Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…

Повесть (аҙағы)

Аҙағы. Башы ошонда

Сәлимә апай, былай көтөп ятһаҡ, ысынлап та, йөктө күтәреп булмаясаҡ таһа, тип мәктәпкә килде.  Уҡытыусылар менән бергәләп район хакимиәте башлығы исеменә был эшкә асыҡлыҡ индереүҙәрен һәм ярҙам итеүҙәрен һорап хат яҙҙылар. Ябай ғына башланған хат аҙағында рәсми төҫ алды. Ҡарағай тарихы менән бергә урман араһында ятҡан ауылдың бөтөнләй йәшәү рәүеше юҡҡа сыға барыуы хаҡында яр һалыу ине ул. Алтмыштан ашыу кеше уға имзаһын ҡуйҙы.

Ә “Башҡортостан” гәзитенә хатты әсәй кеше, күңелендә нимә булғанын тәфсирләп, хаҡлыҡ эҙләп үҙе ҡағыҙ битенә теҙҙе. Был һағышты бауырына баҫыр әмәле булмағанға тотондо ул ҡәләмгә. “Атайҙың етеһен уҡытҡандан һуң, тикшереүҙәр башланды. Үҙебеҙҙең участковый өйгә килеп инде. Аптырап киттек. «Аралбаев ошонда йәшәйме? Ҡарағасты һеҙ ҡырҡтығыҙмы? Ҡайҙан, ҡасан?» – ти. Фәнил улыма көн бөттө: һорау алыуҙар, тикшереүҙәр, ҡурҡытыуҙар башланды. Элек-электән урлашып көн күргән булһа, яуап бирә белер ине, – тип тәүҙә эштең айышына төшөндөрҙө. – Бер төп ағас өсөн 60 мең һум штраф түләргә ҡуштылар, бысҡыһын тартып алдылар. Ныҡыша торғас, урамдағы бер атыбыҙҙы «штрафты түләгәнгә тиклем» тип Поляковкаға алып китеп бикләп ҡуйҙылар.

Был донъяның тигеҙһеҙлегенә аптырарһың. Ауыл халҡы менән район етәкселегенә хат яҙҙыҡ. Файҙа сыҡманы. Дөрөҫлөктө эҙләүсе юҡ. Атайымдан алда ла донъя ҡуйғандар булды, әммә уларҙың туғандарын һорау алып йөҙәтмәнеләр бит. Ә 80 йәшлек бабайҙың ҡәберенә тиклем тикшерҙеләр. Әйтегеҙ әле, кешеләр, атайымдың балаларының рәнйеше кемгә кәрәк булды икән?  Үлер көнөңдө белеп, ҡарағасты алдан үҫтереп, уны ҡырҡыу өсөн рөхсәт билетын хәстәрләп ҡуйып булмай. Ябай халыҡҡа ярҙам итмәгәс, ниңә беҙгә депутаттар, хужалар? “ Шунан оҙон  итеп атаһы, уның хеҙмәт ҡаҙаныштары хаҡында теҙҙе. Хат яҙғанда күҙҙәренән йәше туҡтамай аҡты. Бөртөк-бөртөк йәш аҡ ҡағыҙ битен сылатып бөттө. Эш юғарыла, үҙәктә ултырғандарға барып терәлгәс, был хаттың да бер файҙаһы булмаясағын белһә лә, яҙҙы, шулай эсен бушатты ҡатын.

 Шуныһы ҡыҙыҡ,  хат  тиҙ арала баҫылып та сыҡты. Аҫтында Урман хужалығы министрының аңлатмаһы ла бирелгәйне. Ысынлап та, Аралбаев рөхсәтһеҙ ҡарағайҙы ҡырҡҡан икән, закон буйынса яуап бирергә тейеш, тигән министр. Һәм үҙен аҡлар өсөнмө, әллә ошолай ғына хәлегеҙгә инә алам, типме: “ Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, ислам ҡанундарына тоғролоҡ һаҡлап, ҡәбер өҫтөнә бура ултыртыла. Йоланы һаҡлау һөҙөмтәһендә кешеләр ауыр һәм уңайһыҙ хәлдә ҡалмаһын өсөн республикабыҙҙа тейешле закон ҡабул ителеүе зарур. Был проблема беҙҙе күптән борсой. Уны ыңғай хәл итеү өсөн үҙебеҙҙең тәҡдим менән депутаттарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Минеңсә, мәрхүмдәрҙең ҡәбере өҫтөнә бура ҡуйыу өсөн йыл әйләнәһенә кешеләргә күпмелер күләмдә ағас бүленергә һәм был тәҡдим закон менән нығытылырға тейеш”, – тип тә өҫтәгән. Эйе, дөрөҫ тә. Тик шул “тейеш”, “кәрәк”тән ары китә алмайбыҙ шул. Министрҙан, башҡорт йолаһы шуны ҡушҡас, тейешле  закон ҡабул иткәнсе, бер юлға ярлыҡап тороғоҙ, тигән яуап көткәйнеңме, Сәлимә. Юҡ, улай тип әйтһә, ул халыҡты ҡайғырта булып сыға лаһа. Ә былай ул Законға хеҙмәт итә. Башы ла иҫән, ултырған ултырғысы ла ныҡ. (Ярты йылдан һуң ул министрҙы Өфө уртаһында законһыҙ йорт төҙөткән өсөн барыбер алып ташланылар. Өйө ҡарағастан булғандыр әле, моғайын).

  Министрҙың  яуабы урындағы урман хужалығы етәкселәрен оторо сәмләндереп ебәрҙе. Фәнилде һорау алырға тип район үҙәгенә, уныһы Ташлыйылғанан алтмыштан ашыу саҡрым алыҫлыҡта ята, алып та киттеләр. Йөҙ йорттан торған Ташлыйылға бөтөнләй шаңҡып ҡалды. Әгәр ҙә кәрәкле сумманы килтермәһәләр, иркенән дә мәхрүм итеп ҡуйыуҙары бар икән.

 

***

Уазиктың арт яғында тимер рәшәткәле тәҙрәнән Фәнил тирә-яҡты ҡарап барҙы. Юл саңы ишек ярыҡтарынан инеп, сөскөртһә лә, ташлы юл бер туҡтауһыҙ һикертеп эсәк-бауырҙы ҡуҙғалтһа ла, уға нишләптер күңелле ине. “Ҡасан ауылдан сығып былай йөрөп киләм әле. Бушлай ғына. Тик йөрөтөрҙәрме икән? Бушлаймы?” – тип йылмайҙы. Берәй әмәле килеп сығыр әле. Олатаһы изге кеше ине, уның рухы шул тиклем ауырлыҡтар һалырға юл ҡуймаҫ ейәне иңенә, тип үҙен тынысландырҙы. Был фанилыҡтағы ауырлыҡтар ысын донъяла ожмахҡа үтер өсөн билет кенә ул, тип әйтә торғайны. Ауырлыҡтар, тигәне ошомо икән ни? Беҙҙең бөгөнгө ауырлыҡтар улар быуынына төшкән ҡайғы алдында бөтөнләй чепуха.

Һуғыш осорон иҫләп, ҡыйын саҡтарын да ҡыҙыҡ итеп һөйләй торғайны олатаһы. “Иҫемдә, аслыҡҡа түҙмәй, көн дә өләсәйемдәргә йүгереп барам. Улар ҙа юҡлыҡта, тик өләсәйем үҙ ауыҙынан өҙөп булһа ла бер-ике ҡалаҡ ойотҡан ҡойоп бирә лә, шунан, Ситдиҡ туйҙыңмы, тип һорай. Һикенән ҡуҙғалмай ғына, тағы бер-ике ҡалаҡ булһа, туйырмын, тим. Тағы ҡойоп бирә лә, туйҙыңмы тиһә, сеүәтәм менән ҡалағымды ялаһам, туйырмын, ти торғайным. Ана шулай ҡалаҡ ялап та туйған саҡтар бар ине”, – тип ошо хәлде бер ләззәт менән йыш иҫенә алыр ине олатаһы. Өләсәһенең йомартлығын, әллә үҙенең шаян бала сағын, әллә һикелә ялтырап ҡалған ҡалағын, әллә башҡаһын һағыныуы булдымы икән ҡарттың.

Әле бына нисә йыл эшһеҙ йөрөгән Фәнил берәй көн ас ултырғаны, йә бер-ике ҡалаҡ ҡатыҡҡа зар-интизар булғаны бармы? Зар-интизарлығы бер шешә сәмәйҙә генә булмаһа. Ә өҫтәлдәрендә һәр саҡ һый, икмәк, картуф, ит, төрлө ярма, ҡайнатма, бал һәм башҡаһы. Эй, заман ауыр, тип зарланған булабыҙ. Әлбиттә, юлға сығырға, тәмәке-фәлән алырға, гәзит-журналға яҙылырға аҡса таба алмаған саҡтар ҙа була. Ә уныһы аслыҡ эргәһендә нимә –  пүстәк барыһы ла. Кәйефе шәп ине Фәнилдең. Һөйөнөп йәшәргә кәрәк тормошҡа. Берәй нәмә уйлап табырға ҡөҙрәт тә, форсат та булыр әле. Ошоноһонан ғына ҡотолайым да.

Полиция бүлегенә алып килделәр. Килгәс, тағы һорау алдылар. Ағас ҡырҡыуҙы тағы дөрөҫләттеләр. Тағы ҡултамға ҡуйҙырҙылар. Тағы, штрафты ҡасан түләйһең, тип бауырға төштөләр. Ҡурҡытыуҙары ине, түләмәҫ был тигәндәрҙер. Кискә сығарҙылар.

– Был ваҡытта ҡайҙа барайым мин, – тип аптырап ҡараны майорға Фәнил.

– Нимә барыр кешең дә юҡмы ни? Эй, ошо урман аборигендарын.

– Юҡ, автобус китте.

Аптыраманылар. “Әгәр риза булһаң”, – тинеләр ҙә, алты урынлыҡ буш ҡараңғы изоляторға алып барып яптылар.”Алдан өйрәнә тор, кәрәк булыуы бар”, – тип тә көлдөләр. Мунса төннөгөндәй генә тәҙрәгә ҡарап оҙаҡ ултырҙы егет. Ҡыҙыҡ был тормош, кисә генә бер ни булмағандай үҙ урманыңда ҡоштар моңон тыңлап, оҙон көйҙәр һуҙып йөрө лә, бөгөн килеп мөгәрәптә һыҙғырып ултыр инде. Эй, үҙгәреүсән дә инде был әҙәм тигәндәренең ғүмер итмеше. Көнө көнгә оҡшаш булмаһын әле тип Хоҙайҙың шулай “биҙәк” һалыуылыр. Иртәгә иреккә сыҡһа тағы бер сағыу бите тормоштоң. Фәнилдең барыбер ҙә кәйефе күтәренке ине.

Ишек янындағы иң ситке тимер карауатта урын алды. “Тиҙерәк сығып китергә ошо миңә тамамыраҡ булыр. Ысын енәйәтселәр түргә уҙһын.” Ятҡас та йоҡлап китте. Тыныс йоҡланы, таңға олатаһын төштә күрҙе.

Ситдиҡ ҡарттың гәзит, китап уҡырға ике ҡолағы ла юҡҡа сыҡҡан күҙлеге бар ине. Чеховтың пенснеһы кеүек. Ана шул күҙлекте йәтеш кенә күҙе тапҡырында танауына эләктергән дә,  балта менән ҡалын бер бүрәнәне әрсепме, юныпмы маташа. “Нишләйһең, олатай?” – тип һораны Фәнил. Ул үҙе – ҡорт ҡараған кейемендә, башында – селтәрле ҡалпағы.

– Ожмахҡа инер өсөн таяҡ кәрәк икән дә. Сатанлап һикереп барып булмай, ней ҡәбергә таяҡты һалмағанһың. Бына һин ҡырҡҡан ҡарағастан таяҡ эшләп ултырам, – эй асыҡ ишетелде олатаһының әйткәне.

– Бик йыуан түгелме һуң бүрәнәң?

– Таяҡҡа әйләндергәнсе тағы бер ғүмер кәрәк булыр инде, – тип көлдө олатаһы, шунан йәшәреп китте лә Фәнилдең үҙенә оҡшаны ла ҡуйҙы. Шул Фәнилгә оҡшаған олатай йылмайҙы ла китеп барҙы. Ҡулында таяҡ бар ине.

Бар төшө шул. Уянғас, төшөн иҫләп ята бирҙе ул. “Киткәндә таяғы бар ине. Тимәк, ожмахҡа барып етер. Ә ул таяҡты Шамил менән теге ваҡыт һатып эскән булһаҡ… барып етә алмаҫ инеме икән? Ҡыҙыҡ был донъя. Бүрәнәне таяҡҡа әйләндерер өсөн бер ғүмер кәрәк тағы, тине. Уныһы нимә аңлата? Ә таяҡты бүрәнә итеп буламы? Әл дә таяғы музейҙа һаҡлана. Барыһын да яҡшыға юрайым, төшөмдө изгегә юрайым, юрайым”. “Изгегә юрайым”, – тип шыбырҙаны.

Аяғын олатаһы Фәнилдең күҙ алдында һындырҙы. Ул саҡта малай ғына ине ул. Икеһе Йәнекәй артындағы ҡорт баҡсаһына солоҡ элергә барғайнылар. Бейек ҡарағастың тармаҡлы ботағына солоҡ умартаһын ултыртып бәйләп бөткәс, ни ғәләмәт, билендә нығытылған арҡанынан ысҡынып ҡолап килде лә төштө ҡарт. Фәнил уның ботаҡтан ысҡынып киткәнен дә, осоп килгәнен дә күрҙе, тик бер ни эшләй алманы. Доң итеп уның алдына, ярай ҙа аяғы менән, килеп төштө лә, ауып та китте. Оҙаҡ ыңғырашып ятты. Фәнил олатаһының башына тәгәрләп киткән түбәтәйен кейҙереп, тубыҡланып маңлайына усын ҡуйып торҙо. Һыҙлаһа ла түҙҙе, баланы ҡурҡытыуҙан ҡурҡты. Хәҙер торам, атты яҡыныраҡ алып кил, тигән булды тешен ҡыҫып. Малай тыңлашманы, уның ҡытыршы битен һыйпап ултыра бирҙе: “Тик үлеп китмә, олатай, йәме. Хәҙер алып киләм, тик үлеп китмә, йәме”. Уның тамған күҙ йәштәре ҡарттың сыйылған битен әсеттерҙе.

