Күңел ҡошом

Повестың аҙағы.

Башы ОШОНДА.

6

Кискә табан ауырыуҙар янына яҡындары килә башлаһа, Ләйсән үҙенә урын тапмай үрһәләнә. Шәфҡәт туташы өндәшеү менән үҙ аяғында йөрөүселәр аҫҡы ҡатҡа ашыға, уның кеүек урындан тора алмай ятыусыларҙың туғандары палатаға йыйыла. Уларҙы күрмәҫ өсөн, уларҙың һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн, ҡыҙ стенаға боролоп ята. Ҡолағы һаҡ, палата ишеге асылһа, башын күтәрә һалып ҡарай. Көткән кешеһе күренмәгәс, ауыр һулап ҡуя. Көтөүҙән дә ҡыйын эш юҡ икән. Эдик уның имгәнеп дауаханала ятыуын белмәй түгел, белә. Аяғына гипс һалғанда, табип, бында яҡындарың бармы, тип ҡыҙыҡһынғас, өй телефонын әйткәйне, һуңынан белеште, шунда уҡ хәбәр иткәндәр. Ул йылмайып килеп инһә, шаяртып һүҙ ҡушһа, һыҙланыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр төҫлө. Юҡ, һаман юҡ... Төшөнкөлөккә бирелгән ҡыҙ, башҡаларға күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн, баштан-аяҡ бөркәнеп ятты.

– Миңә Ләйсән кәрәк ине.

Ҡыҙ, исемен ишетеүгә, һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Ул! Йөрәге ярһып-ярһып тибергә кереште. Алданғанын белгәс, башын мендәргә терәне, күҙҙәрен йомдо. Күҙҙәрен асҡанда, карауаты янында бер егет тора ине. Үҙе тартына. Уң ҡулы гипста, һул ҡулындағы пакетты ни эшләтергә белмәй аптырана.

– Әсәйем бирергә ҡушты.

Таныш түгел ҡыҙ кире ҡағыр тип уйлап, Сыңғыҙ әсәһенә һылтанды. Ҡыҙ тумбочкаға ҡуйған пакетҡа әйләнеп тә ҡараманы, егеткә текәлде.

– Кем һин?

– Сыңғыҙ. – Исемен әйтеү генә ҡыҙға бер нәмә лә аңлатмай ине. – Һинең менән бергә ҡар аҫтында ҡалған егет, – тип асыҡланы.

Ҡыҙҙың күҙҙәре ҡапыл балҡып китте лә бер аҙҙан элекке хәленә ҡайтты. Хәтһеҙ генә ятҡас, телгә килде.

– Ниңә мине ҡотҡарҙың? Шунда ятып ҡына ҡалған булһам, был ғазаптарҙы күрмәҫ инем! – Ҡыҙ, йәшле күҙҙәрен тултырып, егеткә тишерҙәй итеп ҡараны.

Бындай осраҡта ни эшләргә кәрәклеген белмәгән Сыңғыҙ, аптырап, тирә-яғын байҡаны. Уның бәхетенән палаталағы ҡатындарҙың береһе ярҙамға килде.

– Үҙеңде ҡулға ал, иҫән ҡалыуыңа ҡыуан, иҫәркәй. – Ләйсәндең нисек имгәнгәнен белгәнгә оҡшай, бик ышаныслы итеп һөйләне. – Үҙеңде бөтөрмә, йәш һөйәк тиҙ төҙәлә. Бер заман бында ятҡан көндәреңде төштә генә һымаҡ хәтерләрһең әле. Мин әйтте тиерһең... – Баш та бар икән был апайҙа, һүҙҙәре аҡыл эйәләренекенә оҡшаш. – Кешеләрҙең сыҙамлығын, йәшәүгә ынтылышын тикшерә яҙмыш, һынау ебәрә. Шуға бында ятабыҙ.

Ҡыҙ һулҡылдап иларға тотондо. Сыңғыҙ уны тынысландырырға тырышты, йомшаҡ сәстәренән һыйпағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

– Һиңә илау килешмәй. Йә, йылмай әле. Әйтеп торалар бит һиңә, аяғың төҙәлә тип.

Ләйсән аяғы өсөн борсолоп күҙ йәштәрен түгәлер, тип уйланы Сыңғыҙ, ә ҡыҙ Эдик килмәгәнгә әрнеп илай ине.

Әллә ҡатындың һүҙҙәре тәьҫир итте, әллә үҙен ҡотҡарыусы егет алдында оят булып китте, Ләйсән көсәнеп йылмайҙы.

– Әкиәттәге һыуһылыуға оҡшаның да ҡуйҙың.

– Ғәфү ит, имгәнгәндән һуң әллә нишләнем, нервыларым тыңламай ҙа ҡуя.

– Үтә ул, үҙеңде тыныс тоторға тырыш. Ә быларҙы, – Сыңғыҙ пакетҡа ымланы, – аша.

Ул тағы ла инергә вәғәҙә биреп, сығып китте.

Ләйсән күпме генә көтһә лә, Эдик күренмәне. Үҙ-үҙенә хайран ҡала, ни тип шуның йомшаҡ теленә ышанды икән? Яңы йыл байрамында өйҙәренә барырға йыйынып бөткәйне, ярай, әйтеп өлгөрмәне. Өлгөрһә, баш бирмәй йөрөй ине, барыбер ҡараттым, тип маһайыр, Ләйсәндең мөкиббән китмәүен иҫәпкә лә алмаҫ ине. Шулай алдаштырырға тырышты ҡыҙ үҙен, ләкин төҫкә сибәр егет күңелен биләп алғайны инде. Оноторға теләне, әммә йөрәге гел генә ул тип типте.

Зәңгәр күктә юлдар ярған

Ҡанатлы осоштар бар бит ул.

Илатҡан да, йырлатҡан да

Саф мөхәббәт бар бит ул.

Йырҙы тыңлағанда аптырай ине элек Ләйсән. Уныңса, мөхәббәт кешеләргә бәхет кенә килтерергә тейеш. Хәҙер аңланы: белеп сығарғандар йырҙы. Мөхәббәт тигәндәре йырлата ла, илата ла икән. Ләйсән илай. Янған йөрәгенә дауа таба алмай эстән һыҡтап илай.

Көндө ауырыуҙар менән аралашып ҡайһылай ҙа үткәрә, төн етһә, уйҙар өйөрмәһе ҡотора башында. Күҙҙәренә йоҡо әҫәре ҡунмай, уйҙары һымаҡ әллә ҡайҙа йөрөй аҙашып. Таңға табан күҙ ҡабаҡтары ауырая, йоҡо баҫа, һаташыулы төш солғап ала.

Имеш, һап-һары сәскәләргә күмелгән аҡланда «Ғашиҡтар»ҙы бейейҙәр. Көйө һуң, көйө! һандуғастарҙың сутылдашып һайрауына өҙә баҫып бейейҙәр. Эдик Ләйсәнде күккә сөйә. Инде башы йондоҙҙарға тейҙе тигәндә, ҡайһы аралалыр килеп еткән егет ҡыҙҙы ергә төшөрә. Рания Кирәй ҡыҙы бармаҡ янай: етте һеҙгә шаярыу! Ҡулға-ҡул тотоношоп, яңынан бейей башлайҙар, һап-һары сәскәләргә төрөнгән аҡланда. Егеткә ғашиҡ ҡыҙ, оялып, йөҙөн иңенә һалған шәле артына йәшерә. Ҡапыл һандуғастар сутылдашыуҙан туҡтай. Нимәлер һиҙенеп, ҡыҙ йөҙөн аса. Эдик ғәйеп, яңғыҙы ғына тороп ҡалған, һары сәскәле аҡланда...

Һары – һағышҡа, тиҙәр. Ләйсән һары төҫтө күрә алмай, «һарыға һабышып үтерме икән ни көндәрем?..» Шундай уйҙар ҡамсыланы йоҡоһонан тамам айныған ҡыҙҙы.

Эдикты ғәфү итәсәге юҡ. Иң ғәзиз хистәрен мыҫҡыл итте. Шуны аңлағандан бирле йөрәгендә ниндәйҙер бер ҡыл өҙөлгәндәй булды.

7

Тиңдәштәре онотманы Сыңғыҙҙы. Ишеткәс тә SMS артынан SMS яуҙырҙылар, яуап биреп кенә өлгөр. Уларҙың теләге изге ине: бирешмә, беҙ һинең менән! Кластары электән берҙәм булды, уҡыуҙа ла һынатманылар, мәктәптә үткәрелгән һәр төрлө сараларҙа ла дәррәү ҡатнаштылар. Был шул бер-береһе өсөн йәндәрен бирергә әҙер егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың теләктәшлек күрһәтеүе ине.

Былтырлы-быйыллы әллә ни булды үҙҙәренә, татыулыҡтары китеберәк тора. Һәр кем үҙ эсенә бикләнде. Күңелдәренең иләҫ-миләҫ сағы, хыял ҡанаттарында талпынған сағы. Егеттәр бүтән кластарҙағы ҡыҙҙарға күҙ ата, ҡыҙҙар иһә бөтөнләй ят егеттәр менән осраша. Улар өсөн үҙҙәренекеләр бар ни, юҡ ни – бар тип тә белмәйҙәр, һабаҡташ ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ла дуҫлашыусылар бар, әлбиттә, тик ундайҙар һирәк. Нисәмә йыл бергә уҡығас, бер-береһенә өйрәнеп бөткәндәр, сит-яттар аҡыллыраҡ та, матурыраҡ та күренәлер инде күҙҙәренә.

Унынсыға еткәс, кластары саҡ ҡына үҙгәреш кисерҙе, бер нисә уҡыусы техникумға уҡырға инде, улар урынына яңылары килде. Яңы килгән ҡыҙҙарҙың Лариса исемлеһе Сыңғыҙға күҙ һалды. Хис-тойғоларын башҡаларҙан йәшереүҙе лә кәрәк тапманы, янында уралды гел. Тәнәфестәрҙә эргәһенән китмәй, ашханала сират торғанда мотлаҡ янына килеп баҫа, бергә ултырып ашарға тырыша, дәрестәр бөткәс үҙен оҙатыуҙы талап итә. Баштараҡ Сыңғыҙға тегенең ҡыланыштары ҡыҙыҡ тойола ине, тора-бара туйҙырҙы. Әрһеҙ, тартыныуҙың ни икәнлеген дә белмәй. Ипләп аңлатҡанды ла, асыуланғанды ла төшөнмәне – үҙенекен ҡыуҙы. Сыңғыҙ Сабира менән бер өҫтәл артында ултыра ине, уны урынынан ҡыуып маташты, бүтәндәр ҡыҫылғас ҡына ниәтенән кире ҡайтты. Бергә ултырһаҡ, егеттең йөрәгенә асҡысты еңелерәк табырмын, тип уйлағандыр, күрәһең. Шуға күрә Лариса дауаханаға үҙен юллап килгәс, Сыңғыҙ артыҡ ғәжәпләнмәне.

Бында көн әкрен үтә. Бар эштәре – дауа алыу, ашап-эсеү, йоҡо һимертеү. Ваҡытты ҡайҙа ҡуйырға белмәй яфаланған Сыңғыҙ Ләйсән янына йыш инә. Егеттең үҙен онотмауына ул да шат.

Нисәмә көн карауатта аунағандан һуң Ләйсәндең ҡултыҡ таяҡтары менән тәүге мәртәбә йөрөргә сыҡҡан сағы ине. Оҙон коридорҙың бер башынан икенсе осона үткәнсе ҡыҙ бышлыҡты, битен бөрсөк-бөрсөк тир ҡапланы. Хәл алырға ултырҙылар.

Ары-бире һөйләшергә лә өлгөрмәнеләр, тып итеп ҡаршыларына Лариса килеп баҫты. Буянған-һыланған, ирене ҡып-ҡыҙыл, етендәй һары сәсен әллә ни рәүешле иттереп түбәһенә өйөп ҡуйған. Үҙенән әллә ниндәй ят хушбуй еҫе аңҡый. «Дауаханағамы, театрғамы – ҡайҙа барырын бутаған был», – тип уйлап ҡуйҙы Сыңғыҙ.

– Сәләм, Сыңғыҙ!

– Сәләм! – Ларисаның ҡулын Сыңғыҙ теләр-теләмәҫ кенә ҡыҫты. Үҙенән күҙҙәрен алмаған Ләйсәнгә ҡул биреп мәшәҡәтләнмәне Лариса, эйәк ҡағыу менән генә сикләнде.

– Бөгөн дәрестәр юҡмы әллә? – тип ҡыҙыҡһынды Сыңғыҙ.

– Уҡыйҙар. Мин өс сәғәт кенә ултырҙым да тайҙым. Һин булмағас, күңелһеҙ, – тине Лариса, ҡылансыҡланып.

Ләйсәндең күңеле һиҙгер, ул бында артыҡ.

– Мин палатаға инәм, – тине, урынынан ауырлыҡ менән ҡуҙғалып. Шәберәк атларға тырышһа ла, өс-дүрт аҙымдан һуң хәле бөттө.

– Оҙатып киләйем, йә йығылыр, – тине Сыңғыҙ, аҡланғандай.

– Бар, бар! – тине Лариса, ауыҙын турһайтып.

– Класташым, – тине Сыңғыҙ Ләйсән менән йәнәш атлағанда. – Һуңғараҡ тағы килермен, – тип өҫтәне, палата ишеген асҡас.

Ләйсән өндәшмәне.

– Беҙҙән йәшереп яратып йөрөгән ҡыҙың ошомо? – тип ҡаҙалды Лариса, Сыңғыҙ урап килгәс. – Әйтмәһәң дә, барыбер белдем.

– Мин уның менән бында, дауаханала, таныштым. Уңарсы донъяла барлығын да белмәй инем.

– Яратмаһаң, үлереңде лә, ҡалырыңды ла белмәй, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ инең.

– Ләйсән урынында һин булһаң да шулайтыр инем. Ҡулыңдан килгәндә кешеләргә ниңә ярҙам итмәҫкә? Берәй ваҡыт үҙеңдең дә ярҙамға мохтажлыҡ кисереүең бар.

– Бер һүҙеңә лә ышанмайым. Шул тиклем оҫта алдаша беләһеңдер тип уйламағайным. – Лариса сумкаһынан дүрткә бөкләнгән гәзит сығарҙы. – Гәзиткә алдап яҙмайҙар.

– Бында уның ни ҡыҫылышы бар? – Бер нәмә лә аңламаған Сыңғыҙ ҡулбаштарын һикертте.

– Минең һүҙҙәремә ышанмаһаң, уҡып ҡара. – Лариса мәҡәләләрҙең береһенә төртөп күрһәтте. – Аҡҡа ҡара менән: «Егет һөйгәнен үлемдән ҡотҡарҙы», – тип яҙғандар.

Редакңиянан килеп китеүҙәре шунда ғына Сыңғыҙҙың хәтеренә төштө. Фотоаппарат тотҡан бер ҡатын коридорҙа туҡтатып һорашҡайны, уның ғына эше. Ләйсәндең карауатта ятҡан, үҙенең коридорҙа тәҙрә янында телефонда һөйләшеп торған фотоларын баҫҡандар (ҡайһы арала төшөрөп өлгөргәндер!), теге йорттоң фотоһын да ҡалдырмағандар. Лариса юҡҡа ғына сәбәләнмәй икән, артабан унан шәфҡәт көтөү урынһыҙ.

– Үҙеңә бөтә класс аптырай, – тине Лариса мыҫҡыллы тауыш менән. – Аҫтыртын, тиҙәр.

Иларға етешеп бите сирылған ҡыҙ менән артабан һүҙ көрәштереү урынһыҙ. Маҙаһына тейҙе, тыңларға иҫәбе лә, теләге лә юҡ.

– Ләйсән ғашиҡ булмаҫлыҡ ҡыҙ түгел, – тип ауыҙын япты.

Бындай яуапты көтмәгәйне Лариса. Ни эшләргә белмәй, бер килке шаңҡып ултырҙы.

– Бер ваҡыт минең хис-тойғоларымды ла аңларһың әле, ләкин һуң булыр. Аҡһағың менән мөхәббәтегеҙ оҙаҡҡа бармаясаҡ. – Ауыҙы әйткәнде ҡолағы ишетмәне ҡыҙҙың.

– Их, телеңдең әселеге! Ҡөҙрәтемдән килһә, телеңде ҡырҡып алып ҡулыңа тотторор инем. Һинең алда ниндәй ғәйебе бар һуң Ләйсәндең? Белмәгән-күрмәгән кешене ниңә мыҫҡыл итәһең?

– Итәм, хаҡым бар, – тине Лариса, ярһып. – Һөйгән йәремде урланы! Һөйгән йәремде!..

– Яңылышаһың, мин бер ҡасан да һинең йәрең булманым, булырға ла йыйынмайым. Әрһеҙләшеп үҙеңдән биҙҙерәһең. Шул ғына.

Сәсрәп урынынан торҙо ҡыҙ.

– Күрә алмайым... Күрә алмайым... – тине күҙ йәштәренә быуылып. – Үҙеңде лә... Аҡһағыңды ла...

Лариса башын текә тотоп коридор буйлап атланы.

Көн-төн ҡоторған дауыл тынып ҡалды тиерһең. Ҡыҙ киткәс, ҡояш сығып, ер өҫтөндә һиллек урынлашҡан һымаҡ тойолдо.

«Мөхәббәт тигәндәре нисегерәк була икән? Татып ҡарайһы ине», – тип уйлап ҡуйҙы Сыңғыҙ көтмәгәндә.

8

Гәзитте күргәс, Ләйсән телһеҙ ҡалды.

– Колледжда көлөрҙәр инде... Атайым менән әсәйем үлтерер инде...

– Борсолма, – тип йыуатты уны Сыңғыҙ. – Мин һине бер кемдән дә йәберләтмәм.

Уға асыҡ йөҙлө ҡыҙ көндән-көн нығыраҡ оҡшай ине.

Ләйсән әле булһа ата-әсәһенә хәлен белгертмәгәйне. Төштән һуң ауырыуҙар ял итергә ятҡас, хат яҙырға ҡулына ручка алды. Ике-өс юл яҙырға ла өлгөрмәне, шәфҡәт туташы килеп инде.

– Ауылдан килгәндәр, – тине.

Ҡурҡа-өркә генә сыҡты атаһы менән әсәһе янына Ләйсән. Йәһәтләп хат яҙып һалмағанына үкенде, гәзитте уҡыһалар, нисек аҡланырмын, тип борсолдо.

Рәмзәнә апай менән Тимерхан ағай, ысынлап та, ҡыҙҙарының хәлен гәзиттән белеп килеп еткәйнеләр.

– Ниңә хәбәр итмәнең? – тип һорашты әсә, ҡыҙын күреү шатлығынан күҙ йәштәрен түгеп алғас. – Күршеләр гәзит индермәһә, бер ни белмәй ятыр инек әле.

– Һеҙҙе борсоғом килмәне.

– Ул йорт янында нәмәңде юғалттың, ятағыңда ғына ятмай.

– Репетицияға барғайным.

– Сыңғыҙ менәнме? – Атаһының һорауы Ләйсәнде һиҫкәндереп ебәрҙе. Төбөнә тоҙ ҡоймайынса туҡтамаясаҡтар.

– Гәзиткә дөрөҫ яҙмағандар, – тине Ләйсән, атаһына һирпелеп ҡарап алғас.

– Нимәне?

– Беҙҙе дуҫлашып йөрөйҙәр тип. Яңғыҙым ғына китеп бара инем, мине ҡотҡарам тип, ул да ҡар аҫтында ҡалды.

– Икегеҙ ҙә иҫән-һау ҡалғанһығыҙ, шуныһына шөкөр итәйек, – тине Рәмзәнә апай, ҡыҙына һөйөп ҡарап.

Оҙаҡ ултырҙылар әңгәмәләшеп.

Ауыл хәлдәре ҡат-ҡат һөйләнелде.

Әсәһе. Ауылға ни булһын, урынында. Үлем-тыуым тойолмай, барыһы ла иҫән-һау.

Атаһы. Кәртә-ҡура тирәһендә үтә көн. Бесән мул, һалам ғына самалыраҡ, һуңғараҡ бер яйы сығыр әле.

Ләйсәндең уҡыуы ла ҡайта-ҡайта тылҡылды.

Әсәһе. Уҡыуыңды ҡара, ҡыҙыҡай. Ҡулыңдан китап төшмәһен.

