Республикала административ бина һүндерелгән. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Нефтекамала пиротехника магазины һәм офистар 150 квадрат метрҙа янған. Йорттоң икенсе ҡаты емерелгән. Бер ҡатын бинанан үҙ аллы сығып өлгөргән, ул зыян күрмәгән. Тағы ла берәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Уның мәйете емереклектәр аҫтында табылған.
Быға тиклем "Ейәнсура таңдары" Нефтекамала пиротехника магазыны яныуы тураһында хәбәр иткәйне.