Салбар балағын күтәргәс, тырпайып торған һөйәкте күреп Ситдиҡтың үҙенең дә күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Атҡа тиклем Фәнил бәһлеүән олатаһын һөйрәп алып барып еткерә алмаясағын шунда уҡ аңланы. Ат арба менән был шырлыҡҡа үтә алмағас, олатаһы өйрәтеүе буйынса, тәүҙә ҡарама ботаҡтарынан һаласа эшләне, шуның өҫтөнә кожанканы түшәне лә ипләп кенә ҡартты уның өҫтөнә әйләндереп һалды. Һөйрәп ҡараны, юҡ, ҡуҙғатып та булмай. Нишләргә? Атты туғарып килтерергә була ла, һуңынан ҡамыттағы сөйөлдөрөк бауын бәйләргә көс етерме һуң? Башҡа әмәл булмағас, атты туғарып олатаһы эргәһенә алып килде. Малай һаласаны арҡанлап, ҡамытҡа бәйләгәс, атты ҡыуҙы. Уныһы арбаға саҡлы хужаһын һөйрәтеп алып барҙы. Арбаға ҡарт ҡулы менән тартылып көскә-көскә менеп ятты. Һәр хәрәкәт һайын ыңғырашты. Себен-серәкәйгә былай ҙа тик тормаған бейәне тәртә араһына көскә индерҙе Фәнил. Ни тиклем көсәнһә лә сөйөлдөрөк бауын еренәсә тартып килтерә алманы, шунан түмәр килтереп, шуға аяғын терәп баҫып тартҡас, ҡамыт урынына килде. Ой, шатланды ун бер йәшлек Фәнил шул саҡта. Ҡамытты тартып бәйләрлек көсөң бар икән, тимәк, һин егет тигән һүҙ – шулай тип әйтә торғайнылар ауылда. Һыбай сабыу, ат аҫтынан сығыу кеүек оҫталыҡҡа улар мәктәпкә бармаҫ борон уҡ өйрәнәләр. Егет ҡорона инеү берсә ҡыуандырһа, берсә олатаһының ҡазаһы хәүефкә һалды малайҙы, әй, юҡ, егетте.

 Олатаһын ҡырынайтып, ауыҙына көрөшкә менән һыу һалғас, яйлап ҡына ҡайтырға сыҡтылар.

Шунда олатаһы ҡарлыҡҡан тауыш менән:

– Мин үлгәс, улым, ҡәбер бурама ҡарағастың һылыуын киҫмә, ҡытыршы, йәмһеҙен киҫ, йәме, – тине.

– Нишләп йәмһеҙен? – тип һораны малай.

– Үткән ғүмеремде самалайым да, шул тамам булыр миңә, артыҡ һылыу батшаларға килешә, беҙгә, ер кешеһенә сайырлы, ҡытыршы, күпте күргән ҡарағас тейешле, – тигәйне.

– Мин һиңә барыбер ҙә һылыуҙы киҫәсәкмен, – тине егет Фәнил.

– Иң мөһиме мәғрүр булһын. Олатаң быға торошло.

– Һәм һылыу!

– Олатайҙы тыңларға кәрәк. Әле ул бура булып ауыр ҡарағас быуынын да нығытмаған. Йәшәйһе лә әле йәшәйһе.

Аяҡ оҙаҡ төҙәлмәне, улай ғына түгел, һынған урын эренләп серей башланы. Тубыҡтан аҫҡы яҡты ҡырҡырға тура килде. Һуңынан уны тимер аяҡ алыштырҙы. Был ҡазанан һуң олатаһы егерме йыллап йәшәне. Ышаныслы, яратҡан ейәне лә ҙурайҙы, эсеп олатаһына ят бер йәнгә әйләнеп тә өлгөрҙө. Тик барыбер ейәненә булған ышанысын юғалтманы олатаһы. Үлер алдынан әсәһенә, ҡарағасты тик Фәнил генә ҡырҡһын, ул белә, тип юҡҡа әйтмәгәндер. Әллә һуңынан ошондай тарих булырын белдеме икән? Был малай, бәлки, тәүбәгә килер тип өмөтләнгәндер. Бынау эшһеҙлек тамам кешелектән сығарҙы. Олатаһының күҙенә ҡарарға оялып, янына ла бармай торғайны шул Фәнил. Әллә олатаһын тыңламай һылыуыраҡ ҡарағасты ҡырҡтымы икән? Эйе шул, хаҡы буйынса алтынға бәрәбәре эләккән олатай мәйеленә.

Шуныһы ҡыҙыҡ, шул йылды баяғы тармаҡлы ҡарағастағы солоҡтан  ғүмерҙә булмағанса бик күп бал алдылар. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң икән. Тик бал һылап ҡына аяҡты төҙәтеп булмай, Ситдиҡ ҡарт ғүмерлеккә сатан булып ҡалды. Һәм әле лә шул ағасҡа солоҡ ҡуймай ҡалғандары юҡ. Их, быйыл ғына, эсеп йөрөп эленмәй ҡалды. Ҡайтҡас һуң булырмы?

Таң алдынан берәүҙе индерҙеләр. Ниндәйҙер кибеткә төшкәнендә тотҡандар үҙен. Йоҡлағанға һалышып ятҡан Фәнил һөйләшеүҙәренән шулайыраҡ аңланы. Тик кенә ятыуын белде. “Кемдә кемдең ни эше бар? Хәҙер сыға ла ҡайтып китә ул. Ә ана бур ултырһын, әйҙә. Был мөгәрәптә хужа булып”.

Тик уйлағанса булманы. “Буласаҡ хужа”, тиреһенә һыйыша алмай аҡырынып, ҡаҡырынып, изолятор буйлап йөрөнө. Фәнилдең өҫтөндәге аҡ сепрәкте һыпырып алып ташланы. Урман егете түҙҙе, арҡаһын ҡуйып ятыуын белде. Шул саҡ теге хайуан уның артына килтереп типкәс, Фәнил әкрен генә тороп ултырҙы. Шунан башҡортсалап тыныс ҡына:

– Нимә кәрәк? – тип башын күтәрҙе. Ярым ҡараңғы мөгәрәптә бурҙың мәғәнәһеҙ күҙ ҡарашын тойоп, асыуы ҡабара барғанын тойҙо. Тағы бер тапҡыр: – Нимә кәрәк? – тип ҡабатланы.

– Тәмәке килтер, живо, башкиренек! – тип аҡырҙы бур.

– Мин тартмайым, – яңынан һуҙылып ятты.

Теге маймыл Фәнилдең аяғына килтереп типте:

– Мин әйткәнде аңламаныңмы әллә, тупой башҡорт, тәмәке килтер.

Шома дуҫы һөйләгән шиғыр шылт ҡына хәтеренә төштө: “Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ”.

Түҙмәне Федя. Һикереп тороп, тегенең эйәге аҫтына берҙе тондорҙо. Башҡортто кәмһеткән герой бер-ике метрға осоп барып төштө лә тын ҡалды. Көс бар икән үҙендә. Күптән был йоҙроҡто эшкә еккән булмағас... Ҡысытып торған кеүек ине шул. Бур оҙаҡ ҡына хәрәкәтһеҙ ятҡас, Фәнилде  ҡурҡыу алды, эй, эй, һин тереме, тип тегенең маңлайын тотоп ҡараны, муйынындағы ҡалын ҡан тамырын һәрмәгәс, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә пульсы бар икәнен шәйләне.

Уңарса булмай, шарт-шорт килеп ишек асылды ла өс-дүрт полиция хеҙмәткәре йүгереп килеп инде. Камера аша барыһын да күҙәтеп ултырғандар.

– Нимә булды бында? – тип аҡырҙы берәүһе.

– Ана… йығылды, – тип әйтергә лә өлгөрмәне, Фәнилдең эсенә икенсеһе килтереп тә типте. Бер-ике тапҡыр дубинка ла эләкте. Иҫенә килә алмаған бурҙың өҫтөнә һыу һиптеләр. Теге әҙерәк ыңғырашҡас, күтәреп койкаға һалдылар. Аҡ халат кейгән шәфҡәт туташы, бурҙың күҙҙәрен астырып, йөрәген тикшереп ҡараны ла, йыбанып ҡына, яңағы һынған, дауаханаға алып барырға кәрәк, тине.

– Эшең хөрт, урман айыуы, – тип ыржайҙы бер сержант Фәнилгә.

– Айыу имеш, торғаны менән аборигендар. Майор дөрөҫ әйтә, ул аборигендарҙы ауылдары менән юҡ итергә кәрәк. Үҙ закондары, имеш, – икенсеһе егеттең башына тондорҙо.

– Мин бер ни эшләмәнем. Ул йәбеште, мин һаҡландым, – Ташлыйылға бәһлеүәне башын ҡаплап бөгәрләнеп ятты. Эштең ҙурға китеүен һиҙҙе. Хәҙер ултыртасаҡтар, мотлаҡ ултыртасаҡтар.

Бына һиңә “иртәгә ирек”. Юҡ, Хоҙай башҡасараҡ биҙәк ҡуйған икән был көнгә. Хулиганлыҡ өсөн 15 тәүлек сәпәнеләр егеткә. Быныһын да Фәнил көлөмһөрәп ҡабул итте. Килгән ҡазаны тулыһынса татымайса, сығып булмайҙыр инде яҙмыш сөңгөлдәренән.

 

***

Таң һарыһынан, ҡояш тышау буйлыҡ ҡына күтәрелгәс, килде Нурислам Фәрит ағайҙарға. Хужалар иртәнге сәйгә ултырып ҡына торалар ине. Яҡты йөҙ менән ҡаршы алмаһалар ҙа, сәйгә әйҙүкләнеләр. Нурислам тегеләрҙең күңелен күтәрергә тырышып мәрәкәләп тә маташты:

– Һөйгән йәр менән сәйҙән кем туйған. Еңгә, һинең ҡулыңдан һыуыҡ һыу ҙа ҡайнар була торған, – тип табын артына килеп ултырҙы.

  • Таң әтәселәй иртәләгәнһең, хәбәрең изге булһа ярай ҙа.
  • Беҙ, тәртип һағындағы әҙәмдәр донъяның бысраҡ яғында йөрөйбөҙ, шуға күрә… таң менән килһәм дә, ҡояш күтәреп килмәм, – тине Нурислам, шунан етди төҫ алды. – Хәлегеҙҙе бик аңлайым, ағай, еңгә. Шуға килдем дә, – баллап рәхәтләнеп тирләп китеп сәй эсте. – Нимә тимә, барыбер һәр балдың үҙ тәме. Һеҙҙең умарталыҡ Йәнекәй артында, эйе, бит? Шырлыҡ яланында.

Фәрит ағай, шулмы инде әйтер һүҙең, тигәндәй, сәйер генә ҡарап алды лейтенантҡа. “Был әллә ҡорттарға үрелмәксеме? Малайҙы ҡотҡарам тип, бейәне алып китеүе лә еткән. Закон ҡуша, тип начальствоһының ҡушҡанын үтәп йөрөй инде.  Уйлаһаң, шул да булдымы эш! Кешеләрҙе илатып, ғәйеплене бығаулып, үҙенә күпме гонаһ алып. Дә-ә,  донъяның бысраҡ яғында шул, – тип уйлап алды. – Тик барыбер умарталыҡты биреү юҡ, ҡортһоҙ бөтөнләй аяҡ һуҙырға ҡала лаһа”.

– Эйе, шунан?

– Бына шул яҡтың балы барыбер тәмле ул. Телдә иреп кенә ҡалмай, телде иретеп алып инеп китә. Ой, тәмле. Ә бына беҙҙекендә, Түңәрәк яландыҡында, бер ҡырҡыу ғына тәм була. Күрәһең, араларында килешмәгән бер сәскә бар. Ә былай яландарҙың  аралары йыраҡ та түгел.

– Бер устағы бармаҡ та төрлө, әйттең хәбәр. Берҙәм генә ауылыбыҙҙа ла ана төрлөһө бар, ярҙам итерҙәй миһырбанлыһы ла, ошаҡсыһы ла, – кейефһеҙ Сәлимә лә һүҙ ҡыҫтырҙы.

– Кем ошаҡлаған, белдеңме? – Фәрит ағай үҙе лә балға үрелде.

– Прокуратуранан Лаврентьев тигәненән һорағайным, бер исемде әйтте ул. Тик… мин уның кем икәнен әйтергә тейеш түгелмен.

– Дә-ә. Ауыл эстән дә серей башлаған икән. Утыҙ етенсе йылғы репрессия афәтендә Ташлыйылғанан бер генә кеше лә атылмаған да, үлтерелмәгән дә. Сөнки бер-береһен һатыусылар булмаған. Замана ҡорто күңелдәргә, йәндәргә лә эйәләгән икән. Дә-ә… бер-береңде бөтөрөү сире, – уфтанды хужа.

Сәйҙең дә, балдың да тәме китте.