Атаһы. Күҙең-ҡашың йылмаңлап, клуб юлында йөрөүеңде туҡтат. Бейеү ҡасмаҫ, өлгөрөрһөң.

Сыңғыҙ ҙа телгә алынылды.

Әсәһе. Кемдәрҙең булдыҡлы балаһы икән? Ике донъяның рәхәтен күрергә яҙһын.

Атаһы. Беҙҙән дә рәхмәт күндер.

Сыңғыҙ, ҡыҙҙың ир менән ҡатын араһында ултырғанын күргәс тә, атаһы менән әсәһенең килеүен аңлағайны. Яндарына барырға ҡыйманы. Мәрхәбә апай килгәс, Ләйсән саҡырып алды икеһен дә.

– Мине ҡотҡарған егет ошо була инде, ә быныһы – Сыңғыҙҙың әсәһе Мәрхәбә апай, – тип таныштырҙы уларҙы Ләйсән.

– Арыҫлан йөрәкле ул үҫтерәһең икән, – тип маҡтап алды Рәмзәнә апай Сыңғыҙҙың әсәһен. – Ул зирәклек күрһәтмәһә, былай күмәкләшеп һөйләшеп ултыра алмаҫ инек. Һәр ваҡыт шулай ҡыйыу бул, улым!

Сыңғыҙ, ҡыҙарынып, башын түбән эйҙе.

Тимерхан ағай менән Рәмзәнә апай киске поезға ашыға ине. Ҡыҙҙары Ләйсән менән дә, Сыңғыҙ, Мәрхәбә апай менән дә бик йылы хушлаштылар.

9

Сыңғыҙҙың беләген йәнә бер мәртәбә рентгенға төшөрҙөләр. Һөйәге дөрөҫ ялғанғайны, оҙаҡламай гипсын алырға вәғәҙә иттеләр. Ул дауахананан теләр-теләмәҫ кенә китте. Сәбәбе Ләйсәнгә бәйле ине.

Береһе беләген баулап муйынына аҫҡан, икенсеһе ҡултыҡ таяҡтарында һикерәңләп йөрөгән был икәүҙе яңы килгән ауырыуҙар ағалы-һеңлеле тип уйлаһа, электән ятыусылар, табиптар һәм шәфҡәт туташтарының фекере башҡасараҡ ине: бер-береһенә ҡалай тап килгәндәр, пар күгәрсендәрҙәй көндәр буйы гөрләшәләр. Улар хаҡлы ине: уйламаған ерҙән дауаханаға эләгеп, дәрестәргә йөрөүҙән, тиңдәштәре менән аралашыуҙан мәхрүм ҡалған үҫмерҙәр бер-береһенә тартылды, үҙ-ара аралашыуҙан йәм тапты. Улар хәҙер бер-береһе хаҡында бөтәһен дә белә ине. Ләйсән хатта эске донъяһын да асып һалды яңы дуҫына.

– Белһәң ине, миңә нисек ҡыйын икәнлеген! Бигерәк бер ҡатлымын. Шуға ымһынып йөрөгәнемә үкенеп бөтә алмайым, – тине ҡыҙ, эс серен түгеп.

– Һинең бында ятҡанды белмәйҙер. Белһә, күптән килеп етер ине, – тип күңелһеҙ уйҙарҙан арындырырға тырышты ҡыҙҙы Сыңғыҙ.

– Белә, Рания Кирәевна һорағас, барҙым, тигән. Алдаҡсы...

– Ваҡыт еткерә алмайҙыр, – тине Сыңғыҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн генә. Ауыҙ йомоп ултырһа, Ләйсән үпкәләр тип уйланы.

Ләйсән Сыңғыҙға ла оҡшай, күңеле менән гел ҡыҙ янында. Ләкин тойғоларын асыҡтан-асыҡ ярып һалманы, үҙе аңлар тип көттө. Эдик менән ярашһалар, үҙенә лә, уға ла ҡыйын булыр. Әлегә күкрәгендә ташҡан хистәрҙе тышҡа сығармай, ауыҙлыҡлап тороу хәйерле.

Сыңғыҙға өйгә ҡайтырға рөхсәт иткәндәренә биш былтыр, ә ул һаман Ләйсәндән айырыла алмай.

– Плейерҙы һиңә ҡалдырам, эсең бошоп китһә, тыңларһың.

– Үҙеңә кәрәкһә? – Ләйсән алмаҫҡа итте.

– Унан башҡа ла әйбер етерлек өйҙә: музыкаль үҙәк, телевизор, компьютер...

– Үҙең килеп алмаһаң, һине нисек эҙләп табырмын?

– Борсолма, яныңа көн дә килеп йөрөрмөн, күңел ҡошом!

– Кем-кем?!..

Был һүҙҙе кемдәндер ишеткәйнеме, китаптан уҡығайнымы, спектакль ҡарағанда әйткәйнеләрме – хәтерләмәй Сыңғыҙ, әммә мәғәнәһен яҡшы белә.

– Күңел ҡошом! – тип ҡабатланы, ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡарап. – Йән тартҡан кешегә әйтәләр.

– Көлдөрмә әле... – Ләйсән ҡарашын ситкә алды. Тауышы йомшаҡ та, яғымлы ла ине.

– Минһеҙ күңелһеҙләнмә. Көт... – тине Сыңғыҙ, хушлашып.

Ҡыҙ ишеккә тиклем оҙата барҙы.

Гипсын алдырғансы дәрестәргә йөрөмәһә лә һүҙ әйтмәҫтәр ине Сыңғыҙға, өйҙә ятып түҙмәне, иртәгеһенә үк мәктәпкә юлланды. Яҙа алмай, әлбиттә, уҡытыусыларҙы тыңлап ултырһа ла файҙаһы тейер, дәрестәрҙе күп ҡалдырҙы, һабаҡташтарын ҡыуып етергә кәрәк.

Класс бүлмәһенә килеп инеү менән уратып алдылар.

– О Ромео?! Сәләм! Сәләм! – Егеттәр берәм-берәм ҡулын ҡыҫты.

– Джульеттаңды ла сығарҙылармы? – Былары – ҡыҙҙар. Уларҙың кем хаҡында һорашҡанын аңланы Сыңғыҙ, үҙ итеп өндәшкән класташтарына асыуланманы, белгәнен әйтте.

– Ләйсәнде ҡасан сығарыуҙары билдәһеҙ. Яңы йылды дауаханала ҡаршы алмағайы...

– Ауыртамы? – Сабира гипсты тотоп-тотоп ҡараны.

– Ауыртыуын ауыртмай, әммә ҡысыта башлаһа, үҙәккә үтә.

– Түҙәһең инде...

Баянан бирле ығы-зығы килгән класташтарын ситтән генә күҙәтте Лариса. Сыңғыҙҙың мәктәпкә килеүен күптән көтә ине. Дауаханаға барғандан һуң уны үҙенә ҡарата алмаясағын аңланы. Юҡ, элеккесә әрһеҙләнеп артынан эйәреп йөрөмәйәсәк, әммә тәкәббер егеткә ирәүәнләнергә юл ҡуймаясаҡ. Ҡыҙ нисек тә Сыңғыҙҙан үс алыу юлдарын эҙләне.

Өләсәһе тәрбиәһендә үҫте Лариса. Атаһын хәтерләмәй. Өләсәһенең һөйләүе буйынса, ул тыумаҫ борон уҡ айырылышҡандар. Теле яңы асылып килгән ҡыҙын ауылда ҡалдырып, әсәһе ҡалаға бәхет эҙләргә сығып киткән. Тәүҙәрәк әсәһе ауылға һирәк-һаяҡ ҡайтҡылай ине, тормошланғас, эҙе һыуынды. Үгәй атаһын яратманы ҡыҙ, тамаҡ төбө менән ҡысҡырып һөйләүсе бурҫлаҡ битле ир ҙә баланың эс-бауырына инергә тырышманы, бер тапҡыр ҙа алдына ултыртып иркәләмәне. Ҡыҙ, уҡырға йәше етеп, ҡалаға алып китергә ҡайтҡастары ҡасып ҡалды. Эҙләп-эҙләп тә тапмағас, өләсәһе: «Үҙем уҡытырмын, иптәш тә булыр миңә», – тип оҙатып ҡалды тегеләрҙе.

Һүҙ ҙә юҡ, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе өләсәһе. Аталы-әсәле балаларҙан кәм кейендермәне, тапҡан-таянғанын ейәнсәренә тотондо. Ҡыҙ үҙен ҡыйырһыттырманы, тырнаҡ менән сиртһәләр ҙә, тасма-тас һуғышты. Шуғалырмы үҙ һүҙлерәк ҡыҙҙы әхирәттәре өнәп бөтмәне. Ларисаның быға иҫе китмәне, танауын сөйөп йөрөй бирҙе. Күңеле болоҡһоған саҡтарҙа йәшенеп кенә балауыҙ һығыуҙарын иҫәпкә алмағанда, ҡыҙ үҙ-үҙенән ҡәнәғәт ине. Яңғыҙы йәшәй алмай кеше, шатлыҡ-ҡайғыһын уртаҡлашырға, серҙәрен бүлешергә дуҫтар ҙа кәрәк икән. Быны аңлағанда ҡыҙ әхирәттәрен биҙҙереп бөткәйне. Өләсәһе үлеп, ҡалаға әсәһе янына йәшәргә күскәс тә (ул икенсе ире менән дә бәхетле ғаилә ҡора алманы, яңғыҙы көн күрә ине), яңы дуҫтар эҙләне. Мәктәптә сатнап торған ҡыҙ менән ихлас дуҫлашырға теләүселәр ҡыҙҙар араһында ла, егеттәр араһында ла табылманы. Сыңғыҙға өмөт бағлағайны ла, уның ҡалаға килгәнен көтмәгәндәр, күптән «эләктергәндәр», Ләйсән тип теше төшә.

Эйе, Сыңғыҙ Ләйсәнде онотманы, көн дә янына барып йөрөнө. Ҡыҙ ҙа мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы егетте көтөп алды. Ул дауаханала ла ваҡытты бушҡа уҙғарманы. Курсташтарынан дәреслектәрен һоратып алдырҙы ла зачет-имтихандарға әҙерләнде. Яңы йылда бергә була алмауҙарына ғына эстәре бошто. Ләкин ни ҡылмаҡ кәрәк, һауығыр-һауыҡмаҫтан дауахананан сығып китһәң, һуңынан өҙлөгөүең бар. Юҡһа, Сыңғыҙ ата-әсәһе менән һөйләшеп бөткәйне, улар Ләйсәндең үҙҙәренә ҡунаҡҡа килеүенә ҡаршы түгел ине.

Бер иретеп, бер туңдырып ыҙалай торғас, ергә ҡар ятты. Бала-саға ҡар бәрешеп, сана-саңғы шыуып мәж килде. Ҡышҡы һыуыҡта ҡулын куртка эсенә йәшереп йөрөүҙән ялҡҡан Сыңғыҙ, ниһайәт, гипстан ҡотолдо. Ҡулын ҡурҡа-ҡурҡа ғына аҫҡа-өҫкә төшөргән-күтәргән егеткә табип көлөмһөрәп ҡараны ла:

– Йә, нисек, ауыртмаймы? – тип белеште. – Ауыртһа, яңынан гипс һалабыҙ. Беҙҙә гипс етерлек, – тип шаяртты.

– Юҡ, юҡ, – тип баш сайҡаны Сыңғыҙ.

– Үҙеңде һаҡлап йөрөт, – тип кәңәш бирҙе һуңынан табип.

– Рәхмәт, кәңәшегеҙҙе онотмам, – тине йөҙө көләсләнгән Сыңғыҙ. – Ләйсәнде ҡасан сығараһығыҙ?

Уларҙы бер үк табип дауалай ине.

– Һөйгәнеңә әйт, бер аҙнанан да ҡалмаҫ.

– Рәхмәт! Яңы йыл менән!

– Үҙеңде лә!

Тиҙ ҡайтырмын тип сығып киткән егет Ләйсән янында тотҡарланды. Әсәһе әллә нисә мәртәбә кеҫә телефонына шылтыратты. Улының кем янында икәнлеген белгәс, артыҡ борсолманы.

Иртәгеһен осрашҡас, Ләйсән Сыңғыҙға ҡат-ҡат рәхмәт уҡыны. Ул бүләк һалынған тартманы яңы йыл тыуғас ҡына ҡарарға ҡушҡайны. Ҡыҙ түшенә ҡып-ҡыҙыл йөрәк тағылған ап-аҡ айыуҙы бик оҡшатҡан.

– Палаталағы апайҙар өҫтәл әҙерләне. Мин дә әсәйем бешереп ебәргән ҡаҙ итен, сәк-сәкте, сейәле майҙы сығарҙым. Яратып ашанылар, телеңде йоторлоҡ, тиҙәр, – тип һөйләне.

Табип һүҙендә торҙо, бер аҙнанан Ләйсәнде дауахананан сығарҙылар. Сыңғыҙ уны ятаҡҡа оҙатып ҡуйҙы.

* * *

Ҡышҡы каникул бөтөп, уҡыуҙар башланғас, класта көтөлмәгән хәл булды.

Мәктәптә тәртип шундай: уҡытыусылар класс журналын үҙҙәре алып йөрөмәй. Дежур уҡыусы уны иртән уҡытыусылар бүлмәһенән барып ала ла, дәрестәр бөткәс, урынына илтеп ҡуя.

Сыңғыҙ дежур булған көндөң иртәгеһенә журнал юғалды. Ап-асыҡ хәтерләй: һуңғы дәрестән һуң бөтәһе лә таралышты, ә улар, бер нисә егет, математиканан мәсьәлә сисеп, бүлмәлә ҡалдылар. Өҫтәлдә онотоп ҡалдырҙы тиер ине, журналды тапшырып килгәнсе, иптәштәре көтөп торҙо. Уҡытыусылар бүлмәһендә бер кем дә юҡ ине, журналды урынына ҡуйҙы ла сыҡты. Быныһы ла хәтерендә.

Мәктәптең аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, ҡарамаған ерҙәре ҡалманы, журналдың эҙенә төшә алманылар. Ашханала тамаҡ туйҙырғанда егеттәр хәбәр һалды:

– Ларисаның ғына эше, һиңә теш ҡайрап йөрөүен беләбеҙ, һин дауаханала ятҡанда ла әллә нимәләр һөйләп бөттө.

– Өҫтөнә баҫтың! Ни өсөн журнал тап һин дежур иткән көндө юғала? Уйланырға урын бар.

– Үҙ күҙең менән күрмәгәс, ни ҙә булһа әйтеүе ҡыйын. Ул миңә күптән ҡул һелтәне. Нахаҡҡа кеше рәнйетеп ҡуймайыҡ, һуңынан үҙебеҙгә ҡыйынға тура килер. Холҡон беләһегеҙ.

– Улай тимә, ҡыҙҙарҙың эсе тулы мәкер.

Журнал ике көндән һуң табылды. Ашхана янындағы бушаған йәшниктәр һаҡланған бүлмәне йыйыштырғанда килеп сыҡҡан. Кем йәшергәнен дә белделәр. Лариса! Уҡыусылар таралышҡас, шул бүлмәгә инеп сыҡҡанын күреп ҡалғандар. «Нимә эшләй икән унда, тип аптырағайным. Ингәндә нимәлер тотҡан кеүек ине, сыҡҡанда ҡулы буш ине. Кәрәкмәгән әйберен ташлағандыр, тинем дә ҡуйҙым. Кем уйлаған журнал йәшереп йөрөгәнен», – тип һөйләне ашнаҡсыларҙың береһе.

Ларисаның тәртибен класс йыйылышында тикшерҙеләр. Ул үҙен аҡтан-аҡ, пактан-пак итеп күрһәтергә, һыуҙан ҡоро сығырға тырышты. Ашнаҡсы менән күҙләштергәс кенә, ғәйебен таныны.

– Күрәлмәгәнегеҙ бер мин булдым инде, – тине, иламһырап.

Унынсылар ҡаты торҙо: уның урыны беҙҙең мәктәптә түгел, ҡайҙан килгән, шунда китһен, тинеләр. Уҡытыусыларҙың: «Бер юлға ғәфү итәйек, төҙәлер», – тигән тәҡдименә теләр-теләмәҫ кенә ризалаштылар.

10

Ләйсәндәр йәшәгән ятаҡта тәртип ҡаты, кистәрен сығып йөрөргә рөхсәт итмәйҙәр. Ҡалала йомошоң бар икән, тәрбиәсенән рөхсәт алыу мотлаҡ. Үҙ белдегең менән сығып китһәң, эш олоға әйләнә, колледж директорына тиклем барып етеүе ихтимал. Тамашаларға ла уҡытыусылар йөрөтә. Үҙҙәренең төркөмөнә концертҡа билет таратҡас, ныҡ шатланды Ләйсән. Байтаҡтан бирле спектакль күргәне, концерт ҡарағаны юҡ. Сыңғыҙҙы ла саҡырырға уйы бар ине, килеп сыҡманы – ул Өфөлә математиктар олимпиадаһында йөрөй.

Мәҙәниәт һарайында Эдикты осратырмын тип һис уйламағайны, гардеробта уҡ күҙмә-күҙ тап булыштылар.

– О, кемде күрәм?! – тине егет, йөҙөнә яһалма йылмайыу ишараты сығарып. – Салют, Ләйсән!

– Һаумы, Эдик!

Һәр ваҡыттағыса, ыҫпай кейенгәйне егет. Өҫтөндә ҡара костюм, аҡ күлдәге өҫтөнән муйынына күбәләк ҡундырған. Туфлийын тот та көҙгө урынына файҙалан, шәмдәлдәрҙән төшкән ут яҡтыһында ялтырай. «Кемдеңдер башын әйләндерергә йыйына», – тип уйлап ҡуйҙы Ләйсән.

– Ни эшләп йөрөйһөң?

– Һин ни эшләһәң, мин дә шуны эшләп йөрөйөм.

– Мин концертҡа килдем.

– Мин дә концертҡа килдем.

– Аяғың төҙәлдеме?

– Төҙәлде.

– Ниңә түңәрәккә йөрөмәйһең?

– Рания Кирәевна рөхсәт итмәй.

– Ҡасан рөхсәт итә?

– Үҙенән һора.

Тупаҫ тотто үҙен ҡыҙ, ҡупшы егеттең һорауҙарына килделе-киттеле яуап бирҙе. Эдик иғтибар итмәне, үҙенекен тылҡыпмы тылҡыны.

– Концерттан һуң оҙатып ҡуйырмын, юғалма, – тине залға инер алдынан.

– Мин ҡыҙҙар менән ҡайтам.

«Нимә әйтмәксе була икән? – тигән уй китмәне концерт бөткәнсе Ләйсәндең башынан. – Мине күргәс тә күҙҙәре аларҙы. Шундай сәскәләр бар, ҡарап тороуға һәләк матурҙар, күҙҙәр ҡамаша. Ҡулға алһаң, сәнскеләре сәнсә. Эдик та шундай сәскә менән бер».

Антракт иғлан иткәстәре, янына килеп етә һалды. Буфетҡа саҡырҙы. Баш тартты. Уның пирожныйы менән бер ҡап һутына көнө ҡалмаған әле. «Юҡҡа ризалашманың, һинең өлөштө лә тығынып ҡуйҙы тәмле тамаҡ», – тип көлдө һуңынан курсташ ҡыҙҙары.

Эҙ яҙлыҡтыра алманы, ни арала кейенеп өлгөргәндер, мәҙәниәт һарайынан сығыуға ишек төбөндә көтөп тора ине егет. Башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн, ҡаршылашманы ҡыҙ, йәнәш атланы. Ҡултыҡлаттырманы. Биш-алты аҙым ҡалыңҡырап, ҡыҙҙар артынан эйәрҙеләр. Тегеләргә мәрәкә, баралар-баралар ҙа, арттарына боролоп ҡарап, шарҡылдашалар.

Февраль төнө һалҡынса. Талғын ғына ҡар яуа. Биттәргә ҡунған эре-эре ҡар бөртөктәре шунда уҡ иреп юғала. Янында имгәнгән өмөттәрен терелтеүсе Сыңғыҙ булһа, тәрбиәселәрҙең әрләүенән дә ҡурҡмай, йөрөр ҙә йөрөр ине төнгө ҡалаға һоҡланып. Ә Эдиктың үҙен күреү түгел, исемен дә ишеткеһе килмәй хәҙер. Аптыраған көндән йәнәш атлап барырға мәжбүр. Ятаҡҡа еткәнсе генә.

Күҙ ҡырыйы менән генә ҡарай Эдик ҡыҙға. Йөҙө етди, элекке көләслегенең эҙе лә ҡалмаған. Үҙгәрһә лә үҙгәрер икән кеше, әллә Эдикка ғына шулай тойоламы?

Ниһайәт, теле сиселде егеттең:

– Ғәфү ит мине, Ләйсән. Булдыра алһаң...

– Һинең минең алдымда бер ғәйебең дә юҡ.

– Улай тимә әле. Яныңа бер тапҡыр ҙа инеп сыға алманым. Дауаханаға...

–Теләмәгәнһеңдер. Теләһәң, килер инең. Курсташтарым килеп йөрөнө.

– Ансамблдәге егеттәр менән ҡыҙҙар өтөп алып баралар. Ҡуян һымаҡ ҡыуаҡ аҫтына боҫтоң, тиҙәр.

– Ниңә, дөрөҫ түгелме ни? Мин һинең урында булһам, ул ҡыҙҙың күҙенә күренергә лә оялыр инем. Ә һин ғәфү итеүҙе талап итәһең.

– Ваҡыт еткереп булманы. Уҡыу... Репетиция... Өфөгә смотрға барыу... Ишеткәнһеңдер, беҙҙең ансамбль тағы ла дипломат булды. «Ғашиҡтар» бейеүен сәхнәгә сығара алмауыбыҙ ғына йәл, ансамблдең дәрәжәһе тағы ла күтәрелә төшөр ине. Ҡайғырма, һин уны барыбер бейейәсәкһең. Рания Кирәевна көҙгә репетицияларҙы яңынан башламаҡсы. Минең урынға Ратмир бейейәсәк. Күптән ҡыҙыға ине.

– Беләм, Рания Кирәевна әйтте.

Берекмәне һүҙҙәре. Туҡтауһыҙ һөйләгән Эдикты Ләйсән ишетте лә, ишетмәне лә. Ишетһә лә, диҡҡәт менән тыңламағас, аңын биләй алманы. Йөрәктән сыҡмаған йөрәккә инмәй. Күңелендә битараф бушлыҡ ҡына. Берҙән-бер теләге – һағыҙаҡ кеүек бәйләнгән егеттән тиҙерәк ҡотолоу.

– Әллә яңы йылда бергә була алмағанға үпкәләнеңме? Вәғәҙә бирҙе лә онотто тиһеңме? Теләһәң, ял көндәрендә үҙеңде дачаға алып барырмын. Унда ҡыш та ял итергә бик уңайлы: һыуы ла, газы ла бар.

Ятаҡҡа килеп еткәйнеләр, курсташтарынан ҡалыуҙы килештермәне Ләйсән.

– Ҡабат минең янға килеп йөрөмә, – тине лә инеп китте.

Һуң ине, әммә ҡыҙ ятырға ашыҡманы. Сумкаһынан открытка сығарҙы ла Сыңғыҙға ҡотлау яҙырға ултырҙы. Олимпиаданан ике-өс көнһөҙ ҡайтмаҫ. Ҡайтыуына барып етергә тейеш, ҡала эсендә хаттар ул ҡәҙәр оҙаҡ йөрөмәйҙер әле. Хатты Сыңғыҙға үҙ ҡулдары менән дә бирә ала, былай ҡыҙығыраҡ булыр төҫлө.

Тышына Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәле төшөрөлгән конверт эсендәге открыткаға былай тип яҙылғайны:

«Сыңғыҙ! Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Ватаныңа, һөйгән йәреңә һәр саҡ тоғро бул.

Күңел ҡошоң».

11

Эпилог

Рания Кирәй ҡыҙы үҙе лә тынғы белмәне, түңәрәктә шөғөлләнеүселәргә лә илке-һалҡы йөрөргә юл ҡуйманы. Уй-теләге ҙурҙан – үҙе ойошторған «Гөлнәзирә» бейеү ансамбленең ун йыллыҡ юбилейын дан итеп үткәреү. Репертуар өҫтөндә эшләү менән бер рәттән, ойоштороу мәшәҡәттәре артынан да йүгерҙе, костюмдарҙы яңыртыу хәстәрлеген күрҙе, сағыу афишалар эшләтте. Ошо йылдар эсендә ҡулынан бер нисә быуын үҫмерҙәр үтте, улар ҙа саҡырыу алды кисәгә. Ансамблдең ҡайһы ҡайҙа уҡып, эшләп йөрөгән элекке бейеүселәре саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте. Бәғзеләре кисәне ойоштороуға үҙ өлөшөн индереүгә лә форсат тапты – матди ярҙам күрһәтте.

Кисәлә Эдик ҡатнаша алманы. Сәнғәт академияһына уҡырға инә алмағас, атаһы менән Мәскәүҙә икенсе уҡыу йортона еңеүҙе юллай ине. Ҡотлау телеграммаһы ебәргән, шуны кисәлә уҡыясаҡтар.

Программаға ҡат-ҡат төҙәтеү индерелде. Бейеүҙәрҙең бөтәһен дә алманы Рания Кирәй ҡыҙы, тамашасы күңеленә хуш килерҙәйҙәренә генә туҡталды. Яңыларҙан «Ғашиҡтар»ға өмөт бағлай. Концертты ошо бейеү менән асмаҡсы ине лә, уйлана төшкәс, аҙаҡҡа ҡалдырҙы. Кисә ансамблдең йөҙөн асырҙай сығыш менән тамамланырға тейеш, ә «Ғашиҡтар» тап шундай булмаҡсы.

Кисәне түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Айырыуса Ләйсән ныҡ тулҡынланды. «Булдырырмынмы? Остаҙымдың өмөтөн аҡлармынмы?» Ошо һорауҙар тынғылыҡ бирмәне. Борсолорға урын юҡ һымаҡ. Ратмир менән башҡарасаҡ бейеүҙе Рания Кирәй ҡыҙы тағы ла байыта төштө, ғашиҡтарҙың образын асырҙай биҙәктәр өҫтәне. Бейеү әҙер. Шулай ҙа күңеле иләҫләнеүҙән туҡтамай. Үҙе лә аңлай, даны тирә-яҡҡа таралған ансамбль менән беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға, шуғалыр.

Ләйсән түҙмәне, шаршау ситенән генә залға күҙ һалды. Унда тамаша башланыр алдынан ғына була торған ығы-зығы: байрамса кейенгән тамашасылар үҙ урындарын ала, бер-береһе менән әңгәмәләшә, программа өйрәнә. Түҙемһеҙҙәре лә күренә араларында, бер нисәһе сәпәкәйләп ҡуйҙы – ашыҡтыралар. Зал тамашасыларҙың барыһын да һыйҙырып бөтмәгән, ахыры, баҫып тороусылар ҙа бихисап. Таныш йөҙҙәр ҙә күҙгә салына. Ана, курсташтары бер тирәгәрәк һырлығышҡан. Ниҙер һөйләп көлөшәләр. Сыңғыҙҙар кластары менән килергә тейеш ине. Урын етмәгән, күрәһең, стена буйлап теҙелгәндәр.

Сыңғыҙҙан да яҡын кешеһе юҡ хәҙер ҡалала. Йыш осрашалар. Ләйсәндең сәхнәгә ҡайтыуына, Рания Кирәй ҡыҙынан ҡала, унан да нығыраҡ һөйөнгән кеше булмағандыр. Бер ҡаршы ала килгәнендә бейегәнен күргәс, һоҡланыуын йәшерә алманы: «Сәхнә өсөн генә яратылғанһың...»

Онотолоп киткән ҡыҙ, Рания Кирәй ҡыҙы яурынына ҡулын һалғас, тертләп ҡуйҙы.

– Хәҙер башлайбыҙ, – тине ул. – Теләһә ҡайҙа буталып йөрөмә, сабыр ғына сиратыңды көт.

Ләйсән, ризалашып, баш ҡаҡты.

Сәғәттән ашыу бара концерт. Әленән-әле залды шаулатҡан алҡыштар сығыштарҙы тамашасылар оҡшатыуын һөйләй. Ләйсән дә үҙҙәренең бейеүе уңыш ҡаҙанасағына ышана.

Конферансьеның көслө тауышы залды яңғыратты:

– Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға өр-яңы бейеү тәҡдим итәбеҙ. Ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рания Әфләтунова һалған был бейеүҙе ансамблдең солистары Ратмир Аҡъюлов менән Ләйсән Шәкүрова башҡара. Сәхнәлә – «Ғашиҡтар» бейеүе.

Рания Кирәй ҡыҙы Ләйсән менән Ратмирҙың иңбашына еңелсә генә ҡағылды:

– Хәйерле сәғәттә, балаҡайҙар!

Үҙенең тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан, маңлайына төшкән тыңлауһыҙ сәстәрен әленән-әле һыпырып ҡуя, сәхнәнән күҙҙәрен алмай.

...Кәк-күк... Кәк-күк... Йәй үткәнгә үкенә һаҡау кәкүк. Сут-сут... Сут-сут... Шашып-шашып моң тирә һандуғас.

Мөхәббәттән иҫергән ҡыҙ, донъяһын онотоп, аҡланда сәскә һайлай. Үҙен һөйгәне күҙәтәлер тигән уй башына ла инеп сыҡмай...

Бар булмышын һалды бейеүгә Ләйсән, сәхнәнең ян-яғынан күҙәткән Рания Кирәй ҡыҙының, егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ҡарашын да тоймай, бейене лә бейене. Ратмир хайран: шул ҡәҙәр еңел-етеҙ баҫа, ым-ишаралары шул ҡәҙәр урынлы, ысынлап ғашиҡ ҡыҙ ҙа былай булдыра алмаҫ! һөйөү билдәһе итеп егетенә ояла-ояла ҡулъяулыҡ тотторғас, мөхәббәттән иҫергән ҡыҙ ҡыйыуланды, хәрәкәттәренә күҙ эйәрмәй, ҡанатлы ҡошмо ни, сәхнәлә осоп ҡына йөрөнө... Бейеп бөткәндә икеһенең дә йөрәге дөп-дөп тибә, икеһе лә йыш-йыш тын ала ине.

Рания Кирәй ҡыҙы уларҙы алмаш-тилмәш күкрәгенә ҡыҫты. Өҙлөкһөҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы:

– Афарин, балаҡайҙарым! Афарин!

Залда иһә дауыл ҡупты. Бейеүҙән әҫәрләнгән тамашасылар берҙәм ҡул сапты.

– Афарин! Афарин!

Ратмир менән Ләйсән сәхнә алдына сыҡты. Баш эйҙеләр. Алҡыштар көсәйҙе. Икенсегә сыҡтылар... Өсөнсөгә... Ҡул сабыуҙар баҫылманы.

Бейеү оҡшаһа, аҙағын ҡабатларға тейештәр ине. Алдан уйлағанса килеп сыҡманы, тауыш операторы төймәләрҙе бутаны, көйҙө баштан ебәрҙе. Рания Кирәй ҡыҙының йәне табанына төштө: «Былай ҙа әлһерәгәндәр, яҙа баҫмаһалар ғына ярар ине». Бейеү барыһын да сихырланы, икенсегә ҡараһалар ҙа, иҫтәре китеп тамаша ҡылдылар. Ләйсән менән Ратмир ҡәнәғәт ине. Бер үк бейеүҙе ике тапҡыр бик һирәк концертта ҡабатлаталар.

Был юлы тамашасылар бейеүселәрҙе тәбрикләү менән генә хушһынманы. Рания Кирәй ҡыҙының да сәхнәгә сығыуын талап итте. Залдың төрлө еренән һөрәнләнеләр:

– Авторҙы!

– Авторҙы!

Ләйсән менән Ратмирҙы етәкләгән Рания Кирәй ҡыҙының йөҙө нур сәсә. Ул ҡыҙ менән егетте алғараҡ этәрҙе: «Баш әйегеҙ йәнә». Тамашасыларҙың күҙе уларҙа, һоҡланып туя алмайҙар.

Сәхнә төрлө милләт костюмдарындағы ансамблдең кисәге һәм бөгөнгө бейеүселәре менән тулды.

Ҡотлауҙар... Сәскәләр... Бүләктәр...

Кисә аҙағына яҡынлашты. Сәскә гөлләмәһе тотҡан Сыңғыҙ һаман урынынан ҡуҙғалманы. Иптәштәре баянан бирле төрткөләй:

– Әллә йоҡлап киттеңме? Күрмәйһеңме ни, Ләйсән көтә.

– Сәхнәгә сығырға ҡурҡһаң, үҙебеҙ тапшырабыҙ, бир сәскәне! Бер хәйлә менән үҙен «әп» итербеҙ. Ултырырһың шунан күҙеңде таҫырайтып...

Ҡыҙҙар ҙа түҙемһеҙләнде:

– Иң беренсе булып ҡотлар урынға һаман аңшайып ултыра. Шаршау ябылғанын көтәһеңме әллә?

Ысынлап та, һөйләнәһе телмәрҙәр һөйләнеп, тапшырылаһы бүләктәр тапшырылып бөтөп, һуңғы һүҙҙе Рания Кирәй ҡыҙына биргәйнеләр.

Шул саҡ, бөтәһен дә аптыратып, сәхнәгә бер егет күтәрелде. Тамашасылар бер-береһенә ҡарашты: «Ҡайҙа йөрөп ҡалды икән, әҙәм ыңғайына тапшырмай сәскәләрен?!..» Егет, залға күҙ ташлап алғас, туп-тура Ләйсәнгә табан атланы. Ҡулындағы сәскәләрҙе тотторғас, ҡыҙҙың алһыуланып торған бит осонан үбеп алды ла ҡолағына бышылданы:

– Күңел ҡошом минең!

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Автор:
Читайте нас