ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Йод селтәре яһау кәрәкме?

Был һорау кешеләрҙе тулҡынландырмай ҡалмай. Бөгөн дарыуханалар прилавкаһында ниндәй генә дарыуҙар емерелеп ятмаһын, кешеләр барыбер бер-бер хәлгә тарыһа, мотлаҡ йодҡа үрелә. Шул тиклем яҡшы ярҙам итәме?

Йод селтәре яһау кәрәкме?
Йод селтәре яһау кәрәкме?

Йод бик ныҡ ярҙам итә, тиеүселәр, моғайын, үтә тәьҫирләнеүсән кешеләрҙер. Улар йодтан шифа  көтөп, үҙ-үҙҙәрен ышандырғас, ярҙам килә. Һоро-ҡара быяла эсендәге был шыйыҡса, ысынлап та, тылсымлы матдәме?

Белгестәр нимә ти?

Ғәҙәттә, күгәргән урынға, арҡаға, быуындарға йәки инъекциянан һуң ауыртыу барлыҡҡа килгән урынға йод селтәре яһайҙар. Ә теләһә ниндәй шешеү, күгәреү этаплап үҫә. Ауыртҡан урын тәүҙә ҡыҙара, шешә, күгәрә һәм күгәреү яйлап төҫһөҙләнә барып бөтә. Травма алған урын ҡан йүгереү һөҙөмтәһендә ҡыҙара, ул үҙе менән инфекцияға ҡаршы көрәшеү өсөн кәрәкле күҙәнәктәрҙе ҡуҙғыта. Ә травма урынының шешеүе көрәш барған был урынға организмдағы шыйыҡса йыйылыуынан барлыҡҡа килә. Быны "һуғыш яланын" үҙенсәлекле бер таҙартыу, тип атарға мөмкин, сөнки шыйыҡса травма һәм инфекция менән "көрәш" һөҙөмтәһендә            барлыҡҡа килгән токсиндарҙы шыйығайта һәм организмдан сығарып ташлауҙы еңеләйтә. Ә күгәреү "һуғыш"тан һуңғы ҡалдыҡтарҙың организмдан сығарып ташлана торған ҡан ағышына ҡушылыуынан төҫһөҙләнә һәм яйлап бөтә. Шулай итеп, әгәр йод селтәре кәрәк, тиһәгеҙ, уны һуңғы стадияла, йәғни күгәреү төҫһөҙләнә башлағас ҡына яһарға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, йод ҡайһы ергә һөртәләр, шул тапҡырҙағы ҡан тамырҙарын киңәйтеү үҙенсәлегенә эйә. Һөҙөмтәлә, ҡан әйләнеше лә көсәйә. Күгәреү төҫһөҙләнә башлағанда йодтан селтәр яһау токсиндарҙың сығыуын тиҙләтә һәм күгәреү ҙә тиҙ уңа. Ә йод селтәрен травма алғас та яһау шешеүҙе һәм һыҙлауҙы көсәйтә генә.

Арҡала ауыртыуҙар барлыҡҡа килһә, ҡул аҫтында бер дарыу ҙа булмағанда ғына йод селтәре яһарға мөмкин. Тик ни өсөн йодты селтәрләп һөртөргә һуң? Уның мәғәнәһе шунан ғибәрәт: әгәр йодты тәнгә тигеҙ һөртһәң, тирене яндырырға мөмкин.

Ә селтәрләп һөртөү был бәләнән ҡотҡара.

Боронғо һәм файҙалы ысул

Йод ҡан әйләнешен көйләй. Ләкин уның тап ошо үҙенсәлеге йәрәхәтте ярһытыуы мөмкин. Шуға күрә, травма алған урынға дозаһын көсәйтә барып, 72 сәғәт буйы һалҡын ҡуйырға кәрәк. Иң яҡшыһы, таҫтамалға төрөп боҙ һалыу. Боҙҙо 10-15 минут үткәс алып, йәрәхәтте ярты сәғәт тыныс тотҡандан һуң, процедураны яңынан ҡабатлау мөһим.

Әгәр ҡул аҫтында боҙ булмаһа, полиэтиленға һалып, һыуытҡыста туңдырылған теләһә ҡайһы аҙыҡты ҡулланырға мөмкин. Тик уны ла йоҡа таҫтамалға төрөп һалырға кәрәк. Кемдең һыуытҡысы юҡ, һалҡын һыуҙы, һис юғында тимер аҡсаны ҡулланырға мөмкин, сөнки ҡан тамырҙарын ҡыҫыу мөһим. Әлбиттә, бөгөн йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн дарыуҙар күп, шулай ҙа кемдер йод селтәрен хуп күрә икән, уны ике-өс көн үткәс кенә яһаһын.

Әгәр ҙә травманан түгел, ә күп эшләүҙән быуындар һыҙлаһа йәки арҡа ауыртһа, йод селтәре яһағыҙ. Ул һыҙлауҙы баҫа һәм тәнде йылыта. Йод ябай ғына элемент түгел. Ә организмдағы күп процестарҙы, шул иҫәптән матдәләр алмашыныуын да көйләгән ҡалҡан биҙе йодты ҡандан тиҙ һурып ала. Ә күҙәнәктәрҙең энергетик ресурсын файҙаланыуы ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенән тора һәм был процеста йод ҙур роль уйнай. Ул ҡыҫҡаса ғына ТЗ һәм Т4 тип аталған айырым бер гормондарҙы эшкәртеп сығарыуҙа ҡатнаша. Спортсыларҙың ярышҡа әҙерлеген билдәләү өсөн табиптар тап ошо гормондарҙың күләменә тест үткәрә. Мәҫәлән, футболистарҙың организмында был гормон күп икән, улар яҡшы уйнаясаҡ, ә аҙ булһа - йод селтәре яһайҙар. Был, әлбиттә, боронғо ысул, ләкин допинг түгел, ә энергия ресурсына идара итеүсе ҡалҡан биҙенә бәләкәй генә ярҙам. Ул йодты тиҙ үҙләштерә.

Йодты күп файҙаланырға ярамай. Әгәр физик ауыр эштә эшләһәгеҙ, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа үксәгә йод селтәре яһау файҙалы. Ә инде йод селтәрен йоҡлар алдынан табанға яһаһағыҙ, төндө йоҡлай алмай үткәрәсәкһегеҙ...

"Кисе Өфө"нән

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Читайте нас: