Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Май 2022, 22:55

Юл фажиғәһе ҡорбандары һаны артҡан

Аварияла йәрәхәтләнгән ҡыҙ бала дауаханала вафат булған

Юл фажиғәһе ҡорбандары һаны артҡан
Юл фажиғәһе ҡорбандары һаны артҡан

Бөгөн Әлшәй районында Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 89-сы саҡрымындағы аварияла йәрәхәтләнгән туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала Раевка ауылында үҙәк район дауаханаһында вафат булған, тип яҙа “Башинформ”. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хәбәр иткән. Шулай итеп, юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандары һаны өс кешегә тиклем артҡан.

Быға тиклем ҡапма-ҡаршы килгән «Volkswagen Polo» һәм «Ford Focus» автомобилдәре бәрелешеп, янып китеүҙәре һәм ике кеше һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: