Мәҙинә башы ауыртып уянды. “Йә инде, нисек йоҡлап ҡалып эшкә һуңламағанмын,–тип һөйләнә-һөйләнә тора һалып урынын рәтләп тә тормайса йшәл япма менән генә ҡапланы ла битенә крем һөртөп, пудра һипкеләп (ул 30 йәштән һуң, йыуынмаһаң да ярай, биткә сирыш сыҡмай, тигәнде күптән интернет селтәренән уҡығайны инде) эшкә йөрөтә торған сумкаһын алды. Полиэтилен пакетты эҙләп табып ҡайтышлай магазинға инермен, тип өйҙән сығышлай янсығын ҡараһа–юҡ.
–Бына биғәләш, был ҡайҙа булды икән? Кисә генә ошо сумкама һалдымсы. Әллә юғалтып ҡалдырҙым инде?
Бөтә фатирҙы айҡап сығырға уйы бар ине, тик сәғәткә күҙ һалғас, эшкә һуңлаясағын аңлап, тиҙерәк ишекте япты ла, һул ҡулы менән бикләндеме икән, тип этеп ҡараап автобус туҡталышына йүгерҙе.
Автобусҡа ултырғас та сумҡаһы эсендәге әйберҙәрен берәм-берәм байҡап сыҡты.
–Йә инде, ҡайҙа булырға мөмкин ул янсыҡ? Кисә сепрәк сумкаға урап ошонда дәфтәр араһына һалғайнымсы.
–Ғәфү итегеҙ, нимә тиһегеҙ?– тип уға боролдо эргәһендә ултырған ир.
– Мин бер нәмә лә тимәнем!– тип Мәҙинә тәҙрә аша бер-бер артлы уҙған машиналарҙы ҡараған булды, ә эстән генә кисәгеләрҙе хәтерләй башланы.
– Э-эй, ул ни теге Ғилмановтарҙа тороп ҡалғандыр ул. Эшкә барғас һорайым әле. Эйе шул, ҡунаҡтар өҫтәл артына ултырғас, кескәй балалары уйнайҙар ине беҙ сисенгән яҡта. Моғайын да сумка эсенән шулар тартып сығарғандыр,– тигән уйға килеп ҡуйҙы, аптырған ҡатын. – Әтеү сепрәк сумкаһы- ние менән бергә ҡайҙа булһын ул?!
– Икенсе туҡталыш һуңғыһы!– тип шофер иғлан иткәс, йүгерә-атлай эшкә ҡабаланды Мәҙинә.
Төшкә тиклем көндө үткәрә алмай йонсоно, аптырағас, ҡайғыһын Ғәлимә әхирәте менән уртаҡлашты.
– Әйҙә һуң, улай булғас, һәғәттә генә телефондан Ғилмановтарға шылтыратайыҡ. Уларҙа булһа, әйтреҙәр, моғайын.
Тик аҡсалы янсыҡ уларҙа юҡлығын ишеткәс, Ғәлимә менән үткән көндө барлап сыҡтиылар.
– Кит әй, бәлки эштә тороп ҡалғандыр ҙа, берәйһе алғандыр. Ана Сабира тейгәндер әле. Шуның ҡулы тик тормайҙыр. Хатта ҡарап торошо хәс тә мужик инде. Үҙе ай-һай, модно кейенгән була. Ул эшләпәһен, һиңә әйтәйем, еҙ батмус кеүек. Енем һөймәй шуны. Утыҙ меңгә генә нисек улай кейенергә була ул, ә?– тип ҡарашын Мәҙинәгә төбәне.
– Әллә инде, алһа ул да адғандыр. Күрмәгәс, ҡулынан тотмағас, ни тип әйтәһең инде?!
– Әй, күрһәң дә, күрмәһәң дә, шул алған, шул! Башҡа берәүҙең дә ҡулынан килмәҫ.
Ғәлимә менән Мәҙинәнең бөгөн эштәре шул булды: Сабираны күҙәттеләр – янсыҡ-маҙар тотонмаҫ микән, аҡса тураһында һүҙ сыҡмаҫ микән, тип алйынылар.
Төштән һуң Сабира юҡ булғас, был ҡайҙа китте?–тип баш ваттылар.
– Балалар баҡсаһында ҡыҙы ҡапыл ғына сирләп киткән, – тигәс, ышанманылар:
– Шулай булмай ни, теге аҡсаны тотонорға сығып китте инде, бур Сабира!– тип хәбәр ҙә һалып ҡуйҙы Ғәлимә.
– Китсе, ниңә улай тиһең?– тип аптырашты башҡалар.
– Атаҡ, шулай тимәй, кисә генә Мәҙинә зарплата алып килде һаҡлыҡ кассаһынан, эштә ҡарамаған, шунан һуң Ғилмановтарға яңы өй менән ҡотларға барҙыҡ. Бөгөн иртән ҡараһа– аҡса юҡ!
– Аһ-аһ, кисә Сабира эштә булманы ла баһа, ауылға барып килгәйне, шунда балаһына һыуыҡ тейҙергән дә инде,– тине компьютер артында ултырған Тамара.
– Булманы шул, үҙем ишеттем директорҙан отгул һорап ғариза менән ингәнен.
– Улай икә-ән,– тип ыңғыраны Мәҙинә.
– Ҡара әле, Мәҙинә, һин магазинға колбаса алырға барғайның түгелме һуң? Бәлки шунда онотҡанһыңдыр ул?– тине Һәҙиә апай.– Ғилмановтарға барышлай колбаса алам тип киттең бит һуң?
– Ысынлап та, шул магазинда онотҡанмын инде. Әйҙә, Ғәлимә, барып киләйек. Күрмәнек, тиерҙәр әле...
– Бирмәй ҡараһындар!–тип һөйләнә-һөйләнә юл аша магазинға сығып киттеләр.
– Сумка менән янсыҡты һеҙҙең прилавкала онотоп ҡалдырғанмын,– тине Мәҙинә үҙен бик иғтибар менән тыңлап торған ҡыҙға.
– Берәйһе алмаһа, мин янсыҡ та, сумка ла күрмәнем,– тине һатыусы ҡыҙ ирендәрен ҡымтып.
– Һеҙ шул күрһәгеҙ ҙә күрмәмеш инде. Һеҙҙең ҡулға аҡса килеп эләкһә, ысҡынмай ҙа ул!– тине Ғәлимә йәш ҡыҙға зәһәр ҡараштары менән сәнсеп.
– Мине белмәгән көйө ниңә улай ғибрәт итәһегеҙ?! Миңә үҙемдең аҡса ла етә, Аллаға шөкөр. Кеше өлөшө кәрәкмәй!– тине ҡыҙ ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарып.
– Аһ, беҙгә белеү кәрәкмәй, бөтә һатыусыларҙың да алдаҡсы, уғры икәнен бик яҡшы беләбеҙ! Иҫбатлау кәрәкмәй!– тине Мәҙинә асыу менән.
– Ҡара-ҡара, ниңә улай мине мыҫҡыл итәһәгәҙ ул?! Ҡулымдан тоттоғоҙмо әллә?
– Тоторбоҙ ҙа! Аҡсаны шул һин алмай, кем алһын? Әллә беҙҙе алйотҡа һанайһыңмы? Хәҙер барабыҙ директорығыҙға.
– Нимә булды?!
– Ниндәй тауыш? Ығы-зығы?
– Анау һатыусы бынау ҡатынды алдаған.
– Улар алдарға шәп! Кешегә еткермәй үлсәп күпме байыйҙар.
– Күрмәйһеңме ни, йәп-йәш нәмә бурҙаттай ҡыҙарып алтын алҡа кейеп алған. Шул харам аҡсаға булмаһа, уларҙың зарплатаһы сүптәй,– тиештеләр һатып алыусылар.
Директор янына ингәс, Мәҙинә менән Ғәлимә туранан тура:
– Һатыусы ҡыҙығыҙ прилавкала ононтолоп ҡалған сумка менән янсыҡты алған,– тип хәбәр һалдылар.
Һатыусы ҡыҙҙы ла саҡырҙылар.
– Алманым мин, Фәрит Ғәйнетдинович, кешенең бер тинлек әйберенә лә ҡағылғаным юҡ, билләһи,–тип иланы.
– Ярар, бар эшеңдә бул, әтеү халыҡ йыйылып киткәндер, шаулаша башланылар. Ә һеҙгә, сибәр ҡатындар, бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Милицияға мөрәжәғәт итегеҙ,– тип оҙатып ҡуйҙы директор.
– Ярҙам итә алмай, имеш. Үҙенә лә өлөш сығалыр әле көн һайын.
– Күрмәһеңме ни, күҙе нисек майланып тора, тикмәгә генә гел йәш кенә һатыусыларҙы йыймағандар әле.
– Әллә Ғилмановтың ҡатыны ”беҙҙә юҡ”, тип алданы микән?– тине тамам аптыраған Мәҙинә Ғәлимәне ҡултыҡлап алып.
– Булыр-булыр, булмаҫ тимә. Ике бала менән өйҙә ултыра, аҡса етә тиһеңме ни уға. Бер иренең тапҡаны сүптәй генә.
– Эйе шул. Теге балалар сумканы тартып сығарһа янсыҡ менән, рәхмәт әйтә-әйтә йыйып ҡуйғандарҙыр әле кәрәк-ярағына.
– Йә, Хоҙай, инде кеше ризығына ҡул һуҙған әҙәмдең эсе китһен, ҡулы ҡороғоро!
– Битһеҙ, ишшо телефондан “бөтә өйҙө айҡап сыҡтым, юҡ!”– тигән була бит әле, асҡаҡ нәмә.
Ҡиәфәте бөтөп ҡайтып инде Мәҙинә кис өйөнә. Ниндәйҙер бер шикле еҫкә танауын сөйөп-сөйөп тын алып ҡараны. Өйҙә ниндәйҙер уҡшытырлыҡ һаҫыҡ еҫ бар ине.
– Ах, ҡороғоро бесәй, тағы фатирҙы тултырған икән!– тип итеге-ние менән үтеп бесәйен эҙләй башланы.
Мәхлүк күренмәгәс, ванна бүлмәһенән саңғы таяғы алып диван аҫтын тыҡшый башланы. Атылып сыҡҡан бесәй менән бергә сепрәк сумка ла таяҡҡа эйреп сыҡты. Сумканың бер сите колбаса менән бергә сәйнәлгән, янсығы ла ята.
– Йә, Хоҙай, күпме кешене рәнйеттем бит, мәлғүн бесәй! Арам тамаҡ!!!Хашшаҡ!!–тип Мәҙинә янсыҡтағы аҡсаны һанай-һанай, диванға ауҙы. Аҡса теп-теүәл ине.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.