ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Нимә дөрөҫ, нимә яңылыш...

   – Белә халыҡ кемде оҙатҡанын, аңра түгелдәр, апаһы мәрхүмде йортона ла индерергә теләмәне, ҡалала ерләр өсөн  аҡса кәрәк булғанға килтергәндәр, ауылда буш, ҡәбер ҡаҙыусыларға ла түләргә кәрәкмәй, сауап өсөн әүҙем йөрөйҙәр беҙҙә, тик ауылда кеше әҙәйә, оҙаҡламай үлгәндәрҙе ерләүселәр ҙә  булмаҫ инде.

Алыҫ юлдан ҡайтып килешләй әкрен генә машинала ауылыбыҙ яғына ыңғайлайбыҙ, юл үтә тайғаҡ булыу сәбәпле  түбән тиҙлек менән киләбеҙ. Ғинуар башында төндә яуған һалҡын ямғырҙан һуң асфальттың өҫтө ялтырап ятҡан боҙға әүерелгән. Әллә ниндәй ауыр килде был йыл, кәрәк саҡта ямғыры булманы, ҡыш уртаһында ҡойоп ямғыры яуа,  урамдарҙа коньки менән шыуырға мөмкин.
    Ирекһеҙҙән беҙҙең кеүек юлға сыҡҡандарҙы төрлө күңелһеҙлектәр көтөп  торалыр, әле береһе яғыулыҡ биреүебеҙҙе үтенде, әкрен килгәнлектән яғыулығы заправкаға етмәҫ элек бөткән. Унда-бында юлдан төшөп китеүселәр күренә, туҡтап хәлдәрен белешәбеҙ, селтәрле телефон тотҡас хәлдәрен белдереп таныштарына хәбәр иткәндәр, ярҙам килеүен көтәләр.
    Телефон тотмаған, соҡор-саҡырлы ташландыҡ элекке БАМ юлына етеүебеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтәм, урман юлында тайғаҡ булһа ла был ҡәҙәрем үк түгелдер, ҡар ҙа тәрәнерәк яуған беҙҙең яҡтарҙа.
  Тәҙрәнән сыға яҙып алдағы юлды күҙәтеп килгәндә, бер ауылға етәрәк юлда күмәк машиналар торғанлығын абайланым, ниңәлер йөрәгем тулап китте.
    - Эй Аллаһым, бер-бер хәл була күрмәһен, тиккә генә өйкөлөшмәгәндәрҙер былар.
  - Тау артында ауыл бар, был зыярат тәңгәле, берәүҙе ер ҡуйынына тапшыраларҙыр.
   Бабайҙың аңлатыуынан ғына хафаланыуым үтмәне, кеҫәмдән дарыуымды алып ҡаптым.
   - Әкренерәк бар инде, яҡын барып төкөтөп ҡуйма, боҙлауыҡ һаман яуыуын туҡтамай, әллә ниңә тура тартманыҡ урман юлынан.

  - Өйрәтер инде быныһы тағы, урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла үҙеңдең әбейең яҡшы, һораштым инде, ундағы кисеүҙе үтеп булмай тинеләр.
 Минең күҙҙең етә күрмәүенә төрттөрөүе инде, үсегеп һүҙләшеп торорға ваҡыт булманы, юлға теҙелгән машиналарға яҡынлашып туҡтаныҡ.
   Ерләргә килеүселәр араһынан кемдеңдер машинаһы арҡыры торған, башҡалары уны көтмәй мәйетте күтәреп зыярат ҡапҡаһына юнәлгәндәр.
  Иптәшем урынынан тороп арҡыры торған машинаны этешеп ситкә урынлаштырырға ярҙамлашҡан арала яныма мәктәптә уҡыу йылдарында интернатта бергә йәшәгән, әммә күптән осрашырға яҙмаған танышым килде.
   - Ниңә машинанан да сыҡмай  ултыраһың, Ришатты оҙатышырға килдегеҙме?
   - Ҡайһы Ришатты? Ҡайҙа?..Ҡасан?
   - Ишетмәгәнһеңдер тигәйнем шул...Бөгөн Ришатты һуңғы төйәгенә оҙатабыҙ, мәрхүм булып ҡалған, бөгөн төшкә генә ҡаланан алып ҡайттылар, үҙем дә белмәйем нимә булғанын. Ҡәбер ҡаҙып әҙерләгәйнек, мулла ясин сыҡһа, урынлаштыралар инде.
   Арҡыры ултырған машинаны алып юл асылғас машиналар таралыша башланылар, шунда ғына мәйетте күмергә килеүселәр бик әҙ  ҡалғанлығын абайланым. Элекке танышым бабай менән гәпләшеп торһа ла һүҙҙәрен бүлеп араларына ҡыҫылдым.
   -Кеше күп түгел икән, һин дә инәһеңдер зыяратҡа ҡәбер ҡаҙышҡас, таныш кешенең йыназаһын ашатлап үтеп китеп булмаҫ, көтәйек,-тинем бабайға ҡарап.
  Бабай ризалығын белдереп баш ҡаҡты, беҙ зыярат кәртәләүе янына килдек, тышта ике ҡатын тора, туғандарылыр, мосолмандарҙа ҡатындар зыяратҡа ерләшергә инмәй.
    -Мин инмәйем, үҙ бурысымды үтәнем, хәйерлектәремде өләшәм дә ҡайтам.
   Бер-береһе менән яҡын дуҫтар һаналған, ауылдаштар, алты йыл интернат коридорында бергә аунап үҫкән, хәҙер олоғайып ҡартлыҡ үренә үрләгән таныш уҙамандың был ҡыланышына юғалып ҡалдым.

     -Беҙҙең өсөн булһа тотҡарланма, бабай менән бергә инегеҙ.
    -Уның өсөн генә түгел шул, ныҡ хәтерем ҡалды минең уға ваҡытында.
  -Элек һорашып белешеүемсә күренекле юғары уҡыу йортонда уҡытыусы булып эшләй тигәндәр ине, мәктәпте тамамлағас та юғары белем алған шикелле...Ниңәлер ҙур урында эшләһә лә оҙатыусылар әҙ, халыҡ һеҙҙә лә һүрәмләнгән икән.
   -Белә халыҡ кемде оҙатҡанын, аңра түгелдәр, апаһы мәрхүмде йортона ла индерергә теләмәне, ҡалала ерләр өсөн  аҡса кәрәк булғанға килтергәндәр, ауылда буш, ҡәбер ҡаҙыусыларға ла түләргә кәрәкмәй, сауап өсөн әүҙем йөрөйҙәр беҙҙә, тик ауылда кеше әҙәйә, оҙаҡламай үлгәндәрҙе ерләүселәр ҙә  булмаҫ инде.
   -...
   -Мәрхүмдәр тураһында насар һөйләргә ярамағанын беләм, шулай ҙа бөгөн йөрәк аҡтарылып килә, күңелемде бушатайым әле, мине электән беләһең, ғәйеп итмәҫһең. Беләһең бит минең кемде яратҡанымды, һаман да яратам мин уны, оҙаҡламай ярты быуат булыр ҙа, әммә һаман йөрәк түремдә һаҡлана.
    Эйе беләм, минең әхирәтемде яратты ул, араларында ялҡынлы һөйөү булмаһа ла, балалыҡ ихласлығы, тәүге һөйөү хистәре генә булғандыр, тип хәтерләй инем.
  -Янып, ярһып, мөхәббәт хистәренә илереп яраттым мин уны, уйҙарымда күктәргә күтәрҙем, хыялдарымда илаһи итеп күрҙем, бар булмышымды биләне, йәшәүемде үҙгәртте, киләсәгемде тоҫмалларға ярҙам итте. Уға тиң түгелмендер тип кәмһенә инем, уның бер ҡарашын тойор өсөн әллә ниҙәр эшләргә риза инем, уйҙарым яҡтыра, көндәрем балҡый ине уның бер йылмайып ҡарауын күрһәм, диуана тип уйлама, унан һуң күптәрҙе күрҙем, гонаһтарым да булды, әммә ундай хистәрҙе башҡалар менән тойманым.
   Беләһең бит минең атайһыҙ үҫкәнде, колхозда төрлө эштәрҙә йөрөгән әсәйемә бик ауырға тура килде күмәк балаларҙы күтәреүе. Беҙ ул көнө-төнө эштә саҡта ҡәртәсәй ҡурсауында үҫтек, етемлекте һиҙмәнек. Әммә етешһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ йонсотто. Элек аталары үлгәндәргә хөкүмәт күп аҡса түләмәне, хәҙер ҡайһы ваҡытта башҡа әллә ниндәй уйҙар килә, йәш ҡатындар үҙҙәре үк ирҙәре үлеүен теләйҙәрҙер кеүек, бары хөкүмәттән аҡса алыр өсөн, был турала интернеттан уҡып хайран ҡалаһың.
 Минән өлкән апайым, ике кесе һеңлекәш бар, әсәйемдең уларға һораған кейемдәрен ала алмай башы ҡаңғырған мәле, мал-тыуарҙы ла аҫырар кәрәк. Минең турала уйламайҙар ҙа, атайҙан ҡалған салбарға ҡайыш таҡҡас яраған һымаҡ, балағын ҡәртәсәй эре-эре сәнсеп тегеп ҡыҫҡартып бирҙе. Силсәүит ярҙам йөҙөнән мәктәп формаһы биргәйне, уныһы өс йылға етте, ең-балаҡтары ҡыҫҡарғансы кейҙем, быға  ихтибар ҙа итмәҫ инем, әхирәтеңә ғашиҡ булғас ҡарашым күпкә үҙгәрҙе, матур күренге килә.
   Уҡыуҙар бөтөп яҙғы каникулдар башланыу менән яңыртып кейем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым, бригадиргә алдан әйтеп ҡуйҙым, эшкә кәрәк булһа мине саҡырһын. Өйҙә ярҙам итеүҙән тыш күрше-тирәләргә картуф күмешәм, уташам, кемдер илле тин, утын ярһаң бер һум бирәләр. Аръяҡтағы бабайға баҙ ҡаҙышҡанға өс һум түләне, бик ҙур аҡса, минең кәйефтәрем күтәрелде. Бер тиненә лә теймәй йыйып барам, ҡәртәсәй маҡтай, улым үҙ көнөн үҙе күрергә эшкинде тип. Уҡыуҙар мәле етеүгә минең егерме ике һум аҡсам бар ине, был ҙур аҡса, әсәйем баҙарҙан кейем һайлап алырға бергә барырға өгөтләһә лә ризалашманым, үҙем теләгәнде, ҡыҫҡа, билендә яҫы манжетлы костюм алғым килде, ботинка, салбарҙың килешлеһен һайлармын тип хыялландым, бәлки күлдәккә лә етер, етмәһә эстән күренмәҫ тә, көҙ баҫыу эштәренә, ырҙынға сығырмын, уның аҡсаһына ла алырға була. Әхирәтеңә тура барып һаулыҡ һорашырға ла тартынмам, бәлки үҙе лә өс ай эсендә һағынғандыр... Хыялый булғанмын.

     Беренсе сентябрь тантанаһына иҫке кейем менән сығыуыма бошонманым, иртәгәһенә ҡалаға сығып яңы кейемдәр алырға ниәтем. Кис аҡсамды тағы бер ҡат һанап, яҫтыҡ аҫтына һалдым, һалырға сетка-моҡсай әҙерләнем. Ятыр ваҡытты иғлан иткәстәре, бүлмәләге малайҙар менән бәҙрәфкә сыҡтыҡ, ике малай ғына сығып инергә теләмәне. Береһе ошо Ришат, икенсеһе Айбулат, төн тыныс үтте, иртәнсәк тороуыма аҡсам юғалған ине.   Яндым, көйҙөм, ғәрләндем, әсендем, әммә аҡсам табылманы. Әсәйемә бирмәгәнлегемә үкенеүҙәрем, әхирәтеңә яҡын барырға ла ояла инем, күпме хыялдарым, өмөттәрем юйылды, күстәнәскә әтәс кәнфите лә алып ҡайтырға теләгәйнем, минең өс ай тырышып йыйған эш хаҡым юҡҡа сыҡты.
     Әлбиттә, яланғас өшөп йөрөмәнем, әсәйем, ҡәртәсәйем әрнеһәләр ҙә кейемһеҙ ҡалдырманылар, әммә үҙем рәнйенем.
   Һиҙендем кем алғанын, Ришат атаһы бригадир булғанлыҡтан, электән ҡулы аҡсалы ине, ә Айбулат һәр саҡ аҡсаһыҙ булды, һуңынан магазиндән тәмәке ташыны, ауыҙынан һыра еҫе аңҡыны. Ришаттың ырҙында эшләгәнен күрмәһәм дә аҡса алыу исемлегендә фамилияһы һәр саҡ тора ине, кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, атаһы түрә.
    Мине һайламаны әхирәтең, хәҙерге аҡылым менән уйлайым да минең менән бәхетле була алмаҫ ине, үтә һылыу ине шул.
   Ришат мәктәпте бөтөү менән юғары уҡыу йортона инде, әлбиттә атаһы ярҙамы менән. Унан шунда уҡ уҡытырға ҡалды, колхоздың иҫке техникаһы артынан күсте, студенттарға төҙөкләндерергә , юнәтергә тәжрибә туплар өсөн. Студенттар үҙ көсө менән запас частар алып йүнәтәләр,  уҡытыусылары йәйге каникулдарҙа һаталар, үҙҙәре файҙаһына. Кемдеңдер балаларына юғары белем кәрәк икән тағы иҫке техника таба, ҡыш студентар йыя, ҡора, йүнәтә, аҙаҡ тағы уҡытыусылар кеҫәһенә сума һатҡандан килгән аҡсалар, ыңғай әйләнеш.
  Бер ваҡыт миңә лә ул уҡыу йортона барырға тура килде, улымды шунда уҡытырға индерергә уйланым. Ишек алдындағы ағастар ышығында Ришат менән Фәрит эсеп ултыра, беләһең уны ла, беҙҙән бер синыф алда уҡыны. Мине ҡыҫтайҙар эсергә, араҡылары әҙ ҡалған, шунда бер студентты саҡыртып  уҡыусыларҙан аҡса йыйып килтерергә бойорҙолар, йәнәһе, мине һыйлайҙар. Мин ҡырҡа баш тарттым, элеккесә мине мыҫҡыллап көлөргә маташалар.
   - Ниңә  беҙҙе кешегә һанамайһың, был аҡсалар бушҡа йыйылмай улар, уның өсөн кемгәлер “бишле” ҡуйыла, кемдер зачеткаһын тапшыра, күптәре диплом яҡлай. Һинең дә эскеләгәнеңде ишетеп торабыҙ, суфый түгелһең.
   - Дөрөҫ, эскеләйем, әммә урыны менән, һәм үҙ аҡсама ғына. Һеҙҙең кеүек ата-әсәһе тинләп йыйып балаһының ашарына тотторған аҡсаны талап эсмәйем.
   Яратманылар минең яуабымды, күҙ ҡараштарынан минең улым бында уҡый алмаясағын белдем, икенсе ергә уҡырға барҙы.
  Ғаиләһе булманы уның, өйләнһә лә студентка ҡыҙҙар менән шаярып, оҙаҡ йәшәмәне, әлеге ялыныслы донъя, “бишле" өсөн күптәрҙең яҙмышы менән уйнаны.
  Күптән ҡыуылған булған  эшләгән еренән, әлеге эскелек, оҙатырға кешеләрҙең булмауы ла ваҡытында үҙен кешеләрҙән өҫтөн тотоуҙан, тәкәббер булыуынандыр.

 - Ә Айбулат хәҙер ҡайҙа?
  -Уны төрмәлә үлгән тинеләр, урлашып тотолғайны, йәш кенә ине әле, армиянан йөрөп ҡайтҡас та... Минең аҡсаны Ришат менән икеһе урлауын әйтте аҙаҡ, бүлешеп алғандар.
  Яман һөйләнем шикелле мәрхүм тураһында, Аллаһыбыҙ уны ла ҡабул итеп алһын, яҙыҡтарын ярлыҡаһын. Мин үҙемде лә изгегә һанамайым, урлашҡаным да булды, колхоз таралып, хужаһыҙ ҡалған фермаларҙың блоктарын ташып өй һалдым, эйәһеҙ ятҡанды ашатлап үтмәнем инде, әммә кеше таламаным, кеше әйберенә теймәнем, беҙҙе ҡәртәсәй ҡаты тәрбиәләне, ғәҙел булырға өйрәтте.
  Мәйетте күмеп йыназа уҡығас кемдер хәйер тарата башланы, элекке танышым да янсығын сығарып беҙгә хәйер бирҙе, иҫәпләп биргән аҡсаһы теүәл егерме ике һум ине, беҙҙән һуң ул зыярат эсендә йыйылғандарға хәйер  таратты, һәр береһенә теүәл егерме ике һум.
   Зыяраттан сыҡҡан кешеләр менән бергә беҙ ҙә ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ. Күңелгә ниндәйҙер һағыш, үкенеү яғылды. Әйтеп аңлатҡыһыҙ әсе һағыш үткәндә ҡалған егерме ике һумдың ҡиммәте, баһаһы юғалыуынан да түгелдер, үткән ғүмер өсөн дә түгел, әммә өлөшһөҙ баласаҡ әсеһе, кителгән күңелдең яраһы ла ҡанһырай кеүек ине.
Гөлдәр әбей.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: