Ҡамыр өсөн: 150 г аҡ май (иретелгән), 150 мл йылы һөт, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, он
Эслек өсөн: 0,5 - 1 кг ит (ҡош ите менән бигерәк татлы була бәлеш), 0,5 - 1 кг бәрәңге, 2 баш һуған, әҙерәк аҡ май, тоҙ, борос.
Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. Иң ҙурын йәйеп, табаға һалырға. Уға эслекте бушатып, икенсе өлөшө менән ҡапларға, остарын тоташтырырға. Тағы ла бәләкәй йәймә менән видеолағыса бәлештең өҫтөн биҙәргә. Бәлештең уртаһындағы тишекте йомроҡас менән ҡапларға.
190 градусҡаса ҡыҙған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерергә.
1,5 сәғәттән һуң бәлеште сығарырға, өҫтөндәге "ҡапҡасын" асып, ярты стакан ҡайнар һыу(уға ҡаҙ майын ҡушып ебәрһәң дә була) йәки һурпа ҡойорға. Бәлештең өҫтөн аҡ май менән һылап сығырға (ҡамыры ҡаты булмаҫ). Бәлеште фольга менән ҡаплап, йәнә 30 минут бешерергә.
Байрам табынының биҙәге булырҙай татлы, һутлы ла ҙур бәлеш әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын!