

Кисә Өфөлә 10 йәшлек малай ЮҒАЛЫУЫ тураһында хәбәр иткәйнек. Торараҡ ул Салауат районында һау-сәләмәт ТАБЫЛДЫ. Әле был "сәйәхәт" тураһында мәғлүмәттәр билдәле булды.
Өфөлә йәшәгән ҡатын төнгө сәғәт 2-ләрҙә полицияға мөрәжәғәт итә. Улы йәкшәмбе урамда йөрөп килергә сыҡҡандан, ҡайтмаған. Малайҙың телефоны үҙе менән булмаған. Класташтары ла ҡайҙалығын белмәй булып сыҡҡан.
Ә хәл былайыраҡ булған. Урамға сыҡҡан малай компьютер клубына инергә була. Әммә аҡсаһы булмағас, ул үтеп барыусыларҙан һорана. Ул мөрәжәғәт иткән ҡатын такси саҡыртып, Салауат районына ҡайтып китергә торған була. Ҡатын "ашарға" тип аҡса һоранып йөрөгәнгә йәлләпме инде, баланы алып ҡайтырға була. Малай ҙа риза булып ултырып киткәс, таксиста ла шик тыумай.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә, малайҙың ҡасан, ҡайҙа, ниндәй машинаға ултырыуы, артабан таксистан ҡатын йәшәгән адрес асыҡлана. Малай әсәһенә ҡайтарыла.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәренең малайҙың әсәһенә, шулай уҡ уны икенсе районға алып ҡайтып киткән ҡатынға ҡарата һорауҙары бар.