Бүребай ҡасабаһы ҙур түгел. Һәр хәлдә, Ғилмандың белмәгән өйө, танымаған кешеһе юҡ. Бөгөн уға үҙе йәшәгән урам тынып ҡалған һымаҡ. Яңғыҙлаталар уны малайҙар. Ғилман сәбәбен асыҡ белә, ләкин һыр бирмәҫкә тырыша. Тешен ҡыҫып булһа ла түҙә. Кем белә, бәлки, тиҙҙән аңлашып, яңынан дуҫлашып китерҙәр. Ә бөгөн... Бөгөн ул япа-яңғыҙ. Уҡыу тамамланып, йәйгә сыҡҡанда шулай булып ҡуйыуы насар, әлбиттә. Үҙенән дүрт йәшкә кесе Сәлимйәнде дуҫ тип атап булмай ҙа баһа. Шул ғына килеп маҙаһыҙлап китә уны. Ҡалған малайҙар өсөн ул – бушлыҡ... Бына Ғилман йыш тапаған тыҡрыҡ. Уң ҡулда аллея тороп ҡалды. «Аллея» тип йөрөтһәләр ҙә, ысынбарлыҡта, ул кемдеңдер ташландыҡ баҡсаһы. Өйөн күсереп алып киткәндәр, баҡсаһы тороп ҡалған. Шау ағаслыҡ. Унда үҫкән иң оло ҡайын төбөндә бөгөн бер ҡыҙ ултыра. Бүребайҙыҡы түгел, Ғилман бындағыларҙың бөтәһен дә белә-таный. Ят ҡыҙ нимәлер бәйләй, энәләре, ҡояшҡа сағылып, ялт-йолт килә. Ҡыҙҙар ҡыҙҙар инде, бер һүҙ менән әйткәндә, сырылдаҡтар. Уларға иғтибар иткән юҡ. Ситтәрәк йөрөүең хәйерле. Ҡыҙ бәйләмен ситкә ҡуйҙы ла күккә төбәлде. Йылмая, етмәһә. Күккә ҡарап, алйот кеше һымаҡ бер үҙең көлөп ултырсәле... Ғилман, әлбиттә, ирештермәйенсә үтергә тейеш түгел.
– Эй, асығауыҙ, һауанан ашарға төшөрәләрме? Әллә аҡса яуҙыралармы?
Ҡыҙ тауыш килгән яҡҡа боролдо. Күк күҙҙәр хәҙер малайға ҡарап йылмая ине.
– Мин ҡош булғас, болот өҫтөнән осоп йөрөйәсәкмен! Ямғыр яуғанда ла ҡанат сыланмаясаҡ! Ләкин Икар һымаҡ ҡояшҡа ла бик яҡын килергә ярамай!
Ғилман бындай яуапты көтмәгәйне. Ул, ғәҙәттә, ҡыҙҙарҙың зитына тейергә тырыша һәм теләгенә ирешә. Тегеләр тағы ла әсерәк яуап ҡайтара. Бүребай ҡыҙҙары менән шулай аралаша ул. Әлеге яуап унда бары ғәжәпләнеү генә уятты. Ләкин үтә бер ҡатлы булып күренергә лә ярамай. Шуға күрә Ғилман тауышына ҡатылыҡ сығарып һораны.
– Ниндәй ҡош? Ул нишләп ҡояшҡа яҡын барһын?
– Үҙем ҡош булғас, тием.
– Ҡасан?
– Ҡасан да булһа кешеләрҙең йәне ҡошҡа әйләнә. Мин турғай булыр инем.
– Тфү, турғай ҙа булғанмы ҡош! Теңкә ҡоротоусылар. Бүребайҙа йүнле ҡош та юҡ, белгең килһә. Ана шул сырҡылдаҡтар, тағы ла ҡарға менән һайыҫҡан. Һауаға ҡарап шуларға һоҡланып ултыраһыңмы, мәсхәрә!
Малай сыртлатып берҙе төкөрҙө лә ары атланы. Ләкин ят ҡыҙ һүҙен дауам иткәс, туҡталды.
– Күп зоомагазиндарҙа булғаным бар. Береһендә лә турғай юҡ.
– Ҡайҙа ул зоомагазиның?
– Питерҙа. Тыуған ҡаламда.
– Бәлки, ул магазиндарығыҙҙа күшеккән тауыҡ та юҡтыр! Һин тауыҡҡа ла әйләнә алаһың! Ул да ҡош, белгең килһә!
– Беҙҙең тәҙрәгә бер ҡошсоҡ килеп ҡунғанда, өләсәйем хәйер бирергә кәрәк, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа әйләнә, тигәйне. Мин бер ҙә көлмәнем...
Ғилмандың был турала ишеткәне юҡ ине. Шуға яуап урынына яурын ғына һикертте. Ғөмүмән, ҡыҙҙар менән ҡош-ҡорт тураһында ла, бүтән нәмә тураһында ла фәлсәфә һатырға иҫәбе юҡ.
– Мин ҡош булғас, үзем теләгән бөтә ерҙе барып күрәсәкмен. Бейектән матурлыҡ күберәк...
Ғилман ҡуҙғалған ерҙән тағы туҡтап ҡалды.
– Теләһәң, мин Бүребай тирәһендәге бөтә арыу урындарҙы күрһәтә алам! Бер ерҙә боронғо ҡаласыҡ та бар. Әҙ генә соҡоһаң, көршәк ватыҡтары сыға ла тора. Бында оҙаҡҡа килдеңме?
– Тотош йәйҙе ошонда үткәрәсәкмен.
– Тотош! Ә кемдәрҙә тораһың?
– Бына ҡаршылағы йортта. Инәйем йәшәй.
– Беләм мин Зәлифә инәйҙәрҙе.
– Ул атайымдың ике туғаны. Әсәйем дә бында. Без икәүбеҙ, – ҡыҙ йәнә шат йылмайҙы. – Ә ул ҡайтып киткәс, йә атайым, йә ағайым киләсәк. Бына шулай планлаштырылған.
Шул рәүешле танышып китте ул Рәйсә исемле ҡунаҡ ҡыҙы менән. Иртәгәһен аллеянан үтеп барышлай, иҫке таныш һымаҡ өндәште.
– Ҡош булманыңмы әле, бәлки, кире уйларһың? Беҙҙең турғайҙар һине ҡабул итерме икән? О-о, улай тиһәм, эргәңә йыйылып киткәндәр ҙә баһа! – Ғилман Рәйсәнең аяҡ аҫтында тиерлек һикерешкән ҡошсоҡтарҙы күреп ғәжәп итте. – Ошо тирәләге бөтә бесәйҙәрҙе йыйып алып киләм бит! Бына уларға әҙер һый, исмаһам...
– Дуҫтарыңды ашарға бирер инеңме?
Был һүҙҙе ишетеү менән, кәйефе ҡырылды. «Дуҫтар», имеш, хәҙер Гошаға ялағайланып, мине тотоп ашарға әҙерҙәр...»
– Ә нишләп һин шундай ҙур ҡаланан бында килдең? Әллә дуҫтарың юҡмы? Ҡала бит гөрләп тора. Бында бер үҙеңә күңелһеҙҙер ул... Дала, бушлыҡ...
– Даланы яратыу минең ҡандан килә.
Был яуаптан Бүребай малайы бик ҡәнәғәт ҡалды. Ни генә тиһәләр ҙә, ул бит – үҙ еренең илһөйәре, патриот.
Бөгөн Ғилман аллеяға иртәрәк ҡуҙғалды. Ҡунаҡ ҡыҙын боронғо ҡаласыҡҡа алып барырға ниәте бар. Бына шул саҡта даланы яратыу тураһында лаф орһа ла мөмкин. Аллеяла берәү ҙә күренмәй. Зәлифә әбей менән Ғилман һәр саҡ күрешеп йөрөй, тик өйҙәренә барып инеү уңайһыҙ. Рәйсәнең сыҡҡанын көтөп, ошо тирәлә йөрөр. Йә тәҙрәнән күреп ҡалыр ҙа үҙе йүгереп килеп сығыр... Малай күләгәлерәк ергә боҫто. Аҙмы-күпмелер ваҡыттан һуң, Зәлифә инәйҙәрҙең шығырлаҡ ҡапҡаһы асылды. Унан оло кәүҙәле бер ҡатын күренде. Рәйсәнең әсәһе булалыр, моғайын. Нимәнелер сығарҙы, тәгәрмәсле. Артына торҙо, этә шикелле. Бәй, был бит коляска! Рәйсә коляскала!? Ғилман баҫҡан урынында ҡатты. Коляска аллеялағы ширлек янына килеп етте. Әсә кеше балаһын күсереп ултыртты. Нимә тураһындалыр һөйләшеп алғандан һуң, буш колясканы этеп, ҡапҡа артына инеп юғалды. Ғилман яй, һаҡ аҙымдар менән Рәйсәгә яҡынлашты. Уны күреп ҡалыу менән ҡыҙыҡай ихлас көлөп ебәрҙе. Малай ҙа йылмайырға итте, тик был бер көсәнеү генә ине.
– Һинең кәйефең юҡмы? – тип һорай һалды ҡунаҡ ҡыҙ.
– Бар.
– Берәү ҙә ҡаты һүҙ әйтмәнеме?
– Әйтмәне.
– Бәлки, һине берәй проблема борсойҙор? Ләкин мәңгелек проблема булмай. Берәй ваҡыт барыбер хәл ителәсәк.
Ғилман иҫенә килгәндәй булды. Бындай һүҙҙәрҙе Рәйсә түгел, киреһенсә, Ғилман әйтергә тейеш тә баһа! Башҡа ошо фекер килгәс, ул үҙен ҡулға алды. Элеккесә ирештереп өндәште.
– Ишегалдында турғайҙар йонсота. Тауыҡ емен вис сүпләп бөтә лә ҡуялар. Мин ул мәскәйҙәрҙе тейәп, Питерға оҙатыр инем. Ҡара-ҡара, йөҙөң боҙолдо түгелме? Бәлки, һин бында уларҙы ас тип йәлләп ултыраһыңдыр? Уй, уларға еткән әрһеҙ ҡош юҡ!
– Әрһеҙ... Тик шуныһын да иҫеңдән сығарма, Бүребай малайы, улар асҡаҡ һыуыҡты бында, тыуған ерҙәрендә үткәрә! Кешеләр менән бергә! Мин дә, турғай булғас, тик яратҡан кешеләрем янында буласаҡмын!
– Һин аҡҡош бул. Уларҙы ижад кешеләре ярата.
– Юҡ. Ул саҡта үҙемә ҡәҙерле заттарға яҡын килә алмаясаҡмын. Алыҫта, кеше күҙенән ситтә, көн итергә тура киләсәк.
– Нишләп?
– Аҡҡош өсөн кеше ни тиклем алыҫта булһа, шул тиклем һәйбәтерәк. Унан, аҡҡош яҙмышын фажиғә менән дә бәйләйҙәр.
– Фажиғә, тиһеңме?
– Эйе. Бер аҡҡош һәләк булһа, икенсеһен дә үҙе менән алып китә, тиҙәр бит. Йәғни тегеһе яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн ҡаянан ташланып үлә. Мин берәүҙе лә бындай ғазапҡа дусар итмәҫ инем. Тормошто тормош булғаны өсөн яратам. Бына ошо бойоға белмәҫ турғайҙар шикелле. Тормошто ла, тәбиғәтте лә берҙәй ҡабул итәм. Ҡышты ла, йәйҙе лә! Хәс турғаймын!.. Турғай шундай бәләкәс, ҡайҙа теләй, шунда оса. Ҡанатлы булыу иҫ киткес шәп. Ләкин улар ватанын ташламай бит!
– Мин, мәҫәлән, бөркөттө турғай менән сағыштырмаҫ инем!
– Һәр ҡош үҙенсә матур. Ғөмүмән, ҡанатлы булыу һәйбәт! Теләгән бейеклеккә күтәреләһең, бәйләгән нәмә юҡ. Гүйә, ҡанатыңа бөтә ер шары һыя... – Рәйсә тултырып Ғилманға ҡарап алды. – Һин беләһеңме, мин нимә өсөн шулай хыялланам?
Малай тамаҡҡа тығылған төйөрҙө йотто ла һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Рәйсә асыҡ итеп йылмайҙы.
– Тимәк, һин мине аңлайһың.
Малай йәнә баш ҡаҡты.
– Мин донъяға шулай тыуғанмын, шулай йәшәргә тейеш. Был өмөтһөҙлөк түгел. Мине ҡанатландырыр матурлыҡ ҡайҙалыр алыҫта, киләсәктә.
– Матурлыҡ ул бөтә ерҙә лә бар, мин үҙем шулай аңлайым. Әйҙә, һине үҙем әйткән боронғо ҡаласыҡҡа алып барам, – тине малай. Шунан аҡланғандай өҫтәне. – Унда әллә ни матурлыҡ юҡ-юғын... Ул үткәндең матурлығы. Ләкин емереклектә лә тарих бөйөклөгөн күрергә була. Һин киләсәк тураһында әйттең, ә мин үткән тураһында. Ул да, аңлай белһәң, ҡанатландыра!
– Һин һәйбәт малай, Ғилман. Ысын дуҫһың.
– Юҡ, – тип баш сайҡаны малай. – Һәйбәт түгел, насар кеше мин. Шулай булмаһа, Гоша ла мине «һатлыҡ йән» тип атамаҫ ине.
– Гоша! Кем ул?
– Беҙҙең ҡасабаның бер атаманы. Бөтә малайҙарҙы усында ғына тота. Шуға уларҙың береһе лә минең менән уйнамай. Тыңламай ғына ҡараһындар, Гоша уларҙың кәрәген бирәсәк! Тимәк, мин уларҙың бөтәһе өсөн дә һатлыҡ йән.
Рәйсәнең күҙендәге шатлыҡ һүнде. Ул хәҙер үтә лә етди ҡиәфәткә инде. Ниңәлер баш сайҡаны. Ғилман һөйләгәнгә ышанмаҫҡа итә, ахырыһы.
– Мин – һатлыҡ йән, – тип ҡабатлай малай. – Гоша үсен аласаҡ әле.
Рәйсәнең йөҙө алһыуланып китте.
– Нишләп әле һин үҙеңде үҙең алдайһың? Теләйһеңме, мин хәҙер һиңә судья булам! Нисек була ул һатлыҡ йән?
Рәйсәнең уны яҡларға тырышыуын аңлай Ғилман. Эскә йылы йүгерҙе. Шуғамылыр, уңайһыҙланыу, тартыныу кисермәй асылып китеп, булған хәлде һөйләп ташланы. Ысынлап та асыу, нәфрәт, рәнйеү һәм башҡа кисерештәрҙе бер үҙеңдә күпме йөрөтөргә була? Эс бушатыр кеше лә юҡ ине бит... Ситтән килгән кеше, яңы дуҫ, моғайын, уны аңлай алыр. Ғилмандарҙан әллә ни алыҫ та түгел Рәсилә апай йәшәй. Сәлимйән тигән улы бар уның. Башланғыс синыфта ғына уҡый. Ире эсеүгә һалышып, өйҙән сығып китеүенә лә күптән. Уны хатта Сәлимйән дә йүнләп хәтерләмәй. Рәсилә апай йыйыштырыусы булып эшләй. Сәләмәтлеге лә шәп түгел. Бер көндө дарыу алырға тип, улына аҡса тоттороп сығарып ебәрә. Үҙенең эйәрсәндәре менән торған Гоша уны ҡул иҙәп кенә янына саҡыра ла аҡсаһын тартып та ала. Ғилман да, бүтән малайҙар шикелле, ҡаршы сығып бер һүҙ ҙә әйтә ялмай. Бөтәһе лә ауыл атаманынан ҡурҡып торалар. Һуңынан Рәсилә апайҙың мәктәп директорына барғаны ишетелә. Малайҙарҙы берәм-берәм саҡырып һорашалар, тик береһе лә дөрөҫөн әйтергә батырсылыҡ итмәй, йәнәһе, улар Гоша менән бер ерҙә йөрөмәгәндәр. Нимә булғанын белмәмеш тә күрмәмеш. Үҙенең ҡурҡаҡлығынан, бәләкәс малайҙы яҡлай алмауынан йәне көйөп йөрөгән Ғилман иһә дөрөҫөн һөйләне лә бирҙе. Шунан инде былай ҙа тәртипһеҙлеге менән дан тотҡан Гошаны мәктәптән ҡыуалар икән, тигән хәбәр таралды. Ысын булдымы был хәбәр, бушмы, һәр хәлдә атамандың ҡаты янауы килеп етте. Шулай булмаһа, бергә уйнаған малайҙары хәҙер Ғилманды урап уҙмаҫ ине. Улар барыһы ла Гошаның фарманына һүҙһеҙ буйһона.
– Ысын дуҫтар булһа, улар һине ташламаҫ ине. Донъяла намыҫлы йәшәүе ауырыраҡ...
– Бер рәхмәтле кеше бар. Ана шул бәләкәс малай. Ул мине әллә герой, әллә үҙенең яҡлаусыһы итеп күрә. Көн дә килә лә тора.
– Кем белә, бәлки, берәй ваҡыт ул һинең иң яҡын дуҫыңа ла әйләнер. Ул бит мәңге бәләкәй булып ҡалмаясаҡ. Ҡурҡаҡтар ғына үҫә алмай, сөнки уларҙың йәндәре лә бәләкәс.
– Бәләкәс малай, ана, бер ҙә көттөрмәй. Килеп тә тапты, – Ғилман ырғый-һикерә был яҡҡа ыңғайлаған Сәлимйәнгә ишараланы. –- Әйтәм бит, минән бер тотам да ҡалмай.
Рәйсә лә малайға дуҫтарса ҡул болғаны.
– Һин маҡтаған боронғо ҡаласыҡҡа бергә барабыҙ!
Рәйсә көршәк ярсыҡтарын оҙаҡ әйләндергесләп ҡараны.
– Һин әйткәнгә бигүк ышанып та бөтмәгәйнем. Былар, ысынлап та, бик боронғо бит! Питерҙы мин үлеп яратам. Юҡ, тыуған ҡалам булғаны өсөн генә түгел, тере тарих булғаны өсөн. Ундағы архитектура ҡомартҡыларына иҫ-аҡыл китерлек. Минеңсә, уға еткән ҡала юҡ. Ә был ерҙең тарихы меңәр йыл элек башланған. Өйрәнелмәгән, тарихҡа индерелмәгән, халыҡҡа еткерелмәгән... Ошо һеҙ тапҡан ҡаласыҡ донъяны таң ҡалдырырлыҡ боронғо цивилизация тураһында һөйләмәйме икән?
Улар ҡайтырға сыҡҡанда эңер төшкәйне инде. Ғилман арттан колясканы этеп бара, йәнәшәһендә Сәлимйән ырғый-һикерә. Ҡай саҡ ул да коляскаға килеп йәбешә. Өҙлөкһөҙ тәтелдәп килгән бәләкәй малай, Таналыҡ йылғаһы аша һалынған күперҙе сыҡҡас, шып туҡтаны ла ҡалды. Муйыны һуҙылыбыраҡ алға текәлде. Бер заман артҡа сигенгәндәй итте. Ғилман, аптырап, башта Сәлимйәнгә, артабан ул төбәлгән яҡҡа ҡараны. Үҙенең дә йөрәге жыу итеп китте. Боролоштағы йырындан Гошаның башы күренә. Ул күптән өс юлдашты күҙәтә ине, ахырыһы. Бына ул ашыҡмай ғына килеп сыҡты. Уның артынса – эйәрсәндәре. Гошаның ауыҙы мыҫҡыллы салышайҙы.
– Йә-йә, нишләп туҡтап ҡалдың? Һин бит герой! Ҡыйыуыраҡ бул, герой!.. – Унан ҡашын емереп, аҡырып ебәрҙе. – Атла был яҡҡа! Йылдамыраҡ бул! Ан-ну-ка, йүгер!
– Малайҙар, аҡыллыларым, ул миңә ярҙам итә. Беҙ үҙ юлыбыҙҙан китәйек, һеҙ үҙ юлығыҙҙан!.. – Уларҙың кемдәр икәнен аңғарған Рәйсә ялбарып тигәндәй өндәште.
– Ә һин ауыҙыңды яп!
– Егеттәр...
– Һин һатлыҡ йәндең мөхәббәтеме әллә? – Гоша мыҫҡыллы итеп көлдө. Уға ҡуштандарының береһе ҡушылды:
– Үҙенең теле булмағас, хәҙер адвокат йөрөтә!..
– Ҡыҫылмай ғына тор мин һөйләшкәндә! – Гоша тегегә екерҙе. – Һеҙҙең арала ҡайнар мөхәббәт, тимәк! Ә беҙ туй яһарға әҙер! Бына ошонда уҡ!..
– Ҡунаҡ ҡыҙын өйөнә алып барып ҡуяйым. Һуңынан һөйләшербеҙ, кәрәк булһа, – Ғилман, ҡаушауын белдермәҫкә тырышып, ашыҡмай ғына яуап ҡайтарҙы.
– Юҡ инде, брат! Беҙ һине бында бушҡа ғына көтөп торманыҡ. Хатта алтын ваҡытыбыҙҙы әрәм иттек!.. Алтын! Бүтәндәргә һабаҡ булһын өсөн хәҙер минең табанды ялап ғәфү үтенәһең, йә...
Ғилман, тешен ҡыҫып, колясканы тотҡан килеш алға ынтылды.
– Цыц! Нимә тиҙәр һиңә, кейәү егете! Ғишыҡтан башың әйләндеме? Мин әйткәнде лә аңламайһың! – Гоша баш ҡағыуға малайҙар Ғилмандың юлын быуҙы. Атаман ауыҙын кәүшәйтте, кеҫәһенән тәмәке алып ҡабыҙҙы. – Мыйығы ла сыҡмаған кейәүкәй! Туйыңа шулай ашығаһыңмы! Ха-ха-ха!
Эргәһендәгеләр, ялағайланып, ҡуша хихылданы. Ғилмандың сикәһе уттай ҡыҙҙы.
– Тормағыҙ юлда!
– Торһаҡсы! Нимә эшләтәһең беҙҙе? Кәләшеңде урлап ҡасырҙар, тиһеңме? Беҙгә ундайҙар кәрәкмәй. Беҙҙекеләр – во! Үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөйҙәр. Беҙҙең арттан да йүгерәләр. Ә һеҙ пар килгәнһегеҙ, имгәктәр!
Эйәрсәндәр йәнә кемуҙарҙан хихылданы. Рәйсәнең йөҙө ап-аҡ төҫкә инде.
– Егеттәр, һеҙ нимә һөйләгәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы!? Бөтәгеҙ ҙә бер иш түгел бит! Был һүҙҙе ҡурҡаҡтар ғына әйтә...
Ғилман үҙен-үҙе белештермәйенсә Гошаға табан атланы, теге иһә ауыҙын бәлшәйтте.
– Нишләп кәләшеңде ташлап ҡасаһың? Ул бит һине яҡлай!.. Ярата! Ундай кәләште күтәреп кенә йөрөтәләр! Һинең көс булмағас, коляскаға ғына ултыртаһың! Бәпәйҙе йөрөткән һымаҡ!.. Слабак! Тфү! Көсһөҙ!
Эргәһендә торған ике ҡуштаны эс тотоп, бөгөлөп-һығылып көлөргә кереште:
– Слабак! Имгәк! Күтәрергә көсө юҡ!
Ғилман йәшен тиҙлегендә эйелде лә Рәйсәне күтәреп алды. Алға атланы. Ҡапыл барыһы ла шым булды.
– Башһыҙҙар, нимә ауыҙығыҙҙы астығыҙ? Мин һеҙҙе, ҡәбәхәттәр! – Гоша әшнәләренә яман итеп аҡырып ебәрҙе. Ғилман үҙенә кем аяҡ салғанын күрмәне. Бары Рәйсәне ҡулынан төшөрөп ебәрмәҫкә тырышты... Гоша һөрәнләүен дауам итте:
– Бына шулай! Давай!.. Кәрәген бирегеҙ! Нимә ҡаттығыҙ, серек мейеләр?!.
Гоша бар көсө менән уны бәргесләй. Тик ҡуштандарының араһында баяғы татыулыҡ юҡ ине инде. Быны тойған атаман Ғилманды тағы ла ярһыбыраҡ типкесләргә кереште. Уға бер нисәһе ҡушылды. Атамандың дағалы ботинкаһы малайҙың баш осонда, күкрәк тәңгәлендә ялтыраны. Күҙҙән осҡондар күренде. Тауыштар тымды...
– Беҙ бит бәләкәйҙәр, Бүребай малайы... Беҙ әле бәләкәйҙәр. Ҙурайғас, берәй ваҡыт мине иҫеңә төшөрөрһөң. Ҡасан да булһа, берәй ваҡыт... Ә әлегә һин мине ошо килеш... Әлегә һин ошо килеш тә ярата алаһың. Сөнки әле беҙ ҙурҙар түгел, яҡшы күңелле малай... Унан инде... Мин ҡош булғас, йыш ҡына һинең хәлеңде белергә килеп йөрөрмөн...
Рәйсәнең тауышы. Ғилман әллә төш күрәме? Ҡайҙан килә был тауыш? Нисек ишетелә? Малай ҡалҡынырға итте, ләкин ауыртыныуға түҙә алмай кире ятты.
– Ғилман, иҫеңә килдеңме? Юҡ-юҡ, ҡуҙғалма, ят-ят. Хәҙер ярҙам килеп етер! Сәлимйән күптән йүгерҙе.
Күңел болғана. Уҡшыта. Аҙыраҡ хәл ингәндәй булғас, тәүге биргән һорауы шул булды.
– Малайҙар ҡайҙа?
– Улар был тирәлә юҡ. Таралыштылар. Бөтәһе лә Гошаға эйәреп китмәне. Улар бер иш түгел!
– Бөтәбеҙ ҙә бер иш – унан ҡурҡабыҙ...
– Һин Гошаны еңдең! Бынан һуң иптәштәрең унан элекке һымаҡ ҡурҡып йәшәмәйәсәк, Бүребай малайы!
Был һүҙгә ышаныуы ауыр, шулай ҙа эстә ятҡан бер йөк еңеләйҙе һымаҡ. Тамаҡ төбө ҡатҡан. Ғилман төкөрөгөн көс-хәл менән йотто.
– Рәйсә, әлеге хәлде берәүгә лә һөйләмә. Беҙҙең егеттәрсә генә аңлашыу булды. Берәүгә лә һөйләмәйем, тип әйт!
– Нишләп? Был бит дөрөҫ түгел!
– Гоша төрмәгә китһенме? Минең арҡала! Шулмы дөрөҫлөк?
Рәйсә уға күҙ йәштәре аша баҡты, шунан инде һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Ғилман тынысланды.
– Мин үҙем йығылдым. Күперҙән. Яҙа баҫтым да... Үҙем ҡолағас, үҙем баҫырмын, – Бүребай малайы ҡунаҡ ҡыҙға ҡарап йылмайҙы. – Рәйсә, һин дә аяҡҡа баҫырһың. Баҫыу ғына түгел, беҙ һинең менән вальс әйләнербеҙ. Улар алдында. Үс итеп.
– Һин хыялый малай! – Рәйсә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ҙурайғас, мин һине үҙем табиптарға йөрөтәсәкмен!
– Ғилман, дуҫҡайым, минең үҙемдең ата-әсәм – табиптар! Шуға ла бөтәһен дә беләм-аңлайым. Әйҙә, бөгөн һинеңсә булһын, ти!.. – Рәйсә, башын ҡырын һалып, уға ҡарап йылмая.
* * *
Дауахананан аҙна-ун көн сығармаясаҡтарын белгәс, Ғилмандың кәйефе төштө. Был осраҡта еңмешләнеп бер нәмә лә эшләп булмай шул, уға ризаһыҙ ғына танауын тартыуҙан башҡа бер сара ла ҡалманы. Көндәр әллә ҡалай яй үтә. Аҡ түшәмгә күпме текәлеп ятырға була һуң? Биллаһи-валлаһи, эшһеҙлектән аҡылдан яҙырға мөмкин. Бына шуға ла палатаға килеп ингән Сәлимйәнде күреү менән ауыҙы ҡолағына етте.
– Нисек үткәрҙеләр?
– Тс-с-с... Ипләп... – Малаҡай, оло кешеләр һымаҡ ҡыланып, һуҡ бармағын ауыҙына килтерҙе. – Мин бит йылғыр! Күрмәнеләр.
– Бәләкәс булғасһың, күҙҙәренә лә элмәгәндәр инде!..
– Көлмә минән! Фу, шундай тынсыу бүлмәлә нисек ятаһың! Тонсоғоп үлергә була бит!
Сәлимйән йүгереп барып тәҙрәне асты. Шул минутта тиерлек палатаға бер турғай пырылдап осоп килеп инде. Ғилмандың күҙендә осҡон ҡабынды.
– Тотоп бир! Тотоп бир миңә шуны! – тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайҙа барып боҫорға белмәгән ҡошсоҡтоң өҫтөнә Сәлимйән япма ташланы. Шул ыңғайҙа тиерлек йомарлаған усын ағаһына табан һуҙҙы.
– Мә, тот!
Тегенең йөҙөндә ҙур ҡәнәғәтлек сағылғас, барыбер һорамай түҙмәне.
– Бесәйгә ашатаһыңмы? Нимәгә ул бында һиңә?
– Сер, – тине Ғилман эре генә. Шунан әле генә дауахананан сыға алмаҫын иҫенә төшөргәс, өҫтәп әйтергә мәжбүр булды. – Серҙе уртаҡлашам, тик телеңде тый! Ошо ҡошсоҡто бөгөн Рәйсәгә алып барып бирәһең.
– Хушлашып бүләк итәһеңме?
– Ниткән хушлашыу, ти? Ул ошондай бәләкәс ҡошсоҡтарҙы ярата, белдеңме!
– Ғилман ағай, ә ул ҡасан ҡайтып китә, беләһеңме?
– Нишләп белмәй, ти, беләм – август аҙағында.
– Юҡсы! – Сәлимйән күҙен селт-селт йомдо. – Әле ҡайтырға йыйына ине лә баһа. Атаһы килгән. Алып ҡайта! Инде китмәгән булһалар!.. Туҡта, һин ҡайҙа киттең? Әй!..
Зәлифә инәйҙәрҙең ихатаһына барып инеү менән, күҙгә иң элек Рәйсә салынды. Ҡапҡа яғына арҡаһы менән ултырған. Ҡулында бәйләме. Ана, бәйләүҙән туҡтаны. Башын юғары күтәрҙе. Ҡыҙҙың күҙе хәҙер күктә. Бөтәһе лә элеккесә лә баһа! Юлға йыйынған әҙәм заты күренмәй бында. Ышан бала-сағаның һүҙенә... Ғилмандың аяҡ тауышын ишеттеме, әллә осраҡлы ғынамы, Рәйсә артына боролоп ҡараны. Йөҙөндә башта аптырау ғәләмәте сағылды, унан йылмайыу.
– Һине сығарҙылар ҙамы ни? Ә нишләп бындай кейемдә?
Ғилман йәһәт кенә ҡыҙҙың ҡаршыһына сыҡты һәм яуап урынына ҡулын һуҙҙы.
– Нимә тотҡанһың? Яҙ усыңды! – Рәйсә көлөп ебәрҙе. – Турғай ҙа баһа!
Ҡыҙ үҙенең усына күскән ҡошсоҡҡа һоҡланып ҡарап ултырҙы. Бер аҙҙан ҡарашы етдиләнде.
– Һине дауахананан сығарҙылармы?
Ғилман, гүйә, был һорауҙы ишетмәне:
– Һине, ысынлап та, алып ҡайтырға килделәрме? – тип ярһып һораны. Ҡыҙҙың йөҙө үҙгәреп китте.
– Уны һиңә кем әйтте? – тине әкрен генә.
– Тотош йәй Бүребайҙа булам, тигәйнең дә баһа! Бында буласаҡһың, шулай бит!
Рәйсә ашыҡмай. Ул малайҙың ниндәй яуап көткәнен белә. Бына, ситкә ҡарап, нимә тураһындалыр уйланды. Шунан ишетелер-ишетелмәҫ кенә яуап ҡайтарҙы.
– Эйе...
Инде Ғилман йылмайып ебәрҙе.
– Оҡшанымы минең бүләк?
– Оҡшаны.
– Тағы ла әллә ниндәй ҡоштарҙы күрһәтермен әле! Әле йәй оҙон.
– Бүләк оҡшай, ләкин мин ирекле ҡоштарҙы яратам. Осҡан ҡоштар ғына матур була.
– Беҙ бергә осорбоҙ, – тип яуапланы Ғилман. Был һүҙҙең ауыҙҙан нисек ысҡынғанын да белмәй ҡалды. Ләкин уға барыбер ине.
Рәйсә усындағы ҡошсоҡҡа, унан ҡаршыһындағы Бүребай малайына төбәлә. Унан күккә ҡараш ташлай. Күҙендәге әүәлге нур һүнә. Бына ул йәнә Ғилманға текәлә. Тик был юлы ҡарашы һалҡын, етди. Ул күҙен малайҙан алмаған килеш ҡулын юғары күтәрә, усын яҙа. Турғай юғарыға атыла.
– Яратмайым мин ҡоштарҙы, – тине шул саҡ Рәйсә. – Яратҡаным булманы һәм яратасағым да юҡ.
– Һин бит юрый ғына әйтәһең!
– Юҡ. Һиңә кемде яратҡанымды әйтәйемме?
– Кемде?
– Үҙемде генә яратам. Ҡай саҡ юҡ-барҙы һөйләп ташлайым, ҡош, имеш... Ҡыҙыҡ бит – кеше ышана.
– Шаяртма!
– Бүребай кешеләрен нимә менән булһа ла шаҡ ҡатырғым килгәйне. Быға мин өлгәштем. Тағы ла һине әллә нимәләр тип алдармын. Йыш күренмә был тирәлә... Тик үҙеңде генә яратырға кәрәк. Бүтән бер нәмәне лә, бер кемде лә түгел... Бар, кит. Бар.
Малайҙың өҫтөнә боҙло һыу ҡойҙолармы ни! Күҙен ҙур итеп асҡан килеш ҡунаҡ ҡыҙға текләне. Рәйсә керпек тә ҡаҡманы, үткер ҡарашын унан алмай ултыра бирҙе. Ғилманға йәлләп, хатта сирҡанып ҡарағандай.
– Ҡоштар иректә осһон. Берәүҙе лә, бер нәмәне лә борсорға тейеш түгелбеҙ. Мин алдаҡсыны ғәфү ит. Һин бөтәһен дә ысынға алдың...
Ғилман ихатанан нисек сығып киткәнен хәтерләмәй. Рәйсәнең тауышы ғына ҡолаҡта яңғырап торҙо. «Мин ҡоштарҙы яратмайым! Үҙемде генә яратам...»
Ғилман барҙы ла барҙы. Үҙ аяғы менән кире дауаханаға инеп китте. Өҫтәүенә, тымаулап, температуралап, ауырый башланы. Малай килеп киткәндең иртәгәһенә үк Рәйсә тыуған ҡалаһына ҡайтып китте. Быныһын ул һуңынан ишетте. Ҡыҙыҡай бүтән бер ҡасан да Бүребайға килмәне. Бер мәртәбә лә.
Бына ошо онотола төшкән ваҡиға зиһен төпкөлөнә ныҡлы инеп урынлашҡан булғандыр. Ғилман үҙе аңлап бөтмәһә лә, тормошона йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Тап бейеүсе ҡыҙға өйләнеүен, әле лә оҫта бейеүсегә битараф ҡала алмауын бүтәнсә нисек аңлатаһың инде? Мәктәпте тамамлағансы Рәйсә образы күңелдә йәшәне лә баһа! Һәм ул хыялында һәр саҡ үҙ аяғы менән атлап килә торғайны... Хатта вальста өйөрөләләр, имеш, тип, күҙ алдына килтергәне булманымы ни?
* * *
Бөгөн концерт ҡарап ҡайтҡас, бына ошо хәтирәләр ҡабат яңырҙы. Бейеүсе ҡыҙға һоҡланды ул.
– Аяғына күҙ ҙә эйәрмәй! Ҡалай тыпырлата! Әле бында уға еткәндәр юҡ! Ҡара-ҡара, шәп бит, ә! – тине Ғилман бисәһенә лә бер нисә тапҡыр.
Ҡайтырға сыҡтылар. Кешеләрҙең шат тауышы, ҡоштар һайрауы – бөтәһе бергә ҡушылған да үҙенсәлекле симфония хасил иткән. Матур шул йәйге көн. Ҡояштың байырға иҫәбе лә юҡ... Өйгә ингәс, Ғилман тәҙрә янына килеп баҫты. Ҡаршыла бер турғай өйөрөлөпмө-сойорола.
– Ғилман.
Сәйҙә өндәшә. Йомшаҡ тауыш эсендә ниндәйҙер борсолоу йәшеренгән. Ир артына боролдо. Сәйҙә уның эргәһенә килеп баҫҡайны инде.
– Ғилман, – тип ҡабатланы хәләл ефете. – Күпме һынағаным бар, һәр саҡ шулай. Бала-сағаның аяғына ҡарап, әллә кем булып талпынып ултырҙың, ҡартлас... Бөгөн дә.
– Шунан! – Ҡапыл-ҡара бисәһенә нимә тиергә лә белмәне. Инде үҙҙәренең балалары башҡаланып, үҙ аллы булып бөткәндә бындай мәғәнәһеҙ уйҙар ҡайҙан килә Сәйҙәһенә?
– Сәхнәгә талантлы, профессиональ бейеүсе булған ир-егет сыҡһа, өнөң дә ишетелмәй. Ә ҡатын-ҡыҙ күрҙеңме, аяғүрә тороп баҫаһың, әйтерһең, тотош залда бер үҙең генә...
Ғилман, күҙен ҙур асып, бисәһенә текәлде. Ысынлап та... Ысынлап та, Сәйҙәһе дөрөҫ әйтә лә баһа! Бейеүсе ҡатын-ҡыҙға битараф түгел ул. Ниңә? Сәйҙәһенә лә бит ул бейеүсе булғаны өсөн өйләнде. Дөрөҫөрәге, бейеүе менән әсир итте егетте. Тап ошо оҫталығын белгәнгә тиклем Ғилман Сәйҙәгә битараф ине лә баһа. Ир, ҡатынына нимә тип яуап бирергә белмәй, хатта баҙабыраҡ ҡалды. Ахыр, ҡабат тәҙрә яғына боролдо. Уның кире әйләнерен көтөп кенә торғанмы ни, шул мәлдә теге кескәй турғай тәҙрәгә килеп тә ҡунды. Туҡ-туҡ... Йомроҡай, ҡупшыҡай... «Мин ҡош булғас...» Ҡапыл эсте көйҙөрөп, ялҡын дөрләп уҙҙы. Нисек тоҡанды, шулай һүнде. «Мин ҡош булғас...» Ғилман ҡайырылып ҡатынына ҡараны һәм шул килеш тора бирҙе.
– Өндәшмәйһең, – Сәйҙә моңһоу йылмайҙы. – Тик ҡай саҡ миндә лә күңел барлығын онотмаҫҡа кәрәк. Бына шуны ғына әйтергә теләгәйнем.
Ғилман йәнә тәҙрә яғына ҡараш ташланы. Ҡошсоҡ юҡ ине инде. Күңелдең иң төбөнә инеп йоҡоға талған хәтирәне турғай уятып китте. «Мин ҡош булғас...» Ғилман асыҡ аңланы – уның ғәйебе лә, аҡланыуы ла ошо хәтирә менән бәйле.
– Сәйҙә, хәҙер һин мине тыңла...
Ул үҫмер йылдарын иҫкә төшөрҙө. Ҡатыны сабыр ғына тыңланы.
– Бер ир баланың хәтерендә уйылып тороп ҡалған йәй, аяҡһыҙ ҡунаҡ ҡыҙ... Онотҡан да һымаҡ инем. Күңелгә йылы хис һалырға өлгөрһә лә, асылда, ул таш бәғерле булып сыҡты. Бына шул ғына, – тине Ғилман эске әрнеүен йәшерергә тырышып.
– Шул ғынамы? – ҡатыны нишләптер ҡабатлап һораны. Ғилман яуап урынына иңбашын ғына һикертте.
– Бер нәмәне аңламаным, нишләп ул баланы таш бәғерле тинең? – тип ҡабатлап һораны Сәйҙә.
Ғилман был юлы ла өндәшмәне. Сәйҙә уға яҡыныраҡ килде һәм күҙенә тура ҡарап һораны.
– Ысынлап та шулай уйлайһыңмы, Ғилман? Ул бит киләсәгегеҙ хаҡына... Дөрөҫөрәге, һинең киләсәгең хаҡына шул һүҙҙәрҙе әйтергә мәжбүр булған. Һин – уның фажиғәһе һәм балалыҡ мөхәббәте. Үҙемде яратам, тиеүе шул хис менән көрәш түгелме ни? Һине яратам, тиеүгә бәрәбәр ҙә баһа. Ошо уй бер ҡасан да башыңа инеп сыҡманымы? Эх, һеҙ, ирҙәр!.. Йөрәгенә ҡан һауҙырған шул һүҙҙәрҙе әйтеп, ул бит ҡаһарманлыҡ эшләгән. Үҙең менән көрәшеү... Һин уның тәүге мөхәббәте... Хәйер, быны һиңә белеү кәрәкмәгәндер ҙә. Ниңә хәҙер килеп уны мин, үҙ бисәң, аңлатып торорға тейеш?
Ғилман Сәйҙәһенең күҙенә туп-тура ҡараған килеш тора бирҙе.
– Бәхетле булыуыңды, үҙ тиңең менән ҡауышыуыңды теләгән кеше генә шулай әйтә ала. Күңеле ҡанатлы ҡыҙ ҡошто иреккә, үҙ осошона ебәргән. Тимәк, минең һәм һинең хаҡыңа әйтелгән һүҙҙәр... – Ҡатыны Ғилманды ҡосаҡлап алды. – Мин һине берәүгә лә бирмәйем.
Ғилман ҡатынының һуңғы һүҙенән көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Йүләркәй һин, Сәйҙә...
Күптән инде ҡартатай-ҡартәсәй булып бөткәс-иккәс, бындай һүҙҙе ишетеүе сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та икән. Шөкөр, улар һәр ваҡыт аңлашып йәшәне. Дөрөҫ, Сәйҙәһен рәнйеткән, хәтерен ҡалдырған саҡтары булманы түгел, булды... Сабыр уның хәләле, кисерә белде. Ир, һүҙһеҙ генә ғәфү үтенгәндәй, ҡатынын ҡосаҡлап, арҡаһынан һыпырҙы. Бер ыңғайҙан күҙе тәҙрәгә төштө. Шул саҡ ялп итеп һоро турғай килеп ҡунды. «Мин ҡош булғас...» Ғилман, ниндәйҙер серҙе аңларға теләгәндәй, ҡошсоҡҡа төбәлде. Турғай һутлы мәрйен күҙе менән тултырып ҡарап алды ла пырылдап осоп та китте
Фәрзәнә Аҡбулатова.