ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Балаҫ һуғыусы балалар оҫта

19 мартта Сибайҙа Урал аръяғы райондары уҡыусылары өсөн Еңеүҙең 80 йыллығына арналған 15-се фәнни-практик конференция үтте.

Балаҫ һуғыусы балалар оҫта
Балаҫ һуғыусы балалар оҫта

Ейәнсуранан балаҫ һуғыу йүнәлеше буйынса дүрт уҡыусы һайлап алыу турын үтеп, конкурста үҙҙәренең прект эштәрен яҡлау хоҡуғын алдылар.

Урал аръяғының алты районы һәм өс ҡалаһынан барлығы 60-тан ашыу уҡыусы ҡатнашҡан конкурста балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге уҡыусылары араһында Нурасова Ангелина - беренсе, Янбаева Азалия - икенсе, Карягина Маргарита өсөнсө урын яуланылар. Мәктәп уҡыусылары араһында Иҫәнғолдоң 1-се һанлы мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Умәрғәлина Айһылыу өсөнсө урын алды. Еңеүселәр грамоталар, матур бүләктәр һәм күтәренке кәйеф менән ҡайттылар. Етәкселәре Ямғурова Әлиә Рәшит ҡыҙы еңеүсе һәм призёрҙар әҙерләгәне өсөн грамота менән бүләкләнде.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: