Телгенәм – бергенәм
28 Ғинуар 2025, 05:42

Мин, бәлки, урап та килмәҫмен...

Ейәнсура районында шағир Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе үтте.

Хәтирәләр, шиғырҙар, йырҙар... Ғилман Ишкининдың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған был кисәгә ҡатнашыусылар Башҡортостандың төрлө тарафтарынан йыйылды. Шағирҙың дуҫтары, туғандары, һәм, әлбиттә, уның ижадына ғашиҡтар.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, шағирҙың апаһы Сәүиә Ғәниева, дуҫтары Азамат Юлдашбаев, Шәһит Ҡолмөхәмәтов, Ришат Ҡыуатов һәм Нурия Ҡунысбаеваның сығышы Ғилман Ишкининды шәхес булараҡ асты. Үҙ ерен, телен, халҡын һөйгән шағирҙың күңел ҡылдары уның шиғырҙарының яҙмаларында ла сыңлағандай булды.

"Йәшлек" гәзите Ейәнсура районы хакимиәте менән берлектә Ғилман Ишкининдың шиғырын һөйләүселәр араһында ойошторған видеобәйгегә йомғаҡ яһалды. Гран-приға Өфө ҡалаһынан (сығышы Ейәнсура районынан) Зилиә Күсәрбаева лайыҡ тип табылды. Бәйге еңеүселәрен республика йәштәр баҫмаһының баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков менән хәбәрсе Гөлнур Ҡыуатова тәбрикләне.

Сараға район мәҙәниәт йорто солистары Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлетов, Радмир Дәүләтбәков, "Яҙ гөлдәре" вокал ансамбле, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжип Юлдашбаев, Хәйбулла районынан килгән "Рух" төркөмө башҡарған йырҙар йәм өҫтәне. Әйткәндәй, улар башҡарған йырҙар барыһы ла Ғилман Ишкинин һүҙҙәренә ижад ителгән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас