата-әсәһенән айырҙы, тыуған еренә ҡайтмаҫлыҡ итте. Әллә үҙе ғәйеплеме ҡыҙ? Ирғәлене яратам, тип күҙҙәре томаланды түгелме? Мөхәббәткә алданып, нимә менән шөғөлләнеүе тураһында бөтөнләй ҡыҙыҡһынманы. Хәҙер терһәген тешләрҙәй ҙә бит, тешләп булмай. Әллә тағы ла милицияға шылтыратырғамы, тигән сая уй килде Резеданың башына, әммә шунда уҡ кире һүрелде. Сөнки Сәйет, һиңә бер кем дә ышанмаясаҡ, сөнки мине үле тип беләләр, тине... Унан ҡурҡа... Ҡурҡа һәм ғәрләнә. Былай ҙа, Илһамға барып ишетелеп ҡуймаһын, тип кенә теләй. Сәйет барыбер бында оҙаҡ йәшеренеп ята алмаҫ, үҙе лә әйтте бит, артынан машина килергә тейеш. Шулай булғас, нимә тиһә лә, нимә эшләһә лә, өнһөҙ булырға, түҙергә кәрәк. Резеда йылдар буйы сабыр итеп өйрәнгән инде.
Ашҡа һалынған һөйәкле ит киҫәген ҡулы менән алып, тәүге тапҡыр күргәндәй тәмләп, супылдай-супылдай һурҙы. Ҡулы буйлап әллә май, әллә һурпа аҡты, ауыҙ тирәләре майға ялтыраны. Ике тәрилкә ашты бер тынала ялт иттереп ҡуйғас, ғарҡ итеп кикереп алды ла, ҡулдарын йәйеп ебәреп, башын ҡайҡайтып, ултырғыстың артына һөйәлеп ултырҙы.
– Аһ, шәп булды. Кискелеккә тағы килтерергә онотма! Мунсаға ас ҡорһаҡҡа барырға яратмағанды беләһең! – тип бойорҙо Резедаға. – Сәй яһа!
Резеда тиҙ генә һөтләп, ул яратҡанса ҡуйы итеп сәй яһаны. Сәйет тирләп-бешеп кинәнес менән сәй шөрпөлдәтергә кереште.
– Һине үлгән тигәйнеләр бит һуң?.. – Резеда Сәйетте күргәндән бирле борсоған һорауын бирҙе. – Бында нисек килеп сыҡтың?
– Үлгән? Ха-ха-ха! Мин һеҙҙең күбегеҙгә ҡарағанда ла оҙағыраҡ йәшәрмен әле! Һин генә, тауыҡбаш, кем нимә әйтә, шуға ышанып бараһың... Төрмәгә ултырғым килмәй! Хәҙер минең исем-шәрифтәрем бөтөнләй икенсе буласаҡ, өр-яңы тормош башланасаҡ! Эҙләп табып ҡараһындар әйҙә шунан, һин дә йыйын, бергә китәсәкбеҙ!
– Бергә? Ҡайҙа?
– Һинең ике ятып бер төшөңә инмәгән ерҙәргә! Әллә ошонда һыйыр тиҙәгенә батып ятырға уйлайһыңмы?
– Нишләп һыйыр тиҙәгенә булһын?..
Ишеткән хәбәренән Резеда шаңҡып ҡалды: тағы нимә уйлап сығарҙы был?
– Мин китә алмайым, Сәйет. Бик киткем килһә лә...
Сәйет уға аҡайып ҡараны:
– Нимә? Был һүҙҙәрҙе һуңғы тапҡыр ишеттем тип һана! Ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, мин бында юҡҡа килгән тип беләһеңме әллә? Яңғыҙыңды тап итә алмай, урманда күпме ҡасып йөрөргә була? Ярай әле Ынйыбикә китте, өй иркен ҡалды... – Тамағы туйған Сәйет асылып китеп һөйләп ташланы. – Әммә һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен, ишетәһеңме? Бер кемгә лә! Һин минеке генә... Беҙҙе һин генә һаттың. Быны мин йөрәгем менән тоям... Шуның өсөн үлергә тейеш инең. Яратыуым ғына һаҡлап алып ҡалды үҙеңде. Бөгөн кис йә иртәгә иртән кейемдәреңде бында килтереп ҡуй. – Әҙерәк уйлап торғандан һуң: – Хәйер, кәрәкмәй! Аҡса хәҙер беҙҙә бер муҡса! Алырбыҙ! – тип өҫтәне.
Резеда өйҙән нисек сыҡҡанын да хәтерләмәй. Бер туҡтауһыҙ мейеһен «бергә китәбеҙ» тигән һүҙҙәр сүкене. Резеда бөтөн кәмһетеүҙәренә, мыҫҡыллауҙарына түҙергә риза, әммә уның менән китә алмаясаҡ. Үлеүең мең артыҡ. Элегерәк, Сәйеттең ҡулы аҫтында йәшәгән сағында, бәлки, ул әйткән ергә эйәрер ҙә китер ине. Хәҙер булдыра алмай. Хәҙер уның Илһамы бар. Бәхеттең нимә икәнен белә. Ни йәне менән кире ҡоллоҡҡа әйләнеп ҡайтһын?!
Резеда өйгә баяғынан да нығыраҡ иҙелеп, ҡобараһы осоп ҡайтты. Тиҙ генә йоҡо бүлмәһенә үтергә уйлағайны ла, һаман аш-һыу тирәһендә ураланған ҡәйнәһе күреп тә ҡалды.
– Ни булды, килен?
– Бер ни ҙә булманысы, – тип йөҙөнә аптырау ғәләмәте сығарырға тырышты.
– Йөҙөң ап-аҡ, нур әҫәре юҡ. Ысынлап та, өҙлөктөң, ахырыһы, эш тип йөрөп. Ял ит, бөгөн тороп йөрөмә. Ынйыбикәнең мал-тыуарын үҙем теүәлләрмен әле.
Быны ишетеүгә Резеда ҡото осоп:
– Юҡ! Үҙем барам! Өҙлөкмәнем мин! – тип ҡысҡырҙы. Үҙе, яңылыш эшләгәнен аңлап, көсләп йылмайҙы. – Барыһы ла һәйбәт, борсолма, – тип ҡәйнәһен тынысландырырға ашыҡты.
Күңелле күренергә тырышһа ла, йөҙөнә нур ҡунманы бары-бер. Аптыранған Миңзифа, ай-вайына ҡуймай, киленен йоҡо бүлмәһенә ҡыуҙы. Тынысландыра торған үләндәрҙән төнәтмә яһап эсерҙе. Оят ине Резедаға. Ҡәйнәһе әсәләрсә хәстәрлек менән температураһын үлсәгәндә, маңлайына һыуыҡ ҡулдарын ҡуйып ултырғанда ер тишегенә инерҙәй булып ятты. Әммә, ҡәйнәм ятырға ҡуша, тип иркәләнеп ятырға ла ярамай, бәлки, ул быларҙың барыһын да Резеданы һынап ҡарау өсөн эшләйҙер. Торорға кәрәк. Төнәтмәнең дә файҙаһы тейҙе, әҙәмсә фекерләр хәлгә килде бит, бирешмәҫ. Бөгөн ҡәйнәһе уны аш-һыуға яҡын ебәрмәҫ, баҡсала булһа ла соҡсоноп инһен. Ҡурай еләктәрен йыйырға ҡулы теймәйенсә йөрөй ине, йәтеш булды. Көрөшкә эләктереп, баҡсаға сыҡты. Баҡсалары ҙур ғына уларҙың. Ҡәйнәһе буш ваҡытын ошонда үткәрергә ярата. Ана бит, ниндәй генә сәскәләр юҡ бында! Ә Резеда бер нәмә лә үҫтерә белмәй. Хатта сәскәләрҙең исемдәрен дә йүнләп хәтерләмәй...
Был баҡса шәп булды Резедаға, ҡәйнәһенең дә күҙенә күренеп йөрөмәй, эшһеҙ ҙә тормай, ваҡыт та үтә. Кисен ниндәй һылтау менән мунса яғыр, бына быныһы ауыр мәсьәлә.
– Аһ, килен, бында ни эшләп йөрөйһөң ул? – Урамдан ҡәйнәһенең тауышы ишетелде. Күреп тә ҡалған! Бөгөн унан ҡотолоу юҡ...
– Ҡойолоп әрәм булмаҫ борон, ҡурай еләктәрен йыйып, ҡайнатып ҡуяйым тигәйнем.
– Мин бит һиңә ятырға ҡуштым! – Шәп-шәп атлап килеп еткән ҡәйнәһенең тауышы асыулы яңғыраны. – Ҡайһылай әйткәнде тыңламайһың! Хәс тә бала-саға инде!
– Ятҡым килмәи минең, ҡәйнәм, еләк йыйыу ҡыйын түгел бит!
– Ҡыйын булмай ни! Көнө буйы ҡояш аҫтында йөрөп ҡара һин! – Ҡояш ҡыҙыу булмаһа ла, ҡәйнәһе был һүҙҙәрҙе ғәҙәт буйынса әйтеп ҡуйҙы, ахырыһы.
– Ни, ҡәйнәм, бөгөн мунса яҡҡанда яҡшы булыр ине. Хәҙер тиҙ генә һыу ташыйым да...
– Үҙем дә шулай уйлай инем әле! – Ҡәйнәһе ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй өлтөрәп алып китте. – Мунса бигерәк шифалы бит ул. Сабындырырға үҙем инермен. Шәп серен беләм мин уның! Бөтөн сирҙәрең, арыу-талыуың ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр. Ҡана, хәҙер үк яғайым!
Хәҙер үк тисе, иртәрәк бит әле! Резеда йәштәрсә бер дәрт менән өй яғына йүгереп ултырған ҡәйнәһен туҡтата һалды.
– Ҡәйнәм, һин борсолма улай. Мин уны һуң ғына яғып, сабынып сығырмын да, шунда уҡ йоҡларға ятырмын тип уйлағайным. Эштәрҙе бөткәс...
Ҡәйнәһе йәнә шунда уҡ ризалашты. Тик үҙенекен дә ныҡ торҙо: һыу ташырға, утын индерергә ҡушманы. Ҡатынҡайға баш ҡағыуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Ул хәҙер нимә ҡушһалар ҙа риза, тик Сәйетте генә белеп ҡалмаһындар. Көрөшкәһе тулғансы йөрөргә сабырлығы етмәне уның. Һәйбәт нәмәләр тураһында уйларға тырыша, юҡ, Сәйет иҫенә килә лә төшә. Тотона шунан күңеле болоҡһорға. Үҙенә лә юлға йыйынырға ҡушыуын иҫләһә, йәне көйөүҙән йөрәге болғана, башы әйләнергә тотона. Әллә барыһын да Динәгә һөйләргә, уның менән кәңәшләшергәме? Ни тиһәң дә әхирәте бит әле, бында иң яҡын кешеһе. Әммә нисек? Нисек һөйләһен ул барыһын да? Динә өсөн әхирәте саф, изге күңелле. Ниңә генә эйәреп килде лә Динәгә, ниңә генә кейәүгә сығырга ризалашты! Ул ваҡытта Илһамды оҡшатмай ҙа ине. Ә хәҙер ул иренән башҡа бер көн дә тора алмай. Шуға күрә бер генә юл ҡала: көтөргә, барыһының да яҡшы тамамланырына өмөтләнергә, ысын күңелдән Алланан ярҙам һорарға.
– Килен, һине телефонға саҡыралар! – Ҡәйнәһе күтәрмәгә сығып ҡысҡырҙы.
– Кем? – Резеда аптырап китте, уны бында бер кем дә белмәй ҙә баһа. Әллә бер-бер хәл булып, ауылдан әсәләре шылтыратамы? Әй, моғайын, Динәлер...
– Белмәйем, исемен әйтмәне, ниндәйҙер бер ир.
Ир тигән һүҙҙе ишетеүгә Резеданың йөрәге жыу итеп ҡалды. Ул! Сәйет! Резеда өйгә нисек йүгереп ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Алло, алло! Кем был?
– Кем, имеш, мине танымай башланыңмы?!
Сәйеттең тауышын ишетеүгә Резеда йәшелле-күкле төҫкә инде. Таныш түгел ир тауышын ишеткәс, ҡәйнәһе лә уның артынан инеп, ишек төбөндә тыңлап тора, етмәһә. Резеда ҡурҡышынан нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ килде, үҙенең йөрәге сығырҙай булып типте, әйтерһең, бөтә өйгә яңғырап ишетелеп тора.
– Ә-ә, Рәфҡәт ағай, Һинме ни? Һаумы! – тип саҡ әйтә алды, ҡәйнәһе яғына әйләнеп, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарҙы. Бөтә тәненә тир бәреп сыҡты, аяҡ быуындары ҡалтыраны.
– Атаң башына ағайың булайыммы мин һиңә?! – Сәйет аҡырыбыраҡ өндәште. Резеда уның һайын трубканы ҡолағына нығыраҡ терәне.
– Хәлдәр нисек, ағай? Әсәйем менән атайым ауырымайҙармы? – Башына тәүге килгән һорауҙы бирҙе Резеда.
– Ҡасан киләһең? – тип мыжыны Сәйет.
– Үҙең беләһең, ағай, яҡын ара түгел, тиҙ генә ҡайта алмайым инде. Һағынып та өлгөрҙөгөҙмө ни?
– Ә мине не волнует! Һин минең янда булырға тейешһең! Ишетәһеңме?
– Беләм дә бит... Ниндәй яңылыҡтар бар, ағай? Күрше-тирә нисек көн күрә? Уларға минән күп сәләм! – Телефонды һалып ҡына ҡуйырға ла булыр ине, әммә Резеда уны ҡолағынан айыра алмай, нисек матҡып тотҡан, шулай тора бирә. Исмаһам, ҡәйнәһе сыҡмай!
– Хәҙер үк килеп етмәһәң, ҡара уны, үҙем барам!
– Әсәйемде һаҡла инде. Өйҙә килен бар, эшләһен йәш кеше!
– Һин нимә лыҡылдайһың ул?!
– Ярай, ағай, оҙаҡ итеп һөйләшеп тора алмайым, һеҙҙең барығыҙға ла кейәүегеҙҙән, ҡәйнәмдән күп сәләм! Һау бул! – тине лә ҡабаланып трубканы һалды. Уф... Сәйеттең һуңғы: «Бирермен мин һиңә кейәү менән ҡәйнәне!» – тигән янау һүҙҙәре генә яңғырап ҡалды. Ҡәйнәһе бер ни өндәшмәне. «Ағаһы» менән һөйләшкәнгә ышандымы? Ай-һай, ниҙер һиҙенде, юҡһа, һүҙһеҙ, сәйер ҡиәфәт менән сығып китмәҫ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының һаулығын белешер, уларға сәләм еткерер ине. Был Сәйет менән нимә эшләргә? Хәҙер өйгә шылтырата башланы. Кил, ти... Тота һалып нисек сығып китһен? Йә берәйһендә йомош-фәләне юҡ. Динә! Динәгә барам тип сығып китәсәк! Резеда, башына йүнле уй килгәнгә һөйөнөп, шарт-шорт баҫып ҡәйнәһе янына сыҡты.
– Ҡәйнәм, Илһам бөгөн һуң ҡайта, мин Динәгә барып киләйем әле? Күптән үҙен күргән дә юҡ.
– Аһ, ҡайһылай ҡапыл ғына уйлап ебәрҙең. Хәҙер һуң түгелме? – Миңзифа сәғәтенә күҙ һалды.
– Динәне күреп, уның менән һөйләшеп ҡайтһам, күңелем урынына ултырыр ине. Рәфҡәт ағайым да шылтыратҡас, әсәйемдәрҙе, тыуған яҡтарымды һағынып киттемсе, – тип хәйләләне Резеда. Уға нисек булһа ла ҡәйнәһен ышандырырға, шик уятмаҫҡа кәрәк. Ысынлап та, уның ошо һүҙҙәренән һуң Миңзифаның зиһене асылып киткәндәй булды: бына эш нимәлә икән! Әлбиттә! Сит-ят яҡҡа сығып китһә, үҙе һағынмаҫ инеме ни? Килененең сәйер ҡыланыштарына аптыраған була тағы!
– Бар әйҙә, килен, бар, әхирәтең менән күңелең булғансы һөйләшеп ҡайт. Борсолма, мин бында мунса яғып ҡуйырмын. Илһам иртәрәк ҡайтһа, барып алыр үҙеңде.
– Юҡ-юҡ, ҡәйнәм, үҙем ҡайтам! Эштән арып ҡайта, ыҙалап йөрөмәһен!..
– Ярай, үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Резеда кейемдәрен алыштырып, аҡса алды ла, уҡ кеүек урамға атылды. Китешләй магазинға инеп икмәк, колбаса-маҙар, билмән, араҡы, закускаға тоҙло ҡыяр һатып алды. Сәйеттең тамағын туйҙырырға кәрәк. Уның ашамһаҡлығына аптырай Резеда, һис туя белмәй. Әле уға нимә бирһәң дә һоғоноп ултыра, ә элек һайланып теңкәһенә тейә ине: аш бешерһәң, үтә эҫе лә булмаһын, һыуынып та китмәһен, йылытылған кәрәкмәй уға. Бер төрлө аш ҡабатланмаһын.
Сәйет үрһәләнеп, соланда уҡ ҡаршы алды Резеданы.
– Ниһайәт! Өйөңә барырға тип уйлай башлағайным инде! – Ҡатынды күреп, ҡыуанып китте.
– Һин ниңә өйгә шылтыратаһың? – Резеда шунда уҡ уға ташланды. Эсенә йыйылған асыуынан тиҙерәк ҡотолғоһо килде уның.
– Һаман килмәгәсең... – Сәйет бер аҙ тынысланғайны, Резеда менән был юлы әҙәмсә һөйләште, аҡырманы-баҡырманы. Кәпрәйеп маташһа ла, күңелендә ҡурҡыу остоғо ла бар ине: әгәр милицияға хәбәр итә ҡалһа? Йә иренә һөйләп ҡуйһа? Мөмкин бит. Ярай, элек тулыһынса үҙенә буйһондороп тота ала ине, әле хәлдәр башҡасараҡ тора шул.
Резеда билмән бешерҙе.
– Һағындым һине! – Ҡатындың һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған Сәйеттең күҙҙәре майланды.
– Сәйет, – тип һүҙ башланы ҡатын бер аҙ өнһөҙ ултырғандан һуң. – Һиңә яңғыҙыңа ғына һәм тиҙерәк китергә кәрәк бынан. Ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың бит. Мин һиңә йөк кенә буласаҡмын, быны үҙең дә аңлап тораһың. Китергә, кеше күҙенә күренмәҫкә хәлемдән килгәнсе ярҙам итәсәкмен...
Бәлки, юхалауға барыр, тип һөйләне быларҙың барыһын да Резеда. Уйлап ҡарар ҙа, яңғыҙына, ысынлап та, уңайлыраҡ икәнен аңлар.
– Һинән ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү миңә шул тиклем рәхәт! Һине генә яратыуымды яңы төшөндөм. Икенсе ир ҡуйынында икәнеңде күҙ алдына килтереп, көнләшеп үлә яҙҙым бит! Төндәр буйы үҙем менән көрәшеп сығам. – Ирҙең күңел йоҙағы асылды, эсендәген һөйләп ҡалырға тырышты. Урынынан ҡалҡынып, Резеда эргәһенә иҙәнгә килеп тубыҡланды. – Бергә китәбеҙ, ишетәһеңме? Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, һағындым!
Сәйет Резеданы ҡосаҡларға, үбергә ынтылды. Тегеһе ытырғанып янтайҙы, шулай ҡыланырын белә ине бит инде. Ул тартҡылашҡан һайын Сәйет нығыраҡ шашынды, тиҙҙән үҙен ҡулда тота алмаҫлыҡ хәлгә килде... Үҙе туҡтауһыҙ: «Тиҙҙән китербеҙ, яңы тормош башларбыҙ, бик бәхетле йәшәрбеҙ. Мин үҙгәрермен, мотлаҡ үҙгәрермен, һинең хаҡҡа, һине яратыуым хаҡына...» – тип һөйләнде. Яратыу хаҡында ялғанламай ине ул. Тәүҙә менттар ҡулына тапшырғаны өсөн үс алырға теләйем, тип уйлағайны, юҡ икән, уның күңелендә нәфрәт менән бергә Резедаға ҡарата һөйөү ҙә йәшәүен төшөндө. Менттар ҡулынан ҡасҡас, бынан китергә, юғалырға, бөтөнләй икенсе ерҙә шытып сығырға тейеш ине. Булдыра алманы. Резеданы ла үҙе менән алып китергә ҡарар итте.
Ҡасандыр ул да әсәһе менән атаһының ҡәҙерле балаһы ине. Етеш йәшәмәһәләр ҙә, бәләкәй сағында үҙен бик бәхетле тойҙо. Тик байрам итергә яратты әсәһе менән атаһы. Тиҙҙән был ғәҙәттәренә инеп китте, һуғыш-талаштары йышайҙы. Ашарҙарына ла йыш ҡына булманы. Шунда ул үҙенә һүҙ бирҙе: ул бер ваҡытта ла әлегеләй ас-яланғас йәшәмәйәсәк! 90-сы йылдарҙа болғаҡ донъя башланғас, юлдары ла асылды, кәрәкле кешеләре лә табылды. Тиҙҙән ҙур аҡсаға өйрәнде, яҙыҡ юлдан киткәнен аңлаһа ла, туҡтай алманы. Әле, ҡасаҡ тормошо алып барғанда, уйланырға ваҡыты күп булды уның. Заяға үткән ғүмер юлын барлап, үҙенә йәне көйөп үрһәләнеп тә алды. Яңы тормош башларға тип уйлаһа ла, үҙенә бик ышанып та етмәне, кешесә йәшәй алмаясағын яҡшы аңлай. Бөтә өмөтө Резедала хәҙер. Әгәр ул ярҙам итһә, таяныс булһа, бәлки, нимәнелер үҙгәртә алыр. Тик уныһының баш бирмәҫкә тырышыуы һарыуын ҡайнатты. Кейәүгә сыҡҡан тигенсе әле!
Ҡайтырға сыҡҡанда Резеданың тамсы ла йәшәгеһе килмәй ине. Ниндәй ғәрлек! Хәҙер иренең, ҡәйнәһенең күҙенә нисек тура ҡарар? һүҙ ҡушыр? Илһам менән бер түшәккә ятыр? Сәйеттән дә бысраҡ, унан да әшәке әҙәм юҡтыр ул! Ҡайһылайтырға? Әллә үҙенә ҡул ғына һалырға ла ҡотолорғамы? Ҡаяға менер ҙә, һыуға ташланыр... Бөтөнләй башы буталды уның. Яңы тормош башлайым тип иртә ҡыуанған икән. Күрәһеләре алда булған шул әле. Үлгеһе килә уның. Өйөнә бөтөнләй аяғы тартмай. Лайыҡ түгел ул яҡшы күңелле кешеләр янында йөрөргә. Яҡындарын барыбер ғүмер буйы алдап, иртәгәһе көндән ҡурҡып йәшәй алмаясаҡ. Уға хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй кеүек. Бәлки, яҙмышына күнеп, Сәйет менән сығып ҡына китергә кәрәктер? Резеда үҙен донъялағы иң йәл бер йән эйәһе итеп тойҙо. Ә бәхет... булды ла бөттө. Шул үткән бәхетле минуттарын яҡты бер иҫтәлек итеп ғүмер буйы күңел түрендә һаҡлаясаҡ. Ҡотолоу юҡ Резедаға үткәндәренән, улар һәр ваҡыт эҙәрлекләйәсәк, табасаҡ, ыҙалатасаҡ, ғазаплаясаҡ. Был Сәйет үлһә лә тынғылыҡта ҡалдырмаҫ Резеданы. Ана бит, әле лә ҡайҙа икәнлеген белеп, эҙләп килеп еткән. Ундай кешене ер ҙә үҙенә алмай шул. Һәм Резеда кеүектәрҙән дә сирҡана торғандыр ер...
Күҙ йәштәрен йотоп, иҫерек кеше кеүек алпан-толпан атланы ул урам буйлап. Ҡыҫҡа ғына был ара шул тиклем оҙон тойолдо. Аяҡтары талды, ултырғыһы килде. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Сәңкеп-сәңкеп башы ауыртты.
Бер кемгә лә, бер нәмәгә лә иғтибар итмәй йортҡа уҙҙы. Ҡәйнәһенең:
– Һәүкәш! Алаҡай, ал аяғыңды! – тип ҡысҡырыуын ишеткәс кенә айнып китте. Бәй, ул бит Ынйыбикә апайҙарының һыйырын һауманы. Ынйыбикә апай... Шылтыратмай ҙа, ҡайтыр хәбәре лә ишетелмәй. Нимә эшләп йөрөй икән? Бандит ирен шулай ныҡ яратамы? Әллә нимә менән шөғөлләнгәнен белмәй ҙәме? Резеданың тамсы ла хәле юҡ, «теләһә ни эшләһендәр!» тине лә, урын һалып-нитеп тормай, карауатына менде лә ятты. Торғоһо килмәй. Бармаясаҡ ул унда яңынан. Белһендәр әйҙә килендәренең кем икәнен! Ә мунса? Мунса төшөргә киләм тине бит! Ҡәйнәһе яҡтымы-юҡмы? Бесәй кеүек бөгәрләнеп ятҡан бәләкәй, сибек кенә кәүҙә өшөүҙән еңелсә ҡалтыранды. Үҙенән-үҙе күҙҙәре йомолдо. Уйҙары төшө менән буталып, һаташты.
Тышта эштәрен бөтөрөп ингән Илһамды кәләшенең әлеге хәле борсоуға һалды.
– Кәләш! Нимә булды? Ауырып киттеңме әллә? – Йәһәт кенә эргәһенә килеп ултырҙы. Ҡулын маңлайына ҡуйҙы. – Һин бит янаһың! һыуыҡ тейҙерҙеңме икән? Хәҙер дарыу бирәм.
«Кәрәкмәй... Миңә хәҙер бер генә дарыу ҙа ярҙам итмәйәсәк, – тип бышылданы көскә күҙҙәрен аса алған Резеда. – Минең үлгем генә килә...»
– Әйттем мин уға бөгөн ял ит тип, юҡ, үҙһүҙләнеп, тыңламаны! – һуҡрана-һуҡрана Илһам артынан бүлмәгә ҡәйнәһе инде. – Тыуған төйәгенән сығып киткәненә нисә йыл, ҡала ҡыҙына, аҡһөйәккә әйләнеп бөткән бит инде! Ауылда донъя көтөү, ай-һай, уйын түгел шул!.. – Унан улының ҡулындағы аптечканан аспирин алды. – Әлегә бына ошоно бирә тор. Температураһы төшмәҫтәй булһа, фельдшер саҡырырбыҙ. Тыңламай әллә ҡайҙа ятҡан Динәһенә сығып киткән булды. Мин дә шәп инде, күрә-белә ебәреп торам! – Ҡәйнәһе аш-һыу бүлмәһендә йөрөгәндә лә һуҡрана ине әле.
Илһам стакан менән һыу алып килде.
– Кәләш, башыңды ҡалҡыт та бынау төймәсекте ҡап әле...– тип балаға әйткән кеүек иркәләп өндәште. Резеданың һис тә ҡыбырлағыһы килмәй. Ниңә ыҙалаталар уны? Нимәгә кәрәк уларҙың дарыуҙары? Теймәһендәр, тыныслыҡта ҡалдырһындар ине уны! Береһен дә күргеһе лә, ишеткеһе лә килмәй. Әммә Илһам уның ай-вайына ҡарамай, бәләкәй генә аҡ төймәсекте ауыҙына ҡаптырҙы, артынан түгә-түгә һыу эсерҙе. Резеданың өҫ кейемдәрен систереп, юрған япты. Илһам үҙе лә, кәләшен ҡосағына ҡымтып, эргәһенә ятты. Резедаға рәхәт тә, ҡыйын да. Ситкә этергә итә, әммә көсө етмәй. Унан башында тағы уйҙар ҡайнай башлай: уға бит бындай бәхетле минуттарҙы кисерергә күп ҡалманы, ятып ҡалһын иркәләнеп.
Бер аҙҙан иҙрәп йоҡлап китте Резеда, әммә оҙаҡ та ятманы, тирләп уянды. Бүлмә эсе дөм-ҡараңғы, исмаһам, ай ҙа юҡ. Сәғәт нисә икән? Эргәһендә бер ни белмәй мышнай-мышнай Илһам йоҡлай. Тимәк, ваҡыт һуң! Резеданың йөрәге дөп-дөп типте. Урамда шылт иткән дә тауыш юҡ, әйтерһең, тормош туҡтап ҡалған. Ул бит мунса яғырға тейеш ине! Дөрөҫөрәге, ҡәйнәһе. Яҡмай ҡуйһа? Яҡҡан хәлдә лә ишеген йоҙаҡлаһа? Сәйет төн уртаһында килеп ғауғалап, Резеданы таптырып йөрөһә? Унан булмаҫ тимә! Резеда торорға теләп, урынынан ҡалҡынды. Әммә кәүҙәһе бүрәнә кеүек, үҙен һис тыңламай. Башы ла, ҡом тултырып ҡуйғандай, көс етмәҫлек ауыр. Ҡыбырларға ла хәле етмәйенсә, лып итеп урынына кире ауҙы. Күҙенә йәш эркелде. Артабан әллә йоҡланы, әллә юҡ, ошо ике арауыҡта Илһам һәм Сәйет менән һаташты. Бына улар Резеданың ике яғына баҫҡан. Илһам бер туҡтауһыҙ алға әйҙәй. Ҡатын бер аҙым яһай ҙа, туҡтап ҡала. Алға барырға ҡурҡа. Сөнки, ана, эргәһендә генә Сәйет һынында үткәндәре тора. Уның янында ҡараңғы, һыуыҡ. Рәхәт тормошта йәшәргә хыялланып, аҡсаға алданып, күпме хаталы аҙымдар яһалған, әсе күҙ йәштәре лә әҙ түгелмәгән. Ошоға тиклемге тормошо бер нәмәгә тормай, үкенестәрҙән башҡа бер нәмә лә юҡ унда. Ҡатын шуны аңлай: барыһын да өр-яңынан башлап, алға барыр өсөн ул үткәндәренән ҡотолорға тейеш. Уның өсөн башҡаларҙы ла, үҙен дә ғәфү итеп, бөтәһен дә нисек бар, шулай ҡабул итеү зарур. Шул саҡ күҙ алдына ҡая һәм уға һыйынған ҡайын килеп баҫа. Ул ошо ҡаяның көсөн үҙенә алырға тейеш! Шул мәлдә мотлаҡ Илһам яғына, яҡтылыҡҡа табан атлаясаҡ. Уға кейәүгә сығып, беренсе аҙымды яһаны ла бит инде. Ошо ике тойғо араһында һаташып, шыбыр тиргә батты. Бер нәмә лә бушҡа бирелмәй, һәр ҡылынған гонаһ өсөн түләргә, яуап бирергә кәрәк был тормошта...
Күҙҙәрен асҡанда яҡтырғайны инде. Ҡояш уларҙың тәҙрәһенә боролған, тимәк, һыйырҙар көтөүгә күптән киткән. Резеда ҡорт саҡҡандай һикереп тороп ултырҙы. Ул бит йоҡлап ҡалған! Әҙәмдән оят! Ынйыбикә апайҙарҙың һыйырҙары һауылдымы? һауылғандыр, ҡәйнәһе уның уянғанын көтөп ятмағандыр... Уф... Ниңә атты был көн? Ниңә ул уянды? Ниңә мәңгелеккә күҙҙәрен йомманы шунда? Күрәһеләре бөтмәгән өсөнмө? Ҡатынҡай, ауыр итеп ыңғырашып, йөҙ түбән әйләнеп ятты. Нимә эшләргә? Ниндәй көс табып торорға? Өйҙә тынлыҡ. Ауыр тынлыҡ. Бүлмәнең, улай ғына түгел, тотош өйҙөң йәме юҡ, һыуыҡ, шомло, тын ҡыҫыла. Әйтерһең, кемдер үлгән. Хәйер, Резеда үҙе үлде түгелме ни? Карауатта тәне генә ята, йәне үлде. Шуға ла ҡыйын кеүек тойолалыр ул. Бүтәндәргә ғәҙәттәгесә таң аталыр, шул уҡ һауаны һулайҙарҙыр.
Урамда мөңгөр-мөңгөр һөйләшәләр. Ниңә Илһам уның янына инеп тә сыҡмай? Хәлен белешмәй? Әй, юҡ та, инмәһен! Кәрәкмәй, бер кемде лә күргеһе килмәй Резеданың. Бына ошо яҫтыҡты ҡосаҡлап, ауырығанға һалышып тик ятасаҡ ул бөгөн карауатта. Сәйет тә теләһә ни эшләһен! Кискә Резеда бөтөнләй икенсе донъяға юлланасаҡ. Арыны ул барыһынан да. Ялҡты. Был мәхшәр бер ҡасан да бөтмәйәсәк, алдаҡҡа ҡоролған тормошонда бәхетле булмаясаҡ барыбер Резеда. Иң һәйбәте – бер кемгә лә бәлә һалмай ғына китеү. Үҙ ваҡытында. Үҙе белеп.
Бына ҡәйнәһе өйгә инде. Ҡулын йыуҙы. Шалтыр-шолтор килеп бактан сәйнүккә һыу ҡойҙо. Кисә һыу индермәне Резеда. Ғәҙәттә, кистән ташып ҡуя торғайны. Тиҙҙән сәйнүктең шыжлағаны ишетелде. Шкафтан әйберҙәр алып, сәй ултырта башланы. Илһам инде. Ҡулын йыуҙы. Тауыш-тын бөттө, һөйләшмәйҙәр. Иртән өй эсе бигерәк тә гөрләп тора торғайны, ғәжәп, бөгөн ғүмерҙә булмағанса тын. Шулай ҙа, ниңә Илһам уның янына һаман инмәй? Резеда түҙемһеҙләнә башланы. Ҡулын йыуғас та хәлен белергә тейеш ине лә баһа? Сәйет эште боҙоп ҡуйғанмы әллә? Ул мотлаҡ килгән булырға тейеш. Сөнки ҡат-ҡат киҫәтте бит. Резеда бөгөн иртән бармағас, йәне көйөп, берәй нәмә ҡылып та ҡуйырға мөмкин. Ҡыҙҙы ҡурҡыу алды. Ҡабырғаһына әйләнеп ятты ла юрғанын башы аша бөркәнде. Ошолай ғына бөтөн булған проблемаларыңдан ҡасып ҡотолоп булһа икән?! Юрған аҫтында ла әлеге уйҙары тынғы бирмәне. Башы яңынан сеңкеп ауыртырға тотондо.
Кухняла ултырған иренең һәр ҡыланышын күҙ алдына килтереп, йөрәге һыҙланы. Инһен ине Резеда янына, әрләһен, сәсенән һөйрәтеп йөрөп туҡмаһын ине! Өнһөҙлөгө менән бәғерен өҙҙө ул ҡатынының. Билдәһеҙлектән дә ауырыраҡ нәмә юҡтыр!
Өйҙәге тынлыҡты боҙоп, телефон шылтыраны. Уның тауышына терт итеп ҡалды. Кем булыр? Үс иткәндәй, оҙаҡ ҡына береһе лә алмай торҙо. Ниһайәт, ҡәйнәһенең: «Эйе, тыңлайым», – тигәне ишетелде. Теге башта өндәшмәйҙәр ине булһа кәрәк, бер һүҙҙе әллә нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң, йән асыуына трубканы һалып ҡуйҙы. Сәйет кенә булды был. Резеданы юғалтҡандыр. Юҡ, бармаясаҡ ул бөгөн. Резеда йән әрнеүен баҫыр өсөн, юрғанының осон бар көсөнә тешләп тартырға тотондо. Нимә булһа ла булыр, яҙмышын Хоҙай ҡулына тапшырып, барыһын да Илһамға һөйләйәсәк. Әгәр Резеданың хәлен аңлаһа, ғәфү итә алһа, тормошон өр-яңынан, таҙа биттән башлаясаҡ. Алға атлаясаҡ!..
Илһамдың ауыр аҙымдары ишетелде. Был яҡҡа килә! Резеда тулҡынланыуҙан тын алырға ла онотто. Күкрәк тәңгәле әсетә башлағас ҡына ауыр итеп һулап ҡуйҙы. Ни тиер? Резеданың үҙенә ни эшләргә? Ул йәһәт кенә тороп ултырҙы. Тубыҡтарын юрғаны менән ҡапланы. Әйтерһең, юрған уның һаҡсыһы, ул булғанда Резедаға ҡурҡыныс янамай. Килеп ингәс тә, Илһам күҙҙәрен иҙәнгә йүнәлтте. Ҡатынының ялбарыулы, меҫкен ҡарашын күтәрә алманы. Бер ни өндәшмәй кейем шкафын асты, аҫҡы тартмаһын алға һөйрәп сығарҙы ла нимәлер эҙләй башланы. Үҙе, һыу уртлағандай, ләм-мим.
– Илһам, берәй нәмә булдымы әллә? – Резеда ипләп кенә өндәште, бер нәмә лә белмәгәнгә һалышты. Барыһын да һөйләргә әле ваҡыты түгел.
Илһам, эҙләнеүенән туҡтап, ялп итеп кәләшенә әйләнде. Бер ни аңлатмаған, мәғәнәһеҙ ҡарашы менән тексәйеп торғандан һуң:
– Уны мин һинән һорарға тейеш, – тине лә яңынан үҙ эшенә тотондо. Бер төн эсендә ни тиклем үҙгәреш! Кисә генә кәләшен яҡлашыр өсөн дошманына ҡыйғыр бөркөттәй ташланырға әҙер үткер ҡарашлы, етеҙ, дәрте ташып торған ире ҡартайып киткәндәй. Ҡыланыштары, үҙен тотошо бабайҙарға оҡшап ҡалған.
– Нимәне, Илһам? Бәлки, аңлатырһың?
Уның һүҙҙәрен, әйтерһең, ишетмәй ҙә. Резеданы бар тип тә белмәй. Шулай уҡ барыһы ла бөттөмө икән ни? Ғәфү итмәҫме?
Кәрәкле әйберен тапҡас, Илһам сыға башланы. Резеда түҙмәне, иҙәнгә һеләүһен етеҙлеге менән һикереп төштө лә, иренең аяғынан ҡосаҡлап, иҙәнгә йығылды.
– Илһам, өндәшмәй-нитмәй сығып китмә улай. Зинһар! Миңә былай ҙа ауыр!
Илһам иҙәндә ултырған ҡатынына нәфрәт менән ҡараны. Резеданың ҡулдарынан арынырға тырышып, аяғын һелкте. Әммә Резеда ныҡ тотҡайны, тиҙ генә ебәрергә теләмәне.
– Һөйләш минең менән... Зинһар.
– Һине... һине күргем килмәй! Ебәр.
– Юҡ! – Резеда уның һайын Илһамдың аяҡтарына сат йәбеште. – Һин тыңларға тейешһең. Хәҙер барыһын да аңлатам һиңә.
– Аңлаттылар инде, ыҙаламаһаң да була! Бөтөн ауыл һөйләгәндә нимәгә ваҡыт әрәм итергә?
Бер аҙға албырғап ҡалған Резеданың ҡулдары бушауын тойоп, аяғын ҡапыл тартып алды. Резеда, кәүҙәһен тота алмай, йығылды. Шунан файҙаланып, Илһам шәп-шәп атлап сығып китте. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға бер генә тапҡыр ҙа ҡул күтәргәне юҡ, әммә енәйәттәр тап ошондай мәлдә ҡылыналыр, күрәһең. Илһам йөрәгенең дарҫлап тибеүен, мейеһенә ҡан йүгереүен тойҙо, үҙенән-үҙе йоҙроҡтары төйнәлде. Ҡыҙып китмәҫ өсөн гаражына инде, машинаһын тоҡандырҙы. Бер аҙҙан өйҙәгеләр машинаның тауышын ғына ишетеп ҡалды. Миңзифа апай артынан йүгереп сыҡһа ла, өлгөрмәне. Илһамдың туҡтарға ла, ҡайҙа киткәнен белдерергә лә теләге юҡ ине. Сөнки әлегә үҙе лә белмәне. Уға тынысланырға, үҙ хәленә ҡайтырға кәрәк, ә өйҙә был мөмкин түгел. 40-ҡа етеп килгәндә тәүге тапҡыр ғашиҡ булғайны бит ул! Ә уныһы торғаны менән бер йылан булып сыҡты. Ә Динә? Ниңә ул мыҫҡыл итте Илһамды? Яҡшы мөнәсәбәттә инеләр бит һуң. Килешмәһәләр, берәй нәмәне бүлешә алмаһалар, үс ала, тип әйтер инең. Ә былай... Юҡ, йәшәй алмаясаҡ ул кәләше менән. Әлбиттә, һәр кем хаталана, ниңә, исмаһам, һөйләмәгән? Илһам белмәҫ, тип өмөтләндеме? Бер алйотто таптым, тип ҡыуандымы? Илһамдың асыуҙан күҙ алдары ҡараңғылана башлағас, машинаһын туҡтатырға мәжбүр булды.
Башын руленә терәне лә, күҙҙәрен йомоп, өнһөҙ ҡалды. Күҙ алдында Резедаһының инәлеүле йөҙө. Кеше шул тиклем дә ике йөҙлө була ала икән дә! Ҡапыл эске бер тауыш: «Бәлки, ул дөрөҫтө әйтәлер, һин бит тыңламаның...» – тигәндәй булды. Ә өйләнгәндә кәләшенең үткән тормошо менән ҡыҙыҡһынманы, белергә теләмәне. Илһам, кәләше менән һөйләшмәгәнгә бер секундтай ғына үкенгәндәй итһә лә, йөрәге ярһыуҙан туҡтаманы.
Шул ваҡыт телефоны шылтыраны. Ынйыбикә апаһы!
– Эйе, тыңлайым, һөйлә, – тине ул ҡоро ғына. Уның Резедаһы тураһында хәбәр иткән Сәмиғулла еҙнәһенә булған асыуын апаһына төшөрҙө. Әйтерһең, уның да ғәйебе бар.
– Иркәм, был мин. Миңә һинең менән һөйләшергә кәрәк. – Тауышы төшөнкө, ышанысһыҙ. – Яңылыҡтарҙы ишеттем...
– Минең һөйләшергә кәйефем юҡ, апай.
– Зинһар, тыңла. Минең үҙемә лә кем менәндер һөйләшергә кәрәк, юҡһа, йөрәгем шартлаясаҡ.
Ынйыбикә кем менән йәшәп ятҡанын, Семен-Сәмиғулланың ниндәй әҙәм икәнен яңы белде. Ишеткәндәрен башына һыйҙыра алманы. Баҡһаң, уның артында ҡәҙерле ире әллә ниндәй ҡырын эштәр ҡылып ятҡан. Резеда тураһында ла ишетте ул бында. Килененең бөтә тормош юлын күҙ алдынан үткәреп, сикһеҙ йәлләне. Сәмиғулла, Илһамдың кәләше кем икәнен белгәс, үрһәләнеп, ни эшләргә белмәгәйне шул. Кемдер уларҙы баш-тояҡтары менән менттарға һатҡас, эштәре бөтөнләй бармай ине, ә ул кемдер Резеда булған икән.
Резеда күпме ятҡандыр иҙәндә, иҫләмәй. Ни илай алманы ул, ни көлә алманы, һыны ҡатҡан килеш бер нөктәгә төбәлеп тик ятты. Донъя һүнде уның өсөн. Илһамһыҙ тормошоноң йәме юҡ.
Ҡәйнәһенең ҡыштыр-ҡыштыр нимәләрҙер эшләгәне, бүлмә буйлап йөрөгәне ишетелә, әммә юрамал ғына булһа ла Резеда ятҡан бүлмәнең ишеген асып та ҡарамай. Кисә генә нимә алып, нимә бирергә белмәй ине, бөгөн... Йөрәкте өҙөп тағы телефон шылтыраны. Быныһында ҡәйнәһе шунда уҡ алды: «Эйе, тыңлайым». Теге башта нимә тигәндәрҙер, Миңзифа трубканы тотоп Резеда янына килеп инде.
– Мә! һөйәркәң!
Тауышында ни тиклем нәфрәт! Туғанын үлтергәнме ни Резеда. Телефонды алды ла, бер ни өндәшмәй, кире һалды. Сәйетте, мөмкин булһа, өҙгөсләп ташлар ине. Талапсан тауыш менән телефон яңынан шылтыраны. Резеда йәнә һүндерҙе.
– Ниңә һөйләшмәйһең? Мин ҡамасаулайыммы әллә? – Резеданың ҡыланышы Миңзифаның йәнен генә көйҙөрҙө.
– Һөйләшкем килмәй.
– Эй, килен, килен! Мин бит һине өйөбөҙгә үҙемдең ҡыҙым кеүек ҡабул иткәйнем... – Миңзифа карауатҡа килеп ултырҙы ла сеңләп илап ебәрҙе. Ул да күкрәгенә төйөн булып төйнәлгән йәшен нисек тышҡа сығарырға белмәйенсә йөрөй ине. – Ниңә улымды күрәләтә бәхетһеҙ иттең? Ни ғәйебе бар ине һуң уның? Әллә фәхишә икәнеңде береһе лә белмәҫ тип өмөтләнгәйнеңме? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ул. Бер ваҡытта ла көнөнә ҡырҡ ир аҫтына ятҡан фәхишә киленем булыр тип уйламағайным. Эй, Аллам, ниндәй гонаһтарым өсөн язалайһың икән?
Аһ, көнөнә ҡырҡ ир аҫтына... Сәйет шулай һөйләнеме икән ни? Вәт хайуан!
– Кем һөйләне һеҙгә уларҙың барыһын да?
– Кем ауыҙынан ишеткәнде кем генә иҫләһен инде! Бөтөн ауылға рисуай булдыҡ. Бөтөнөһөнөң телендә хәҙер беҙ генә.
Ҡәйнәһенә яуап итеп ни әйтергә белмәне Резеда. Аҡланып та ни тиһен? Уларҙың һүҙендә хаҡлыҡ бар – нимә генә тиһәң дә, теләк менәнме, түгелме, ҡайһы берҙә Сәйеттең ҡәҙерле ҡунаҡтарының күңелен күрҙе.
– Ҡәйнәм... – Резеда нимәлер аңлатырға тип ауыҙын ас-ҡайны, ҡәйнәһе уҫал итеп:
– Өндәшмә, исмаһам! – тип ауыҙын япты. – Оялыр инең әҙерәк! Бына нимә, һин артабан был өйҙә ҡала алмайһың! Быны үҙең дә аңлап тораһыңдыр, һөйәркәң дә тынғы бирмәй, ана.
– Һөйәркәм түгел ул минең!
– Ышанмайым. Кисә лә, Динәгә барам тигән булып, йөрөп ҡайттың түгелме? Етмәһә, ниндәйерәк спектакль уйнаның! Көлөргә кешеһе генә юҡ ине. Илһам ҡайтҡансы сығып кит! Бер минут та тотҡом килмәй фәхишәне үҙ өйөмдә! Ярай әле Сәмиғулла кейәү күҙҙе асты. Былай булһа, ҡуйыныбыҙҙа һаман йылан эйәләтеп ятыр инек, үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлдөрөп!
Сәмиғулла, тиме? Тимәк, ел Өфөнән иҫә булып сыға? Ах, хайуан! Ә Ынйыбикә апай? Ул иренең кем икәнен, ниндәй эштәр менән шөғөлләнгәнен беләме?
Резеда туйҙа Илһамы һөйөүенең билдәһе тип бүләк иткән балдағын бер систе, бер кейҙе. Бынан ары уны йөрөтөргә хаҡы юҡ. Тимәк, ҡалдырырға тейеш. Ҙур ауырлыҡ менән балдағын тәҙрә төбөнә һалды. Илап танһығы ҡанғас, юл сумкаһын сығарып ултыртты. Шкафты асып, кейемдәрен алып карауатҡа ырғытты. Әйберҙәре күп түгел уның, бөкләп хитланманы, йомарлап-йомарлап тыҡты ла, сумкаһын ҡосаҡлап, уйға ҡалды. Инде ҡайҙа барырға? Сәйеткәме? Юҡ! Һәм тағы ла берҙе юҡ! Үлтерһә, үлтерһен, әммә уға боролоп та ҡарамаясаҡ. Динәгә барырмы? Былай ҙа башына бәлә һалды бит инде. Хәҙер инде ҡәйнәләренә түгел, уға ла бармаҡ менән төртөп күрһәтәсәктәр, сөнки Динәнең таныштырғанын бөтәһе лә белә. Ауылға ҡайтырғамы? Әсә-атаһының яраһына тоҙ һалырғамы? Өфөлә, аяғы тартмаһа ла, фатиры бар бит әле уның. Шунда ҡайтырғамы? Үҙен берәй нисек аҫрар әле. Ни эшләргә белмәй, башын тотоп яңынан карауатына ауҙы.
Миңзифа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне был мәлдә. Үҙенән дә бигерәк алданған улын күҙ алдына килтереп ғазапланды әсә. Һайланған – һаҙға батҡан, тиҙәр, үҙ мәлендә кәләш алып ҡал, тип күпме тылҡыны уға Миңзифа, юҡ, тыңламаны. Әсә кеше насарлыҡ теләп әйтәме ни? Күпме бынамын тигән ҡыҙҙар димләп ҡараны. Бынау фәхишәне көткәндер инде. Үҙ башына. Резедаһы ла... килен булып төшкәс тә ҡайһылай фәрештә булып ҡыланды. Бөтөн күрше-тирәнең һушын алды. Хәҙер күҙен дә астырмай көлөрҙәр инде Миңзифанан. Ҡылт итеп иҫенә Динә килене төштө. Ул таныштырҙы бит йәштәрҙе! Шул тиклем мыҫҡыл итмәһә! Иң яҡын әхирәтем тине бит әле, етмәһә. Үпкә һүҙҙәрен әйтмәйенсә тыныслана алмаясаҡ ул. Аңҡы-тиңке йөрөй торғас, түҙмәне, Динәнең номерын йыйҙы.
– Алло, Динә, һаумы!
– Әй, Миңзифа апай! Һаумы! Ни хәлдәрҙә генә йәшәп ятаһығыҙ?
– Һинең фатихаң менән бик шәп, килен! Һинән ундай бүләкте көтмәгәйнем! – һүҙҙәрен өҙөп-өҙөп, үпкә менән әйтте.
– Ниңә улай тиһең, Миңзифа апай?
– Бик шәп килен алып бирҙең бит улыма! Бына хәҙер ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй ултырабыҙ!
– Берәй нәмә булдымы әллә? – Динә һағайҙы. – Резеда ни хәлдә һуң? Килгәне лә юҡ, үҙем дә барып сығырға ваҡыт таба алмайым.
– Кисә көнө буйы һиндә йөрөп ҡайтты бит!
– Кисә? Резеда беҙгә килмәнесе. Ниңә кинәйә менән һөйләйһең? – Динәнең тауышы борсолоп сыҡты.
– Фәхишәңде кейәүле иттең дә, хәҙер белмәмешкә һалышаһыңмы?
– Ниндәй фәхишә? Нимәне белмәйем?
– Әхирәтеңдең фәхишә икәнен белмәй ҙә инеңме әллә?
– Нисек? – Динә тамам аптыранды. Миңзифаның һүҙҙәре мейеһенә һыйманы. – Резеданы әйтәһеңме?
– Рәхмәт шундай бүләгеңә!
– Туҡта, Миңзифа апай, мин бер нәмә лә аңламайым. Яйлап, аныҡ итеп һөйлә әле!
– Нимәһен һөйләп тораһың, ана, кил дә тыңла, бөтә ауыл тик беҙҙе генә һөйләй. Резедаң, иң яҡын, иң һәйбәт әхирәтең фәхишә булып сыҡты бит!
– Кем әйтә улай тип? Һәр бер ләститкә ышана башлаһаң! Резедаға мин үҙемә ышанған кеүек ышанам. Хәҙер һеҙгә барам, шунда һөйләшербеҙ!
Ишеткән хәбәренән шаңҡыған Динә, телефон трубкаһын һалғас, бер килке иҫәңгерәп ултырҙы. Унан һикереп торҙо ла кейемен алыштыра башланы: өйҙә нисек тыныс ҡына ултырмаҡ кәрәк? Был хәбәрҙең ялған булыуына иманы камил уның. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡандыр. Резеданы бәләкәй саҡтан белә, бергә уйнап үҫтеләр... – юҡ, булыуы мөмкин түгел. Класта ла иң тәртипле, иң яҡшы уҡыған ҡыҙ ул булды. Егеттәр менән дә йүнләп дуҫлашманы. Хатта кемдер оҡшай тигәнен дә ишеткәне булманы, һәр ваҡыт баҫалҡы, ябай, ыҡсым. Юҡ, берәйһе шаяртып һөйләгәндер ҙә, таралғандыр хәбәр. Ауылда ни шулай бит, аптырарға түгел.
Ике ауыл араһын ҡыҙыулыҡ менән һә тигәнсе үтте, арыуын да тойманы. Тиҙерәк барып еткеһе, һорауҙы асыҡлағыһы килде.
Ул урамға килеп ингәндә Миңзифа, саңланып ятмаһын тип, тупһаһын йыуып йөрөй ине. Ауыҙ эсенән нимәлер мөңгөрләй.
– Һаумы, Миңзифа апай!
Динәнең тауышын ишетеүгә, һыулы сепрәген тотҡан килеш яйлап ҡына күтәрелде, буш ҡулы менән яулыҡ эсенән килеп сыҡҡан сәстәрен тығыштырҙы, унан, һынарға теләгәндәй, үткер күҙҙәре менән Динәгә төбәлде. Миңзифаның сәнскеле ҡарашынан уңайһыҙ булып китте, хатта бер ни ваҡытҡа үҙен ғәйепле тойҙо. Ошолай текләп торғандан һуң, теләр-теләмәҫ кенә алды Динәнең һаулығын.
– Һаубыҙ. – Шул тиклем ҡоро, яһалма итеп әйтте, әйтерһең, Динәне бөтөнләй белмәй, әйтерһең, юл һорарға ингән бер юлсы ғына.
– Һинең менән бая һөйләшкәндән һуң күңелем урынынан ысҡынды. Нимә булды, Миңзифа апай?
– Кемдән-кемдән, һинән бындайҙы көтмәгәйнем, килен. Ҡарап тороуға былай әҙәмсә генәһең, шикелле.
Миңзифа баҡса буйындағы эскәмйәгә барып ултырҙы, һүҙен нимәнән башларға белмәй аптыранды.
– Резеда ҡайҙа?
Килененең исемен ишеткәс, ҡапыл тоҡанды.
– Резеда тиһеңме? Ана, өйҙә ята! Ҡыуҙым мин уны!
– Ниңә? – Динәнең аптырауҙан күҙҙәре шарҙай булып асылды.
– Һин бит улыма фәхишәне димләгәнһең! Илһамға бара ул, тинеңме ни? – Шулай тине лә сеңләп илап ебәрҙе. – Кешенән оят бит...
– Кем һөйләне һиңә ундай хәбәрҙе?
– Алдаҡ түгел, кемгәлер Сәмиғулла кейәү һөйләгән. Ул бик яҡшы белә булып сыҡты әхирәтеңде. – Килен тип әйтергә теле әйләнмәне Миңзифаның. – Дөрөҫөрәге, әхирәтеңдең шәхсән үҙе менән түгел, ә уның сутенеры менән! Улымды бәхетһеҙ генә иттең, килен. Бар, ҡайҙан алып килгәнһең, шунда алып кит! Күҙемә күренмәһен!
– Мин белмәгәйнем... Әллә нисек... ышанғы килмәй барыбер. Резеданың үҙенән һораштығыҙмы һуң барыһын да? Ул нимә ти?
– Нимә тиһен? Эйе, мин фәхишә, тип ултырмай инде ауыҙ асып. Ундай кеше оят тигән нәмәне белә тиһеңме? Белһә, ошонда килеп тә ултырмаҫ ине.
– Ә Илһам?
– Уға бөтөнләй шок булды. Әле, ана, машинаһына ултырҙы ла сығып китте. Үҙе менән бер-бер хәл генә ҡылып ҡуймаһын инде, эй Аллам! – Миңзифа йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. – Шул тиклем яратҡайны бит әхирәтеңде. Ҡулында ғына йөрөттө. Һәм, бына һиңә мә!
– Резеданың үҙе менән һөйләшәйем әле. Барыбер ышана алмайым.
Динә аңҡы-тиңке булып килеп ингәндә, Резеда карауатында ята ине әле. Ишек асылғанын, кемдеңдер ингәнен ишетһә лә, әйләнеп ҡараманы, нисек ятҡан, шулай ҡалды, әйтерһең, уны тимер сымдар менән ҡоршап һалып ҡуйғандар.
– Резеда, был мин, Динә! – Динә карауат ситенә килеп ултырҙы, әхирәтенә йәлләп ҡараны. Берәйһе фәхишәлектә ғәйепләһә, уға ла ҡыйын булыр ине, Шуға күрә хәленә инергә, аңларға тырышты.
– Ауырыйһыңмы әллә?
– Зинһар, сығып кит! – Тамаҡ төбө менән, ҡаты итеп әйтте был һүҙҙәрҙе Резеда, хатта үҙенең тауышын үҙе таныманы. – Береһен дә күргем килмәй! Барығыҙ ҙа ялҡыттығыҙ!
– Мин һинең менән һөйләшергә генә тип ингәйнем...
Резеда башын күтәрҙе лә, күҙҙәрен зәһәр йылтыратып, йән көсөнә аҡырҙы:
– Башҡортса әйткәнде аңламайһыңмы әллә? Улайһа, русса ҡабатлайым: пошла вон!
Йоҡо бүлмәһендәге шау-шыуҙы ишетеп, Миңзифа йүгереп килеп инде.
– Ә һин нимә аҡшайып ҡарап тораһың? – тип аҡырҙы ишек төбөндә туҡтап ҡалған ҡәйнәһенә лә үҙен үҙе белештермәйенсә. – Нимә, фәхишә ҡарарға индегеҙме? Бына ошондай, минең кеүек була улар! Ҡарағыҙ, күрегеҙ! – Шарҡылдап көлөп, карауатына менеп баҫты.
– Иҫәрләнгән был! Аллам һаҡлаһын, тфү-тфү, ташҡа үлсәйем, – тип ҡәйнәһе теленә килгән беренсе һүҙҙәрҙе теҙҙе.
– Резеда, аҡылыңа кил, нимә эшләйһең ул? – Динә уға бара башланы. Карауатта баҫып торған Резеда аяғын өҫкә күтәреп тибергә ынтылды. Әхирәте янтайып ҡалды.
– Сығып китегеҙ! Күҙемә күренмәгеҙ!
Резеда аҡылдан шашҡан кеүек ҡысҡырыуын белде. Уға ҡарауы ҡурҡыныс ине: бер төн эсендә күҙ төптәре ҡарайып сыҡҡайны, былай ҙа ябыҡ йөҙө нығыраҡ һурылды, һарғайып китте. Шешмәкләнгән күҙҙәре битен тағы ла йәмһеҙерәк итеп күрһәтә. Сәсе-башы туҙған. Аңғармай ҙа ҡалдылар, ҡапыл ғына эйелеп яҫтығын алды ла, аптырашып баҫып торған ҡәйнәһе менән әхирәтенә бәрҙе. Яҫтыҡ уларға теймәне, үпкәләгәндәй йәмшәйеп, ишек төбөнә барып ятты.
Миңзифа менән Динәгә сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Икеһе лә ни тиергә, нимәгә юрарға белмәне. Әхирәтенең ҡылығы өсөн Динәгә уңайһыҙ ине.
– Әллә нимә булған ул уға... – тип аптыранды.
– Ярай, килен, туҙыныр-туҙыныр ҙа, тымыр. Уныңса килеп сыҡмағанға ене ҡоторалыр, һәйбәт кенә килеп урынлашып алғайны бит. Йә Хоҙай, күрәһеләребеҙ бар икән!..
Телефон шылтыраны. Икеһе лә бер-береһенә ҡарашып ҡатты.
– Килен, һин һөйләш әле, был, моғайын, Резеданың һөйәркәһелер. Иртәнән бирле шылтырата инде. Минең тауышты ишетә лә, өндәшмәй.
– Алло! – Динә һүҙен әйтеп бөтмәне, теге баштан асыулы ир тауышы яңғыраны:
– Туңбаш! Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Күпме көтөргә була? Ҡасан киләһең?
Динә аптырашынан асҡан ауыҙын ябырға ла онотто. Миңзифа телефонға инерҙәй булып тыңларга маташты. Эстән генә: «Ыстағафирулла, ташҡа үлсәйем, Хоҙайым күрһәтмәһен...» – тип бышылданы.
– Туҡтағыҙ әле, һеҙгә кем кәрәк? Ниңә аҡыраһығыҙ улай? – Динә ярһыған ирҙе туҡтатырға, аңын-тоңон белергә ашыҡты. Икенсе кешенең тауышын ишеткәс, Сәйет тә шып туҡтаны. Әммә оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ түҙемһеҙләнеп:
– Резеда кәрәк миңә, Резеда! – тип ҡысҡырҙы. – Саҡырығыҙ әле тиҙ генә!
– Ә нимәгә кәрәк һуң ул һеҙгә? Һеҙ кем булаһығыҙ? – Динә төпсөнөүен белде.
– Кем булһам да һеҙҙең өсөн барыбер түгелме ни? Резеда үҙе белә. Саҡырығыҙ! – тине Сәйет талапсан тауыш менән.
– Кем икәнеңде әйтмәһәң, саҡырмайым!
– Саҡырмаһаң, әйт, тиҙ генә килеп етмәһә, үҙенә ҡарап үпкәләһен! Мине белә. – Артынса телефондың һүнеүен белдереп пип-пип тигән тауыш ҡына ишетелде.
– Ана, күрҙеңме? Ә һин ышанмаған була инең! – Миңзифа еңеүсе ҡиәфәтендә Динәгә баҡты. Тегеһе, һүҙем юҡ, тигәндәй яурын һикертте. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине. – Кисә лә, һиңә барам тип алдап, ошо ир менән йөрөп ҡайтты. Бик сәйер ҡыланды, бик сәйер... Сутенерылыр ул. Шулай булмаһа, кешегә күрәләтә тороп аҡырмаҫ ине. Хужаһы кеүек ҡылана бит, ә?!
Уларҙың һөйләшеүен ишетеп, ишекте шарт асып, күҙҙәре аларған Резеда килеп сыҡты.
– Миңә шылтыраттылар түгелме? Ниңә саҡырманығыҙ? Кем һеҙгә миңә хужа булырға ҡушты? – тип ҡысҡырғандан һуң телефон номерын йыя башланы. Әммә Сәйет трубканы алманы.
Уның туҙған өҫ-башына, аларған күҙҙәренә, шешмәкләнеп ҡыҙарған йөҙөнә ҡарап Динә менән Миңзифа ҡурҡыуға ҡалды. Икеһенең дә Резеданы бындай хәлдә тәүләп күреүе ине. Ғәжәпләнергә түгел, Резеда үҙе лә берәй тапҡыр ошо рәүешле ҡыланғанын хәтерләмәй, һыйыр тулаһа, аттан яман, тиҙәрме әле? Әммә уға рәхәт ине. Күпме түҙеп йөрөргә, барыһын да эсенә йыйырға мөмкин? Нисәмә йылдар буйына тупланған асыу, үс, үпкә-рәнйештәре бер юлы тышҡа урғылды. Тыйманы ул үҙен. Ҡурҡып йөрөп, былай ҙа күпме ваҡыты әрәм булды, йәш ғүмере заяға уҙҙы. Телефонын шап иттереп урынына һалды ла, был ғына аҙ әле тигән кеүек, яңыраҡ ҡына үҙе рәтләп һалған журналдарҙы иҙәнгә атып бәрҙе. Бының менән генә күңеле булмай, Илһамы бүләк иткән сәскәләр гөлләмәһен дә йән асыуына терһәге менән иҙәнгә этеп төшөрҙө. Ултырмаһындар күҙ көйөгө булып! Үҙе, күҙ йәштәренә төйөлөп, дарҫ-дорҫ баҫып яңынан йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Инде лә, кереп йөрөйһө булмағыҙ тигәнде белдереп, ишеген шап итеп ябып ҡуйҙы. Тауышынан хатта өй һелкенеп ҡуйғандай тойолдо Миңзифаға. «Ыстағафирулла тәүб-ә-ә-ә...» тип һуҙҙы ни уйларға ла белмәй аптырап торғандан һуң. Динә лә өнһөҙ ҡалғайны. Әхирәтенең ҡылығы өсөн оялды ул. Хәҙер Илһам, Миңзифа апай, күрше-тирәләре ни тиер инде? Ниндәй генә бәхәсле осраҡ килеп сыҡмаһын, тыныс юл менән хәл итергә мөмкин ине лә баһа! «Әллә яңылыштыммы уларҙы таныштырып?» Динәнең башына ошо уйҙар килгәс, аҡырып илағыһы килде. Ҡаш яһайым тип, күҙ сығарыуы ошомо әллә? Резеда менән әхирәт булыуҙарына әллә күпме ваҡыт үтте, ул арауыҡта кеше ҡырҡҡа төрләнергә мөмкин. Тормош тигәнең Резеданы ла иләп-һуҡмай ҡалмағандыр... Ай, ошо хаҡта ниңә әҙ генә алдараҡ уйламаны икән? Резеданың бөгөнгө тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһынһа булған да баһа! Нимә белә ине әхирәтенең мәктәптән һуңғы яҙмышы хаҡында? Өфөлә йәшәүе, бер бүлмәле фатиры булыуы ғына мәғлүм ине бит. Осрашҡанда ла Динә үҙе генә һөйләгән, ә әхирәте йә һорау биреп ултырған, йә тыңлаған. Уны күреүенә ҡыуанысы сикһеҙ ине шул Динәнең. Шулай бәләкәйҙән «ыштанһыҙ» булды инде. Әсәһе гелән шулай тип әрләй торғайны бит үҙен – эсендәге һәр ваҡыт тышында, бер ни йәшерә белмәй. Барыһын да үҙе кеүек асыҡ-ярыҡ, хәйләһеҙ тип уйлай. Уйламаған кешеләр ана нисек аҫтыртын булып сыға?! Өфөһөндә фәхишә булып йөрөгән ти ҙә баһа! Кит, Хоҙайым, ғүмер буйы шуларҙы ҡәһәрләп, шуларға йәне көйөп йәшәне, ә баҡһаң, ундай кешеһе янында ғына йөрөгән!
Резеда буҫығып-буҫығып иланы. Күптән былай илағаны юҡ ине, күҙ йәштәре кибеп бөткәйне бит инде. Яҙмышына күнеп, хис-тойғолары һүнеп, тимер ҡатынға әйләнгәйне... Илһам... һин үлһәң дә мине ғәфү итмәҫһең инде. Барыһынан да бигерәк бына ошо уйҙар йөрәген һыҙлатты Резеданың. Мин бит уны бәхетһеҙ иттем! Мәңгелек ғазаптарға һалдым, йөрәген яраланым. Яралы йөрәк менән йәшәүҙең нисек икәнен Резеданан да яҡшыраҡ аңлаған кеше бармы икән? Был тормошта ул яҡшы күңелле кешеләр менән бергә тиң ғүмер итә алмай, эргә-тирәһендәгеләргә тик бәхетһеҙлек кенә килтерә. Ялҡты ул барыһынан да! Бер көн дә торғоһо килмәй!
Былай илап ятып булмай, тиҙерәк сығып китергә кәрәк был йорттан. Илһам ҡайтмаҫ борон... Юҡһа... ҡыйын буласаҡ Резедаға. Сумкаһын тотоп залға сыҡҡанында Миңзифа менән Динә ишек төбөндә торалар ине.
Бер аҙ тынысланған Резеда әхирәте менән ҡәйнәһенә ҡарамай ғына кухняға уҙҙы. Миңзифа аяҡ осонда ғына уның артынан эйәрҙе. Инмәне үҙе, ишек ситенән генә эскә үрелеп ҡараны. Шунда уҡ, ҡорт саҡҡандай, Динә янына әйләнеп килде: «Бысаҡ алды, тәүбәкәйем!» Ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәне үҙе. Уның ҡапыл ғына хәле бөттө, теҙҙәре ҡалтырарға тотондо.
Динә хәлдең ҡайҙа табан барыуын күҙ алдына килтереп, аш-һыу бүлмәһенә ашыҡты.
– Резеда, туҡта!
Әммә шул ваҡыт Резеда бысаҡ тотҡан килеш әйләнеп баҫты:
– Ялҡыттығыҙ! Китегеҙ янымдан! Ҡамасауламағыҙ, юҡһа...– тип ыҫылданы. Динәгә ситкә ялтаныуҙан башҡа әмәл ҡалманы.
– Аҡылдан шашҡан был... – Миңзифаның бар белгән һүҙе шул ғына булды.
Резеда урам буйына атылды.
– Әҙәмдән оят! – тип ғәрлегенән һығылып төштө Миңзифа. – Был Илһамы ҡайҙа йөрөй икән?!.
Резеда тау яғына ашыҡты. Тиҙерәк, тиҙерәк урман араһына инеп, кеше күҙенән йәшеренергә! Әлегә ҡайҙа барырын аныҡ ҡына белмәй ине, уны мөһим тип тә һанаманы, ҡәйнәһе йортонан ысҡына алғас, бик шәп. Сумкаһына абына-һөрөнә тауға үрмәләне. Үләнгә, селек ҡыуаҡтарына ҡулдарының һыҙырылыуын да тоймай, атланы ла атланы, һәм башына зәһәр уй килде: хәҙер, хәҙер барыһы ла бөтәсәк. Илһам да, ҡәйнәһе лә, Динә лә, ата-әсәһе лә ғәрлектән ҡотоласаҡ. Менеп кенә етергә кәрәк. Тау башына дүрт аяҡлап тигәндәй менде лә йығылды. Ерҙе ҡосаҡлаған килеш хәрәкәтһеҙ ҡалды. Күҙ алдынан бала сағы – Динә менән һыу инергә, еләккә йөрөгән, уйнаған, бергәләп уҡырға йөрөгән мәлдәре йыбырлап уҙҙы. Әсәһе менән атаһының шелтәле йөҙҙәрен күрҙе. Класташтарын, ауылдаштарын, дуҫ- иштәрен – һәр береһен айырым-айырым барлап сыҡты, һәр береһе элекке кеүек кенә һаҡланып ҡалған уның хәтерендә. Барыһын да иҫенә төшөргәс, уға рәхәт булып китте, эсенә йылы йүгерҙе. Туҙган сәстәрен бер аҙ рәтләштереп, үҙен ипкә килтереп, тороп баҫты. Бынан бар ауыл ус төбөндәгеләй генә күренә. Ана, ул килен булып төшкән йорт. Хәҙер ни эшләйҙәр икән? Илһам ҡайтҡандыр инде. Моғайын, мал ҡайтҡансы тип, сәй эсәләрҙер. Сәй артында Резеданы һөйләп көләләрҙер. Бәлки, әрләйҙәрҙер... Сығып китеүенә һөйөнәләрҙер... Ана, Ынйыбикә апайҙарының өйө. Ҡәһәрле өй. Тыштан ғына ялтырап ултыра, ә эсендә күпме бәхетһеҙлек... Барыһы ла бөттө!.. Ошо һүҙҙәр менән Резеда ҡая ситенә килеп баҫты. Аҫта йылға. Резеданың ниндәй аҙым яһарға ниәтләгәнен белмәй ул, тыныс ҡына ағыуын белә. Хәҙер ошо тынлыҡ боҙоласаҡ, тирә-яҡ һиҫкәнәсәк, әҙәмдең сәйер ҡылығына аптыраясаҡ... Резеда күҙҙәрен йомдо, һуңғы тапҡыр Илһамының асыҡ, мөләйем йөҙө күҙ алдына баҫты. Уйында ғына һөйгәненең сәсенән һыйпап иркәләне, маңлайынан, күҙҙәренән үпте. Инде китергә лә була... Һикерҙем генә тигәндә ҡылт итеп иҫенә Сәйет килеп төштө. Ә ул? Һыуҙан ҡоро сығырмы? Енәйәт ҡылыуҙарын, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡайғы-хәсрәткә һалыуҙарын дауам итерме? Резеда, ирекһеҙҙән, өйҙән һалып алып сыҡҡан бысағын ҡапшап ҡуйҙы: ниңә был ҡоралдың файҙаһын күрмәҫкә? Ҡатын эшен аҙағынаса атҡарырға ҡарар итте.
Халыҡтың мал-тыуарын барлап бөтәүен саҡ көтөп алды ул. Кеше аяғы һил булғас, төнгө урмандың һәр шылт иткән тауышын тыңлай-тыңлай, ауыл яғына ыңғайланы.
Сәйет уны көтә ине. Сумка күтәреп килеп инеүен күргәс, ҡыуанысынан ауыҙы йырылды.
– Килдеңме шулай ҙа? Кәнишнә! Минһеҙ кем һин? Минең арҡала ғына кеше булып йөрөйһөң бит һин!.. – тип һөйләнә-һөйләнә ҡосаҡларға ынтылды. Бөгөн ул элекке Сәйеткә оҡшап ҡалғайны: таҙа кейемдәр кейгән, ҡырынған, сәсе лә шыма ғына. Хатта одеколон да һиптереп алған булған. Кисә, күрәһең, мунса төшә алған шулай ҙа. Ҡәйнәһе яҡҡандыр...
– Кил әле бер ҡосаҡлайым үҙеңде, һағынып бөттөм бит, юҡһа...
Резеда уны йән асыуына этеп ебәрҙе.
– Ҡағылма миңә! Мин бында һинең менән иркәләнеп ултырырға килмәнем... – тип тамаҡ төбө менән ғыжылданы.
– Һин нимә?! Кем менән һөйләшкәнеңде оноттоңмо? – Сәйеткә, әлбиттә, Резеданың үҙен шулай иркен тотоуы, унан да бигерәк ҡаршы өндәшеүе һис кенә лә оҡшаманы, күҙҙәрен аҡайтып, ҡатындың сәсенән урап тотоп алды. – Күрһәтәм мин һиңә хәҙер нисек иркәләнеүҙе?!
– Ебәр!.. – Резеда нәфрәт менән өндәште. Элек булһа, бүренән ҡурҡҡан һарыҡ бәрәсе кеүек, нимә эшләргә белмәҫ ине, әле иһә тамсы ла ҡурҡыу тойманы. Быны Сәйет тә һиҙҙе.
– Нимә, телең асылдымы әллә? Яҡшы итеп өндәшкәнде аңламай башланыңмы? Икенсе төрлө һөйләшербеҙ улай булғас! – Үҙе Резеданың сәсен ҡулына тағы ла нығыраҡ ураны.
– Мин дә һинең менән икенсе төрлө һөйләшергә тип килдем! Ебәр сәсте!
Ни ғиллә менәндер был юлы Сәйет уға буйһондо, Резеданың сәсен ысҡындырҙы ла, үҙен төпкә этеп индерҙе.
– Йә, улай телең асылғас, һөйлә! Минең хәҙер ваҡытым күп, тыңлайым... – Үҙе мыҫҡыллы йылмайып диванға ҡырын төшөп ятты.
– Һин – ҡанэскес!
– Шуны әйтер өсөн ашҡынып килдеңме шулай? – тип хихылданы Сәйет. – Уны мин һинһеҙ ҙә беләм...
– Һин – эт! Күпме кешегә бәхетһеҙлек килтерҙең, күҙ йәштәрен түктерҙең!..
– Шунан? – Сәйет тыныс ҡына тыңлауын белде.
– Мине кешелектән сығарҙың. Күрә алмайым мин һине! Ишетәһеңме, күрә алмайым!
– Бөттөмө? Ә хәҙер мине тыңла! Нимә генә лығырлап торһаң да, бел – минән барыбер ҡотола алмаясаҡһың! Һин минеке генә!
Сәйет, тороп, Резедаға ынтылды. Ҡатын тейен етеҙлеге менән йоҡа курткаһы кеҫәһенән бысаҡ килтереп сығарҙы.
– Яҡынлайһы булма! Бына һинең дә бөтә гонаһтарың өсөн яуап бирер ваҡытың етте, эт!
Сәйет бер аҙға албырғап ҡалды. Кемдән-кемдән, Резеданан бындай аҙымды көтмәгәйне ул.
– Һин нимә?! – тип ни асыуланырға, ни көлөргә белмәй торҙо бер килке. Унан: – Йә ярай, шаярҙың, етте, бысаҡ һиңә уйынсыҡ түгел, – тип бысаҡҡа үрелде. Резеда ла аптырап торманы, йән асыуына Сәйеткә ташланды:
– Етер һиңә кеше ҡаны эсеү! Теге ваҡыт милицияға ышанып хата эшләнем, ғәҙеллекте үҙемә генә атҡарырға кәрәк булған!
Ир йылғырыраҡ булып сыҡты: ялтанып өлгөрҙө, бысаҡ эсен сыйып үтте. Сәйет шул ыңғайҙан Резеданың ҡулынан эләктерҙе. Ҡулы шаҡарылыуға түҙә алмай, ҡатынҡай ҡулдарын бушатты, бысағы иҙәнгә төшөп китте.
– Һин шулаймы әле! – тип ҡатлы-ҡатлы һүғенеп, ирекәй уға һуғып ебәрҙе.
Тәкмәсләп барып төшһә лә, ауыртыу тойманы Резеда. Көсһөҙлөгө өсөн ғәрлек алҡымынан алды уның. Шулай уҡ яңынан килеп ҡаптымы ни ҡапҡанға?
– Бөгөн төндә китәбеҙ! Беҙҙең арттан киләсәктәр, – тине лә, Резеданы өҫкө ҡатҡа һөйрәп мендереп, йоҡо бүлмәһенә төртөп индерҙе, тыштан ишекте бикләп ҡуйҙы.
– Тауыш-тының сығып ҡына ҡараһын! – тип янарға ла онотманы. Шуға иғтибар итеп һөйөндө ҡатын: Сәйеттең күлдәге аша ҡан һарҡып сыҡҡайны. Төпкәрәк тура килтерә алмауы үкенесле.
Резеда күҙ йәштәренә быуылып, һығылып төштө. «Иҫәрмен дә инде!» – тип үҙен тиргәне. Әзмәүерҙәй ирҙе еңел генә үлтерергә теләне!
Резеда Илһам менән тәүге төндәрен үткәргән карауатҡа барып ятты. «Бына шулай... ошонда башланғайны уның бәхете, ошонда тамамлана ла...» – һүрән генә йылмайып, яҫтыҡты һыйпаны. Нисәмә көн үтеп китһә лә, Илһамының еҫе һаҡланып ҡалғандай. Ул ни эшләй икән? Резеда Сәйетте үлтерергә әҙер булған кеүек, ул да Резеданы үлтерер хәлдә йөрөйҙөр инде. Был эттең ҡулынан үлгәнсе, рәхәтләнеп Илһам ҡулынан йән бирер ине ул...
Тышта ҡараңғы. Ҡая менән ҡайын барыһын да күҙәтеп тора... Хуплаймы улар Резеданы? Йәлләйме? Иҫәр тип көләме? Хыял иткәнсә, ҡаяға һыйынған ҡайын булып йәшәй алмауы үкенес... Бер аҙҙан ҡатын тәнендә еңеллек тойҙо, тынысланды, ҡайҙалыр осоп киткәндәй тойҙо. Әүен баҙарына осҡайны ул.
Ул шау-шыуға уянып китте. Тауыш беренсе ҡаттан килә ине. Дөбөр-шатыр ултырғыстар ҡолай, әйтерһең, булған нәмә урынынан ҡуба. Резеда сығырға уйлағайны ла, бикле ишеккә килеп төртөлдө. Илһамдың тауышын таныны Резеда. Сәйет уны ла тапҡан, тигән уй килде башына. Табып, бында алып килгән дә, үлтерергә уйлай! Ахырҙа, Резеда тәҙрәне асты ла, ни булһа ла булыр, тип аҫҡа һикерҙе. Ул хәҙер үҙен уйлап, үҙен йәлләп ултырыр хәлдә түгел ине...
Илһам, Ынйыбикә апаһы менән һөйләшкәс, бер килке шаңҡып ултырҙы, унан машинаһын тоҡандырҙы ла, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ауылға табан елдерҙе. Кәләшенә ҡурҡыныс янай, ә ул бында балауыҙ һығып ултыра. Өйгә ҡайтҡанда әсәһе асыуҙан үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, бар донъяның тетмәһен тетеп әрләп йөрөй ине. Киленен ҡыуып сығарыуын әйткәс, Илһам тура Ынйыбикә апаларының өйөнә юлланды. Өйҙә уны ҡулына Резеданың бысағын тотҡан Сәйет ҡаршы алды. Илһамдың йәш, алйот сағында һуғышып йөрөгәне булды егеттәр менән. Көрәш менән дә шөғөлләнде бер осор. Ләкин бер кемдең дә бысаҡ тотоп ҡаршы сыҡҡаны юҡ ине әле. Ярай әле, белгән кеүек, инер алдынан штакетникты һурып алған. Осонда сөйө лә тора.
– Кил, яҡыныраҡ кил! Мин һине көттөм.. Һин килмәһәң, үҙем таба инем, – тип ажарланып ташланды Илһамға Сәйет,– Үҙемдең малымды һиңә бирәһе эшем юҡ, ул минең менән китә!
– Китмәй торһон! Резедаға күрһәткән этлектәрең өсөн яуап бирәһең бар әле!
Илһам, кәләшенең кисерештәрен күҙ алдынан үткәреп, тойғандан һуң, көс артҡанын тойҙо. Ҡатыны өсөн үс алыу, уны яҡлау теләге бөтә булмышын биләне.
Резеда ишекте асты ла үҙен үҙе белештермәй:
– Сәйет, мин бында! – тип ҡысҡырҙы. – Илһамды ебәр, уның бында бер ғәйебе лә юҡ.
Аңғармаҫтан килеп ингән Резеданы күреп, Сәйет албырғап ҡалды. Шуны файҙаланып, Илһам уға ташланды. Ҡулдарын артҡа шаҡарып тотоп алды. Ҡатын ишек төбөндәге шкафта Ынйыбикә апайының скакалкаһы торғанын белә ине, йәһәт кенә тартып алып, иренә Сәйеттең ҡулын бәйләргә ярҙам итте. Сыйып ҡына үтте тиһә лә, яраһы ярайһы ғына ҙур ине ирҙең, хәлен алырға еткәйне, шуғамы, артыҡ ҡарыша алманы.
– Илһам, үтенәм, тиҙерәк сығып китә һал бынан! Зинһар! – тип ялбарҙы Резеда.
– Мин бер ҡайҙа ла китмәйем. Ни эшләп һин миңә барыһын да һөйләмәнең?! – тине асыулы тауыш менән Илһам.
– Ғәрләнмәй, нисек һөйләйем мин? Ғәфү итмәҫеңде белә инем бит...
– Һинең ғәйебең юҡ.
Тауышында үпкә ярылып ятһа ла, нәфрәт һиҙелмәгән кеүек...
– Шулай итеп, еттеңме башыма? – тип мығырланы Сәйет һәм иҙәнгә лысҡылдатҡансы төкөрөп ҡуйҙы. Резеда уға ерәнеп тә, һиңә шул кәрәк, тигәндәй, еңеүсе ҡиәфәтендә лә ҡараны. Унан, башын юғары күтәреп, уның эргәһенән тиҙерәк китергә ашыҡты.
Тиҙҙән өйгә милиция килеп инде. Ерҙә ятҡан Сәйетте елтерәтеп торғоҙҙолар. Илһамдан нимәлер һоранылар, уның үҙенә әллә күпме һорауҙар бирҙеләр – нимә тип яуап бирҙе, бер нәмә лә хәтерләмәй Резеда, миңрәү кеше кеүек хис итте үҙен. Эстән генә: «Мин ҡотолдом! Мин – ирекле! Инде тормошомдо өр-яңы биттән башлай алам...» – тип бышылданы.
Бер аҙҙан яндарына ҡәйнәһе килеп баҫты, күрше-тирәләре йыйылып китте. Төн уртаһы булһа ла, ауылда шундай хәлдәр барғанда, йоҡлап ята алмайҙар ине.
– Сәмиғулла бандит булған тиҙәр ҙә баһа!..
– Ынйыбикә, бахыр, шуны ла белмәй йәшәгән...
– Резеда килен дә, бисара, бандиттарҙа тотҡонлоҡта булған икән, шуларҙы милицияға тотторған да, үҙе ҡасып был яҡтарға килеп сыҡҡан.
– Тапмаҫтар тип өмөтләнгәндер инде, эй, Алла!..
– Сәмиғулла ла ҡалай эт икән! Ҡуйыныбыҙҙа йылан эйәләштереп ятҡанбыҙ...
– Шулай шул... Резеда килен тураһында тим, белгән кемдең ҡолағына төшөрөргә – ауылдың иң ләститселәренә!
– Өфөгә барған сағында Резеда киленебеҙгә үҙе ымһынып йөрөгән ти бит ул...
– Кит инде, кит. Ынйыбикәне лә үҙ эшендә файҙаланмаҡсы булған да баһа!...
– Ярай уныһы эштең айышына тиҙ төшөнгән, Сәмиғулла ирем тип яҡлап тормаған, тотҡан да барыһын да һөйләгән дә биргән...
– Бигерәк шәп булған, беҙҙең байлыҡты ситкә оҙатып, еңел генә байымаҡсы булып ятҡандар. Бөтәһе лә үҙ өлөшөн алған ти бит!..
Шундайыраҡ хәбәрҙәр ҡуйырҙы улар араһында. Резеда ишеткәнен ишетте, ишетмәгәне өсөн дә көймәне. Был ауыл халҡы барыһы тураһында ла ҡайҙан хәбәрҙар булып өлгөрә икән, Шуға ғына аптыраны.
Сәйет ултырып киткән тәҙрәһенә тимер ҡуйылған машина ауыл осона сығып юғалғас, халыҡ яйлап таралыша башланы. Миңзифа килененә:
– Ҡайтайыҡ, килен... – тип өндәште.
Илһам да уны яурынынан ҡосаҡлап, ҡайтырға әйҙәне. Ҡапҡанан сыҡҡас, Резеда ҡая-тауға, уға һыйынып үҫкән зифа ҡайынға күтәрелеп ҡараны. Әлеге мәлдә ул үҙен нәҡ ошо ҡаяға һыйынған ағастай хис итте. Әгәр ҡаялай уны яҡлап сыҡҡан ошо изге күңелле кешеләр булмаһа, ул ҡолар ине, артабан йәшәргә һут, һулыш ала, көс таба алмаҫ ине, моғайын...
Гөлнара МОСТАФИНА.