Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
26 Ғинуар , 15:57

"Һәм миңә лә төштө бер һүҙ күктән..."

Бөгөн Ғилман Ишкининдың тыуыуына 60 йыл.

Йырҙа йырланғанса, ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек. Бала сағыбыҙ, атай-әсәйле ваҡытыбыҙ бик бәхетле үтте... Ғилман ҡустымдан мин өс йәшкә генә ҙурмын, шуға күрә һәр ваҡыт бергә булдыҡ: бергә уйнаныҡ, бергә үҫтек. Иркә генә булды инде ул ҡустым.

Беҙ Иҙәш ауылында донъяға килдек. Ул ваҡытта әтейем бухгалтер булып эшләй ине. Йөрөп эшләүе ҡыйын булғандыр, моғайын, шуның өсөн Ҡыуат (хәҙерге Үтәғол) ауылына, Ҡаҫмарт буйындағы иң матур өйҙө һатып алдылар. Унда күсенгәндә мин 1-се класта уҡыным, ә Ғилман әле уҡырға бармаған ине. 

Ҡустым бәләкәйҙән һүрәт төшөрҙө. Тауышы ла матур ине. Быныһы әсәйебеҙгә оҡшағандыр, ул да бик матур йырланы. Бәләкәй саҡта ергә ятыр ҙа, күккә ҡарап, рәсем төшөрөр ине. “Нишләйһең ул”, – тип ҡулына һуҡһаҡ, аяҡтарын күтәрә лә, аяҡ бармаҡтары менән төшөрә башлай ине. Ә йөҙө шундай уйсан булып китә... Өләсәйемдең: “Был бала бик талантлы, яҙа торған кеше булыр инде”, – тип юрағаны иҫемдә. 

Бәләкәй генә саҡтан тәбиғәт балаһы булды инде. Балыҡ тотто, йылға буйынан ҡайтып килмәне. Беҙ уны йәйгеһен эҙләп алып ҡайта торғайныҡ. Ә ҡыш йылғаға бергә барҙыҡ. Быйма менән, йә коньки менән боҙҙа шыуҙыҡ, хоккей уйнарға яраттыҡ. 

Мин 10-сы класты бөтөп, ауыл хужалығы институтына уҡырға барғанда, уны ла эйәртеп сығып киттем. Хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға 7-се класҡа уҡырға бирҙем. Ниндәй батыр булғанмын икән, тип аптырайым хәҙер. Үҙем дә беренсе курста уҡыған студент булараҡ, өйрәнеп китә алмайым, Ғилманды ла контролдә тотор кәрәк. Ул ваҡытта телефон булмағас, аҙна һайын барып, хәлен белешәм. Ҡустым янына барһам, тәрбиәселәре, уҡытыусылары: “Шундай талантлы баланы был көнгә тиклем ни эшләп алып килмәнегеҙ? Үҙе спортсмен, үҙе художник, үҙе йырсы, бейеүсе, уҡыуҙа ла алдынғы”, – ти торғайнылар. Мин ҡыуанып, ҡустым менән ғорурланып ҡайтып китә инем. Шулай, беҙ бала сағыбыҙҙа, йәшлек осоробоҙҙа гел бергә булдыҡ.

Салауат ҡалаһында нефть институтында уҡып йөрөгән ваҡытында, мәҙәниәт йортона барып, түңәрәккә яҙылған һәм шунда йөрөп йырлай башланы. Мин инде уҡып бөтөп ҡайтып, Куйбышев исемендәге колхозда агроном булып эшләп йөрөгәндә Ғилман мине ҙур сәхнәлә тәүге сығышын ҡарарға саҡырҙы. Шул хәтлем матур йырланы. Шул ижади коллектив менән төрлө райондар буйлап концерттар ҡуйып та йөрөнөләр, шикелле. 

Тамырҙарына ҡул етмәй, 

Буй етмәй, оло ҡыуаҡ, 

Ҡай төштән ялғап китерҙәр,

Нәҫел ағасым Ҡыуат, – был шиғырҙы әсәйебеҙ Абзания Сабир ҡыҙына арнап яҙған ине. Ҡайҙандыр исеменең тәржемһен дә тапҡан. Беҙ бәләкәй саҡта Абзания тигәнде, Абзан ауылынан сыҡҡан исемдер тип уйлаһаҡ, ул, баҡтиһәң, “абыҙ инә” тигәнде аңлатҡан икән. “Абыҙ инә бит ул минең әсәйем”, – ти торғайны Ғилман. 

Ҡустым алмағастар үҫтерҙе. Мин агроном булһам да, ул ағасты үрсертеү серҙәрен белмәй инем. Ә Ғилман был эште яратып башҡарҙы. Ҡайҙа барһа ла, алма алып ҡайтып, шуның орлоҡтарын сәсә торғайны. Бер нисә төр алманы бер ағасҡа төпләп, прививкалар эшләп, үҫтерә ине. Алмағастың бер яғында – бер, икенсе яғында икенсе төрлө алма үҫә торғайны.Үҫентеләрен ул кешегә, дуҫтарына таратты. Ғилмандың алмағасын үҫтермәгән кеше ҡалмағандыр инде беҙҙең яҡта. Ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан килер ине, ул хатта фермер булып, игенен дә үҫтерҙе. Бер ваҡыт шундай шиғыр яҙҙы:

Һәм миңә лә төштө бер һүҙ күктән,

Көтә инем түҙеп күптән, күптән.

Иманыңа ҡайт һин, һуҙма, Ғилман,

Телең асылғанын иҫлә, иман, Ғилман.

Шунан ҡустым иманға килде, намаҙ юлына баҫты. Дүртөйлө, Белорет райондарында бригадалар булдырып, мәсеттәр төҙөп йөрөнө. Өйөн дә үҙ ҡулдары менән һалды. Баҡса үҫтерҙе, китаптарын сығарҙы, үҙе күреп өлгөрмәһә лә, улы тыуҙы. 

26 ғинуар көндө уға 60 йәш булыр ине. Өс балаһына атай булып, ике ейәнсәренә ҡартатай булып бәхетле йәшәр ҙә йәшәр ине. Ни хәл итәһең... Тормош ҡанундары шулай шул. Иманым камил, был донъяла эшләй торған эштәрен, үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә эшләп өлгөрҙө. Хатта үҙенең тыуып өлгөрмәгән балаһына, малай булырын белеп, Ихтирам тип исем дә ҡушып китте. Ғилман ҡустымдың иманы юлдаш булып, йәне йәннәттә булһын.

Сәүиә Ишкинина-Ғәниева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: