Яҙмыш тигәнең берәүҙе лә үҙ ҡанундарына буйһондормай ҡалмай, теләйһеңме, юҡмы үҙенсә бөгә. Йәшләй генә үҙенән өлкән ағайғынаһы уйламағанда вафат булғас, ҡустыһы, әзмәүерҙәй ир, юғалып ҡала.
– Нисек инде? Унан ныҡ ҡарттар тере, ағайым юҡ... Балалары нисек түҙер, туғандар?..
Ҡайғынан шаңҡып ҡалғанлыҡтан ерләү мәшәҡәттәрен ойоштороу, мәйетте урынлаштырыу башына барып етмәй әлегә. Элек ҡәбер ҡаҙыусыларға, кис мәйетте яңғыҙ ҡалдырмаусыларға мәйет янында уҡ араҡы эсереү булмаһа ла, тышта, күрше йорттарҙа ҡойоп биреү була ине. Сәбәбе лә асыҡ, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашыу, кешенең күңелен йомшартыу сараһы, стресс хәленән сығарыу йәнәһе.
Ауыл халҡының һәр кеме ҡайғылы йортҡа үҙ ярҙамын тәҡдим итә, йыназа йолаһын үтәргә, аят аштарын әҙерләшеп үткәреүгә, мәйетте тәрбиәләп урынлаштырырға...
Был юлы яҡындағы ҡаланан мәрхүмгә ясин сығырға күренекле имам хәҙрәтте килтерәләр, мәйеттең йөҙөн ҡиблаға ҡаратып һалырға теләп, уны һаҡлап ултырыусыға, ҡайғыларын шайтан һыуы менән йыуған ир-атҡа өндәшә, маҡсаты изге, үҙҙәренә лә мәйетте нисек тәрбиәләргә өйрәтеү.
– Һеҙҙең ауылда ҡиблағыҙ ҡайҙа?
Һорау әлбиттә ике мәғәнәлә бирелә, бер туған ағаһының вафатын ауыр кисергән ҡустының башына һорау барып етмәйме, араҡы шауҡымынанмы, бәлки оло ҡайғы ауырлығынан башы шаңҡығандырмы, юғалып ҡала.
– Әәә... Ҡибланы һорайһығыҙмы? Әле генә бында ине ул... Сыҡҡандыр... Хәҙер эҙләп табып индерермен...
Йәһәт кенә урынан ҡуҙғалып, ишеккә юнәлгән ирҙе имам хәҙрәт туҡтатмай, артынан оҙаҡ ҡына ҡарап оҙатып ҡала, табырмы үҙенең ҡиблаһын...
Әйткәндәй булмаһын, ҡустыһы ла Аллаһыбыҙ биргән ғүмер ахырына-ҡартлығына етә алмай, шайтан һыуы артынан китеп мәрхүм була.
Гөлдәр әбей.