– Нурислам ҡустым, Фәнилде алып ҡалып булмаҫ инде хәҙер. Министр ҙа ғәйепле тигәс…

– Юҡҡа Өфөгә яҙғанһығыҙ. Министрҙың яуабынан һуң тағы ла сәмләнеп тотондолар. Башҡа урмандарҙа ла рейдтар күбәйҙе. Фәнил эше хәҙер – көн үҙәгендә. Башҡаларға һабаҡ булһын, йәнәһе. Шуға күрә тиҙерәк аҡса йыя һалайыҡ та ҡотолайыҡ был мәхшәрҙән. Эш хәтәргә китмәксе.

Нурислам бирешеп киткән ата менән әсәне йәлләне. Фәнилдең һуғышып 15 тәүлеккә эләккәнен әйтмәй торҙо. Килеү сәбәбе лә ул түгел ине.

– Ярҙам итер кешебеҙ ҙә бөттө инде.

Нурислам тороп салбар кеҫәһенә тығылды ла унан аҡса килтереп сығарҙы.

– Ауыл менән булһа ла йыйып алайыҡ инде, Фәрит ағай. Ул түрәләргә боронғо йолаларыңды аңлатыуҙан фәтеүә юҡ. Бына минән өс мең, шунан артығын бирә алмайым. Оло ҡыҙ бер балаһы менән әле ҡайтты.  Уныһы бер йөк. Байығас, бирерһең әле. Бирмәһәң дә…

Фәрит ағай һул ҡулын һелтәне:

– Ана, Сәлимә апайыңа бир. Рәхмәт, погонлымын, тип тормайһың, хәлгә инә беләһең. Атаңа оҡшап миһырбанлыһың. Эш аҡсала түге-ел. – Шунан тороп Нурисламды ҡосаҡлап алды.

– Бер йыл бүҙәнә туҡ, бер йыл тартай туҡ, тигәндәй, беҙҙең дә туҡ саҡ булыр, ҡайтарырбыҙ, Нурислам туғаным, рәхмәт инде, – тип Сәлимә лә әзмәүерҙәй ирҙең арҡаһынан һөйөп алды.

– Бейәне Поляковкаға алып барып яптығыҙ ҙа, ябыҡтырып нишләтәһегеҙ һуң уны? Нимәлер хәл итергә кәрәктер бит, – Фәрит ағай уныһын да ныҡлап белешергә булды шикелле.

– Бейәңде бирергә булһаң, Поляковкалағы ит комбинаты директоры ун биш меңгә алырға риза булып тора ул.

– Ун биш бик әҙ, егермегә, бер ҙә булмаһа ун һигеҙгә булһа ла алһын, – тигән булды Фәрит ағай. Бейәһе йәл ине, әлбиттә. Ярай ҙа тайы бар.  Йыл да булмаһа ла, ике йылға бер булһа ла, ҡолонлап ҡыуандырып торҙо. Йәше лә ырамлы. Улы өсөн бейәһе улай уҡ йәл түгел. Тик ҡортһоҙ ҡалып булмай. Улайһа был йорттан да, нәҫелдән дә бөтөнләй ҡот китәсәк.

– Һөйләшермен дә ул. Ауыл халҡына мөрәжәғәт итәйек. Иғәнә йыйырға кәрәк. Ауыр саҡта бер-беребеҙгә ярҙам иткәнбеҙ, уның бер ниндәй ояты юҡ, – полиция лейтенанты тороп ике ҡуллап күрешеп сығып китте.

– Хәйер һорашҡан кеүек иғәнә йыйып йөрөп булмаҫ, ишеткәндәр килтерер, – тине Фәрит ағай. “Һоранып йөрөмә”, тип аңғартыуы ине бисәһенә.

 

***

– Ҙур йомош менән килгәйнем. Көҙгә тиклем биш мең аҡса биреп тор әле, ағай. Тоҡомло ғына үгеҙ буй еткереп килә. Шуны һатып булһа ла, түләрмен. Бик кәрәк ине, – Рәүеф Хамматҡа күҙ төбәп килде.  Биреп тормаҫмы, йәнәһе. Фәнил ауыр хәлдә, нисек тә булһа дуҫына ярҙам итергә тейеш тә һуң. Аҡса юҡ, тип ҡул һелтәп булмай.  Әлеге лә баяғы шул сауҙагәр Хаммат бар әле әл дә. Рәүефтең аты ла, затлы ғына берәй ҡоралы ла юҡ шул. Дуҫы өсөн йәл булмаҫ ине лә.

Хаммат оҙаҡ ҡарап торҙо уға.

– Нимәгә ул тиклем? Космосҡа осорға йыйынмайһыңдыр бит.

– Фәнилгә бирәм. Штрафын түләмәһә, ултыртып ҡуясаҡтар.

– О, Фәнилгә. Мәрхәмәтлек, тимәк. Шәп. Ғәйебе булғас, ултырһын. Бында минең ни эшем бар? Аҡса юҡ.

Рафа ни әйтергә белмәй шаҡ ҡатты. Шунан сырт итеп бер төкөрҙө лә:

– Эй яуызһың да инде, Хаммат ағай, – тине.

– Аҡса биреп тороусы мин – яуыз, теҙләнеп һоранып килеүсе һин –  мәрхәмәтле. Бик ҡыҙыҡ һеҙҙең философия. Яуызлыҡ менән мәрхәмәтлек сиген заман үҙе билдәләй, ул һеҙҙең асыҡлауға, аныҡлауға мохтаж түгел.

– Биреп тораһыңмы, юҡмы? – Рафаның мин-минлеге сыға башланы. Буш сыҡҡыһы ла килмәне. Башҡа аҡса алып торор кеше лә юҡ, исмаһам.

– Ике ҡашыңды ла ҡырһаң, ике мең биреп торам. Бурысҡа! Ҡашһыҙ итәм мин һеҙҙең барығыҙҙы ла.

– Нишләп?

– Ауылдың бәрәкәтен бөтөрөп эсеп-һоранып йөрөмәһен өсөн. Артыҡ ғорур Фәнил дә береһен ҡырғайны, Шамил да. Хәҙер һинең сират. Башҡаса меҫкенләнеп йөрөмәҫһегеҙ. Бәлки… – Бер аҙ торғас тағы өҫтәп ҡуйҙы. – Фәнил бик дорфа һөйләшә ине, кикереген шиңдерерҙәр әле унда.

– Аңлап етмәйем, нимә ул тиклем Фәнилгә ҡаҙалдың. Уның ғәйебе юҡ икәнен беләһең дә инде. Киреһенсә, хәленә инер урынға…

– Нимә, хәленә инәйем, тип к…тәге ыштанды сисеп бирәйемме?

– Миңә биреп тор. Биш мең. Көҙөн алты мең итеп ҡайтарырмын.

– Ул тиклем аҡса юҡ. Әйттем бит, ике ҡашыңды ла ҡырһаң, ике мең биреп торам. Ҡабатлайым, бурысҡа уныһын да.

“Башҡаса вариант юҡ. Үҫер әле ҡашы. Ҡыҙҙар артынан сабаһы башым юҡ. Нимәгә кәрәк ул? Ә Фәнилгә кәрәк”.

– Бир ҡырынғысыңды.

– Ана мунсала, шунда.

Рәүеф мунсаға инеп киткәс, өйҙән аҡса алып сыҡты ла, алмағас төбөндәге өҫтәл артына барып ултырҙы Хаммат. Йөрәген тотто. Һуңғы йылдарҙа ул да ҡаҡшаны.

“Әллә кем булып маһайып ултырған булам. Нимәм бар инде маҡтанырлыҡ. Күркәм бейек йорт, шәп мунса, ана, машина, магазины бар… Шунан? Бай, имеш, берәү. Барыһы ла бар, барыһы ла. Тик… бәхет юҡ. Тупылдатып һөйөр балам юҡ. Ғүмер буйы яратмаған кешең менән йәшәп ҡара әле, шуның күҙенә ҡара, шуға арҡа терәп ят, ашын-сәйен маҡтаған булып ултыр… Артислыҡ, яһалмалыҡ. Ә былай барыһы ла бар, бөгөн ҡояшҡа, айға осмайһыңмы? Хет Парижға барып ҡайт. Тик барғы килмәй, осорға ҡанат юҡ. Күңелдә.

Ваҡытында Сәлимәне ҡаратып алғанда, Фәнил кеүек әзмәүерҙәй улым булыр ине. Ярай эсһен дә, ти, уныһы, баш төҙәтергә аҡсаһын да бирер ине. Уның ҡарауы улың, дауамың бар. Их-х. Ғүмер үтте, байлыҡ артынан ҡыуып, түрә-ғараны һыйлап, ябай эш кешеһен алдап… Бөгөн үлһәм, ҡәберемә ҡәҙерләп тупраҡ һалыр кешем дә юҡ бит. Эйе, барыһына ла Хаммат кәрәк, башы ауыртҡанда, аҡсалары етмәй ҡыҙы кейәүгә сыҡҡанда, балнисҡа алып барырға, хатта малына яларға тоҙо булмағанда ла... Шула-ай, һәр кеменә ваҡытлыса кәрәк булдым, тик ҡәҙерле булманым.

Ҡашһыҙ ир-егет – ил-йортһоҙ әҙәм ул. Берәҙәк. Үҙемдең ул юҡ икән, һеҙҙе лә асарбаҡ итәм. Әйҙә йөрөгөҙ ҡашһыҙ.

Ә үлеп китһәм… Ошо ҡашһыҙ егеттәр күмәсәк тәһә. Ҡарағасһыҙ ҡәбер ҡалҡасаҡ. Уны ҡырҡып, бурап алып төшөр вариҫым ҡайҙа? Их-х… Мотор ҙа ҡартайҙы, йыш барахлить итә…” – Хаммат йөрәге тапҡырын ышҡып-ышҡып шулай уйланып, моңайып ултыра бирҙе.

Ҡашһыҙ битен ҡояшҡа ялтыратып килеп сыҡҡан Рәүефтең:

– Бир, –  тигән тауышына һиҫкәнеп китте.

Сауҙагәр тейешле сумманы өҫтәлгә һалды. Рәүеф аҡсаны кеҫәһенә һалды ла ҡуҙғалырға ниәтләне. Шул саҡ Хамматтың меҫкен генә тауышы сыҡты:

– Ҡара әле, Рәүеф ҡустым, бер уй төштө башҡа.

– Һинең ҡара уйың бөтмәҫ ул, Хаммат ағай. Башҡа ерҙе ҡырмайым, пока.

– Туҡта әле, туҡта, әгәр һиңә алтмыш мең аҡса бирһәм… – әйтеп бөтөрә алманы, йөрәген тотоп ултыра бирҙе.

– Нимә? – Рәүеф яңынан яҡынлашты.

– Ултыр, – тине Хаммат. Тегенеһе ҡулын күтәреп, алмағас ботағына тотоноп тороуын белде. – Бер һүҙ әйтмәксе инем. Әгәр… ну, был ерҙә бер кем дә мәңгегә килмәгән бит инде. Беләһең, ҡатындан башҡа бер кем дә юҡ тигәндәй…

– Нимә мығырҙайһың, әйтһәң әйт тә. Ниндәй алтмыш мең?

– Мин үлһәм, һин миңә ҡарағас… – әйтеп бөтөрә алманы, тамағына төйөр килеп тығылды.

Рәүеф ҡулдарын йоҙроҡлап өҫтәлгә таянды, ҡашһыҙ майлайын йыйырҙы ла:

– Үлһәм? Ҡарағас? Ҡәбереңәме? Сразы алтмыш мең һум штраф та түләйһеңме? Минме? Туҡ-туҡ, зый-зый, – балта менән һелтәнгәнен, ағастың һыҙғырып ауыуын хәрәкәттә күрһәтеп, тыныс ҡына әйтте.

Хаммат йәш менән мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен Рәүефкә төбәп ҡараны ла, ике тапҡыр башын һелкте. Һелккән ыңғайы бер күҙенән эре генә күҙ йәше тәгәрләп төшөп китте. Ҡашһыҙ егет уға оҙаҡ ҡына хайран ҡалып ҡарап торҙо. Йәл булып китте уға сауҙагәр. ”Шәп нәмә ул үлем, – тип уйлап алды үҙе нишләптер. – Тик ул шулай тиҙ генә барыһын да тигеҙләй ала. Байын да, ярлыһын да, ҡашлыһын, ҡашһыҙын да, асын да, ашлыһын да… Әжәл етә башлаһа ғына әҙәм барыбыҙға бер Ер шары икәнен иҫенә төшөрә. Баҡһаң, унан ары осоп китеп булмай икән дә. Төшөп ҡалыр ваҡыты еткәс, минең кеүек ҡашһыҙҙар менән кешесә һөйләшә. Үлергә йыйынамы был ҡарт төлкө? Белә, ул үлгәс тә, Ер шары әйләнеүенән туҡтамаясаҡ әле”.

– Алтмыш, тиһеңме?

Хаммат тағы баш һелкте. Тулышҡан күҙ йәше икенсе күҙенән дә ағып китте.

– Әҙерәк. Һин үлгәнсе хаҡтар үҙгәреп китеүе лә бар, минең хеҙмәт, тәүәккәллек осһоҙ баһаланмай. Һикһән мең! – Рәүеф тегенең күҙенә тура ҡараны.

Хамматта сауҙагәрлек кәре уяндымы, әллә өмөтләнеп киттеме, күҙен һөрттө лә:

– Етмеш, – тине.

– Ярай, ә ҡасан бирәһең? Үлгәсме?

– Йыям да киләһе айҙа.

– Дурак һин, Хаммат ағай.

– Нишләп? – Хаммат урынынан ҡалҡты.

Рәүеф тә Фәнил кеүек уртансы бармағын күрһәтте лә:

– Үлһәң, һаҙға алып барып ҡуясаҡбыҙ. Ә һиңә тигән ҡарағас… орлоғонда уҡ серегән, – тип сығып китте.

Күҙҙәрен сырт-сырт йомоп тороп ҡалды Хаммат.

 

***

Кеҫәһенә ике меңде һалып, ихатанан килеп сыҡҡас, үҙен бысраҡ, һаҫыҡ донъянан ҡотолған кеүек тойҙо Рәүеф. Ҡыштырлап торған байлыҡ та күңелен йылытманы. Мәсхәрә, оло мәсхәрә. Ирлегеңде Хаммат мунсаһындағы һабынлы һыуға һалып сыҡсы. Ҡаш күҙҙе һаҡлай. Күҙһеҙ әҙәм – нурһыҙ бәндә. Шул нурҙан яҙҙырыуы ләғнәттең. Үҙебеҙ ҙә инде, ике ҡул, ике аяҡ була тороп, эсеп нурһыҙ булып йөрөйбөҙ. Маңлайҙағы тире ағып төшөп, ҡаш урынын, күҙен әсеттерҙе.

“Ҡағыға төшөп булһа ла йыуынып алайым. Былай аларып барып инеп булмай бит инде Фәнилдәргә”. Ҡағыға төшкәйне, күңеле тынысланғандай булды. Бит-ҡулдарын йыуып алғас, күҙҙәре асылды, күңеле күтәрелде. Ҡояшта йым-йым килеп уйнаған йылғала кемдер һыу ала. Тәүҙә һыуға эйелеп бит-ҡулдарын йыуып алды ул да, шунан яулығын ысҡындырып яңынан ипләп бәйләне. Итәген күтәреп эскәрәк үтте лә, биҙрәләрен батырып, ҡара әле, ысынлап та һыу алды. Биҙрәләре менән бергә асыҡ ап-аҡ бот-балтырҙары ла ҡояшта ялтырап китте. Кер-фәлән сайҡарға килгәнме, тиһәң. Ана биҙрәләрен елкәһенә һалды. Бала саҡтағы күркәм бер күренеш ине. Элек бар ауыл ошо йылға һыуын эсте. Хәҙер генә һәр ихатала ҡоҙоҡ. Ҡыҙҙар ҙа, төшкән килендәр ҙә көйәнтә лә күтәрә белмәй. Йылғаға иңдәренә көйәнтә һалып төшөүселәр һирәгәйҙе шул.

Кем булды икән? Рәүеф ҡалҡынып, шул яҡҡа табан атланы, көйәнтәле ҡатынды танырға тырышты. Еңел бара, һыуҙа йөҙгән аҡҡошмо ни. Һыу ташып өйрәнгән был. Йә, Хоҙай, кем тиһәм, эйе, шул класташы Әлфиә бит был. Йәшлектә аҙашып ҡалған мөхәббәте, әрменән көтөп алмаған хыянатсы. “Юҡ, нишләп хыянатсы булһын, һәр кемдең үҙ яҙмышы”, –  тип уйлап алды Рәүеф. Яр башынан:

– Иҫәнме, класташ, – тигән булды. Ҡатын һирпеп кенә ҡарап алды ла:

– Иҫән әле. Рәүеф һинме? – тип һораны.

– Мин. Таныйһың әле.

– Атлап килеүеңдән үк сырамыттым. Бик үҙгәрмәгәнһең дә, ах, тик мине ғашиҡ иттергән ҡап-ҡара ҡаштарың ҡайҙа?

– Ғашиҡ иттерер ҡыҙҙар булмағас, ҡырҙырҙым. Һинең ҡайтырыңды белһәм, бәлки, крем йә ҡаҙ майы һөртөп сығыр инем дә. – асыуы килде. Үҙенә лә, ҡашына ла, Хамматҡа ла. Шул ваҡытта Әлфиәнең тап булыуын әйт. Ҡағы буйында хозурланып ултырып бер аҙға ҡаш юҡлығын онотоп та киткәйне шул. Көйәнтәле һомғол ҡатынды күргәс, бөтөнләй баштан сыҡҡан.

– Клоун һымаҡ һин, аҫта – тырпайып торған мыйыҡ, өҫтә – ҡашһыҙ күҙ, – ихлас йылмайҙы үҙе.

– Һыу ташыуҙы онотмағанһың әле. Урамығыҙҙа һыу юҡмы ни?

– Ҡағы һыуын һағындым. Һыу ныҡ тәмле, һауаны һулап туйып булмай. Рәхәт ауылда.

–  Ауылға һеҙ ял итергә генә ҡайтаһығыҙ шул.

– Йә үлгәс, тыуған ерҙе ҡосоп ятырға, тип тә өҫтә. Нимә шул тиклем асыулыһың әле?

Рәүеф Әлфиәнең күҙҙәренә ҡараны ла, ҡапыл өнһөҙ ҡалды. Эйе, бала саҡтағы керһеҙ ҡарашын шәйләне. Эйе, уға яратып баҡҡан, тартай тауышына тертләп китер болан балаһы күҙҙәре.  Үсеккән сағында ла күҙенең бер сатҡыһында барыбер бер йылы нурын һаҡлай алған ҡатын-ҡыҙ ҡарашы.  Шул нурҙы әле лә һаҡлай алған, һүндермәгән. Ҡапыл үҙен ҡосаҡлап күҙенән генә үпкеһе килде. Үптерер һиңә.

– Асыулы тип, күңелһеҙ.

– Ә миңә күңелле. Ташлыйылғала миңә һәр саҡ рәхәт. Әйҙә бөгөн  класташтар йыйылабыҙ. Һөйләшеп ултырырбыҙ.

– Йыйылыр кеше юҡ. Фәнил – төрмәлә, Шамил – Өфөлә. Ә башҡалар… дуҫтарһыҙ миңә ҡайҙа ла күңелһеҙ, – Фәнилде төрмәлә тип белмәй, фаразлап әйтте. Аҙнаға яҡын ҡайтмағас ҡайҙа булһын, шул полиция ҡулында тип уйланы. 15 тәүлеккә ултырыуын ул белмәй ҙә ине. Белһә лә, нишләһен.

– Ишеттем. Икебеҙ ҙә бына тигән компания.

– Ирең менән балаңды ла эйәртеп сыҡһаң бөтөнләй һабантуй буласаҡ.

“Әҙәм булып торған була. Кешесә һөйләшәһең, ә ул сағып маташа, – тип уйланы ҡатын. – Мыйыҡ аҫтынан серле йылмайыуы һаман юғалмаған”.

Рәүеф, киреһенсә, нимә тип ауыҙ ҡоротоп, мине әҙәмгә һанап һөйләшеп торған була икән, тип фекерләне.   Барыбер һыр бирмәйәсәк ул. 

Әлфиәгә йөрәге барыбер ҙә наҙлыраҡ телдә һөйләшергә бойора ине.

– Ирем юҡ минең, тиһәм, ни әйтерһең?

Рәүеф ҡапыл телһеҙ ҡалды.  Шулайҙа тиҙ үк яуабын тапты:

– Улайһа, һин ғашиҡ булһын өсөн яңынан ҡаш үҫтерәм.

Әлфиә сылтыратып көлөп ебәрҙе:

– Ҡашһыҙ егеттәргә ҡарамайым да мин. Ултырайыҡмы?

Рәүефтең класташы менән ихлас ултырғыһы килә ине. Тик уның янына буш ҡул менән килеп булмай, аҡса юҡ. Кеҫәләгеһе Фәнилгә тәғәйен, аҫам тиһәләр ҙә, уға тейәсәге юҡ. Хатта мөхәббәте хаҡына ла. Йыраҡта йылытҡан мөхәббәт ҡояшына ҡарағанда янындағы ирҙәрсә дуҫлыҡ уға ҡәҙерлерәк. Шуға тураһын әйтеп ярҙы:

– Ултырырбыҙ ҙа, тик бер тин дә аҡсам юҡ, кеҫәм тишек. Һинең яныңа сәскә лә, ҡаплы шоколад тотоп килергә лә рәтем юҡ. Егетлегем самалы.

Әлфиә ни тип әйтергә лә белмәне. Сөнки уның килеүен дә теләй ине, шул уҡ ваҡытта үҙенең ҡәҙерле икәнен дә белгертергә тейеш кеүек.

–  Күңелең тишек түгелдер әле. Теләгең булһа, ҡояш байығас һыҙғырырһың.

– Атайың пистолеттан атмаҫмы һуң? – Полицай Нурисламдың оло ҡыҙы ине Әлфиә, шуға төрттөрөүе.

– Енәйәтсе булып килмәһәң, атмаҫ, – тип ҡуҙғалды ҡатын. Уның ҡалҡыу күкрәктәренә, йоморо осаларына ҡарап, ауыҙынан һыу аҡты Рафаның.

Был хәл бик уйға һалды егетте. “Иренән айырылып ҡайтҡан, тимәк. Бер ҡыҙы бар ине. Күңелгә өмөт уты тоҡандырҙы был оҙон сәс. Юҡҡа түгелдер әле. Нишләргә? Барырғамы, юҡмы? Бындай мөмкинлек тағы ҡасан була әле. Ә бәлки? Теләге булһа, балаһы менән алырға риза уны Рафа. Кем генә йәш саҡта хаталанмаҫ. Ҡуйы ҡашыңа ғашиҡ инем, тей ҙәһә. Ҡыҙыҡ та, рәхәт тә кеүек. Их, кәләшле булһа, нисек йәшәргә белер ине. Эсеүен ташлап, өсәүләшеп – Шома, Федя дуҫтары менән бер эш асырҙар ине әле. Себергә китеп булһа ла ғаиләһен туйындырыр. Бер ул да табып бирһә. И-их!”

Барырға кәрәк, барырға. Тик буш ҡул менән тағы… Ни ғүмер ҡалала йәшәп сәмәй эсмәйҙер Әлфиә, уға шарап кәрәк, уныһы бик ҡыйбат, үҙе өс шешә сәмәй хаҡы. Эргәһенә емеше, шоколады. Юҡ, тағы Хамматҡа барып баш эйеп булмай, бирмәйәсәк тә. Әлфиәһеҙ ҙә ҡалғы килмәй, кейәүгә уҡ сыҡмаһа ла, бер тапҡыр ғына үпһә лә, исмаһам. Ғүмерлек хыялы ла инде. Әрмегә тиклем тотҡолап, ҡосаҡлап маташҡыланы инде. Тик эште һис ҡасан ҙурға ебәрмәне.

Ымһындыра, әлбиттә. Аҡса барлыҡҡа бар ҙа. Кеҫәһенә ҡулын тығып ҡараны, ята ике йәшел ҡағыҙ киҫәге шытырлап. Яңынан ҡулын тартып алды. “ Һуң булмаҫ борон тиҙерәк аҡсаны Фәрит ағайға алып барып бирәйем. Аҙаҡ күҙ күрер. Бөгөнгә үҙемдекенән бигерәк Фәнилдең  яҙмышы ҡәҙерлерәк”.

Ихатаһында салғыларын рәтләп маташҡан Фәрит ағай аҡсаны алманы, ана, Сәлимә апайыңа индереп бир, тине.

Хужабикә тартынып ҡына алды.

– Мәшәҡәтләнмәһәң дә… Үҙеңдә лә юҡ бит инде, эй, был эшһеҙлек.

– Ҡалаға сығып йөрөп килһәмме, тип һалып ҡуйған бар ине, – тип алданы. – Табылыр әле. Көҙ булһа, күберәк тә килтерергә булыр ине лә, – үҙенсә хәлдәренә ингеһе килде. – Ҡышлаған өс быҙау ҙа бар, әле йәй башында уны һатыуҙан фәтеүә юҡ.

Ысынында һатһа һатыр ҙа ине, оҙон ҡышты сығып йәшел үләнгә морон төрткән малҡайҙарын йәлләне. Ата-әсәһенең  күҙ терәп торған байлығы ла, йыуанысы ла, татлы мәшәҡәте лә шул.

 – Юҡ, юҡ, ауыл халҡы ана былай ҙа ярҙамынан ташламай. Был ваҡытта мал тотоноп ни…

–  Тейешле сумманы йыя алырбыҙмы икән, Сәлимә апай? – Рәүеф мөлдөрәп ҡараны.

Шул һорауҙы ғына көткән тиерһең, әсә кеше ҡулын альяпҡысына һөртөп, өҫтәл артына барып ултырҙы.  Йөҙө бермә-бер  асылып китте.

– Һөйләһәң һүҙ инде, хәсрәттән дә илайым, шатлыҡтан да түгеләм, тигәндәй, – тип һөйләп алып итте әсә кеше. Рәүеф уны ихлас тыңланы. Бүлдермәне. Ҡайғыға сумып йөрөгән ҡатындың кемгәлер эсен дә бушатҡыһы килгәндер. Шамил менән Рәүефте  үҙ улы кеүек һәр саҡ (иҫерек саҡтарында ла) яҡын күрҙе ул. –  Фәнилде алып киткәндән бирле өйҙән кеше өҙөлгәне юҡ. Һәр береһе хәлебеҙҙе белергә килә, ниндәй ярҙам кәрәк, тип һорай. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табырбыҙ тип уйылыр сиккә еткәйнек тәһә. Тәүҙә Мостафа ағай ете мең ҡалдырып киткән, Нурислам да мул ғына өлөш сығарҙы, уҡытыусылар эш хаҡтарының ун процентын йыйып тапшырҙы. Үҙем, кәрәкмәй, ҡайтарырбыҙ, тигән булам да, нужа һинең теләккә ҡарап торамы һуң. Зарураттан инде барыһы ла. Хатта мәрәкәсе Гәрәй ҙә, Гитлерҙең артына шап итеп типкән тишек быймамды баҙарға алып барып һатып, Фәнил ҡустының бығауын сисергә, тип асҡыс  алып килдем әле, тип бер мең ҡалдырып киткән булды, бахырҡай. Эй, бигерәк арыу икән үҙ ауылым кешеләре, шул Гәрәйҙең өҫтөнә кейгән кейемен ҡара һуң. Урамға сыҡҡыһыҙ бит. Кәрәкмәй, тип ҡарайым, һин нимә, мин дә Ташлыйылғаның бер кешеһе, мин дә шул зыяратҡа барып ятам, тип тәки өҫтәлгә һалып сығып китте. Күрше-тирә лә, артып бармаһа ла, бар әле, бар тип,  бүлеште. Бейәһе хаҡы менән бергә ҡырҡ-ҡырҡ биш меңгә яҡын иғәнә йыйылды.  Тағы ла егерме меңде тапһаҡ…  Йән биргәнгә йүн бирер әле, тим.

– Сауҙагәр Хамматтан һорап ҡараманығыҙмы, уныҡы барҙыр, бай ҙаһа, – юрамал бирҙе был һорауҙы Рәүеф. Үҙенең күҙ алдына сауҙагәрҙең меҫкен йөҙө килде. “Алтмыш мең бирергә риза ине лә”.

– Бөтөнләй сара ҡалмаһа, үҙем генә барып һорамаһам. Фәрит, йөрөмә, сәмәй һатып, кешеләрҙең аңын томалап харамдан йыйылған аҡсаһы кәрәкмәй, ти. Был саҡта харам тип ҡарап тормайһың инде. – Әл дә генә Хамматтан алып торҙом, тип әйтмәгәнмен тип уйлап алды Рафа.  Башҡа сәбәп тә бар икәнен ул башына ла килтермәне, белмәй ҙә ине. Бынан утыҙ –утыҙ биш йыл элек ғүмерҙә леспромхозда бер көн дә эшләп ҡарамаған һатыусы нәҫеленән булған Хамматтың  йәш саҡта Сәлимәгә бик тә ғашиҡ булып урларға йөрөүе лә, Ситдиҡ ҡарттың браконьерҙар нәҫеле тип уға ҡыҙын бирмәүе лә, Сәлимәнең егәрле Фәритте һайлауы ла күптәргә бөгөн оло сер ине. Фәриттең, йөрөмә, тип тыйыуында бына ошо тартҡылашыу ятмай инеме икән?

Сәлимә апай ҡапыл һикереп торҙо.

– Әстәғәфирулла, ҡарап-ҡарап ултырам да, һинең дә ҡашың ҡырылған түгелме һуң?

– Аҡты ҡаранан айырыр өсөн ҡашты ҡырып ҡараным.  Күҙ һәйбәтерәк күрһен өсөн.

– Ысынлап, нимә тип ҡыраһығыҙ шуны, әйт әле дөрөҫөн.

– Мода шулай, – тигән булды. Шунан өҫтәне. – Кем эшһеҙ – шул ашһыҙ ҙа, ҡашһыҙ ҙа.

–  Бына һиңә, мә. Шәп мода. Былай булғас ауылыбыҙ бөтөнләй ҡашһыҙ ҡаласаҡ икән.

– Ҡашһыҙ итмәҫкә кәрәк ине лә.

Фәрит ағай янына сыҡты Рәүеф. Уныһы Шамилдың хәлен һораны. Ни әйтергә белмәгәс:

– Хәле һәйбәтләнгән. Нәзирә апай , оҙаҡламай ҡайтыр ҙа әле, тип тора, – тигән булды. Ҡайҙан хәлен белһен, ни аралашыр сараһы юҡ, ни барып ҡына ҡайтыр ер түгел.  Баш ҡала йыраҡ бит. Ҡайтҡанын ғына көтәһе ҡала.

– Фәнил умарталарҙы айыу ғына туҙҙырып ҡуймаһын, тип борсола ине. Иртәгә умарталыҡҡа барып ҡарап килерһең әле, – Фәрит ағай хәстәрлекле ҡарашын уға төбәне. – Бынау ике дәдәнде  лә бәйләп китһәң, тамғалы ҡарағастарҙы күрерһең унда. Һәнәк тамғаһы. Барғаның бар ҙа инде. Улай бауыр баҫып эшләр эшең юҡтыр?

– Юҡ, ике ҡулым да буш.

 – Үҙем иртәгә район үҙәгенә сығайым тим. Банк тирәһен ҡараштырайым, әҙерәк етмәй тора. Тик ат юҡ минең хәҙер, Шамилдың алашаһын егеп маташмаһаң.

Рәүеф Фәнилдәрҙән тура Шамилдарға китте. Нәзирә апайҙан дуҫының хәлен белеште. Ысынлап та, ошо көндәрҙә ҡайтырға тейеш икән Шома. Фәнилдең теге ҡарағас тарихын әлегә уға һөйләмәгән булып сыҡтылар. Саҡ аҡылы теүәлләнгән, ҡуҙғып китер тағы, булыр унан Шәрифәнең төпһөҙ ҡомғаны. Шуға ята инде ул дауаханаһында, юғиһә күптән ҡасып булһа ла ҡайтып еткән булыр ине. Иртәгә ҡорт баҡсаһына барып ҡайтайым, Радуловты биреп торсо, тип алашаны һораны. Нәзирә апай, ауыл осондағы яланда йөрөйҙөр, тип йүгәнен сығарып бирҙе.

Эңер төшкәс, мин малай-шалаймы, оялып, ҡурҡып йөрөргә, тип  полицай Нурисламдарҙың йортона  тура барып,  ишеген шаҡыны Рәүеф.  Бер тәүәккәлләгән… Ишекте полицай үҙе асты.

– Ни йомош, ҡустым?

– Әлфиә кәрәк ине. Осрашырға һөйләшкәйнек.

– Балаһын йоҡларға һалып йөрөй ул. Һуңғараҡ сыҡмаһа. Ниндәй осрашыу һуң ул?

– Класташтар тигәйнек, – тигән булды. Нурислам ҡуҙғала башлағайны, туҡтатты. – Һеҙгә лә йомош тигәндәй. Фәнилдең хәле нисек икән?

– Ултыра.

– Ҡарағасты ҡырҡҡанын кемдер еткергән бит ул. Шул беҙҙең ауылданмы икән, шуны белешә алаһығыҙмы?

–  Мин уның кем икәнен беләм.

– Ошо Ташлыйылғананмы?

– Нимәгә кәрәк ул һиңә?

– Беҙҙең ауылда ла стукачтар бармы икән ни?

– Улар везде.

– Тимәк, беҙҙән, шулай тип уйлағайным да.

– Һеҙ шантрапалар тағы белмәй- күрмәй үс алып йөрөмәгеҙ, бәлки, беҙҙән дә түгелдер.

– Юҡ, ошо бәләнән ҡотолһаҡ, ниже травы. Әлфиә сығырмы икән?

– Хәҙер, – тип ауыр кәүҙәһе менән иҙәнде шығырлата-шығырлата  баҫып инеп китте лейтенант.

Оҙаҡ ҡына көттө Рәүеф.

– Нишләп йәш саҡтағылай һыҙғырып ҡына саҡырманың, һабаҡташ? – тип килеп сыҡты Әлфиә. Үҙенсә биҙәнгән, һөртөнгән икән. Тәмле хушбуй еҫе йыраҡтан уҡ танауына килеп бәрелде.

– Һыҙғыра торған теш төшкән. Атайың, нишләп йөрөй был алкаш, тимәнеме?

– Нишләп улай, тиһең. Өсөгөҙҙө лә бик хөрмәт итә ул. Зыяратты уратып кәртәләп алдылар, өлкәндәргә лә ярҙам итәләр, бик аҡыллы егеттәр ҙә, заман ғына боҙа үҙҙәрен, ти. Ҡайҙа барабыҙ?

– Бөгөн бер ҡайҙа ла бармайбыҙ, иртәгә толпарыма атланабыҙ ҙа донъяның иң гүзәл еренә осабыҙ.

– Аптыратма.

– Ысынлап. Иртәгә Фәнилдең ике дәдәнен Шырлыҡ  яланындағы нәҫел ҡарағастарына алып барып бәйләргә кәрәк. Ҡорт ҡундырырға. Былай ҙа һуңлағандар, ҡуналармы, юҡмы. Тыуған яғыңда бер сәйәхәт ҡылып ҡайтырға ниәтең юҡ түгелдер әле.

– Кил әле бында, – Әлфиә һабаҡташын солан тәҙрәһенән төшкән ут яҡтыһына алып килде. Ике усы менән Рәүефтең битен тотто, йөҙ ташламағанһың әле, тип кеҫәһенә тығылып ҡара ҡәләм сығарҙы.

– Хәҙер мин һине ҡашлы итәм.

– Кит әле, – тип Рәүеф ҡаршылашып маташты.

– Улайһа, мин һиңә нисек яңынан ғашиҡ булам, – тип үсеккән ҡыҙ булып уйнағас, риза булды ҡашһыҙ егет.

Әлфиә тырышып-тырышып ҡаш һыҙҙы. Уның ҡайнар тыны Рәүефтә аңлап етмәҫлек дәрт уятты. Ул тында ҡайын туҙынан иретеп эшләнгән ҡара һағыҙ тәме килә ине. Уға шулай тойолдомо. Түҙгеһеҙ сиккә етте. Хатта бер аҙ күҙҙәрен дә йомоп торҙо, шунан ҡапыл Әлфиәнең ирененән һурып үбеп алды. Тик нисектер ҡаушап ҡалдымы, Әлфиә этеп ебәрер йә биткә усы менән сәпәр, тип ҡурҡтымы, ҡыҙҙы тиҙ үк ебәрә һалды ла ҡараңғы урынға барып баҫты. Әлфиә ике ҡулын йәйеп бер әйләнде лә, ихлас көлөп, күтәрмәгә барып ултырҙы. Үҙе шым ғына:

– Әллә ошо йәшкә етеп үбешә лә белмәйһең инде, Рәүеф, – тине. Утыҙға етеп килгән егет баҫҡан урынында шым ғына йылмайҙы. Эйе, күптән, бик күптән үбешкәне юҡ ине уның. Рәхәт ине уға, хатта мыйығының һәр бер бөртөгө хәрәкәткә килеп бейешкән төҫлө.

“Ултыр эргәмә, үбешергә өйрәтәм үҙеңде”, –  тиһә лә, Әлфиә янына барманы, оялды.

– Иртәгә иртән киләм. Урманда сәй ҡайнатып эсербеҙ, йәме, – тип ҡуҙғалыу яғын ҡараны.

– Ә мин, бармайым, тиһәм.

– Йәне булған кеше Йәнекәйгә менмәй, Шырлыҡ яланын күрмәй буламы? Иҫәркәй, иртәгәгә тиклем.

– Ә атайым менән әсәйем ебәрмәһә?

– Нурислам ағайға, класташтар иртәгә осрашырға һөйләшкәндәр, тип әйт. Ебәрмәһәләр, үҙеңде тәҙрәнән тартып алырмын да, ҡасырбыҙ.

Әлфиә оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Үҙенең ирен уйланы. Рәүеф менән сағыштырҙы. Эсмәй, артыҡ тыйнаҡ әҙәм. Таҙа, күркәм. Йәш саҡта шуның менән үҙенә ҡаратты ла. Торғаны менән бер аристократ. Ауыл ҡыҙы өсөн буй етмәҫлек бейеклек ине ҡала егете. Буйы етте, йәшәп киттеләр. Таң ҡалдырған аристократлыҡ, тыйнаҡлыҡ бара-бара ваҡлыҡҡа әйләнде.  Урманда үҫкән, бар донъя уртаҡ, тип һәр өлөшөн бүлешеп үҫкән ҡыҙ уның ашҡа тоҙҙо ла йәлләп һалыуын, тишек нәскийен дә ямап кейгәнен аңламай ҙа ине. Ире уйлап тапҡан тәртиптең, ҡанундарҙың ҡолона әйләнә барыуын тойҙо.  Һуңынан үҙен ире кеүек ситлектәге ҡоштай хис итте. Урманда үҫкән ҡыҙҙы ситлектә түгел, таш йортта ла тотоп булмағанын аңламай ине шикелле уныһы. Ата-әсәһе ҡаршы булһа ла айырылышырға үҙе ғариза бирҙе. Әлегә суд булмаған. Ире менән яҡынлыҡ булғанда ла бала саҡтағы мөхәббәте булған Рәүефте йыш күҙ алдына баҫтыра ине ул. Гонаһҡа батып. Рәүефтә үҙен һаҡларҙай ҡалҡан тойҙо. Унан бигерәк, унда сабыйҙарса бер сафлыҡ һиҙҙе. Баш ҡалалағы ығы-зығы, фатирындағы тын ҡурырлыҡ тар күңеллелек уны һәр саҡ иреккә сығырға этәрҙе. Күҙҙәрен асыр, булған ваҡлыҡтарҙан ҡасыр өсөн уға тик ауылы, Ҡағы буйы, урмандары ғына ярҙам итә ала. Йөрәгендәге быҫҡып ятҡан утты дөрләтергә, дәртенә, дарманына ялҡын өҫтәр өсөн генә лә ошо Ташлыйылғала айҙар, йылдар буйы ятырға риза ул.

Көтөү китеп, урамға һиллек ятҡас, ҡуҙғалдылар. Бер-береһенә арҡа терәшеп ултырып, яйлап ҡына уяна барған донъяға ҡарап һоҡланып килде һабаҡташтар. Әсәһенең риза булып ебәреүенә аптыраны Әлфиә. Елләнеп килһен, тигәндер. Буйҙаҡ Рәүефтән әҙерәк ҡурҡмайҙармы икән ни? Үбешә лә белмәйенсә, көсләп ҡуйһа. Үҙе эстән кинәнеп йылмайҙы.

Атын бәйләгәс, тәүҙә болондо биләп ултырған умарталарҙы ҡарап сыҡты Рафа. Барыһы ла иҫән. Шунан  усаҡ тоҡандырҙы, сәй ҡуйҙы. Ул арала Әлфиә ҡарағастың сайырын аҡтарып сәйнәне, көс туплайым, тип имәнде ҡосаҡлап хәтһеҙ генә торҙо, үҙе күҙ ҡырыйы менән Рәүефте күҙәтте. Уның һәр эште белеп башҡарыуына, таған элеп, усаҡ тоҡандырыуына, ағас ҡырҡып килтереүенә, арба эргәһендә ҡупшы ғына япма әтмәләүенә һоҡланып, диҡҡәт биреп ҡарап торҙо. “Урманда ҡалай үҙен тәүәккәл тота”. Умарталар ултырған яланға төшөп сәскәләр йыйҙы, ҡулдарын йәйеп ҡояш йылыһында торҙо, иң көслө энергия тыуған ерҙән килә ул, тип ялан аяҡ хәтфә үләндә тапанды. Күңеле асылғандан асыла барҙы Әлфиәнең. Ҡош булып осоп, бар тирә-йүнде байҡап кил ине. Ялан буйлап йүгергеһе килде, тик үҙен тыйҙы, бала саға кеүек…

– Әлфиә-әү, сәй ҡайнаны, ҡайт тирмәгә! – танһыҡ тауыш. Ғүмере буйы ошо ауазды көттө. Рәүеф менән бесәнгә килерҙәр ҙә, маңлайҙан тир аҡҡансы шишмә һыуынан сәй эсерҙәр, тип хыялланды ҡалала.  Көрөшкәгә урман еләген, мәтрүшкәһен һалып. Йәл, әле икеһе лә өлгөрмәгән. Һуңынан кәбән һалырҙар. Әлфиә башта торор, ире, Рәүефе, бәһлеүән кәүҙәһе менән бесән ырғытыр. Эш бөткәс, иренең елкәһендәге бесән ыуағын яулығы менән һөрткөләп төшөрөр ҙә, яҫы усына һыу һалыр. Шунан ул Әлфиәгә һалыр, ҡатыны эйелгән саҡта, шым ғына елкәһенә һыу ҡойор. Уныһы, һыу тамсыһы, сирҡандырып, арҡа буйлап тәгәрләп төшөп китер. Әлфиә бик, бик тә асыуланып ирен ялан буйлап баҫтырыр. Һуңынан тағы тәмләп сәй эсерҙәр.

Рәүеф үҙенсә табын әҙерләне, өйҙән икмәк, ҡорот, ҡайнатма алғайны. Йоморолай бешерелгән йомортҡалар табынға тәгәрләшеп ятты. Әлфиә йыйылған сәскәләрен һалғас, табын тағы ла күркәмләнеп китте.  Рафа сәйгә йүкә сәскәһе тығып алды. Тирә-йүнгә усаҡ ҡатыш сәй еҫе таралған. Мәктәп йылдарын иҫләп, ауыл хәбәрҙәрен һөйләп, сәй эстеләр.  

Тамғалы ҡарағастарҙы  Рәүеф Фәнилгә ярҙамға килгәнендә күргәне бар ине. Шуға уларҙы тиҙ тапты. Радулов менән ағастарға дәдәндәрҙе яҡыныраҡ килтерҙе. Уларҙы арҡан менән арҡыры ботаҡтар аша тартып мендергәндә Әлфиә лә ихлас ярҙам итте. Һуңғыһын теге тармаҡлы ҡарағасҡа урынлаштырғас, тәбиғәт ҡосағында гелән генә булып булмай, рәхәтләнеп тағы сәй эсәйек әле, тип  тағанға сәйнүк элделәр.

Сәскәле болонға ҡарап ултырҙылар. Рәүеф:” Мин һиңә сәскә бәйләме бүләк итмәйем, ғәфү ит, ә ошо тотош ялан сәскәләрен ал да ҡуй”, – тип ҡатындың ҡулын тотто. Әлфиә ихлас йылмайҙы. Алһыуланып киткән бит алмалары, яңы уйынсыҡ алып ҡыуанған кеүек янған сабыйҙарса керһеҙ күҙҙәре, яулыҡ аҫтынан килеп сыҡҡан бөҙрә сәстәре – барыһы ла яҡын, ҡәҙерле ине Рәүефкә. Шул ваҡыт ҡапыл ул һөйгәнен ҡосаҡлап алды, ирендәрен һурып үпте. Әлфиәнең һис тә ҡаршы килмәүен һиҙгәс, ҡыйыуыраҡ тотондо ир заты. Төймәләрҙе ысҡындырҙы, йоморо аҡ күкрәктәре килеп сыҡҡас, ҡарһаланып, ҡабаланып йәбешмәне, наҙлы ғына итеп һурып-һурып үпте. Ирҙең ҡулдары аҫҡа табан төшә башлағас, Әлфиә ҡапыл:

–  Туҡта, Рәүеф, туҡта, күҙҙәремә ҡара, – тине. Тыйып алғыһыҙ  ир туҡтаны. Күҙҙәренә ҡараны. Ундағы сабыйҙарса бер ҡатлылыҡты күреп, Әлфиә иренен уның күҙҙәренә терәне.

– Кәрәк, тип уйлайһыңмы? Кәрәк, тип уйлайһыңмы? – тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Рәүеф, кәрәк, ныҡ кәрәк, тип уны ярһып үбергә тотондо. Үбеп, һөйөп туйғыһыҙ ине Әлфиә. Яҡын ине, еҫе лә, тәне лә, сәсе лә. Шуғамы икән, Рәүеф нисектер үҙен ышаныслы тойҙо. Ҡатын да һис ҡаршылашманы, киң күкрәктә балдай ирене, йәненә инерҙәй булып уға нығыраҡ һырлыҡты.

Аҡ ҡаурыйҙарын сәсеп ожмах ҡоштары күккә күтәрелгәс, икеһе лә – Әлфиә лә, Рәүеф тә – арып-арманһыҙ булып салҡан төшөп ятты. Тәндәре хәлһеҙләнһә лә, йәндәре күктә йөҙә ине шикелле. Икеһе лә күккә төбәлеп оҙаҡ ҡына ятты. Күк йөҙө уларҙың тәне, күңеле кеүек яп-яланғас, аяҙ. Бер болот әҫәре юҡ. Рәхәт. Бындай ләззәтте  ғүмерҙә татымаған Рәүеф күккә ҡарап ҡалтыранып ҡуйҙы. Тормошонда ниндәйҙер һынылыш булғанын тойҙо. Ғүмер буйы хыялында йөрөткән ошо оят та, ымһындырғыс та, саф та, гонаһлы ла күренештең бөгөн тормошҡа ашыуына берсә шат та, берсә һағышлы ла ине.

– Ошо бейек күктә осҡоң киләме һинең? – беренсе Рәүеф  телгә килде. Тауышы ҡалтыранып сыҡты.

– Былай ҙа күктең етенсе ҡатындамын, – тине ҡатын, үҙе йылмайҙы ла йылмайҙы. – Әйҙә, ҡөҙрәтең булһа, һин дә мине осоп ҡыуып ет! –  ҡапыл торҙо ла, ҡулдарын йәйеп, ҡанат итеп елпеп, йәш үлән араһынан йүгерергә тотондо.  – Бына ҡайҙа ул иркенлек!

Донъяла иң ҙур матурлыҡ –  ыуыҙ үләндәр, теремек сәскәләр араһынан яланғас ҡатын-ҡыҙҙың йүгереү икән дә, тип уйланы ир кеше. Илаһи затҡа әйләндерә икән уны тирә-йүндең илаһилығы. Туҙған сәсе, һәр талпыныуҙа тегеләй ҙә, былай ҙа ҡояшҡа ялтырап уйнаған түштәре һәм ҡатын-ҡыҙға ғына хас наҙлы хәрәкәте, донъя яңғыратып, күктәрҙе сыңлатып көлөүҙәре  – барыһы ла мөғжизә ине. Түҙмәне Рәүеф, ҡалҡынды ла Әлфиә артынан сапты. Оялманы ла. Ситтән берәйһе, сәскәле болонда шыр-яланғас йүгереп йөрөүсе ҡатын менән ирҙе күреп, күктән Һауа менән Әҙәм ергә төшөп, Ер йылыһын, Ҡояш наҙын тойоп кинәнә, тип аптырап торһа ла, һис кенә лә гонаһ булмаҫ ине. Рәүеф ҡыуып етте лә Әлфиәне биленән ҡосаҡлап күтәрҙе, бер-ике тапҡыр әйләнеп алды, тегеһе  сыр-сыу килеп көлдө, шатлыҡ ауаздары сығарҙы. Шулай итеп үләнгә тағы тәгәрләп барып яттылар. Рәүеф  ҡатындың сәстәрен һыйпап күҙҙәренә ҡараны:

– Ҡәҙерлем, матурым минең, бесәнлекте тапайбыҙ ҙаһа, – тине, үҙе туҡтамай йылмайҙы, үҙе ҡатынды нығыраҡ ҡосаҡланы. – Белһә, Фәнил әрләйәсә-әк.

– Ой, әрләйәсә-әк, ҡурҡам, ҡурҡам, – тип ҡатын нығыраҡ һыйынды ир ҡосағына.

Улар ҡапыл бер-береһенә ҡараны. Ҡараштар осрашты. Наҙлы ла, төптә һыҙланыусы ла ҡараштар.  Ир тойғоларын йүгәнләп тота алмай ине. “Иң бәхетле көнөм минең бөгөн!” – тине.

Ҡайтҡанда яурын терәшеп йәнәшә ултырып ҡайттылар. Рәүефтең унан ысынлап та ире юҡлығын ныҡлап белешкеһе лә килде. Тик һорашманы, шундай татлы көнгә борос өҫтәп ни. Шулай ҙа, артабан нишләйбеҙ, тип һораны. Әлфиә тирә-йүнде байҡап тыныс ҡына килде, әйтерһең, уны ишетмәне лә. Бара торғас, битараф ҡына:

–  Нишләйбеҙ тип, тормош артабан дауам итә, –  тине. Уфтанманы ла. Әйтерһең, бер ни булмаған да. “Ауылда рәхәт тә һуң. Иртәгә, бөгөн шулай кинәнес булыр, ә артабан… Атай артыҡ тамаҡ күрә башлаясаҡ. Бар, иреңә ҡайт, тип тә екеренер. Рәүефтең үҙенең йорто юҡ, уға барып инер инең дә. Унан бигерәк, ашамайынса, кейенмәйенсә һөйөп-һөйөшөп кенә йәшәп ҡара. Был төпкөлдә ҡыҙынан нисек балерина яһар, Плицеская булам, тип башты ҡатыра уныһы. Тапҡан бер һөнәр, нәҫелдә булмағанды. Юҡ, ул ҡуш ҡуллап ҡалыр ине Рәүеф менән, ярата ул уны. Уның тәне, еҫе, ҡарашы ҡалай танһыҡ булып сыҡты. Ҡалай көслө, ҡеүәтле икән. Һигеҙ йыл эсендә ире бирә алмаған ләззәтте ярты сәғәт эсендә, ҡосағында, ярты көн һуҙымында янында татыта алды. Был оло ер шарында Рәүефтең йәндәшлеге барҙыр уға. Улайһа, шул тиклем ләззәт кисереп буламы ни?! Уның алдында яланғас килеш йүгереп йөрөһөн әле. Һис кем алдында, хатта законлы ире ҡаршыһында ла ундай аҙымға бара алмаҫ, оятынан ер тишегенә инер ине. Ә бөгөн… бөтә йәне, күңеле шуны һораны, шашҡыһы, ҡоралай булып сапҡыһы килде. Ки-иң яланда. Ҡыҫыҡ фатирҙа йәшәгәнендә, ире менән һөйөп-һөйөшөп туймағанында ла ошолай ирекле ҡош булып тауҙар-урмандар, сәскәле болондар өҫтөнән осҡоһо килә ине уның. Бөгөн осто, ысын мәғәнәһендә осто. Шунан артығы кәрәкмәйҙәлер… Тик бына бисара Рәүефте ымһындырҙы. Әле бына уның йылы яурынын тойоп килеүе рәхәт тә. Келтер-келтер ошолай бар ҙа бар икән ул.”

– Бәлки, нисек уйлайһың… – тине Рәүеф ҡыйыр-ҡыймаҫ. – Яусы ебәреү бер ни тормай.

– Ашыҡма, йәме, никах сәғәте етһә, тәңреләр былай ҙа еткерер, мин бит ир ҡатыны.

– Үҙең кисә, ирем юҡ, тинең дә.

– Юҡ, кисә-бөгөн күңелемдә юҡ.  Ысынлап…

Башҡаса өндәшмәнеләр. Әлфиә ауылға инмәҫ борон уҡ төшөп ҡалды. Ят күҙҙәргә күренгеһе килмәне.

***

Шамил ҡайтҡас та Рафа уға йүгереп барҙы. Күрешкәс тә, бер-береһенең арҡаһынан ҡағып, ныҡ итеп ҡосаҡлашып алдылар. Һағынышҡандар. Шамил сатан аяғы менән бер уратып бейеп тә маташты. Тын алып ултырышҡас, Шамил Рафаға ҡарап көлөп ҡуйҙы.

– Һин дә моданан ҡалышмайһың, икеһен дә ҡырҙырғанһың әле, – тип ҡашына, дөрөҫөрәге, ҡаш үҫер урынға, иғтибар итте.

– Бик кәрәк ине, шуға икеһен дә – бер һабынлағанда залпом… Шунан, үҙең? Нисек ҡайтып еттең?

– Ғүмерҙә булмағанса юл уңды, Өфөнән аэропорт эргәһенә попуткаға сыҡҡайным. Нурисламдың кейәүе алып килеп ташланы. Машинаһы затлы. Себерҙән ҡайтып килә. Кешеләр йәшәй белә.

– Әлфиәнең иреме? – дуҫының күҙҙәре янып китте.

– Эйе, һаман онота алмайһың шуны. Әлфиә юҡ ине унда. – “Беләм” тип саҡ ысҡындырманы быныһы. – Тик артыҡ маһайыусан әҙәмгә оҡшаған кейәү балаҡай. Сатан булмаһаң, алмаҫ инем, ти. Үҙе, Ташлыйылғаға, тиһәм ышанмай. Унан бигерәк, машинаға ултырғас, шаҡ ҡатырҙы,:“Һин салонда, зинһар, насар еҫ сығарма инде, әтеү еҫе креслоға һеңә. Үҙемдә, ҡыҫып-ҡыҫып киләм дә, ана тышта ғына газоват итәм,”ти. Мин тәүҙә шаяра икән, тим. Бер аҙ барғас, машинаһын юлдан ситкә бороп туҡтатты был, шунан сыҡты ла “шарт-шорт” килде. Яңынан инеп ултырғас ҡына аңланым. – Егеттәр аҡырышып көлөшөп алды. – Төрлө әҙәм бар донъяла. Салонды еҫләтеү һиңәме, әллә Әлфиәгә оҡшамаймы, тиһәм, она же дикая, хоть тойота, хоть карета, тип көлә.  Мунса кәритәһен әйтәлер инде. Нисек кенә булмаһын, рәхмәт, килтереп ташланы, аҡса алманы.

Рафа бер һүҙ ҙә әйтмәне. Әлфиәгә барырғамы, юҡмы бөгөн? Ир ҡатыны, тине шул. Тимәк, был байҙан китергә иҫәбе юҡтыр. Ҡашһыҙ, эшһеҙ ауыл мужигына килеп ятмаҫ инде.

– Аяҡты нишләттең?

– Икенсе ҡаттан һикереп ҡасырға уйлағайным да килеп сыҡманы.

– Федяның хәлен беләһеңдер.

– Әсәй һөйләне. Райүҙәккә барып, хәлен белергә кәрәк инде, аяғы ваҡытһыҙ…

– Алдағы көн уларға һуғылғайным, Сәлимә апай, ҡырҡ биш мең йыйҙыҡ, тағы ла бер ун-ун биш мең табаһы бар, тип ултыра ине.

– Әйҙә минең атты һатабыҙ. Радуловты, – Шома дуҫынан нишләптер ҡарашын йәшерҙе.

– Һин нимә, тере ҡулһыҙ ҡалаһың даһа.

– Федяны алып китһәләр, бына тере ҡулһыҙ ҡалам, Рафа. Һин дә. – күҙенә тура ҡараны. Ҡараштары осрашты.

– Фәрит ағай үҙенең бейәһен иткә һалған, беҙ икенсе ҡышты атһыҙ сығабыҙ, Радуловтан да ҡалһаҡ,  белмәйем, атһыҙ башҡорт тигән дан күтәреү ғәрлектер ул. Беҙгә килешмәҫ.

– Ҡаршы сығып, ат бәйләрлек дуҫың булмауы оят. Башҡа сара юҡ, минең ҡырылмаған һыңар ҡаш менән генә йыраҡ китеп булмаҫ. Киттек Поляковкаға.

– Хәҙер үкме ни? Шома, уйлайыҡ тәүҙә.

– Хәҙер үк, суд булып, төрмәгә бер япһалар, сығарып алып та булмаҫ. Ул саҡта алашаның һөйрәгән йөгө ни хәжәт, – “Радуловтың теле булһа, ул да изге дуҫлыҡ өсөн мине ҡорбан итегеҙ, тип әйтер ине”, – тип уйланы Шамил. Тик быныһын өндәшмәне. Аты ла йәл ине.

– Шулай ҙа тәүҙә белешеп киләм әле, бәлки тейешле сумманы тапҡандарҙыр. Атты әрәм итеп, – тине дуҫы. “Мә, юл ыңғай Радуловты алып ҡайтырһың”, –  тип йүгәнен тоттороп ебәрҙе Шамил. Рафа шәп-шәп атлап өҫкө урамдағы Фәрит ағайҙарға ашыҡты.

Шулай ҙа тәүҙә Нурисламдарға һуғылырға булды. Йөрәге шуны һораны.  Теге “газовик” кейәүҙе лә күрер, Әлфиәнең күҙенә лә ҡарар. Ҡарашында уның бар күңел торошо сағыласаҡ. Тағы килергәме, юҡмы? Билдәһеҙлектә йөрөгәнсе. Бәлки, уның ярҙамы кәрәктер һөйгәненә.

Әҙәп һаҡлап, шаҡылдатҡас, Нурислам асты солан ишеген.

– Нимә ҡалалағы һымаҡ, йәнемә тейеп ишек шаҡып торған булаһың? Ни йомош? – кәйефе юҡ ине полицайҙың. Бындай мәлдә Әлфиә тураһында һорашыу урынһыҙ кеүек тойолдо.

– Кем ошаҡлаған? Фәнилде…

– Нимә мейемде серетәһең, барыбер әйтмәйем, дуҫың ғәйеплеме – ғәйепле. Белһәң, үс алырға уйлайһыңмы?

– Үс алмайым, аҡса һорайым. Улай теле оҙон булғас, түләшһен дә.

– Аҡсаһы күп уның, тик бирмәйәсәк.

– Шул тип уйланым да.

– Кемде әйтәһең.

– Хаммат инде, мәғәнәһеҙ.

– Ул түгел, яңылышаһың, тағы  бинахаҡҡа кешегә йәбешеп йөрөмә, – лейтенант, ҡарашын ситкә алып, ишекте ябырға йыйынды. – Шул ғынамы йомошоң?

– Әлфиә кәрәк ине. Класта-аш…

– О, класташтар. Вадим кейәү алып китте, ҡотолдоҡ, бар, үҙең генә йөрө инде  осрашыуға. Йүгән тотоп… – солан ишеге маңлай алдында шап итеп ябылды. Юҡ соландыҡы ғына түгел, ә йәшлек, мөхәббәт, хыял иленең оло ҡапҡаһы йоҙаҡланды Рәүефкә.

Фәрит ағайҙарҙа ла күңелгә ятыр хәбәр булманы. Ун биш меңләп етмәй. Пенсионерҙарға банк кредит бирмәй икән. Штраф түләнмәһә, суд. Һуғышып Федя 15 тәүлеккә эләккән ишеү – шул ғына етмәгәйне.

Оҙатырға сыҡҡанда, Фәриткә әйтмәй генә кискәрәк Хамматҡа барып баш эйерменме инде, тигәс, Сәлимә апайҙы Рәүеф ҡәтғи туҡтатты:

– Кәрәкмәй. Шамил ҡайтты, үҙебеҙ табабыҙ!

– Ҡайҙан?

– Үҙебеҙ беләбеҙ.

– Тик урлашып ҡуймағыҙ!

– Хоҙай ҡушмаһын, һин нимә, Сәлимә апай! – йүгәнен һелтәй-һәлтәй ауыл осона юлланды.

Юлда мәрәкәсел Гәрәй осраны. Уныһы, егерме йыллап эсмәгән сауҙагәр Хамматтың ике көн лайыҡыл иҫерек йөрөүен, ҡарт бисәһен ҡыуып сығарып, теләгән һәр кемде сәмәй менән һыйлауын һөйләп китте. Рәүеф, дә-ә, эштәр харап икән, тип ҡуйҙы.

Радуловты алып ҡайтҡанда Шамил һаман да ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә ултыра ине. Килеп туҡтағас та, кәйефһеҙ Рәүеф бойороҡ бирҙе:

– Әйҙә менгәш, киттек Поляковкаға. Атыңды иткә тапшырмайса булмай, ун биш мең етмәй.

Шамил иҫән аяғы менән эскәмйәгә баҫып, Рафа еңенән тартҡас,  бейек һәм тыңлаусан Радуловҡа көскә-көскә менеп ултырҙы. Алға табан ынтылып, аттың муйынын, ялын һыйпаны. Инде ҡуҙғалғайнылар Шамил:

– Туҡта әле, – тине. – Ҡайтҡанда нисек ҡайтам һуң,  атһыҙ, аяҡһыҙ? Төшөр мине, Рафа.

Урап яңынан эскәмйә эргәһенә килделәр. Шамил төшөп, атының башын ҡосаҡланы.

– Рәнйемә берүк, малҡайым. Күпте күрҙек, күпте кисерҙек. Үҙемә лә йәл, нишләйһең, – Шамил атының муйынын ҡосаҡланы, баштарын һыйпаны, ялын тағатты. Үҙенең күҙҙәренә йәш килде. – Өфөлә саҡта көн дә төшөмә индең, бер минут та онотманым мин һине.

– Эй, эй, ир-егеткәй ҡурай уйнайҙыр, ат ялына йәбешеп илайҙыр. Ниндәй театр был, киттем мин, – йүгәнен тартып алды Рәүеф.

– Һин улай бик саптырып барма инде, яндырып ҡуйма… Нимә тип һөйләп торам, –  Йәшле күҙҙәре менән һыбайлыға ҡараны.  – Ну, һин һатырға тырыш, бик осһоҙ ҙа булмаһын. Үҙең дә беләһең инде.  –

Рафа ҡуҙғалғас, тағы һүҙ ҡушты.

– Аттың янған икәнен әйтмә. Уларға көрө, дәртлеһе  кәрәк.  

– Дуракмы әллә һин, бәйгелә сабаммы һуң, иткә алып китеп барам да.

– Бар суҡынып кит, иткә имеш…– Шамил ҡапыл ҡулын һелтәне лә, аҡһаҡлай-аҡһаҡлай эскәмйәгә барып ултырҙы.

– Һуйыусыларға янған башҡорт аты йәтеш тә, сығынламаҫҡа, – Рафаның мәғәнәһеҙ шаяртыуы оҡшаманы. – На-а. Әйҙә.

Ҡуҙғалдылар. Башын һелкә-һелкә, ҡойроғо менән себендәрҙе ҡыуа-ҡыуа ат еңелсә генә саптырып китте. Вә-әт, Радулов, ә, башын бороп та ҡарамай. Әйтерһең, йәйге яланға бесәнгә генә китеп бара ла, кискә әйләнеп ҡайта. Урыҫ ауылына мәңгелеккә ҡайтмаҫҡа китеүен белмәй инде. Колбаса булып мосолмандар өҫтәлендә ятасағына төшөнмәй, бисара. Тағы күҙенә йәше тығылды.  Ул ҡапыл ҡалҡынып ҡуйҙы ла, тағы ултырҙы. Оҙаҡ ултырҙы.

– Нимә, егет, моңайып ултыраһың? – тигән тауышҡа һиҫкәнеп боролғайны, һаҡалын һыйпап, күршеһе Мостафа ҡарт йылмайып тора.

–  Сатанлап ҡайтҡаныңды күрҙем дә. Бына бүләк алып килдем әле үҙеңә. – Уның ҡулында … Ситдиҡ ҡарттың, Фәнилдең олатаһының ҡул таяғы ине. Уны күргәс, Шамил һиҫкәнеп урынынан шылып ҡуйҙы.

– Кәрәкмә-әй.

– Ал, хәжәте бар әле, музейҙа торорға өлгөрөр. Тик лайыҡлы ғына баҫып йөрө, – үҙе Шамил эргәһенә ултырҙы. Таяҡты икеһенең араһына һөйәне.

– Аяҡты ниндәй фронтта ҡазаланың?

– Поэзия һуғышында.

– Нисек?

– Аттар тураһында бер шиғыр уҡыным да, уны яҙған Ғилман тигән шағирҙы эҙләп юлға сыҡтым. Юлда барьер булған, һикереп сыҡҡайным, яйһыҙ барып төштөм.

– Ниндәй шиғыр? – Мостафа ҡарттың күҙҙәре балҡып китте. Шамил Радулов киткән яҡҡа ҡарап алды ла:

– Батып бара аттар диңгеҙҙә… – тип ҡуйҙы. Шунан теләр-теләмәҫ кенә шиғырҙың бер нисә юлын ҡабатланы.

Ул йылғаның осо-ҡырыйы юҡ,

тулҡын һөйрәй хәлһеҙ аттарҙы,

кешнәй-кешнәй һыу төбөнә китә

бер-бер артлы йылҡы баштары…

Мостафа ҡарт тәүҙә тертләне, шунан дәртләнеп китте. Тороп баҫып ул да йөрәкһеп шиғыр һөйләргә тотондо.

Плыл по океану рыжий остров.

В море в синем остров плыл гнедой.

И сперва казалось - плавать просто,

Океан казался им рекой.

Но не видно у реки той края.

На исходе лошадиных сил

Вдруг заржали кони, возражая

Тем, кто в океане их топил, – күпте белгән, күпте күргән ауылдың аҡһаҡалы шиғырҙы туҡтап-туҡтап, иҫенә төшөрә-төшөрә һөйләне. –    

Кони шли на дно и ржали, ржали,

Все на дно покуда не пошли.

Вот и все. А  все-таки мне жаль их

Рыжих, не увидевших земли.

Шиғыр тамамланғас тынып ҡалдылар. Әйтерһең дауыл үткән дә, диңгеҙ тынысланып йоҡлай. Уның талғын тулҡындары өҫтөндә бер ни юҡ. Ат өйөрө лә йотолмаған. Ҡолаҡты йыртыр тынлыҡ. Һиллекте һаҡ ҡына өлкән кеше боҙҙо:

– Беҙ йәш саҡта бик популяр ине был шиғыр, яттан һөйләй торғайныҡ. Ғилман оҫта тәржемәләгән. Урыҫтарҙың Слуцкий тигән шағирыныҡы ул.

– “Кони шли на дно и ржали, ржали…” Шул юлдарҙы нисек тыныс ҡына һөйләй алаһыңдыр? Йәл дә инде. Шиғырҙың аҙағын үҙгәртергә кәрәк тип шағирҙы эҙләп сығып киткәйнем дә. Тик барьерҙы үтеп булманы, – Шамил гипслы аяғына һуғып алды.

– Ғилман үткән йыл аварияла һәләк булды, февраль айында. Слуцкий Брежнев заманында уҡ үлгән. Юҡҡа һикереп маташҡанһың. Шағирҙар юҡ. Өфөлә лә… Шулай булғас аҙағын үҙеңә үҙгәртергә тура килер. Үҙеңде йәллә.

– Мин яҙа белмәйем, ул тиклем башым да юҡ.

– Башың бар. Эшләтергә кәрәк уны. Ана шул аттар, ҡиблаһын таба алмай диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән  аттар – беҙ ул. Ул өйөр – һин, мин, атыңды менеп барған Рәүеф тә... Беҙ барабыҙ диңгеҙҙә. Барыр утрауыбыҙ, сығыр ярыбыҙ юҡ. Беҙ яҙабыҙ ул шиғырҙы.

– Нисек яҙабыҙ һуң?

– Быныһы беҙҙән тора. Батмайыҡ тиһәк, өйөрҙө диңгеҙҙә ҡалдырырға ярамай.

Шоманың күҙҙәрендә бер аҙ нурҙар уйнап китте. Шунан ул йылмая биреп:

– Күктән килеп төштө летающий тәрилкә, аттарҙы ул Башҡортостанға илтә. Барамы шулай? – тине.

– Бармай! Етәр күктән көтөргә. Үҙегеҙ ҡыймылдағыҙ. Бәйгелә янған тайҙар, ана егелегеҙ тормош һабанына.

Мостафа ҡарт киткәс, Шамил ултыра бирҙе әле ҡапҡа төбөндә. Рафа киткән яҡҡа ҡарап күҙҙәре талды. Бәлки, әйләнеп кире ҡайтырҙар. Диңгеҙҙә йөҙөп бармайҙар ҙа инде? Ә уйлаһаң, тормош диңгеҙендә батып барабыҙ түгелме? Иртәгә атһыҙ мин бер кем дә түгел. Аяҡһыҙ, ишеү. Ауыл да шулай бөтөп бара инде. Батабыҙ, батабыҙ. Был таяҡ ҡына ҡотҡара алмаҫ. Шамил Ситдиҡ ҡарттың күпте күргән һөйәүле торған таяғына таянып өйөнә инеп китте. Өлтөк-өлтөк сығып килгән ҡашынан ситтә, сикә сәстәре ағара башлағанын ул белмәй ине әле.

 

***

 Ат бышҡырыуына һиҫкәнеп киткән Шамил, ҡул таяғына таянып, ялан аяҡ, ялан баш өйҙән күтәрмәгә йүгереп килеп сыҡты. Сыҡты ла ултыра төштө, эйе, оло урам яғынан кәртә аша башын һелкеп Радулов тора ине. Уның аты. Элекке хужаһын күргәс, алаша еңелсә кешнәп ебәрҙе, индер, ҡайттым, тип өндәшеүе булдымы. Шамил һултанлап-һултанлап йүгереп барып аттың башын барып ҡосаҡланы, яңаҡтарын үпте, ялына бармаҡтарын ҡаҙаны. “Ҡайттыңмы? Диңгеҙ сикһеҙлегенән ҡотолдоғоҙмо?” Ул ҡапҡаһын асты ла ҡулын күккә һуҙып:

  • Эһе-һей, аттар ярҙарына сыҡты, оло Ергә ҡайтты! – тип ҡысҡырырға тотондо…

– Был ат өйөрө оҙаҡ йөрөйөсәк әле утрауын таба алмай. Оҙаҡ йөрөйәсәк, – тине күрше ихатала тыныс ҡына Мостафа ҡарт, Шамилдың тауышын ишетеп.

Ҡапыл кәртә аша Рәүефтең башы күренде.

– Нимә аҡыраһың таң менән. Тағы ла башландымы әллә?

– Рафа-а? Нимә, алманылармы ни? Иткә лә эшкинмәйме?

–  Эшкинә, эшкинә. Йәшәһен әле Радулов, тинек.

– Ә Федя?

– Таптым мин аҡса.

– Ҡайҙан?

– Ир аҡса тапмай буламы һуң? Ауылда кеше бөткәнме ни? – ҡайҙан алғанын әйтмәне Рафа, мут ҡына йылмайҙы.

 Поляковкаға юрттырып китеп барғанында затлы машинаны тап итте  Рәүеф. Тәңгәлдәренә еткәс, Әлфиәләр икәнен танып аптырап китте. Ике тәгәрмәстәре лә тишелгән дә, ултыралар нишләргә белмәй. Төпкөлдәге ташлы юл машинаның затлы-затһыҙына ҡарап тормай шул, ебәргеһе килмәһә, ырғағын ырғыта ла ҡуя. Аттарҙы ғына ҡороҡлап тота алмай. Туйға елдерәме, ҡорбан булырғамы – юл уны туҡтатмай.

– Гудмонең, әфәнделәр, – тип сарказм менән өндәште һыбайлы.

–  Привет, – тине машиналы.

– Рәүеф? Һин ҡайҙа? – Әлфиә аптырап килеп төштө.

– Ҡайҙа тип, ҡыҙ урларға китеп барам бына.  

Иренә, класташым, тип уның менән таныштырып та өлгөрҙө. Йөҙөндә теге ваҡыттағы ихласлыҡ һүнгән. 

– Ҡашһыҙ килешме? Ә ысынында?

– Поляковкаға ит комбинатына Шамилдың алашаһын тапшырырға барам.

– Беҙҙе сәхрәгә алып сыҡҡан ат таһа, – йөҙө балҡып китте ҡатындың. Аттың муйынын һыйпаны. – Йәл түгелме?

– Һис тә, үткәндәрҙе иҫләтеп тормаһын әле.

– Ә миңә йәл. Һат миңә.

– Нимә багажнигыңа һалып алаһыңмы?

– Күпме һорайһың?

– Ҡыйбат түгел. Иренеңдән бер һурып үпһәм…

– Шаярма, Вадим беҙҙеңсә әҙерәк аңлай ул.

– Ҡыҫҡаһы, Фәнилгә ун биш мең етмәй, шуға Шамилдың алашаһын… Аңланың инде.

Әлфиә Вадимдан аҡса һораны. Тегеһе, нимәгә, нимәгә тип һөйләнһә лә, тиҙ һәм бик кәрәк, тине. Наҙлы, көләкәс Әлфиә ҡалай шулай етди ҙә, ҡырыҫ та була ала икән. Ире янсығынан аҡса иҫәпләргә тотонғайны, быныһы тартып алды. Шунан үҙе дүрт бишмеңлекте класташына һуҙҙы ла:

– Борол, Рәүеф. Йәшәү менән тыуған ерҙән кем туйған. Ебәр атыңды үҙ яланына. Улар ғына иреклектең хаҡын белә. Тышама ла. Борол. Бар, – тине. Һыбайлы атын ҡосаҡлап ятты ла Әлфиәнең ҡулынан үрелеп аҡсаны алды һәм бер һүҙ ҙә өндәшмәне. “Рәхмәт” тә тимәне. Ул ҡуҙғалғас, ҡатын артынан, ҡашыңды башҡаса ҡырҙырма йәме, тип ҡысҡырҙы. Радулов ҡайтыр юлға сыҡҡас та, башын күтәреп ырамлы юртып китте.  Бара биргәс Рәүеф түҙмәне, артына боролоп ҡараны. Әлфиә һаман уларҙан күҙен алмай баҫып тора ине. Йөҙөндә лә, кәүҙәһендә лә ниндәйҙер илаһилыҡ сатҡыһы сағылып ҡалғандай булды. Уның бар торошо матур ҙа һәм шул уҡ ваҡытта һағышлы ла тойолдо буйҙаҡ иргә. Һыбайлы атын дәртләндереп ҡамсыһын тирә-яҡҡа һелтәп алды, ә тишек тәгәрмәсле машина юл ситендә тороп ҡалды.

 

***

Фәнил иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡандың иртәгәһенә үҙ мунсаһында Хаммат сауҙагәр үлеп китте. Йөрәгенә көс төшкәндер. Бигерәк мунса ярата ине шул. Ауылдың әзмәүерҙәй ике ире – Фәнил, Рәүеф тә ҡәбер ҡаҙҙы, ләхет алды. Сатан Шамил да булышты. Ҡулдарына мул ғына хәйер ҙә төштө.

Яңы ҡәберҙе ҡарағай таҡта кәртә менән уратып алырға мәжбүр булдылар. Законһыҙ рәүештә ҡапыл ғына мәғрур һәм һылыу ҡарағасты ауҙарып булмай бит инде. Буралы ҡәберҙәр янында уныҡы нисектер меҫкен генә булып ҡалҡты. Мәрәкәсел Гәрәй әйтмешләй, “ҡашы юҡ бит был ҡәберҙең, хужаһы һыҙғырып аумаған, тимәк…”

Хамматты һуңғы юлға оҙатҡас, Федя, Шома һәм Рафа Ҡағы буйына төштө. Ғәҙәттәгесә хәйергә төшкән аҡсаға магазиндан бер ярты араҡы алдылар. Ул Рафаның ҡуйынында йылынып барҙы. Ултырышҡас, ул берҡулланыр эстәкәндәргә мул ғына итеп һалып сыҡты. Ике дуҫының шым ултырғанын күргәс, үҙе: “Йә, килгән ҡаза ошоноң менән бөтһөн!” – тине лә һауыттағын “голт-голт” килеп эсеп ҡуйҙы. Төрмәлә ятҡанда, эсмәйем, яңы тормош башлайым, тигән вәғәҙә лә, дауаханалағы лайыҡлы тормош хаҡындағы уйҙар ҙа, һөйгәне ҡосағында наҙланғанда күңелдән бәхет, мөхәббәт хаҡында һүҙ биреүҙәр ҙә ошо тирәлә, ошо баштарҙа ҡайнап, икеләндереп-шикләндереп бер ҡарарға килеүҙе һорай ине. “Оһо-һо, яндырып төшөп китте”, – тип йылмайған Рафа, дуҫтарының эстәкәндәре тотолмағанын күреп, ҡапыл шымып ҡалды. Шома, Ҡағының ағымына ҡарап, уйға ҡалған. “Уйсан йөҙөнә сикәһендәге аҡ сәсе ҡалай килешә”, – тип уйлап ҡуйҙы Рафа. Федяның ҡараштары иһә Йәнекәй тауы тарафтарына төбәлгәйне. Оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң ул Шомаға:

– Бир әле таяҡты, – тине. Алғас оҙаҡ ҡына тотҡаһын һыйпап ултырҙы ла: – Әйтәм бит, йылыһы бөтмәгән, тип. Һаман шул йылы, олатамдың ҡул йылыһы.

Шома, нисек олатайыңдыҡы булһын, минең ҡул йылыһы, тип әйтмәксе булғайны ла, был юлы бәхәсләшмәне. Тын ғына ултыра бирҙе.

– Бына бында, исмаһам, йылы, – тип Рафа эсен һыйпап көлгән булды. Шул саҡ Федя яйлап ҡына ҡул таяғының осо менән тәүҙә үҙенең алдындағы эстәкәнде, шунан үрелеп яртылаш тулы (әллә яртылаш бушмы) шешәне ауҙарҙы. Эсендәге шыйыҡсалар ағып, үлән араһына инеп юғалды. Шома алдындағы тулы эстәкәнде ситкә ырғытты. Рофа башын эйеп ултыра бирҙе лә, буш пластик эстәкәнде усына һалып иҙеп ҡуйған булды.

Ҡояш һәйбәт ҡыҙҙыра. Күктә бер болот әҫәре лә юҡ. Тирә-яҡҡа йүкә сәскәһе тәме таралған. Иҫерткес тәм. Тын ғына ағып ятҡан Ҡағы өҫтөндә тауыш биреп ҡапыл балыҡ ҡарпыны.

Фәнил таяҡты Шамилға һондо, шунан һикереп торҙо:

– Хәҙер өсөбөҙ ҙә Йәнекәйгә барып, бер ҡарағасты ауҙарабыҙ. Сит-ят күҙҙәр бик күрмәһен. Рафа, һин – балта, Шома, арҡыры бысҡы ал, йәме, мин башҡа кәрәк-яраҡты хәстәрләрмен, – тип команда бирҙе. – Хаммат ағай ҡәберенә бура һуғабыҙ.

– Һин нимә, шул яуызғамы? – Рәүеф ҡаршы килеп маташты.

– Юҡ, егеттәр, ата-бабанан ҡалған йола закондан да, изгелектән дә, яуызлыҡтан да олораҡ ул. Юҡ-бар кәртәләр зыяраттың ҡотон ебәреп тормаһын. Киттек!

– Ә эләкһәк? Штраф… – Шамил да ҡалҡынды.

– Эләкмәйбеҙ. Ошаҡлаусылар бөттө ауылда.

Эңерҙә Радулов егелгән арбала өс ир Йәнекәй тауына күтәрелеп бара ине.

Әйткәндәй, Әлфиә менән Рәүеф күтәргән тармаҡлы ҡарағастағы дәдәнгә һуңлап ҡына булһа ла ҡорт ҡунды. Иртәме-һуңмы барыбер балы буласаҡ уның, ҡунған ҡорт ҡот бирмәй ҡалмаҫ.

Мөнир ҠУНАФИН.

* Әҫәр геройы Рафаэль Сафин, Рәми Ғарипов, Cергей Есенин, Мәжит Ғафури, Ғилман Ишкинин, Борис Слуцкийҙарҙың шиғырҙарын телгә ала.

*Повестың нигеҙен республика районындағы бер ҡарағасҡа ҡағылышлы реаль тарих тәшкил иткән кеүек булһа ла, бар геройҙар ҙа, хәл-ваҡиғалар ҙа автор тарафынан уйлап сығарылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас