Бөтә яңылыҡтар
10

ИШКӘКҺЕҘ КӘМӘ (Хикәйә)

Зияда, ысынлап та яҙмыштары шулайҙыр тип уйланымы, башҡаса өндәшмәне. Улар икеһе лә ярым шәрә ҡалғансы сисенделәр ҙә ҡояшҡа ҡарап кәмә төбөнә һуҙылып яттылар. Мәхмүттең тәне ҡом ғәрәбенеке шикелле янған, ә Зияда ергә төшкән аҡ мәрйен шикелле ята. Бына бит Хоҙайҙың бирмеш көнө!.. Улар, әйтерһең, бер-береһе өсөн генә тыуғандар ҙа хәҙер килеп ҡауышыу сәғәттәрен кисерәләр.

1

– Һин Зияда тигән ҡатынды һорағайныңмы әле? Ана тора ул... – Бергә эшләгән хеҙмәттәше сиратта үҙҙәренән алдараҡ торған кешегә күрһәтте лә күҙҙәрен йылтыратып Мәхмүткә ҡарап ҡуйҙы. – Ни кәрәге төштө һуң әле уның?

– Былай ғына ине лә... Берәү һорағайны... – Мәхмүттең ҡарағусҡыл йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. Шулай тине лә ситкәрәк барып баҫты. Үҙе битараф ҡиәфәттә газета ҡараштыра, үҙе һиҙҙермәй генә әлеге ҡатынға күҙ һала. Шундай ҡарап ҡуя, әйтерһең, ниндәйҙер ярамаған эш эшләй, урлаша.

Мәхмүттәр эшләгән йорттағы был ҙур ашханаға төрлө учреждениеларҙың кешеләре килеп йөрөй. Уларҙы үҙ-ара таныш тип тә, таныш түгел тип тә әйтергә мөмкин. Сиратта торғанда, ғүмер үткәрер өсөн генә булһа ла, үҙ-ара әңгәмәләшеп алалар, мәрәкә һүҙҙәр һөйләшәләр, ә бер-береһенең кем булыуҙарын, ҡайҙа эшләүҙәрен белмәйҙәр тиерлек. Тиктомалдан һорашыу әҙәпһеҙлек күренә, ә былай ныҡлап танышып китеү өсөн сәбәбе сыҡмайҙыр инде. Иллә-мәгәр бында рәсмиерәк тотһалар ҙа, ятыраҡ ерҙә осрашҡанда йылмайып, иҫәнләшеп, яҡынлыҡ белдереп үтәләр. Әлеге Зияда тигәндәре лә шундайыраҡ таныштыр инде.

«Былай арыу ғына ҡатын күренә...» Күҙ һирпеп кенә алһа ла, Мәхмүт шундай һығымта яһап өлгөрҙө. Тик тегенең йөҙөн генә йүнләп күрә алмай – арты менән торған да янындағыларға ниҙер һөйләй. Телдәр генә ҡатын, күрәһең, ҡабалан-ҡабалан итеп ниҙер һөйләй ҙә ихластан көлөп ебәрә, ҡырт ҡына итеп әле бер, әле икенсе әхирәтенә боролоп ала. Уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп торған Мәхмүт икенсе һығымтаны ла яһаны: «Алсаҡ, таҙа күңелле кешегә оҡшаған».

Бәләкәй саҡта үҙҙәренең ҡыҙҙарҙы үсекләүҙәре иҫенә төшөп ҡуйҙы. Ҡыҫҡа сәсле ҡыҙҙарҙан улар «малай баш» тип көлә торғайнылар. Зияда ла шул «малай баштарға» оҡшатып сәсен ҡыҫҡа ғына итеп киҫтергән. Әммә уны «малай баш» тимәҫһең, ошо рәүеше үҙенә бик килешеп, ҡупшы ҡиәфәт бирә. «Сәсен бөҙрәләтмәүе дөрөҫ, яһалма бөҙрәләр биҙҙерҙе», – тип уйланы ул. Баҙыҡ тәненә һылашып торған кофта менән юбка Зияданың боҙолмаған кәүҙәһен тағы ҡупшылата. Кейем матурлай шул ҡатын-ҡыҙҙы. Хәйер, һылыу кешегә ни кейһә лә килешә.

Ошо тороуында Мәхмүт үҙенә бер яңылыҡ асып тора: егеттәр ҡатын-ҡыҙға егетсә, ә ир-ат ир-атса ҡарай. Мәхмүткә, мәҫәлән, быуынға ултырып етмәгән ҡыҙҙарға ҡарағанда ошондай тулы тәнле, баҙыҡ ҡатындар һөйкөмлөрәк тә, күркәмерәк тә күренә.

Ә Зияда тигәндәре Мәхмүттең ошо уйҙарын белгәндәй, ҡырт ҡына уның яғына боролоп алды. Был, урлап тотолған кеше шикелле, күҙен йәшерә һалды. Әммә ҡатындың Мәхмүттә ҡайғыһы юҡ ине, буғай, күҙ ҡараштары менән генә һыпыртып үтте лә, кире әйләнеп, иптәштәре менән һөйләшә бирҙе. Ҡап-ҡара сәс, сәсе кеүек ҡара ҡаш, мөләйем аҡ йөҙ көҙгөләге ҡояш нурындай ялтлап ҡалды ла юғалды. Бер аҙҙан ҡатындар талон алдылар ҙа өҫтәл яғына киттеләр, ә Мәхмүт, оло бәләнән ҡотолғандай, еңел һулап ҡуйҙы. Ярай, юҡҡа баш ҡатырып тормаға, былай ҙа донъя бәләһе етерлек.

...Мәхмүт өсөнсө көн ҡатыны менән булған һөйләшеүгә лә, Зияда менән булған был осрашыуға ла артыҡ иғтибар бирмәҫкә, барыһын да бер юлы оноторға самаланы. Хәйер, бында онотмаҫлыҡ әллә нәмә лә юҡ, ир-аттың шулай ҡатын-ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа күҙ һалғылап алыуы була торған хәл. Тере йән бит, француздар әйтмешләй, «се лә ви» – тормошо шулай. Тик был Зиядаһы ғына баштан сығырға ашыҡманы. Кабинетына ингәс, Мәхмүт юрамал эшкә күмелергә тырыша, кешеләр менән ғауғалашып алған була. Ә теге шул ығы-зығылар ваҡытында ғына әллә ҡайҙа юғалып тора ла бер аҙҙан йәнә йылмайып, Мәхмүттең алдына килә лә баҫа.

Ҡайтып Кифаяға мәрәкәләргә кәрәк әле: «Бер ҡатынға ғашиҡ булдым. Үҙең ғәйепле, көсләп таныштырҙың. Әйтмәһәң, был донъяла иң матур ҡатын үҙемдең бисәм икән, тип тик йөрөр инем...» Мәхмүт шулай уйлай ҙа көлөп ҡуя. Бер ҡараһаң, әллә ни көлкөһө лә юҡ. Мәхмүт йәшендә лә ғашиҡ булаларҙыр, йөрәктә янғындар сығып алғылайҙыр, күрәһең. Тик ундай янғындар, һалам утының ялҡыны шикелле, ҡапыл гөлт итеп ҡалалыр ҙа әсе төтөнөн быҫҡытып һүнәлер. Ә тураһын әйткәндә, Мәхмүт ихластан бер ғашиҡ булыр ине. Ысын күңелдән ғашиҡ булыр ине. Һай, мөхәббәтте татып йөрөүҙәре ҡайһылай ләззәт бит ул! Хатта ғазап кисереп йөрөгәндә лә бер ләззәт!

Әҙәм балаһы ни эшләп ғүмер буйына ғишыҡ даръяһында ғына йөҙөп йәшәмәй икән? Шулай булһа, бәлки, донъяһы ла башҡасараҡ барыр, кешеләр үҙҙәре лә икенсегә әүерелер, тормошо ла йәмлерәк булыр ине. Юҡһа, яна-яна ла, ҡуҙы ғына тора ла ҡала, ҡайһы ваҡытта ҡара күмергә әүерелеп тә ҡуя.

Мәхмүт үҙ-үҙенә аптырап китте. Бына ерле көтмәгәндән әллә ниндәй ғүмерҙә уйламаған нәмәләр башҡа килә башланы түгелме? Кифаяһы юҡҡа көнләшеп йәнен язалай бит. Шул холҡо менән күңелдәге бөтә матур тойғоларҙы ашап бөтөрөп бара инде.

...Бер көндө Өфөлә ҙур ғына кәңәшмә үтте. Таныштар ҙа байтаҡ килгәйне, рәсми урындан башҡа ла һөйләшәһе һүҙҙәр бар, аҙаҡ егеттәр Мәхмүтте ҡунаҡханаға саҡырҙылар, ашап-эсеп ултырҙылар. Мәхмүт былай эсергә әллә ни әүәҫ кеше түгел, шуғамылыр тиҙ бирешә, эсенә бер аҙ йылы төштөмө – донъяһын онота ла ҡуя. Был юлы ла шулай булған, һөйләшеп ултыра торғас, ауырайтып ебәргән дә ул ултырған еренән боғоп ҡына йоҡлаған да киткән, ә иптәштәре уятып тормаған, күрәһең.

Мәхмүт төнөн генә уянып китте. Сәғәт нисә булғандыр, белгән юҡ, башҡалар ҙа төрлөһө төрлө яҡҡа ҡыйтайышып төнәгән. Яҡтырырға ла күп ҡалмаған, айнып та етелмәгән, ул тороп һыу эсте лә кире ятты ла йоҡланы. Шуның өсөн генә әллә ни булмаҫ әле, тип уйланы.

Төнөн генә шулай батырландырған икән, иртән торғас кәйеф китте. Командировкаға килгән кешеләргә ни өйгә ҡайтып бисә алдында хисап тотаһы түгел, ә бына уға инде... «Ярар, гонаһ ҡылып йөрөлмәгән бит, ҡайтып бахыр ғына булып баҫам да торам алдына», – тип йыуатты ул үҙен.

Әммә ул уйлағанса еңел генә үтмәне был эш. Ҡатыны менән һөйләшеү ишек аша ғына барҙы. Кифая ҡарлыҡҡан тауыш менән: «Кем ул?» – тип һораны ла, Мәхмүт икәнен белгәс, ишек йоҙағын тағы ла нығыраҡ бикләп ҡуйҙы.

– Гостиницала йоҡлап ҡалғанмын. Кәңәшмә булғайны... – тип һөйләнде ул.

– Ана шул йоҡлаған ереңдә йәшә! – Кифая, дарҫ-дорҫ баҫып, төпкө бүлмәгә инеп китте. Ә Мәхмүт, күршеләр күрмәҫ борон тип, коридорҙан сығып тая һалды.

Болаһы бының менән генә бөтмәне. «Эшеңә барам, алиментҡа бирәм!» – тигән һүҙҙәр ҙә ҡалманы. Мәхмүт береһен дә ҡолағына алырға тырышманы. Аҙна буйына айырым йоҡлап йөрөгән булдылар ҙа шуның менән үтте. Бисәһенең бындай ҡылыҡтары биҙҙереп тә бөткән дә, ни хәл итәһең.

Тураһын әйткәндә, иң яманы Кифаяның көнсөллөгө лә түгел. Ул үҙе әллә ниҙәр уйлап сығара ла үҙе шуға ышана. Мәхмүт һәйбәтләп кенә аңлатып та ҡарай, тик кеше тимер түгел, һуғып ҡына йүнәтеп булмай.

Иҫләй башлаһаң, күп инде. Бер саҡ театрға барғайнылар. Фойела йөрөгәндә Мәхмүт, уйынсалап:

– Кифая, бынау ҡатынға ҡара әле, кәүҙәһе ҡайһылай матур, тот та мода журналының тышлығына баҫып сығар, – тине. – Сәсе лә һап-һары. Буянымы, әллә тыумыштан шулаймы икән?

Ул әйтте лә онотто, бер аҙҙан тәмәке тартырға төшөп китте. Әйләнеп килеүенә ҡатыны гардеробтан кейемен алып тора. Мәхмүт аптырап ҡалды:

– Ни булды?

– Спектаклде мода журналындағы ҡатын менән ҡара! – Шулай тине лә Кифая шыҡ-шыҡ баҫып сығып та китте, Мәхмүт аптырап торҙо ла ҡалды.

Мәхмүт ҡайһы саҡта, нахаҡҡа рәнйетелеп йөрөгәнсе, гонаһлы булыуың яҡшыраҡ түгелме икән, тип тә ҡуя, таҙа тәнгә бысраҡ кейем кейеп йөрөүе ауыр бит. Тик үс итеп кенә гонаһ юлына баҫыуы ла еңелдән түгелдер.

Әлбиттә, бындай ғына һауыт-һаба шалтыратыуҙар һәр ғаиләлә булалыр. Була ла үтә. Мәхмүт тә, әлеге ығы-зығылар онотолдо, тип йөрөгәндә ҡатыны шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәр әйтеп ташланы:

– Һөйәркәңде беләм – Зияда тигән инженер ҡатын. Ашханаға гел бергә йөрөйһөгөҙ икән...

Был телһеҙ ҡалды. Көлөп тә ҡараны, аптырағас:

– Зияда тиһеңме? Бәлки, ысынлап та шәп ҡатындыр, күрәйем әле үҙен, – тигән булды.

– Ярар, артисланма, бөтәһен дә беләм. Ана, ҡыҙарынып киттең! – Ҡатынының шаярырға уйы юҡ ине.

– Күҙеңә ҡарап шул тиклем бинахаҡ яла яҡһындар ҙа, ҡыҙармаҫ ереңдән ҡыҙарырһың.

– Матур ҡатындарҙың ҡылығын яҡшы беләм мин...

– Һин дә йәмһеҙҙәрҙән түгел. Логикаң буйынса үҙең дә шундайҙар рәтенә инәһеңме?

– Ярар икенсегә борма. Бер барып сығам әле янығыҙға, шунан белерһең.

– Кифая, һиңә яҙыусы булырға кәрәк ине. Фантазияға бик шәпһең.

– Бында бер ниндәй фантазия ла юҡ.

– Их, бисәкәй, бисәкәй... Үҙ ҡылыҡтарың тураһында яңғыҙ ғына ҡалып уйлап ҡара әле бер. Шул холҡоң менән этлекһеҙ кешелә лә әллә ниҙәр уятыу ың бар... – Мәхмүт аҙарынып әйтеп ҡуйҙы. Иренең шул тиклем әсенгән кеүек әйтелгән һүҙе Кифаяға ла тәьҫир итте шикелле, ул байтаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Аҙаҡ та уйланып йөрөгән һымаҡ күренде. Тик былар бөтәһе лә ваҡытлы ғына ине шул. Кешенең тыумыш холҡо шулайҙыр, бәлки, ваҡ-төйәген белмәмеш тә күрмәмеш булыуың һәйбәттер... Мәхмүт шулай йыуанды.

Бер көндө уларға уйламағандан премия биреп ташланылар. Мәхмүт ҡатынының көтөлмәгән бүләк алырға яратыуын белә, шуға ла уға берәй нәмә алып ҡайтырға булды. Мохер кофта тип күптән һөйләнә ине, ниндәйҙер таныштар аша шуны алып ҡайтты. Әйҙә, һөйөнһөн әле.

Кифая телевизор ҡарап ултыра ине. Мәхмүт ингәс сисенеп, йыуынып алды ла бүләген серле генә ҡиәфәт менән ҡатынының алдына килтереп һалды,

– Нимә был? – Кифаяның ауыҙы йырылып китте.

– Бына, премия биргәйнеләр...

Кифая шунда уҡ кейеп тә ҡараны, һөйөндө лә шикелле, килешеп тә тора үҙенә. Шунан тағы уйға ҡалды, етдиләнеп китте. Кофтаны систе лә ситкә ташланы:

– Мин һорағанда тапмай инең.

– Теләгән ваҡытта ғына табырға мин склад мөдире түгел бит. Әле лә бер иптәштең таныш һатыусыһы аша ғына...

– Ул таныш ҡатындарығыҙ элек тә булғандыр бит. Әле һинән кем бүләк һораны?

Мәхмүт өндәшмәне, тороп икенсе бүлмәгә сығып китте. Кәйеф боҙолдо, наҫыр ҡороно, хатта мейе зыңҡып киткәндәй булды. Ниндәй әҙәм булды һуң был, һис кенә лә яйын табырлыҡ түгел! Яңғыҙы йәберһенеп ултырҙы ла кире ҡатыны янына сыҡты:

– Кифая, әйт әле, кем һуң ул Зияда? Биллаһи, белмәйем бит шул әҙәмде.

– Нин белмәһәң, мин беләм!

Ысынлап та, кем икән һуң ул Зияда тигәндәре? Ишетә торғас, Мәхмүттең үҙенең дә күргеһе килә башланы тегене. Бәлки, ысынлап та һылыуҙыр. Был ҡатын хәҙер үҙе лә бер сихри йән эйәһенә әүерелеп килә һымаҡ. Бәлки, ысынлап та һылыу ҡатындыр, Мәхмүткә күҙе төшөп йөрөйҙөр, тик белдерергә тартыналыр. Әкиәттәрҙә һөйләйҙәр бит: имештер, бер егет бик һылыу ҡыҙҙы төшөндә күрә, ғашиҡ була ла шуны эҙләп китә...

Мәхмүт Зияданың буй-һындарын да күҙ алдына килтерә: һомғол буйлы, һары сәсле, зәңгәр күҙле, уҡымышлы, итәғәтле ҡатын. Тора-бара ул ошондай кешенең барлығына шул тиклем ышанды, хатта уны төшөндә лә күргеләй башланы. Яңғыҙы ғына ҡалған саҡтарында эргәһендә итеп тоя, эстән генә тегенең менән һөйләшеп тә ала, шунан, ҡарт ишәк, тип үҙ-үҙенән көлөп тә ҡуя. Ни генә тимә, донъяла Зияда тигән ҡатын бар, тимәк, ул да Мәхмүтте белә, бәлки, ғашиҡтыр ҙа. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тиҙәр бит. Э үҙеңде яратҡан кешегә һәр саҡта ла ҡыҙыҡһыныу ҙур була. Ҡыҫҡаһы, ваҡыт үткән һайын, Зияда ғүмерҙә осрата алмаҫлыҡ бер ай ҡыҙына әүерелә бара һәм уның һайын үҙен күрге килә ине. Ә бына бөгөн килеп иптәшенең иҫе китмәй генә: «Ана тора ул ҡатын», – тип әйтеүенән Мәхмүттең башы әйләнеп киткәндәй булды.

Зияда Мәхмүт уйлағандың тап киреһе ине. Хатта был ысын Зияда түгелдер, иптәше бутағандыр, ысыны ҡайҙалыр икенсе ерҙәлер һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа Мәхмүт ашхананан сыҡҡансы был «ялған» Зияданы ла яҡын итеп өлгөрҙө. Уға ниндәйҙер күңел яҡынлығы тыуҙы, зәңгәр күҙле, һары сәслегә тәғәйенләнгән тойғоларын аҡрынлап ҡына быныһына күсерә ине. Хатта «ялғаны» ысынына ҡарағанда ни яғы менәндер матурыраҡ та, һөйкөмлөрәк тә күренде. Ни тиһәң дә, ошо ҡатын яратып йөрөй бит уны! Мәхмүт яратырға тейеш кеше лә шулмы икән? Билдәһеҙлек күңелде арбай. Тик бер генә нәмә хәтерҙе ҡалдырҙы: Зияданың уға бик тә иҫе китеп бармаған һымаҡ.

Хатта әйләнеп тә ҡарамай түгелме? Әллә был ысынлап та теге Зияда түгелме, әллә ысын булып та, үҙенең кеше алдында һыр биргеһе килмәйме?..

Мәхмүттең башында төрлө уйҙар ҡайнашты. Тәү тапҡыр ғашиҡ булған мәлдәр иҫенә төштө. Ошондай айышһыҙ сабыулаған уйҙарҙан да йәнгә рәхәт ине.

Мәхмүт ҡайтҡанда, Кифаяһы аш-һыу менән була инеме, кухня яғында һауыт-һаба шалтырата. Мәхмүт йәһәт кенә сисенде лә бүлмәһенә инеп сумды – күңел урынына ултырғансы күҙ йәшереп торорға кәрәк.

Ул шулай бикләнеп, көндөҙгө осрашыуҙарҙы яңынан башынан үткәрергә тотондо. Ҡапыл иҫкә төштө: ысынлап та, был ҡатын таныш түгелме һуң уға? Эйе-эйе, осрашҡайнылар улар. Былтыр яҙ булды. Эшендәге бер иптәше менән Ағиҙел буйына төшкәйнеләр. Йылғала боҙ киткән мәл. Төшкө ял ваҡытында шуны ҡарарға тип барғайнылар. Аҫҡа, яр ситенә үк, төштөләр.

Шунда ике ҡатынды тап иттеләр. Мәхмүттең иптәшенең таныштары ине, улар ҙа боҙ аҡҡанын ҡарарға килгәндәр.

Юҡ-бар һөйләшеп йөрөнөләр. Яҙ ни күңел күтәренке мәл, ваҡыт үткәнен дә онотоп киткәндәрҙер, оҙаҡлағандар, шуға кире ҡайтҡанда тураға – текә яр битенән һалынған баҫҡыс буйлап менергә булдылар. Иҫке баҫҡыстың ҡайһы бер араталары сереп һынғылаған, тар итәкле кейем кейгән ҡатындарға атлауы шаҡтай яйһыҙ, етмәһә, беҙҙең арттан ҡарап бармағыҙ тигәндәй, ирҙәрҙе алдан ебәргән булдылар.

Ҡатындарҙың береһе әлеге һыныҡ баҫҡыс аша атлайым тигәндә йығылып китә яҙҙы. Мәхмүт уны ҡулынан эләктереп алды ла, бала етәкләгәндәй, өҫкә менеп еткәнсе ысҡындырманы.

Нисектер, бик күңелле йөрөнөләр улар. Тик аҙаҡ тиҙ генә осрашҡандары булманымы, әллә Мәхмүт үҙе артыҡ иғтибар итмәнеме, тора-бара был хәтирәләрҙе томан баҫып киткән. Әйткәндәй, бер аҙҙан ул ике айға Мәскәүгә курсҡа, ә ҡайтып бер аҙ торғас, ялға китте. Шулайтып онотолғандыр.

Ә шулай ҙа кеше ғәжәйеп йән эйәһе! Бына ул үҙ өйөндә, ҡатыны янында әллә ниндәй ят бисәләрҙе уйлап ултыра, ә Кифая был турала башына ла килтермәй. Тәбиғәт кешене баштан уҡ шулай йәпле итеп уйлап сығарған. Әгәр ҙә бөтә уйлағандар ҙа әйтелгән һүҙ һымаҡ бер-береңә беленеп торһа, тормоштоң мәғәнәһе ҡалмаҫ, хәйер, донъя үҙе лә булмаҫ, күҙ асып йомғансы, тетелгән йөн шикелле, болғаныр ҙа бөтөр, заман ахыры етер ине.

Кухнянан бисәһе ҡысҡырҙы:

– Әйҙә ашарға! – Кифаяның кәйеф шәп күренә. Мәхмүт тә йылмайған булды. Ул үҙен нимәгәлер ғәйепле һиҙә, шуға ла ҡатынына бер-ике һүҙ әйткән булып, йәһәт-йәһәт кенә ашаны ла кире сығып китте. Йә әллә ниндәй һүҙ килеп сығыр ҙа, яңылыштан эстә ятҡандарҙы тышҡа сығарып ҡуйырмын, тип шөбһәләнде. Юҡ, был сит-ят уйҙарҙан ҡотолорға кәрәк, аҫылған арҡан өҫтөндә атлаған кеше шикелле йәшәү шәп түгел.

Бүлмәгә инеп ятыуы булды, бер аҙҙан Кифая килеп инде. Инде лә иренә текәлде. Мәхмүттең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, тамағын ҡырып, ҡатынына ҡараны.

– Нимә эшләп ятаһың? – Кифая енәйәтсенән һорау алған следователь кеүек әйтеп ҡуйҙы.

– Бер нәмә лә эшләп ятмайым... – Мәхмүттең тауышы бахыр ғына сыҡты.

– Шул ҡатынды уйлап ятаһыңмы?

– Ниндәй ҡатынды? – Мәхмүт тороп ултырҙы.

– Ашханала бергә ашап, Ағиҙел буйында ҡултыҡлашып йөрөгән ҡатынды? – Кифая, барыһын да беләм тигән кеүек, кинәйә менән йылмайып ҡарап тора бирҙе.

– Эйе, шуны... – Һүҙ үҙенән-үҙе сыҡты. Мәхмүт уйламаҫтан дөрөҫөн әйтте. Берҙән, ҡаушаны, икенсенән, барыбер тотолдом тигәндәй, алдашырға намыҫы етмәне. Бисәһенең шулай соҡсоноп йөрөүенә асыуы ла килде. Былай яҡшыраҡ та булды, буғай, ҡарышып маташһаң, яһилланырға тотонор ине. Ә хәҙер артыҡ һүҙгә урын ҡалманы.

Улар, йә, хәҙер ни эшләйбеҙ тигән шикелле, бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Мәхмүт янъял көттө. Аҙ ғына ел өрөү менән дә гөлт итеп ҡабынырлыҡ ялҡындың ипкене бәрелеүен тоя ине ул.

– Тегеләйерәк күс... – Кифая Мәхмүтте төпкәрәк этәрә бирҙе лә янына килеп ултырҙы, ҡосаҡлап уҡ алды. – Иремде бер кинәнеп яратып алайым әле...

Мәхмүт көтөлмәгән был иркәләүҙән иреп үк төштө:

– Бисәкәй, ҡуйсы әле, кеше күңеленә әллә ниндәй шик-шөбһәләр һалып йөрөмә. Ғүмерҙең, икебеҙҙең бергәлектең ҡәҙерен белеп кенә йәшәйек... – Ул үҙе лә ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Әле күңелгә шул тиклем рәхәт ине, әйтерһең, әллә ниндәй тамуҡтарҙа янып, гонаһтарҙан таҙарып сыҡҡан да йәннәткә килеп ингән. Ир менән ҡатынға шулай йәнде бүлгеләрлек уйҙар менән йәшәргә ярамай. Йәндәре генә түгел, тәндәре лә берегеп бөткән бит инде уларҙың! Ай, Кифая, Кифая, үҙен шулай һәйбәт кенә тотһа, Мәхмүт унан йөҙ тапҡырға яҡшыраҡ булыр ине лә бит...

Улар шул килеш байтаҡ ҡына ултырҙылар. Бәлки, икеһе лә йәш саҡтарын иҫтәренә төшөргәндәрҙер. Бик яратышып ҡына өйләнештеләр бит улар. Мәхмүттең шул замандарҙы иҫенә төшөргөһө, ниҙәрҙер әйткеһе, ҡатынын иркәләгеһе килә лә, тик ошо ләззәтле минуттарҙы боҙорға батырсылыҡ итмәй. Ярата ул ҡатынын, ныҡ ярата. Ниндәйҙер белмәгән, күрмәгән Зияданы ҡыҫтырып маташмаһындар. Ана, ул ҡайҙан килһә, шунда ысҡынды, юҡ булды.

– Кифая, хәтереңдәме, һуңғы йылды уҡығанда Мәскәү йылғаһы буйына сыҡҡайныҡ. Гел Башҡортостан студенттары ғына ине. Шунда картуф бешереп, футбол уйнап йөрөгәйнек, һин вратарь булып торғайның...

Мәхмүт ниҙер һөйләргә итә, әммә ҡатыны, әйтерһең, уның һүҙен ишетмәй. Мәхмүт йомшаҡ ҡына итеп уны төрткөләп алды, теге һаман өндәшмәгәс, һағайып ситкә янтайҙы ла ҡатынына ҡараны. Кифая шым ғына илай ине. Ни булды тағы?!

– Кифая... Нимә тағы?..

– Беҙгә айырылышырға тура килер.

Мәхмүттең тәненән әллә ниҙәр земберләтеп үтте. Ғәрлектән күҙенә йәш килде, һис кенә лә ипкә килтерерлек кеше түгелме икән ни шулай? Ҡатыны йәл ине. Ысынтылап та шулай уйлай бит. Мәхмүт, ни әйтергә лә белмәйенсә, ҡатынын ҡосаҡлаған килеш ултыра бирҙе.

– Мәхмүт, мин мөхәббәтемде уртаҡлай алмайым. Беләһең бит һине нисек яратҡанды...

– Юҡты һөйләмә инде, рәнйетмә кешене. Үҙеңде лә, мине лә... Уйындан уймаҡ сығарыуың бар... – Әле Мәхмүттең күңелендәге бөтә сүп-сарҙы ҡырып ташлағыһы, яңы яралған япраҡ шикелле, саф күңел менән йәшәгеһе килә ине. Күптән ихластан һөйләшеп ултырғандары ла юҡ бит. Шундай мәлдәр ҙә һағындырып китә.

Кифая уны этәрә бирҙе, шунан күҙҙәрен йылтыратып ҡарап алды ла ишекте ябып сығып китте. Ниҙер әйтте, Мәхмүт аңғарманы, һәр хәлдә, яҡшы һүҙ булмағандыр. Әле генә, ҡояш төшкәндәгеләй, ялтлап торған бүлмәне йонсоу томан баҫты, ҡатыны йәнә ят, һалҡын затҡа әүерелде. Кифая сыҡты, әйтерһең, уның артынса бүлмәгә Зияда килеп инде...

Ах, был Кифаяһын, ҡайһылай матур һөйләшеп ултыралар ине бит...

2

Мәхмүт иртәгәһен ашханаға төшмәне. Аҙыҡ магазинындағы кафетерийға инеп ҡоро-һары ғына ҡапҡыланы ла урам буйлап китте. Артыҡ кәрәге булмаһа ла, китап һатып алды ла баҡсаға инеп ултырҙы. Гонаһтан арыраҡ йөрөүең хәйерле.

Баҡса уртаһына клумба яһап сәскә ултыртҡандар. Мәхмүт әле генә иғтибар итте: яҙ сәскәһе үҙенсә, көҙ сәскәһе үҙенсә матур була икән. Яҙ, бөтә донъя йәшелгә күмелеп ултырғанда, гөлдәрҙең гөллөгә артыҡ һиҙелеп тә бармай, буғай, һәр хәлдә лә, уға иҫ китә һалмай. Ә бына көҙ һәр биҙәктә ярылып ята, ағас япраҡтары ғына түгел, тәбиғәттәге һәр тере йән, мин һуңғы көндәремде кисерәм, оҙаҡламай бар матурлығым юҡҡа сығасаҡ тигәндәй ултырғанда, усаҡтағы ҡуҙ шикелле баҙлаған сәскәләр уғата гүзәл һәм күңелгә яҡын...

...Мәхмүт юрамал һуңлабыраҡ ашханалағы халыҡ таралыуғараҡ ҡайтты, мәгәр осрашыуҙан ҡотола алманы. Болдорға килеп менеүе булды, ишектән Зияда үҙе килеп сыҡты. Мәхмүт албырғаны ла төштө: Зияда уның ниҙәр уйлап йөрөүен дә, кисә ҡатыны менән булған һөйләшеүҙәрен дә беләлер һәм уны, бешмәгән, имеш, берәү ғишыҡ тота, тип уны мыҫҡыллайҙыр һымаҡ күренде.

Мәхмүт аптыраштан иҫәнләшкән булды:

– Хәйерле көн!

– Хәйерле көн... – Зияда һеҙ кем тигән шикелле ҡараны ла уның үҙ һүҙҙәре менән үк яуап бирҙе. Йылмайҙы, мөләйем йылмайҙы, тик Мәхмүт бының мәғәнәһен генә аңлап етмәне. Ҡатын әҙәп өсөн генә йылмайҙы шикелле, шуға Мәхмүттең бер аҙ күңел ҡырылды. Кеше ҡасандан бирле әллә ниҙәр кисереп, ғазаптарға ҡалып йөрөй, ә был исем өсөн генә иҫәнләште лә үтте лә китте.

Ошо көндән һуң улар осрағанда сәләм бирешеп йөрөй башланылар. Бары шул ғына. Хәҙер, таныштар кеүек булғас, өндәшмәй үтһәң дә килешмәй, ә башҡаса әйтер һүҙ ҙә юҡ, ныҡлап танышып китер өсөн сәбәбе лә, яйы ла сыҡмай. Сәбәбе, яйы табылыр ине. Мәхмүт бит әле төшөп ҡалғандарҙан түгел, тик Зияда алдында таҫма телләнергә намыҫ етмәй. Хәйер, уныһы кәрәкмәй ҙә.

Ҡыҙыҡ, ире бармы икән уның? Барҙыр, әлбиттә, шундай ҡатын яңғыҙ йәшәр тиһеңме?! Ире Мәхмүт ише генә түгелдер. Әлбиттә, Мәхмүт үҙе лә ҡатындар күҙ һалмаҫлыҡ түгел, заманында аҙмы ҡыҙҙар күҙ атманы уға. Кифаяһы егетенең киң яурындарына ҡарай ҙа, унда ултырып йөрөргә лә була, тип иркәләнә торғайны. Шулай ҙа, ниңәлер, Зияданың ире көслөрәктер, олпатыраҡ һәм уҡымышлыраҡтыр күренә, һәм Мәхмүт был ҡатынды шул иренән бер аҙ көнләшә лә ине.

Ҡыҙыҡ, Мәхмүт тураһында ни уйлай икән? Хәйер, нимә уйлаһын инде, яҡындан таныш түгелдәр, ашханала осрашып, иҫәнләшеп йөрөү генә бар нәмә лә әйтмәй бит.

Ә уйламаһа, ниңә шулай мөләйем йылмая? Улай тиһәң, Зияда бөтәһе менән дә йылмайып һөйләшә шикелле. Була бит тыумыштан һөйкөмлө кешеләр.

Шундай сәйер тойғолар менән йәшәй Мәхмүт һуңғы көндәрҙә. Төш етерен көтөп ала алмай, ашханаға иртәрәк төшөргә тырыша, сиратҡа баҫыу менән тирә-яҡҡа күҙ һалып ала. Зияда осраһа, үҙгәреп китә, ыҫпайыраҡ, әҙәплерәк күренергә тырыша, тегенең иҫәнләшеп үтеүе лә әллә ни күренә. Бер-ике ауыҙ һүҙ булһа ла һөйләшә алһалар, көнө буйы бер кинәнес эсендә йөҙә.

Ни был, мөхәббәтме? Ниндәй мөхәббәт булыуы бар был йәштә! Ҡырҡ етеп килә бит инде үҙенә. Уйлап ҡара: егет сағыңда был йәштәге кешеләр бик өлкән күренә, уйнап булһа ла мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ сығарһалар, ытырғаныс булып китә. «Мөхәббәт» тигән һүҙҙе бысраталар кеүек күренә ине. Хатта, күңел ҡартаймай ул, тигәндәрен дә ишетке килмәй торғайны.

Ә шулай ҙа уларҙың һүҙе дөрөҫ булғандыр. Бына Мәхмүт үҙе лә күңелендә һис үҙгәреш тоймай. Әйтерһең, йылдар ҙа үтмәгән, сәскә лә сал йүгермәгән, көс тә, дәрт тә элеккесә, тик хәҙер элеккеһенә аҡыл ғына өҫтәлгән, һәм шуғалырмы, һағыныу, яратыу тойғолары тағы ла татлыраҡ, ҡәҙерлерәк булып киткәндер.

Тәбиғәт кешене икегә бүлеп, ир менән ҡатын итеп яратҡан икән, тимәк, улар тик бер-береһе өсөн генә яралғандар. Ир-ат – ҡатын-ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа тартыла, һәм тормоштоң бөтә матурлығы шунда. Мәхмүттә әле, бәлки, Зия д аға ҡарата мөхәббәт тойғолары яралыуын яралмағандыр, тик ошондай наҙлы кисерештәргә сарсау ғына уянғандыр.

Шуныһы сәйер, күңелдә бер юлы ике кеше һис кенә лә һыйыша алмай икән. Береһенең ишек шаҡыуы була, икенсеһе сығып ысҡыныу яғын ҡарай ҙа башлай. Фажиғәнең иң хәтәре лә шундалыр. Фажиғә, ысын фажиғә... Был тойғоларҙы ла Мәхмүт тәү тапҡыр кисерә ине.

3

...Асыҡ ҡына хәтерендә түгел, улар нимәгәлер тип Дим буйына сыҡҡайнылар. Йәй уртаһы, йылдың иң йәмле сағы. Туғайлыҡ шау сәскә, бар донъя гөлгә күмелеп, йыһанда хуш еҫ бөркөп ултырған төҫлө.

Әкиәттәгеләй хозур тәбиғәттә күмәкләшеп ял иттеләр: ҡояшта ҡыҙындылар, йылғала һыу инделәр, еләк йыйҙылар, уйнанылар, көлдөләр. Шулар менән көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡайтыр ваҡыт еткәс, Мәхмүт сәскә йыйып, гөлләмә бәйләне. Ҡатынына бүләк итер. Ҡайтҡансы һулып ҡуймаһын тип, гөлләмәһен һыуға сумдырып алырға булды.

Мәхмүт үлән араһынан шаптырлап килеп сыҡты ла туҡтап ҡалды – йылға ситендә, йыуан өйәңкегә һөйәлеп, ярым шәрә ҡатын тора. Күрәһең, һыу инеп сыҡҡан да һурҡына. Мәхмүт уны үҙҙәре менән килеүселәрҙең береһелер тип янына атланы.

– Ай!.. Кем ул?.. – Теге ҡысҡырып ебәрҙе.

Мәхмүт үҙе лә ҡаушап төштө, ҡулы менән тәнен ҡапларға маташҡан ҡатынға ҡараған килеш, иҫен йыя алмай тора бирҙе. Ә теге әллә үҙе танып алды, аптырау һәм бер шатлыҡ менән йылмайып:

– Һеҙме ни? – тине.

– Зияда?! – Мәхмүт тегенән дә яманыраҡ ҡаушаны. Ҡалала рәсми урындарҙа ыҫпай кейемдә күреп ғәҙәтләнелгән кешене ошо ҡиәфәттә тап итеү сәйер ҙә, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ та һәм бер аҙ уңайһыҙ ҙа ине. Мәгәр осрашҡас, ни хәл итәһең инде.

Йәй бик эҫе булһа ла, Зияда, күрәһең, ҡояшҡа янып өлгөрмәгән. Яңы әрселгән һөйән шикелле ап-аҡ һәм шып-шыма тәне, нәҙек бил һәм баҙыҡ янбаш уны бер яһалған һынға оҡшата ине. Мәхмүткә, Мәскәү архитектура институтының элекке студентына, баш ҡала музейҙарында боронғо заман оҫталарының ҡулы менән эшләнгән һындарҙы аҙ күрергә тура килмәне. Йыш ҡына ул, күрәһең, сәнғәт тәбиғәттән өҫтөнөрәк, тормошта бындай матурлыҡты табып булмай, тип уйлап та ҡуя ине. Юҡ, яңылышҡан, сәнғәт – сәнғәт инде, ул бар матурлыҡты тәбиғәттән ала. Йә, бына алдында торған ошо ҡатындың һыны шикелле һынды яһап буламы һуң!

Мәхмүт онотолобораҡ китте, ахырыһы, ҡатынға ҡараған килеш тора бирҙе.

– Мин хәҙер... – Зияда мәғәнәле йылмайҙы. Был инде, китеп торсо бер аҙға, тигәнде аңлата ине. Мәхмүт кире тал араһына сумды – һаҡһыҙ яһалған бәләкәй генә аҙымдың да бөтә матурлыҡты ҡыра һуғыуы бар.

– Әйҙәгеҙ... – Тал араһынан Зияданың үҙе шикелле йомшаҡ, мөләйем тауышы ишетелде. Мәхмүт асыҡ урынға сыҡты.

– Һаумыһығыҙ... – Зияда мөләйем йылмайып уға ҡараны.

Әллә Аллаһ тигәнең бармы икән? Ҡайҙан килтереп ташланылар һуң әле бында ул фәрештәне? Мәхмүт ҡапыл эскән шараптан иҫергән кеше шикелле шаңҡып тора.

– Ни эшләп килеп сыҡтығыҙ бында? – тигән булды ул. Зияда ниҙер әйтте, көтөлмәгән осрашыуҙан албырғаған Мәхмүт уның һүҙҙәрен аңғарып етмәне. Тегенең күктәге ҡояштай балҡыған йөҙөнә һоҡланып тора бирҙе. Ни эшләргә? Мәхмүт тирә-яҡҡа ҡаранды. Дим һыуында үҫеп ултырған томбойоҡ сәскәләренә күҙе төшөп ҡалды. Ҡайһылай хозур икән дә бында! Нисек ошоғаса иғтибар итмәгән!

Арғы яр ситендә тымыҡ һыу өҫтөнә тәңкә-тәңкә булып йәшел ашъяулыҡтар түшәлгән, һәр береһенең өҫтөнә ялт иттереп таҙартылған еҙ самауырҙар ултыртылған. Улар шул тиклем күп, йылғаның буйынан-буйына һуҙылып киткән. Йыя башлаһаң, бар донъяңды ҡаплар! Бая ғына юҡтар ине, әллә Зияда килгәс кенә атҡанмы ул сәскәләр...

Мәхмүт ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:

– Зияда, әйҙә анау томбойоҡ сәскәләрен сығып алабыҙ!

– Нисек сыҡмаҡсы булаһың? – Зияда йылмайып уға ҡараны.

– Кәмә менән!

Ул шаярып ҡына әйткән булғайны ла, уйы ысынға сыҡты – яр ситендә ағасҡа бәйләүле кәмә тора. Хужаһы юҡ, тимәк, кемдер был яҡҡа сыҡҡан да ҡайҙалыр киткән. Рөхсәт һорамайынса арғы ярға барып әйләнеү әллә ни ҙур гонаһ булмаҫ, аҙаҡ кәмәһен нисек торған шулай ҡалдырып китерҙәр.

– Ҡайтырға ла ваҡыт етә бит, – тине Зияда.

– Ә беҙ йәһәт кенә! Өҙөп кенә алабыҙ ҙа әйләнәбеҙ. Уның ҡарауы, бөтә кеше таң ҡаласаҡ. Томбойоҡ сәскәһе бит. Беләһеңме, ҡайһылай хуш еҫле ул!

– Әйҙә! – Зияда өҙә генә әйтеп ҡуйҙы. Тәүәккәл ҡатынға оҡшаған.

Мәхмүт кәмәне тартып килтерҙе лә Зияданы ултыртты, шунан үҙе инеп баҫты. Кәмә сайҡалып китте. Улар бер-береһенә тото– ноштолар ҙа сүгәләп ултыра һалдылар. Донъя тынысланғандай булғас, Мәхмүт өйәңке ботағына тотоноп, этәреп ебәрҙе. Кәмә, шуны ғына көткәндәй, йылға уртаһына ынтылды.

Мәхмүт заманында шәп ишкәксе була торғайны: Зиядаға оҫталығын күрһәтергә – кәмәһен һә тигәнсе уйнаҡлатып ҡына йөрөтөп әйләнмәксе булды.

Ул ишкәккә ынтылды, әммә кәмә төбөндә бер ни күренмәне. Тегеләй ҡараны, былай ҡараны – ишкәк юҡ. Шул саҡ ҡына аңлап алды: ниндәй ахмаҡ, үҙем юҡта йөрөп рәхәтләнегеҙ, тип йоҙаҡһыҙ, ҡараусыһыҙ кәмәһен ишкәге-ние менән ҡалдырып китһен инде!

Мәхмүт аптыраштан Зиядаға ҡараны: ултыртыуын ултыртты ла бит, кәмәһе ишкәкһеҙ булып сыҡты. Хәҙер йә даръяға ырғып тәүәккәлләргә, йә, ни булһа ла була, тип ағырға ла китергә генә ҡала.

Ул, ни әйтергә лә белмәй, бер аҙ тын барҙы. Ә уны-быны һиҙенмәгән ҡатын яҙмышын ир-егеткә тапшырған да кинәнеүле ҡиәфәт менән талдарға ҡараған килеш ултыра.

– Зияда, ишкәк юҡ бит?..

– Ниндәй ишкәк? – Зияда ғәмһеҙ йылмайып уға ҡараны.

Мәхмүт ишкәк ишкәндәге шикелле ҡулдарын һелтәп күрһәтте. Теге һаман аңғармай йылмайып ултыра бирҙе. Шунан кәмәне байҡап алды ла, эште төшөнгәс, саяланып аяҡ үрә тороп баҫты. Ҡыйпыс кәмә йәнә янтайҙы.

– Ни эшләйһең?! – Мәхмүт ярайһы тупаҫ ҡына өндәште лә тегене тартып урынына ултыртты. Кәмә икенсе яҡҡа ҡыйшайҙы. Ауалар бит хәҙер!

– Ай! – Ҡобараһы осҡан ҡатын Мәхмүтте ҡосаҡлап алды.

– Тыныслан... – Мәхмүт тә ҡосаҡланы. Улар, һуштарын юғалтҡандай, бер аҙға тын ҡалдылар, – һыуға ҡолап ҡуймайыҡ. Мәхмүт нисек тә йомшаҡ әйтергә тырышты.

– Сығырға кәрәк бит!.. – Зияда, кисеү эҙләгәндәй тирә-яҡтан күҙен алмай.

– Сығам тип, һыуға сумаһыңмы ни! Ҡарамаҡҡа тын ғына аҡҡан кеүек күренһә лә, Дим мәкерле йылға, сөгөрмәктәр күп унда.

Ул арала кәмә, Димдең уртаһына сығып, йылғаға бер арҡылы, бер буй төшөп аға ине инде. Ике яҡ яр ҙа шаҡтай алыҫ. Йылға ситтән ҡарағанда ғына шулай тар күренгән икән, бына эсенә ингәс, бер даръяға әүерелде лә ҡуйҙы – иге лә, сиге лә күренмәй.

– Ни эшләйбеҙ?! – Зияда күҙҙәрен Мәхмүткә текәне.

– Моғайын, үҙе ярға барып төртөлөр әле... – Мәхмүт уны йыуатмаҡсы булды.

– Ә төртөлмәһә?

– Төртөлмәһә, төртөлгәнсе барабыҙ ҙа ҡуябыҙ... – Зияданың бер ҡатлы һорауына ул уйынсалап яуап бирҙе.

– Шаярма...

– Шаярма тип, хәҙер ни эшләйбеҙ инде? Күрәһең, яҙмышыбыҙ шундайҙыр, Зияда, – Мәхмүт мәғәнәле йылмайып уға ҡараны.

– Ниндәй яҙмыш?

– Бына ошо ишкәкһеҙ кәмә шикелле яҙмыш. Кәмә ҡасан да булһа бер ергә барып терәләсәк бит, шуның шикелле беҙҙең яҙмыш та осона барып сығыр әле. – Шаярып һөйләшеү Мәхмүттең үҙенә лә көс бирҙе шикелле. Зияда ла баҫыла төштө. Әллә Мәхмүттең үҙен шулай ышаныслы тотоуы тынысландырҙы, әллә яңғыҙым түгел бит әле, берәй сараһы табылыр, тип уйланы, иркен тын алғандай итте. Тик үҙе һаман да Мәхмүттән күҙен алмай. Был ҡараштарҙа хәүеф тә, өмөт тә, үҙҙәре ҡасандыр татып ҡараясаҡ шәрбәтте тойоу ләззәте лә бар һымаҡ.

– Беләһеңме, Зияда, беҙҙең башҡаса әмәлебеҙ юҡ. Әйҙә, бынауындай ҡояштың нурҙарын әрәмгә ебәрмәйек – сисенәбеҙ ҙә ҡыҙынырға ятабыҙ. Шулай ишкәкһеҙ, кешеһеҙ ағып барған кәмәне, моғайын, берәйһе күреп ҡалыр ҙа эләктереп тарттырып алып китер.

– Ә алып китмәһә?

– Ул ваҡытта инде Өфөгә тиклем йөҙәбеҙ. Яҡташтарыбыҙ миһырбанлыҡ күрһәтмәһә инде, Ҡаҙанға, унда ла эш бешмәһә, Әстрханға уҡ китәбеҙ. Бәлки, Бакуға ла һуғылырбыҙ. Дим буйында ағас ботарлап йөрөгән ерҙән ни тиклем сәйәхәт яһап ҡайтабыҙ! Синдбад кеүек...

Мәхмүттең һүҙҙәре Зиядаға оҡшаны шикелле, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Был, инде яҙмышыма буйһонам, тигәнде аңлата ине.

– Ә тегеләр ни эшләр? – Зияда яр яғына ымланы.

– Тегеләрме? Көтөрҙәр-көтөрҙәр ҙә китерҙәр. Кәрәк тапһалар, милицияға хәбәр итерҙәр, төнө буйына яр һалып ҡысҡырып эҙләп сығырҙар. Улар алдында абруйыбыҙ күтәрелер – харап булғандарҙыр тип ҡайғырышып йөрөгәндә, беҙ һин дә мин сәйәхәт ҡылып ҡайтып төшәбеҙ. Ә кәрәгебеҙ юҡ икән, ғөмүмән, кәрәкһеҙ кеше булып сығабыҙ?

Зияда уйға ҡалды. Әкиәтте тыңлауы күңелле лә бит, мәгәр икеһе генә түгел был донъяла. Аҙағы ни менән бөтөр?

Мәхмүт Зияданың уйҙарын һиҙеп алды:

– Ярар, Зияда, артыҡ бошонма, берәй әмәле табылыр. Осо сыҡмай ҡалған эш булмай донъяла.

Зияда, ысынлап та яҙмыштары шулайҙыр тип уйланымы, башҡаса өндәшмәне. Улар икеһе лә ярым шәрә ҡалғансы сисенделәр ҙә ҡояшҡа ҡарап кәмә төбөнә һуҙылып яттылар. Мәхмүттең тәне ҡом ғәрәбенеке шикелле янған, ә Зияда ергә төшкән аҡ мәрйен шикелле ята. Бына бит Хоҙайҙың бирмеш көнө!.. Улар, әйтерһең, бер-береһе өсөн генә тыуғандар ҙа хәҙер килеп ҡауышыу сәғәттәрен кисерәләр.

Ә кәмә йылғаға бер арҡыры, бер буй төшөп аға, буғай. Нисек барғаны быларға һиҙелмәй ҙә, тик ҡояш нурҙары ғына уларҙы иркәләй. Тора-бара кәмәнең ишкәкһеҙ икәне лә, Диме лә, иптәштәре лә, хатта Өфөһө лә онотолдо, донъяла икеһе һәм шул бергәлекте тойоу ғына торҙо ла ҡалды. Әйҙә, аҡһын кәмәһе лә, үҙҙәре лә, ҡалған барыһы ла! Иң оло даръяға барып еткәнсе аҡһындар.

Бер аҙҙан ҡояш та батты, артынса, яңғыҙығыҙҙы ғына ҡалдырмайым, ҡарауыл булайым үҙегеҙгә тигәндәй, күктә оло еҙ батмус шикелле ай ҡалҡты, һыуға яр ситендәге өйәңке, талдарҙың шәүләһе төштө, Мәхмүт Зияданы ҡосаҡлап алды. Ә теге ошоно ғына көткәндәй, бар тәне, йәне менән уға һылашты. Ирендәр иренгә терәлде. Ай ҙа, йондоҙҙар ҙа, ҡараһыу күк тә, йылға ла, ундағы шәүләләр ҙә юҡҡа сыҡты...

Ә кәмәнең бер ниҙә лә эше юҡ: йылғаға бер арҡыры, бер буй төшөп аға бирә. Аҡһын әйҙә, иң оло даръяға барып еткәнсе аҡһын... Улар шулай ҡосаҡлашҡан килеш йоҡлап киттеләр.

...Кәмә ҡапыл ярға барып төртөлдө. Мәхмүт ҡулын һуҙҙы. Тик кәмәлә үҙенән башҡа бер кем юҡ!.. Яңғыҙы ғына ҡалған да ҡуйған. Ҡайҙа булған был Зияда?! Әллә һыуға төшөп юғалғанмы?

Мәхмүт нимәнелер аймап тотоп алды:

– Зияда!.. Зияда-а!!! А-а!..

...Ул үҙ тауышына үҙе уянып китте. Ни булды һуң әле?! Мәхмүт шаңҡыған кеүек ята. Бөтә нәмә таныш – түшәмдә шул уҡ люстра, стена буйында китап шкафы, ана көн дә инеп-сығып йөрөгән ишеге... Ә үҙе әле генә кәмәлә йөҙә ине түгелме? Туҡта, ҡайһыһы өн, ҡайһыһы төш һуң бының?

– Бына ептең осо осҡа ялғанды... – Баш осонда таныш тауыш ишетелде. Мәхмүт, ҡайҙа юғалайым икән тигәндәй, ҡурышып ҡына тауыш килгән яҡҡа боролдо:

– Ниндәй? – Ул күңеле менән ниндәйҙер ғәйеп эш барлығын тоя, әммә ни икәнен аңғарып етмәй, шуға белмәмеш ҡиәфәт алырға тырыша.

– Ағарынма, ағарынма... – Кифаяның тауышында ерәнеү ҙә, янау ҙа, һағыш та, һыҡтау ҙа, тағы әллә ниҙәр ҙә бар ине.

– Ә мин ни эшләнем әле ул тиклем? – Мәхмүт нисек тә тауышын көрөрәк сығарырға тырышты. Тик шуны ғына белеп булмай:

Зияданың исемен ҡысҡырып әйттеме, әллә төшөндә генә өндәштеме? Ҡатынының тауышына, ҡиәфәтенә ҡарағанда ниҙер булған. Килһә килә бит!.. Бына хәҙер уға, мин дөйә түгел, тип иҫбатлап ҡара инде!

– Шулайтып, һин ике ҡатын менән йәшәйһең: өндә – берәү, төштә – икенсе. Бәлки, өндә лә икеһе менән йәшәйһеңдер. Аҡылдан яҙырлыҡ бит: бисәһе менән йоҡлап ята, ә икенсе ҡатындың исемен ҡысҡыра!..

Нисә йыл тороп Мәхмүттең ҡатынын бындай хәлдә күргәне юҡ ине. Ул, әйтерһең, көтмәгәндә упҡын алдына килеп сыҡҡан да фажиғә алдында тора. Күҙенә йәш тулышҡан, саҡ ҡына тейһәң дә һытылып аға ла китәсәк. Үҙе ағарынған, ирендәре ҡалтырана. Мәхмүткә ҡатыны йәл ине. Ул үҙе лә ҡойолоп төштө. Күрәһең, Кифая әлегәсә һүҙҙәренең ысынлығына шикләнеп йөрөгән, ниндәйҙер өмөтө лә булған, бына хәҙер килеп ирен енәйәт өҫтөндә тотто, һәр хәлдә лә, ул шулай уйлай һәм ни эшләргә лә белмәй тора.

Мәхмүт ҡыбырларға ла ҡурҡып ята. Саҡ ҡына ҡуҙ һалһаң да карауаты ла, иҙәне лә, хатта йорто ғына түгел, Ер шары ла емерелер ҙә төшөр. Мәхмүт үҙе әллә ҡайҙа, упҡынға, осоп китер, бөтәһе лә пыран-заран килер һымаҡ. Их, ошо килеш кенә ҡайҙалыр юғалып торһаң икән..

– Әллә ниндәй төш күреп уяндым... – Шулай һөйләнгән булды Мәхмүт. Хәҙер өй эсендә ниҙәр ҡылынасағын һиҙһә лә, бирешмәҫкә тырышты. Төш күргәндән ни була ул тиклем.

– Алдаҡсы! Хыянатсы! Нисәмә йылдар битен буяп йәшәгән ҡәбәхәт! Хаин, шаҡшы йән! Кешенең ғүмерен харап иттең, минең күҙ йәше шикелле саф тойғоларымды бысраҡҡа ырғыттың! Һине Алла һуҡһын, йәшен атһын, йылан саҡһын!

Мәхмүт бисәһенең һүҙгә оҫталығына аптырап тын ғына ята. Шулай әллә ниндәй ҡарғыштар ишетеп, тейешле язаһын алғандай иткәс, еңеләйеп ҡалғандай булды. Әллә ниндәй енәйәт яһамаған да инде өйөндә ҡатыны менән йоҡлап ята. Төшкә нимәләр кермәҫ.

– Мин ысынлап та һаташтым, Кифая. Туҡта, хәҙер һөйләйем...

– Һөйләшергәме? Һинең менәнме?! Ана, уйнашсың менән һөйләш! Ерәнәм мин һинән! Үҙеңдән генә түгел, әйткән һүҙеңдән, кейгән кейемеңдән ерәнәм! – Кифая Мәхмүттең кейемдәрен алып ырғытырға тотондо. Ырғытты-ырғытты ла уларҙы бер ытырғаныу менән типкеләп ташланы. Кейемдәре артынан ябынып ятҡан юрған, мендәр, түшәктәре сығып осто. Мәхмүт карауатында, һыуы ҡороп ярҙа ҡалған балыҡ шикелле, ята бирҙе. Ҡоторһон әйҙә, баҫһын йөрәген, туҡтар әле ярһыуы ҡанғас. Ә теге һаман яһиллана бирҙе:

– Ерәнәм! Ерәнәм! Хатта тын алышыңдан ерәнәм!

Мәхмүткә был ғәләмәттәрҙең шаһиты булып ятыуҙың мәғәнәһе ҡалманы. Ул шым ғына торҙо, иҙәндә балаҡтары тарбайып ятҡан салбарын алып кейҙе лә кухняға сығып, сәй ҡуйҙы, шунан йыуынырға тип, ваннаға керҙе. Тиҙерәк сығып китеүҙән башҡа мәғәнә юҡ бында.

Мәхмүт бер сынаяҡ сәй эсергә лә өлгөрмәне, өҫтәлдәге ашамлыҡтар сүп һауытына осто.

– Кифая!.. – Мәхмүттең дә түҙеме бөтә башланы.

– Кит, бысратып йөрөмә минең донъямды!

– Ниңә үҙеңә шул тиклем ҙур гонаһ алаһың?!

– Минме? Мин гонаһлымы?!

Мәхмүт ҡатынының яһиллығын баҫа алмаясағын, хәҙер һөйләшеп маташыуҙың мәғәнәһеҙ икәнен төшөндө. Ир кеше бит әле ул, бындай ҡылыҡтарға күпме түҙергә була. Ул плащын, эшләпәһен кейҙе лә ишеккә килде:

– Тағы әйтәм, ҙур гонаһ алаһың, Кифая. Үкенергә тура килмәһен... Мин ул ҡатынды ысынлап та белмәйем... – Мәхмүт хәҙер бер алдашҡас, алдашырға булды. – Бына мин...

– Ярар, ҡалғанын, ана, эшеңдә директорыңа һөйләрһең!

Мәхмүт тертләп китте:

– Ахмаҡмын тигәс тә, ул тиклем түбәнлеккә төшмә инде. Тормош бер бөгөнгө менән бөтмәй ул. Минән бигерәк үҙеңә оят.

– Кемгә оят? Кемгә оят?! Бына битеңә ҡара яҡҡан бәндә! Ул минең түшәгемдә икенсе ҡатындың исемен ҡысҡырып ята, ә мин оялырға тейеш! Кем оятһыҙ икәнен аҙаҡ белерһең!

Мәхмүт сығып китте, артынан ишек ябылды, тауышынан тәҙрә быялалары зыңланы.

4

Мәхмүттең икенсе көн өйөнә ҡайтҡаны юҡ. Тәүге көн бер иптәшендә ҡунды. Иртәгеһенә лә барырға уңайһыҙланды. Иптәше кеше ишетмәгәндә генә: «Ни булды?» – тип һорап маташты, ә ҡатыны һиҙҙермәне. «Бөгөн дә кил», – тигән булды. Мәхмүт бер ни әйтмәне, мәгәр бөтәһен дә аңланылар. Былай йөрөү эш түгел, берәй әмәлен табырға кәрәк.

...Кисә уны эш бөтөүгә директорҙары саҡыртты. Күңеле ниҙер һиҙенеп йөрөгән кеше кабинетҡа килеп инеү менән шомланып китте. Тәбиғәте менән мәрәкәләп һөйләргә яратҡан кеше мәғәнә менән йылмайып, уға текәлде. Тик шунда уҡ, бының кәйефен һиҙеп алыпмы, етдиләнеп китте, аяҡ үрә баҫып күреште лә креслоға ымланы.

Башта эш тураһында һорашҡан булды, ниндәйҙер мәсьәләләр тураһында Мәхмүттең фекере менән ҡыҙыҡһынды, үҙҙәре эшләп ятҡан яңы проектты мәскәүҙәр нисек ҡарар икән тип кәңәште. Нисек кенә йәшерергә тырышмаһын, былар бөтәһе лә хәҙер һөйләшәсәк һүҙҙең бисмиллаһы ғына, һәм быны Мәхмүт яҡшы аңлай ине. Шуға ла ул һуҙмаҡайлап ултырырға теләмәне, директорға туп-тура ҡараны ла:

– Нимәгә саҡырҙығыҙ? – тине.

– Белгең киләме? – Директор мәғәнәле йылмайҙы.

– Ә мин беләм.

– Белгәс һәйбәт... – Директор йәнә етдиләнде. Бер аҙ тын ултырҙы ла уға туп-тура ҡараны. – Нимә, яман төш күрә башланыңмы?

– Яман түгел, бик һәйбәт төш. – Мәхмүт үҙе лә кинәйә менән яуап бирҙе.

Был бәлеште ҡайһы яҡтан бүлеп ашай башлайбыҙ, тигән кешеләр шикелле, икеһе лә бер аҙ тын ултырҙылар. Шунан директор, әйҙә, үҙең башла тигәндәй, баш һелкте.

Етәксе кеше тип торманы, Мәхмүт бөтәһен дә нисек бар, шулай һөйләне. Ентекләп, ихластан һөйләне. Тарих директорға ла бик мәҙәк күрендеме – ул да ир кеше бит – иғтибарлап, хатта ҡыҙыҡлы китап уҡығандағы шикелле йылмая биреп тыңланы.

– Хәс тә кинолағы кеүек, – тип ҡуйҙы ул аҙаҡ.

– Шулайыраҡ килеп сыға. Бында иң ҙур гонаһ шул – ҡатын минең таҙа күңелгә шик, дөрөҫөрәге, фекер һалды. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һәр фекер – теләһә ҡайһы ваҡытта шытып сығасаҡ орлоҡ. Достоевскийҙың «Ағалы-энеле Карамазовтарын хәтерләйһегеҙме? Смердяков тураһында әйтәм. Федор Карамазов үҙе үлтерһә лә енәйәтен танымай бит. Иванға: «Үлтерһәм дә, төп үлтереүсе түгелмен. Ә һеҙ законлы үлтереүсе булып сығаһығыҙ!» – ти...

Директор уға бер ят кешегә ҡараған шикелле ҡарап ултыра:

– Әллә ниҙәр һөйләй башланың шикелле...

– Шулай шул, фәлсәфәгә бирелеп киттем. Тик аңлата алманым шикелле. Достоевскийҙы яратам мин. Шулай ҙа һәр фекер хәүефле нәмә...

– Аңлашылды, аңлашылды... Ярай, Мәхмүт, ошоноң менән бөтһөн. Төш күргән өсөн һине партия язаһына тарттырып булмай бит инде... – Директор йәнә йылмайҙы.

– Ә мин партияла түгел бит.

– Яза бирәм тиһәң, сәбәбе табыла ул. Ярай, һин йәш кеше түгел, тойғоларыңа аҡыл ҡуш. Ҡатындар улар бөтәһе лә бер төҫлө... Ирҙәр шикелле үк... – Директор артыҡ бер ни ҙә юҡ тигән шикелле, урынынан тороп ҡул бирҙе. Шунан кинәйә менән өҫтәп ҡуйҙы. – Башҡа яман төш күрмә. Күрһәң дә, ҡысҡырып һөйләшмә...

Мәхмүт нисәнсе көн инде әлеге төшөнән айный алмай йөрөй. Был уның өсөн төш түгел, өн, ә Зияда – бер әкиәт ҡыҙы. Өс көн, өс төн төшөндәге ваҡиғалар эсендә йөҙә, хыялындамы мөхәббәт тойғолары менән ләззәтләнә. Аптырарһың, һин дә мин йөрөгән кеше ҡапыл ғына күккә олғашты ла ҡуйҙы, болоттарға ултырып йөҙҙө, һауала ҡош булып осто, диңгеҙҙәр аша саптырып ҡына үтте.

Донъяһы ла икенсегә әүерелде лә ҡуйҙы бит әле: эштәге ығы-зығылар ҙа, ҡатынының әлеге ҡылыҡтары ла, хатта директор менән булған әңгәмә лә бер бәләкәй генә нәмәгә әйләнде, юҡ булды, бар ғаләм яҙғы сыуаҡҡа күмелде. Шуныһы ғына ауыр: барыбер ниҙер етмәй, ошо ләззәттәргә тағы нимәнелер өҫтәге, нимәнелер ослап ҡуйғы, алдыңа ултыртылған шәрбәтте һыуһын ҡанғансы эске килә...

Ә уның Зияданы осрата алғаны юҡ. Ғәжәп итерһең, әйтерһең, был ҡатын ошо мәлде генә көтөп йөрөнө лә шунан, әһә, килеп эләктеңме инде, әйҙә, кисер әле бер аҙ, тойғоларыңдың ихласлығын ғына, һуңлап килгән мөхәббәтеңдең ҡәҙерен бел тигәндәй, ҡайҙалыр юҡ булды.

Мәхмүт оялып та ҡуя – олоғайған көндө ошо хәлгә төшөп йөрө инде! Күп тә кәрәкмәй Мәхмүткә. Бер генә күрергә ине үҙен! Төшөндә күргәнде һөйләргә лә, бөтәһен дә ярырға ла һалырға: «Зияда мин һине...» Ҡалғаны теләһә нисек булһын.

Ошо ҡатындың күңелен яулай алырына ниңәлер ышана ине Мәхмүт. Ярай, Зияданың йөрәгенә инә лә алмаһын, һәр хәлдә лә, ул кемдеңдер үҙенә шулай үлә-бата ғашиҡ икәнен белергә тейеш тә баһа. Мәхмүткә шул да еткән.

Әлбиттә, ул әҙәм көлдөрөп, донъяһын болартып йөрөмәҫ. Бәлки, яйлап бөтәһе лә баҫылыр, урынына ултырыр. Ни тиһәң дә, ғүмерең буйына кемделер яратып йәшәүе – үҙе бер бәхет. Мәхмүт быны яңы аңланы шикелле.

Эштән сыҡҡас ул өй яғына атламаны. Бер аҙ урам буйлап йөрөнө, шунан аҡрын ғына баҫып Зиядалар эшләгән яҡҡа ыңғайланы. Моғайын, ул ҡайтып киткәндер, осратыуын да осратмаҫ, тик барыбер аяҡ шул яҡҡа тарта, барып әйләнге килә.

Ул эшһеҙ кешеләй ошо тирәлә байтаҡ ҡына уралғыланы, һуңлаңҡырап ҡалған кешеләр ҙә ҡайтып бөтөп бара инде. Әлбиттә, ҡатын кеше улай оҙаҡлап ултырмаҫ. Тик ниңәлер һаман ҡайтып китке килмәй.

Мәхмүт тағы бер-ике әйләнде лә, ҡапыл ниҙер иҫенә төшкәндәй, ҡырт ҡына боролоп, трамвай әйләнеше яғына китте. Бына күрерһең, Зияда шунда буласаҡ. Тик шунда ғына!..

Мәхмүт мөйөштән боролдо. Бына хәҙер осрашырға тейештәр... Туҡта!.. Төшмө был, өнмө? Әллә күҙенә генә күренәме? Хыялланып бармайҙыр бит инде? Ана үҙе!

– Зияда!

Мәхмүт шундай әйтте, уны-быны уйламай килгән ҡатын албырғап уҡ төштө. Бер аҙ ҡарап торҙо ла иҫәнләшкән булды:

– Һаумыһығыҙ.

– Һаумыһығыҙ... Мин һеҙҙе эҙләп йөрөй инем... – Мәхмүт ҡаушауынан уйындағыһын бер юлы асып һалырға әҙер ине.

– Мине? – Зияда тағы ла нығыраҡ ғәжәпһенә төштө, буғай.

Уның ҡәҙимгесә мөләйем йылмайып, ҡабалан-ҡабалан һөйләшеүе Мәхмүткә көс биргәндәй итте:

– Мин... Ни... Һеҙ ашыҡмайһығыҙмы?

– Ҡайтып барам... – Зияда уйламағандан килеп бәйләнгән был иргә ни әйтергә лә белмәй ине, ахырыһы. Танышлығын таныштар ҙа, тик был уҡ дәрәжәлә түгел бит.

– Аҙ ғына оҙатырға мөмкинме һеҙҙе?! Беләһегеҙме, мин һеҙҙе төшөмдә күргәйнем...

– Мине? – Зияда тағы ла мөләйемерәк йылмайҙы. Үҙе, һеҙ айыҡмы һуң, тигән шикелле ҡарап ҡуйҙы.

– Эйе, өсөнсө көн инде... – Мәхмүт, ысынлап та, ни айыҡ, ни иҫерек кеше шикелле, уйындағыһын бер епкә теҙә алмайынса һөйләнә бирҙе.

– Мәрәкә. Бик ҡыҙыҡлы төшмө ни?

– Шулай шул. Ҡыҙыҡ та түгел инде... Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе оҙата барайым бер аҙ. Шунда аңлатырмын бөтәһен дә...

– Тик мин төш юрай белмәйем.

– Уны юрарға кәрәкмәй...

Зияда өндәшмәне, был сәйер кешенең теләгенә ҡаршы килергә баҙмағандай, бараһы юлы яғына боролдо.

Улар бер аҙым да атлап өлгөрмәнеләр, ҡапыл ер аҫтынан пәйҙә булғандай, алдарына Кифая килеп баҫты. Ул күҙ уҡтары менән атырҙай булып иренә текәлде:

– Һаумы, Мәхмүт...

Мәхмүт түбән ҡараны. Кифая ерәнес менән ят ҡатынға боролдо:

– Һеҙ Зияда булаһығыҙмы?

– Эйе, һаумыһығыҙ... – Зияда ниҙер һиҙенеүен һиҙенде, буғай, әммә рыяһыҙ ҡиәфәт менән тыныс ҡына ҡарап тора бирҙе.

– Бына йомаҡ сиселде, Мәхмүт. Мин һине эшеңдән сыҡҡаны бирле күҙәтеп йөрөйөм... – Кифаяның тауыштары ҡалтырап китте. Хәҙер ниҙер буласаҡ.

Өс кеше бер аҙға телһеҙ ҡалды. Мәхмүт ни үле, ни тере тора. Унда хәҙер ҡатынына ҡарата бер ытырғаныс тойғо ғына ҡалды. Зияда алдында ғәрлек. Бөтәһе лә батҡаҡҡа ҡуша тапалды шикелле.

– Ул минең ирем! – Кифая күҙ уҡтарын яңынан ят ҡатынға сәнсте.

– Бик һәйбәт, – Зияда тәкәббер генә өндәште. – Ирегеҙ булғас, аңлашығыҙ. – Шулай тине лә боролоп китеп барҙы. Артынан Кифая алама һүҙ ҡысҡырып ҡалды.

– Ни эшләйһең һин?! – Мәхмүт ҡатынының беләгенән тотоп алды.

– Ни эшләгәнде аҙаҡ белерһең! – Кифая, йылан тотҡандай, иренең ҡулын ерәнес менән һелкеп ебәрҙе.

Ике ҡатын ике яҡҡа китте, Мәхмүт урам сатында тороп ҡалды. Әле генә донъя шундай матур, үҙе шундай бәхетле ине, бына һә тигәнсе бөтәһе лә ташҡа сәсрәй төшкән уйынсыҡ шикелле, бер юлы селпәрәмә сәсрәне лә ҡуйҙы. Мәхмүт, ысынлап та, ишкәкһеҙ кәмәлә тороп ҡалды, күрәһең.

Ниңә әле донъя уны шулай гел генә гонаһһыҙ көйө гонаһлы итте лә торҙо: үҙе ғәйеплеме, яҙмышы шулаймы, әллә башҡа берәй нәмәме?

Мәхмүт Зияда киткән яҡҡа ҡараны. Ана, ул һалмаҡ ҡына баҫып, ғорур атлай. Тағы бер аҙҙан күҙҙән юғаласаҡ. Шунан бөтөнләй юғаласаҡ. Ни булһа ла бөгөн! Аҙаҡ һуң буласаҡ! Тик бөгөн аңлашырға... һис юғында ғәфү үтенергә...

Мәхмүт тәүәккәл аҙымдар менән Зияда артынан китте.

1984

Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.

Читайте нас: