Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Сентябрь , 09:35

Ҡырҡ мең һум һәм унан да күберәк

Октябрҙә кемдәрҙең пенсияһы артыуы көтөлә

Ҡырҡ мең һум һәм унан да күберәк
Ҡырҡ мең һум һәм унан да күберәк

Октябрҙән хәрби пенсионерҙарға һәм уларға тиңләштерелгән категорияларға пенсиялар арттырыла. Был хаҡта «Прайм» агентлығы менән әңгәмәлә РУДН-дың иҡтисад факультеты доценты Андрей Гиринский һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, инфляция кимәлендә белдерелгән индексация пенсияны арттырыу өсөн факторҙарҙың береһе булып тора.

Доцент һөйләүенсә, көтөлгән инфляция буйынса калькуляцияланған индексацияның актуаль параметры 5,1 процент тәшкил итә, был элек иғлан ителгән 4,5 проценттан юғарыраҡ.

Иҡтисадсы, пенсияны арттырыу 2,7 миллиондан ашыу рәсәйлегә ҡағыласаҡ, тип өҫтәне. Уның иҫәпләүҙәре буйынса, хәрбиҙәрҙең пенсияһы айына 41,5 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

Быға тиклем Рәсәйҙә 2025 йылдан пенсиялар яңы ҡағиҙәләр буйынса йылына ике тапҡыр индексацияланасағы тураһында хәбәр иткәйнек.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: