+5 °С
Ясна
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә –3 градусҡаса һыуыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 18 мартта, аяҙлы-болотло була, төндә ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +7...+9, төндә +2...+4 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 19 мартта, башлыса болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +4...+5, төндә 0...+1 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан иҫә, талғын.
Кесаҙнала, 20 мартта, шулай уҡ аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +2...+4, төндә –3...–2 тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.