Ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән, төн йоҡоларын да ҡалдырып, ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән, һәр шылтыраған тауышҡа һиҫкәнеп, улы тип йүгереп килгән, ахыр сиктә изге доғаларын уҡып, уларҙың иҫән – һау ҡайтыуҙарын теләгән Буранғол ауылының яугир әсәләренә һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел. Улдарын көткән әсәләрҙең теләктәре бер генә: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, бөркөттәре иҫән-һау ғына тиҙерәк ҡайтһын. Беҙ ҙә уларҙың теләктәренә ихлас ҡушылабыҙ.
Буранғол моделле китапханаһында “Әсәләр көтәләр улдарын" тип исемләнгән осрашыу кисәһе ойоштороп үткәрелде.
Илдәге һуңғы ваҡиғалар арҡаһында бик күп кешеләр, бигерәк тә мобилизацияға эләккән һалдаттарҙың ата-әсәләре йылы һүҙгә мохтаж. Ошо йылы һүҙ бигерәк тә кеше тормошонда бик кәрәк һәм уларҙы тынысландырырға , әҙерәк күңел хәсрәттәрен баҫырға ярҙам итә.
Был кисәлә өс әсә ҡатнашты. Йылы һүҙҙәр, яҡшы теләктәр менән әсәләр үҙҙәренең балалары тураһында һағынып һөйләне. Уларҙың нисек хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләнеләр, күңелдәрендәге борсолоуҙары менән бүлештеләр. Гөлниса Аҡбутинаның, Шәмсинур Исхаҡованың, Мәүжиҙә Хәлитованың моңло йырҙары, Клара Ҡунаҡҡужинаның, Алина Ҡазбулатованың изге-матур теләктәре әсәләрҙең күңеленә хуш килде... Бер-береһенә һаулыҡ теләп, балаларының иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләнеләр.
Улдарын хеҙмәткә оҙатҡан ата -әсәләргә - сабырлык , һаулыҡ, тиҙерәк илдә тыныслыҡ булыуын теләйбеҙ!