Повесть
1
Кешене кейендергән дә, туйындырған да тәбиғәт ике быуат киҫешкәндә холоҡһоҙланды – миҙгелдәрҙе бутай. Бар донъя йәшеллеккә күмелгәс, ҡар яуҙырыу уның өсөн бер ни түгел. Таңдарҙы ҡоштар һайрап уятҡан йәмле көндәрҙә тот та мәктәп беренселегенә саңғы ярыштары үткәр. Хайран ҡалмалы аҡлыҡ тирә-йүндә, ҡар торна тубығынан! Ҡыш көнө ямғыр менән яфалауы һуң? Ваҡытлы-ваҡытһыҙ яуған ямғыр күҙ менән ҡаш араһында ҡыштың бар матурлығын юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы. Кисә генә аҡлығынан күҙҙәр ҡамашҡан ҡар аяҡ аҫтында лысҡылдап ята. Урамда епшек ҡар кисеп йөрөү – үҙе бер бәлә. Юлдан өҙлөкһөҙ үткән машиналар бысраҡ сәсрәтә. Аңғармайыраҡ ҡалһаң, өҫ-башыңды әҙәм ҡарағыһыҙ итеп китәләр.
Хафаға төштө кешеләр: Яңы йыл байрамында ла көндәр ошолай торһа? Уға ҡәҙәр ямғыр туҡтап, көндәр һыуытып, яңынан ҡар ятһа ярай ҙа. Ятмаһа, өйҙә генә ултырырға тура киләсәк. Ҡойма ямғыр аҫтында уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы эргәһендә күшеккән тауыҡтай бөршәйеп тороуҙан ни мәғәнә?!
Байрамды ашҡынып көтөүселәр араһында үткән быуаттың етмешенсе йылдар аҙағын иҫләүселәр ҙә табылды. Ул саҡта ғәҙәттән тыш һалҡынайтҡанлыҡтан, ҡала урамдарындағы ағастарҙы – бәҫ, тәҙрә быялаларын бер иле боҙ ҡаплаған. Төкөрөк ергә төшөп етмәҫ борон туңған төндә ҡайҙа ул ҡала майҙандарында күңел асыу! Олоһо-кесеһе, өшөп-туңыуҙан шөрләп, фатирҙарынан да сыҡмаған. Буп-буш урамдарҙан онотҡанда бер машина үтеп киткән. Ҡала яны поездары ярты юлда туҡтап ҡалған. Шунлыҡтан юлсыларға байрамды вагонда ҡаршыларға тура килгән. Шыршы баҙары янынан үткәндә Сыңғыҙ әсәһенең әхирәте Мөкәрәмә апайҙы хәтеренә төшөрҙө. Төнгө пассажирҙар араһында ул да булған. Башынан үткәндәрен йыл да һөйләмәй ҡалмай.
– Институтта уҡып йөрөгән сағым. Атайымдар ул йылды һуғымды ниңәлер һуңлатты. Башмаҡтары һимерә төшһөн, тигәндәрҙер. Ит алып киләйем, тип ауылға ҡайтҡайным. Юлға сығыр алдынан былай ҙа һалҡын көн төштән һуң тағы ла һыуытмаһынмы! Атайымдар нисек етте шулай электричкаға ултыртып ебәрҙе. Вагонда үҙемсә ҡыуанып барған булам. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотам, йәнәһе. Аҙыҡ-түлеккә лә тейендем, яңы йылды ҡаршыларға ла барып өлгөрәм. Алдан ҡыуанғанмын икән, былай ҙа йәнде көйҙөрөп әкрен йөрөгән электричкабыҙ бер заман бөтөнләй туҡтаны ла ҡуйҙы. Вагонда килеп тороп һыуыҡ, тын беленеп тора. Әлдә башым етеп аяҡҡа быйма кейгәйнем, йөрөргә яйһыҙ булһа ла, пальто эсенән арҡама мамыҡ шәл ябынғайным. Шул ҡотҡарҙы, юҡһа, һыуыҡ алдыра инем.
Ултырабыҙ шулай поездың ҡасан ҡуҙғалып киткәнен көтөп унлаған кеше вагонда. Бейәләйҙе лә һалырға ҡурҡып ултыра-ултыра сәғәт 12 тулды. Ҡолаҡҡа Кремль куранттары һуҡҡан тауыштар, шампан тултырылған фужерҙар сыңлауы ишетелгәндәй була, күҙ алдына аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл килә. Бер-беребеҙҙе яңы йыл менән ҡотлашҡан булабыҙ, ә электричканың урынынан ҡуҙғалырға иҫәбе лә юҡ, һаман тора. Ҡайһы берәүҙәр яңы йылды Мәскәү ваҡыты менән өйҙәрендә ҡаршыларға хыяллана. Уныһы ла килеп сыҡманы. Таң алдынан ғына килеп еттек ҡалаға, – тип хәтергә ала йәшлек йылдарын Мөкәрәмә апай.
«Быйыл яңы йылды ямғыр аҫтында ҡаршыларға тура килмәгәйе, – тип уйлап ҡуйҙы светофорҙың юл аша сығырға рөхсәт биргәнен көткән Сыңғыҙ. – Ваҡыт бар әле, кем белә, уңарсы туңдырып та ебәрер. Өләсәһе әйтмешләй, барыһы ла Хоҙай ҡулында».
Ҡар ҡатыш ямғыр һыуы сәсрәтә-сәсрәтә урамдан үтеүсе машиналарҙы күҙәткән Сыңғыҙ ҡарашын ҡаршылағы йортҡа күсерҙе. Күк йөҙөн ҡурғаштай ҡара болоттар ҡаплап алғанлыҡтан, ҡыҙыл кирбестән һалынған боронғо йорттоң тәҙрәләрендәге уттар айырыуса сағыу балҡый. Йорт эргәһенән үтеп барыусы оҙон буйлы ҡыҙ тәҙрәләргә ҡарап алды ла ары атланы. Ниндәйҙер бер эске көс Сыңғыҙҙы йорттоң түбәһенә ҡарарға мәжбүр итте. «Туҡта, туҡта!.. Түбәләге ҡар урынынан ҡуҙғала түгелме һуң?! Һис тигенгә түгел был!.. – Уның тәненән эҫеле-һыуыҡлы тулҡын йүгереп үтте. – Хәҙер ҡыҙҙың өҫтөнә ишелеп төшәсәк! Ни эшләргә?..»
– Йүгер!
Бәләле ерҙән тиҙерәк ысҡыныу урынына ҡыҙ егеттең донъя емерерҙәй булып ҡысҡырған тауышына иғтибар ҙа итмәне.
– Йүгер тим бит, аңра!
Ни ҡылырға белмәй ыуаланған егет, тағы ла бер тапҡыр ҡысҡырҙы ла, алға уҡталды. «Барып өлгөрһәм генә ярар ине, харап була бит. Күҙ алдында...» – тигән уй ярып үтте мейеһен. Машиналар әллә сфетофорҙың ҡыҙыл утына туҡтанымы, әллә үҙенә юл бирҙеме – алға ынтылған Сыңғыҙ аңғармай ҡалды. Был минутта уны туҡтатырлыҡ көс юҡ ине, үксәһе ергә теймәй йүгереүен белде. Юл аша сығып еттем генә тигәндә, тротуарҙың бордюрына эләгеп йығылды. Тубығы ауыртыуға ла иғтибар итмәй (уның ҡайғыһы юҡ әле, һуңынан ҡарар, күп булһа күгәргәндер), йәһәт кенә күтәрелеп, ҡыҙ янына ашыҡты. Үҙен аптырау ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән «аңра» янына барып етергә бер нисә аҙым ҡалғас, ҡыҙҙың өҫтөнә ямғыр һеңеп ауырайған, урыны менән боҙланған ҡар ишелеп төштө. Сыңғыҙ үҙ-үҙенә асыуланды: «Их, өлгөрмәнем! Эләгеп йығылмаһам, бәләнән ҡотҡарып ҡала инем... Үлеме?.. Тереме?..» Үҙенең бызмырлығына йәне көйгән егет, ярҙам итмәк булып, тротуарҙа ҡулдарын ян-яҡҡа ташлап ятҡан ҡыҙға эйелде. Ул арала үҙе лә ҡар аҫтында ҡалды...
Урынынан ҡуҙғалған ҡар ҡойолдо ла ҡойолдо...
Күҙ асып йомған арала булған әлеге ваҡиғаны ситтән генә күҙәткән икенсе егет, бер килке тамаша ҡылып торҙо ла, кире боролдо. Ул Ләйсәнде репетициянан ҡаршы алырға килеүсе Эдик ине.
2
Мәҙәниәт һарайынан ҡанатланып сыҡты Ләйсән. Остазы Рания Кирәй ҡыҙы әйткән һүҙҙәр ҡолағын һаман наҙлай: «Ниһайәт, репертуарыбыҙға сәхнә түрен биҙәр тағы бер бейеү өҫтәлде. Ниндәй бейеү бит әле! «Ғашиҡтар»! Сәхнәләрҙе шаулатыр көндәребеҙ алда әле». Шатлығын уртаҡлашырға янында Эдик та юҡ, исмаһам. Ул да ҡыуаныр, Рания Кирәй ҡыҙынан да уңайһыҙланмай, ҡосаҡлап алып бер өйрөлдөрмәйенсә иҙәнгә баҫтырмаҫ ине, моғайын. Дәрестәрҙән һуң компакт-дискылар һайларға барам, тип һөйләнә ине кисә, шунда тотҡарландымы икән? Көн-төн йыр тыңлауҙан нисек ялҡмайҙыр, плейерын үҙенән ҡалдырмай. Репетициянан һуң ҡаршы алырмын, тигәйне. Күренмәй. Мәҙәниәт һарайынан сыҡҡас, Ләйсән тирә-яғына алан-йолан ҡаранды, көткән кешеһе күҙенә салынмағас, ятаҡҡа ҡарай ыңғайланы.
Көнө көнмө, һыу кисеп йөрөү тамам ялҡытты, йәй булһа тағы бер хәл, декабрь айында бит. Ябалаҡлап ҡар яуаһы урынға туҡтауһыҙ ямғыр ҡоя. Инде баҫылды, тиһәң, саҡ ҡына тын ала ла йәнә тотона. Әйтерһең, кемдәндер йөкләмә алған. Ауылда ла яуамы икән? Яуалыр, яумай ҡайҙа китһен, радионан бөтә Башҡортостанда көндәр йонсоу тора, тип һөйләйҙәр ҙә баһа. Ҡасан аяҙытыр? Быныһын берәү ҙә белмәй.
Ауыл иҫкә төшкәс, әле генә шатлығы эсенә һыймай килгән Ләйсәндең аҙымдары һүлпәнләнде, күңелен һағыш биләп алды. Ата-әсәһен, туғандарын ҡалаға килгәне бирле күргәне юҡ. Үлеп һағынды үҙҙәрен. Берәй мөғжизә тыуып, иңдәренә ҡанат үҫеп сыҡһын да, ыжғыр ел-ямғырға ҡарамай, ошо минутта уҡ ауылына ҡарай осор ҙа китер ине. Бәләкәй сағындағы һымаҡ, әсәһенең ҡуйынында иркәләнер, һеңлеһе, ҡустыһы менән аралашыуҙан күңеленә йыуаныс табыр ине. Бының әкиәттәрҙә һәм фантастик әҫәрҙәрҙә генә мөмкин икәнлеген аңлай-аңлауын. Үҙ уйынан үҙе көлөп тә ҡуя, әммә хыялын тыйыр көс тапмай. Ана шулай яҡындарын күҙ алдына килтереп булһа ла һағышын баҫа.
Ләйсәндәрҙең ауылында мәктәп туғыҙ йыллыҡ ҡына. Урта белем алырға теләүселәр күрше ауылдағы мәктәпкә күҙ төбәй. Интернат юҡ, йөрөп уҡыйһың. Бығаса бер ҡыйынлыҡ та күрмәне уҡыусылар. Колхоз автобусы көн дә иртән илтеп ҡуйҙы, төштән һуң барып алды. Автобус ватыла-нитә ҡалһа, уның урынына «Беларусь» тракторы юлға сыҡты. Районда гелән маҡталып килгән колхоз күҙ алдында бөлгөнлөккә төшкәс, хәл үҙгәрҙе: бензин еткерә алмауға һылтанып, автобус биреүҙе һирәгәйттеләр, тора-бара балаларҙы бөтөнләй оноттолар. Шунлыҡтандырмы, күрше ауылға йөрөп уҡыусылар йылдан-йыл кәмене. Шулай булыры көн элгәре билдәле ине, ауылда балалар былай ҙа аҙ, улары ла урта мәктәпкә барып етмәй, сығып китеү яғын ҡайыра. Үҙҙәрен ғәйепләү урынһыҙ ҙа һымаҡ, көн дә йоҡоң туйыр-туймаҫтан таң һарыһынан күрше ауылға тәпәйләгәнсе, ҡалала йән рәхәте. Йүнлерәк уҡыу йортона инә алмаһаң да, юлы бар – ташсы, слесарь, электрик кеүек һәр ваҡыт талап ителгән һөнәр эйәләрен әҙерләүсе колледждарҙың ишеге шар асыҡ. «Ә ауылда теләһә нимә эшләһендәр, миңә тимәгәйе, мәктәптәрен ябып ҡуймайҙармы! Бер сығып киткәс, кире ҡайтыу бөттө!» Шундай уйҙа ҡалала тыуған ауылын төштәрендә күреп яфаланыусылар.
Буш парталар Ләйсәндәр мәктәбендә лә артҡандан-артты. Улар IX класта бармаҡ менән һанарлыҡ – ете бөртөк кенә ине. Алдан уҡ килешеп ҡуйғайнылар: башта урта белем алырға, аҙаҡ күҙ күрер. Балаларҙың теләген ата-әсәләр ҙә хупланы, нисек тә мәктәпкә йөрөтөү сараһын табырбыҙ, тип ышандырҙы. Үҙ ғәзиздәре бит, бауырҙары ла ҡатып өлгөрмәгән үҫмерҙәрҙе нисек итеп яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуяһың?! Ҡулдарына аттестат алыу менән уй-ниәттәре үҙгәрҙе лә ҡуйҙы класташтарҙың: бәхеттәрен ҡаланан эҙләмәкселәр. Ләйсәндең башына ла уй төштө. Ата-әсәһе менән кәңәшләште лә документтарын педагогия колледжына тапшырҙы. Урта белем дә аласаҡ, һөнәрле лә буласаҡ. Хыялы – киләсәктә балалар баҡсаһында сабыйҙар тәрбиәләү.
– Ниңә, ҡатын-ҡыҙ өсөн бына тигән эш, бөтә кешегә лә түрә булырға тимәгән, – тип ризалашты әсәһе Рәмзәнә апай. – Бер уйлағанда, тәрбиәсе шул уҡ уҡытыусы инде ул. Уҡытыусы балаларға белем бирә, ә тәрбиәсе уларҙы мәктәпкә әҙерләй. Бизмәнгә һалһаң, яуаплылығы ҙурыраҡтыр ҙа әле... Күрше ауылдан ҡасан ҡайтып инер икән тип, көн дә ут йотоп ултырғансы, күңелебеҙ тыныс булыр, исмаһам. Тәүәккәллә, ҡыҙым!
Шулай тип оҙатып ҡалды әсәһе. Ун көн үтер-үтмәҫтән, Ләйсән урап та ҡайтты. Ҡыҙын был арала ғына көтмәгән Рәмзәнә апай, һаулыҡ һорашырға ла онотоп, һораулы ҡарашын төбәне:
– Әллә бирә алманыңмы? Имтихандарҙы тим...
– Бирҙем, әсәй, бирҙем! – Ләйсән әсәһенә саҡырыу ҡағыҙы тотторҙо. – Ҡыҙың – педагогия колледжы студенткаһы!
Рәмзәнә апай уны ҡосағына алды:
– Уҡырға инеүең менән ҡотлайым, ҡыҙым! Иҫән-һау һөнәр алып сығырға яҙһын!
– Рәхмәт, әсәкәйем!
Ләйсән – күктең етенсе ҡатында. Ул шат: биргән һүҙен елгә осорманы. Әсәһе лә унан кәм ҡыуанмай: ҡыҙы тиҫтерҙәренең танауына сиртте! Тегеләр баштарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ата-әсәләренең барлы-юҡлы аҡсаһын туҙҙырып, ауыл менән ҡала араһын тапаған арала ҡыҙы – студентка!
Аҡса тигәндән, ҡытлыҡҡа әйләнде ул ауыл ерендә. Тәғәйен генә эш булмағас, аҡса килер урын юҡ, янсыҡтары буш кешеләрҙең. Ләйсәндең атаһы Тимерхан ағай ҙа, ҡыҙының өҫ-башын бөтәйтеп уҡырға оҙатыр өсөн, таналарының береһен һуйып тапшырҙы. Кейем-һалым, тегеһен-быныһын алғандан һуң ҡалғанын Ләйсәндең ҡулына тотторҙолар.
– Ашарыңа ғына тотон, – тип ҡат-ҡат тылҡыны әсәһе. – Әйләнгән һайын аҡса ебәрә алмабыҙ, бында ике туғаның ҡалғанын да онотма. Уларға әйбер еткереүе ҡыйын, йәй үткәнсе әллә нисә пар сандали туҙҙыралар. Аҙыҡ-түлектән өҙмәбеҙ, ас йөрөмәҫһең.
Атаһы иһә һүҙҙе ирҙәрсә ҡыҫҡа тотто.
– Үҙ көнөңдө үҙең күрер көн етте. Унда кәңәш-төңәш итергә беҙ булмабыҙ. Һәр аҙымыңды ҡарап баҫ, һуңынан үкенерлек булмаһын, – тине Тимерхан ағай ҡыҙына, тәү күргәндәй ҡарап алғас. Тамағын ҡырғас, өҫтәп ҡуйҙы: – Китапсараҡ килеп сыҡты шикелле...
Атаһының һүҙҙәрен әсәһе эләктереп ала һалды:
– Сыҡһын, уның ни ғәйебе бар. Атай һүҙе шулай төплө булырға тейеш. Үҙ балаң да баһа, уға һин кәңәш бирмәй, кем бирһен.
Тимерхан ағай башҡаса һүҙ оҙайтманы. Ул тулҡынлана ине, буғай. Барҙыр инде, тәүге ҡошсоҡтары ояһын ҡалдыра. Үҙҙәре янында урта белем алһа ни әйтер инең дә бит, бала-саға алдына сығарамы ни? Бер уларҙыҡы ғына китһә, үкендерер ине, әлбиттә. Барыһыныҡы ла ҡалаға ынтыла. Хәстәрҙәре уртаҡ, шул ғына әҙерәк күңелгә йыуаныс бирә.
Ләйсән бар ихласлығын һалып уҡырға тотондо. Үҙҙәрен әҙәпһеҙ тотҡан ҡыҙҙарҙы әллә ҡайҙан урап үтте. Уҡытыусылар ҡат-ҡат иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, колледжда ҡасып-боҫоп тәмәке көйрәтеүселәр, ҡалаға сыҡһалар, һыра һемереүселәр егеттәр араһында ғына түгел, һирәкләп ҡыҙҙар араһында ла бар ине. Үҙҙәренең ҡурайына бейетә алмағандары өсөн мыҫҡыллап көлһәләр ҙә, артыҡ иғтибар итмәне, уҡыуын белде. Тырыш ҡыҙҙы уҡытыусылар тиҙ күреп алды, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы. Маһайманы. Уҡытыусыларҙың эше – талап итеү, уныҡы – уҡыу. Ошо ҡағиҙәнән тайпылмаҫҡа тырышты. Уҡый алмай кире ҡайтһа, ата-әсәһенең күҙенә нисек күренер? Ишетеүенсә, бында һинең көйөңдө көйләп тормайҙар икән, имтихандарҙы тапшыра алмаһаң, дүрт яғың ҡибла – ҡыуалар ҙа сығаралар. Буш ваҡыттарында ла тегендә-бында һуғылып йөрөмәне, күңел йыуанысы булырҙай, киләсәктә үҙенә файҙаһы тейерҙәй шөғөл тапты – бейеү түңәрәгенә яҙылды.
Оҙаҡламай сәхнәгә сығасаҡ. Эдик менән бейейәсәк «Ғашиҡтар» бейеүен телевидениенан күрһәтерҙәрме икән? Күрһәтһәләр, әсәһе ҡыуанысынан ҡайҙа баҫҡанын да белмәй йөрөр ине. Яйы сыҡҡан һайын, беҙҙең Ләйсән уҡырға ла өлгөрә, сәхнәнән дә төшмәй, тип маҡтанып алырға ла онотмаҫ. Телевидениеға эләкмәһә лә борсолмай, бейеүҙе Эдик былай ҙа видеоға яҙҙырасаҡ. Әйтеүенсә, үҙе ҡатнашҡан бөтә бейеүҙәрҙең дә яҙмаһы бар. Күсермәһен уға ла бирер әле. Шуны ауылға ебәрер.
– Йүгер!
Хыял диңгеҙендә йөҙгән Ләйсән кемдер ҡысҡырғанға һиҫкәнеп, тирә-яғын байҡаны, янында бер кем юҡ. Урам ашаһында торған егет тауыш бирә түгелме? Әллә Эдик инде? Ҡыҙҙың йөҙө яҡтырҙы, һуңлаһа ла, килгән. Компакт-дискылар алһа, шулар менән маҡтанырға йыйыналыр. Егеттең үҙе көткән кеше түгеллеген аңғарғас, кәйефе төштө. Уға Ләйсәндән ни кәрәк?.. Ул арала борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан егет урам аша үтә башланы. Ҡулдары менән нимәлер аңлатмаҡсы, күрһәтмәксе була үҙе. Ләйсән, ниҙер һиҙенеп, үҙе туҡтап ҡалған йорт янында башын өҫкә күтәреп ҡарағанда һуң ине инде...
3
Сыңғыҙҙың уң ҡулы һынғайны. Ап-аҡ гипсҡа ҡатырып ҡуйҙылар, беләкте ҡыбырлатырмын тимә, бармаҡтары ғына йөрөй. Шулай тейеш икән, юҡһа, һынған һөйәктең дөрөҫ ялғанмауы ихтимал. Укол һалғас, баҫыла төшкәндәй иткәйне ауыртыныуы, оҙаҡҡа етмәне дарыуҙың тәьҫире, беләге йәнә сатнап-сатнап һыҙларға кереште. Түҙер әмәле ҡалмағас, аптырап, шәфҡәт туташы янына китте. Ҡыуандырманы: сираттағы уколды йоҡларға ятыр алдынан ғына ҡаҙаясаҡтар.
– Түҙ инде, балаҡай, ни эшләйһең, ҡул һынлы ҡул һынһын да... Кит, шуны ла күтәрә алмаған егет була тиме? Ҡыҙҙар ҡарамаҫ бит үҙеңә, – тип шаяртып маташты өлкән йәштәрҙәге шәфҡәт туташы янында йөҙөн һытып баҫып торған Сыңғыҙҙы. – Хәлең түҙерлек, үҙ аяғыңда йөрөйһөң, ана, һинең менән бергә дауаханаға эләккән ҡыҙға уғата ҡыйын, һул аяғы һынған, күҙен дә аса алмай палатала ята.
«Үҙемде генә уйлап, уны бөтөнләй онотҡанмын. – Сыңғыҙ үкенде. – Ныҡ имгәндеме икән ни?..»
– Ул ҡыҙҙың исемен әйтмәҫһегеҙме, апай?
Һорау аптырашта ҡалдырҙы шәфҡәт туташын.
– Бәй-бәй, һеҙ таныш түгелме ни? Бергә килтергәстәре бер-берегеҙҙе беләһегеҙҙер, тип уйлағайным. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы ҡалай сибәр, тигән уй ҙа килде башыма хатта.
Шәфҡәт туташы һөйләнә-һөйләнә журнал аҡтарҙы.
– Белһәм, һорамаҫ инем, – тине Сыңғыҙ ғәйепле төҫтә. «Бигерәк телдәр, нисек теле талмай, шул арала әллә ниҙәр һөйләп бөттө. Әйтһә әйтһен ине лә, тиҙерәк янынан китер инем».
– Исеме – Ләйсән, фамилияһы – Шәкүрова.
– Рәхмәт, апай.
Сыңғыҙ палатаға инмәне (танауҙы ярып барған дарыу еҫе аңҡыған бүлмәләге карауатта аунарға өлгөрөр әле, тиҙ генә сығарырға оҡшамағандар), тәҙрә эргәһенә барып баҫты. Кеҫә телефонынан кәрәкле һандарҙы йыйғас, тышҡа күҙ һалды. Күктә туҙышҡан ялбыр болоттар таралышмағайны, ҡар ҡатыш ямғыр һаман яуа. «Өйгә хәбәр итергә кәрәк, был ваҡытта ла ҡайтмағас юғалтҡандарҙыр, атаһы менән әсәһе борсолоп көтәлер».
Телефонда әсәһенең тауышы ишетелде.
– Улым, һин ҡайҙа? Бынау көндө өйҙә генә ултырһаң ни була? Ҡасан ҡайтаһың? – Бер тынала теҙҙе һорауҙарын Мәрхәбә апай.
– Дауаханала мин, әсәй. Ҡулымды һындырҙым. Уңын...
Ҡапыл әйтеп ҡотон алды инде әллә? Әсәһе хәтһеҙгенә һүҙ башлай алмай ыҙаланды. Улының ҡайһы дауаханала ятыуын белешкәс:
– Хәҙер барып етермен, көт, – тине.
– Килеп йөрөмә, һуң бит инде. Иртәгә лә көн бар. Хәлем һин уйлағанса ҡурҡыныс түгел. Ҡулым һыҙлай... Әҙерәк кенә... – тип тынысландырырға тырышты әсәһен Сыңғыҙ.
Әсә йөрәге түҙә буламы һуң инде балаһының ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда! Ауырыуҙар киске аштан таралышыуға ахмалға төшөп килеп тә етте. Палатаға инеү менән карауатта бойоғоп ултырған улын ҡосағына алып ҡыҫҡыһы килгәйне, гипслы ҡулы ҡамасауланы, арҡаһынан ҡағыу менән генә сикләнде. «Аллаға шөкөр, иҫән-һау, дауаханаға килеп еткәнсе әллә нимәләр уйлап бөттөм». Улына һиҙҙермәҫкә тырышып, ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан йәштәрен ҡоротто Мәрхәбә апай. Сыңғыҙ уның ҡыланышын оҡшатманы. Күҙәтеп торһалар, оят, күҫәктәй башы менән һаман әсәһенең ҡуйынынан сыға белмәй, тип көлөрҙәр. Үҙҙәре генә ине улар палатала, кемдер телевизор ҡарарға сыҡҡан, кемдер хәлен белергә килгән яҡындары янында.
– Күҙең төшөп йөрөгән ҡыҙың инеме һуң әллә? – Әсә һораулы ҡарашын улына төбәне.
– Ундай кешем булһа, йәшермәҫ инем.
–Таныш булмаған ҡыҙ өсөн үҙеңде күрәләтә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғаныңа аптырап әйтәм.
– Әсәй, ярҙамға мохтаж кешеләрҙе урап үтмәгеҙ, тип үҙең өйрәттең түгелме һуң апайым менән икебеҙҙе? Хәҙер килеп киреһен һөйләйһең, – тине Сыңғыҙ, үпкәләберәк.
Мәрхәбә апай иренен ҡымтыны, бер көн эсендә төҫ-башы һурылыбыраҡ киткән улына ҡарап йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булды. Үҫте инде, X класта уҡып йөрөй. Атаһына оҡшап, үҙ һүҙлерәк, алдына алдымы – эшләмәй ҡуймай. Бәләгә тарыған ҡыҙ баланы ташлап китергә намыҫы ҡушмағандыр. Уныһы шулайын-шулай, үҙенең хәле мөшкөл, һиҙҙермәҫкә генә тырыша. Мине хафаландырмайым тиеүелер инде үҙенсә. Уҡыуы өсөн дә борсолдо.
– Дәрестәрең ҡала, сирек аҙағы яҡынлаша, көндәлегеңдә «өслө»ләр ҙә күренә ине, шикелле. Китаптарыңды килтерәйемме?
– Төҙәтермен әле, ике сирек уҡыйһыбыҙ бар, – тине Сыңғыҙ, күҙҙәрен ситкә алып. – Плейер килтер, бында күңелһеҙ, музыка тыңлармын, исмаһам.
Иртәгә йәнә килергә вәғәҙә биреп, һуң ғына ҡайтып китте Мәрхәбә апай.
Көн дә килеп йөрөнө әсә ғәзизе янына. Дөйөм ҡаҙанда бешкән аш-һыуҙы әллә ярата, әллә юҡ тип, улын емеш-еләк, йәшелсә, тәм-томдан өҙмәне. Тиҙерәк аяҡҡа баҫтырғыһы килә ине улын уның.
Сыңғыҙ бер килгәнендә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына өндәште:
– Әсәй, алма менән әфлисундан Ләйсәнгә лә өлөш сығарайым әле, күңеле күтәрелеп китмәҫме?
– Ниңә уны алдан уҡ әйтмәнең, икегеҙгә лә етерлек итеп алыр инем. Бында әҙ бит, – тине Мәрхәбә апай, улына серле генә ҡараш ташлап: «Танауына еҫ ингән инде әллә? Шул ҡыҙҙы теленән төшөрмәй».
– Бында уға ла, миңә лә етерлек, – тине Сыңғыҙ, пакетты ҡарағас. Әсәһе төпсөнөп теңкәһенә теймәгән өсөн эстән генә ҡыуанды. – Рәхмәт, әсәй!
Ләйсән янына ингәнсе байтаҡ икеләнеп йөрөнө Сыңғыҙ. Ныҡлы ҡарарға килгәнсе, палата янынан тегеләй ҙә, былай ҙа үтте. Ниндәй сәбәп табырға? «Һине үлемдән ҡотҡарҙым», тип әйтә алмай ҙа баһа тота һалып. Дөрөҫө шулай, быны берәү ҙә инҡар итмәҫ, ләкин маҡтанған һымаҡ була түгелме? «Мин барып өлгөрмәһәм, ямғыр һеңеп ауырайған ҡарҙы күтәрә алмаҫ ине, икебеҙҙең өҫкә төшкәс, бәрелеү көсө күпкә кәмене. Яңғыҙы ҡар аҫтында ҡалһа, аҙағы ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс», – тигән һығымтаға килгәйне Сыңғыҙ, үҙҙәре менән булған ваҡиғаны ҡат-ҡат барлағас. Унан килеп, Сыңғыҙҙы хәтерләмәйҙер ҙә әле, барыһы ла көтөлмәгәндә булды ла баһа. Ниңә хәтерләмәһен, ти? Ҡысҡырғанын ишетте, тик ни әйткәнен генә аңламаны. Аңлаһа, бәләле урындан китеп өлгөрөр ине. Юҡ, өлгөрмәҫ, түбәнең киңлеге биш-алты метрҙан да кәм түгел ине. Күҙҙәре алдамаһа, түбәләге ҡар тотош урынынан ҡупҡайны. Тегеләй ҙә, былай ҙа уйлап ҡараны, әммә үҙен ҡыҙ янына инергә мәжбүр итерлек төплө фекергә килә алманы. Палатаһына тотам да инәм, ҡаршыһына барып баҫҡас, үҙе менән барыбер таныштырырға тура киләсәк. Икеһенең бер дауаханала ятҡанын белһә, яныма инеп тә сыҡманы, тип үпкәләр һуңынан. Бимазалап йөрөйһөң, тиһә, боролоп сығыр ҙа китер, унан ғына уҡаһы ҡойолмаҫ, егет кеше бит әле! Кем белә, бәлки, көтәлер. Шулай булыуы ла бик ихтимал.
Тәүәккәлләп палата ишеген шаҡыны.
– Инегеҙ, ишек асыҡ, – тигән тауыш ишетелде эстән.
4
Палатаға индереп һалғас, Ләйсән үкһеп-үкһеп иланы. Табиптарҙың әйткәненә ышанманы, уларҙың һүҙен йыуатыу ғына тип ҡабул итте. Аяғы төҙәлерме, аҡһаҡ булып ҡалмаҫмы, ҡабат бейей алырмы – көтмәгәндә өҫтөнә ишелеп төшкән ҡазанан бәлйерәгән ҡыҙҙың иң ҡурҡҡаны шул ине. Үҙенең ошондай хәлгә ҡалыуына йөрәге әрнене. Берәүгә бер һүҙ ҡушманы, түшәмгә ҡарап тик ятты, аяғы үҙәккә үтеп һыҙлағанда ла тешен ҡыҫып түҙҙе. Укол һалып, һыҙланыуы баҫыла төшкәндә, мейеһен төрлө уйҙар бырауланы. Ата-әсәһен тыңлап, күрше ауылда ғына уҡып йөрөһә, бындай көнгә ҡалмаҫ ине. Уҡырға, һөнәр алырға киткән балаларының «үҙ башына бәлә эҙләп йөрөгәнен» ишеткәс, ата-әсәһе үҙ һүҙле ҡыҙҙарын әле ҡыҙғанып, әле тиргәп уфтанышыр ҙа ашығып юлға йыйыныр. Шуларҙы күҙ алдына килтергәс, Ләйсән әлегә сабыр итергә, ауылға хәбәр итмәҫкә уй төйнәне. Шәбәйә төшкәс, хәлен аңғартып, хат һалыр, әле борсолмай тороуҙары ҡулай. Табиптар, һауығырһың, тип өмөтләндерә, улар бушты һөйләмәҫ, бер уны ғына дауаламайҙар, белеп әйтәләрҙер. Ләйсәндәрҙең палатаһында ғына ла алты ҡатын-ҡыҙ ята, береһе лә уның кеүек шыңшымай, теләктәре – тиҙерәк һауығып сығыу, ғаиләләре янына ҡайтыу, яратҡан эштәренә тотоноу. Ләйсән дә өмөтөн юйманы.
Үҙен кем ҡотҡарғанын белмәү ҙә күңеленә тынғы бирмәй. «Ашығыс ярҙам» машинаһы килгәндә янында һымаҡ ине егет, шунан юҡҡа сыҡты. Машинаға ултыртышҡандыр ҙа үҙ юлы менән китеп барғандыр. Кешене бәләнән араланым тип, күкрәк киреп йөрөмәҫ бит инде. Осрашһалар, рәхмәт әйтер, үбеп алырға ла тартынмаҫ ине.
Көндәр буйы түшәмгә ҡарап ята торғас, уйламаған уйы ҡалмай Ләйсәндең. Әле тыуған яҡтарынан урап килә, әле колледжда дәрес тыңлай, әле репетицияға ашыға. Уйҙары бейеү түңәрәгенә барып төртөлһә, күңеленә рәхәт тә, ҡыйын да булып китә. Рәхәт: бейергә өйрәнгән көндәрен һағынып иҫкә ала; ҡыйын: йөрәге туҡтауһыҙ Эдик тип тулай.
...Мәҙәниәт һарайы янынан үтеп бара ине, белдереүҙәр таҡтаһындағы иғлан тартты иғтибарын. Бейеү түңәрәгенә өҫтәмә рәүештә уҡыусылар йыялар икән. Ләйсәндең күптән инде мәҙәниәт һарайындағы берәй түңәрәккә йөрөгөһө килә ине, ләкин уҡыуыма зыян килер, өлгөрмәм, тип үҙен тыйҙы. Тәүәккәлләп ҡарарғамы икән әллә? Башҡалар йөрөй ҙә баһа, нисек тә өлгөрөр әле. Саҡ ҡына икеләнеп торғандан һуң, мәҙәниәт һарайының ишек тотҡаһына үрелде.
Түңәрәк етәксеһе Рания Кирәй ҡыҙы буш түгел, дәрес үткәрә ине. Уның бушағанын көткән арала Ләйсән стеналағы фотоһүрәттәрҙе күҙҙән үткәрҙе. «Гөлнәзирә» бейеү ансамбленең сығыштарын сағылдыра ине улар. Нүрәттәрҙәге шат йөҙлө ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ҡыҙыҡһынып та, көнләшеп тә ҡараны. Бер мәлгә генә үҙен сәхнәлә итеп күҙ алдына баҫтырҙы.
...Берсә гөл-сәскәле болонда күбәләктәй осоп-ҡунып, берсә ҡамышлы түңәрәк күлдә аҡҡоштай талғын ғына йөҙөп бейегәндән һуң зал алҡыштарға күмелә. Тамашасыларға сығыш шул тиклем оҡшаған, бейеүҙең бер өлөшөн яңынан ҡабатлайҙар. Шашынып ҡул сабыусыларға сәхнәнән баш эйеүселәр араһында Ләйсән дә бар...
Татлы хыялдарға сумған ҡыҙ, ишек асылып, шаулаша-гөрләшә бер төркөм егеттәр һәм ҡыҙҙар килеп сыҡҡас ҡына иҫенә килде. Уға берәү ҙә иғтибар итмәне. Рания Кирәй ҡыҙы бүлмәгә саҡырғас ҡына бер нисә егет боролоп ҡараны.
Үҙ-үҙен тотошонан, тартынып ҡына һүҙ ҡушыуынан Ләйсәндең ҡала ҡыҙы түгел, ауылдан икәнлеген аңғарғайны инде Рания Кирәй ҡыҙы. Ҡайһы райондан килеүен, ҡайҙа уҡыуын белешкәс:
– Һине бында кем ебәрҙе? – тип һораны ҡоро ғына.
– Берәү ҙә ебәрмәне. Иғлан буйынса үҙем килдем.
– Ниндәй бейеүҙәр беләһең?
– «Бишбармаҡ»... «Заһиҙә»... Шунан... ҡыҙҙар менән күмәк бейеүҙәрҙә лә бейегәнем бар. Исемдәрен хәтерләмәйем.
– Багажың бай ғына икән... – Рания Кирәй ҡыҙы көлөмһөрәне, һирпелеп ҡарарға ла ҡыймай, күҙҙәрен иҙәнгә текәгән һомғол буйлы ҡыҙҙы тағы бер тапҡыр энә күҙәүенән үткәргәс, Ләйсәнгә үҙе теләгән бейеүҙе бейеп күрһәтергә ҡушты.
– «Бишбармаҡ»ты яраймы?
– Ярай, ярай.
Рания Кирәй ҡыҙы бейеүҙе ҡарап бөтмәне, ярты юлда туҡтатты.
– Был бейеүҙе һиңә кем өйрәтте? – Рания Кирәй ҡыҙы һағайыуҙан күҙҙәре ҙур асылған Ләйсән янына килде.
– Ауыл ерендә кем өйрәтһен инде. – Ҡыҙҙың эсенә йылы инде. – Башҡаларҙың бейегәнен ҡарап, үҙемсә тырышам.
– Шулайҙыр тип уйлағайным да...
Хоҙай биргән оҙон буй-һын... Тәбиғи етеҙ-еңел хәрәкәт... Осҡонланып янып торған ҡара күҙҙәр... Оялсан ҡараш... Күктән эҙләгәнде ерҙән бирҙе Хоҙай, үҙ аяҡтары менән килеп инде бүлмәһенә. Көй ыңғайына бигүк шыма баҫа белмәүе лә хафаландырманы. Уға берәү ҙә дәрес бирмәгән, бейеүҙе йөрәге менән нисек тоя, шулай һынландыра. Унан да ҡулай кеше юҡ. Өмөтөн генә аҡлаһа... Аҡлар, бейергә атлығып тора бит. Рания Кирәй ҡыҙы күптән уйлаған «Ғашиҡтар» бейеүен сәхнәгә сығарырға хыяллана ине. Тәғәйен егет бар, был ҡыҙ уға пар булыр.
– Һүҙгә мауығып, һорарға ла онотҡанмын, исемең кем, һеңлем?
– Ләйсән.
– Шулай һөйләшәбеҙ, Ләйсән һеңлем, аҙнаға бер тапҡыр репетицияға йөрөрһөң, тик һуңлама.
Рания Кирәй ҡыҙы Ләйсәнде бер әҙерлекһеҙ ни өсөн ансамблгә алыуын әйтергә теле бик ҡысытһа ла, әлегә сиселмәне, ваҡыты еткәс, белер. Белмәҫһең, осона башлар йә.
Бейер өсөн теләк кенә етмәй, үҙеңә талапсан булыу ҙа, ихтыяр көсө лә талап ителә икән – түңәрәккә йөрөй башлағас шуны аңланы Ләйсән. Ә ул сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙынды: үҙаллы өйрәнгән бейеүҙәре менән сәхнәгә сыға ла барыһын да шаҡ ҡатыра. Унан да бер ҡатлыраҡ кешене донъя бөтөрөп эҙләһәң дә, тапмаҫһың. Тамашасылар алдына сығарғансы ҡара тиреңде түктерә икән дә баһа Рания Кирәй ҡыҙы. Көс һалмайынса ғына дан ҡаҙанырға теләүселәргә бер генә юл ҡала – түңәрәктән китеү. Бында үҙенең тормошон бейеүҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаусылар ғына йөрөй. Көлкөгә ҡалыуҙан иптәштәре йолоп ҡалды түҙемһеҙ ҡыҙҙы. «Концертҡа ҡатнаштырмаһағыҙ, ҡабат репетицияға килмәйем», – тип холҡон күрһәтеп алырға йыйынып бөткән Ләйсәнде улар тыйҙы: «Ярты йылһыҙ сәхнә тураһында уйлама ла». Ул биргән һүҙен елгә осороусыларҙан түгел, алдына алдымы – эшләй. Иҙәндәрҙе дер һелкетер көндәре алда әле. Әлегә репетиция, репетиция...
Түңәрәктә шөғөлләнеү Ләйсәндең күп нәмәгә күҙен асты. Бейеү сәнғәтендә әлепте таяҡтан да айырмай йөрөгән ошо көнгәсә. Баҡтиһәң, тәү ҡарамаҡҡа еңел генә тойолған ҡара-ҡаршы тыпырлап бейеү ҙә, иптәшең менән ҡултыҡлашып әйләнеү ҙә оҫталыҡ талап итә икән. Хатта сәхнәгә нисек сығыу ҙа, сәхнәнән китә белеү ҙә мөһим. Кәүҙәне тотоу, аяҡ-ҡулдарҙы ҡайһылай хәрәкәтләндереү хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
– Бейеү – халыҡтың йәне, күңел кисереше. Хореографияла милләттең холоҡ-фиғеле, булмышы асыла. Бейеү аша һүҙ менән әйтеп бөтөрә алмаған кисерештәрҙе аңлатырға мөмкин. Бында һәр хәрәкәт ниндәй ҙә булһа мәғәнә бирә. Башҡарыусы быны белергә, улай ғына ла түгел, бөтә йәне-тәне менән тойорға тейеш, – тип ҡабатларға ярата уҡыусыларына Рания Кирәй ҡыҙы. – Шул саҡта ғына тамашасы һине ихлас ҡабул итәсәк. Бейеү сәнғәттең башҡа төрҙәренән шуның менән айырыла: уға тәржемә кәрәкмәй, ул һәр милләт кешеһенә аңлашыла.
Рания Кирәй ҡыҙы заманында үҙе лә оҫта бейеүсе булған, Фәйзи Ғәскәров ансамблендә эшләгән йылдарын һағынып иҫкә төшөрә, сығыштары һаман төшөнә инеп йөҙәтә. Бейеүсенең сәхнә ғүмере ҡыҫҡа. Ансамблдән киткәс тә ғәжәйеп сихри донъянан айырыла алмаған. Күңеленә ятышлы эш тапҡан – үҫмерҙәргә бейеү серҙәрен төшөндөрә. Уҡыусыларын дәртләндерә, йөрәктәрендә ижади ялҡын ҡабыҙа белә – шуға уны яраталар.
Ләйсән үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы ҡулына эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Тырышлыҡ үҙенекен итте, хәҙер түңәрәктә ике-өс йыл буйы шөғөлләнгәндәрҙән кәм бейемәй. Ләкин шуныһы ваҡыт-ваҡыт кәйефен төшөрөп ҡуя: Рания Кирәй ҡыҙы ниңәлер бер бейеүгә лә ҡатнаштырмай. Дәрес һайын бер үк күнегеүҙәрҙе ҡабатлата ла ҡабатлата. Үтенһә, ашыҡма, өлгөрөрһөң, ти.
Ноябрь баштары ине булһа кәрәк, Рания Кирәй ҡыҙы Ләйсән менән Эдиктың икеһен генә репетицияға саҡырҙы. Ул көлөшә-көлөшә бүлмәгә килеп ингән йәштәргә ултырырға ҡушты.
– Ғашиҡтар кемдәр була, беләһегеҙме?
– Һы... – Таптығыҙ һорау тигәндәй, ауыҙын йырҙы Эдик. – Бер-береһен яратҡан егет менән ҡыҙ.
– Ә һин нисек уйлайһың? – Рания Кирәй ҡыҙы Ләйсәнгә табан боролдо.
– Шулай уйлайым... мин дә... – Ҡапыл зиһене томаланған ҡыҙ тотлоға-тотлоға яуапланы, етмәһә, алһыулыҡ, йүгерҙе битенә, ниңә икәнлеген үҙе лә төшөнмәне.
– Ғашиҡ та булғанығыҙ бармы?
Яңы һорауҙан Ләйсән баҙап ҡалды, Эдик иһә тел сарланы:
– Мин Ләйсәнгә күптән ғашиҡмын. Беренсе күреүҙән үк... Тик ул минең хистәремде аңларға теләмәй. – Үҙе ҡыҙға шуҡ күҙ ҡыҫты.
Ләйсәндең теле-телгә йоҡмай юҡ-бар бытылдаусы егеткә асыуы килде, уңайһыҙланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, тәҙрәгә ҡараған кеше булды. «Икәү генә белер серҙәрҙе бөтә донъяға фаш итә. Ысын тип уйларҙар әле».
– Шаярта ул, беҙ осрашмайбыҙ, – тип әйтергә көс тапты үҙендә шулай ҙа.
Рания Кирәй ҡыҙы ҡуйҙы бәхәскә нөктәне.
– Йәшлегегеҙҙең сәскә атҡан сағы, һөйөр-һөйөлөр мәлегеҙ. Яратышыуығыҙ хаҡ булһа, мөхәббәтегеҙгә кер төшөрмәгеҙ. Уныһы – һеҙҙең эш, кәңәш итеп кенә әйтеүем. Әммә һеҙгә сәхнәлә ғашиҡтар булып бейергә тура киләсәк.
– Нисек?!..
Рания Кирәй ҡыҙы аптырап ҡалған егет менән ҡыҙға һынсыл ҡарап алды.
– Бейеүҙә ике кеше – егет менән ҡыҙ ҡатнаша. Егет ҡыҙға ғашиҡ, ҡыҙ ҙа уға битараф түгел. Ул мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, мөләйемлек сифаттарын үҙендә туплаған. Хис-тойғоларын белдерергә ашыҡмай, әлегә йөрәге түрендә йөрөтә. – Аңлайһығыҙмы, тигәндәй, Рания Кирәй ҡыҙы үҙен ҡыҙыҡһынып тыңлаусы йәштәргә күҙ һалып алырға ла онотмай. – Сабырлығын юйған егет һөйгәненең күңелен яулау өсөн ниҙәр генә эшләмәй! Аҙаҡ улар аңлаша: бер-береһенә ғүмерлеккә ташлашмаҫҡа һүҙ бирешәләр. Беҙҙең бурыс – уларҙың хис-тойғоларын бейеү аша еткереү.
– Булдыра алырбыҙмы икән һуң? – тип шик белдерҙе Эдик, Рания Кирәй ҡыҙы һөйләп бөткәс.
– Бигерәк ҡатмарлы бейеү. – Ләйсән дә уны йөпләне.
– Быныһы ниндәй һүҙ тағы! – Рания Кирәй ҡыҙының тауышы талапсан яңғыраны. – Эш башламағанбыҙ, бәлйерәп тә төштөләр.
Ул Ләйсән менән Эдикты ҡара-ҡаршы баҫтырҙы ла яңы бейеү өйрәтергә тотондо...
Репетициянан аяҡтарын саҡ һөйрәп ятаҡҡа ҡайтып йығылһа ла, Ләйсән ҡәнәғәт. Ниһайәт, уға ла ышаныс күрһәттеләр – өр-яңы бейеү өйрәнә. Ныҡ ауырға тура килде, әммә сәмләнеп тотонғас, остазы даими дәртләндереп торғас, йырып сыҡты барыбер. Эдикка рәхәт, бәләкәйҙән түңәрәктә шөғөлләнгәс, үҙенән нимә талап ителгәнен ярты һүҙҙән аңлай, шунда уҡ эшләп тә күрһәтә. Рания Кирәй ҡыҙы маҡтап бөтөрә алмай үҙҙәрен.
Шуныһы күңелен ҡыра Ләйсәндең, Эдик репетицияға даими йөрөмәй. Әллә маҡтауҙы күтәрә алманы, әллә гел генә бер үк хәрәкәттәрҙе ҡабатлауҙан ялҡып китте, ҡайһы бер көндәрҙә мәҙәниәт һарайына юлды «онота» ла ҡуя. Рания Кирәй ҡыҙы асыуланғанға ла иҫе китмәй. Яуабы әҙер: «Бер бейеүҙе күпме ҡабатларға мөмкин».
Оҙон буйлы, киң күкрәкле егет ул Эдик. Репертуарҙағы егеттәр бейегән барлыҡ бейеүҙәрҙә лә тип әйтерлек ҡатнаша. Алсаҡ йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәҫ. Йор һүҙле. Репетиция барғанда ла көлдөрөп алырға яйын таба. XI класта уҡый, мәктәпте тамамлағас, Өфөгә китмәксе. Сәнғәт академияһына инеп, артист булыу хыялы менән яна.
Бейеүҙе бергә өйрәнеү араларын тағы ла яҡынайта төштө. Ләйсән уның «Ғашиҡтар»ҙы өйрәнә башлаған көндө Рания Кирәй ҡыҙы алдында әйткән һүҙҙәрен онота алмай: «Мин Ләйсәнгә күптән ғашиҡмын». Әллә шаярта, әллә ысынлап һөйләй – аңламаҫһың. Бер ҡараһаң, хистәре етди кеүек, икенсе ҡараһаң, үсекләгән һымаҡ. Шуға янында уралған егеткә артыҡ иғтибар итеп барманы. Шаярта тиһәң, концерттарға, дискотекаларға саҡырмаҫ ине. Ләйсән, ваҡыт еткерә алмауға һылтанып, әлегәсә баш тартып килде. Репетициянан һуң ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуя, аҙаҡ бер аҙ һөйләшеп торалар – бар аралашыуҙары шул. Гел үҙҙәренә саҡыра. Ата-әсәһе менән таныштырмаҡсы. Уныңса, ҡала ерендә тәртип шундай – ҡыҙҙар егеттәрҙең өйөнә теләгән ваҡытта барып йөрөй ала. Егеттәр ҙә. Бер кем бер һүҙ әйтмәй. Ауыл ғәҙәттәренән күптән ҡотолорға ваҡыт. Үҙеңә оҡшаған ҡыҙ менән урамда ҡосаҡлашыуҙың, үбешеүҙең бер насарлығын да күрмәй. Әллә нимәләр һөйләп, оялтып бөтөрә.
Һуңғы арала Яңы йылды бергә ҡаршылайыҡ, тип ныҡыша. Ата-әсәләре ҡала ситендәге коттеджға китә, ике-өс көнһөҙ ҡайтмайҙар. Үҙе яңы йыл төнөн уның менән генә үткәрмәксе. Өйҙә ултырып ялҡып китһәләр, урамда йөрөрбөҙ, шыршы ҡарарбыҙ, тип ҡыҙыҡтыра.
Өҙөп кенә яуап бирмәне. Ләкин шуны ныҡлап төшөндө: егет уның күңелен көндән-көн нығыраҡ яулай бара түгелме? Әллә ғашиҡ булыуы ошомо?
...Төнө буйы һыҙланып сыҡҡан ҡыҙ дауаханала уйланып ятты.
5
Ҡобараһы осоп ҡайтып инде Эдик. Әсәһенең: «Ни булды, йөҙөң ҡасҡан, әллә ауырыйһыңмы?» – тигәненә лә иғтибар итмәй, ашығып бүлмәһенә үтте. Өҫтәл тартмаларынан ҡабалана-ҡарһалана нимәлер эҙләне. Аҡтарына торғас, эҙләгәнен тапты, ул да булһа фото ине. Ҡулындағы фотоға текләп, ҡатып ҡалды. Мәҙәниәт һарайы алдында Ләйсән менән төшкәйнеләр. Икеһенең дә йөҙөндә – шат йылмайыу.
Күҙ алдынан әле генә үҙе шаһит булған ваҡиға китмәне. Ләйсән! Ләйсән!! Ләйсән!!! Үлеһеңме, тереһеңме – нисек асыҡларға? Үлгәндер, өҫтөнә шул хәтлем ҡар төшкәс, тере ҡалыуы икеле. Иҫән ҡалған хәлдә лә, әүәлгесә булмаҫ: аяғы һынһа, аҡһап йөрөр, башына зыян килһә, аҡылы зәғифләнер. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, хәле ул тиклем ҡурҡыныс та түгелдер, бәлки. Әллә ниңә янына барырға йөрьәт итмәне.
Бындай икеләнеү тойғоһон элегерәк тә кисергәйне. III класты бөткән йылдың йәйендә Асылыкүлгә ял итергә барғайнылар. Алсаҡ малай тиҫтерҙәре менән тиҙ дуҫлашты. Күлдә йөҙҙөләр, ҡояшта ҡыҙындылар, һыу ингәндә ҡыҙҙарҙың береһе, әллә хәле бөтөп, әллә тәнен көҙән йыйырып, бата башланы. Яр башындағы малайҙар һыуға һикерҙе. Эдиктың йөҙөргә яңы өйрәнеп килгән сағы. Һыуға төшөргәме, юҡмы?.. Икеләнеп торған арала янына әсәһе килеп баҫты: «һинһеҙ ҙә ҡотҡарырҙар». Дөрөҫ, малайҙарҙан береһе лә ҡыҙ янына барып өлгөрмәне, уны һыуҙан өлкәндәр тартып сығарҙы. Шулай ҙа малайҙар шат ине. Ҡыҙҙы үҙҙәре ҡотҡарғандармы ни, көнө буйы шапырындылар. Эдик иптәштәренә ҡушылып маҡтана алмауына ғәрләнде, һыуға ебәрмәгән өсөн әсәһенә үпкәләне. Әле лә батырсылығы етмәне, еңенән тартырға янында бер кем дә юҡ, яңғыҙы ғына ине, юғиһә.
Тағы күпме аунар ине диванда йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әсәһе телефонға өндәште.
– Мин өйҙә юҡ. – Эдиктың сырайы һытылды: «Ҡайһыһы бимазалай икән?»
– Дауахананан, тиҙәр.
«Ләйсән?!» Эдик ашығып трубканы алды.
– Тыңлайым, – тине, сабырһыҙланып.
– Ләйсәндең үтенесе буйынса шылтыратабыҙ. Хирургия бүлексәһендә ята. Аяғы һынған, – тине үҙен табипмын тип таныштырған ир-ат.
– Ниңә шылтыраталар? Дауаханала берәй танышың ятамы әллә?
Әсәнең һорауҙары яуапһыҙ ҡалды. Улы бүлмәһенә инеп бикләнде.
Ләйсәндең иҫәнлеген белеү ҙә тынысландырманы Эдикты. Йөрәге өҙлөкһөҙ болоҡһоно. Сибәр ҡыҙыҡай ине, күҙ алдында әрәм булды ла ҡуйҙы. Хәтерендә, тал сыбығылай зифа буйлы, ҡыйғас ҡара ҡашлы, һөрмәле күҙле ҡыҙҙы күргәс тә егеттәрҙе иҫкәртеп ҡуйҙы: ымһынмағыҙ, ҡыҙ – минеке! Һөйөнөсөнән ҡулдарын ыуаланы: йәйгә тиклем әүрәтеп йөрөтөргә ярар әле. Әммә ҡыҙ ул уйлағанса еңел-елбәҙәк булып сыҡманы. Күрмәмеш тә белмәмешкә һалышты, бар белгәне – уҡыу ҙа репетиция. Яңы бейеүгә тотонғас, аралары яҡыная төшкән һымаҡ ине. Бөгөн килеп... Башҡаса репетицияға йөрөй алмаҫы көн кеүек асыҡ. Шулай икән, ваҡыт үткәреп, дауаханаға барыуҙың фәтүәһе булырмы? Аҡһаҡ ҡыҙҙы ҡултыҡлап урамда йөрөүен күҙ алдына баҫтырғас, тәне зымбырлап ҡуйҙы.
Эдик өҫтәлдәге фотоны йәнә ҡулына алды. Хәтһеҙ генә ҡарағас, йыртып ташланы. Фотоны юҡ итеү генә ҡыҙҙы оноттора алманы. Төнөн күҙенә йоҡо инмәгәс, аш бүлмәһенә сығып, сүп биҙрәһенән йыртҡан фото киҫәктәрен эҙләп алды. Киҫәктәрҙең береһе етмәне. Ләйсәндең аяҡтары! Эдикка етә ҡалды, зиһене таралып, үҙе йыртып, үҙе йыйған фотоға күҙҙәре талғансы ҡарағас, йән көйөүен баҫырға теләгәндәй, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, бүлмә буйлап йөрөнө. Янына бармай ярамаҫ. Икеләнеүен һиҙеп ҡалһалар, бармаҡ төртөп күрһәтәсәктәр: «Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай». Ул үҙен мыҫҡыллатырға өйрәнмәгән.
Тик үҙ-үҙен еңә алманы, иртәгеһен дә, башҡа көндәрҙә лә дауаханаға шылтыратманы ла, барманы ла. Рания Кирәй ҡыҙы һорашҡас, барҙым, һеҙгә сәләм әйтте, тип алданы.
Аҙағы ОШОНДА.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.