ЯҘМЫШТАРҘАН УҘМЫШ ЮҠ

Дауамы.

Әсәй кеше өсөн балаһы ниндәй генә булһа ла, бала булып ҡала. Хатта балаға ҡарата мөхәббәт әсә кешенең күҙҙәрен томолап һуҡрайта. "Һуҡыр мөхәббәт" тигән һүҙ ошонан килеп сыҡҡан да инде. “Улым Зифа менән яҡшы йәшәп ята”, тип уйлаған Мәстүрә апай уларҙың ғәиләһенә инеп йәшәй башлағас ҡына хәлдәр бик яҡшынан түгеллеген аңланы. Зифа өйҙәге эштәр тип янып бармай. Уның биргән аҡсаларын юҡҡа сығарып, көн дә кис эштән һыра алып ҡайтып, Булат менән эсеүҙәренә йәне әсей әсәнең. Күптән тейешле тәрбиә, йылы аш күргәне юҡ Мәстүрә апайҙың...

Гүзәл дә Мирас улының өләсәһен һағыныуын аңлай, йыш ҡына улы әбейҙең урынына ятып, төшөп ҡалған яулығын тубығына кейҙереп, ҡарап ятыуын күреп йөрөй. Әлбиттә, әбей урындан ҡысҡырып ятһа ла иптәш булып ятҡан икән. Ләкин “үҙемде лә йәлләр кәрәк. Ауыр эштән ҡайтып көн дә өлкән кешене тәрбиәләү еңел түгел бит. Мине кем йәлләр”, тип уйланы ҡатын.

***

Көҙ етеп, бесәндәр аҙбарға тулып бер аҙ эштәр яйланғас, Гүзәлдең йәй буйы эштән бушай алмаған әсәһе менән атаһы күстәнәстәрен тейәп, ейәндәрен күрергә тип ҡунакҡа килеп төштө. Һәр саҡ ишектән ингәс тә "Кем бар?” тип ҡысҡырып ятҡан ҡоҙағыйының урыны буш булғас, аптырап китәләр. Гүзәл нисек бар шулай һөйләп бирә.

– Оҙаҡ ҡараның әбейҙе. Ҡараһындар. Һиңә генә ул йөктө йөкмәргә тимәгән, – ти Дамира апай ҡыҙының был ҡылығын хуплап.

Ә бына Азат ағай ҡыҙын шелтәләп:

– Оят! Бик насар эшләгәнһең. Ул әбейҙең күпме генә ғүмере ҡалған. Үҙең уның нигеҙендә йәшәп ятаһың, нисек ундай эшкә ҡулың барһы?.. – тине.

Дамира бер килгәндә тип, ҡоҙағыйының хәлен белергә Зифа менән Булаттың өйөнә юл тотто. Иҫерек кейәүе менән уның йәшәп ятҡан ҡатыны өҫтәл артында һыра эсеп ултыралар ине. Ҡоҙағыйы бәләкәс кенә йоҡо бүлмәһендә "әйҙә үт" тип әйҙәп, ҡулын болғаны.

Дамира апай ябығып, йонсоп бөткән ҡоҙағыйын күреп йәлләп китә.

– Инде өс аҙна мунса төшкәнем юҡ. Быларҙың утындары ла юҡ. Арҡалар ҡатып китте, – тип бар булған ғазаптарын һөйләп маташты Мәстүрә ҡоҙағыйына.Уныһы әбейҙең арҡаларын һылап аҙыраҡ ҡан йүгергәс, әбей: – Балаларҙы һағындым, бер көн килеп китһен килен балалар менән. Киленде асыуландырҙым, мине ғәфу итһен, – тине күҙҙәре йәшләнеп.

“Киленгә бирерһең”, – тип йәшереп кенә 100 тәңкә аҡса тотторҙо ҡоҙағыйына. Дамира апай бар сәләмдәрен Гүзәлгә еткерә.

Ял еткәс Гүзәл балаларын алып, Зифаның йортона юл тота. Ысынлап та унда ҡәйнәһен күргәс, аптырап китә – ҡәйнәһе ҡара янып ябыҡҡан, ҡулдарының тиреләре һәлберәп төшкән, тауышы саҡ ҡына сығып һөйләшә.

– Килен, мине ғәфү ит инде. Миңә күп ҡалманы, һин генә мине тәрбиәләнең... Мунсаға барып арҡаларымды йылытырға ине, – тигәс, ҡәйнәһен йәлләп, Булатҡа: “Бөгөн мунса яғам, ҡәйнәмде мунсаға алып килерһең", – тип ҡайтып китә.

Оҙаҡ та үтмәй әбейҙе алып килеп ҡалдырып китә Булат. Күптән йылы аш күрмәгән ҡәйнәнең һурпа эскәс, йөҙҙөренә йән инеп китә. Ә кискеһен әбейҙе мунсаға алып бара Гүзәл, арҡаларын майлатып, оҙаҡ ҡына ултыра Мәстүрә апай.

Кис килеп алам тигән Булат икенсе кис тә, өсөнсө кис тә килмәй. Һыуға батҡандан юғала. Шулай Мәстүрә апай тағы ла килене ҡарамағанда ҡала. Гүзәл үҙе лә ҡәйнәһен йәлләй. Гел әбейҙең эргәһендә йоҡлап өйрәнгән ейәне Мирас өләсәһе ҡайтҡас, уның янындағы ғына йөрөй. Эштәндә һуңлап ҡайтҡан саҡтарҙа улы менән өләсәһе булғас, ҡатындың күңеленә еңел – ятҡан көйө булһа ла ейәнен ҡарап ята.

Бер көн эштән ҡайтып ингән Гүзәлде биш йәшлек Мирас йүгереп сығып:

– Әсәй беҙҙең өләсәйҙең күҙҙәре ҡатҡан, ҡулдарыла ҡаты... – тип ҡаршы ала.

Гүзәл шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырта. Тик тиҙ килеп еткән табиптар әбейҙең бер сәғәт элек китеп барыуын әйтәләр...

Бар ауыл халҡы Мәстүрә апайҙы һуңғы юлға оҙатырға килә. Ҡәйнәһе үҙе әйтеп өлгөрмәгән рәхмәт һүҙҙәрен Гүзәлгә ауыл халҡы әйтә. Күршеләренең тормошон белеп-күреп йөрөгән Гәүһәр апай былай тине:

– Рәхмәт һиңә, Гүзәл, биш йыл буйы ҡәйнәңде тәрбиәләнең. Һәр саҡ тамағы туҡ, аҫты ҡоро ятты. Балалар һөйөп ятып, бәхетле булып үлеп китте күршекәйем. Ошо изгелегең үҙеңә бишләтә әйләнеп ҡайтһын. Ә һиңә, Булат, ниндәйҙер һүҙ әйтеү ҙә йәл...

***

Ваҡыт үтә. Инде Мәстүрә апайҙың ҡырҡы ла етте. Алыҫтан килгән туғандар, күршеләр әбейҙең яҡты иҫтәлегенә аят бағышлар өсөн ғүмере буйы йәшәгән нигеҙгә – хәҙер Гүзәл йәшәгән йортҡа йыйылды. “Яҡшы кеше булды Мәстүрә, тыныс холоҡло, тырышып донья көттө. Йәш кенә көйө тол ҡалһа ла, һәр саҡ тәртипле, кешегә иғтибарлы, алсаҡ күңелле булды”, – тип иҫкә алып ҡайтып китте аятҡа килгән ҡунаҡтар.

Гүзәлдең әсәһе менән атаһы ҡыҙының өйөндәге емерелеп барған ҡоймаларын йүнәтеп, ярҙам итеп, тағы бер көнгә ҡалдылар. Икенсе кис, малды ҡарар кеше юҡ, тип ҡайтып киттеләр.

Ҡәйнәһе үлгәндән алып нисектер өй эсе шомло. Ул ятҡан диванды инде күптән сығырып ҡуйһалар ҙа, урынында ултырған карауатта кемдер ятҡан кеүек. Шуға күрә әбей ятҡан бүлмәнең ишеге булмағас, Гүзәл күҙгә күренмәһен тип ҡалын ҡорған элеп ҡуя. Ҡайһы саҡ төн уртаһында уянып китеп, унда бер кем дә юҡлығын үҙ-үҙенә иҫбат итер өсөн шул ҡорғанды асып ҡарауатты ҡараған саҡтары ла булғыланы. Күңеле шомланғанда, биш йәшлек улын ҡосаҡлап, төн буйы күҙ элеп тә алмаған саҡтары ла аҙ булманы. Ашнаҡсы кешенең эше иртә менән башланғас, улын шомлы өйҙә ҡалдырып китергә ҡурҡты. Ләкин “әгәр ҡәйнәмдең йәне килеп йөрөһә лә, ул бит ейәнен яратты, уға насарлыҡ эшләмәҫ. Киреһенсә, уны теләһә ниндәй афәттәрҙән һаҡлар ул”, – тип уйлап эшкә китә ине.

Бер көн эштән ҡайтып ингән Гүзәлде һәр саҡ тыштан таяҡ менән генә терәп бикләнгән ишек асыҡ ҡаршыланы.

– Улым! – тип өйгә йүгереп инде лә ҡатын, ир тауышын ишетеп туҡтаны.

Был Булат ине. Ул Мирасты күтәргән дә көҙгө ҡаршыһына баҫҡан.

– Бер үк күҙҙәр, бер үк ирендәр, бер үк танау... – тине лә ир артында торған ҡатынды күреп, – Гүзәл, мине ғәфү ит! Мин бушҡа ғына һине йәберләнем, был – минең улым! Мине ҡотҡар! Һин мине индермәһәң, мин үләсәкмен... Мин арыным. Мин эсеүҙән арыным. Мин үҙемдең ғәйебемде таныным. Ваҡыт бир мәңә, эшкә төшәм, утыныңды ярам... Бергә йәшәйек, Гүзәл, – тип ир иҙәнгә ултыра төштө.

Гүзәл бер ни ҙә өндәшмәй оҙаҡ ҡарап торҙы иренә. Ысынлап та һыу һөлөгө кеүек һылыу ире ҡарайып, эсеүҙән йонсоп бөткән ине. Мирас ҡына бер ни ҙә аңламай, иҙәндә ултырған атаһына уйынсыҡтарын күрһәтеп, кем бүләк иткән, ҡайҙан алғандарын һөйләп маташа ине.

Оҙаҡ ҡына тынлыҡтан һуң:

– Булат, мин һине индерәм, ләкин был аҙаҡҡы тапҡыр. Һин эшкә төшөргә тейешһең. Эсеүеңде туҡтат, йөрөмә! Әгәр ҙә тағы ошо хәлдәр ҡабаланһа, бүтән һиңә бында ҡалырға юл булмаясаҡ, – тине Гүзәл.

– Рәхмәт, Гүзәл! Мин аңланым. Булған яңлышлыҡтарымды бүтән ҡабатламайым. Тик, Гүзәл, минең һиңә бер үтенесем бар ине... – Булат ҡатынының күҙҙәренә ҡараны. – Ярай, улымдың документ буйынса исеме Мирас, ә мин уны Мирсәит тип әйтһәм буламы?

– Ярай. Тик мин уны Мирас тип әйтәм, ул минең өсөн һәр саҡ Мирас була, – тине ҡатын.

Шулай алты йәше лә тулмаған малайҙың ике исеме барлыҡҡа килә. Булат улын Мирсәит тип йөрөтә башланы. Дуҫтары килеп: “Мирас!” тип саҡырып торһа, “Юҡ, Мирсәит” – тип төҙәтә ине.

Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, бер Гүзәл эштән ҡайтып инһә, өйҙә улы ла,ире лә булмай. Уларҙы эҙләп урам буйына сыға. Ҡайҙа барып эҙләргә белмәй торғанында күршеһе Гәүһәр апай Булаттың улын етәкләп Зифаға инеп барғанын күреүен әйтә.

Гүзәл: "Тағы ла шул ҡатын!" тип йәне көйөп Зифаның өйөнә барып ингәндә ире лә, Зифа ла иҫереп, өҫтәл артында йоҡлап ултырған була. Иҙәндә уйнап ултырған улын алып ҡайтып китә. Ҡайтҡас та Гүзәл иренең кейемдәрен йыйып, тупһаға ултыртып ҡуя. Инде бер ҡасанда Булатҡа ышанмайым тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә ҡатын. Иргә ышанма, Иҙелгә таянма, тигән мәҡәл Булат кеүек ирҙәргә тәғәйләп әйтелгәндер ул. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ күпме генә көслө булһа ла ҡайһы саҡ таяныр кешем булһа икән, тигән теләктә булалыр. Йәшәп ҡараны Гүзәл дә, күпме алданыуҙар, һынауҙар аша үтте, тик наҙлы ҡатын-ҡыҙ булып терәлер кешеһе булманы...

Инде хәҙер ике уҡыусы баланы уҡытырға, аҫрарға кәрәк. Ярай әле өлкән ҡыҙы интернатҡа өйрәнеп, яҡшы уҡып йөрөй. Ә бына улына уҡыу бик ауыр бирелә, сөнки бала саҡта күргән михнәттәр эҙһеҙ генә үтмәгән шул. Мирас тотлоғоп интегә. Ә ундай балаға һәр уҡытыусы ваҡытын әрәм итергә әҙер түгел. Ундайҙарҙы күбеһенсә артҡа ултыртып ҡуйып, ул кластың һанында торған ғына балаға әүрелә. Беренсе кластан уҡ уҡытҡан уҡытыусы малайҙың шундай проблемалары бар икәнлеген белһә лә, малайға өслөнән башҡа билдә ҡуя алмай. Әлбиттә, бала үҙ-үҙендә ябыла, тырыш булһа ла яйлап тырышлығы юҡҡа сыға. Үҙен бүтән балалар алдында кәмһетелгән күрә башлай.

Һәр бала өсөн мәктәп осоро ниндәйҙер иҫтәлекле ваҡыттар булып күңелдә ҡала. Ошо мәктәп йылдарында балалар сыныға, ауырлыҡтарға ҡаршы торорға өйрәнә, әлбиттә, белем алырға, характер тупларға өйрәнә. Һәр баланың киләсәге ниндәй булыуына ата-әсәләр менән бер рәттән уҡытыусылары ҙур өлөш һала. Мирас уҡыған кластың етәксеһе абруйлы, әллә нисә йылдар уҡытҡан уҡытыусы булһа ла, күрәһең, үҙенең эшен яратып башҡармай. Класта үҙенсәләкле малайҙы класташтары үсекләп, йәберләп торһалар ҙа уҡытыүсы был эшкә күҙен йома. Класташтарының баҫымына ҡаршы тороуы бик ҡыйын була, шуға күрә Мирас дәресте күп ҡалдыра башлай. Бәлки атайым булһа, ул килер ине лә, ошо һәр саҡ мыҫҡыл итҡән малайҙарҙың ҡолаҡтарын борор ине, тип уйлап ала ҡайһы саҡ. Яңы йылға бар балалар Ҡыш бабайҙан хыялдарын әйтеп бүләктәр һораған саҡта, Мирас: “Эх, Ҡыш бабай, миңә бай һәм көслө атай ебәрһәң ине", тип теләй малай.

Ҡыш бабай был юлы ысынлап та Мирастың хыялын тормошҡа ашыра – яңы йылдың тәүге иртәһенә яусылар килеп төшә. Гүзәлдең әсәһе ҡыҙын өгөтләп: “Инде беҙ ҡартаябыҙ, һиңә ярҙам итеп йөрөй алмайбыҙ. Бер әхирәтемдең өйләнмәгән улы бар, кейәүгә сыҡ та ҡуй, улыңа атай кәрәк", – тип ҡыҙын күндереп ҡуя.

Ҡыш бабай ебәргән атай менән ҡуша килгән әсәһе бик матур ялтыр күлдәк кейгәс, ир бала кешенең күҙенә бай булып күренде. Ата-әсәләр һөйләшеп, ир икенсе көндө үк бар донъяһын бер москвич машинаһына тейәп, күсеп килде.

Ят урында эш эҙләп интекте атай кеше. Гүзәл эштә саҡта көнө буйы телевизор ҡарап, малды ла ҡарарға йыбанып, Мирас мәктәптән ҡайтҡас: “Бар, улым, малды ҡара! Улым, утын индер”, –  тип түбәгә төкөрөп ятыр ине. Яңы атай әсәй бешереп киткән йылы аштарҙы ашап, мәктәптән ҡайтҡан Мирасты тик буш кәстрүлдәр генә көтә ине.

