ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

ЗӘЛИФӘКӘЙ

Мәскәү аръяғындағы Лакинский ҡалаһына эшкә барырға уны күрше ауылдан синыфташы Сәлимә өгөтләгәйне. Үҙ ғүмерендә хатта яҡындағы Сибайҙа ла барыһы бер-ике мәртәбә булған Зәлифә өсөн Владимир өлкәһендәге ҡала ер сигендә ятҡан һымаҡ тойолдо.

ЗӘЛИФӘКӘЙ
ЗӘЛИФӘКӘЙ

(Повесть)

Поезд ҡуҙғалырға ярты сәғәт самаһы ҡалғас, Зәлифә үҙенең вагонына инде. Урынын табып алды ла, ярайһы ғына ауыр сумкаһын аҫҡы кәштәгә ҡуйҙы. Утыҙ йылдан ашыу күрешмәгән Сәлимә әхирәтенә ҡунаҡҡа китеп бара ул. Май, ҡаймаҡ, ҡорот һымаҡ бергилке ауыл күстәнәстәре һалғас, шаҡтай ауырайҙы ла китте сумкаһы. Өҫтәүенә, ҡыш миҙгеле булыуын файҙаланып, бер аҙ туңдырылған ит тә һалып алғайны. Вагондағы башҡа пассажирҙарға иғтибар итмәй, ултырған килеш эстән генә ниндәйҙер доға уҡыны. Илле йәште аша атлауына ҡарамаҫтан, әле лә һылыулығын юғалтмаған. Дөрөҫөрәге, уның йөҙөнә ҡарап, йәш сағында бигерәк тә сибәр булғандыр, тип фаразларға була. Күҙе-ҡашына бер төрлө лә буяу-фәлән яғылмаһа ла, йөҙөндә үҙенә генә хас тәбиғи матурлыҡ сағыла. Ниндәй йәштә булыуына ҡарамай, мөләйем сырай ҙа кешене шулай матурлай, ахырыһы. Доғаһын уҡып бөтөп, устары менән битен һыйпап алғас ҡына тирә-йүндәгеләргә күҙ йөрөтөп алды. Ҡаршыһында ултырған ун ете-ун һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙға ҡарап, йылмайып иҫәнләште лә, бер-ике секунд эсендә уны баштан-аяҡ байҡай һалып алды. Уның төҫө-башы ҡала ҡыҙҙарынан бер ни менән дә айырылмауына ҡарамаҫтан, ни өсөндөр, ауыл ҡыҙылыр, тип уйланы.

– Ҡайҙа юл тоттоң, ҡыҙым? – тине Зәлифә тик әсә кешегә генә хас була торған йомшаҡ тауышы менән.

– Өфөгә, – тине ҡыҙ бер аҙ йылмайып. – Унан, самолет менән Мәскәүгә осорға тейешмен.

– Ә-ә-ә, улай икән, – тип һуҙҙы Зәлифә. – Оҙон ғына юлға сыҡҡанһың икән, ҡыҙым, хәйерлегә булһын, имен-һау йөрө. Уҡып йөрөйһөңмө унда?

Ҡыҙ интернет аша үҙенә оҡшаған эш тапҡанын, телефондан эш хужалары менән килешеп, ана шул эшкә урынлашыу ниәте менән баш ҡалаға китеп барғанын әйтте. Улар, шулай, күптәнге таныштарҙай, һөйләште лә киттеләр. Проводник билеттарҙы тикшергәс, поезд һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡуҙғалды ла, әкренләп тиҙлеген арттыра башланы.

– Эш хаҡын арыу ғына вәғәҙә итәләр. Башҡортостанда эш табыу мәсьәләһе ауыр бит, – тип ҡыҙ, оло кеше һымаҡ итеп, һығымта яһап ҡуйҙы.

– Эш табыу ҡыйын, тиһең инде, ҡыҙым, исемең кем әле? – Наҙгөл...

– Ҡарәле, Наҙгөл ҡыҙым, – Зәлифә уйланып алды, – Улар нимә генә вәғәҙәләмәҫ... Әммә ситтә йөрөгәндә һаҡ бул. Бер ҡатлыланып, ҡапыл да кешеләргә ышанып барма.

– Юҡ, апай, улар бигүк ышанмаҫлыҡ кешеләргә оҡшамаған. Телефон аша әҙәпле икәндәре һиҙелеп тора. Һәр ҡайҙа ла беҙҙең һымаҡ кешеләр бит...

– Ә-әй, әле йәшһең шул. Үтә лә ябай, бер ҡатлы икәнең күренеп тора. Мин дә ҡасандыр тап һиндәй генә сағымда ситкә сығып киткәйнем. Әммә һинең һымаҡ сәскәләй йәш сағымды кире ҡайтарып булһа, Наҙгөл ҡыҙым, Башҡортостанымдан бер ҡасан да, бер аҙым да ситкә китмәҫ инем... – Зәлифә бер аҙ һағайып ҡалды, «Сеү, ҡыҙым», тип, һуҡ бармағын күтәреп ишараланы ла, ултырған урынынан ҡалҡына биреп, вагон радиоалғысының борғосона үрелде...

Радионан ағылған илаһи, күңелдәргә үтеп инерлек моңло йыр көсәйә төштө:

Зәлифәкәй ҡайҙа – гөлбаҡсала,

Һыу һибә лә Зәлифә баҡсаға.

Зәлифәкәй һылыу ни хәл итһен,

Үҙ ағаһы һатҡас та аҡсаға...

Зәлифәнең күҙҙәре һағышланды. Моңһоу күҙҙәргә мөлдөрәмә булып тулған, бына-бына бите буйлап ағып китергә торған йәшен ҡулъяулығы менән һөртөп алды. Ниҙер күрергә теләгәндәй, ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәне лә тынып ҡалды. Быуаттар аша ошо көндәргәсә онотолмайынса халыҡ күңелендә һаҡланып килгән һәр башҡорт йыры һымаҡ, был йырҙың да үҙенә генә хас хикмәте бар ине шул. Кешеләрҙең, башҡорт кешеләренең аяныслы тормошо сағылған ошондай йырҙар ғына бик оҙаҡ йылдар быуындан-быуынға тапшырылып килә торғандыр...

Тыныс ҡына тыңлап булмай торған, үҙәк өҙгөс көй тәьҫирендә йәш юлдашы Наҙгөлгә үҙенең гөлдәй йәш сағын бәйән итте һылыу ҡатын. Илдән ситкә киткән башҡорт ҡыҙҙарын күргән-ишеткән һайын һәр саҡ үҙенең тормош юлын күҙ алдынан үткәрә ул...

* * *

Мәскәү аръяғындағы Лакинский ҡалаһына эшкә барырға уны күрше ауылдан синыфташы Сәлимә өгөтләгәйне. Үҙ ғүмерендә хатта яҡындағы Сибайҙа ла барыһы бер-ике мәртәбә булған Зәлифә өсөн Владимир өлкәһендәге ҡала ер сигендә ятҡан һымаҡ тойолдо. Русса ла яҡшылап һөйләшә белмәгән, быйыл ғына урта мәктәпте тамамлаған был ябай ауыл ҡыҙына әхирәте һис тә тормошҡа ашмаҫтай тәҡдим яһаған һымаҡ булды.

– Ҡурҡма, унда беҙҙән башҡа ла башҡорт ҡыҙҙары бик күп. Ике туған апайым да шул туҡыу фабрикаһында мастер булып эшләй. Урыҫ еҙнәм менән йыл да отпускыға килеп торалар...

– Урыҫ?..

– Эйе, урыҫ. Урыҫ булһа, ни булған? Апайым хәҙер үҙе урыҫыңды һатып ебәрерлек. Балалары ла тик урыҫса ғына һөйләшә. – Сәлимәнең йөҙөндә ғорурлыҡ сатҡылары һиҙелде.

– Әйҙә, Зәлифә, оҙаҡ уйланырға ваҡыт юҡ. Апайым, бер-ике дуҫыңды ла алып кил, тине. Аҡсаны көрәп аласаҡбыҙ, Зәлифә, әйҙә инде... Барған көндө үк дөйөм ятаҡтан урын бирәсәктәр.

Был «ыҫмала» Сәлимә бер йәбешһә, ысҡындырып алырмын тимә. Күндерҙе. Телгә оҫта был ҡыҙый хатта Зәлифәнең ҡапыл да әллә ни бирешеп бармаҫтай әсәһен дә нисектер бик тиҙ генә ризалаштырҙы.

– Ай һайын ҡыҙыңдан посылкалар ғына алып ятасаҡһың, Рабиға апай, бына күрерһең...

Биш ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергән әсә ул Рабиға апай. Әллә шуның өсөн дә инде, үҙенең ҡыҙҙарына ҡарата үтә лә ҡаты. Балаларына өгөт-нәсихәт уҡығанда, аҡыл өйрәткәндә, йә иһә берәй насар эштән тыйған саҡта һәр ваҡыт шулай мәтриләп бармаҡ янай. Зәлифәгә лә янаны...

Ысынлап та, дөйөм ятаҡта сәйнүк, таба, йә икенсе берәй һауыт-һаба тотоп, ятаҡ коридорында «Беренсе мөхәббәт»те, «Әсәйемә»не көйләп китеп барған, дөйөм кухняла ниҙер бешеренеп йөрөгән башҡорт ҡыҙҙары күп булып сыҡты. Гөлниса апаһында фатирҙа тороу мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, Сәлимә лә Зәлифә менән бер бүлмәнән урын алды. Бөрйән ҡыҙы Гөлбәзир ҙә уларҙың бүлмәһенә урынлашты. Өсөһө лә мотальщица эшенә ғариза яҙҙылар. Тәүҙә тәжрибәле эшсе янына беркетелгән ҡыҙҙар берәр ай уҡыусы булып һаналып йөрөгәндән һуң, тейешенсә имтихан бирҙеләр ҙә, башҡа ҡыҙҙар һымаҡ уҡ, һин дә мин эшләп алды ла киттеләр. Эш хаҡын, ысынлап та, яҡшы ғына түләйҙәр ине. Тәүге хеҙмәт хаҡын алған көнөн бик яҡшы хәтерләй Зәлифә. Хатта ғүмер буйы колхозда бил бөккән атаһының да өйгә шунсама аҡса алып ҡайтҡанын күргәне юҡ. Йөҙ илле һум! Шундуҡ универмаг, универсам тип аталған ҡала магазиндарына сығып, әсәһенә, атаһына һәм башҡа туғандарына бүләктәр һатып алды. Сиратта оҙаҡ ҡына тороп, ул саҡта айырыуса дефицит тип һаналған, тышына фил һүрәте төшөрөлгән һинд сәйен дә алыуға өлгәште хатта. Посылка алған әсәһенең нисек һөйөнөүе хаҡында яҙған хатын уҡып бик тә ҡыуанды.

Эш, әлбиттә, әллә ни еңелдән түгел ине. «Оҙон» аҡсаны ла юҡҡа ғына түләмәйҙәр шул. Айырыуса төнгө эш сәғәттәре бик тә оҙайлы булып тойола. Станок артында яңылыш йоҡлап китеп, ҡулың тимер ҡуласалар араһына инеп китеү ҡурҡынысы ла булған эштә ауыл ҡыҙҙары бирешмәне шулай ҙа. Ауыр эшкә күнекмәгән күптәр, айырыуса ҡала ҡыҙҙары, бер аҙ ваҡыттан һуң өйҙәренә кире ҡайтып та киткеләне.

Шәмбе көндәре улар йәшәгән биш ҡатлы дөйөм ятаҡтың беренсе ҡатындағы зур ғына залында дискотека ойошторалар. Килгәненә дүрт-биш ай самаһы үтеүгә ҡарамаҫтан, Зәлифә ундай-бындай кисәләргә йөрөүҙе әллә ни хушһынманы. Ә был юлы, дискотекаға барырға теләге булмаһа ла, Сәлимә әхирәте, йәнә электән бында эшләгән яҡташы – Мәймүнә исемле ҡыҙҙың ныҡлап өгөтләүенә ҡаршы тора алманы. Элегерәк урыҫ ҡыҙҙары менән бер бүлмәлә йәшәгән Мәймүнә, ятаҡ коменданты менән һөйләшеп, Зәлифәләр бүлмәһенә дүртенсе булып күсеп сыҡҡайны. Мотальщица тип аталған яңы һөнәрҙең һәр нескәлектәренә лә Зәлифә менән Сәлимәне ул өйрәтте. Тәүге көндән үк үҙе янына өйрәнсек итеп эшкә беркетелгән мөләйем, ябай ҡыҙҙарҙы шундуҡ оҡшатҡайны. Сығышы күрше райондан булған был зәңгәр күҙле, һары сәсле алсаҡ башҡорт ҡыҙы инде егерме етенсе йәш менән барыуына ҡарамаҫтан, һаман да кейәүҙә түгел. Танышҡан көндө үк улар, әллә ҡасандан бергә йәшәгән әхирәттәрҙәй, һин дә мин аралашып, һөйләшеп алды ла киттеләр. «Һине Хәбир ағайыма еңгәй итеп тә алырмын әле», – тип Зәлифә хатта Мәймүнәне шаяртып та алғайны.

Сираттағы шәмбе көндәренең береһендә, инде яҡын дуҫына әүерелгән Мәймүнә Зәлифәне өгөтләргә тотондо:

– Әйҙә инде, бөгөн кисәгә күрше цемент заводы эшселәре, беҙҙең кеүек һәр яҡтан йыйылған егеттәр ҙә килә. Берәйһе менән танышып та алырһың, бәлки... – тине ул.

– Бындай ер аяғы-ер башындағы ҡалала танышырлыҡ башҡорт егеттәре лә юҡтыр әле, – тигән булды Зәлифә ни өсөндөр бер аҙ ҡыҙара төшөп.

– Булмаһа ни, – тип ғәжәпләнгәндәй итте Мәймүнә, башҡорт булмаһа, башҡалар кеше түгелдер шул...

– Әллә, мин ни, яҡшылап урыҫса ла һөйләшә белмәйем бит...

Барлы-юҡлы кейемдәре араһынан үҙенә иң оҡшаған алһыу ебәк күлдәген кейеп, сөм-ҡара ҡалын сәсен икегә ярып үрҙе лә, ике яуырынбашы аша түшенә буйлатып төшөрҙө. Йолҡҡолап төҙәтеүгә лә мохтаж булмаған ҡыйылып торған ҡашлы, сөм ҡара күҙле, матур ирендәре бер аҙ бүлтәйеп торған мөләйем башҡорт ҡыҙына тағы ла һылыуланып китеү өсөн тик тейешенсә кәйеф менән бер аҙ матурыраҡ кейем дә етте...

– Сәлимә, ошолай кейенһәм, оҡшаймы? – тип ынйылай тигеҙ аҡ тештәрен йылтыратып йылмайҙы ул әхирәтенә кейенеп-яһанып бөткәс.

Сәлимә уға ғәжәпләнгән һымағыраҡ бер аҙ ҡарап торҙо ла:

– Ҡара әле, Мәймүнә, ысын хур ҡыҙы ла баһа беҙҙең Зәлифәкәй! – тип бот сапты, биле тапҡырынан тотоп, орсоҡ һымаҡ иттереп, иҙән уртаһында әхирәтен уңға-һулға өйөрөлдөрҙө. – Былай булғас, беҙгә тигән егеттәрҙе лә ҡаратып алмағайы был ҡыҙыҡай, – тип шаяртты.

– Минең һымаҡ «әбей»ҙәргә ҡарағансы, ошондай хур ҡыҙҙарына ылыға инде егеттәр, – Мәймүнә лә Сәлимәнең шаяртыуына ҡушылды.

– Ҡуйығыҙсы, ҡыҙҙар, – тигән булды Зәлифә бер аҙ ҡыҙара биреп, – кешене юҡҡа оялтаһығыҙ.

– Сираттағы эш хаҡыңа баштан-аяҡ кейенеп тә алһаң, бигерәк тә йәтеш булыр, – тине Сәлимә Зәлифәнең күлдәген тотҡолап.

– Әлләсе, – тигән булды Зәлифә көҙгөләге үҙенең һынына ҡарап, – ул хаҡта, ысынлап та, уйлағаным да юҡсы. Мин ни, өйгә посылка йыям да һалам, йыям да һалам...

– Рабиға апай унһыҙ ҙа бирешмәҫ, Зәлифә, кейенеп ал, – тип кәңәш итте Сәлимә етди төҫ алып. Үҙе сәс толомон киҫтереп, бер аҙ ҡала ҡыҙҙарына оҡшата биреберәк итеп кейенеп-яһанып та алғайны шул.

* * *

Дискотека кисәһенә егеттәр байтаҡ йыйылғайны. Ул саҡтағы модаға хас, күптәре яурынғаса төшөп торған, әммә ыҡсым итеп таралған оҙон сәсле. Барыһы ла заманса яҡшы кейенергә тырышҡан. Ҡайһылары пиджәк-галстукта, ә ҡайһы берәүҙәре күлдәк яғаларын пиджәк тышына сығарған. Дөйөм ятаҡ ҡыҙҙары ҙур залға, ғәҙәттәгесә, бер аҙ һуңлаңҡырап, икешәр-өсәрләп килә башланы. Матур-матур күлдәкле, сәстәрен төрлөсә үреп-тарап алған ҡыҙҙар инә башлау менән залға тәмле хушбуй еҫтәре таралды. Төрлө сәскәләр менән тулы түтәлдәй йәйләнеп, ҙур зал матурланып китте. Шуны ғына көткәндәй, магнитофондан «Сегодня праздник у девчат» тигән йыр яңғыраны. Бығаса стена буйында ары-бире, ишетелер-ишетелмәҫ кенә һөйләшеп торған егеттәр ҙә, хәрәкәткә килеп, берәм-һәрәм ингән ҡыҙҙарҙы тансаға саҡырып төшөрә башланы. Сәлимәне оҙон буйлы, аҡ сәсле, бите, танауы бер аҙ ҡыҙара биргән урыҫ егете мөләйем йылмайып килеп бейеүгә саҡырҙы. Төҫкә-башҡа «нисауа» ғына был егеттән еңелсә генә һиҙелгән хәмер еҫенә ҡыҙ әллә ни иғтибар итмәне, тартынып-нитеп тормаҫтан, уның менән бейеүгә төшөп тә китте. Бер аҙҙан ҡыҙҙар егеттәргә ҡарағанда күбәйә төштө. Зәлифә менән Мәймүнә стена буйында торған «артыҡ» ҡыҙҙар араһында ҡалды.

Күпмелер ваҡыт әкрен көй уйнағандан һуң, башҡа йыр башланды. Барыһын да тигеҙләргә тырышҡандай, шәберәк темптағы был йыр парлашып бейеүҙе талап итмәй ине. Барыһы ла һығыла-бөгөлә бейергә төшөп китте. Мәймүнә лә йомшаҡ билдәрен мыймылдатып, ҡулдары менән еңелсә хәрәкәттәр яһап, башҡаларға ҡушылды. Көй Зәлифәнең күңеленә ятманы. Ул ауыл клубында гармун уйнаған егеттәр һәм ауылдаш ҡыҙҙарын иҫләп, яңғыҙы стена буйында тора бирҙе. Ишектән инеүселәргә иғтибар итте. Икәүҙәр. Береһе оҙон буйлы, киң яурынлы, сөм-ҡара костюмда, аҡ күлдәк һәм галстукта. Ҡап-ҡара шырт сәсле, ҡара мыйыҡлы, утыҙ-утыҙ биш йәштәр тирәһендәге был ир-егетте Зәлифә ни өсөндөр үҙенең яҡташына – башҡорт кешеһенә оҡшатты. Янындағы шундай уҡ матур кейемдәге, тик кәүҙәгә ҡайтышыраҡ егет фонында был «яҡташ» айырыуса күрмәлекле, ниндәйҙер берәй ҙур начальникка оҡшаған. Зәлифә күңеленә инә һалып, «түрҙән» урын алып өлгөргән был кешене тәү ҡарауҙа ошо фабриканың директоры, йәиһә башҡа берәй хужалыр, тип фаразланы.

Уның ингәнен күреү менән залда бейеп йөрөгән ҡыҙҙар һәм егеттәр барыһы ла тертләп киткән һымаҡ тойолдо Зәлифәгә. Хәйер, ысынлап та шулай тойолған ғыналыр, сөнки, башҡалар нисек бейеп йөрөһә, шулай уҡ дауам итте. «Ағай» үткер ҡарашы менән бөтә залды етеҙ генә байҡап сыҡты, иғтибарын яңғыҙ торған Зәлифәлә бер секундҡа туҡтатҡандай булды. Унан ашыҡмай ғына, ышаныслы аҙымдар менән сәхнә ситендә магнитофон көйләп ултырған егеттең янына килде. Ҡолағына ниҙер шыбырлағас, тегеһе, тыңлаусан малайҙай, талғын көй уйнатып та ебәрҙе. Ғәҙәттә, командирҙарҙа һәм начальниктарҙа ғына була торған көр тауыш бөтә залға яңғыраны: «Танцуют все!» Барыһын да бейергә әйҙәгән был «начальник» артистарса килештереп, ҡулдарын йәйҙе. Туп-тура атлап килеп Зәлифәне бейергә саҡырҙы. Гипноз хәленә килгәндәй булған йәш ҡыҙҙың аяҡтары, гүйә, хужабикәһенең ихтыярынан тыш, уны бейергә алып төштө...

– Замир, – тине ир ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан шундай уҡ сөм-ҡара күҙҙәрен көлдөрөп. – Һинең яҡташың.

Тап-таҙа урыҫ телендә бик тә ҡыйыу һөйләшкән был кешегә ни тип әйтергә лә белмәне Зәлифә.

– Башкурт кызы, не так ли? Угадал? – тип артабан дауам итте Замир, бер һүҙ ҙә өндәшмәгән ҡыҙҙың күҙҙәренә инерҙәй булып.

Зәлифә унан ҡарашын йәшерергә тырышты. Өндәшмәне.

– Угадал, – тип үҙе яуап бирҙе Замир. – Мин дә «башкурт малай» бит...

Урыҫса яңылыш әйтеп ҡуйырмын, тип тартынды, әллә ни, Зәлифә Замирға бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Тик башын аҫҡа эйеп, көй тамамланғансы уға «эйәрҙе». Замир ҙа башҡаса ныҡышып, ҡыҙҙы артыҡ борсоманы, көй бөткәс тә, әҙәпле генә итеп еңелсә баш эйҙе лә ҡыҙҙы урынына килтереп ҡуйҙы. Кеҫәһенән ниндәйҙер кескенә ҡатырға сығарып, ҡыҙға тотторҙо ла сығыу яғына ыңғайланы.

– Берәй проблемаң булһа – шылтырат. Миңә «ағай» тип өндәшһәң дә була. – тине сығып барышлай. Утлы ҡарашы менән ҡыҙҙы тағы «өтөп» алды.

«Ағай» һүҙен башҡортсалап әйткән Замир ҡыҙға тағы ла яғымлыраҡ тойолдо. Таныш булмаған был кешенең үҙенә «һин» тип өндәшеүе лә оҡшай төштө. Бик ихтыярлы, көслө зат булып тойолдо уға Замир, уның башҡорт яҡташы икәненә лә шиге ҡалманы. «Ҡалай матур ир» тип уйланы үҙенсә Зәлифә. Уныңса, ысын ир-егеттәр тап ана шундайыраҡ ҡиәфәттә булырға тейеш. Хыялындағы «аҡ арғымаҡтағы принц»ты элегерәк тап ошо егет һымаҡ итеп күҙ алдына килтереп йөрөгәнгә, әллә ни, үҙенә күҙ атып йөрөгән башҡа егеттәргә ҡараманы. Мәктәптә иң сибәр ҡыҙ тигән даны таралған Зәлифәнең дуҫлашып, осрашып йөрөгән егете лә булманы, шул хыялы менән генә йәшәне. Уның өсөн көтөлмәгән һәм шул уҡ ваҡытта күптән көткән ваҡиға булды бөгөн...

Ике сикәһе уттай янды, йөрәге дөп-дөп типте Зәлифәнең. Нисек килеп инһә, шулай уҡ ышаныслы баҫып сығып киткән Замирға бер һүҙ ҙә өндәшә алмай ҡалған ҡыҙ ошо минутта үҙен ҡайҙа ҡуйырға, нисек тоторға белмәне. Башҡалар бейеүен дауам итте. Үҙен тансаға саҡырырға килгән икенсе бер егетте Зәлифә бөтөнләй күрмәне һәм ишетмәне, тиерлек. Хатта уға күтәрелеп тә ҡараманы. Ике сикәһен усы менән тотҡан килеш, ҡарашын аҫҡа төбәп, һәйкәл һымаҡ, баҫҡан урынында ҡатып тора бирҙе. Бер аҙ торғас, ҡапыл айнығандай булды һәм таш баҫҡыс буйлап, үҙҙәре йәшәгән ҡатҡа йүгерә-атлай менеп китте.

Ҡыҙҙар тағы бер-ике сәғәт үткәс кенә бүлмәгә ҡайтып инде.

– Нишләп бик иртә ҡайтып киттең? – тип һораны Мәймүнә ингәс тә. – Әллә теге Замир берәй насар һүҙ әйттеме?

– Замир?.. Ҡайҙан беләһең һин уны? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды инде сисенеп, юрған аҫтында ятҡан Зәлифә.

– Уны кем белмәһен, – тине әхирәте. – Ҡаланың бер-нисә районына ул «баш». Официаль түгел. Әммә, ни өсөндөр, уны һәр ерҙә шулай тип ҡабул итәләр. Горком сәркәтиптәре, хатта милиция ла уны тыңлай, тиҙәр. Беҙҙең фабрика урынлашҡан район да уның ҡарамағына инә...

Ҡыҙҙар Мәймүнәне ауыҙҙарын асып тыңланы. Бер ни тиклем ваҡыттан Зәлифә әхирәтенә Замир биргән баяғы «кәртешкә»не һуҙҙы. Визит ҡағыҙында ташҡа баҫылған хәрефтәр менән ниндәйҙер бер предприятиеның «...генераль директоры Жангисханов Замир Артурович...» тип яҙылғайны. Ике телефон номеры ла күрһәтелгән.

– Замир миңә бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтмәне, – тине Зәлифә Мәймүнәнең баяғы биргән һорауын әле генә иҫләгәндәй. – Тик бына ошо визит карточкаһын ғына бирҙе. Берәй мохтажың булһа, шылтырат, тип әйтте. Башҡортса һөйләшмәһә лә ул башҡорт икән. Үҙе шулай тип әйтте. Минең дә башҡорт ҡыҙы икәнемде әллә ҡайҙан беләсе...

– Был ятаҡта йәшәгән ҡыҙҙарҙың күптәре Башҡортостандан икәнен барыһы ла белә. «Һин -башҡорт» тип ҡайһыһына төртөп күрһәтһәң дә, ҡапыл да хаталанырлыҡ түгел. Икенсенән, Жангисханов тигән башҡорт фамилияһын бер ҡасан да ишеткәнем юҡ. Замир ҡыҙҙар өлкәһендә бик тәжрибәле кешегә оҡшаған...

– Тәжрибәле? Ә һин ҡайҙан беләһең?

– Бында бер-ике йыл йәшәһәң, белмәгән нәмәң ҡалмаҫ. Үткән йыл да ул кеше бер ҡыҙҙың башын әйләндереп, ҙур эш хаҡы вәғәҙәләп алып киткәйне. Шунан бирле беҙ ул ҡыҙҙы күргәнебеҙ ҙә юҡ. Зәлифәкәйем, уға шылтыратып, артабан уның менән бәйләнеш тоторға кәңәш итмәйем. Ҡурҡам мин унан, нишләптер. Бынан дүрт-биш йыл элек уға бер сибәр генә ҡаҙаҡ ҡыҙы ла эйәреп киткән, тип һөйләйҙәр...

– Ҡуй, ҡыҙҙар, әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләшәһегеҙ, – тине мамыҡ менән күҙе тирәләрендәге буяуын һөртөп маташҡан Сәлимә. Үҙе урыҫ егете менән танышҡанына бик тә ҡәнәғәт ине буғай. Кәйефе шәп.

– Сережа – ябай эшсе, – тине. – Замир һымаҡ крутой-мрутой ҙа түгел. Иртәгә кискә киноға барабыҙ.

– Бәй, ул урыҫ та баһа... – тип ғәжәпләнде тағы Зәлифә.

– Урыҫ булһа ла, бик тә әҙәпле, культурный егет күренә. Был ер аяғы ер башында ҡайҙан башҡортто тапмаҡ кәрәк?

– Сәлимә, – тине Мәймүнә әхирәтенең янына уҡ килеп, – һинең «буласаҡ матур баландың буласаҡ атаһы» бер аҙ төшөрөп алғайны, буғай.

– Хәҙерге заманда эсмәгән кеше бармы... Миңә ана шул «ирҙәр еҫе» оҡшай ҙа әле хатта... – Сәлимә шарҡылдап көлөп алды.

Дискотекаға бармай ҡалған Гөлбәзир, бүлмәләш ҡыҙҙарының йоҡларға бирмәүенә «бурылдай» башлағас, уларҙың һөйләшеүе шуның менән тамамланды. Урын һалып йоҡларға ятҡан һәр кемеһе үҙ уйына сумды...

Зәлифә, әлбиттә, Замирға шылтыратып торманы. Йомошо ла юҡ ине. Танса ваҡытында Замирға ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән ҡыҙ телефон аша таты нимә тип торһон инде. Бер айҙан ашыу ваҡыт үтеп китте. Тик Зәлифә күңел тыныслыгын юғалтты. Замирҙың ҡарашы һаман күҙ алдында торҙо. Мәймүнәнең киҫәтеүе уның бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып киткәйне инде. Шәмбе һайын мөмкин тиклем кейенеп-яһанып, дискотекаларға ла барҙы. Тик Замир «ағаһы» ғына башҡаса күренмәне. Сережаһы менән көн дә тиерлек осрашҡан Сәлимә аяҡтары ергә теймәй осоп йөрөгән һымаҡ күренде. Көн дә үҙенең «Сергуня»һын һөйләп туя алмай. «Минең Сергуням шулай тип әйтте, быны вәғәҙә итте...» тип һәр саҡ егетен берәй хәбәргә ҡыҫтырмайынса ҡалмай. Һүҙ аша урыҫса ла һөйләшкеләй башланы ҡыҙый. Уға әхирәттәре шаяртып «мәрйә» Сәлимә тип исем дә таҡты.

Көндәрҙән бер көндө Зәлифә төнгө эш сменаһын тамамлап, тротуар буйлап ашыҡмай ғына ҡайтырға сыҡты. Ашығырға сәбәп тә юҡ. Алда – ике тәүлек ял. Май айының иртәнге саф һауаһын һулап, ләззәтләнеп, яҙғы тәбиғәттең күркәмлегенә хозурланып, юл буйында үҫкән тирәктәрҙең бына-бына япраҡ булып ярылып сығырға әҙерләнеп тулышҡан бөрөләренә ҡарап һөйөнөп туя алмай килгән ҡыҙҙың башында бер уй ҙа юҡ һымаҡ ине. Тәңгәленә генә сыйылдап килеп туҡтаған ҡара «Волга» автомобилен күреп һиҫкәнеп китте. Машинаның үтә күренмәгән ҡара тәҙрәле алғы ишеге асылыу менән «мыйығын көлдөрөп» ултырған ирҙе таныны – Замир.

– Ултыр, һылыу, дөйөм ятағыңа илтеп ҡуяйым, – тине Замир ғәҙәттәгесә ышаныслы тон менән.

Был юлы ул ап-аҡ костюмда ине. Үтә лә яғымлы күренгән был ир руль артынан сығып, артҡы ишекте асты ла, «телен йотҡан» ҡыҙҙың ҡулынан етәкләп, йәтеш кенә итеп машинаһына индереп ултыртты. Теге ваҡытта тансаға эйәреп төшөп киткән һымаҡ, Зәлифә был юлы ла бер һүҙһеҙ «ағаһына» буйһондо. Юлда барышлай, Зәлифәнең нисәнсе бүлмәлә йәшәүе хаҡында һорашҡас, «Өс йөҙ утыҙ өсөнсө», тип егеткә тәүге мәртәбә һүҙ әйтергә баҙнат итте. Замир, ни өсөндөр, уның исемен дә һорашманы һәм башҡа төрлө һорауҙары менән дә борсоп торманы. Дөйөм ятаҡ тапҡырына баяғы һымаҡ машинаһын сыйылдатып килеп туҡтаны ла, ысын джентельмендарса етеҙ генә килеп, Зәлифә ултырған яҡтың ишеген асты. Был серле кешенең шулай көтмәгәндә генә килеп күренеүенә «шаңҡып» урынында ултыра бирҙе Зәлифә. Замир уның ҡулынан етәкләп машинаһынан төшөрҙө лә, бер ни ҙә өндәшмәйенсә, яңынан руль артына барып ултырҙы. Илтеп ҡуйған өсөн «рәхмәт» тип әйтергә лә онотоп торған ҡыҙға ҡара мыйыҡ аша тағы бер «тылсымлы» йылмайыу бүләк итеп, ир күҙҙән юғалды.

Шул көндө кис, ҡыҙҙар дүртәүләшеп киске сәй эсергә генә ултырғас, вахтер янында дежурҙа булған ҡыҙ бер ҡосаҡ сәскә гөлләмәһе тотоп, бүлмәгә килеп инде.

– Ҡыҙҙар, был – һеҙгә, – тине лә башҡаса бер һүҙ ҙә әйтмәй сығып китте.

Иҫ китмәле бындай букетты барыһы ла үҙ ғүмерендә тәүге мәртәбә күрә ине. Күҙҙең яуын алып торған баш әйләндерерҙәй сихри хуш еҫ аңҡытҡан был сәскәләр араһына конверт та ҡыҫтырылған. Ашау тураһында инде бөтөнләйгә онотҡан ҡыҙҙар барыһы ла уй ҙа уй тиешеп, гөлләмәне бер-береһенә күсерешеп, алмашлап ҡарап туя алманы.

– Конвертында нимә икән?.. – тине тәүҙәрәк аңына килгән Мәймүнә. Сәскәләр араһынан конвертты алып, «333 комната. Самой красивой девушке» тигән яҙыуҙы барыһына ла ишетерлек итеп ҡысҡырып уҡыны.

– Конвертты асып уҡы әле, Мәймүнә, нимә яҙылған икән... – тине Сәлимә түҙмәйенсә.

Мәймүнә конвертты аса башланды. Зәлифәнең йөрәге дөп-дөп тибергә тотондо. Мәймүнә конверт эсенән ике цирк билеты һәм кескенә хат килтереп сығарҙы. «Завтра в 18.30 заеду за тобой. Замир» тип ҡысҡырып уҡыны. Ҡыҙҙарҙың ҡарашы Зәлифәгә төбәлде. Оялышынан ер тишегенә инерҙәй булған, ҡыҙарынған Зәлифә:

– Нимә, бөтәгеҙ ҙә миңә ҡарайһығыҙ? Әллә был букет менән билеттар миңә тип уйлайһығыҙмы? – тигән булды.

– Атыу кемгә булһын? – тине Сәлимә. – Ана бит, «иң матур ҡыҙға» тип яҙылған хатта.

– Бәй, бер исем дә күрһәтелмәгән дә бында, – тигән булды Зәлифә башҡаса ни әйтергә белмәй.

– Не на-адо...- тип һуҙҙы инде башҡорт телен яртылаш онотҡан Сәлимә әхирәтенән көнләшкән һымағыраҡ тон менән. – Беҙҙән йәшереп осрашып та йөрөйһөгөҙ, наверно. А то ул бүлмәнең һанын ҡайҙан белгән?..

Бөгөн иртән эштән һуң Замир машинаһы менән уны дөйөм ятаҡҡа илтеп ҡуйғанын Зәлифә ҡыҙҙарға һөйләп өлгөрмәгәйне. Тик хәҙер барыһы ла фашланғас, һөйләп бирергә мәжбүр булды.

– Ҡалай самоуверенный кеше был Замир тигәндәре, – тип ҡуйҙы Сәлимә. – Зәлифәнең исемен дә белмәгән көйө, ризалығын да һорап тормаҫтан...

– Ә һин тот та уның был тәҡдименән баш тарт, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы әллә ни һөйләшеүҙәргә ҡыҫылып бармаған Гөлбәзир. – Башҡорт ҡыҙҙары ғорур булырға тейеш...

Үҙенә көн дә хаттар яҙған, диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән синыфташ егетенең әрменән ҡайтыуын көтә Гөлбәзир. Әммә көн һайын тиерлек яҙылған өсмөйөшлө мисәт баҫылған хаттар уға айына бер тапҡыр ғына «бер ҡосаҡ» булып килеп етә. Ихтимал, диңгеҙҙән почтаны көн дә алып китеп өлгөрмәйҙәр. Фәҡәт ана шул беренсе мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлай ҡара ҡашлы, муйыл күҙле Бөрйән ҡыҙы. Уның уйынса, тик беренсе мөхәббәт кенә ысын була.

Ә Зәлифәнең күңеле иһә, Замир саҡырған ергә ашҡына ине инде. Ни өсөн икәнен ул үҙе лә аңлап етмәй. Хәйер, башҡа кемдер берәү уның урынында булһа ла, ихтимал, шундай уҡ тойғолар кисерер ине. Беренсенән, уның ошоғаса цирк күргәне юҡ.

Икенсенән, теге ирҙең тылсымлы ҡарашы һаман да күҙ алдынан китмәй, уны әйҙәп тик торған кеүек. Һәр төрлө уйҙарға сумып, карауатында уңға-һулға әйләнгеләп, бөтөнләйгә тиерлек йоҡлай алмай төн үткәрҙе Зәлифә. Иртәгәһен ҡыҙҙарын эшкә оҙатты ла, үҙе күрше кварталдағы бөҙрәханаға китте. Теҙенә ҡәҙәре төшөп торған оҙон толомон киҫеп ташлап, башына заманса прическа яһап биреүҙәрен һораны. Ғәжәпкә, оло ғына йәштәге парикмахер, баҙарҙағы затлы тунды тикшергән һымағыраҡ итеп, уның ауыр ғына толомон ике ҡуллап тотҡолап ҡарағандан һуң: «Шундай ҡалын, матур оҙон сәсте йәлләмәйенсә киҫтерәме инде кеше...» – тине. Инде урыҫса ҡәҙимге һупаларға өйрәнгән ҡыҙ, тегенең өгөтләүҙәренә лә ҡарамай, ныҡыша башланы: «Ҡырҡығыҙ, тигәс, ҡырҡығыҙ инде...» Ике йәш кенә парикмахер ҡыҙ ваҡытлыса эшенән туҡталып, быларға иғтибар итте. Зәлифәнең сәсенә уларҙың күҙҙәре ҡыҙа ине, ахрыһы. Әммә теге оло мәрйә: «Бар, ҡыҙым, башҡа бөҙрәханаға. Бындай сәсте ҡырҡып ташларға минең ҡулым бармай. Башҡаса бимазалап йөрөмә», – тип, Зәлифәне ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрҙе. Зәлифә башҡа бөҙрәханаларҙы эҙләп тә торманы, кәйефе ҡырылып, дөйөм ятаҡ яғына юлланды. Бүлмәгә ингәс тә, Сәлимәнең парафинлы сәс бөҙрәләткес бигудиҙарын алып, кескәй кәстрүлгә һалды ла, һыу ҡойоп, электр плиткаһына эҫетергә ултыртты...

Кинәт тышта машина пипелдәгән тауышҡа тәҙрәгә баҡты: Замир. Ғәҙәттәгесә матур итеп кейенгән, ҡара күҙлектә. Машинаһынан сыҡҡан да, туп-тура уларҙың тәҙрәләренә ҡарап тора бит әле. Ҡыҙ ҡулындағы сәғәтенә ҡараны. Ваҡыт еткән.

Тәүге дискотека кисәһенә йыйынғанда сәс толомдарын ҡайҙа йәшерергә, тип аптыранып бөткәйне. Маңлай сәстәрен бер аҙ бөҙрәләткәс, теҙҙәренә ҡәҙәр төшөп торған оҙон толомон ни эшләтергә белмәй, башының түбәһендә улай уратып, былай төйнәп ҡараны. Күңелгә ятырлыҡ нәмә килеп сыҡмағас, мәктәпкә йөрөгән саҡтағы һымаҡ икегә ярып үреп, яурынбаштары аша алға төшөрөп ҡуйғайны. Был юлы ла шунан ары үтә алманы. Шулай бер аҙ көйәләнә-тулҡынлана ике сәғәт элек үк әҙерләнеп бөткәйне ул. Бына ул ҡыйыуһыҙ ғына баҫып, тышҡа сыҡты. Ҡара күҙлеген сискән Замир уны йылмайып ҡаршы алды. Сәс толомдарының остарын ике ҡулы менән тотоп килеп сыҡҡан алһыу ебәк күлдәктәге ҡыҙҙы әлеге тылсымлы сөм-ҡара күҙҙәр бер-ике секунд эсендә баштан-аяҡ байҡап алды. Ғүмерендә «егет ҡулы теймәгән» нәфис ҡыҙ, әлбиттә, был ҡарашты ифрат та ныҡ тойҙо. Оялышынан еңелсә алһыуланған битен аҫҡа бер аҙ эйеп, күҙҙәрен оҙон керпектәре артына йәшерҙе...

Ҡалаға гастроль менән килгән Юрий Никулин етәкселегендәге Мәскәү циркын ҡарағанда Зәлифә бөтә донъяһын онотоп, цирк артистарының, клоундарының уйындарына мөкиббән булып ултырҙы. Йәнәшәһендә ултырған Замирҙың йоторҙай булып уға йыш-йыш ҡына ҡарап алғылауын да тойманы. Тик аренаға һәр төрлө өйрәтелгән йәнлектәр сығып уйнай башлағас, әҙәми заттарҙың күңелен асыу өсөн бала сағынан ғүмерлеккә ситлек эсендә йәшәргә дусар ителгән кейектәрҙе бик тә ҡыҙғанды. Цирк тамамланыуға ул турала тағы онотто...

– Йә, нисек, цирк оҡшанымы? – тип һораны Замир шундайын да мөғжизәле тамаша хистәренән арына алмаған ҡыҙҙан.

– Очень! – тип бер һүҙ менән генә яуап бирҙе Зәлифә...

Шул мәлдән алып Зәлифә уның килерен көн дә түҙемһеҙлек менән көтә башланы. Әллә ни оҙаҡ көттөрмәне Замир, тағы килде. Был юлы уны бигүк алыҫ та булмаған баш ҡалаға – Мәскәүгә алып йөрөп килде. Яңғыҙың аҙашмайынса ғына йөрөү мөмкин булмаған ЦУМ-ға алып инеп, күҙҙең яуын алырҙай матур, әллә нисә гәүһәр ташы булған мунсаҡ һатып алып бүләк иткәс, Зәлифә ни әйтергә лә белмәне. Тик ике бите уттай яныуын ғына тойҙо.

– Оҡшаймы? – тине Замир ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡарап.

– Очень! – тип ярым шыбырҙап яуапланы ҡыҙ затлы бүләктән күҙҙәрен ала алмай. «Шундайын да ҡыйбатлы бүләктән баш тартырға кәрәк ине...» тип күңел төбөнән сибек кенә булып сыға биргән «эске тауышы» ла әллә ҡайҙа тотолоп ҡалды. Бүләктең хаҡы иҫ китмәле ҙур ине шул. Ул саҡта бындай хаҡҡа бер «Жигули» алырға булыр ине.

Тағы ике аҙнанан, ябай башҡорт ҡыҙының үҙенә ҡарата булған мөнәсәбәтен үтәнән-үтә күреп, уның эске кисерештәрен һиҙеп йөрөгән тәжрибәле Замир ғәҙәттәге ышаныслы тауышы менән Зәлифәгә өйләнешергә тәҡдим яһаны.

– Ә эш?.. – тине Зәлифә ни өсөндөр. Бындай тәҡдимде ҡасандыр булһа ла ишетергә хыялланып йөрөүенә ҡарамаҫтан, был хәлдең тиҙ үк арала булырын башына ла килтермәгән ҡыҙ башҡаса ни әйтергә белмәне. Алдан әҙер яуабы булмағас, тәүҙәрәк ныҡ ҡына ҡаушай төштө.

– Әгәр бик-бик теләһәң, һиңә хәҙерге эшеңдән ун мәртәбәгә еңелерәк, әммә әллә нисә тапҡырға күберәк түләнә торған эш табып бирәм, – тине Замир. – Тик ни өсөн һиңә – эш? Унһыҙ ҙа аҡсаһыҙ интекмәйәсәкһең.

– Миңә бер аҙ уйларға кәрәк, – тине ҡыҙ бер аҙҙан аңына килгәндәй. Әҙәп һаҡлар өсөн тәүҙән үк тап ана шулай тип әйтергә кәрәк булғанлығы иҫенә төштө, ахырыһы. Тик үҙ-үҙенә эстән генә: «Мин ыңһарлап йөрөгән арала башҡа берәй сибәр табып, кире уйлап ҡуймағайы был. Яуапты оҙаҡлатмаҫҡа кәрәк, шулай ҙа», – тип ҡуйҙы.

– Киләһе аҙнаның йомаһында киләм. Әҙерләнеп тор, – тине Замир Зәлифәнең ошо уйын ишеткәндәй.

Зәлифә өндәшмәне. Шул минутта ул үҙенең хыялында ошо «аҡ арғымаҡтағы принц» менән икһеҙ-сикһеҙ йыһанды гиҙә ине инде. Был хаҡта бүлмәләш ҡыҙҙарына әйткәс, тәүҙәрәк бер аҙ ах та ух килешеп алдылар. Улар өсөн дә был көтөлмәгән хәл ине. Унан инде был мәсьәләгә өсөһөнөң өс төрлө ҡарашы формалашты. Иң тәүҙә Сәлимә һүҙ башланы:

– Ну чё, әхирәткәйем, прекрасно! Мин һинең урыныңда булһам, даже бер генә минутҡа ла икеләнеп тормаҫ инем. Риза бул! Хатта бөгөн үк вахтерҙың телефонынан шылтыратып әйт. Ундай бәхет көн дә йылмаймай ул. – Сережаһы менән осрашыуға йыйынып, ҡашын, күҙ төптәрен буяп ултырған еренән көҙгө аша әхирәтенә күҙ ҡыҫты.

– Ашыҡма, – тине Мәймүнә бер ыңғайҙан Сәлимәнең бөйөрөнә төртөп. – Әйттем бит мин һеҙгә, был иркәй бик сәйер, аңлайышһыҙ кеше, тип. Үткән йыл Венера исемле сибәр генә башҡорт ҡыҙын эшкә урынлаштырырға тип эйәртеп алып китте лә, тегеһе һыуға батҡандай ғәйеп булды. Хат-хәбәре лә юҡ. Уның тураһында Замирҙан һорашырға береһе лә баҙнат итмәй. Бәлки, ысынлап та, Венера ҡайҙалыр эшләп йөрөйҙөр, кем белә инде. Зәлифәкәй, ҡурҡам мин һинең өсөн.

– Мин бер ни ҙә кәңәш итә алмайым, – тине Гөлбәзир. Тик, минеңсә, кешеләр өйләнешерҙән алда бер-береһен белергә, өйрәнергә тейеш. Икенсенән, мөхәббәт тә бар бит әле донъяла. Ысын мөхәббәтең икәненә ышанмай тороп, ниндәйҙер ят кешегә тормошҡа сығырға ризалығыңды белдереү, минеңсә, бер ҙә килешмәгән нәмә. Әллә, үҙең ҡара...

– Үҙеңдән ун биш йәшкә олораҡ ирҙең ни өсөн ошоғаса буйҙаҡ йөрөүе һине ҡыҙыҡһындырмаймы, Зәлифә? – тип һораны тағы Мәймүнә.

Һикһәненсе йылдарҙа магазиндарҙа аҙыҡ-түлек, башҡа төрлө тауар үтә лә ҡытлыҡ саҡта унда-бында килеп осраған тауарға бар кеше күҙ йомоп ташлана, сифатына ла ҡарамай, күберәк «эләктереп» ҡалырға тырыша ине. Хәс тә шуның һымаҡ, Зәлифәгә Замирҙан башҡа бер ҡасан да ундай кеше табылмаҫ һымаҡ тойолдо. Йылдар буйы хыялында йөрөткән шундай ир-атты ҡулдан ысҡындырғыһы килмәгән ҡыҙ уға тормошҡа сығырға ризалығын белдерергә әллә ҡасан уҡ ҡарар иткәйне инде.

– Ҡыҙҙар, – тине Зәлифә барыһын да тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, – киләһе йомала мине оҙатырға әҙерләнегеҙ. Барыһы ла хәл ителгән инде.

Зәлифәнең тормошҡа сығыу мәсьәләһе бик тиҙ генә хәл ителеүе ысынлап та аптырамалы ине. Был хәбәрҙе ишеткән ҡыҙҙарҙың кемеһелер Зәлифәне йәлләп, уның өсөн ысын күңелдән борсолһа, икенселәре, киреһенсә, уға көнләшеп тә ҡараны.

* * *

Йома көндө Замир иртәнге сәғәт 10-да уҡ килеп етте. – Бер нәмә лә әҙерләргә кәрәкмәй, – тине тәүге тапҡыр уларҙың дөйөм ятаҡтағы бүлмәһенә килеп ингән Замир ҡыҙҙың тағы ла сәсен ни эшләтергә белмәй ҡаңғырып, сәбәләнеп йөрөгәнен күргәс. – Бар әҙерлекте үҙ өҫтөмә алам. Тик миңә эйәреп өлгөрөп кенә йөрөһәң, һинән башҡа нәмә лә талап ителмәй.

– Ә сәсте, бәлки, киҫтерергәлер... – тине ҡулына урап, оҙон ҡалын толомон ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған Зәлифә.

– Ни в коем случае! – тине Замир бер аҙ ҡатыраҡ итеп. – Әйҙә, сестренка, ағайың артынан эйәр. Все будет как в лучших домах Парижа и Лондона.

Төшкөһөн дөйөм ятаҡҡа ҡайтҡан туй күлдәгендәге Зәлифәне ҡапылда танырлыҡ та түгел ине. Замир Зәлифәне ҡаланың иң бай магазиндары буйлап алып йөрөттө һәм йәш киленсәкте иң яҡшы һаналған бөҙрәханала хеҙмәтләндерҙеләр. Һәр ерҙә лә Замирҙың таныштары. Зәлифә уларҙың Замирға йыш ҡына «шеф» тип өндәшкәнен ишетеп ҡалғыланы. Һораған бер нәмәһен килтереп кенә торҙолар. Йәштәрҙе ЗАГС-ҡа оҙата барырға йыйынған, үҙҙәренсә биҙәнеп-төҙәнгән әхирәттәре Зәлифәгә көнләшеп ҡараған һымаҡ та тойолдо. Улар Зәлифәне әйләндереп-әйләндереп ҡараны. Ҡыҙҙарҙың сыр-сыу булышҡанын бер аҙ ҡарап торғандан һуң, Замир:

– Ваҡыт етә, һылыуҡайҙар, ана, «Волга» янындағы йәшел «Жигулины күрәһегеҙме, – тип ишек алдындағы машиналарға күрһәтте. – Рәхим итегеҙ...

ЗАГС тигәне ниндәйҙер бер ҙур таш йорт, ишегендә лә, башҡа ерендә лә бер ниндәй ҙә яҙыу күрмәне Зәлифә, әммә был турала уйланманы ла. Тик башҡалар менән был йортҡа ингән Мәймүнә генә Сәлимәгә шыбырҙаны: – ЗАГС тигән яҙыу күрмәйемсе... Башҡа йәштәр ҙә, бүтән халыҡ та күренмәй. Никах йорто кешеләр менән тулы була торған...

– Яҙыу бында мөһим түгел, – тине Сәлимә лә ярым шыбырҙап. – Яңы ғына асылған никах йортолор, ишегенә яҙып өлгөрмәгәндәрҙер. Күрәһеңме, ниндәй өр-яңы йорт. Залындағы мәрмәр иҙәндәре лә хатта ятып яламалы...

Аҡ мәрмәрҙән һалынған колонналы шундай матур ҙур залды ҡыҙҙар тәүгә күрә ине. Зал уртаһында ҡыҙыл туҡыма менән ябылған өҫтәл, унда ҡара һауыты, ручка һәм ыҡсым ғына итеп ниндәйҙер ҡағыҙҙар һалынған. Улар ингәнде көтөп кенә торғандай, асыҡ ишектән шәп-шәп атлап эшлекле кейемдәге ханым килеп сыҡты. Уның артынан муйынына фотоаппарат элгән ҙур башлы бер пеләш ир кеше эйәргән. Алан-йолан, икеһе ике яҡҡа ҡарап торған күҙле шул кешенең йөҙөн Зәлифә тәү ҡарауҙа уҡ оҡшатманы...

Ҡатын йәштәрҙе өҫтәл янына саҡырҙы. Ғаилә кодексынан бер-нисә өҙөк уҡығандан һуң, ул егет менән ҡыҙҙың никахҡа ризалыҡтарын һораны. Унан өҫтәлдәге ҡатырға ҡағыҙҙың икеһенә лә ҡултамға ҡуйырға ҡушты. Йылтырап торған матур сепрәк менән тышланған кескәй генә ҡап эсенән ике алтын балдаҡ алып, бер-береһенә кейҙерешкәс, тантаналы көй башланды. Ханым Замир менән Зәлифәне ир менән ҡатын итеп иғлан итте, ҡыҙҙар уларҙы ҡотлап, бәхет, татыу оҙон ғүмер теләне. Бында Замирҙың бер генә лә дуҫы йә туғаны булмауын иҫәпкә алмағанда, тантана һәр никах йортондағы ҡәҙимге схема буйынса барҙы. Әлеге пеләштең алдан да, уңдан да, һулдан да үтә лә күп итеп шыртылдатып фотоға төшөрөүенә иғтибар итте Зәлифә.

Баһадирҙай кәүҙәле Замирҙы ҡултыҡлап торған Зәлифәнең йөҙөнә сыҡҡан шатлығы бар залға нур булып һибелде. Уның бәхетле йылмайыуын күреп, әхирәттәре лә ысын күңелдән ҡыуанышты. Ә бына Замирҙың йөҙөндә шатлыҡ ташып бармағанын бер аҙ тормош тәжрибәһе булған Мәймүнә һиҙгер тойомланы. Замирҙың ҡарашында ул көндәлек эш менән булған, үҙ эшен яҡшы белгән кешенең тыныс йөҙөн күрҙе...

Шул көндө үк Зәлифә үҙ ирке менән эштән сығырға ғариза яҙҙы. Закон буйынса, тағы ла ике аҙна эшләргә кәрәклеген талап итеп маташҡан кадрҙар бүлеге мөдиренә Замирҙың телефон аша бер әйтеүе етте. Йыйыныу, әхирәттәре менән һаубуллашыу өсөн Зәлифәгә ике сәғәт кенә ваҡыт бирелде. Әхирәттәренең «Ә туй ҡасан була, Зәлифәкәй?» тигән һорауына Зәлифә тик ҡулбаштарын һикертеп кенә яуап бирҙе. Ысынлап та, был хаҡта Зәлифә үҙе бер ни ҙә белмәй ине.

Мосолман йолаһы буйынса уҡытыла торған никах хаҡында бөтөнләйгә иҫләмәнеләр. Ата-әсәһе яҡында булһа, әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә мулла саҡыртып, никах уҡыттырған булырҙар ине. «Дини йоланы инҡар итеп, шәриғәт законы нигеҙендә ҡоролмаған никахтағы кешеләр ғүмер буйы зина ҡылып йәшәгәнгә һанала», тиер ине ислам дине талаптарын яҡшы белгән атаһы был турала ишетһә. Әммә Зәлифә яңыса, динһеҙ заманда үҫкәнгәлер, быны тик «иҫкелек ҡалдығы» тип кенә уйлай ине. Бәлки, шуғалыр ҙа, үҙҙәренең Замир менән өйләнешеүе хаҡында ата-әсәһенә һуңынаныраҡ, туйға саҡырғанда әйтергә булды.

Ҡыҙҙар менән хушлашҡанда Зәлифә уларға һәр саҡ килеп, үҙҙәрен дә ҡунаҡҡа саҡырып торасағын әйтте. Әхирәттәренә күстәнәскә һәр төрлө тәм-том менән тулы ҙур ғына кәрзин тотҡан шофер Зәлифәне алырға дөйөм ятаҡҡа килде. Күстәнәсте ҡыҙҙарға тотторғас та, йәш киленде ашыҡтыра башланы. Замир үҙе килмәгәнгә бер аҙ бошонған Зәлифә әхирәттәре менән ҡосаҡлашып хушлашты. Мәймүнәнең күҙҙәренә йәштәр бәреп сыҡты. Юлда барғанда, ғаилә хәлен яҙҙыртырға, тип, шофер Зәлифәнең паспортын һорап алды. Замирҙың ниндәйҙер бер мөһим эш артынан киткәнлеген әйтте.

Бына шулай бик сәйер рәүештә танышып, Замир менән Зәлифә ирле-ҡатынлы булып та киттеләр. Дөрөҫөрәге, танышып та өлгөрмәйенсә өйләнештеләр. Замирҙың водителе уны бейек ағастар үҫкән парк (әллә урман) эсендәге борма-борма юлдарҙан оҙаҡ ҡына уратып алып килде. Иҫ китерлек матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан өс ҡатлы был йорт бейек кенә таш ҡойма менән уратып алынған. Шофер үҙенең артынан эйәртеп алып инеп, Зәлифәгә уның бүлмәһен күрһәтте, ундағы «һәр нәмә менән теләгәнсе файҙаланырға мөмкин» икәнен әйтте. Бай йыһазландырылған ҙур ғына бүлмәлә Зәлифә яңғыҙы ҡалды. Ингәс тә бүлмәләге әйберҙәргә күҙе төштө. Иҙәнгә затлы ҙур балаҫ түшәлгән. Стеналарҙа ла һәр төрлө рәсемле шундай уҡ матур келәмдәр. Түбәлә әллә нисә лампалы матур люстра эленгән. Ситтәрәк тәҙрә янында күҙҙең яуын алырҙай төрлө биҙәкле йомшаҡ япма түшәлгән киң карауат, ә уның янында тәгәрмәсле тәпәшәк өҫтәлдә шампан шарабы менән ике бейек гәлсәр бокал. Шундай уҡ гәлсәр тәрилкәлә тулышып, үтә күренеп торған йөҙөм һәм тағы таныш булмаған башҡа төрлө емештәр һалынған. Ваннаға инеп, үҙ ғүмерендә бер ҡасан да күрмәгән әллә ниндәй ят телдәге яҙыулы шампундәр, һәр төрлө хуш еҫле һабындар менән рәхәтләнеп йыуынып алды. Затлы-затлы эске кейемдәр, йомшаҡ ғаилә халатына тиклем алдан хәстәрләп әҙерләп ҡуйылғайны. Ваннанан сыҡҡас, оҙон сәс толомон ҙур таҫтамалға урап төйнәне лә, көҙгө алдында бер аҙ бит-митен һыйпаҡлағандан һуң, һөйгәненең ҡайтыуын көтә башланы.

Замир көттөрөп кенә ҡараңғы төшөүгә саҡ ҡайтып инде. Ярайһы ғына асыға башлауына ҡарамаҫтан, өҫтәлдәге бер бөртөк йөҙөмдө генә ҡабып ҡараған, ә башҡа ризыҡҡа тейергә баҙнат итмәй, карауат ситендә ултырған Зәлифә, Замир инеү менән тағы ҡаушап төштө, аяғөҫтө тороп баҫты. «Ултыр, ултыр», тигәндәй ишараланы Замир ҡулы менән. Костюмын ситтәрәк торған йылтыр шкаф эсенә элеп ҡуйғас, «Мин хәҙер», тип ванна бүлмәһенә инеп китте. Бер аҙҙан ул да Зәлифәнеке һымаҡ оҙон халат кейеп, ваннанан килеп сыҡты. «Ир кеше оҙон халатта бигерәк тә ирмәк күренә лә ул», тип уйланы Зәлифә, пырхылдап көлөп ебәреүҙән көскә тыйылып. Әммә йылмайыуын йәшерә алманы. Ҡыҙҙың йылмайыуын Замир үҙенсә аңланы, буғай, үҙе лә уға таныш йылмайыу менән яуап бирҙе.

– Ну что, сестренка, беҙҙең дуҫлыҡ өсөн! – тине Замир өҫтәлдәге шампан шарабы шешәһен аса-аса. – Мөхәббәт өсөн! – Ул йылтырап, нурланып торған һарғылт шыйыҡсаны күпертеп, бокалдарға тултырып һалды.

Зәлифә тағы ла телен йотто. Тик тәүге мәртәбә тартынмайынса ғына Замирҙың күҙҙәренә ҡараны. Үҙенә һонолған бокалды ҡыйыуһыҙ ғына ҡулына алды. Ошоғаса спиртлы эсемлек татып ҡарағаны юҡ ине. Замирҙың тылсымлы ҡарашы был юлы ла Зәлифәнең ихтыярын яулап алды. Гипноз хәленә ингәндәй, Зәлифә, Замир артынса, бер бокал шарапты төп күтәрә эсеп ебәрҙе. Ә инде татлы йөҙөмгә үрелгәндә, ярайһы ғына асыҡҡан эсенә ниндәйҙер рәхәт йылылыҡ йүгергәнен тойҙо. Еңелсә генә башы ла әйләнеп киткәндәй булды. Йөҙөндәге баяғы йылмайыуы тағы ла нығыраҡ балҡыған Зәлифә мөхәббәтле ҡарашын Замирҙан ала алманы. Замир икенсе бокалды тултырып ҡулына тотторғас, бер аҙ ҡыйыуланып алған Зәлифә:

– Беҙҙең никах өсөн, «ағай», – тип шаяртып та алды һәм үҙе башлап бокалды бушатты.

Тумбочкалағы магнитофонды ҡабыҙып, Замир ниндәйҙер көй уйнатып ебәрҙе, шул ыңғайы Зәлифәне тансаға саҡырҙы. Талғын ғына көйгә иҙән буйлап әйләнгән был пар, бер-береһенә әкренләп һырына барып, ниндәйҙер тылсымлы көс тәьҫирендә бер нисек тә айырып ала алмаҫлыҡ хәлгә килде. Ирендәре менән бер-береһен һурып алырҙай булып, йәндәре-тәндәре менән иреп, бер-береһенә үтеп инер хәлгә килгә килеп, ирекһеҙ тиерлек, карауатҡа ауҙылар. Шундайын да татлы, рәхәт хистәрҙе Зәлифә бығаса тойғаны юҡ ине, әлбиттә. Таңға яҡын ғына йоҡлап киттеләр...

Йөҙөндә әле лә булһа бәхет нуры балҡыған Зәлифә татлы йоҡоһонан уянғанда Замир урынында юҡ ине инде. «Эш кешеһе эштәлер», тип үҙен-үҙе тынысландырырға тырышты төнгө хистәренән һаман да арынып бөтә алмаған йәш ҡатын. Төшкә яҡын ишекте һаҡ ҡына шаҡып, Замирҙың водителе килеп инде. Әҙәпле генә иҫәнләшкәндән һуң:

– Минең исемем Олег. Һинекен беләм – Зоя. Мине бында Замир ебәрҙе. Һис тә тартынып торма, үҙ өйөндәге кеүек бул. Һыуытҡыста һәр төрлө аҙыҡ-түлек тә етерлек. Берәй мохтажлығың булһа, бына ошо телефон аша мөрәжәғәт ит, – ул өҫтәлдә торған телефон аппаратына күрһәтте. Замир Артуровичтың бер ҡәтғи талабы бар: уның рөхсәтенән тыш, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәҫкә һәм уның ҡайҙа икәнлеге, ҡасан ҡайтыуы хаҡында бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһынмаҫҡа. Кәрәк саҡта ул һиңә үҙе килер. Хуш.

Олегка ни әйтергә лә белмәй ултырып ҡалды Зәлифә. Тәҙрәнән тышҡа баҡты. Зәлифәнең бүлмәһе таш ҡоймалы ихатаға ҡарап тора. Ҡойма артында бейек ҡарағай ағаслы урман. Башҡа нәмә күренмәй. Ишеккә килде. Уны асырға тип тотҡаһын унда-бында борғолауы ла бушҡа булды. Ишек асылманы. Әммә шул мәлдә телефон шылтыраны. Унан Олегтың тауышы яңғыраны: «Һеҙгә әйтелде бит инде, рөхсәтһеҙ өйҙән сығып маташмаҫҡа. Замир Артурович үҙен тыңламағандарҙы яратмай». Унан телефондың ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына пипелдәгәне ишетелде.

«Ҡаптың бит, Зәлифәкәй, ҡармаҡҡа», тип башҡортсалап үҙ алдына һөйләнде Зәлифә. Шулай ҙа ул үҙенең ошо хәлен етди баһаламаны. Баштараҡ уның менән шаяраларҙыр тип тә уйлап ҡуйҙы. Сөнки тотҡон хәлендә булыуын ул бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы. «Башҡа кем менән булған осраҡта ла, был хәл тик минең менән булыуы мөмкин түгел», тип уйланы. Нишләптер кинәт кенә аш бүлмәһенә инеп, ғүмерендә күрмәгән кухня йыһаздарын, ундағы һауыт-һабаларҙы өйрәнергә тотондо. Һыуытҡысты асты. Унда, ысынлап та, йәнең теләген ризыҡ бар. Магазин прилавкаларында бер ваҡытта ла осратмаған береһенән-береһе затлы аҙыҡ-түлек! Колбасаларҙың ғына әллә нисә төрө, ҡара һәм ҡыҙыл икра, һәр төрлө балыҡ консервалары. «Ҡош һөтө генә юҡ икән бында», тип уйлай башлаған Зәлифәнең күҙҙәренә ниндәйҙер матур кәнфит ҡабындағы яҙыу салынып ҡалды: «Птичье молоко»... Был кәнфиттең яҙыуы «Бына шулай!» тип уны ирештергән һымаҡ тойолдо. Зәлифә түҙмәне, ҡапты боҙоп асып, «ҡош һөтө»н тәмләп ҡараны. Кәнфит, ысынлап та, телеңде йоторлоҡ ине.

Хәлил Һөйөндөков.

(Аҙағы бар).

Читайте нас: