Ә ысынбарлыҡта иһә Әлфиә Энгельс ҡыҙының тормош юлы еңелдәрҙән булмай. Ике айлыҡ ҡына сағында әсәһе уны өләсәһе ҡарамағына ҡалдырып, Урта Азияға сығып китә. Өләсәһе заманына күрә уҡымышлы була. Ейәнсәрен ҡаты тота, эшкә өйрәтә, белем алыуын да контролләй. Ҡыҙ бер минут та тик ултыртмай тиерлек. Бәләкәйҙән ҡулынан бәйләм төшөрмәй, шәл, ойоҡбаш-бейәләй бәйләй.
– Өләсәйем ҡаты булһа ла, мине ныҡ яратты. Уның тәрбиәһе булмаһа, бәлки тормошомдағы ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ла алмаҫ инем. Көслө рухлы итеп үҫтергәненә рәхмәтлемен, ¬– ти Әлфиә апай.
Үҙе лә әрһеҙ, ныҡымыш булғандыр инде. 5-се кластан Маяҡ мәктәп-интернатында уҡый. Яҡшы өлгәшә,спорт менән дуҫ була, шәп йүгерә, саңғыла ла йөрөй. Мәҙәни түңәрәктәрҙән дә ситтә ҡалмай. Ә кистәрен тәрбиәселәргә шәл ситтәре, ойоҡбаштар бәйләп, үҙенә кейем-һалымлыҡ аҡса эшләй.
Мәктәпте тамалағас әсәһе уны үҙе янына Үзбәкстандың Дуҫлыҡ ҡалаһына алып китә. Бында ла юғалып ҡалмай. 17 йәшлек ҡыҙ район хакимиәтенә төҙөлөштә эш һорап бара. Әммә уны йәше бәләкәй булыу сәбәпле, алмайҙар. Әммә финанс бүлегендә секретарь-машинист булырға тәҡдим итәләр. Күп тә үтмәй Сәмәрҡәндтә иҡтисадсы-бухгалтерға уҡып сығып, һөнәре буйынса эшкә урынлаша, кейәүгә сығырға ла өлгөрә. Ғаиләлә бер-бер артлы ике ҡыҙ һәм өс ул донъяға килә. Әсә балаларыҙы тәрбиәләргә лә, эшен алып барырға ла өлгөрә. Ни тиклем ауыр булмаһын, һынатмай.
Үҙгәртеп ҡороу башланғас тегендә башҡорт-татарҙарға ҡараш үҙгәрә. Тормош көтөүе ауырлаша. Балалар менән тыуған яҡтарына ҡайталар. Тыуған ауылы Әбүләйескә күрше торған Малиновкала төпләнергә ҡарар итәләр. Барактан бер бүлмә алып йәшәй башлайҙар. Бухгалтер булып ауыл хакимиәтенә эшкә урынлаша. Балалар мәктәптә уҡый. Ә тормош иптәше ғаиләһе менән оҙаҡ йәшәмәй, сығып китә.
– Балаларым атайһыҙ үҫһә лә шул тиклем аҡыллы булдылар, яҡшы уҡынылар, спорт менән шөғөлләнделәр. Ҡыҙҙарым ирҙәр эше, улдарым ҡатын-ҡыҙ эше тип айырып торманы, бергәләп эшләнеләр. Мәктәптән һуң ситтән тороп уҡырға инеп, үҙҙәре эшләп уҡынылар. Ҡыҙҙарым Тәнзилә менән Зурафо – Малиновкала, Алишер – Усинск, Рәвил Геленджик ҡалаһында төпләнде, – ти Әлфиә апай ғаиләһе менән таныштырып. – Ҙур улым янымда ҡалды. Бөтә балаларымды ла ныҡ яратам, әммә ошо Дамирым менән беҙҙең ниндәйҙер айырым бәйләнеш бар. Ул мин тип өҙөлөп тора, иң яҡын серҙәшем дә. Вахта менән төҙөлөштә эшләп йөрөнө лә үткән көҙ контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланды. Күптән барырға уйлай ине ул. Армияла Хабаровск өлкәһендә сапер булып хеҙмәт иткәндән һуң контракт төҙөп өс йылға ҡалғайны. Тәжрибәм булғас махсус операцияға мотлаҡ барырға тейешмен, тип һананы һәм ниәтен тормошҡа ашырҙы улым.
“Уйғыр” исеме менән йөрөгән яугир декабрь башында яралана. Әле ул госпиталдән һуң реабилитация үтә. Дошман снаряды ярсығы эләккән аяғы ныҡ һыҙлауға ҡарамаҫтан, ҡултыҡ таяҡтары менән яңынан атларға өйрәнә.
Үҙе алыҫта булыуына ҡарамаҫтан Дамир ошо арала күңел түрендә йөрөткән күптәнге хыялын тормошҡа ашырған. Ул әсәһенә газ һәм һыу үткән йорт һатып алған. Оҙаҡламай Әлфиә Энгельс ҡыҙы яңы булмаһа ла, әле торғанынан күпкә ҙурыраҡ һәм уңайлыраҡ йорт туйлаясаҡ. Яугир өлкәнәйә барған әсәһенең тормошон еңеләйтеү теләген, ир-егеттең мөҡәддәс бурыстарының береһе – йорт төҙөүҙе, был осраҡта һатып алып булһа ла, үтәй алыуына бик шат. Әлфиә Энгельс ҡыҙы ла улы менән сикһеҙ ғорурлана һәм Дамирҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Махсус хәрби операцияға юлланғандарҙың һәр ҡайһыһының үҙ маҡсаты, сәбәбе. Хәрби тәжрибәһе ил именлеге өсөн кәрәк тигән ниәттә контракт төҙөгән “Уйғыр” иһә күптәнге хыялын да тормошҡа ашыра алған.
Зәлиә Байғусҡарова.