Ҡыш буйы тәмле ашап диванда ятып эш эҙләгән яңы атайҙы инде ҡыш үткәндән һуң йәне көйгән Гүзәл ҡыуып сығара. Ләкин ул шул көйө генә китә һалмай, өй янынан үткән һайын тәҙрәгә таш ташлап, ҡоймаға тибеп, ҡурҡытып йөрөй. Уның был ҡыланышы Гүзәлдең йәненә тейә. Бер көн әхирәте Сәлимә менән ҡараулап ултырып, тегене таяҡтар менән һыҙырып ташлайҙар. Бармағы һынып дарыуханаға бара Ҡыш бабай ебәргән атай.

Бынан һуң бүтәнсә күренмәй ҡала был атай. Ләкин әсәһе килеп: “Улымдың бармағын һындырҙың, ул һеҙҙең өсөн эшләй алмай ята”,  тип ишек алдында ултырған самауырҙы алып сығып китмәк була. Гүзәл самауыр тишек булһала бирмәй.Ҡыш бабайҙан атай һораған саҡта нишләп бай ,көслө һәм аҡыллы ,эшлекле атай кәрәк тип һораманым икән?

Ҡыш бабай ебәргән атайҙы ҡыуып сығарғандан һуң тағы ла икәү генә йәшәй башлайҙар. Гүзәлдең эшләгән урында эш хаҡын вакытында түләмәй башлағас, ул тағы бер эш алып кистәрен мәктәптә иҙән йыуа. Мирас мәктәптән ҡайтҡас һыйырҙы тәрбиәләп, һыуға барып, өйгә утын индереп ҡуя – был уның көндәлек эше.

Төндәрен Гүзәлгә һәр саҡ өйҙә нимәлер бар,нимәлер йөрөй һымаҡ. Ҡурҡып аш бүлмәһендә свет яғып йоҡлайҙар. Ҡайһы саҡ әхирәте Сәлимә апай йоҡларға килә. Ул килһә, Гүзәл бер ни ҙә белмәй, башын яҫтыҡҡа терәү менән йоҡлап китә ине. Әхирәте “өй тыныс, һин үҙең, Гүзәл, нерваларынды тикшерт", тип ҡайтып китә ине.

Әсәһенең шикләнеүҙәре улына ла күсә. Ул кистәрен Гүзәл ҡайтҡансы ҡурҡып, өйгә инә алмай тышта уны көтөп йөрөй. Ә инде йәй көндәре Мирас өсөн иң бәхетле көндәр – апайы һәр саҡ янында. Етмәһә, йәй буйы олатай менән өләсәй йәшәгән ауылда булалар.

Апайы әхирәте менән төн етһә, бесән ятҡан ҡыйыҡ башына менеп икәүләшеп гадать итә башлайҙар. Матур ғына төрлө төҫтәге таштарҙы ниндәйҙер һүрәткә ташлап, ҡайһы яҡҡа кейәүгә сығырҙарын, ире ниндәй булырын нисектер шул таштар аша ҡарап, хыялланып ҡыуана ине әхирәттәр. Мирас та улар ыңғайына мине лә ҡарағыҙ әле, тип оялып ҡына үҙен ҡарата ине. Ә үҙе оҡшатып йөрөгән класташ ҡыҙҙы күҙ алдына килтереп, хыяллана... Ҡаршымда буласаҡ ҡатыным ултыра, тип уйына инеп тә сыҡмай. Апайының әхирәте Зәлиә лә үҙенсә әллә ниндәй егетте күҙ алдына килтереп ултырғандыр инде. Ә Мирасты ул бала күреп, апайы кеүек ҡурсалап, ҡустым, тип йөрөй ине.

Йәй көндәре олатай-өләсәй менән бергә бесәнгә барып, йоҡлап ҡайта инеләр. Бесәнде бик күп эшләйҙәр, сөнки ул ике өйгә бүленә. Көҙ еткәс Азат ағай трактор яллап бесәнде ҡыҙына алып килә.

Ял көндәрендә Гүзәл дә бесәнгә ҡайт. Был ялда ла ҡайта, тик бер үҙе түгел, ҡунаҡ менән, тигәс, бергәләп йүгереп йөрөп донъя таҙалай башланылар. Кем һуң ул ҡунаҡ? Нишләп ул кешенең килеүенә олатай менән өләсәй сәбәләнеп әҙерләнә һуң? Мирас иртәнге сәй артында уларҙың: “Иң мөһиме эсмәһен, балаларҙы үҙ балалары кеүек күрһен, Гүзәлдең дә бәхете асылһын инде", – тип мөңгөр-мөңгөр һөйләшеүҙәрен иҫләп алды: “Кем ул? Нишләп ул кешене һөйләгән һайын әсәйҙең исемен ҡыҫтыралар һуң?”

– Өләсәй, беҙгә кем килә ул? – Мирас түҙмәй һорай.

– Улым, һинең атайың килә. Яҡшы кеше, оҫта сварщик. Шуға күрә нигеҙҙе аҡланым, шунда атлап йөрөмә бысараҡ эҙҙәр ҡалдырып, – тип әрләп алды өләсәй.

Мирасҡа ул буласаҡ атай теге Ҡыш бабай алып килгән атай кеүек күҙ алдына килде: “Был атай ҙа диванда ятып, бар эште миңә ҡушып,әсәйем ҡайтҡас, уны эшләнем, быны эшләнем, тип алдап ултырыр микән?”

Бына Гүзәл ҡайта торған йома килеп тә етте. Мирас ҡапҡа төбөндә автобус туҡталышынан күҙен алмай, әсәйе ҡайтҡанын көтә. Өйҙә өләсәй менән апай йүгереп йөрөп өҫтәл ҡора.

Автобус килеп туҡтағас та унан өлкән йәштәге инәй, артынан Мирастың әсәһе һәм иң аҙаҡ ҡаҡса ғына буйлы ағай төшөп, уның яғына атлай башланы. Мирас йүгереп өйгә инеп: “ҡайтып киләләр!" – тип ҡысҡырҙы ла, йоҡо бүлмәһенә инеп боҫто.

Бына улар өйгә килеп инде. Инәй кеше һаулыҡ һорашып, ултырғысҡа ултырып доға ҡыла башланы. Мирас ипләп кенә ҡорған артынан ҡунаҡтарҙы күҙәтә. Ҡаҡса ғына кәүҙәле ағайҙың мыйығы һыҙыҡ кеүек кенә, "п"хәрәфе кеүек эшләнеп ҡуйылған. Йылмайған һайын шул "п" хәрефенең аяҡтары һуҙылып ҡолап китә лә, кире урынына килеп баҫа.

Азат ағай Мирасты янына саҡырып алды.

– Улым, кил әле. Бына, улым, был һинең атайың була, – тип ейәненең ҡулын тотоп ҡаҡса ағай янына этәрҙе, уға ҡарап: – Ҡыҙымды яратҡас, уның балаларын да ярат! –тине.

Ҡакса ағай малайҙы күтәреп алдына ултыртты ла:

– Әлбиттә, яратасаҡмын. Һинең исемең кем? – тине.

– Мин – Мирсәит, тип яуап бирҙе малай, сөнки был атайға ла Мирас исеме оҡшамаҫ тип уйланы. Унан әсәһенең асыулы күҙҙәрен күреп: – Юҡ, мин яңылыштым. Минең исемем Мирас, – тип ҡуйҙы.

– Ә һиңә ҡайһы исем оҡшай һуң? – ҡаҡса кәүҙәле ағай, йәғни Рәүф ағай малайға ҡараны.

Мин ни әйтергә белмәй, яурындарын һелкте. Рәүф ағай кеҫәһенән ҡыңғыраулы погремушка алып, Мирасҡа тотторҙы. Туғыҙ йәшлек бала погремушҡаны ни эшләтергә белмәй, уйынсыҡҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Гүзәл түҙмәй көлөп ебәрҙе. Мирас погремушканы алып сығып баҡсала торған ҡарасҡыға тимер сыбыҡ менән бәйләп ҡуйҙы, ел өргән һайын теге тауыш биреп торҙо.

Киске автобус менән инәй ҡайтып китте, Рәүф ағай ҡалды. Ә иртәнсәк иртә менән барыһы ла бесәнгә китте. Кис еткәс ҡыуышҡа инеп йоҡларға яттыҡ. Азата ағай Рәүф менән тышта сәмәй эсеп ултырып оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар.

– Йәшәгеҙ, ләкин улымды үҙем көтәм. Минең менән йәшәй, – тине олатай.

– Юҡ, мин үҙем тәрбиәләйем. Мирас яҡшы мәктәптә уҡыясаҡ, Баймаҡта яҡшы мәктәптәр күп, – тип Рәүеф ҡаршылашты.

“Ҡайҙа ул Баймаҡ? Теге ҙур ҡыҙыл магазины булған Баймаҡмы?” – тип уйланды уларҙы тыңлап ятҡан малай: “Эйе, йәшәге килә лә ул Баймаҡта, тик мин оҡшатып йөрөгән ҡыҙымды бүтән күрмәҫмен бит...”

Ял көндәре үтеп, Рәүф менән Гүзәл киске автобуста ҡайтып китте. Әле август айы ғына булғас, балалар ауылда ҡалды. Апайы күбеһенсә Зәлиә әхирәтенә барып йоҡлағас, өләсәһе Мирасты: “Апайыңды алып ҡайт", тип Зәлиәләргә ебәрә ине.

Зәлиәләрҙең өйҙәре бик ҙур, ҡалкыу урында урынлашҡан. Ишек алдында бәләкәс трактор арбаһы тора. Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе көнө буйы эштә саҡта балалар шул трактор арбаһын ҡапҡаны асып сығарып, ҡалҡыу урынға ҡуйып, өҫтөнә ултырып аҫҡа ҡарай өйә торғайны. Шулай бер көн тағы ла арбаны алып сыҡтылар. Мирас иң беренсе менеп ултырҙы,ә бына апайы менән Зәлиә ултырырға өлгөрмәне, арба тәгәрәп китте. Ҡаршы туп-тура машина килеүен күреп, малай төкөмәҫ өсөн арбанан ырғып төшөргә була. Ләкин аяғы нимәгәлер эләгә. Ул арба тәгәрмәсе аҫтында ҡала...

Больницала иҫенә килгән Мирас киттем янында Рәүф ағай менән әсәһе ултыра. Аяҡтары – гипста, башым бик ныҡ ауырта.

– Космонавт бирешмәй ул! – тине Рәүф Гүзәлде йыуатып малай күҙҙәрен асҡас та.

Кис Гүзәл ҡайтып китте, Рәүф ағай Мирас янында ҡалды, сөнки ун йәше тулып килгән малайҙы күтәреп больница буйлап төрлө бүлмәләргә йөрөтөргә кәрәк ине. Шунда Мирас яңы атай менән ете көн больницала ятып сыға. Больницала саҡта ваҡыт үтһен тип Рәүф әллә ниндәй әкиәттәр һөйләй, ул космос тураһында, инопланетяниндар тураһында ла бик күп белә ине.

Был йылды Мирас яңы мәктәпкә, яңы уҡыу йылына 1 октябрҙән генә барҙы. Яңы атай уларҙы үҙенең өйөнә, Баймаҡҡа күсереп алып ҡайтты. Өй бик ҙур булмаһа ла матур, бейек ине.

 Мәктәптә лә Мирастың класс етәксеһе башҡорт теле уҡытыусыһы булды. Хәмдиә апай бик яҡшы уҡытыусы ине, баланың үҙенсәлеген иҫәпкә алып, кластағы балаларға ҡырын һүҙ әйтергә бирмәй, һәр саҡ хуплап, яҙып яуап бирергә мөмкинлек бирә ине. Башҡа предметтарҙан уҡытҡан уҡытыусыларға ла яҙыу менән яуап бирһен, тип аңлатып ҡына торҙо.

Шулай ҡала байрамына конкурс иғлан ителгәс, Мирас шиғыр яҙа. Ләкин үҙенең уҡырға мөмкинлеге булмай. Уҡытыусы апай уны янына саҡырып сығарып, үҙе уҡый һәм малайҙың класс алдында абруйын күтәреп ебәрә.

Рәүф бик тыныс күңелле кеше була. Гүзәл уның менән йәшәй башлағас мәктәптә иҙән йыуыу эшен ташлап, иртә ҡайта башлай. Был малайға бик оҡшай. Яңы атай ҡаланың бер бөртөк заводында сварщик булып эшләй. Ә кистәрен колымға бара. Унан кешеләр күбеһенсә ҡапҡа эшләтә ине. Оҫта итеп семерләп эшләй ине ул ҡапҡаларҙы. Атайлы булғас тормош та алға киткәндәй була. Ул эшенә Мирасты үҙе менән алып йөрөргә ярата һәм малайға ла уның менән йөрөү оҡшай.

Ҡайһы саҡ ишек алдында ҡәбергә ограда эшләүе генә Гүзәлгә оҡшамай ине. Ләкин Рәүф һораған кешегә ярҙам итте, кире ҡаға торған холҡы булманы.

– Улым, мин тере саҡта өйрән. Был эште белһәң, һәр саҡ ашарға икмәгең булыр. Кешеләр тыуып тора, үлеп тора – тип әйтер була ул Мирасҡа.

Эш урынында аҡса түләмәй башлағас, колымдарҙы күберәк ала ине ғаилә башлығы. Кеше эшен эшләтә лә, аҡса юҡлыҡтан, сәмәй менән түләргә тырыша. Шулай ул йышыраҡ эсә башлай. Әлбиттә,  Гүзәл уны әрләй:

– Үҙеңдең оҫталығың, кешегә “юҡ” тип әйтә белмәүең башыңа етә инде ул...

 Ә ул тыныс ҡына өҫтәл артына ултырып,әсәйҙән әрләнеп, башын аҫҡа эйеп ултыра.

Шулай бер көн мәктәптән ҡайтып ингән Мирасты ограда эшләп ултырған атайы саҡырып ала.

– Улым, кил әле бында.

– Атай, кем үлгән? – тине малай оградаға ҡарап.

– Был бик яҡшы кеше өсөн. Шуға, ана краска, алып матур итеп буя, – тине Рәүф.

Мирас красканы алып матурлап буяп ҡуйҙы. Уға төштән һуң мәктәпкә барырға кәрәк ине. Өҫтөн алмаштырып сығып, мәктәпкә йүгергәнендә атаһы:

– Улым, һин матур итеп буяп, тәрбиәләп йөрөрһөң, – тип ҡала.

Бала кеше бер ни ҙә аңламай мәктәпкә йүгерҙе. Кисен ҡайтып ингәнендә әле әсәһе ҡайтмаған ине. Өй асыҡ булһа ла, атаһы ла өйҙә юҡ ине. Көҙ булғас, өй һалҡыныраҡ. Мирас утын алырға утынлыҡҡа йүгерҙе. Утынлыҡтың ишеген асты һәм... биттәре әллә ниндәй күкһел төҫтә булып аҫылынып торған атаһын күрҙе.

Шок хәлендәге малай күршеләргә йүгерҙе. Күрше ағай шунда уҡ йүгереп Мирастарға инеп китте, ә ул күршеләрҙең тупһаһында ҡатҡан килеш ултыра бирҙе. Күрше апай нимәлер һөйләп маташа, малайҙың ҡолаҡтары уны ишетмәй, күҙҙәре уны күрмәй ине.

Бер аҙҙан ҡайтҡыһы килмәһә лә, Мирас өйөнә табан алтаны. Өйҙә кеше йыйылған, атаһын ҡайҙалыр алып киткәндәр. Әсәһе мейес алдында ултырғыста илап ултыра, ә атаһының әсәһе диванда ята ине. Мирас туп-тура йоҡо бүлмәһенә йүнәлде...

(Өс йыл ғына бергә йәшәгән ағай Мирастың күңеленә яҡын кешегә әйләнгәйне. Уның эштәренә һоҡланып, Мирас киләсәктә атаһының һөнәрен һайлаясаҡ. Баймаҡ ҡалаһына юл төшкәндә ҡәбергә инеп сыға. Ҡәбере һәр саҡ тәрбиәле була. Уның беренсе ғәиләһендәге улы менән ҡыҙы тәрбиәләй, тиҙәр.)

Йоҡо бүлмәһенә нисек инеп йығылған, шул ятыуҙан алып икенсе кискә тиклем уянмай йоҡлай Мирас. Әсәһе килеп уятҡас, тәүге һорауы:

– Атайым ҡайҙа?

– Атайың бүтән юҡ. Атайыңды ҡуйҙыҡ, – ти Гүзәл.

Тәне, ҡолаҡ тирәләре ныҡ итеп ҡысығас, көҙгөгә барып ҡараһа, малайҙың тәнен, маңлайын, ҡолаҡ арттарын ниндәйҙер түңәрәктәр баҫып алған. Ныҡ ҡурҡыуҙан, стрестан псориаз тигән ауырыу барлыҡҡа килә.

Дауамы бар.

Мирсәйет Сәлихов.

Читайте нас